Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет17/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   25

Аҡыл теше
Директорыбыҙ кабинетынан таяҡ тығып болғатылған һағыҙаҡтар кеүек туҙғып килеп сыҡтыҡ. Йүгереп барышлай бухгалтерҙың кәлпәге осоп китте, склад мөдире иҙән егенә эләгеп тәгәрәне. Ә мин, директорҙың абруйлы урынбаҫары, көллө кәүҙәм ҡалтыранып, диванға әүшәрелдем.

Эштәр эт илағыс ине. Беҙҙе, нисәмә йыл бергә тырышып хеҙмәт иткән эшмәкәрҙәрен, хужа иртәнге сәғәттән үк эттән алып эткә һалды. Ул ғына ла түгел, мөгөҙҙәй осло штиблетын минең артҡы йомшаҡ еремә төртөп ҡалды...

-- Был ни хәл, был ни ҡиәмәт?! – тип, өсөбөҙ тиң иҫәңгерәп ҡабатланыҡ алғы бүлмәлә. Ә күн көплө ишек артында һаман ажғырып дауыл дулай, ҡойон уйнай, күктәр күкрәп ерҙәр һелкенә ине. Бына дөбөрҙәп өҫтәл ауғаны, сыңлап графин селпәрәмә килгәне, кабинет эйәһенең, ҡапҡанға төшкән ҡарт бүреләй, теш араһынан һулығып:

-- У-у-ух, мин һеҙҙе... бөтәгеҙҙе!.. – тигән йән тетрәткес уҫал янауы ишетелде. Секретарь ҡыҙ, төҫө ҡағыҙҙай ағарып, хужа янына атлыҡты, ә беҙ, аҡтыҡ түбә сәстәребеҙҙе услап йолҡа-йолҡа, тышҡа сығып йүгерҙек. Көн яҡтыһын күрмәй тонған күҙҙәребеҙҙе ҡабат асып ебәргәндә өсөбөҙ тиң үҙебеҙҙең складта – бүҫкәреп барған ҡайғы шешәһе эргәһендә бойоғошоп ултыра инек.

-- Их заманалар-заманалар, ҡалай тиҙ үҙгәрәһегеҙ! – Танауын мышҡылдатып, яҙыу ҡараһы күкшелләткән еңе менән танауын һөрттө бухгалтер. – Директорыбыҙ шундайын да мәрхәмәтле, йомшаҡ күңелле зат ине. Телефондан ғына сирттереп: “Әүхәт Әбләисович, бер минутҡа ғына минең янға инеп сығығыҙ әле!” – тип ымлап алыр ҙа көндөң-көнө буйы кроссвордтар сисешергә ҡушып ҡуйыр ине. Шундайын саҡтарҙа һуҡыр нолгә таяҡ өҫтәп яҙып индерһәм дә, башын ҡалҡытып та ҡарамайынса ғына, ҡултамғаһын сәпәр ҙә ебәрер ине...

Мөдирҙең дә күҙҙәренән супырлап әсе-татлы хис йәштәре ҡойолдо. Бахырым, сөрөш маңлайын ҡаҡ өҫтәл ситенә туҡмаҡтай ороп, сабыйҙарса үҙәген тартып үкһене:

-- Шәп кенә тиһең, йомшаҡ күңелле генә тиһең... Юҡ, Әүхәт әшнә, бик тә беләһең килһә, беҙҙең директор ул торғаны менән изге әүлиә, төкәнмәҫ хазина ине! Өсөнсө көн генә әле, егерме биш йәшник сигаретты сысҡан ҡайыҙлаған тип барып ингәс, “эһ!” тә итмәй, “списать!” тине лә сығарҙы. Ә бөгөн... Их!.. китте генә башҡайҙарыбыҙ... Моғайын, теге үҙегеҙ белгән ике йәшник һиндостан сәйенең осо-башына сыҡҡандыр...

Өсөбөҙҙөң дә һуңғы бөртөк сәстәребеҙ үрә торҙо.

-- Тимәк, эш харап – зөмбөрләп бата беҙҙең карап!.. – Һығымталап өлгөрҙө сос бухгалтер, элекке диңгеҙ бүреһе. – Полундра! Иҫән-имен саҡта тиҙерәк ҡотҡарыу кәмәһен көйләйек – баланс-маланс һуғып, итәк-еңде йыйнап ҡалайыҡ!

-- Әүхәт Әбләисович, зинһар, кәмәгеҙҙән мине ҡалдыра күрмәгеҙ, карап менән ҡуша батыра күрмәгеҙ... балаларым хаҡына!.. – Бухгалтерҙың аяғына йығылып ятып ялбарҙы склад мөдире. Үҙебеҙҙе ысынлап та батып барған караптың ҡомаҡтары һымаҡ тойоп, күҙ алдарым ҡараңғыланды, телемде арҡылы тешләп, складтан сығып йүгергәнмен...

Иртәгәһен һары таңдан уҡ баштарыбыҙ ҡаңғырып, йәнә өсөбөҙ бер ҡойонға өйөрөлөп, күн көплө ишек төбөнә йыйылдыҡ. Сығырҙан сыҡҡан директорыбыҙҙың өсөбөҙгә лә бер иштән кәзә билеты тоттороп олаҡтырасағына инде шөбһә юҡ, тик фәҡәт ғәзиз башҡайҙарҙы ташҡапсыҡтан аралау ине ниәт...

Секретарь ҡыҙ килеп эшкә ултырҙы, баш-күҙен төҙәткеләне. Беҙ фәҡирҙәргә әйләнеп тә ҡарамай, ҡағыҙҙарын ҡыштырҙатты. Сәғәт туғыҙҙы һуғып, ун биш минутҡа китте һәм, ниһайәт, буҫағала дәһшәтле көс – мөгөҙ башлы штиблеттар күренде. Ҡөҙрәтле хужа үҙе, штиблеттар артынса уҡ пәйҙә булып, күк күкрәтеп тамаҡ ҡырҙы ла урталыҡта туҡтаны, беҙҙең моңһоу мөйөшкә күҙ ташланы. Өсөбөҙ бер юлы тертләнек, ырғып торҙоҡ. Арҡа буйҙарыбыҙға яғымһыҙ һыуыҡ йүгерҙе, ҡотобоҙ бот буйына ҡасып, таяҡтай шаҡырайып ҡаттыҡ, һулышыбыҙҙы туҡтаттыҡ... Үле тынлыҡта беҙҙе биҙгәк тотҡандай ҡалтыратып, хужабыҙҙың биш мәшриҡҡә тырпай бармаҡлы ҡулы яурынбаштарыбыҙҙан ҡағып уҙҙы:

-- Йә, осоп килеп тә еттегеҙме бөркөттәрем! Кәйеф-сафалар шәпме, бала-сағалар иҫәнме?.. Секретарь, ҡарале, оло байрам етеп килә түгелме? Тантаналы приказ яҙ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бөркөттәремдең өсәүһенә лә минең исемдән ат башындай рәхмәт ҡундыр! – Кабинет ишеген ярым асҡас, хужа беҙгә мөләйем боролоп ҡараны, ҡулындағы яңы кросвордлы журналын болғап, бухгалтерға ишараланы:-- Әүхәт Әбләисович, бер минутҡа ғына минең янға кереп сығығыҙ әле!

Күн көплө ишек ябылғас, беҙ, һаман әҙәм рәтенә килә алмай, секретаргә тилмерешеп ҡараныҡ, ә бухгалтер һыҡтап илап ебәрҙе. Ҡыҙыбыҙ иһә бүлмәне шаңғыртып көлдө:

-- Их һеҙ, күшеккән бөркөттәр! Кабинетҡа ҡыйыу рәхим итегеҙ! Кисә ни, Хоҙаның хикмәте булып, директорыбыҙға аҡыл теше сыҡҡан бит. Һуңлап сыҡҡан ул теште беләһегеҙ: үлтереп һыҙлаусан була. Шуны һурҙыртып килгәндер...

Шөкөрана ҡылып иркен тын алдыҡ: Тәңре әгәр бәндәһенә көн һайын аҡыл теше сығарып торһа, ни хәлдәр итер инек? Беҙҙең ише аҫыл бөркөттәргә оялар урын ҡалмаҫ ине...

1968.

Виртуоз
Әссәләмәғәләйкүм – вәғәләйкүмәссәләм, ҡапҡа келәһе ысҡынды. Был ҡапҡаның ҡарауылы булам мин. Ҡалабыҙҙа төҙөлөп ятҡан бик мөһәбәт объекттың ҡапҡаһы төбөндә баҫып торған минең кеүек һағауылдың ысынында кем икәнен беләһегеҙме әле һеҙ? Белмәйһегеҙ, төшөндөрөп бирәйем. Ҡарауыл-һағауыл – шаулы тормош урғылының иң мөһим клапаны, көйләүесе. Ҡарауылдың ике күҙенән үтеп, ике ҡулы аша бүленеп, бармаҡтары араһынан мул урғыл уң яҡҡа ла, һулға ла ағыла ала. Ҡарауыл көйләмәһә, ағындарҙың ҡайһылары бүҫкәреп, ҡайһыһы туҡталып уҡ ҡала. Донъялағы иң тәрән тормош тәжрибәһен, иң үткер зирәклекте, иң юғары белемде талап итә ул ысын ҡарауыл һөнәре. Ҡапҡа һағына баҫҡан бәндә һәләте менән күп төрлө -- виртуоз булырға тейеш. Күп кешеләр белмәй шуны.

Исемемме? Мөһим түгел уныһы. Объекттың аҡыл эйәләре мине Виртуоз тип йөрөтә. Ни өсөн? Һәр яҡҡа ла башым эшләгәне өсөн. Ҡарауылға боронғоса ҡарауыл тип кенә ҡараһағыҙ, мине аңламаҫһығыҙ. Мин – яңыса ҡарауыл-һағауыл.

Белемемме? Икеләтә юғары – университеттың тарих һәм дә филология факультеттары. Тимәк, кеҫәмдә герб мөһөрләнгән ҡыҙыл ҡатырға тышлы, һыйыр ҡолағы дәүмәлле ике дипломым бар. Ҡуйынымда – Японияла ҡоштар йырын яҙа торған кескәй генә диктофон, ауыҙымда Черчилль тартҡан алтын буталлы махра, ҡулымда аҡ бирсәткә. Икеләтә дипломланған ҡарауыл.

Тәүге тапҡыр ошонда морон төрткәс, төҙөлөш башлығы штатҡа алырға ҡыйынһынып маташты:

-- Диплом-юрғаларығыҙҙың икеһенә бер юлы сата киреп атланмай, ни өсөн бында тәпәй-тәпәй килдегеҙ?

Һиҙҙертмәй генә кеҫәләге диктофондың төймәһенә баҫтым да, яңы мәшәҡәттәр ыратмаҫ өсөн, “һеҙ” урынына “һин” тип һөйләшергә килештем.

-- Тәбиғәтем теләй быны, -- тинем. -- Мин көндәрен, ҡапҡа төбөнә шыҡайып, заманабыҙ машиналарының гөрләүен, ә төндәрен һандуғас йырҙарын тыңларға бик яратам. Зыңлап торған тормош заңдарына һыуһаным!

-- Беҙҙең эш – ағас та таш, бетон да кирбес. Белем яғынан техникум да бик еткән. Тарихсы һәм филологтарҙың юғары белемлеһе лә, түбәнлеһе лә кәрәкмәй.

-- Туҡта, ағай, сабыр ит. Ағасты ла, ташты ла, бетонды ла, кирбесте лә тотҡан ерҙән һындырып барма улай. Тәүҙә уның төрлө ҡырын әйләндереп ҡарайыҡ.

-- Күпме сәйнәһәң дә -- бер балыҡ башы, тигәндәй, таҡта-тоҡта, кирбес-мирбес өйөлөп ятҡан ихатала дипломлыларға урын юҡ. Улар урыны мәктәптәрҙә, вуздарҙа.

-- Ә мин йәшлек ҡөҙрәтемде төҙөлөшкә арнайым. Тарихсының зирәклеге, филологтың отҡорлоғо, күпте күргән тумыртҡаның тапҡырлығы кәрәкмәйме ни һеҙгә?

-- Һммм, -- тине башлыҡ, башын ҡашыны. – Ниңә йыйын юҡ-бар һөйләп башты ҡатыраһың әле? Ҡушала ҡыярҙай юғары белемле башыңды мин ҡайҙа илтеп тығайым?

-- Тишектәрең аҙмы ни?

-- Һммм, уларға иң түбән белем бөкөһө ҡулайыраҡ.

-- Белем мәсьәләһен онот, теләгән бер тишегеңә шыпылдат.

-- Бер-ике көн күҙ буярһың да прописканан үтерһең дә тайырһың.

-- Мин һиңә тай-тулаҡ түгел – табандарым дағалы. Ышаныслы уң ҡулың менән һул ҡулың булырмын.

Башлыҡҡа был ыңғай тәьҫир яһаны.

-- Ярар, һайлап ал: кирбес апиреп торорғамы, бетон болғатырғамы, буяусыларға баҫҡыс шыуҙырышырғамы?

-- Көллөһө лә бик ҡулай, әммә минең профилгә тап килмәй, -- тинем.

-- Әйттем бит...

-- Әйтмәнең шул әле, ағайым. Был төҙөлөш объектында бер генә лә ҡапҡа заты юҡмы ни?

-- Ҡапҡаларға килгәндә, беҙҙән байырағы юҡ.

-- Ҡапҡалар байлығы зарарлы. Бер дәү ҡапҡа ғына ҡалдырасаҡбыҙ. Уңдан инеп, һулдан сығып йөрөмәһендәр. Минең һымаҡ бер виртуоз-ҡарауыл ғына булырға тейеш!

Башлығымдың сығынсыларға итеүен алдан киҫәтеп, диктофонды сығарҙым:

-- Пардон, беҙҙең һөйләшеүҙәр таҫмаға яҙыла. Теләһәгеҙ, асыҡ ҡапҡалар тураһында радионан, гәзиттәрҙән шаңғыртам. Ҡыҙыл дипломлы филолог икәнемде иҫтә тотоғоҙ!

-- Ғәфү итегеҙ, оклад мәсьәләһе...

-- Уныһы үҙмаҡсат түгел.

-- Йөҙ тәңкәгә лә етмәй...

-- Тәңкә ҡоло булырға йыйынмайым. Минең өсөн иң танһығы – оло ҡапҡа күгәненең моңло һандуғас йыры. Бик тә белгең килһә, тыумыштан уҡ мин һәүәҫкәр ҡарауыл!

Шапылдатып ҡул бирешеп килештек.

Ҡапҡаларҙы тик берәүгә ҡалдыртып, һағауылға баҫҡан тәүге сәғәттә үк ҡойроғон бот араһына ҡыҫҡан йүнһеҙ алабайҙай шөмтөрәйеп сығып барған малярбайҙы тышауланым.

-- Һәп-һәп, һәпестәй – беләгеңә элгәнкәйең нәмәстәкәй, ағайым?

-- Күрмәйһеңме ни, ҡустым, йомошҡа тип еңгәйең элеп ебәргән хужалыҡ сөмкәһе бит.

-- Эсендәге сылтыр-шылтырҙарҙы ла еңгәйем үҙе һалдымы?

-- Эйе-эйе, еңгәйең һалды! – Ҡыуанғандай итте маляр. – Урамдағы баҡсаға сығып аша – төшкөлөккә быҡтырылған ит, тине.

-- Ошо данлы объекттың нәҡ бишенсе ҡатындағы иҙән ярыҡтарын бөтәштерергә тигән ҡиммәтле паста менән һары эмальгә йылтыр лакты соус итеп быҡтырғанмы ни еңгәкәйем? Тәмлеме?

Ағайымдың йырыҡ ауыҙы ябылды, тубыҡтары ҡалтыраны. Ян-яҡҡа һаҡ ҡарап алып, һыра һөрөмө бөркөп ҡолаҡҡа өрҙө:

-- Ҡустым, үҙең белмәгән ни бар? Бригадир үҙе йомош ҡушып йүгертте анауы һырахананың артҡы ишегенән атҡарырға. Һинең менән алдағы көндәрҙә лә бергә-бергә эшләйһе, йәшәйһе. Һин күрмә лә мин белмәйем, тим йәғни...

-- Ә юғарыраҡ ағайың күреп ҡалһа?

-- Уға ла ҡапҡа кәрәк, ә ҡапҡа берәү генә... Уның да бит үҙенә күрә килем-китем хәсрәттәре етерлек...

-- Бригадирыңдың да, юғарыраҡ башлыҡтың да өлгөрбай шәкерте икәнһең, -- тинем. – Килтер, шәкерт көндәлек дәфтәреңде – белемең өсөн сәпәйем әле “өслө”нө. Ҡабат ҡайһылай әйләнеп ҡайтыуыңа ҡарап алырһың, бәлки, “дүртле”не. Бел беҙҙең игелекте! – “Быҡтырылған ит” банкыларының береһен алып ҡалып, ары үткәреп ебәрҙем.

Тиҙҙән ағай сөмкәһендәге баяғы йоморолар, килбәттәрен алмаштырып, бүлк-бүлк көлгән һыра шешәләре рәүешендә кире әйләнеп ҡайтты, береһе минең йылы усымда ҡалды. Ҡапҡаға келә һалып, өшәләгемдең өҫтәле аҫтында улъяларымдың икеһен ҡауыштырып, хеҙмәт даирәмде киңәйтмәккә ихата буйлап йүнәлдем. Бинаның беренсе ҡат йөҙлөгөнә -- буласаҡ магазин витринаһына көҙгөлө быяла киҫтертеп торған прораб янына һуғылдым:

-- Әссәләмәғәләйкүм!

-- Вәғәләйкүм, -- тип мығырҙаны ҡырыҫйән.

-- Алмас алмаймы әллә?

-- Ниңә? – Хәүефләнеп күҙҙәремә ҡараны.

-- “Китек-ҡотоҡ”тар бик күп.

Прорабтың йөҙө яҡтырҙы, нигеҙ буйына һөйәп ҡуйылған быяла киҫәктәренә ишараланы:

-- Әйтмә лә инде, яҡташ, тоташлайына брак. Заводтан уҡ, йәшниктәренә балға менән ҡундырып, онтаҡлап ебәргәндәр...

Һайрап бөткәнен көтмәнем: йәшерен диктофонымды йәтешләп, быяла киҫеүселәр төркөмөндә бер ситтәрәк шымтайып торған оҙон һираҡлы иргә ҡарсыға ҡарашымды ҡаҙаным. Утлы ҡуҙға төшкән ҡалъялай сөрөштө, муйынын эскә тартты. Кем был? Көсөк ҡойроғоноң осолай ҡулсаланған аҡ мыйығы шунда уҡ кем икәнлеген иҫкәртте: үҙем күреп йөрөгән, сепрәк-сапраҡ баҙарында ҙур стена көҙгөләре һатаҡай үҙаллы һөнәрмән был. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡаланың мебель фабрикаһы конкуренты. Нигеҙ буйындағы китек-митек артындағы бөтөн табаҡ “брак”тарға ҡарағанда, ниңә бында тороуы ла аңлашылды.

-- Их был иҫәүән дәүләтте! – тинем. – Затлы көҙгө быялаһын завод ҡапҡаһынан уҡ һулға ғына оҙатмай, витринаға тип килтереп хур иткән. Ярамағанмы дәүләт йортона йоҡа-моҡа быяла?.. Ҡайҙа резолюция – китһен рекламация! – Прорабтың йөҙө уғата балҡыны, әсәһен күреп ҡыуанғандай йылмайҙы:

-- Шулай, шулай! – тине.

-- Ғәфү итегеҙ, объектта себен сәсрәп ауһа ла ҡарауыл белергә тейеш, -- тип өҫтәнем, бармаҡ осом менән генә быяла “брак”ты ҡытыҡлап. – Был йыйын юҡ-бар нәмәне, тим, ҡануни списать итеп, акт төҙөнөгөҙмө?

-- Төҙөнөк, төҙөнөк, иптәшетдин ҡарауыл!

-- Тимәк, былар – хәҙер үк ҡала сүплегенә?

-- Ҡала сүплегенә, ҡала сүплегенә, иптәшетдин ҡарауыл!

Ҡырыйҙараҡ боҫоп торған самосвалдың шоферын сиңәртәй бармағым менән генә ымлап алдым:

-- Ҡәҙерлем, минең бынауы күҙҙәрем алдамаһа, баянан бирле сараһыҙ интегәһең. Быраҡтырып киләйек әле ошо эшкә ашмаған быяла ватыҡтарын минең ҡала ҡырыйындағы картуф баҡсам ҡырыйына – хәйерһеҙ һуҡыр сысҡан юлын быуырға.

Оҙон һираҡлының да, прорабтың да ике күҙе шар булды:

-- Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, беҙ уны үҙебеҙ! – тине икеһе бер юлы.

-- Үҙегеҙен үҙегеҙ ҙә ул, тик бик оҫта сатнаған да кителгән бит әле был быяла ғәләмәттәре. – Яйлап ҡына берәм-берәм ҡалҡытып барларға керештем. – Һәй был заводтыҡыларҙы, балға менән ҡайһылай оҫта һуҡҡандар! Һәр киҫәге дүрткел генә оҙонса – оләсәйемдең аяҡлы көҙгөһө менән бер иш геометрик формала. Хәйер, был ҡәҙәреһе миңә, ябай ҡарауылсыға, әллә ни яҡты түгел – ҡараңғы, -- тинем. Оҙон һираҡлыға әйләнеп баҡтым. – Бәлки, был сатнауҙың мәғәнәһен көҙгөсө ағай әйтер?..

Икеһенең дә бер ыңғай күҙҙәре мөлдөрәп, муйындары һәленде.

-- Ҡара әле, кем...

-- Кем түгел, ә иптәшитдин ҡарауыл. Минең менән аңлашырға теләһәгеҙ, конторама инегеҙ. – Ҡапҡа төбөндәге ярым емерек өшәләгемә ыңғайланым. Прораб, ыш-ыш итеп, артымдан уҡ йүгереп килеп етте...

Объекттың нигеҙ төбөнән алып ҡыйығынаса ҡыл ҡымшатҡандарҙың йәмғеһенең ҡапҡаға бәйле мутлыҡтарын берәм-берәм ана шулай энә күҙәүенән үткәрҙем, ә энә осон, онотмаҫҡа, диктофон таҫмаһына беркеттем. Кискә табан, ялҡынлы эш сәғәттәре һүрелеп, артыҡ бүрәнә баштары һирәгәйгәс, ҡапҡаға типке һалдым да келә муйынын ат башындай йоҙаҡтан ҡаптырҙым. Өшәләгемә инеп, боттарҙы ипле киреп, аяғы һыныҡ өҫтәл артында һыра һемерергә ултырҙым.

Түшәмгәсә зәңгәр ебәген һуҙылдырып махра менән хозур ғына мауыҡҡанда, ихата төпкөлөнән сәйер йөклө самосвал ҡалҡып сығып, тәҙрә күҙенә бәрелгән күгәүендәй, ҡапҡаға морон төрттө, шоферы, шашынып, баҡыр борғоһон баҡыртырға тотондо. Мин аяҡты тәҙрә тупһаһына һалдым, зәңгәр төтөндө асыҡ тәҙрәнән ирәүән генә өрҙөм.

-- Эй, балда, йоҡланыңмы әллә? – тип аҡырҙы шофер. – Ниңә һорамай бикләйһең?

-- Ә һин ниңә һорамай тейәйһең?

-- Был ни хәл, ниндәй башбаштаҡлыҡ? – Кабинанан ҡыҙарып бүртенгән яһил – мине эшкә алған түрә үҙе килеп төштө, тәҙрә төбөнә өңөлдө. – Күҙең тондомо әллә, ҡушала дипломлымын тигәс тә!

Һис иҫем китмәй генә, һаман шул ҡырын ятҡан килеш, түрәкәйҙең муйынына зәңгәр төтөн галстугы ураным.

-- Танымайһыңмы әллә, мин кем?! – тине йөҙө буҙарынып.

-- Һинме? Үҙебеҙҙең данлы төҙөлөш башлығы.

-- Һуң эш ниҙә, ниңә асмайһың?

-- Аулаҡ ҡына әйтәһе бер һүҙем бар.

-- Иртән контораға кил.

-- Юҡ! Хәҙер үк үҙегеҙ минең янға конторама инегеҙ. Ишек ана теге яҡтан асыла. – Тәҙрәне шартлатып яптым.

Күҙҙәрен ҡан баҫҡан башлыҡ йоҙаҡты шалтыр-шолтор тартҡылап ҡараны ла, биш аҙымын бер ырғып, өшәләгемә ябырылды.

-- Эш ниҙә, мөртәт?

-- Эш һиндә... жулик.

-- Ни-ни... нимә?!

-- Жулик, тим. Жу-лик. Жу-лик. – Ике бармаҡ арама ипле ҡыҫтырып, башлыҡ танауы тирәләй утлы тәмәке әйләндерҙем. – Аңлашылмаймы әллә? Мәғәнәһен әйтеп бирәйемме был һүҙҙең?

-- Юҡ, кәрәкмәй, -- тине башлыҡ, зәһәр торомбашты танауы аҫтынан ситкә этәреп. Күҙҙәрен аҡырайтып, өҫтәл янына ултырҙы.

-- Бына шулай, ағайым. Беҙ бик яҡшы аңлаша ла башланыҡ шикелле инде.

-- Юлбаҫар! Самосвалда йыйын әкәм-төкәм – кирбес ватыҡтары!

-- Бик яҡшы. Ә беҙ уны, ҡала буйлап саң туҙҙырып барыуын киҫәтер өсөн, өҫкө ҡатлам ғына онтағын аҫҡа һыпырып ташлайбыҙ, аҫтағыларын өҫкә әйләндерәбеҙ.

Башлыҡ өҫтәлгә һуҡты:

-- Ух, мөртәттең дә мөртәте! – Шунда уҡ йомшай ҙа төштө. – Ярар, һинеңсә булһын икән, ти: бөтөн-мөтөн кирбес, ти. Әммә беренсе тапҡыр, ауырыу бер пенсионерға ярҙам булһын тип кенә. Бахырсыҡ, йоҙроҡтай ғына өйөнә мейес сығарта алмай ыҙалана.

Ҡуйындағы ғәмәл дәфтәрен асып, саҡ ҡына элек бынан башҡа тағы ла нисә машинаның, ошондай уҡ “әкәм-төкәм” артмаҡлап, ошо ҡапҡанан нисә сәғәт тә нисә минутта ошо түрәнең бурала башланған дачаһы яғына ғыжылдап сығып киткәнен, борт номерҙарын уҡып ишеттерҙем.

-- Береһендәге шыйыҡ бетон, икенсеһендәге ҡорос каркастар ҙа шул уҡ бахырсыҡ пенсионерға инеме?..

Тештәрен шыҡырҙатты:

-- Белгең килһә, ул бетон да, каркас та, кирбес тә объекттан артып ҡалған кәрәкһеҙ нәмәләр улар!

-- Артҡас, ниңә артыҡ алдығыҙ?

-- Һинең һымаҡ башлы егет аңларға тейеш: былар диңгеҙҙән бер тамсы, ҙур тауҙың саң остоғо.

-- Ә ниңә ул “остоҡ” тап һеҙҙең яҡҡа оса?

-- Беҙ быға ғына хаҡлы. Ал-ял белмәнек, кирбескә ватылырға, бетонға ҡатырға, тимергә тутығырға юл ҡуйманыҡ. Материалдың эш барышында юҡҡа сығырға тейешле тип планлаштырылған өлөшөн һаҡлап ҡалдырҙыҡ.

-- Тимәк, план нормалары иҫкергән, йәки промышленносыбыҙ продукцияны күп тапҡырға сифатлыраҡ эшләп сығара башлаған. Был хаҡта дәррәү хөкүмәткә, редакцияларға хәбәр итергә, төҙөлөшкә бүленеүсе материалдың күләмен кәметергә кәрәк.

Ошо тәҡдимдән һуң башлығымдың өҫтөнән, ҡыҙған мунса ташына һыу һипкәндәй, эҫе боҫ бәреп сыҡты, маңлайынан шыбырҙап тир ҡойолдо:

-- Ух, ике аяҡлы ҡаза! Ниңә әҙәмсә һөйләшмәйһең, ҡарауыл?

-- Иптәшитдин ҡарауыл!

-- Уртаҡ телгә килергә ваҡыт, иптәшитдин ҡарауыл.

-- Ваҡыт, бик ваҡыт, ағайытдин-туғанитдин түрәкәй! Ике ҡулың мин һинең.

-- Хуп, ниндәйерәк вариант? – тине мутлыҡ эйәһе. Бармаҡ бөкләмәйенсә үк иҫәп-хисаплап бирҙем:

-- Был үҙе йөрөшлө арбала, кәм тигәндә, мең кирбес – дәүләт хаҡы менән ҡырҡ ике һум. Тегеләрендә һыпыртҡан бетон менән каркас – минимум ике йөҙ илле һигеҙ һум. Йәмғеһе була өс йөҙ һум.

-- Шунан?

-- Ултырған да шыуған. Ата-баба ғөшөрө иҫәбенсә... ундан бер өлөшө.

Башлығым, ҡаҙандағы ҡыҫалалай ҡыҙарып, һыйыр телендәй өс ҡыҙыллыҡты алдыма ырғытты:

-- Мә, һоғон, королдәргә тиң ғөшөр!

Утыҙ һумлығы өҫтөнә эшләп торған баяғы япон ғәләмәтен сығарып һалдым:

-- Факт алдыбыҙҙа: дәүләт милкен сумырғаныңда тотолғас, ҡарауылсыға аҡсалата ришүәт бирҙең. Һүҙҙәрең дә диктофонға яҙылған. Милиция саҡыртайыммы, әллә рәшәткә артына үҙ теләгең менән ултыраһыңмы?

Күҙҙәренә ҡан һауҙы, бала башы дәүмәлле йөнтәҫ йоҙроғон башым өҫтөндә уйнатты:

-- Кем һин, әйтеп ҡотол!

-- Минме? Мин – Виртуоз.

-- Аферист һин! Совет власының ҡан дошманы! Үҙеңде тимер ситлеккә яптыртырмын!

-- Оккей, икебеҙ бергә ябылабыҙ улайһа. – Диктофондың бер төймәһенә баҫтым. Тәүҙә матур һандуғас йыры сыңрағас, башлыҡтың тупаҫ екеренеүҙәре теҙелде, бөтәһен дә баш баҫып, диҡҡәт менән тыңланы. Ахырҙа, маңлай тирҙәрен һөртөп, һораны:

-- Йә, минән нимә кәрәк һиңә, ике дипломлы бәдбәхет?

-- Ике дипломлы башымды иҫәпкә алып, иртәгә үк приказ менән үҙеңдең урынбаҫар итеп ҡуяһың, кабинетың эргәһенән келәм юллы айырым кабинет бирәһең!

Усҡа-ус шапылдата һуғып килештек.


1974.
Һуңғы могикан
Һыуҡай ағыламы был? Юҡ.

Сүпер-сүпер, сүпер-сүпер ҡан аға. Түтә юл ҡабырыйында, емерек машина киҫәктәре араһында, енәйәт донъяһының ҡара короле – һуңғы могикан – хәл өҫтөндә ята. Әле генә уны үрҙән елдереп төшкән самосвал бәреп йыҡты. Еңел машинаһы менән ҡуша. Йыҡты ла туҡталып та торманы, ҡара юлын дауамланы. Хәҙер инде бөйөк могикан һыныҡ бил һәм муйын менән аҡтыҡ сәғәтен кисерә. Иҫәнгерәгән мейеһе һәләкәтте осраҡлылыҡ бәләһе тип баһалай.

“Ҡайҙан килгән самосвал йөрөтөүсегә был ҡырағайлыҡ, әҙәм ғүмерен сүпкә лә һанамау? – тип, һүрелеп барған ғүмеренең һуңғы сатҡыларын йыйып, аҡтыҡ фәлсәфәһен ҡора рәхимһеҙ әжәл әсеһендә әүәлге әҙәми сифаттарына ҡайта башлаған могикан. – Төптән уйлап ҡарағанда, көллөбөҙ тыуып үҫкән был илдең (бындай бөткән баш енәйәтсенең дә тыуған ил тойғоһо була, күрәһең?.. – Автор.), юридик кенә түгел, әхләҡ һәм әҙәп бизмәне лә “кеше – кешегә дуҫ, иптәш һәм туған” тип билдәләй ине түгелме? Мәктәптең тәүге баҫҡысынан аҙағынаса кешелеклелек ҡағиҙәләрен ятлатмайҙар инеме? “Бөтәһе лә кеше өсөн!”, “Кеше – ғорур яңғырай!” – шул шиғарҙар тыуа-тыуғандан был кешеләрҙең мейеһенә әсә һөтө менән ҡуша һеңдерелеп килмәнеме? Аҙаҡ килеп, фашизмды еңеү өсөн иң кәмендә егерме миллион ғүмер биргән ошо халыҡ (әжәл алҡымдан алғанда быны ла иҫенә төшөрөп уйлай могикан!.. – Автор.) хатта себен ғүмеренең дә ҡәҙерен белергә тейеш ине түгелме?! Ә был самосвал йөрөтөүсе мине тәүҙә “Волга”м менән ҡуша тапатып иҙҙе, ә шунан һуң әйләнеп тә баҡманы – себенгә лә һанаманы...”

Тормоштоң ошо аяныслы күренешен билдәләрлек баҙыҡ ҡына тамға-һүҙ таба алмай йөҙәй могикан. Ғүмере буйына тәүҙә цифр-һандар менән, ә артабан йоҙаҡ ҡайырғыс шөшлө һәм хәнйәр менән генә эштәр ҡылғас ни, күңелендә кәрәкле һүҙҙәр ҙә ҡалмаған... Ғүмер тигәнең тамырҙарҙан сүпер-сүпер ҡойола ла ҡойола, һәр секунды был сәғәттең йыллыҡ мәғәнәгә эйә. Ә ул ошо ғәзиз һуңғы секундтарында шул бер һүҙҙе таба алмай интегә. Ҡайһы сифаты менән зиһенен томаланы, баш һөйәген быраулап керҙе был машина йөрөтөүсе? Ни тип баһалана ысын исеме? Ҡанһыҙлыҡмы? Ҡурҡаҡлыҡмы? Сифаттарҙың икеһе лә, айырым-айырым алғанда һәм үҙ урынына ҡуйғанда, могикандың инаныуынса, тәбрикләүгә генә лайыҡ, әлбиттә. Сөнки уның ябай әҙәм аҡтығынан могиканға әүерелгән бөтә тәржемәи хәле шул икәүҙең бер-береһенә бәйлелеген, могиканлыҡҡа юл асыусы ҡорал кеүек кәрәклеген иҫбатлай. Тик могикан үҙенең әжәл сәғәтендә эҙләп интеккән берәгәй һүҙ түгел ул. Нимә һуң, нимә?!. Тәртипһеҙлек... илтифатһыҙлыҡ... вайым... туҡта-туҡта, вайымһыҙлыҡ! Эйе, вайымһыҙлыҡ! Бына ҡайҙа ятҡан ул иң кәрәкле һүҙ! Һәй, был ғүмерҙең аҡтыҡ сәғәте-минуты!.. Аҫтындағы алашаһын алты ай эҙләгән, тигәндәй, могикан үҙе ғүмере буйына йөрәк түрендә йөрөткән, “еүеш эш”тәр һуҡмағында бөтә “шәкерт”тәренә лә уның асыл мәғәнәһен асып бирергә тырышҡан һәм, аҙаҡ килеп, улар үҙҙәре ҡаса-боҫа тере тиреһен тунаған ошо илдең “халыҡ” тип аталған, ә могиканса асылы уның туналыусы “фраер” булған һәммә вәкилдәрендә лә шул сифаттың, ныҡлы тормош ҡанунына әйләнеп, тамыр йәйеүен теләүсе күңелдәге берҙән-бер һәм зарур һүҙ, йоҙаҡ ҡайырғыс шөшлө кеүек кәрәкле һүҙ, ҡайҙалыр хәтер ҡырыйында күренмәй күмелеп торған.



Вайымһыҙлыҡ! Могикан был баҙыҡ һүҙҙең ләззәтен үҙ ғүмерендә тәүге “еүеш эш”ен үтәгәндән аҙаҡ татыны. Ул ваҡыттағы шомло даны, хәҙергеләй, көллө енәйәт донъяһында танылған могикандыҡы түгел ине әле, ул ни бары ҡаланың нефть базаһында оялсан ғына кесе бухгалтер ине. “Яға аҫына” ҡырыҡ градуслыны һалырға һәүәҫ ине. Төшөрөп ҡайтҡаны һайын, дөйөм үткелекле коммуналь фатирҙы дыу килтереп, нәҙекәй генә билле бисәһен тас-тос түбәләп ләззәтләнер, ә үҙен садист тип йөрөтөрҙәр ине. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был шөғөл оялсан тәбиғәтле кесе бухгалтерға илһамы ҡупҡан минуттарында театр һәм концерт залдарын бер ыңғай алмаштырыр ине. Нәҙекәй билле бисәһенең “концерт биргән” таушы килә башлаһа, күрше-күлән күҙен йомоп бүлмәләренә олағыр, садист тағы тотондо, тип, ишектәрен эстән тартып ябыр ине. Ә һуңынан, иртәгәһен, бер ни ҙә булмағандай, кесе бухгалтер менән һин дә мин һөйләшеп көлөшөр ине. Был моңло эш бер йыл самаһы барҙы, ләкин бер тапҡыр ҙа кесе бухгалтер ишеген управдом йә милиционер ҡулы килеп шаҡыманы, сөнки өйҙән сүп-сар сыҡмай – күрше-күлән һуҡыр сысҡандай күҙһеҙ һәм моңһоҙ ине, һыуҙағы балыҡ шикелле өнһөҙ ине.

Таң тишегенән тороп, баш төҙәткес таба алмай, ҡара толомдарын ҡулға урап, ҡабырға буйҙарын һуңғы тапҡыр йәнтәслим ярып һалғанда, нәҙекәй билле бисәһе үҙе, бесәй тырнағына тарып ҡанға батҡан сәпсектәй, урамға сорғолоп сығырға итеп ҡараны. Был ни эш?!. Көтөлмәгән саялыҡтан кесе бухгалтер уғата ярһып, сәмләнеп, беләк буйы уҡлауҙы эшкә екте. Нәҙекәй билле бисәһе үҙәге өҙөлөрҙәй ҡысҡырҙы: “Ни ҡылығың? Тамам үлтерәһең бит!” – “Һиңә шул кәрәк! Эт кеүек дөмөк, әйҙә!”

Күрше-күлән-аҡмыйыҡтары, ҡолаҡтарын иңрәтмәҫ һәм шаһитлыҡҡа тарымаҫ өсөн, һәр береһе үҙ ишеген тышҡы яҡтан йоҙаҡлап, берәм-берәм урамға тая ине. Нәҙекәй биллеһе йән әселе ҡысҡырыуҙан ыңғырашыуға күсте, шунан һуң ҡапыл тынды. Оялсан кесе бухгалтер, ҡанлы бысағын тотоп, хәл йыйырға өйҙән сығып олаҡты...

Күршеләре шулай ҙа, моғайын, милицияға илтеп еткергәндәрҙер, бына-бына килеп муйындан матҡырҙар тип көттө ул, тыҡрыҡ буйлай өй тирәһен ҡыҙырып. Кире ҡайтып бүлмәне асып ҡарағас, нәҙекәй билле бисәһенең тәне тамам һыуынып, уҡлау кеүек ҡатып ятыуын күрҙе. Ишекте ныҡ итеп тыштан бикләне лә туры эшенә китте. Ғәжәпкә ҡаршы, контораһына барып еткәнсе лә бер кем дә эҙәрләмәне. Хатта кассанан аванс яҙҙыртып алып, асыҡ ауыҙлы берәүкәҙең машинаһында ҡаланан елдергәнендә лә һәр саҡрымын иҫән вә аман уҙҙы...

Һуңынан шул мәғлүм булды: күрше-күлән барыһы ла “белмәнек тә күрмәнек” тип берҙәм яуаплағандар. Ә стена аша торған ут күршенең бикле ишек ярығында ҡыҫтырыулы ҡағыҙ киҫәгенән тәфтишселәр ошоно уҡығандар: “Һаҡалтайым-айнанайым, шаһитлыҡҡа эләгеп ҡуйма бер үк! Күршең һары таңдан алып ҡатынын шул тиклем дөмбәҫләне, аныһы шул тиклем сарбайланы – йәне сыҡҡандыр, моғайын. Беҙ, тиҙ генә йыйына һалып, табанды ялтыраттыҡ, һин дә йәһәт дачаға шыл. Һораһалар, “күрмәнек тә белмәнек!”. Һаҡал төбөңдән һурып үбеп, айнанайың”.

Буласаҡ могикан аңланы: уның ҡотҡарыусыһы – вайымһыҙлыҡ. Йәшәһен вайымһыҙлыҡ!

Шунан һуң күпме ялған паспорт алмаштырманы ла “еүеш эш”кә барманы, нисәмә-нисә ҡаланың ҡараңғы серҙәрен сисмәне! Йәшерен донъя короллегенең ниндәй генә королдәрен күрмәне. Нисәмәһенең башына ла үҙ ҡулы менән етмәне! Күптәрҙе дер-ҡалтыратҡан, ишеткәндән ултыра төшөрлөк “могучий могикан” ләҡәбенә лайыҡ булды (аҙаҡ могикан тип кенә йөрөттөләр.) Әммә һаман вайымһыҙлыҡ тигән тылсым уның иң-иң ярлыҡаусыһы булды.

Ҡара короллектә бер саҡ донъялар алмашынып, һуңғы хөкөм уның үҙ ҡулына ҡалғас, элекке кесе бухгалтер эште төптән иҫәпләп йөрөтөргә тотондо.



“Фраерҙың (йәғни ҡара короллеккә инмәгән, могиканды танымаған ябай әҙәми заттың) ҡотон алайым тиһәң, арҡаһына бысаҡ ҡаҙа, йәки үткер бритва менән танауын сый”, -- тигән иҫке тәғлимәтте ул түңкәреп ташланы. “Термоядро энергияһын буйһондороу осоронда фәҡәт “еүеш” сараларға йәбешеп ятыу – хөрт, -- тип өйрәтте үҙенең “шәкерт”тәрен. – Короллектең именлеген бөгөн фраер танауына уҡталған бритва түгел, ә уның йөрәк тамырына инеп оялаған ҡорт билдәләй. Ул гүзәл ҡорттоң исеме – Вайымһыҙлыҡ”.

Инанып етмәүҙәр ҙә булды, әлбиттә. “Вайымһыҙлыҡ – һирәк ҡунаҡ. Фраер көндән-көн үҙгәрә, саялана, король һуҡмағына ҡарата түҙемһеҙерәк була бара”, -- тип киҫәтте уны ҡайһы берҙәре. Яңы королдең яуабы әҙер ине: “Һирәклекте йышайтыу, оторо үҙгәреште элекке ғәмәленә ҡайтарыу, фраерҙың сапсыныуын вайымһыҙлыҡҡа алмаштырыу – йәшәйеш бурысыбыҙ. Фраерҙың бик шәп бер сифаты бар: башына төшһә, барлыҡ шарттарға ла күнә, хатта тырнағы аҫтына энә батырһаң да ҡысҡырмай башлай. Ә һәр нәмәгә күндәмлек – вайымһыҙлыҡтың әсәһе”. Һәм шул вайымһыҙлыҡ-ҡортто йөрәктәргә таратыуҙың сараларын билдәләне: “Үҙ елкәгеҙҙә татып беләһегеҙ: мильтон (йәғни милиционер) тоҡомо беҙгә ҡаршы өҙлөкһөҙ аҫтыртын эш башҡара, ә был эшмәкәрлек улар телендә “профилактика” тип атала. Бына шул, беҙ ҙә үҙебеҙҙең контрпрофилактиканы йәйелдерергә тейеш: вайымһыҙлыҡ ҡорто менән фраерҙың ғына түгел, мильтондың да бәғеренә үтеп кереп, йөрәген төптән бөрөп, граждан әүҙемлеге тигән иң ҡурҡыныс ҡоралды дәүләт ҡулынан бәреп төшөрәйек. Бының өсөн бритва һәм хәнйәрҙәрҙе, пистолет һәм шөшлөләрҙе икенсе планға ҡуяйыҡ, фраерҙың үҙ ҡиәфәтенә кереп, араларына һарҡыйыҡ. Беҙҙең аяҡ баҫҡан ерҙә көндәлек эшкә һүлпәнлек, эскеселек, бурысҡа тоғролоҡһоҙлоҡ, намыҫҡа хыянат, тәртипһеҙлек, әҙәпһеҙлек, ваҡ хулиганлыҡ сәскә атһын, мул емештәрен бирһен. Фраер тоҡомо, шул мөхиткә күнегеп, тормошта был ғәҙәти хәл тип ҡараһын. Күнекмәгән йәндәр тауыш ҡуптарһа, уға ҡаршы шул уҡ фраер араһынан үҙенән дә нығыраҡ боғаҙ ярып һөрәнләүселәр ҡурпыһын. Һеҙ шуларҙы ҡушҡуллап тотанаҡлағыҙ. Йәмғиәттә йәшәй тороп, йәмғиәттең хәленә кермәүҙә -- башҡаларҙың кескәй генә йомшаҡлыҡтарын да кисерә алмауҙа, урынлы-урынһыҙға шаулап, илдең кәйефен боҙоуҙа ғәйепләгеҙ тиктормаҫ тынғыһыҙ йәндәрҙе, аталарса хуш күңелдән битәрләп ҡыҙҙырығыҙ – фраерҙар араһында бындай тон үтемле хәҙер. Мильтон ҡулына ҡапҡан бәғзе хулиганды гонаһһыҙ бер ҡулсыр бала рәүешендә аралағанда ҡиәфәтегеҙ эштән арып ҡайтып килгән эшсенеке, бик абруйлы йәмәғәтсе-пенсионерҙыҡы, йәки илһамлы ижад эйәһенеке булһын, һүҙҙәрегеҙҙән саҡрымдарға ҡайнар хеҙмәт ипкене бәреп торһон. Әгәр мильтон шунан һуң да туғарылмай хулигандың беләгенән ҡамтарһа, боғаҙығыҙға бысаҡ ҡаҙалғандай яман аҡырып уны ғәҙелһеҙлектә, ҡаты ҡуллылыҡта, демократияны боҙоуҙа ғәйепләгеҙ, башҡаларҙы ла һөсләтегеҙ. Берәй ерҙә һыу краны шабырҙап асыҡ торһа ла – япмаҫҡа, ут сыҡһа – һүндермәҫкә, кеше аяҡтан ауһа – ҡул биреп торғоҙмаҫҡа, ә бәлки асыҡ ауыҙ тамашасы булып баҫып торорға, йәки һуҡыр уҙғынсы булып тыныс ҡына үтергә күнектерегеҙ фраерҙы. Берәй ерҙә берәй бәндәне машина төкөп йыҡһа, йәки башҡа сәбәп менән йәлпәшһә, барса зирәклекте егеп, тәьҫир ҡылығыҙ мөхиткә -- ашығыс ярҙам машинаһына япһартығыҙ барса ғәйепте. Әгәр фажиға кисереүсегә яҡынларға, ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр төҫмөрләнһә, ундайҙарҙы шаһитлыҡҡа эләгеү, судтан-судҡа һөйрәлеп йөрөү менән киҫәтеп шөрләтегеҙ. Йығылған фраер дөйөм вайымһыҙлыҡта ғәзиз ҡаны сүпер-сүпер ағып ятып үлергә, ә йығылмағандары эргәһенән йәһәт кенә шылырға ғәҙәтләнһен. Шул сифаттарға өлгәшһәк, донъя ҡуласаһы беҙҙең ҡулда булыр: бер табында ҡара-ҡаршы күгәрсендәрҙәй гөлдөрләшеп сәй эсеп ултырған ике фраерҙың береһенең ҡабырғаһы аҫтына бысаҡ һабы күмелгәнсе “сиртһәң” дә, икенсеһе ләм-мим өндәшмәйәсәк – бер ни ҙә булмағандай, сынаяғын тыныс ҡына түңкәреп, өйөнә ҡайтып китәсәк”.

Һуңғы могикан, һуңғы ғүмер сатҡыларын өйөрөп, ғәзиз донъяһын барлай.

Эй Илаһым, короллек уға бик ҡаҡшаған килеш килеп эләкте. Әшнәләрҙең иң саялары ла, бер йылдан артыҡҡа түҙмәй, йә ҡанын ҡоҫоп ауҙы, йә тимер рәшәткә артына инеп бөттө. Нығытырға күпме тырышып ҡараһа ла, короллек бөлгәндән-бөлдө, сөнки вайымһыҙлыҡ ҡортон ул теләгәнсә үрсетеп ебәреп булманы... Инде король тажын дәғүә ҡылыусылар ҙа ҡалмай бара. Һуңғы “шәкерт”тәре һаман күҙ алдында баш эйеп табынһалар ҙа, артынан көлөп, һуңғы могикан тип атаусылар күбәйҙе. Һәм был ҡушамат инде уның исеменә әйләнде...

Шулай ҙа ул үҙен һуңғы тип һанамай ине әле. Үҙе менән бергә бик күп ҡырын һуҡмаҡтар үткән, усынан ем ялаған, бик күп “еүеш”лектәр менән артҡапҡаһы бикләнгән мыҡты уң ҡулы бар ине. Уға ҡарағанда күпкә йәш ине, әммә тапҡыр ине. Ҡалған ғүмерен күңеленең иҫәп-хисап төймәләрендә самалап, йоҡоһоҙ төндәр кисергәс, үҙенән ҡала король тажын кейеүсе итеп шул нөгәрен билдәләргә булды ул. Ошо айҡанлы йәшерен йыйын билдәләнеп, ышаныслы башкиҫәрҙәре тап бөгөн бер аулаҡ ерҙә сабышҡа (шабашҡа) тупланырға, шунда уның үҙ ауыҙынан бөйөк ҡарар иғлан ҡылынырға, ә буласаҡ яңы король, ҡанундарға тоғролоҡ һүрәтендә, көллөһөнөң күҙе алдында теҙ сүгеп, бөтә түбәнселектәргә тәкмәсеп, һуңғы могикандың яланғас осаһын үбергә -- шул тоғролоҡ йолаһын тоғро атҡарырға тейеш ине...

Сүпер-сүпер итеп ғүмер бүҫкәрә... Их был заман-заманалар! Ул үҙе, короллеккә тәғәйенләнгәс тә, нисәмә йылдар буйынса әүәлге ҡарт королдең табанын ялап, мәреткә китеүен дүрт күҙҙән зарығып көтөп, түбәнһенеп йәшәне. Таж кейгәндә баяғы тоғролоҡ йолаһын үтәүҙең уҡшытҡыс ғәләмәте ирендәрендә гел мөһөрләнеп торҙо. Һәм үҙе лә шаҡшы йоланы нәүбәттәге вариҫынан еренә еткереп үтәтәсәген һағынып көттө...

Эй ғүмер!.. Әле генә спидометрға йөҙ саҡрымды уралдыртып килә ятҡанында ла ул бына-бына буласаҡ тантананы алдан уҡ йәне-тәне менән кисереп ҡыуана, хатта нисек үтәлешен йөрәк төбө семерҙәп тоя ине. Көтмәгәндә... вайымһыҙлыҡ... Эйе, ваймһыҙлыҡ! Һуңғы могикан ғүмере буйына йөрәгендә ҡәҙерләп-һөйөп һаҡлаған, һәм донъялағы барлыҡ фраерҙарҙың да бәғеренә тәрән кереп урынлашыуын күрергә теләгән ҡара башлы аҫыл ҡорт – вайымһыҙлыҡ! Уның үрсем алырына һуңғы йылдарҙа өмөт ныҡ ҡаҡшағайны. Бынан һуң инде һис ҡасан да уны Илаһи ҡиәфәтендә осратып булмаҫ, тип бошондорғайны. Юҡ! Аһ, был ҡайһындай ҙа бәхет – тәрән яңылышҡан икән! Бына бит ул үҙе: ниндәйҙер “намыҫлы граждан”, удар хеҙмәт алдынғыһы, йәғни яҡындағы “удар төҙөлөш”тә самосвал йөрөтөүсе – туп-тулы шул вайымһыҙлыҡ эйәһе рәүешендә могикандың күҙ алдында тулы һынлы кәүҙәләнде. Тап шул Илаһи вайымһыҙлыҡ бит уны, “Волга”һында түңкәртеленгән юлсыны, ярыҡ ҡан тамырҙарынан ғүмеркәйе сүпер-сүпер ҡойолған хәлдә юл уртаһында ҡалдырып ташлап китте! Тимәк, әфәнде Вайымһыҙлыҡ – тере, тере! Ул йәшәй! Ул үҙ эшен башҡара! Был – королдең бөйөктәрҙән бөйөк ҡаҙанышы, еңеүе!

Ғүмеркәйе бүҫкәргәндән-бүҫкәрә, сүпер-сүпер уның һуңғы тамсылары ағыла. Могикан тыныслана. “Вайымһыҙлыҡ йәшәгәс, короллек тә йәшәйәсәк, -- тип, һуңғы сатҡыларын йыйып, һөҙөмтәләргә көсәнә. Күҙҙәре аҡрынлап ҡата, аяҡтары һуҙыла. Әммә мейе төпкөлөндәге фәлсәфә тынмай быраулай һаман, һуңғы боролоштар яһап осланырға ҡырҡыша. – Эйе, йәшәйәсәк! Королдәр ҙә буласаҡ. Ҡанундар ҙа ҡаласаҡ. Тимәк, сабыштағы минән ҡала йәш король, вариҫым, йола ҡушыуын барыбер үтәйәсәк: емерек машина киҫәктәре араһынан үҙемде эҙләп табып, баяғыса баяғы яланғас урынымды супылдатып үбеүе менән короллеккә тоғролоғон нығытасаҡ”.

Әммә һуңғы могикан шуны белмәне: уны шатландырған самосвал йөрөтөүсе теге бәндә -- намыҫлы граждан да түгел, удар хеҙмәт алдынғыһы ла түгел, хатта ябай ғына фраер ҙа түгел, ә үҙенең баяғы иң тоғролоҡло уң ҡулы, короллекте тапшырырға һайланған, үҙе шуның тоғролоғон үҙ тәнендә татырға тип китеп барған хәләл вариҫы ине. Һәм ул вариҫ, башын баҫып бик оҙаҡ уйланғандан һуң, һуңғы ҡарарға килеп, самосвалға ултырған да уның һуңғы сәғәтен һағалағайны. Илде ҡаҡшатҡан шаҡшы ҡорт – ҡанундарға вайымһыҙлыҡ инде ҡара донъя ҡанундарына ла үтеп кергәйне...


1974.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет