Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет18/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   25

Ҡомға ҡойолған зәхмәт

(Фельетон)
Баш ҡаланың элекке асфальт-бетон заводының, ә хәҙерге өҫтәлмә етештереү һәм комплектлаштырыу идаралағының башлығы Шихалев Николай Дмитриевичтың шәфҡәтле көр ораны көллө асфальт юлдар буйлап, юлдарҙың тирәс таштарын йылытып таралды, хатта газондарға тиклем йәйелде. Йылытмаҫлыҡ та түгел шул: Николай Дмитриевич заводтың айлыҡ ҡына түгел, ә һәр квартал, йыллыҡ пландарын да йылы ҡулдан баштан-аяҡ үтәргә, тыуған ҡаланың коммуникация тармаҡтарын аҙым һайын күҙ ҡараһындай һаҡлаясаҡ урам тирәсе таштарын ҙур күләмдә һәм тиҙлектә етештерергә һелтәнде. Шул йылы орандан газондарҙа үләндәр тороп ултырҙы:

-- Әһәлүк, әле йәшәйбеҙ икән!

-- Машина тәгәрмәстәре ситкә сыҡмаясаҡ, беҙҙе тапамаясаҡ!

Идаралыҡты торғонлоҡтан сығарырға хыялланған баш инженер В.П. Казанцевтың, инженер-лаборант Л.Е. Лаптевтың көллө тәне эҫеле-һыуыҡлы булып зымырҙап китте:

-- Урра, ҡалабыҙҙа яңы эра башлана!

Был данлы һәм шанлы оран идаралыҡтың ҡомдан ҡойған аҫыл таштарын юлдарға теҙәсәк юғары ойошмаға – ҡала Советы башҡармаһының юл йүнәтеү-төҙөү тресына ла олғашты. Трестың баш инженыры Пудовин Дмитрий Андреевич шатлығынан ике усын бер-береһенә бетон ҡомона ышҡығандай ҡыҙҙырып ыуаланы:

-- Афарин, Николай Дмитриевич! Шихалев иптәш бирһә, өҙөклөктән сығырбыҙ, өҙәрем юл буйҙарын да өр-яңы таш менән көпләп ҡойорбоҙ!

Көллө йәмәғәт ошолай ҡыуанып ҡына, завод ҡапҡаһына инеп киткән һоро ҡом менән ҡылдай нәҙек тутыҡ сымдың икенсе ҡапҡанан мәрмәрҙәй аҡ тирәс таштарына әйләнеп сығыуын көтөп кенә ятҡанда, цех эсенән оран урынына әсе һөрән урғылды:

-- Ҡарауыл, тимер-бетондың тимер сымы стандартҡа тап килмәй!

-- Ҡом һәм ҡырсын бетон булып берекмәй, беркетеүсе өс компонент етешмәй!..

Әсе һөрәндән газондарҙағы үләндәр йығылдылар, ә белгестәр ҡолаҡтарын ҡапланы. Бөтәһе лә цехҡа ҡарап күҙҙәрен йомдо, идаралыҡ башлығына ҡушылып оранланы:

-- Их, ҡомдан арҡан ишеп булһа ла, игелекте игәйек, айлыҡ пландың үтәлешен бетон һымаҡ ҡаҡшамаҫлыҡ ҡояйыҡ!

Һүҙҙәр йылы булһа ла, күҙҙәр йомоҡ булғас ни, ҡом-ҡырсындың тимер сымға берекмәүенең сәбәбен асыҡларға береһенең дә күҙкәйе асылманы, тимер сымдары тырпайып, ҡырсын-ҡомдары ҡойолоп торған тирәс таштары ихатала тау-тау булып өйөлдө.

Таш тау түбәһе күк асманға терәлгәс, тирәстәрҙән ел ашаған ҡом туҙаны күҙҙәрҙе ышҡып асты:

-- Йәмәғәт, шәфҡәтле эштәребеҙ менән ишәк сумары ишмәһәк ярар ине! Ташҡа ҡойолған шәфҡәт ыуалып оса, төйәкте зәхмәт баҫа!

Ыуалыусан, саңланыусан тау тоҡомон үҙ ваҡытында уҡ сос приборҙар ярҙамында тартып-һуҙып, иҙеп, утҡа-һыуға сумырып һынап ҡарарға ла һис ҡулдары теймәгәнлеген иҫтәренә төшөрҙөләр, һуңлап булһа ла үтәргә уҡталдылар. Ләкин инженер-лаборант ҡапыл утҡа янған эзбизташтай ағарҙы, һыуға сумған пробкалай артҡа сирғып ялбарҙы:

-- Зинһарҡайым, лаборатория ишеген аса күрмәгеҙ! Унлап бизмәндең бишәүе лә ғәҙел тартмай – герле башы башҡа төшөргә самалай!

-- Һем... Ни ҡылырға?..

Алай ҙа башлы етәксе янда икән:

-- Цехтан сыҡҡан тирәс таштарына, бизмәнләтмәй генә, елле завод маркабыҙҙы баҫырға, яҡшы сифатлы тауар билдәһен һалырға, ОТК мөһөрөн сәпәргә лә зарығып көткән ҡулланыусыларға оҙатырға! – тип бойорҙо зәһәр тау янында йылы ҡарашы һалҡыная башлаған башлыҡ. Изге бойороҡто үтәмәккә завод маркалы мөһөр менән таш маңлайын саҡ ҡына сирткәйнеләр, таш тигәндәре көтмәгәндә урталай сатнаны ла сыҡты. Икенсеһенә ҡағылмаҫ борон уҡ ҡомо ҡойолдо, өсөнсөһө, дүртенсеһе... Күҙ асып йомғансы тырнаҡ еленән бер-бер артлы 384 дана тирәсташ, үҙҙәренә шәфҡәт урынына зәхмәт ҡойолғанлығын белдертеп, ҡомдан ишкән арҡандай таралып төштө, ә таш тауҙың ҡалған яҡтары ла үткән-һүткәндең салғый еленән ыуалып ҡойола башланы. Ай араһы ғына ишкән ишәк сумары зәхмәт һанлы 167,4 кубометр һып-һыуыҡ ҡом убаһына әүерелде лә елгә осҡан 5900 һум саф алтын һумдарҙы күмде. “Был убала сифаттың башына еткән, технология ҡағиҙәләрен һәм ГОСТ 6665-74-те тишек кәмәгә ултыртып ташҡа ҡойолған зәхмәт үҙенә яңы ҡорбандар һағалап ята, алыҫтан уҡ урап үтегеҙ!”, -- тип шәфҡәтле белдереү яҙаһы ғына ҡалды. Шәфҡәт хаҡын, моғайын, әле әйтелгән зәхмәт эйәләренең кеҫә төбөнән ҡырсыу шәфҡәтле булыр?!.


1974.

Әллә төштөммө Айға?..

(Фельетон)
Ул Салауат ҡалаһына күктән осоп килеп төштө. Самолетта. Үҙенең ауылынан. Исеме Көләс ҡарт ине.

-- Туҡтағыҙ әле, йәшлек ҡалаһын күреп, татлы һыйҙарын ейеп, бер йәшәреп ҡайтайымсы! – тине. Хатта әбейе ҡаҙанға һалған аштың бешеүен дә көтмәне. Юл тоҡсайына килене тыҡҡан ҡаҙы менән ялыны ла алманы:

-- Һәй, урыҫтар Тулаға самауыр тейәп бармағандай, ниңә кафеле, ресторанлы ҡалаға ризыҡ йөкмәп йөрөргә? Шеф-поварҙар бешергәнен, боҫо борлап торғанын ғына ялмармын!

Көләс ҡарттың хыялы алдына килде. Йәшлек ҡалаһының ҡалҡыу ҡапҡаһын уҙып, аҡ ҡайындай ағарып баҡҡан “Березка” кафеһенә керҙе. Күктә йөҙгәндә бушап ҡалған билбау аҫтын тултырырға. Ҡапҡаны һайын мыҡтыланып, Ерҙең татлы тартыу көсөн татырға. Уғата көләсләнергә.

Ысынлап та, бында төрлө-төрлө аштар күп ине. Ләкин...

Билмәнен дә алып ҡапты Көләс ҡарт, тефтелдәрен дә төфөлдәтте, ҡаймаҡлы ҡайнар ҡоймаҡтарын да ялманы, булкиҙарын да бүлкелдәтте. Артынан ҡара кофе менән какао ла ҡағып ҡуйҙы. Билбау аҫты ауырайыуын ауырайҙы, әммә мыҡтылыҡ артманы. Йөҙө бер тамсы ла көләсләнмәне. Повар-бригадир А.А. Домнина ханымға ҡарап һөмөрөләнде генә. Сөнки аҙағы – кеҫә төбөн һәрмәүе шөйлә аҙаплы ине.

Табындан таптай ҡубынып, көләслек көҫәп китте-барҙы Көләс ҡарт. Билбау аҫты тулмаҫы борон уҡ бушағайыуын тойоп, өҫтәүенә аҙағы хәйерһеҙ булды, тип, маңлайында аҡ неондар уйнаҡлаған “Аҡъяр” ресторанына инде. Ерҙең татлы тартыу көсөн татып мыҡтыланырға. Һөмөрөһөн юйып көләсләнергә.

Көләс ҡартты ресторан директоры С.Т. Поляркина үҙе ҡосаҡ йәйеп ҡаршыланы, етештереү мөдире Н.Н. Ғәлиуллина үҙе килтереп ултыртты.

Атаҡлы “Девон” салатын да салтылдатты Көләс ҡарт, балыҡсы ухаһын да ухылдап һемерҙе, гуляшен дә геүелдәтеп елгәрҙе, котлетын да келтелдәтте, майлы бутҡаһын да ялтылдатты, тик... билбау аҫты ауырайыуын ауырайҙы, әммә йөҙө артыҡ көләсләнмәне. Аҙағы еткәс һөмөрөһө ҡойолдо.

Табындан таптай ҡубынып, йәнә көләслек юллап китте-барҙы Көләс ҡарт. Билбау аҫты ярты юлда уҡ бушағайыуын тойоп, сағыу нурҙар урғылдырған “Урал” ресторанына уҙҙы. Ерҙең татлы тартыу көсөн татырға. Һөмөрөһөнән һөрөлөп көләсләнергә.

Көләс ҡартты ресторан директоры Г.Г. Ғәлиев үҙе табынға яҡынларға ҡотортто, производство мөдире В.Ш. Мортазина ултыртты.

Әсе кәбеҫтә һурпаһын да һупылдатты Көләс ҡарт, гуляшын да геүелдәтеп елгәрҙе, “Курортный” кәнфиттәрен тешләп сәй-мәйҙәрен дә ебәрҙе. Билбау аҫты ҡәҙимгесә ауырайһа ла, йөҙө көләсләнмәне, ә күмерҙәй ҡарайҙы. Ресторандан һыңар аяғы сыҡмаҫтан уҡ:

-- Харап булдым! – тип үкһеп-илап ебәрҙе. – Бирән сиренә тарыным, буғай! Күпме генә ашаһам да, кеҫә төбөн ҡапшаһам да тамаҡ туймай...

Көләс ҡарттың күҙ алдары ҡараңғыланды, йәшлек ҡалаһының йәшнәп торған матурлыҡтарын да күрә алмаҫ хәлгә килде. Ҡыҙыл тәреле машинаны туҡтатып, үҙен алып китеүҙәрен ялбарҙы.

Ҡаланың ҙур профессоры илап торған Көләс ҡарттың ауыҙын астырттып, билбау аҫтарын үҙе тотҡалап ҡарағас, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:

-- Бирән сирен төшөңдә лә күрмәйәсәкһең, Көләс ҡарт! Шулай ҙа аҙыҡты ғилем ҡушҡанса калорияһын кәрәк белеп ашарға!

-- Аны беҙгә нисек шәйләп белергә?

-- Күпме ҡалъя ҡабыуыңды, йотоуыңды бизмәнеңдә үлсәп барырға тырыш!

Мәсьәләне салт төшөндө Көләс ҡарт. Төбөнә төшөргә булды. Кеҫәһенә теүәллекле үлсәгес һалып алып, ҡапҡан берен үлсәп ҡарарға китте.

“Березка”ла уға билмән урынына тефтель бирҙеләр һәм шул ыңғайҙа уҡ “һул яҡ”ҡа ике тинен һелтәп тә өлгөрҙөләр. Ашаған берен үлсәп барғас, гарнирлы тефтель ҡәҙимге Ер тартымы нормаһынан – 65, ҡаймаҡлы ҡоймаҡ – 30, аҡ булки 13 грамға еңелерәк булып сыҡты. Ләкин хаҡы еңел түгел – тап Ер тартымынса ине.

“Аҡъяр”ҙа ашаған “Девон” салаты – 20, икенсе блюдо тигәндәре – 90, гуляш ите – 10, гарниры – 90, котлет – 10, бутҡа – 20, ә балыҡсы ухаһындағы хәйләкәр балыҡ 30 грамға Ерҙең тьартым көсөнән кәм булып ҡуйҙы.

“Урал”да ла икенсе блюданың – 45, гуляш итенең – 15, ә 300 грамм итеп үлсәткән “Курортный” кәнфитенең 30 грамы планетабыҙҙың тартым көсөнән арынып елгә осҡанлығы асыҡланды. Ә әсе кәбеҫтә һурпаһы өсөн түләгәндә бер тинде “һулға” һелтәп тә өлгөрҙөләр, өлгөрйәндәр! Йөрәгенең яныуына сыҙамай, ресторандарҙың кулинария магазиндарына инеп һыуһын ҡандырғайны, һәр стакан какао һәм кофе өсөн йәнә “һулға” икешәр тинде шылдырҙылар, шылмалар! Етмәһә, үҙен бөтә шеф-поварҙар Илаҡ ҡарт тип атанылар, әллә башҡа планетанан килдеңме, тип төпсөндөләр. Көләс ҡарт үҙенең ысынлап та ниндәйҙер икенсе бер планетала икәнлеген шәйләне. Ҡаланың эектрон-иҫәпләү үҙәгенә инеп, тиҙ генә иҫәпләткәс, ашханалар тресына ҡараған туҡланыу төйәктәре Көләс ҡарт кеүек иләҫ-миләҫ клиенттарының кеҫәләрен бер ай эсендә 1565 һум да 41 тингә икенсе планета файҙаһына һыҙғыртҡанлығы фашланды.

-- Бәй-бәй, мин ҡайҙа -- әллә төштөммө Айға?!. Алай тиһәң, үлсәгестәре ауырыраҡ итеп тарта... Мине дөрөҫ тартҡан ергә, көләслегемә ҡайтарыу сараһын күрегеҙ! – тип Көләс ҡарт урамға сығып һөрәнләне. Тейешле хакимдар уның зарын ишетер әле, бәлки?
1974.

Их-ма!..

(Фельетон)
Ҡандракүл буйҙарын көтмәгәндә тәрән итеп көрһөнөү, ауырлыҡлы уфтаныу, аяныслы аһылдауҙар ярһытты. Балыҡ ҡаптырырға килгән ағай-эне һиҫкәнде, күлдә шашынып, ҡабырға ем һорап көмөш суртандар ҡарпыуын да онотоп, ҡармаҡтарын атып-бәрҙе, яңаҡтарына таянды.

-- Юҡ, изге выждан ғазаптарын Ҡандракүл дә баҫа алмай! – тине береһе.

-- Минең дә эстә ут ҡайнай, төтөнө генә тышҡа сыҡмай!.. – тине икенсеһе.

-- Эш уға китһә, көллөбөҙҙөң ғәмдәр бер – намыҫыбыҙ кимерә, -- тине ҡалғандары. Тиҫтәгә яҡын намыҫлы ирҙең ҡәҙерле ял сәғәттәрен бүлдергән, ҡармаҡтарын атып-бәрҙергән ил ғәменән хатта Ҡандракүл йөҙө ҡобараланды.

-- Фамилияларҙы аташмаһаҡ та, балыҡсы балыҡсыны алыҫтан күрә: бындағы кемдең кем икәне, уның йөҙө ул баҫҡан ерҙең йөҙөнә ҡарауҙан уҡ таныла, -- тине “Туймазынефть” идаралығы башлығы. – Минең йөҙҙө, мәҫәлән, беҙҙең үткәргес торбалар эргәһендәге ҡошсолоҡ фабрикаһы урынлашҡан ергә етер-етмәҫтән үк шәйләп алалар. – Етәксенең керпектәрен үкенес хисе сылатты. – Беҙ унда һары себешкәйҙәр утлай торған 12,5 гектар йәшел ерҙе нефть теленән ялаттыҡ та ҡарайттыҡ, себеш танымаҫлыҡ иттек... Уф!..

-- Юҡ, коллега, беҙҙе элегерәк таныйҙар, -- тип күҙҙәрен ҡулъяулығы аҫтына йәшерҙе күрше “Октябрьскнефть” идаралығы етәксеһе, -- Сөнки беҙ “Большевик” колхозының һәм Илсембәт совхозының йәйрәп ятҡан баҫыуҙарына ашлама урынына ярыҡ торбанан девон майы урғылттыҡ, ужым бойҙайҙарын шыр-тоҙло иретмә менән һуғарҙыҡ. Өҫтәүенә, байтаҡ ҡына майҙанды һыныҡ-һаныҡ бетон, тимер-томор менән тултырҙыҡ...

-- Бүстәк! – “Туймазы” совхозы директорының иламһыраған “аһ”ы килеп ялғанды. – Һеҙ баҫыуҙарҙы ярыҡ торба аша ғына сылатаһығыҙ, ә беҙ сусҡа фермаһы һәм ауылдың зәһәр торбаларынан зөмбөрләүсе буръяҡтарҙы Бишәнде йылғаһына болғатып оҙатабыҙ...

-- Их-ма, юҡ менән һүҙ оҙайтма! – Медицина быялаһы заводы, буҫтау комбинаты, стена материалдары заводы, ҡошсолоҡ фабрикаһы етәкселәренең берҙәм һулҡылдап һыҙланыуы ҡушылды. – Эш уға ҡалһа, егеттәр, беҙҙән аша һыҙылып аҡҡан Өсән менән Ҡаҙаш һыуҙарын яҡыныраҡ барып ҡарағыҙ, тик алыҫтан уҡ танауҙарығыҙҙы ҡапларға онотмағыҙ!..

-- Их-ма, ағай-эне, мыртыҡай, изге хистәр һәммәбеҙҙең күңелдәрҙе ҡытыҡлай! Ап-аҡ күлдәктәргә лайыҡлы пак күңелле лә икәнбеҙ – Ер-әсәйҙең сафлығы өсөн йән яна “уф”ылдата!

-- Их-ма, ярамағанса эшләйбеҙ: Ерҙең ҡышҡы аҡ тунын да, йәшел хәтфә еләнен дә, йәйге ҡусҡыл камзулын да, көҙгө алтын сәкмәнен дә күҙ ҙә йоммай ҡойма арты дегетенә буяйбыҙ...

Моңһоулыҡ хәттин ашты, ҡайҙандыр ҡамыш араһынан: “Их-ма, меҫкен ҡуяндар, бахыр балыҡтар, көнө-төнө ябырылған браконьерҙарҙан һеҙҙе мин генә йәшерә алырмынмы һуң?” – тигән аяныслы ауаз ишетелде. Тал-тирәк үҫкән яҡтан: “Ә Ҡайынлыкүл ауылы янында көпә-көндөҙ кем атып йыҡҡан боланды? Ә йылғыр ҡуллы Г.Б. Грачев тиреһен һыҙырып алып киткән һуҫар?.. Ниңә уларҙың ысын йөҙҙәрен тейешле кешеләр күрмәй, танымай? Эштәр былайға китһә, бер көн килеп Ҡандракүлде лә ҡороторҙар!.. – һымаҡ һағышлы өндәр ҙә һулҡылданы.

-- Их-ма! – тип ҡабатланылар Ҡандракүлгә ҡарап яңаҡтарына таянып уйланған ирҙәр. Мыҡты беләктәрен яңаҡ аҫтарынан алдылар, еңдәрен һыҙғанып, үҙҙәренең көндәлек эш урындарына елләнеп ҡайтып киттеләр. Имеш, ерҙең йөҙөн аяныслы шауҡымдан ҡотҡарырға, йөҙҙәренән килешмәгән ҡара тапты йыуырға.

Һәр хәлдә, беҙҙең ихлас фантазия фельетонды оптимистик осланыуға этәрә. Исемдәре билдәле булып та аталмаған ағай-эненең ҡылыҡтары ихласлыҡты кирегә этәрһә лә.

1974.


Гиппопотам
Гиппопотам – Африкалағы көйшәүсе мыҡты хайуан. Төнө буйы юшай ҙа, таң һыҙылыу менән һаҙлы йылғаға сумып, көноҙон көйшәп ята. Һыу аҫтынан танауының Рәсәйҙәге Әбей батша тәңкәһе дәүмәлле ҡуш божоро, Николай батша биш тинлеге ҙурлыҡ түп-түңәрәк күҙҙәре генә күренә бүлтәйеп. Уларын да донъяға сығармай һыуға сумыр ине лә, әгәр ҙә ки тауҙай лырҡыш кәүҙәне ҡурсаларға кәрәкмәһә. Ике иле тиреһе аҫтында алты ая майы бар – ер йөҙөндәге йыйын йыртҡыс тәғәйен шул тирене тишеп тунарға, шул майҙы һыҙырырға ла баяғы хәйерһеҙ Николай батша аҡсаларына алмаштырырға ғына яҫҡана кеүек. Бына ниңә гиппопотам ҡыҙарып ҡалҡҡан Ҡояштың илаһилығын, зәңгәр күктең сафлығын, сәскәләрҙең сағыулығын тамаша ҡылып ҡыуанмай, был донъяның ғәйре кейек, ҡош-ҡортолай ырғып-һикереп уйнамай, борғоһон да әсир иткес моңло көйгә һалып тартмай. Һыу аҫтында – ҡолаҡтары, һыу өҫтөндә керпектәре һелкенмәй. Әммә уға яҡын бара күрмәгеҙ: һаҙлы йылға-төйәген һәм үҙ тиреһен ҡурсалап ҡуҙғалған гиппопотам – иң ҡурҡыныс, мәкерле йән: тыштан тыныс булһа ла, эсе тулы ут ҡайнай.

Ҡаланың мин торған тыныс тыҡрығында ла бар Гиппопотам. Тик алыҫ Африканан түгел, ә үҙебеҙҙең йәмле Дим буйҙарынан. Африканыҡынан айырмалы булараҡ, ләҡәб исеме генә уның Гиппопотам, ә мулла ҡушҡаны – Фәтхелислам. Аяғы ла дүртәү түгел – икәү генә. Икеһе ҡул атала. Ә тышҡы көп-тиреһе – ҡышын йыртыҡ ҡыптыр тун, йәйгеһен – ҡаҡашып ҡатҡан ҡара халат. Африкалағы дүрт аяҡлы йән эйәһе төнө буйы урманда юшап май йыйһа, бындағы ике аяҡлыһы көпә-көндөҙ баҙар тунап бол йыя. (Баяғы хәйерһеҙ Николай батша заманынан ҡалған ошо бол тигәне – хәҙерге аҡса була инде ул). Ҡыптыр тунын түшәп кисен “бол...бол...бол...” тип болҡолдап йоҡлап китә, таң тишегенән “бол...бол...” тип боларып ырғып тора. Африкалағы бер ҡатлы иҫәр-исемдәше майын ғүмергә тире аҫтына бөрһә, был иһә тунап тапҡан болон һандығындағы оҙон ҡуныслы ҡатын-ҡыҙ ойоғона төйә. Ойоғо ла үҙенә күрә уның: аҡса йотҡолоғо оло портманеттың шартлап ябылмалы ҡомһоҙ ауыҙына беркетелгән. Алтмыш ҡолас буйлыҡ ҡалта һандыҡ төбөндә ята, алтмыш тәңкә көн дә тупырлап ҡайта, тип самалай бәғзе бер йор теллеләр...

Ә ҡайһылай тунай һуң ул Гиппопотам, тиһегеҙме? Бик ябай: һәммәбеҙгә уртаҡ Ҡояш менән Ерҙе үҙебеҙгә үк һатып... Ҡанһыҙ Николай батша заманынан ҡалған ҡомһоҙ баҙарғолдар ысулы менән. Ябайыраҡ әйткәндә, изге Ҡояш менән Ерҙе һәм шуларға өҫтәп ҡала коммуналь селтәренең хәләл электр утын, татлы һыуын һәм башҡаһын, бер кемдән дә һорамай һәм һуҡыр тин дә түләмәйенсә үҙенә ҡарай кәкрәйгән бармаҡтары араһынан үткәреп, шуларҙы шәхси баҡсаһында күҙҙең яуын алырҙай алһыу алмаға, сейәгә, тулышып бешкән еләккә, алтын тамыр кишергә, ҡусҡыл ҡыяҡлы һуғанға, мөртөлдәүек ҡыярға әйләндерә. Уның һалған бер өлөш кенә ҡул көсөнә ун өлөш баяғы буштан килгән ниғмәтлектәр өҫтәлә лә бер тиненә буштан кергән ун тин килемгә әйләнә. Кәрзин-кәрзин баҙарға юлландыра. Ә ул шифалы ниғмәттәр йәшенә лә, ҡартына ла, ауырыуына ла, һауына ла был донъяла йәшәр өсөн берҙәй кәрәкме – кәрәк! Хаҡы шайтан өркөп ҡасырлыҡ булһа ла, йәшәү хаҡына һәр ҡайһыбыҙ кеҫә төбөн ҡырсып биреп аламы – ала! Аҡса-боло әтәс булып ҡысҡырғандарҙың күҙен шулай ҡыҙҙыра ла тондора. Ҡыҙҙырһын да, туҙҙырһын да ине, ти, мәгәр илде көпә-көндөҙ үкертеп тунамаһа. Хәйер, үҙебеҙ ҙә ҡыҙыҡ шул: харам ашап харам кикергәнен күреп-белеп торабыҙ, әммә ләм-мим өндәшмәйбеҙ. Күпкән тәнен ҡарамайынса шеш үҫтергән бәндәләй, күҙ менән ҡаш араһында Гиппопотам еткерҙек...

Африкалағы дүрт аяҡлы гонаһһыҙың үҙ тиреһен һәм төйәген ҡайһылай ныҡ ҡайғыртһа, бындағыһы унан да хәтәрерәк. Сөнки ике ҡуллы ул. Ятбауырҙан, йәғни һеҙҙән һәм беҙҙән, шул ике ҡул ярҙамында ур ҡороп ҡурсалана. Ихатаһы тап боронғо кенәздәрҙең уҡ ала алмаҫ диуарҙарын хәтерләткән таш ҡойма, ҡойма өҫтөнән замананың бетонына ватыҡ шешә төптәре, оторо тимер сөйҙәр тырпайтып ҡатырылған. Ҡапҡа төбөнән алып ихата төбөнәсә ике ҡабып бер йоторлоҡ сылбырлы бурҙай һағалай. Ә иң үлемеслеһе – ҡойма һыртын пәрәүездәй селтәрләп үткән баҡыр сымға ебәрелгән электр тогы... Йыш ҡына ул, Гиппопотам, “ҡәлғә”һенең иң бейек бер суҡайына беркетелгән ағас киҫмәккә ата күркәләй ҡуҡырайып менеп баҫа, тап боронғо баһадирҙарса ҡаш өҫтөнә ҡул ҡуйып, үткән-һүткәнде темеҫкенеп күҙәтә: баҡсалағы болланаһы байлыҡҡа ҡул һуҙмайҙармы?! Гиппопотамдың күҙе үткер, аяғы йылғыр, ҡулы ҡаты: алйыуйәндең алҡымынан һыңҡылдатҡансы алыр!


Гиппопотам – кишер һатам,

Япраҡтарын көйшәп ятам, --
тип үсекләп ҡаса ыштанһыҙ малайҙар. Гиппопотамдың ыштан ныҡ – юҡ-барға йыртылып бармай. Ул иртәгә нисә тоҡ кишер-ҡыяр, башҡа үтемле тауар илтерен самалай. Туң сырайы көләсләнеп яҙыла, шырт ҡыл тырпайған ауыҙы майлы көлсәләй йәйелә һәм тәрәндән, йөрәк төбөнән, бүлкелдәп өндәр түгелә:

-- Булыр, булыр...бол...бол...

Бол ҡәҙерен белмәгән йүнһеҙ йәндәргә был, әлбиттә, һаҙға сумған баяғы Африка һыу һыйырының ҡойроҡ аҫтынан бүлкелдәтеүе һымағыраҡ тойола. Әммә беҙҙең Гиппопотамды ул фани донъя фәлсәфәһенең иң юғары нөктәһенә мендерә...

Кис булдымы, Гиппопотам өй тәҙрәләренең ҡалын имән ҡапҡастарын портмонет ауыҙҙарылай шартлатып яба, арҡыры тимер һалып, тәҙрә яңағы аша эскә үткәрелгән күгәндәренә тимер секүшкә тыға. Ятыр элек, һуғышҡа керетер алдынан ғәскәрен барлаған полковниктай етдиләнеп, йәшел түтәл араларын, ағас төптәрен ҡарай. Өлгөргән һәм өлгөрәсәк һәр кәкре ҡыярҙы, томшайған помидорҙы, тыжырайған алма йәки еләк ҡуҙағын һанай, йәмғеһен ҡалын контора кенәгәһенә теркәй. Ҡапҡа йоҙағын тикшереп, сүкеш менән туҡылдатып таш ҡойманың ныҡлығын һынап сыҡҡас, ике ҡабып бер йоторҙай бурҙайҙы сылбырҙан ысҡындырып, йыуантыҡ йөнтәҫ бармаҡ осон йәшерен төймәгә баҫа – “ҡәлғә” баҡыр селтәренә сәсрәткес ток ебәрә. Өй эсендә Африкалағы һыуға сумған һыңарылай тәрән итеп һулыш алыу ишетелә, шырт ҡыл баҫҡан ирендәрҙең талғын һауа ағымына ярашып көйләнеүе – “бол-бол” хырылдау башлана. Был әҙәми өндәр ҙә бында хайран үҙенсәлекле, мәғәнәле: “Булыр, булыр бол-бол... Булыр, булыр бол-бол...” һымағыраҡ тәңкәләнеп тирелә...

Ләкин болдар өнө ҡапыл өҙөлә, ҡара бүлмә ҡәбер төбө тынлығына сума. Гиппопотам төндөң сонтор сиреген инде өркөп-тертләп үткәрә. Имеш, йәшерен электр төймәһенең серен асҡандар, баҡсаһын килеп баҫҡандар. Имеш, һандыҡтағы оҙон ойоҡто һурғандар – ҡатыны ҡара гүрҙән терелеп ҡайтҡан... Һәм ул үҙенең онотолған йәшлеген – бөҙрә таллы Дим буйҙарын, тыуған ауылын, атай нигеҙен, ҡайғыһынан ҡорошоп бөткән әсәй ҡарсыҡты иҫкә төшөрөп төн ҡыҫҡарта. Мәрхүмәнең йөҙөн инде күптән ул төҫмөрләмәй, тик ҡарлыҡҡан тауышын, “ялҡауһың, улым, мал тапмайһың, бол тапмайһың!” тип өҙлөкһөҙ һуҡраныуҙарын ғына хәтерләй. Эйе, Гиппопотам ул саҡта Фәтхелислам – бол ҡәҙерен белмәй ине, тапҡанын да, оҙон ойоҡҡа түгел, ә шешә төбөнә һала ине...

Дим бөгәлендә тимерлектә сүкеш һуғып торған еренән аҙып, Фәтхелислам шаулы ҡала алҡымына тартылды. Йәш ине, күҙҙәре көләс ине. Әммә кеҫәһендә ҡалын ҡалта ла, белем танытмаһы ла, ҡулында иһә һандалға балға һуғыуҙан ғәйре һөнәре лә юҡ ине. Ә тир түгеп тимер сүкеү эшен йәне үҙһенмәй – ҡулҡайҙары шешә тығындарын аттыртырға иллә лә һәүәҫ ине. Ҡайҙа барып һуғылырға белмәй һемтәйеп йөрөгәндә, ошо тыҡрыҡ башында уны бешкән Әстерхан ҡауынылай йоп-йоморо тол ҡатын элде күҙенә. Тап бына ошо өйөнә алып инеп, ҡотороҡ һыйырҙың ыуыҙы менән ирендәрен майланы, телде йоторлоҡ ризыҡ менән һыйланы. Ҡыҙышыуы юғары кимәлгә еткәс, ҡайнар ҡосағына алды...

Мут бисәкәй иртәгәһен Дим егетенән аллы-гөллө ихатаһын ҡыҙыртты. “Ошо “бол-бол” баҡсаһында йәнихластан былбыл һайрар сәғәттәргәсә баш ҡалҡытмай соҡсонһаң, ҡулың – болда, телең балда кинәнер, бер ниндәй ҙә сүкеш сыңы кәрәкмәҫ!” – тине.

-- Милициялары уҫал: бер ҡайҙа ла эшләмәй тип башты ашамаҫтармы һуң? – тип шомланды мәлйегән Дим егете.

-- Хәстерүш, болло башҡа кемдең буйы еткәне бар? Милицияһы ла, медицинаһы ла үҙебеҙҙеке – үҙебеҙҙең ҡулда булыр ғүмерлек йәнуҙағың, инвалидлыҡ ҡағыҙы.

-- Мин инвалид түгел дәһә, -- тине һаман бер ҡатлы Фәтхелислам.

-- Бол бойорһа боламыҡ та булырһың! – Мутбикәнең боллап тапҡан инвалидлыҡ танытмаһы Дим егетен абышҡаға ғүмерлеккә йәр итте, ҡанун һаҡсылары күҙенән ҡалҡандай ышыҡланы...

Хәтерҙә, баяғы тәүге күрешеүҙә үк, ихата баҡсаһын ҡыҙырып туйғандан һуң, игелекле ҡатын уға һандыҡ төбөндәге оҙон ойоҡ тулы мөлкәтен дә күрһәтте. “Был болдарҙы ҡалдырырға бер балам да юҡ минең... балдай татлы һин болағайымдан башҡа...” – тип иҫәнгерәтте лә һандыҡты “шарт!” иттереп япты. Тап шул мәлдә булды сәйер мөғжизә: һыу һөлөгөләй мосафирҙың теҙ быуындары ҡалтырап, теле тотлоғоп, әйтәһе һүҙе “бол...бол...” булып болҡолдап килеп сыҡты ла ҡатындың ҡайнар ҡосағына инеп майҙай ирене... Шунан һуң донъя үҙгәрҙе: егеттең балалыҡ хистәре, Фәтхелислам тигән инсафлы исеме елгә осҡан иртәнге томандай юғалып, быҫҡаҡ ямғыр һымаҡ шыҡһыҙ Гиппопотам ғына ҡалды...

Был юлдарҙың авторы ул тыҡрыҡҡа аяҡ баҫҡанда, Әстерхан ҡауынылай йоп-йоморо ханым күптән инде яҡты донъяһын, ойоҡ тулы болдарын “балдай татлы”һына ҡалдырап, мәңгелеккә “теге донъя”ға киткән, элекке Дим егете лә, башы-ҡашы салланып, эстән муртайып, мыҡты ир ҡорон үткән дә күҙкәйҙәре сөкөрәйгән, кәүҙәһе лырҡышланған – тамам Гиппопотамға әйләнгәйне. Ләҡәбенә тулы ҡалыпланғандай, күрше-күлән менән дә аралашмай, театр һәм киноларға йөрөмәй, радио тыңламай, телевизор ҡарамай, гәзит-журнал алдырмай, ә китапты бар икән тип тә белмәй. Бар донъяһы “ҡәлғә”һенең эсендә лә баҙар урындығында. Даими ҡаҡашып ҡатҡан ҡара халат кейеп, морон аҫтынан “бол...бол...” тип мығырҙанып, аяғөҫтө ҡаты-ҡото кимереп йөрөүен күреү аяныслы ла, ытырғаныс та ине.

Баҙарҙан ҡайтҡан сағында тап килтереп:

-- Кемгә тип туплайһың болдо, үҙең рәхәтен күрмәгәс? Иғәнә итеп етем-еһер балалар йортона бир, исмаһам! – тип аҡылға ултыртырға тырышһаҡ, ут сыҡҡандай йәһәт олағып “ҡәлғә”һенә бикләнер ҙә бурҙайын сылбырҙан ысҡындырыр, ҡойма суҡайына беркетелгән ағас киҫмәгенә менеп беҙгә “ҡуҡыш” күрһәтер:

-- Тешләгеҙ бына бынауымды, бол...бол... Үҙ болоғоҙҙо болғағыҙ, бол...бол...

Тыҡрыҡ халҡының хәбәре дөрөҫ булһа, Гиппопотам, баҡсаһында бол хаҡына йән атып ҡырҡыша торғас, үҙе лә абайламаҫтан, бер-нисә төр яңы сорт еләк-емеш, кишер килтереп сығарған имеш. Ысындыр. Сөнки шуның дөрөҫлөгөн баҙарға ул тейәп илткән ниғмәттәрҙә күрер инек. Үтенеп өндәшер инек:

-- Һеҙҙән яҡшы үҫенте, йәшелсә орлоҡтары алып булмаҫмы?

-- Булыр, булыр... бол, бол...

Бол һанарға кеҫәлекте ҡармаһаҡ, төбөндәге йөкмәткене күҙ ҡырыйы менән генә самалар ҙа баш сайҡар:

-- Үҙемә лә етмәй шул, бол...бол...

Шулай итеп, уның сығарған сорттары ла таш “ҡәлғә”не аша атлап сыҡманы – емешләтә генә болланды баҙарҙа. Бер заман мин Гиппопотамдың күңел ҡәлғәһе асылыуға тап килдем – ҡыҫмырлығының төп асылын шәйләнем:

-- Һе! Әгәр һеҙгә яҡшы сортты болғаһам, баҡсағыҙҙа ишерелеп өлгөрһә, кем ҡалтаһына көрәләсәк бол, бол, бол?.. Минең ҡалтаны ҡалтайтмаҫ шул бол, бол, бол...

Йыл артынан йыл үтте, Гиппопотам да аҡрынлап ергә сүкте. “Бол-бол” тип бөгөлөп биле лә бөкөрәйгәс, аҙауҙары тупарланып, күңеле лә йомшай биргәндәй булды – йыш ҡына ул кешеләр менән “теге донъя” тураһында гәпләшергә һәүәҫләнде. Беҙ иһә илдәге үҙгәрештәр, ерҙәге синфи алыш, ҡатмарлы донъя хәлдәре менән таныштырҙыҡ уны. Көнсығыш Азияла, ғәрәп илдәрендә, Көньяҡ Америкала дөрләгән ғазаплы көрәш, ҡан ҡойош тураһында һөйләнек. Әммә Гиппопотам ике ҡолағын бер һелкетмәне. Мәғәнәһеҙ ҡараш менән ҡойма буйҙарын һәрмәләп:

-- Булыр, булыр...бол, бол... – тип кенә ҡуйҙы.

-- Океанда ер тетрәгән, бер ҡитға һыу аҫтына убылған... – тине кемдер..

-- Булыр, булыр...бол, бол...

Бер шаяны уның йөрәк тамырына ҡуҙ баҫырға итеп ҡараны:

-- Ҡара әле, кем, ауылығыҙҙа ер күскән, ут сыҡҡан, ә Дим һыуы, кирегә боролоп, өйҙәрҙе ағыҙып алып киткән!

-- Булыр, булыр...бол, бол... – тине лә ҡуйҙы Гиппопотам.

Оҙаҡламай ауылдан бер ағай тейеш кешеһе килеп, ысынлап та ҡайғылы хәбәр ирештерҙе:

-- Кем, мырҙам, нисәмә тиҫтә йылдар үҙеңде зарығып көтә торғас, әсәйең үлеп китте. Эйе, гүр эйәһе булды...

Гиппопотам бына-бына үкереп илап ебәрер, шырт ҡылдарын илереп йолҡа башлар, һис юғында, әсенеп, ҡулына балға алыр ҙа ауыр төйҙәһе менән ҡойма таштарын пыран-зараң килтерер тип көттөк. Әммә шул уҡ кәлимә ҡыҫтырылды:

-- Булыр, булыр...бол, бол...

-- Аңлайһыңмы, кем, әсәйең!..

Бер ыңғай бойоғошоп, күҙ йәштәребеҙҙе һыпырҙыҡ, ҡыҙғанышып, Гиппопотамға төбәлдек. Бына ул да, ниһәйәт, аңына килде, буғай: күҙҙәрен аҡырайтып, ағай тейеш кешеһенә ҡараны:

-- Ә өй?! – Булды уның әҙәмсә тәүге өнө. Тик шунда уҡ быға Гиппопотам кәлимәһе өҫтәлде. – Булыр, булыр...бол, бол...өй...

-- Сереп бөткәйне бит өй -- әсәйеңдең артынса уҡ ыуалып һеңде ергә...

Гиппопотам ауыр көрһөндө:

-- Булманы был... бол, бол...

-- Бына, -- тине ағай тейеш кешеһе, ашалып бөткән тишек тәңкә тотторҙо, --әсәйең бахырҙан һуҡыр тин генә ҡалды...

Гиппопотам һуҡыр тинде аттыҡылай эре һары тештәре менән тизып ҡараны:

-- Булыр, булыр...бол, бол... – Ысын көмөш икәнлегенә инанып, тура ҡала үҙәгенә йүгерҙе – ювелир магазинында замананың ҡыштырҙауыҡ болона алмаштырырға ла портмонент ауыҙлы оҙон ойоҡ тамағына тығырға... Әсәй ҡәберенә зират ҡылыу иҫенә лә кермәне – баҡсалағы ағастарҙы ҡышҡылыҡҡа бәйләргә, түтәлдәрҙе күмергә, портмонетҡа яңы оҙон ойоҡ ялғап тегергә кәрәк ине. Сөнки йәшниктәргә ултыртҡан көҙгө һуған ҡыяҡтары йәшәргән – солан төбөндәге йәшерен теплицаның эсе тәмле баҙар еҫенә күмгән. Шул малдарын йәшерен һемәк шыланғаһынан һуғарғанда буштан килгән һыуына тиклем алтын-көмөш тәңкәләрҙәй күңел ҡылын ҡытыҡлай: селтер-селтер, булыр-булыр...бол, бол...

Ҡаҡашҡан ҡара халатының тышынан ҡыш башында уҡ ҡыптыр тунын кейеп алған – эт йөрөмәҫ боҙлауыҡта ла баҙар юлын таҡырлаған сәйер йәндең әҙәми затҡа хас түгел ҡырҡмыш-тарамышлығына күршеләре аптырап көн иткәндә, бер мәл йәшелсә баҙарында башҡа һуҡҡандай итте – йән әсеһе менән берәү йөрәк өҙгөс һыҡтана:

-- Эй раббым! Булмаҫ, булмаҫ!.. Бол, бол...

Тетрәткес таныш тауыш. Әйләнеберәк баҡһам, ни күҙем менән күрәйем, бисә-сәсәләр ҡайнашҡан ҡорҙо ҡап-урталай ҡөҙрәтле караптай ярып, ауыҙ тирәһен шырт ҡыл баҫҡан бөкөрөрәк бер бәһлеүән йүгерә. Терһәктәрен, йәйҙәрен Дим буйҙарында сәмләнеп бесән сапҡандай, уңлы-һуллы һелтәнә, һуҡлығыусы шыйыҡ һираҡлылар ике яҡҡа янтая. Үҙемдең дә тас маңлайға суҡмар төйҙәһе ҡағылыуҙан утлы осҡондар сәсрәп, ситкә кәйлектем. Күҙҙе асыбыраҡ ҡараһам, бәй... Бынағайыш тамаша: үҙебеҙҙең Гиппопотам! Хафаланып һораным:

-- Ни булды?

-- Булмаҫ, булмаҫ, булмаҫ!.. – Мине аша ырғып сыҡты, бәлеш ашап торған ике малайҙы салғый еле менән бәреп йыҡты. Үҙе лә түңкәрелеп, таш иҙәндән дүр аяҡлап мүкәйләне. Ҡыпҫыуырҙай ҡулдары менән һәммәбеҙҙең һираҡтарынан алып, табандарҙы ҡалҡыттыртып, аяҡ аҫтарын һәрмәне. Эҙләгәнен тапмағас, эргәләге сүп һауытын башы аша атҡарҙы. Йәшелсәле урындыҡты ҡуҙғалтып, аҫтындағы ҡыу саңды өрөп туҙғытты. Үҙе һаман, йөнтәҫ бармаҡтары менән ҡарманып:

-- Булмаҫ! Булмаҫ! – тип илереп-ҡоторҙо. Йәшермәйем, ошо һүҙҙең сихырынан минең эскә йылы йүгергәндәй булды: Гиппопотам бол ҡайғыртып “бол-бол”лауынан туҡтаны, әҙәмсә һамаҡлай башланы – Гиппопотамлығынан ваз кискәндер! Бәлки беҙҙең күҙ алдында Ер-әсәгә маңлай ороп һыҡтай-һыҡтай, аяҡтары аҫтына ауған кешелек выжданын эҙләйҙер?!.

-- Бахыр, аҡылдан яҙған, -- тине берәү.

-- Ул, моғайын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз нәмәһен юғалтҡан.

-- Аяныс хәл, туғандар. Әҙәм балаһы был тиклем дә тилмермәҫ... Ҡарағыҙ әле, теле менән саң ялай!

Йөрәгемде үкенес хисе бөрҙө:

-- Меҫкен... Моғайын, һуңлап булһа ла, әсәй үлеме ҡайғыһынан ашҡынғандыр, бисара. Юҡ-юҡ, ышанам, теге көндә әсәһенең тишекле тәңкәһен дә ювилерға илтеп һатмағандыр ул – аманат итеп йөрәге тәңгәленә таҡҡандыр. Инде шуны юғалтып тилерәлер. Их, уның хаҡта беҙ, гонаһлылар, яңылыш уйлағанбыҙ!..

Саң аҫтынан ҡулы бына нимәгәлер төртөлдө, табышынан йөҙө көндәй яҡтырып, бәхетле сыйнап ебәрҙе лә ҡалҡынды Гиппопотам, ҡара ҡатҡан тырнаҡтары араһына келәшшәләй ҡыҫтырып, башы өҫтөнә сусҡа мороно дәүмәллек баҡыр божор күтәрҙе:

-- Таптым! Таптым! Был, был... булыр, булыр...бол, бол!.. – Баҡыр божор табышын, ожмах ҡапҡаһынан инергә бирелгән изге ярлыҡтай, дүрт тарафҡа әйләндереп күрһәтте. Кеҫәлә күп ышҡылыуҙан көҙгө кеүек ялтыраған сирек тинлек баҡыр тәңкә -- Николай батшаның сите китек боло ине был... Бисмилла итеп төкөрөп, Гиппопотам баҡыр болдо ҡуйынына сумырҙы. – Мәрхүмә еңгәгеҙҙән ҡалған, ҡалта төбөндә маяланып табыш теләп ята торған болдор был, бол...бол... – тине.

Заманалар әленән-әле яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе – баҙарҙа ла, магазиндарҙа ла кейем-һалым, ашамлыҡ, йәшелсә һәм емеш-еләк күбәйҙе. Кешеләргә арзан хаҡҡа һатыуҙан ытырғанып, баҙарманыбыҙ бол боллауҙан һүрелде. Ҡул остары оҙонайған күрше-күлән алсаҡланып ҡыуанды, Гиппопотам уның һайын йөҙө ҡыуарып ҡайғырҙы. Бол болағы һайығыуҙан бойоғоп, күҙгә күренеп шиңде, бөгөлөп түбән сүкте. Күҙенә -- йоҡо, тамағына аш барманы. Ул инде йөрәге өҙөлә яҙып йәшел түтәл араларын да һәрмәмәй, баҙарға ла йөрөмәй – “ҡәлғә”һенә бикләнгән килеш, сереп бөткән һандығындағы тултырған ҡаҙылай бөрөп бәйләнгән оҙон-оҙон ойоҡтарҙы аҡтарып, аҡса һанап йыуанды. Йыуанысы ла оҙаҡҡа барманы шул. Бына ғүмер көрсөгөнә таяныр мәле етә, ә болдарҙы “теге донъя”ға алып китер әмәл юҡ. Ни ҡылырға? Әллә “ҡәлғә” ҡоймаһының суҡайған ағас киҫмәгенә күтәрелеп, оҙон-оҙон ойоҡтарҙың ауыҙҙарын берәм-берәм сисергә -- болдарҙы ил өҫтөнә һибәләргәме? Әллә ҡаланың йәмғе ресторандарын, ашханаларын бер кискә бер юлы шул болға һатып алып, музыкалар уйнатып, ҡыҙ-ҡырҡындан осаларын һикерттертеп, бар халыҡты ауыҙынан ҡалғансы һыйларғамы? Юҡ шул, зиһене бойорһа ла, йөрәге бармай быға: күпме йылдар ҡарманып йыйған ғәзиз болдо нисек итеп үҙ ҡулың менән ҡулдан ысҡындырырға?! Их, әгәр ҙә ки ошо болдарҙың береһен-бер ҡалдырмай, үҙең генә сәйнәп йотоп булһасы! Ашҡаҙан боҙоҡ тип тормаҫ – Ғазраилға йән биргәнсе бер өҙлөкһөҙ тыҡшынып, бушатыр ҙа ине был ойоҡтарҙы...

Ә төндәрен былбыл һайрар сәғәттәрҙә тыҡрыҡ буйлап уҙғынсылар ҡойма аша ҡарттың сәйер “бол-бол”лауын ишетә. Ҡаралмауҙан ҡырағайланып барған алмағастарын, сейәләрен ҡалтыраған ҡулы менән ҡармалап йөрөп мыңғырҙай Гиппопотам:

-- Их-ма! Минән ҡалһа был, был... кемгә булыр бол, бол... – Шулай көн артынан көндәр, аҙналар һыҡтанып үтә. Хисап көнө лә етә.

Сылбырҙағы бурҙайын ысҡындырып, бына ул өйгә керә, ҡоро әрҙәнәләр һалып мейескә ут тоҡандыра, һандыҡты мейес ауыҙынараҡ шылдырып, ҡаҡ иҙәнгә аяҡ бөкләп ултырып, шыптырҙауыҡ аҡса нышып тултырылған оҙон-оҙон ойоҡтарҙы берәм-берәм һөйрәп сығарып ут алҡымына олаҡтыра, ә үҙе йөрәген тотоп, һуйылғандай ҡысҡыра...

Аҙна буйына бурҙай олоп ултырҙы ла уның да өнө тығылды. Ҡарттың йәнһеҙ кәүҙәһе янында бушап ҡалған ярым серек һандыҡты, сөйҙәге ҡыптыр тунды, ҡатып туҡмаҡланған түшәк менән яҫтыҡты, яңғыҙ кешелек китек-һыныҡ ҡашығаяҡты теркәнеләр протоколға. Аҡса затына килгәндә, ҡаҡашып ҡатҡан ҡара халаттың ҡуйын кеҫәһендә “теге донъя”лағы Николай батшаның ышҡылып бөткән сите китек баҡыр тәңкәһе табылды...

“Ҡәлғә”, емереп ташлап урынына яңы йорт һалғанға тиклем, ҡапҡаһына арҡыс-торҡос таҡта ҡаҙаҡланған килеш, тирә-яҡты шомландырып ултырҙы. Ағастары тамам аҙып ҡырағайланған баҡсаһында төнгө былбыл һайрар сихри сәғәттәрҙә уҙғынсылар сетерекле ҡыштырҙау, мөңгөрҙәү һәм үҙәккә үткес айырым-асыҡ:

-- Бол...бол...бол... – тигән ауаз тыңларҙар ҙа, ытырғанып, “ҡәлғәғә бол-бол килгән” тип хәүефле баш сайҡарҙар, күптән түгел ошо донъяла булған – бол юлында ғүмеркәйен фиҙа ҡылған Гиппопотамды ҡыҙғанып иҫләрҙәр ине.
1974.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет