Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет22/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25

Өлгөрлөк
Ҡарауылсы Малтабар ағай көтмәгәндә өлгөрләнеп өлгөрҙө үҙгәртеп ҡороу касафаты тап өлгөрлөк талап иткән был көҙҙә. Тормош үҙе өлгөрттө. Сөнки оло түтә юлдан үткән-һүткән ылаулылар уның ҡарауыл өшәләгенә һуғыла, күҙ ҡараһын талдырып ҡурсаған мең тонналы кәбеҫтә тауы итәгенә арҡа терәп ултырып, ҡарауылдың таш бәғерен иретергә тотона:

-- Күсәндәрҙе йыйып өйгәнһегеҙ ҙә ул... ҡайҙа һеҙҙең өлгөрлөк?! Үҙгәртеп ҡороу заманында ла үҙгәрмәй, ҡала халҡына еткермәй, кәбеҫтәне кәбәндә күмһетәһегеҙ!

-- Әүәлгеләй, аҡ себендәр осҡанын, арт һынығыҙ ҡарға боҙланып ҡатҡанын көтәһегеҙме?

-- Тауыңдағы дейеү баштарын тәгәрләтсе багажникка, ағаҡай! Бер урындан икенсеһенә күскән күсәндән күс иҫәбе кәмемәҫ, ә кеҫәңә көмөш тәңкә тирелер!

Ҡыштың ҡулы шаҡырҙатҡыс ҡырауы менән ҡолаҡ суҡтарын ҡармап, күләүектәр күҙенә боҙ шекәрәһе тартылғас, ылауланған өлгөрмәндәр ҡарыулығы ҡарлауҙай ҡырҙы йәнде:

-- Уян, ойоған торғонлоҡ! Совхоз байлығын серетмә! Бесән өҫтөндәге эттәй, үҙең дә ашамайһың, кәзәгә лә бирмәйһең. Тауыңа ҡалҡынып ҡара: сурайған Ирәмәлдәй, күкбоҙға уҡмашып ҡата!

Ҡарыуы ҡаҡшаны Малтабарҙың: кәбеҫтә тауын ваҡытлыса ҡатынына ҡалдырып, илдән элек сәңгеп өлгөргән бер туң күсәнде ҡултығына ҡыҫтырып, совхох контораһына ябырылды, директорҙың яғаһынан алырҙай ларылданы:

-- Олоно бер, кесене бер тыңла, түрә! Кәбеҫтәне өлгөрттөк, Ирәмәлдәй өйҙөрттөк. Ниңә ҡыш еткерәбеҙ, күсәндәрҙе ҡала баҙы үҙе килеп күсергәнде көтәбеҙ? Кәбеҫтә көҫәп йөрөүселәрҙең ылауына тейәтәйек, аҡтыҡ ҡатламы ҡатҡансы ил баҙына йомдортайыҡ. Аҫыл малды ҡышлатыуҙы халыҡ үҙ иңенә алыр, кассаға аҡса ағылыр. Бүре лә туҡ, һарыҡ та теүәл ҡалыр. Өлгөрлөк етмәй беҙгә, өлгөрлөк!!!

Түрә-ҡараға атҡан һәр һүҙе таш диуарға ташборсаҡтай кире ҡаҡлығып күнеккән Малтабар көтмәгәндә конторала шул диуарҙың өр-яңыса үҙгәртеп ҡоролоуын, әйткән бере юғарыға юлығыуын абайлап албырғанды:

-- Һәй афарин, бәрәкалла, уҙаман! – Ике күҙе уттай янып ырғып торҙо директор, уны ҡайнар ҡосағына ҡарманы, туң кәбеҫтә сәңгеткән ҡулдарын ике усы араһында иретеп, йәшел газик машинаһы аңдып көткән болдор алдына һөйрәне. -- Өлгөр килеп өлгөрҙө өлгөрлөгөң! Тап туң күсән мәсьәләһе бөгөн район масштабында ҡарала -- өлгөрәйек шул өлгөр ҡоролтайға!

-- Ә беҙҙең күсән тауы?.. – Ауыҙ асырға ла өлгөрмәне Малтабар, түрәһе итәғәтле итеп ирендәрен йомдортто:

-- Их-ма, нимә ул беҙҙең күсән? Мәсьәләгә юғарыраҡтан ҡара – һин ҡаҙанған, уйлап тапҡан өлгөрлөктөң районға йәһәт сорғолоуы һорала! Һөйләп бирерһең ҡоролтайҙа ҡороғоро күсәндәрҙе күсереүҙең яңы ысул-тәҡдимен!

Ысынлап та был мәсьәлә район күләмендә ине, колхоз-совхоз ҡырҙарында бойомға ашмаған кәбеҫтәнән тауҙар өйөлгәйне шул. Телһеҙ ҡалған Малтабар ағай туң күсәне менән ҡуша атһыҙ арбаның майҙай йомшаҡ урындығына сумырылды, иләҫләнгән өлгөрмәнде арттан зәңгәр төтөн хайран гөжләп оҙатып барҙы. Теге хәйерһеҙ торғонлоҡ заманында сиратһыҙ тороп һатып алған ҡәһәр һуҡҡыр күк шешәнән ҡырлы-мырлы стаканға нәҡ йөҙ илле грамм ҡойоп ҡапҡандай, совхоз директоры ҡатарында иләҫ-миләҫ килеп керҙе район түрәһе ҡаршыһына туң күсәнле Малтабар. Директоры телефондан шаңғыртып уҡ өлгөргән: күсә алмаған күсәндәрҙе күҙ асып йомғансы ялмап алырға әҙерлекле уҫлаптай ил баҙы хаҡында ауыҙ асыуы булды, төртөлгән һәр өлгөрлөктө кире ҡаҡҡыс теге диуарҙың бында ла тамам үҙгәртеп ҡоролоуын белдертеп, район түрәһе лә уны туң күсәне менән ҡуша ҡайнар ҡосағына ҡыҫты, ҡара-йылтыр “Волга”һына күтәреп, тигәндәй, ултыртты:

-- Өлкә үҙе күтәреп алырлыҡ өлгөрлөк! Өлкә ҡоролтайында тап ошо мәсьәлә төп үҙәккә ҡуйыла – барып өлгөрһөн һинең аша түбәндән төрткән өлгөрлөк!

-- Ә совхозда? Районда?.. – Туң күсәнен һелкетеп ауыҙ асырға иткәйне лә Малтабар, түрә ифрат яғымлылыҡлы яптыртырға өлгөрҙө:

-- Совхоз нимә? Район нимә? Өлкә киңлегендә ҡанат кирер һинең өлгөрлөк!

Баяғыға өҫтәп баяғынан нәҡ йөҙ грамм ҡапҡандай, алйыу-малйыу булды тағы Малтабар. Өлкәнең иң зиннәтле бер ҡунаҡханаһында ҡунаҡлап, ҡоролтай ултырыштарынан ҡайтҡаны һайын аҙна буйы түшәмгә төкөрөп ятып, түрәләр телендә “командировка сығымы” тип нарыҡланған елдән килмеш һумдарға тамаҡ ялғаны. Кистәрен шундай уҡ елдән килгән билет менән театрҙарға барҙы. Ғүмерендә лә татып күрмәгән рәхәтлектән нәҡ ике йөҙ грамм ҡапҡандай ҡыҙышып, хатта үҙенең ҡарауыл өшәләге ҡырындағы зарлы кәбеҫтә тауын, шунда моңайып ултырып ҡалған ҡатынын да онота башлағайны. Тап шул хәтәрлекле мәлдә өлкә ҡоролтайындағы көнүҙәккә ул килтергән туң күсән һәм өлгөрлөк төртөп сығып, юйылып барған хәтерен кире ҡайтарҙы ла тетрәткес телмәр телеп һалырға өлгөрҙө Малтабар шул бейек трибунанан. Өлгөрмәнде өлкән түрә үҙе ҡосаҡлап алды:

-- Афарин, ир арыҫланы! Үҙгәртеп ҡороу бына шулай түбәндән, һәр кемдең үҙенән башлана! Өлгөрлөккә өлгөрлөк килеп ялғана! Бөркөтөм, өлкә киңлегендә ҡанат кирҙе һинең өлгөрлөк! Теләйһеңме, уҙаман, иртәгә үҙеңде кремлле мәркәзгә алып осам?!

-- Совхозым... кәбеҫтә тауым... – Теле шунда тотлоҡто.

-- Эйе, кәбеҫтә тауың! Киң Тыуған илде иңләйәсәк һинең сая өлгөрлөк!

Малтабарҙың ауыҙы был юлы үҙенән-үҙе ябылырға өлгөрҙө, сөнки ул теге замандағы мөлдөрәмә тулы ҡырлы стакандан ҡапҡандай иҫергәйне. Ҡоролтайҙан сыҡҡас ҡына, асфальт һыртында ҡарыш ҡалынлыҡ ҡар күреп һәм селлә зәһәре һуғып сирағын һындырғандай ҡалтыранып, теше-тешкә теймәйенсә айныны. Ҡулындағы ҡара көйгән күсәнде сүп әрйәһенә быраҡтырып, кеҫә төбөн ҡырҙы ла йылы ойоҡ, бейәләй алып кейҙе, муйынына ҡалын шарф ураны. Кисекмәҫтән электропоезға эләгеп, өлкә күләмен уҙып киткән өлгөрлөгөнөң ауылдағы һөҙөмтәләрен күрергә теләгәндәй, тәҙрә боҙон тыны менән иретеп, күҙе тишелерҙәй булып текләне. Ләкин ҡалаға килгәнендә юл буйынса күҙен ҡырған күсән тауҙары әле булһа күсмәгән, ә ҡарауылдары, көн бойорғанса, ҡолаҡсын һәм толоптарға уранған...

Бына поездан төштө, тыуған баҫыуына ла ҡайтып етте һәм... кәбеҫтә тауы торған ерҙә ҡара сәүкәләй халыҡ, мәхшәр күреп тертләне. Күсәндәрҙе пыран-заран таралтып, билмән сапҡандай тураҡлап, иҙгеләп ташлағандар – һәнәк-көрәк тотҡан ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, хазина эҙләгәндәй, туң ярпылар араһында туңмай ҡалғандарын көҫәп соҡсона. Һыуыҡ тейҙереп ҡаһ-ҡоһ йүткергән ҡатыны килеп етте, яғаһынан бөрөп алды:

-- Ҡайттыңмы, афаринланған алйотйән?! “Өлгөрлөк” тип радионан аҡырып, өйөңдә ни ҡылғандарын белмәйһең. Түрәләр ҡоролтайҙан ҡайтып, баҙар ҡороп өлгөргәнсе, күсәндәр шаҡырҙап ҡатты... Ярай уртаһына баҫтың – бәлки, бер өйрәлек кәбеҫтә йолоп өлгөрөрһөң!..

1988.


Үҙемдән башланым
Замана заңы йөрәкһетеп арбаны күңелемде: “Һәммәбеҙ, һәр беребеҙ – донъяның төп тотҡаһы, шуға күрә был донъяны үҙгәртеп ҡороуҙы иң элек үҙеңдән башла!”

Дөрөҫ, йәшем – илле, йәнем елле булһа ла, мин – инвалид-пенсионер, ике ҡулым эшкә ашмай, тиерлек. Икмәк, ҡалаҡ тоторға, гәзит аҡтарырға ғына етә дарманым. Ике аяҡ, ҡуш яурын, баш мыҡты уның ҡарауы! Ошондай уҡ мыҡтылыҡтар ил буйынса, тим, аҙмы ни? Бына бит ул файҙаланылмай ятҡан күпме мөмкинлек! Әйтәйек, ауылыбыҙ ҡасандан биреле почтальонһыҙ интегә. Был эшкә, тим, йырлап ҡына һабан һөрөр, гөбөрҙәтеп һыйыр һауыр ҡөҙрәт эйәләрен ниңә ҡуйырға, ҡуш иңемә сөмкә аҫырҙай мин барҙа?! Әйттем – бөттөм, вазифаны ҡабул иттем – үҙгәртеп ҡороуҙы тап үҙемдән башланым!

Ике аяҡ, ҡуш яурын үҙгәртеп ҡоролдо хәҙер -- өйҙән өйгә инвалидлығым түгел, ә ил ғәме менән тулы көндәлек почта илтәм, илемә хеҙмәт итәм. Бынамын тигән баш та бар бит әле йәнә муйында – ниңә уны ла үҙгәртеп ҡороуҙы үҙемдән башламаҫҡа?!

Барып индем сөмкә артмаҡлап баштүрәбеҙҙең абруйлы йорт ихатаһына. Түрә ҡатыны сая – ауылдың бар ғәйбәт тоҡсайын сайҡалта үңербауында. Тәғәйенләнгән һәр почтальонды тәүге көндән үк шул үңербау тоҡсайына улъя ташыусы итеп ҡуя. Оҙон телен эҫкәкләтеп, ир һәм ҡатын, егет һәм ҡыҙ, түрә һәм ҡара араһына ҡыҫыла. Ошо арҡала күпме йөрәктәр селпәрәмә килде лә етәкселек менән ялпы араһында яу ҡупты. Әле лә шул саялығын сыя Һайыҫҡан Фатима:

-- Ҡарале, связной, Бөкөрө Усман Нисаһының бүкҫәһе ныҡ бүлтәйгән, тиҙәрме? Кем муйынына аҫылынып сығырға шәйләй икән?

-- Яңылышмағыҙ, ханым, -- тинем. – Мин үҙ ҡатыным менән генә связға кергеләйем, ә һеҙҙең связной, хаталанмаһам, үҙегеҙҙең хәләл ефет Хисам баштүрә түгелме? Һеҙгә, мәктәбебеҙҙә замананың матур әҙәбиәтен уҡытыусы кешегә, әҙәплерәк булырға кәрәк ине. Ә инде Усман Нисаһына килгәндә, үҙ ҡыҙығыҙ Хәйерниса барлығын онотмағыҙ – шуның менән бутамайһығыҙмы икән?

Шаңҡыуынан саҡ ултыра төшмәне Һайыҫҡан Фатима. Ҡыҫалалай ҡыҙарынып, көскә-көскә тын алды:

-- Аб-бау, ҡорошҡул, һыныҡ ҡанат сиңерткә! Эш башламаҫ элгәре үк ырғаңдайһың, аҙағында һыныҡ аяҡ ҡалмаһаң ярар ине.

-- Баш ҡына булһын аман. Сонтор сираҡ һайыҫҡан да шыҡырыҡлап йөрөп ята бит әле! – Һайыҫҡан Фатиманың донъя ярып сарылдауын ишетмәҫкә ике ҡолағымды ҡаплап олаҡтым.

Ауыл сауҙа төйәгенә юғарынан төшөрөлгән ҡаҙна ҡағыҙын тапшырырға тамшанып, магазинға һуғылдым. Йән көйҙөргөс бер үк хәл: ил илертеп яманатланған көмөшкәсе Сәйфелмөлөк уҫлаптай тоҡ ауыҙын тотоп тора, ә мутйән Әпхалиҡ һатыусы, тырышып-тырмашып, шунда ҡомшәкәр ҡоя. Ингән берәү хитлыҡтарын күҙенә элеп ала, әммә тел-тешһеҙ ҡала – тик баш сайҡап уфтана. Ошоғаса мин үҙем дә тап шулай ҡыланыр инем, тик был юлы мутлашыуға сик ҡуйыуҙы илдән элек тап үҙемдән башланым:

-- Хай-хай, Әпхалиҡ-Сәйфелмөлөк, халыҡ башын шаңҡытыусы һулаҡай кооперативығыҙ, көмөшкә аппаративығыҙ һемәгенән күк ялҡын ялматамы? Ҡомшәкәрле киндер ҡапсыҡ кейҙертелгән моңло-зарлы башҡайҙарығыҙҙы ҡаҙнаның таш ҡапсығында интегә тип күрмәйһегеҙме, тим, татлы төшкәйҙәрегеҙҙә?..

Ҡулдары ҡалтыраны, Әпхалиҡ һоҫҡоһо ҡушкөбәктән атылған өкөләй ҡоланы:

-- Ҡәһ-ҡоһ... Ниндәй көмөшкә? Ниндәй кооператив?

-- Әпхалиҡтан – ҡомшәкәр, Сәйфелмөлөктән ыу-ҡәһәр; аппараттан өлөшкә ағып тора көмөшкә -- бына шул аппаратив-кооператив. Дөрөҫ ләпелдәйемме?

Ҡыҙара бүртенгән Сәйфелмөлөк тоғон йөкмәп йүгерҙе, Әпхалиҡтың бүкән башы прилавка аҫтына бөгөлдө...

Тура барып тарыным мал фермаһына, бер ҡосаҡ гәзит-журнал индереп һалдым ҡыҙыл мөйөшөнә. Ғүмерҙә булмаған хәлдән унда малсыларым шаҡ-ҡатты:

-- Бәй, ҡыҙыл ҡар яуҙымы әллә?! Ҡыҙыл мөйөшкә тип яҙҙыртылғандың яртыһы ла килеп етмәй – баштүрә башкөлләй үҙендә ҡалдырта ине, “Агитатор блокноты”н ғына бында атҡарта ине...

-- Инде киреһе булыр – почтальонығыҙ үҙем, ғәҙеллекте тергеҙеүҙе мин үҙемдән башланым!

Шул арала тышта ферма мөдиренең тамаҡ ярып аҡырыуы бүлдерҙе:

-- Быҙауҙарҙы ҡаҡ һөйәккә ҡалдырҙың, емде талаф ҡылдырҙың!

Малсылар сәйер йылмайҙы:

-- Быҙау ҡараусы Самиға һылыуҙың ҡабырғаларын һанай Ялмауыҙ Моратша ағай... Ҡарағыҙ әле үҙен: санаһында тап ана шул талафланған быҙау емен оялағы ҡаҙҙай баҫып ултыра!

Ялмауыҙ Моратша мөдирҙең, быҙау емен генә түгел, быҙауҙың үҙен дә ялмап алыр, салғыйы аҫтына бөкләп һалыр таҫыллығы көллө илгә билдәле, әммә ауыҙ асып әйткән һис кем юҡ әле... Егетлекте үҙемдән башларға итеп, елтерәп барып еттем:

-- Һин, туҡта!

-- Бәй, -- тертләп ҡуйҙы Ялмауыҙ, -- бында һин, артыҡ бүрәнә башы, ҡайҙан килеп сыҡтың?

-- Шул уҡ һин сыҡҡан урындан! Тор әле, осаһыҙ ҡалып ҡуйма -- аҫтыңда ҡара йылан!

-- Кем әйтте?! – Ялмауыҙ ырғып торҙо. – Ҡайҙа йылан?

-- Һин үҙең ул йылан! – Яурыным менән этеп ебәреп, аҫтындағы емле тоҡто өҫкә тартып сығарҙым. Шул арала Самиға һылыу эләктереп тә алды, быҙауҙарына илтеп тә һалды.

-- Ныу ҡорошҡул!.. – тип кенә ҡалды Ялмауыҙ Моратшабыҙ, тештәрен шыҡырҙатып. Ҡаҡ санаға лыпайып, ҡара йыландай сыбыртҡыһын башым осонда сыжылдатып болғаны ла ат арҡаһына тартты. – На, алабарман алаша! Дилбегә төбө кем ҡулында икәнлекте белмәһәң, белдертербеҙ әле беҙ! Ҡорошҡул!

Өйҙән-өйгә почтаны өләшеп бөтөрөп, аҙаҡ сиктә идараға баштүрә ҡатына керҙем, баяғы ҡыҫыр “Агитатор блокноты”н алдына шыпылдатып һалдым.

-- Бәй, быныһы ни әкәмәт? Ҡайҙа миңә тейешле оло пресса?

-- Һеҙгә тигән, үҙ кеҫәгеҙҙән сығарып яҙылған ике бөртөк пресса өйөгөҙҙә, нәзәкәтле Фатима ханымдың престай ҡыҫмыр ҡулында. Ышанмаһағыҙ, ҡайтып, яҙылыу квитанцияларығыҙ менән барлап ҡарағыҙ, ә ҡыҙыл мөйөш мөлкәттәре ҡыҙыл мөйөшкә ҡайта!

-- Ә “Блокнот” ниңә йөнтәҫ ҡулыңда?

-- Сөнки ул тейешле юлында -- үҙегеҙгә һәм Фатима ханымға һәр битен ентекле ятлап, үҙгәртелеп ҡорола башлауға өгөтнамә.

-- Кем ҡушты?

-- Үҙем!


-- Бонопартист! – Яман екерҙе баштүрә, үҙгәртеп ҡороу осоронда юғары даирәләр һүгенеүенә әүерелгән, телевизорҙан отоп алған сәйәси ләҡәпте таҡты. Мин дә отоп алғанымды тондорҙом:

-- Мин булһам бонопартист, һеҙ үҙегеҙ монархист!

– Һе! Бына һинән башларға кәрәк уны, үҙгәртеп-мүҙгәртеп ҡороуҙы!

-- Һуңланығыҙ, баштүрә, һеҙҙән элек үҙемдән башлауымды әле күреп тораһығыҙ.

-- Олаҡ күҙемдән! – тип аҡырҙы баштүрә.

-- Олаҡмайым, ә ипле генә йәйәүләп сығып китәм!

Эште бөтөп, тамаҡ сарсап төшкөлөккә моронлаһам, табында еҙ самауырҙың үтәнән-үтә Мәскәү ҡалаһы күренмәле аҡ һыуы ҡаршыланы. Мутйән Әпхалиҡ магазинда ҡәйнәмә сәй бирмәгән – кейәүең үҙенән башлаһын, тип сығарған...

Көрһөнөп тә өлгөрмәнем, гел “бишле”гә генә уҡыған ейәнсәрем шарылдап илап ҡайтты – уҡытыусы Фатима апаһы “икеле” ҡуйып сығарған...

Көтмәгәндә райсобестан телефон шылтыраны, таныш түгел ханым әсе сыйылданы: имеш, ҡулыңда нышып тултырылған почтальон сөмкәһен генә түгел, фермалағы фураж тулы кесерткән тоҡтарҙы ла орсоҡтай уйнатҡанһың – инвалидлығың ялған, тимәк. Яңынан комиссия үтмәй, инде пенсия тәтемәй...

Ауыртҡан башты услап тотоп кис еткерһәм... иң алдынғы, алсаҡ һауынсы тип танылған, хәләл ялына сығыры алдынан һуңғы биш йылын йүгереп йөрөгән ҡатыным да һөмөрөһө ҡойолоп ҡайтып инде лә кәлимә-һүҙ әйтмәне. Боҙҙай һалҡын ҡарашын йөрәккә ҡаҙап, һерт-һерт баҫып йоҡо бүлмәһенә үтте, кире әйләнеп сыҡманы. Өлкән улымдан һорашып шуны белдем: баштүрә фермала булған, ҡатынымдың һауын һыйыр төркөмөнә ҡайтарылған һөтлө тоҡом таналарҙы көтмәгәндә икенсе берәүгә беркеткән...

Утты һүндереп, йоҡо бүлмәһенә инеп ятҡас та аралағы туңды иретеп булманы, бөтә донъя, әйтерһең, тоташ боҙланып ҡатҡан. Ҡулымды алып ташланы, мыш-мыш килеп иланы... “Беләм кемдәр рәнйеткәнен! Үҙгәртеп ҡороуға аяҡ салған эскерле ул бәндәләрҙе иртәгә үк аҡылға ултыртырмын – башбаштаҡ баштүрәне лә, Һайыҫҡан Фатиманы ла, мутйән Әпхалиҡ һәм Ялмауыҙ Моратшаны ла... Фәҡәт өҙөп әйт, бәғерем, кемеһенән башларға?!.” – тип йөрәкһеп ялбарғайным, артынса уҡ себен осҡаны ишетелерлек үле тынлыҡ урынлашты – дауыл алды тынлығы. Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды: күрек һымаҡ тәрән һулыш һурҙы ла хәләл ефетем, шаҡ ҡатырып тетрәндергес ике генә һүҙ әйтте: “Үҙ-ең-дән башла!!!” – Үкһеп-үкһеп иланы. Ультиматумы үтәлмәйенсә аралағы боҙ тауының мәңге-мәңге иремәҫен белдереп, үҙгәртеп ҡороуҙарым барышын ҡоймалай яҫы арҡаһы менән ҡапланы...
1988.
СӘХНӘ САТҠЫ-СОТҠОЛАРЫ

Сүлмәк

(Сәхнә)
Ҡатнашалар:
Бабай.

Әбей.


Күрше.

Староста, ауыл халҡы.

Хәҙрәт.
Хәл революцияға тиклемге башҡорт ауылында бара.
Өй эсенең күренеше. Стена буйында ике кеше һыйырлыҡ ҡына ҡаҡ һике. Киндер тышлы ике мендәр ята. Алғы планда оҙон эскәмйә. Сөйҙә бабайҙың ҡатҡан туны эленеп тора, унан бер ситтәрәк әбейҙең кәзәкейе. Шаршау асылғанда әбей менән бабай атҡа атланғандай эскәмйәлә ҡара-ҡаршы ултырып, урталағы сүлмәктән һоғаланып бутҡа ашайҙар. Икеһенең араһында бутҡа өсөн ыҙғыш бара. Бабай ҡулына сүмес, әбей ҡалаҡ тотҡан. Бабай, түшәмгә күҙентөбәп, тырыша-тырыша сүмесен ялап ултыра.
Әбей (халыҡҡа ҡарап). Ҙур сүмес менән бутҡаны бер үҙе ашап бөтөрә инде, Алланың ҡәһәре төшкөрө бирән! (Бабайға һиҙҙертмәҫтән, сүлмәкте үҙ яғына шыуҙырып ашай башлай. Бабай сүмесен элек сүлмәк ултырған урынға һуҙа, ләкин эскәмйәгә төртөлә).

Бабай (һиҫкәнеп). Ах, Иблистән тыуған ҡарсыҡ! Бутҡаны ҡайҙа алдың, бир тиҙерәк!

Әбей. Һин, бирән, әлдә күп тығындың. Етер һиңә.

Бабай. Күп тығынаммы, аҙмы – ул минең эш. Һин миңә хисапсы түгел.

Әбей. Хисапсы түгелһең тип ни, үҙең генә тығынып бөтөрөргәме? Минең дә тамағым бар!

Бабай. Етер һиңә! Күп лыҡылдама! Ултырт сүлмәкте уртаға!

Әбей. Әйттем бит мин һиңә, етер тип. Һаман тик үҙ ҡорһағыңды тултырыу яғын ҡарайһың, ҡарт күҫәк. Мин һинең өсөн генә тиеп этләнеп бешермәнем быны.

Бабай. Ә, шулаймы ни әле, серек толомло шайтан! (Ырғып тора). Ә ярма кемдеке ине? Һин, Иблис тоҡомо, минең бутҡаға хужа булма. Юғиһә, ауыҙыңды ҡайырып, һуңғы тештәреңде һуғып ҡойормон!

Әбей. Ташҡүлсәйем. Улай телгә шәп булғас, бешерергә лә шәп бул инең, сүбек һаҡаллы шайтан! Үҙең бешергәнгә хужа булырһың, хәҙер бутҡа минеке!

Бабай (мыҫҡыллап). “Бутҡа минеке”, имеш! “Мин бешерҙем”, имеш! Ярманы кем тапты һуң? Әйтеп бир әле һин миңә, көл тубалы, кем тапты был ярманы? Минең ярма булмаһа, башыңдың һөйәген һалып бешерер инеңме?

Әбей (халыҡҡа ҡарап). “Ярманы кем тапҡан”! Харап инде! (Бабайға). Әгәр ҙә мин булмаһам, шул өс бөртөк ярмаң менән ни эш ҡыйратыр инең? Тауыҡтарға сығарып һибер инең.

Бабай (ҡапыл сүмесенә бутҡа эләктереп ала ла ашай-ашай һөйләнә). Ни эшләтергә икәнен һинән һорамаҫ инем, ҡарасҡы!

Әбей. Ах бирән, ах убыр, тағы умырып алған! (Сүлмәк эсенә ҡарап). Бер тығылыуҙа ни хәтлемен харап иткән! Төбөн күрһәткән, убыр! (Асыу менән бабайҙың ашап ултырған сүмесенә һуғып ебәрә, сүмес бабайҙың битенә ҡаплана – танауы, һаҡал-мыйыҡтары бутҡаға буяла).

Бабай (сүмесен болғай-болғай). Ни ҡылығың был, тинтәк баш? Аҡылдан яҙҙыңмы әллә? Һаҡалды симәлтәһең бит! Әгәр бөрсәләй башлаһа, һин, Иблис тоҡомо, староста ҡаршыһына баҫып үҙең яуап бирерһең, ишетһен ҡолағың! Үҙеңдән сүпләтермен ул ырғаңдаҡтарҙы! Хәйерле сәғәттә биреп ҡотол сүлмәкте, юҡһа эт урынына ярырмын! (Еңе менән битен һөртә. Сүлмәкте тартып алып, һоғаланып ашай, әбей асыу менән ҡарап ултыра). Әллә-лә, төкөрөгөңдө йотоп ултырыу яҡшымы? Ураҙа тотоңҡора әле, белерһең шунан ҡәҙеремде.

Әбей. Ашат миңә лә!

Бабай. Башыңдың һөйәген аша!

Әбей (халыҡҡа ҡарап). Йүнһеҙҙән йүн сыҡмаҫ, ахыры, хәйлә ҡорорға кәрәк. (Бабайға). Бабаҡайым, ҡара әле, сүмесеңдә тараҡан йөрөй. Яңылыш ашап ҡуйма тағы.

Бабай (бутҡалы сүмесенә ҡарап). Ҡайҙа, күренмәй бит?

Әбей. Туҡта әле, бабай, туҡта. Сүмесеңде миңә табан һуҙ әле, үҙем алып ташлайым.

Бабай (сүмесен һуҙа). Быраҡтыр тиҙерәк, көттөртмә.

Әбей. Хәҙер (йәшен тиҙлегендә ҡалағы менән бабай сүмесендәге бутҡаны тырнап алып ауыҙына атҡара).

Бабай (ыуаланып). Ах хәйерһеҙ! Ах мәлғүн! Тамағыңа Ғазраилдың ҡылысы сәнселгере! Сүлмәк төбөнән ҡырып алған һуңғы ҡабым бутҡам ине, харап итте бит мөртәт! (Ырғып тороп туҡмарға итә). Өйрәтермен мин һине, Иблистән тыуған тоҡом!

Әбей, Күтәрмә ҡулыңды, һаҡаллы бирән. Юҡһа сүлмәкте лә үҙем ялармын.

Бабай (урынына ултырып). Ялатырмын ялпағыңды! Аҡтыҡ бутҡаны һоғоноуың етмәгән, инде сүлмәкте ялтыратмаҡсы икәнһең.

Әбей. Ялтыратырмын да шул! Ҡара суйынын сығарғансы ялармын.

Бабай. Яларһың атаңдың башын! (Сүлмәккә ҡулын тығып, шап-шоп яларға крешә, ялап та бөтә). Иншалла, алып ҡуй инде сүлмәкте.

Әбей. Мин яламаным бит уны, һин яланың. Шулайғас үҙең алып ҡуй.

Бабай. Һауыт-һаба йыйыштырыу минең эшем түгел ул, төшөндөңмө, тинтәк? Ашты кем бешерһә, табынын да шул йыя.

Әбей. Әллә-лә, аҡылың алтын икән! Ашағанда мин-минлегең ҡупҡайны, үҙең алып ҡуй инде.

Бабай. Йә ҡарсыҡ, етер, күп лыҡылдама. Уны бит һин дә ашаның, мин дә ашаным. Тимәк, икебеҙ тиң алып ҡуйырға тейеш. Тот һин дә бер ҡолағынан! (Сүлмәкте икәүләшеп тотоп бер мөйөшкә илтәләр). Иншалла, бер ыңғай йыуып та ҡуй инде, әбекәй, ҡатып ултырмаһын.

Әбей. Бына һиңә ҡуҡыш! Үҙең йыу!

Бабай. Ах шайтан ҡотҡоһо, ҡасан күргәнең бар ир-аттың ҡаҙан-сүлмәк йыуғанын? Ысынлап та, атаң Иблистер һинең, юҡһа бындай ҡолаҡҡа яҡмаған һүҙҙәр һөйләмәҫ инең.

Әбей. Ай Алла, Иблис тине лә ҡаныҡтысы! Үҙең белгән Бөкөрө Муллахмәт тәһә минең атайым. Иблис тоҡомо булһам, сосолоп төшкән ҡойроғом булыр ине.

Бабай. Анауы сәс толомо тигән сосолдоғоң, ҡойроҡ булмай, ебәк суҡ тип беләһеңме?

Әбей. Ҡойроғо эйәгенә үҫкән Иблис һин үҙең! Юҡһа былай мәсхәрә ҡылмаҫ инең.

Бабай. Был һүҙҙәрең өсөн ҡамсы менән ярырға кәрәк һине!

Әбей. Минеме, әллә һинеме?

Бабай. Йә ҡарсыҡ, телеңә күп һалышма. Төн уртаһы етеп килә, серем итергә ваҡыт. Йыуаһыңмы, йыумайһыңмы – икеһенең берен әйт.

Әбей. Йыумайым!

Бабай. Мин әйтәм, йыуырһың!

Әбей. Һин кем, Хоҙайҙың аҡ бәпесеме әллә?

Бабай. Һәр хәлдә, һинең кеүек теге Хоҙай орғандың ҡара бәпесе түгел инде.

Әбей (мыҫҡыллап). Күрегеҙ аҡ бәпесте! Ҡарт күҫәк һин!

Бабай (халыҡҡа ҡарап). Был һантыйҙы былай ғына ипкә килтереп булмаҫ, аҡыллы эш итмәһәк. (Әбейгә). Эй әбекәй-әбекәй, уртаҡ тел табышайыҡ. Мин ҡарт күҫәк булһам, һин бөкөрө көйәнтә. Сүлмәк йыуылһын өсөн, шыбаға һалышыу фарыз.

Әбей. Ҡайһы шыбаға, таяҡ тотошоумы, әллә кәпәс ырғытышыумы?

Бабай. Юҡ, әбекәй, йоҡо шыбағаһы.

Әбей. Ҡалай була ул?

Бабай. Икебеҙ ҙә ятып йоҡлайыҡ. Кем дә кем алда уяна –сүлмәкте шул йыуа. Аңланыңмы?

Әбей. Аңланым. Тик мин төндә ике тапҡыр тороп сығам, ә һин бер генә.

Бабай. Һин дә бер генә тороп сыҡ. Ленин бабай әйткән бит -- равноправие.

Әбей. Ярар, Ленин бабай әйткәс, түҙермен.

Бабай. Яттыҡ, әйҙә, бисмилла.

Әбей. Яттыҡ (бабайҙың тунын түшәп, һикегә һуҙыла).

Бабай. Нишләп минекен алаһың, үҙемә кәрәк бит ул? (Әбей өндәшмәй). Бир тунымды! Ишетәһеңме, үҙемә кәрәк, тигәнде? (Әбей йоҡлағанға һабышып хырылдай). Ҡара һин уны, бутҡаһын боҡорҙата ла башланы, төбө көйөп ҡуймаһын! (Ҡушҡуллап тунын тартып ала, әбей тумарлап иҙәнгә төшә).



Әбей. Уй билем! Уй башым! Уй Аллаҡайым, уй!

Бабай. Аллаға тел тейҙермә, Иблисеңдән һора!

Әбей (ырығып тороп тунға йәбешә). Үҙең Иблис икәнһең – кеше аҫтындағын йолоп алаһың! (Тартҡылашалар).

Бабай. Ана тора кәзәкейең!

Әбей. Кәзә аҫтына ла етмәҫ кәзәкейҙе нисек итеп түшәйем?

Бабай. Миңә тимәгәйе, ҡаҡ таҡтала ауна. Таштай ҡатҡан ҡабырғаларың һынмаҫ.

Әбей. Бир тунды, бир!

Бабай. Туҡта, ирек ҡуй, исмаһам, түшәргә! Икебеҙгә лә етер. Бына ошолай. Әйҙә, башланыҡ шыбағаны!

Әбей. Башланыҡ!
Арҡаға-арҡа бирешеп, бөгәрләнеп яталар. Пауза. Бабай, күҙен аҡайтып, әбей яғына әйләнеп ҡарай. Әбей, ыңғыраша-ыңғыраша, ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп кирелә, бер йоҙроғо бабайҙың битенә төшә. Бабай йәшен тиҙлегендә кире ята.
Бабай. Уй, шыбаға... харап була яҙҙым бит! Һиҙмәһә генә ярар ине шайтан тоҡомо! (Йоҡлағанға һабышып хырылдай).
Пауза. Хырылдауҙан туҡтайҙар. Икеһенең дә ҡаты йоҡоға талыуы күренә. Таң яҡтыра. Тышта һыйырҙар, һарыҡ-кәзә баҡырыша, көтөүсенең, сыбыртҡы шартлатып: “Һайт-һайт! Һәш! Алаһыйыр, вернись!” – тигән тауышы ишетелә. Бер аҙҙан һуң көтөү киткәне беленә. Өй алдында быларҙың көтөүҙән ҡалған кәзәһе баҡыра башлай. Ырғып торорға иткән әбей, шыбаға иҫенә төшөп, кире ята. Ҡулына һоҫҡо тотҡан күрше ҡарсыҡ ут алырға керә.
Күрше (аптырап). Абау, нишләп яталар былар? (Әбейҙе төрткөләй). Мәрфуға ҡоҙағый, тор, тор! Нишләп һамҫып ятаһың, кәзәң көтөүҙән ҡалған! Тор, ҡоҙағый, тор! (Ләкин әбей ҡуҙғалмай, бабай ҙа тик ята). Бынағайыш тамаша, уятып булмай бит, әй! Ғүмерҙә ҡыланмағанды! Ҡуй, был ҡоҙағыйға бер-бер хәл булғандыр. (Бабайҙы төрткөләй). Ҡоҙа, тим, ҡоҙа, нишләп ятыуығыҙ был? Тор инде тиҙерәк, тор! Ҡояш тышау буйы киткән бит инде, ә һеҙ һаман әүен баҙарынан ҡайтмай ятаһығыҙ. Аҡылдан яҙҙығыҙмы әллә? Тороғоҙ инде тиҙерәк! Тор! (Ләкин икеһе тиң ҡуҙғалмай, күрше ҡурҡышынан шаҡ-ҡата). Тфү-тфү, Аллам һаҡлаһын, бер-берәй хәл булғандыр быларға. Әллә төндә үлтереп киткәндәр инде? (Әбейҙең ҡулын тотоп ҡарай). Шул-шул – үлтергәндәр! Һыуынып бөткән ҡулы! Үлгәндәр... ләхәүәлә... Ләхәүәлә ҡеүәтә... (Иҙеүенә төкөрөнә). Тиҙерәк сығып илгә хәбәрһалайым! Юғиһә минән күреүҙәре бар, ләхәүәлә... (Сығып йүгерә).
Тышта тауыштар: “Ғөбәйҙулла, бар әле, улым, Ғилман старостаға әйт: Әхтәри ҡоҙа менән Мәрфуға ҡоҙаса төн сыҡҡансы ҡатып ҡалған, тиген. Тиҙерәк килеп етһен, йәме?” Икенсе тауыш: “Ярар, хәҙер барып әйтәм”. Дөп-дөп йүгереү. Бераҙҙан күмәк шау-шоу: “Бөгөн төндә Әхтәри ҡарт менән Мәрфуға ҡарсыҡ үлеп ҡалған, ти”. Ҡатын-ҡыҙ: “Бахырҡайҙарға ясин сығыусы ла булмаған икән...” Малай тауышы: “Ҡараҡтар ясин уҡығандыр әле – уларҙы ҡараҡтар үлтергән, ти, бит”. Асыулы: “И иманһыҙ сусҡа, ҡыҫылышып йөрөмә әле бот араһында!” Бер төркөм шаулашып инә.
1-енсе кеше. Эйе, ысынлап та үлгәндәр...

2-нсе кеше. Баш китерлек!

1-енсе кеше. Староста ҡайҙа?

Күрше. Килеп етер, Ғөбәйҙулланы йүгерттек.

2-нсе кеше. Бисаралар икеһе тиң бер төндә вафат булдылар. Бала-сағалары ла юҡ, исмаһам, донъялары кемгә ҡалыр?

1-енсе кеше. Мир файҙаһына ҡалырға тейеш.


Таяғына таянып, староста килеп инә.
Староста (таяғын иҙәнгә туҡылдатып). Ниңә һарыҡ көтөүеләй өйөрөлөштөгөҙ? Йәрминкә ҡорҙоғоҙмо әллә? (Тынлыҡ урынлаша, староста шыбағасыларҙы таяғы менән төркөсләп ҡарай). Ҡатҡандар,ысынлап та. Вәли!
2-нсе кеше. Әү!

Староста. Бер аяғың – бында, икенсеһе тегендә: мулла хәҙрәтте алып кил!

2-нсе кеше. Ҡуйсы, бүтәнгә әйт, минең сабатам тишек.

Староста. Минең һүҙҙе тыңламаҫҡа әллә башың икеме? Ысҡын йәһәт! Награтына мир исеменән мәрхүмдәрҙең донъяһынан өлөш сығарырбыҙ.

2-нсе кеше. Алай булһа ярай ҙа (сығып китә).

Староста (таяғын айҡап). Таралығыҙ, таралығыҙ, слитстүә яһарға ҡамасаулайһығыҙ!

1-енсе кеше. Мәрхүмдәр мөлкәтенә ҡул һалмағыҙ, ул мирҙеке!

Староста. Вылас эшенә ҡыҫылма, ахмаҡ!


Төркөм ҡәнәғәтһеҙләнеп шаулай. Тауыш: “Шаһит кәрәк, шаһит! Өйҙән сыҡмайбыҙ!” Йәшел таяҡлы Хәҙрәт, 2-нсе кеше инә.
Хәҙрәт. Әссәләмәғәләйкүм, йәмәғәт!

Староста. Вәғәләйкүмәссәләм. Мәрхүмдәрҙе иманға килтер, хәҙрәт.

Хәҙрәт (таяғын әбей менән бабай өҫтөнән йөрөтөп). Бисмиллаһи рахман рахим... икеһе бер юлы китеп дөрөҫ иткәндәр. Урындары ожмах түрендә булһын... Мәрхүмдәрҙең йорт-йыһазы арыумы?

Староста. Иншалла, гүр саҙаҡаһына һәм слитстүә расхутын ҡапларға етерлек.

Хәҙрәт. Бәрәкалла, бәрәкалла, бик ваҡытлы вафат булғандар икән. Бөтә мәхәлләгә шулай мул саҙаҡалы берҙәм тиҙ үлем бирһен. Аллаһы әкбәр (доға ҡыла).

Староста. Слитстүәне башлайыҡ, хәҙрәт.

Хәҙрәт (устарын ыуалап). Башлайыҡ, башлайыҡ. Әлхәмдилилла, мәрхүмдәрҙең йәне йәннәттәлер инде.

Староста. Миңә тимәгәйе, йәһәндәмгә китһендәр! Ыстанауай пристав килгәнсе, үҙ эшебеҙҙе бөтөрә торайыҡ.

Хәҙрәт. Әлхасил, кәзәһе менән бураһы фидияға бирелә торғандыр?

Староста. Ҡомһоҙланма, хәҙрәт, һиңә кәзәһе лә еткән.

1-енсе кеше. Мирҙе онотмағыҙ, мирҙе, юғиһә схот йыйыҙырасаҡбыҙ!

Староста. Йорт-йыһаздары миргә ҡаласаҡ. Потомушты бураһын миргә бүлеп биреп булмағанлыҡтан, мин урынына мир табынына бер мискә асы бал ҡуям. Слидәүәтелне, йорт бураһы миңә тейә.

Хәҙрәт. Тәҡсир, һауыт-һабалары ла гүр саҙаҡаһына теймәһә, йыназа уҡымайым.

Староста. Һәй хәҙрәт, көнөнә алты кеше үлеп торһа ла, нәфесең ҡанмаҫ икән! Һинеңсә булһын: өй эсендәге һауыт-һаба – гүр саҙаҡаһына.

Хәҙрәт. Ярхамикалла, ярхамикалла.

2-нсе кеше. Ә миңә? Хәҙрәт артынан сабып, сабатама икенсе тишек өҫтәнем.

Староста. Станауай килгәс, мәйет аяғындағы сабатаны алырһың.

2-нсе кеше (бабайҙың аяғын һәрмәп). Уныһы ла тишек бит.

Староста. Тишекте тишек бөтәйтер.

2-нсе кеше. Анауы кәзәкей кемгә һуң?

Хәҙрәт. Тәҡсир, кәзәкей минеке!

Староста. Минеке!


Староста менән хәҙрәт кәзәкейгә ташлана, бер-береһенә төкәлешеп ҡолайҙар.
Әбей (сәрелдәп ырғып тора). Ҡуй, ҡуй, ала күрмәгеҙ кәзәкейемде! Үҙемә лә берәү генә! Йүнләп кейгәнем дә юҡ әле, ала күрмәгеҙ! (Йүгереп барып сөйҙәге кәзәкейҙе йола).

Халыҡ (бер тауыштан). Аһ! Үлмәгән!


Төркөм шаулашып сығып ҡаса, староста менән хәҙрәт иҫтән яҙып йығыла.
Хәҙрәт (башын ҡалҡытып). Фиҙия минеке! Кәзә... кәзә... мәкә-кә-кә-кә... хи-хи-хи... (Ауа).

Староста (ятҡан еренән таяғын болғап). Ни смит терелергә, ни смит! А-а-а-а! (Олой).

Бабай (ырғып тора, йөҙөндә оло шатлыҡ). Әллә-лә, иблис ҡарсыҡ, еңелдең! Сүлмәкте һин йыуаһың!



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет