Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР


Шаршау 06.12.1947. Ялҡау колхозсы



бет23/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25

Шаршау
06.12.1947.

Ялҡау колхозсы

Ҡатнашалар:
Ғәптрүш – ялҡау.

Фариза – Ғәптрүштең ҡатыны.

Бригадир.

Фельдшер.


Насар ғына йыйыштырылған бүлмә. Уң яҡта мейес ауыҙы өңөрәйеп тора. Янындағы кескенә өҫтәлгә табаҡ-һауыт түңкәрелгән. Шунда уҡ иҙәндә -- күнәк менән һыу. Сәхнә уртаһында халыҡҡа ҡырыныраҡ ҡаратылып карауат ҡуйылған, одеал-япмаһы ике яғынан да иҙәнгә һәленеп төшкән. Шаршау асылғанда башына бүреген кейгән Ғәптрүш аяҡтарын карауат аратаһына күтәреп, ҡатҡан тунын боттары араһына ҡыҫтырған килеш салҡан ята. Күлдәге аҫтына ҡулын тығып ҡорһағын ҡашый.
Ғәптрүш. Уф! Был ҡатынды ни эшләтергә инде? Мунса яҡ, тигәнемә нисә көн, тыңламай бит тәки. Ҡортлатып үлтерер, ахырыһы (башын тырнай). Өҫтәүенә, ҡарға кеүек ҡарҡылдап әрләшкән була бит әле. Имеш, мин ата ялҡау, имеш, тороп сыбыҡ та һындырмайым -- көнө-төнө йоҡо һимертәм. Бына нисек тел сарларға батырсылыҡ итә бит ул ҡәһәр төшкөр шайтан думбыраһы. Тыңлап торһаң, иҫең китер. Уныңса шул: йылы өйҙә яҙылып ятып хәл алыу ҙа ялҡаулыҡҡа керә. Ялҡау булмайым, тип, һәнәгеңде күтәр ҙә ыжғыр буранда сәңге лә йөрө, имеш. Ятам икән, колхозда минән башҡаһы бөткәнме ни? Бер мин эшкә сыҡмағандан колхоз буралары һайыҡмаҫ әле. Йә булмаһа мин эшләй тип байымаҫ (тороп ултыра). Туҡта, берәй нәмәһе юҡмы икән танау аҫтына ҡыҫтырырға? Ята-ята эс үткәште (төшөп, әкрен генә бесәй аҙымдары менән мейес яғына йүнәлә). Ҡәһәр төшкөрө яуыз ҡайтырҙан элек, тамаҡты туйҙырып алырға кәрәк (өҫтәлдәге һауыттарҙың аҫтын әйләндереп ҡарай, сепрәк аҡтара, ләкин таба алмай асыуланып). Ах яуыз, йылан аяғын киҫкән! Тыҡҡан бит икмәген йәһәндәмдең төбөнә! Миңә тимәгәйе өс көн ашатма, әммә барыбер өйҙән сығара алмаҫһың (кире ятып, үҙалдына һөйләнә). Их, ошо карауаттың аҫтында ғына аҙыҡ тултырылған тылсымлы баҙың булһасы! Асыҡҡаның ғына һайын, ҡулыңды тығып ал да һоғон, ал да һоғон, ләкин үҙе бер ҙә бөтмәһен ине! (Бераҙ уйланып). Ундай баҙың булыу түгел, Хоҙайҙан ялынып һорағаныңдың икенән бере үтәлеп торһа ла бик ярар ине әле. Хәйер (бармағының осон маңлайына терәп), боронғоларҙың әйтеүенә ҡарағанда, ысын күңелдән теләгән теләк үтәлмәйенсә ҡалмаҫ, ти. Бигерәк тә минең кеүек өҙөлөп теләүселәрҙең. Шулайғас (күккә күрһәтеп), нисек тә уларға хәлемде белдереү кәрәк. Ярҙам итерҙәр, моғайын. (Ҡушҡулын рупор рәүешендә ауыҙына ҡуйып, күккә ҡысҡыра). И Хоҙайым минең, хәлемде белеп аҙыраҡ ярҙам итһәңсе! Мин һинән күп һорамайым, бер ҡапсыҡ... (Ҡапыл нимәлер иҫенә төшөп, мейес алдына елтерәй, иҙәндә ятҡан самауыр торбаһын алып, ауыҙына ҡуйып, иҙәндә ырғаңдап ҡысҡыра). Бер ҡапсыҡ икмәк булһа ла етеп торор! (Ҡотороноп һөрәнләй). Фәрештәләр, изге фәрештәләр! Изге теләгемде Хоҙай Бабайға еткерегеҙ! Әгәр ҙә тулы ҡапсыҡты йөкмәп осоуы һеҙгә ауыр булһа, бүлеп-бүлеп кенә ташығыҙ. Пока бер ашауға бер икмәк кенә лә етеп торор. Ҡалғанын – һуңынан! Ишеттегеҙме?
Килтерегеҙ тиҙерәк,

Миңә ашарға кәрәк! (Бейей).
Тышта аяҡ тауыштары. Ғәптрүш бер секунд ҡына туҡтап тыңлап тора ла, торбаһын ташлап, йәшен тиҙлегендә карауат аҫтына йомола. Одеал ситен ҡайырып ҡына ҡарай. Ҡулына табаҡ тулы ҡамыр күтәреп Фариза инә.
Ғәптрүш (карауат аҫтынан сыға-сыға һөйләнә). Йөрөй тағы ваҡытһыҙ! Әллә бригадир инеп киләме тип торам. (Табаҡтағы ҡамырҙы күреп шатлана). Әһ-һә, ҡамыр иҙҙеңме?! Дауай-дауай, бешер тиҙерәк, юҡһа үҙәк өҙөлдө!

Фариза. Тәүҙә ишек алдына сығып ҡар көрә. Шунан ялғарһың.

Ғәптрүш. Ярай, күп ләпелдәмә, бешер тиҙерәк! Ҡар көрәмәйенсә лә бик оҫта һәпелдәтәм.

Фариза. Оҫта булһаң, тап та аша. Һап-һау көйөңә көнө-төнө карауатта аунағаның өсөн һимертәйемме?

Ғәптрүш. Уй билем! Ай муйыным! Ауырығанға аунайым!

Фариза. Фельдшер саҡыртайыммы?

Ғәптрүш. Ауыҙыңдан ел алһын! Укол ҡаҙатып, үлтертергә итәһеңме? Фельдшер түгел, ә бөп-бөтөн, бер түңәрәк көлсәң кәрәк миңә.

Фариза (өҫтәлгә ҡуйып ҡамыр баҫа). Икмәкте бит ҡар аҫтынан соҡоп ҡына сығармайҙар. Ашағың килгәс, эшләргә лә тейеш. Эшләмәһәң, тештәреңдең һыуын һурып ултыр.

Ғәптрүш (йоҙроҡ йомарлап). Етер, ҡанымды күп ҡыҙҙырҙың! Бирергә ҡалһа, Хоҙай бирә лә ҡуя ул.

Фариза (мыҫҡыллап). Тү-тү, күктән икмәк төшөп килә -- ҡапсығыңды киңерәк тот!

Ғәптрүш. Ә?! (ышанып, башындағы кәпәсен алып тота). Миңә бер кәпәсе лә етеп торор пока. (Асыуланып, кәпәсен карауатҡа атып-бәрә). Их һин, шайтан таяғы! Мине әллә кәзә урынына күрәһеңме? Икенсе телеңә һалышһаң, яҡшылыҡ көтмә. Һалдым-осорҙом, ятырһың һалма бешкәнсе! Уф билем! Ах муйыным! (Карауатына ауып). Дауай-дауай, өлгөрт көлсәңде! Түҙер әмәл ҡалманы!

Фариза. Түҙә алмаһаң, туҙ кимер, ауырыуың биҙеп тайыр. Ауырыуға һалышып, эштән ҡасып ятаһың. Ә минең эштәр һинән башҡа ла етерлек (ҡамырын ҡаплап, кейенеп сығып китә).

Ғәптрүш (ҡатынын ҡыуалатып). Туҡта, ҡайҙа олаҡтың? Тәүҙә бешер икмәгеңде! (Кире әйләнә). Ах уңмаған ләтсә тел, күрһәтермен әле күрмәгәнеңде! (Карауатына гөрһөлдәп ауа, карауат арҡаһын типкеләй. Салбар бөрмәһе аҫтына ҡулын тығып тырнай-тырнай һүгенә). Тфү! Ҡанэскестәр, ҡоротҡостар! Инде һеҙ ҡалдығыҙмы мине йолҡҡоларға? (Беттәрен алып ташлай). Бөтәһе шул яуыз ҡатын арҡаһында – яҡмай бит мунса! Инде астан үлтерә. (Ырғып тора). Шалишь, яуыз, булдыра алмаҫһың! (Иҙәндәге торбаны тибеп ебәрә). Үҙеңдең ҡаныңды эсермен! (Өҫтәлдәге ҡамырҙы тырыша-тырыша әүмәләргә тотона). Уҡлауы ҡайҙа икән сәнселгерҙең? (Эҙләнә, таба алмай). Уныһын да йәшергән! (Иҙәндәге балтаны алып, һабы менән ҡамырҙы йәйә башлай, үҙе ялт-йолт ҡарана. Ишек яғына). Эште мин һинһеҙ ҙә көйләрмен, тик бригадир ғына килеп кермәһен. Көн дә эшкә әйтергә килә бит, мәлғүн! (Мейес эсендә көлсә бешереп ала, һоғаланып ауыҙына тултыра. Ҡалғанын ҡуйынына тығып, икенсе көлсәне әтмәләй). Тиҙерәк, тиҙерәк! Ҡулға эләккәндә күберәк умырып ҡалырға кәрәк. Шунан һуң өс көн буйына ла ялыныуһыҙ, тыныс ҡына карауатта донъя көтөргә мөмкин...
Ишек артында ҡапыл аяҡ тауыштары.
Бригадир. Эһем, Ғәптрүш өйҙәме?

Ғәптрүш (бер секундҡа таштай ҡатып тауышты тыңлай, йөҙөндә тәрән ҡаушау. Асыуланып). Шул, шул, әпсәнән тыумағыры! Бригадир! (Ҡулындағы нәмәләрҙе шалтор-шолтор ырғыта ла карауат яғына атлыға, шул ыңғайы бер аяғын ҡүнәктәге һыуға тыға, күнәк, ауып, дыңғыр-даңғыр һөйрәлеп бара, Ғәптрүш һөрлөгөп йығыла. Ишектән бригадир күренә). Уй Хоҙайым, уй Хоҙайым! (Карауат аҫтына үрмәләп инеп китә).

Бригадир. Туҡта, туҡта, ҡайҙа үрмәләйһең?! (Ғәптрүштең аяғынан эләктереп тарта, ләкин ойоғо һурылып сығып бригадир салҡан ҡолай). Ах шайтан! Ни эшләйһең һин унда, Ғәптрүш? Килгәнем һайын карауат аҫтына шылаһың.

Ғәптрүш. Уй билем! Ай муйыным! Радикулит йонсота! Карауат аҫтында шифалы ванна алам!

Бригадир. Беләм мин һинең ялҡаулыҡ радикулитын, сыҡ тиҙерәк! (Балаҡтарынан тартҡан ыңғайы салбар һыпырылып сыға). Ах шайтан!

Ғәптрүш (тибәләнеп). А-а-а-а, о-о-о-о! Ҡарауы-ы-ыл, талайҙар! Ыштанымды һалдырҙылар!

Бригадир. Кәрәк ине һинең бетле ыштаның! (Салбарҙы карауатҡа ырғыта). Күрһәтәйем әле мин һиңә ҡарауылды! (Аяҡтарынан һөйрәп сығара).

Ғәптрүш. Уй билем! Ай муйыным! (Карауатҡа менеп ятып, салбарын ябына). Ҡаты-ы-ын, ҡайҙа олаҡтың? Ауыҙыма ҡалаҡ менән һыу һал, йән бирәм!

Бригадир. Уф, бәләгә килеп ҡаптым! (Ҡурҡып сигенә). Баш китмәҫе элек фельдшерҙы килтерәйем! (Сығып йүгерә).

Ғәптрүш (шунда уҡ аһылдауҙан туҡтап, тороп ултыра, ашанырға тотона). Ос йәһәндәмгә! Һинең кеүектәрҙе генә тишек кәмәгә ултыртырға беләм мин! (Пауза). Туҡта, тәҙрәнән ҡарайым әле. Юҡһа ҡапыл килеп инеүҙәре бар. (Салбарын кейеп, тәҙрәгә бара). Ах мөртәт, килә лә ята. Етмәһә, фельдшер ҡыҙҙы эйәрткән. (Тиҙ генә кире ята). Инде уныһын нисек кәкре ҡайынға терәтергә? Термометры менән эҫелегемде үлсәһә... юҡ, ирек ҡуймам! (Тышта мөңгөрҙәшеү) Киләләр!.. (Донъя ҡуптарып туларға, аҡырынырға керешә).


Бригадир һәм ҡыҙыл тәреле сөмкәһен тотҡан фельдшер ҡыҙ инә.
Фельдшер. Оһо! Жарын үлсәргә кәрәк. Ярҙамлашығыҙ, ағай. (Карауаттың ике яғына баҫалар. Фельдшер термометрҙы Ғәптрүштең ҡуйынына тығырға иткәндә, тегеһе ике ҡулын ике яҡҡа һелтәп ебәреп, термометрҙы осора, бер йоҙроғо бригадирҙың сикәһенә ҡундырыла. Карауаттың арғы башына тайпылыусыларға Ғәптрүш аяҡтары менән һелтәнә).

Бригадир. Ғәптрүш, ни ҡылығың был?

Фельдшер. Тынысланығыҙ, Ғәптрахман ағай. Ҡайһы ерегеҙ ауырта?

Ғәптрүш. А-а-а-а! О-о-о-о!


Фариза инә.
Фариза. Был ни хәл, ни тауыш?

Бригадир. Ғәптрүшең йән бирә.

Фариза. Кит, әле генә минән ашарға таптырып аҡырына ине. (Эргәһенә килеп). Был ниндәй көлсә һыныҡтары? Йән биргәндә көлсә тыҡшыналармы?

Фельдшер. Ә шулай ҙа тынысландырыр өсөн укол ҡаҙайыҡ. (Ҡулына ҙур шприц ала). Һеҙ икегеҙ аяҡ-ҡулдарынан тотоғоҙ.

Ғәптрүш (башын ҡалҡытып шприцҡа ҡарай). А-а-а, кәрәкмәй! Унһыҙ ғына йән бирәм, тура ожмахҡа керәм! (Тибәләнә).

Фельдшер (баш сайҡап). Нишләргә инде хәҙер?

Бригадир. Китте баш, ҡалды муйын һерәйеп!
Тышта бер малай тауышы.
Тыштағы малай. Ғәптрүш ағай!

Ғәптрүш (тына биреп тауышҡа ҡолаҡ һала ла тағы аҡырына). Борсомағыҙ, йән бирәм!

Тыштағы малай. Ғәптрүш ағай, һине атайым саҡырҙы. Аш ашарға килһен, ти!

Ғәптрүш (ҡапыл тынып, ырғып тора). Ә?! Нимә? Аш, тиһеңме? Хәҙер барам, хәҙер! (Иҙәндәге быймаһына эләгеп йығыла, һыңар быйманы кейә-кейә һикерәңдәп йүгерә). Ҡатын, ҡатын, тим! Һыңары ҡайҙа? Йәһәт артымдан алып сыҡ, тиҙерәк! (Олаға).

Фельдшер. Бына һиңә ауырыу!

Бригадир. Ялҡауҙың ауырыуы кеҫәһендә йөрөй тигәндәре бына ошолор инде.


Шаршау

29.10.1949.



Ҡыйыулыҡ дарыуы

Ҡатнашалар:
Егет.

Сәғиҙә.
Беренсе күренеш: егет.


Егет. Их, мин шат та инде бөгөн, үҙ ғүмеремдә былай шатланғаным юҡ ине. Уйламағанда бәхеткә тарыным, донъялағы иң ҙур, иң күркәм бәхет! Уның ҡаршыһында Билән тауың да, Йылан тауың да тырнаҡ ҡараһындай ғына күренә. Улай ғынамы! Хатта Казбек менән Эльбрусты килтереп ҡуйһалар ҙа минең бәхетем уларҙан бейегерәк буласаҡ. Хәҙер мин бөтә йәнем-тәнем менән шул бәхет тураһында ғына уйлайым, тулҡынланам. Их йөрәк, ниңә былай ныҡ тибәһең? Бер генә сәғәткә туҡтай биреп торһаңсы – аҙыраҡ тынысланыр, буласаҡ бәхетле күрешеүгәсә хәл йыйыр инем, исмаһам. Беләм, арымаҫ-талмаҫ юлдашымһың, бер секундҡа ла туҡтарға теләмәйһең. Шулай өҙлөкһөҙ дөпөлдәп хәрәкәтләндерәһең, мейемде аң нурҙарына мансыйһың. Ләкин ул ғына сәбәп түгел инде. Он тартыусы, ауылға электр уты биреүсе тирмән мөдире Сәфәр ағай ҙа бит әле бик йыш ҡына моторын ял иттертә лә тирмәне – хәрәкәтһеҙ, ә ауыл утһыҙ ҡала. Ләкин шуның өсөн берәү ҙә асыуынан башын электр бағанаһына бәреп ярғаны юҡ һис тә, хатта лаяҡын иҫеректәр ҙә дөм-ҡараңғы урам буйлап өйҙәренә иҫән-имен ҡайталар... Ярар, йөрәк дулаһа-дулаһын, бәхетемде ҡаршыларға әҙерләнергә кәрәк. (Халыҡҡа ҡарап). Һеҙ: “Ниндәй бәхет икән ул?” – тип аптырайһығыҙҙыр әле. Әйтһәм дә, һеҙгә генә әйтәм инде сер итеп. Теш арағыҙҙан сығара күрмәгеҙ! Ете йыл буйы бер ҡыҙҙы һөйөп йөрөнөм, тик ҡыҙ үҙе генә белмәне быны. Бөгөн тап шул һылыу менән ошонда осрашырға, ялҡынлы йөрәк серҙәремде, ниһайәт, асып бирергә ҡарар иттем. (Сәғәтенә ҡарай). Уф, ярты сәғәттән Сәғиҙә килеп етәсәк! Уф йөрәгем! (Йөрөнә). Ҡара көҙ тип торманым, тауҙан-тауға йөрөп, бынауы сәскәләрҙе йыйҙым (төргәктән гөлдәмә сығара). Их, ҡайһындай хуш еҫле улар! Иң элек Сәғиҙәкәйем менән ҡул ҡыҫышып күрешәсәкмен, үҙебеҙҙең ҡыл муйынсаҡлы өс айлыҡ быҙау кеүек, күҙҙәремде тултырып-тултырып күҙкәйҙәренә ҡараясаҡмын. Бына ошолай... Шулай күңелкәйен бераҙ йомшартҡас:
Сәғиҙәм, бәғерем,

Йөрәгем-тамырым,

Эсәгем-һөйәгем,

Тик һине һөйәмен! –
Тип үҙем сығарған гүзәл шиғыр менән иҫен-аҡылын аласаҡмын. Был шиғырҙан һуң һылыуым ҡамырҙай йомшаясаҡ. Шунан уның алдына теҙләнәм дә ошо гүзәл сәскәләрҙе бүләк итәм. Бынан һуң инде ҡыҙ ҡалас ҡамырылай ҡулымда тамам әүәләнеп:

Әүбәкерем, йәнем, һөйәм мин һине, һөйәм! – тип муйынға аҫылынасаҡ. Ә артабан?.. Түрәбеҙҙең еңел машинаһын алаһы ла Бюро ЗАГС-ҡа елдерәһе генә ҡала. (Уйланып). Уныһы шулай ҙа ул... Тик ошолай матур итеп әйтеп булырмы икән уға был һүҙҙәрҙе? Ҡыҙҙар менән осрашҡанда ҡойолам да төшәм бит... Бөтәһен онотам, телем бригадир Фәйзрахман ағайҙың дилбегәһеләй ҡырылмаһа ҡырҡ урындан төйнәлә лә бөтә шул. Ауыҙым асылһа ла, былбыл итеп осорорлоҡ һүҙ тапмайым. Шуға күрә ете йыл буйы һиҙҙертмәй йөрөнөм дә инде... Их был ғалимдарҙы! Күктә әйләнгән бер Ай етмәгәндәй булып, йыһан төбөнә әллә ниндәй юлдаштар осоралар, ә тормошта миндәйҙәргә шундай кәрәк әйберҙәр тураһында уйламайҙар. Ғишыҡ утында төтөнһөҙ генә янып йөрөгән егеттәр өсөн дә берәй нәмә уйлап тапһындар ине! Моғайын, яһалма Ҡояш та яһарҙар әле улар, ләкин минең ете йыл буйы Сәғиҙәкәйемә эс серҙәремде сисә алмай йөрөүемде һис иҫәпкә алмаҫтар. Бынауы үҙебеҙҙең шәп тимерсе Рәшит ағай ғына сүкеп бирһә лә ярар ине әле ул ҡыйыулатҡысты! Их, юҡ шул миндә ҡыйыулыҡ! (Сәғәтенә ҡарай). Егерме минут ҡалды, телем-телгә йоҡмаҫлыҡ итеп ятларға кәрәк шиғырҙы!


Сәғиҙәм, бәғерем,

Йөрәгем-тамырым,

Эсәгем-һөйәгем,

Өҙөлөп һөйәмен!
Ух, бөттөм, юғалдым, сәнселдем, ҡаҙалдым! Тел тотлоға... Ҡыйыулыҡ та самаланып бара, буғай (йөрәген тотоп ҡарай). Йөрәк ҡотора! Ни эшләргә, ни әмәлен табырға? Әһә, һатыусы ағай әйткәне иҫкә төштө! Ваҡыт бар әле, кибетенә бара һалып, ҡыйыулыҡ дарыуынан берәр йөҙ грамды төшөрөп киләйемсе (Йүгереп сығып китә).
Икенсе күренеш: егет ҡыҙмаса булып инә.
Егет. Бына нисек булдыралар уны беҙҙә! Ҡыйыулыҡ дарыуын ситтән эҙләйһе юҡ, ул үҙебеҙҙең Кузьма ағайҙа ла етерлек. Хәҙер мин әллә ниндәй бүреләр, айыуҙар, дейеү бәрейҙәре, хатта Сәғиҙәнең үҙе килеп торһа ла ҡурҡмаясаҡмын! Мин ҡыйыу! Ете йыл буйы өндәшә алмай йөрөгән заманалар үтте инде. Конец! Капут! Их һин минең ҡәҙерле гөлсәсәгем, букет-гөлдәмәкәйем! Һинең менән беҙ хәҙер һөйөклө Сәғиҙәкәйемде күрербеҙ һәм... (гөлдәмәне үбә) супылдатып үбеп тә алырбыҙ. “Суп!” иттереп! Һин был донъялағы иң аҫыл егеттең һөйгән ҡыҙы менән нисек итеп һөйләшеүен күрерһең. Ҡыуан, гөлдәмә, ҡыуан, ҡыуан, ҡыуан! (Гөлдәмәне һикертә башлай). Һәпестә-һәпестә, бигерәк матур бәпес тә! Туҡта, мин ысын егеткә әүерелдемме һуң әле? Ҡыйыулығым етерлекме? Етмәҫ әле. Туҡта, йәһәт кенә йәнә кибеткә барып киләйем, Кузьма ағай ни әйтер икән? (Сығып китә).
Өсөнсө күренеш: егет йырлай-йырлай инә.
Егет (көйләп):

Сәғиҙәм, бәғерем,

Тамырым, ҡамырым,

Эсәгем, сәксәгем,

Әсеһен, сөсөһөн!
Сәғиҙәм, йәнем, бәғерем, мин... кемде өҙөлөп һөйәм? (Йығыла). Һине һөйәм, һине! Һүп! Һүп! (Иҙәнде ҡат-ҡат үбә).
Тәҙәрәгә килгәндәр,

Шыңғыр күлдәк кейгәндәр,

Шыңғырлатып һөйгәндәр...
Һүп! (Үҙенең иҙәндә аунаған фуражкаһын үбә). Спорт... шопорт көйөнә, шопорт көйөнә!
Дүртенсе күренеш: егет, Сәғиҙә.
Сәғиҙә. Абау, ниндәй сусҡа аунап ята?

Егет (тора, теле көрмәлә). Шопорт... Сәғиҙә... Сәғиҙә... бауырым... Сәскәм ҡайҙа? (Иҙәндә ятҡан һеперткене алып артына йәшерә).

Сәғиҙә. Абау, ни күренә күҙемә? Әбүбәкер, һинме был?

Егет. Сәғиҙәм... бәғерем... (талпынған ыңғайы тәгәрәй, тороп, ҡыҙға яҡынлай).


Сәғиҙә, багорым,

Көрәгем, тимерем,

Көсөгөм, һөлөгөм...
Ҡыҙға бүләк итеп һеперткене һуҙа ла уның алдына теҙләнәмен тигәнсе салҡан әйләнеп төшә, шул ыңғайы хырылдап йоҡлап китә. Ҡыҙ ҡулдарын йәйеп ҡатып ҡала. Сәхнә артында ауаз: “Бына һиңә ҡыйыулыҡ дарыуы!”
Шаршау

1950.


Ер аҙығы
Ҡатнашалар:
Бикмәй – колхоз председателе, 45 йәштә.

Ғиндан – бригадир, 35 йәштә.

Баһау – сөгөлдөр үҫтереүсе звеновод, 21 йәштә.

Йомағол – пенсионер, 65 йәштә.

Йосоп – хисапсы, Ғиндандың ярҙамсыһы, 18 йәштә. Мәғәнәһеҙ яңғырауыҡ һүҙҙәр ҡысҡырырға ярата.

Байғазина – партияның өлкә комитеты инструкторы.


Ваҡиға колхоз идараһында бара.

I сәхнә
Ғиндан, Баһау, Йомағол
Баһау. Ер аҙығы кәрәк! Ишетәһегеҙме, ер аҙығы кәрәк, тим! Әгәр быйыл да ашламалар менән тәьмин итмәһәгеҙ, мин сөгөлдөр үҫтереүҙән баш тартам!

Ғиндан. Туҡта, һин ни һөйләйһең? Беҙҙең партия һәм дәүләтебеҙ...

Баһау (бүлдертеп). Ағай, партия һәм дәүләтебеҙҙең ни ҡушҡанын туҡыма. Уны һинһеҙ ҙә бик шәп беләм. Һин миңә шуны әйт: ҡасан колхоз етәкселеге сөгөлдөрҙө мыҫҡыл итеүҙән туҡтар?

Ғиндан. Ҡустым, һин үлсәберәк һөйләш. Берәү ҙә сөгөлдөрҙө мыҫҡылларға йыйынмай. Баҫыуҙарыбыҙҙың алтын ҡаҙығы ул.

Йомағол. Пргаҙир, һине тыңлап ултырам да уйға ҡалам. Элекке заманда “алтын ҡаҙыҡ” тип атаның һөйөклө улына әйтә торғайнылар. Әммә беҙҙең сөгөлдөрҙәр һис кенә лә һөйөлгәнгә оҡшамай. Үгәй әсә ҡулында астан киҫелгән балалай йонсоп, япраҡтары һарғайып, ҡорошоп-сорошоп ултыралар, бисараҡайҙар.

Баһау. Хаҡ һөйләйһең, олатай. Беҙҙең сөгөлдөр ысынлап та асҡа интегә.

Ғиндан. Аҡты ҡараға бутама әле, бабай. Үткән йәй ҡоро килде, шуға күрә сөгөлдөрөбөҙ ҡолас кирә алманы. Һалам аҫтына ут төртөп, кеше ҡотортоп йөрөмә, бабай.

Баһау. Тиреҫ кәрәк, тиреҫ! Һәм химик ашламалар! Әгәр ергә тейешлеһен индерһәң, ҡоролоҡло йылдарҙа ла арыу уңыш алып була.

Ғиндан. Һис кем һинең аяҡ-ҡулыңды бәйләп тотмай ҙаһа, ҡустым. Яула, үҫтер, шатландыр Ватанды! Ер аҙығы тураһында бер һин генә янып-көймәйһең, беҙ ҙә ҡайғыртабыҙ уны. Идара әллә ҡасан уҡ минераль ашлама һорап “Сельхозтехника”ға ҡағыҙ атҡарҙы. Дәүләтебеҙҙән кредит та юлланыҡ.

Баһау. Беҙҙең баҫыуҙарҙың күбеһенә органик ашлама кәрәк. Ә был байлыҡ ферма артында тауҙай өйөлөп ята.

Ғиндан. Тиреҫ сығарыуҙың мәшәҡәте ҙур, ҡустым. Күпме транспорт кәрәк. Ә минералдың эш башҡаса – услап та һибеп була.

Йомағол. Һе! Мәшәҡәтһеҙ икмәкте лә ашап булмай, пргаҙир. Баһау улым әйтмешләй, тиреҫкә зарыға беҙҙең ер. Йыл да һөрөп-сәсәбеҙ, ә тупраҡты ашатырға онотабыҙ. Шул арҡала саңға әйләнде баҫыу. Ә һин унда, аҡса түләп алып, йәнә саң һибергә итәһең. Элек беҙ, ҡәһәр төшкөрө яңғыҙаҡ заманда, ағас сөй батырҙай урынға тимер сөй ҡаҡмай торғайныҡ. Кеҫәңдәге аҡсаң әтәс булып ҡысҡыра һинең.

Ғиндан. Яңғыҙаҡ замандар үткән инде, бабай. Хәҙер – колхоз, бөтәһе алдынғы ғилемгә таянып эшләнә. Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, береһен үлтермәй тороп, икенсеһен терелтеп булмай, тип тә әйткән боронғолар. Эйе, беҙҙең өсөн иң ҡулайлыһы – минераль ашлама!

Баһау. Уны берәү ҙә кире ҡаҡмай. Ул – ҡиммәтле ер аҙығы. Ләкин тиреҫ менән дуҫлашһа – уңа.

Йомағол. Колхозыбыҙҙың ауыҙын асһа үпкәһе күренеп тора. Шул көйөнсә һин, пргаҙир, эш хикмәтен бер минералға ҡайтарып ҡалдыраһың. Ыштанһыҙ билгә ҡайыш билбау түгелме был? Әлегә йүкә бауы ла ярап торор. Аҙ-маҙ мус туплап, ыштанды ипләгәс, ҡайышын да алып быуырбыҙ.

Баһау. Үҙебеҙҙең органиканы ҡулланһаҡ, баҫыуҙарыбыҙҙы бер ниндәй ҙә кредит-маҙарһыҙ ер аҙығына туйҙырырбыҙ.

Ғиндан. Органик ашламаның көсөн үтә шаштырып ташлайһың, ҡустым. Беҙҙең ҡоролоҡло дала шарттарында ул файҙа бирмәҫ – ундағы файҙалы матдәләрҙе иретергә дым етешмәй.

Баһау. Ха-ха-ха! Былтыр мин бер гектар ерҙе тиреҫләгәйнем, үҙегеҙ күрҙегеҙ, ошоғаса булмаған уңыш алдым.

Йомағол. Улым дөрөҫ әйтә. Былтыр мин дә унан күреп баҡсамды тиреҫләгәйнем, быйма башы ҙурлыҡ картуфтар йыйып алдым.

Ғиндан. Осраҡлы уңыш! Әйтәм бит, ямғырһыҙ шарттарҙа тиреҫ ҙур эффект бирмәй. Быны ғалимдар раҫлай.

Баһау. Ҡайһы ғалим?

Йомағол. Ғиндан-ғалимдыр, улым.

Ғиндан. Һин, Баһау ҡустым, ҡарт-ҡороно тыңлама, ә бөтә колхоз масштабында фекер йөрөтөргә өйрән. Әгәр беҙ ҙур габаритлы органиканы ташып ғүмер уҙҙырһаҡ, башҡа эштәребеҙҙе кем башҡарыр? Кем малға бесән килтерер, кем яҙғы сәсеүгә әҙерләнер? Уның өсөн ни тиклем көс, ылау, ваҡыт кәрәк! Тоҡҡа тултырылғанға етмәй ул, ҡустым. Эше лә еңел, аҙағы ла тыныс. Үҙ башыңа үҙең бәлә саҡыраһың!

Йомағол. Юрғаныңа ҡарап аяҡ һуҙырға кәрәк, пргаҙир.

Баһау. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – миңә ылау, кешеләр бир бөгөндән. Сөгөлдөр баҫыуын ашларға тотонам.

Ғиндан (көлөп). Тотон, тотон, һүҙең һүҙ булһын.

Баһау. Ҡабатлап әйтәм: ылау һәм кешеләр!

Йомағол. Егеттең башын ҡаңғыртма, әмереңде асыҡ әйт, пргаҙир.

Ғиндан. Был мәсьәлә бөгөн миңә ҡағылмай. Ярҙамсым Йосопҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Баһау. Юҡ, мин һиңә мөрәжәғәт итәм. Бригадир – һин!

Ғиндан. Мин бөгөндән бригадир түгел.

Йомағол. Бәй, кем әләйһә? Тәхетеңдән ҡолаттылар ҙамы ни?

Ғиндан. Председатель өлкә кәңәшмәһенә китте – шуның вазифаһын башҡарам. Минең вазифаны Йосоп башҡара.

Баһау. Эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа икән дә... (Сыға).

Йомағол. Тишек кәмәгә ултыртыуҙары ошо була инде ул, улым.

Ғиндан. Ҡарт, дезорганизовать итәһең!

Йомағол. Ҡустым, һин безорганизовать итәһең.

Ғиндан. Һин кем, әйтәйемме? Йылан аяғын ҡыйған төлкө!

Йомағол. Ә һинең эштәрең – көлкө (сыға башлай).

Ғиндан. Һәй, ҡартлас, телең дегеткә ҡанған ҡамсылыр һинең!

Йомағол. Ҡамсы, тараҡан түрәләрен ҡайыҙлай торған ҡамсы (сыға).

Ғиндан. Тфү-тфү, телеңә төйөр сыҡҡыры!



II сәхнә
Ғиндан, Йосоп.
Йосоп (ҡағыҙ болғап). Телеграмма, телеграмма! Фонограмма, криптограмма! Апофеоз, бенилюкс!

Ғиндан. Тфү, шайтан алғыры малай, ҡотто осорҙоң бит! Ни һөрәнләйһең, ниндәй телеграмма?

Йосоп. Феномен, баритон, резонанс! Бикмәй ағайҙың үҙенән – председателдән!

Ғиндан. Йә, йә, ни һуға?

Йосоп. Грандиоз яңылыҡ, уҡыйым: “Кәңәшмә тамам тчк беҙҙең колхоз территорияһында ҡиммәтле ашлама склады тчк транспорт әҙерләргә тчк”.

Ғиндан. Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ. Ҡайһы тәңгәлдә икән ул ҡиммәтле склад, әйтмәгәнме?

Йосоп. Әйтмәгән. Әммә тимер юл буйындалыр, әлбиттә. Бер көндө салышкүҙ Ғилман тимер юл станцияһына әллә нисә вагон минераль ашлама килеп туҡтағанын күреп ҡайтҡайны.

Ғиндан. Минераль ашлама? Ауыҙыңа бал да май, ҡустым!

Йосоп. Мулыраҡ сумырып ҡалырға кәрәк, ағай, бүтән колхоздар өлгөрмәҫе боронораҡ!

Ғиндан. Хужа шуның өсөн һуҡҡан да инде телеграмманы. Ҡуҙғалайыҡ, мырҙа, ҡуҙғалайыҡ, юҡһа һемәйеп ҡалыуыбыҙ бар. Халыҡты аяҡҡа баҫтыр, бөтә булған тартыу көстәрен тәртә араһына индер. Любой момент юлға сығырға әҙер торайыҡ.

Йосоп. Есть! Айн момент! Гибралтар, балтасар, гонорар! (Сығып йүгерә).

III сәхнә
Ғиндан, Баһау.
Баһау. Шуны әйтегеҙ: сөгөлдөр кәрәкме һеҙгә, юҡмы? Әллә күҙ буяу өсөн генә сәсәбеҙме уны?

Ғиндан. Кәрәк, ҡустым, бик кәрәк! А как же! Сөгөлдөрһөҙ бер ҡайҙа ла бара алмайбыҙ.

Баһау. Шулайғас, ниңә ҡаңғыртаһығыҙ? Йособоңа барғайным, ылау биреү тураһында ҡолағына ла элмәне. Үҙең өҙөп әйт!

Ғиндан. Ылау булмай.

Баһау. Нисек булмай?

Ғиндан. Просто булмай ҙа ҡуя, и все. Тиреҫеңә ҡарағанда ла мөһимерәк улъя бар.

Баһау. Бөгөн унан да мөһимерәктең булыуы мөмкин түгел! Былай мәсхәрә ҡылһағыҙ, өҫтөгөҙҙән райкомға ялыу яҙам.

Ғиндан. Яҙ, яҙ, ҡустым.

Баһау. Яҙырмын да!

Ғиндан. Яҙ, яҙ, ҡустым (Баһауҙың танауынан тотоп һелкей). Йә, асыуың һүрелдеме? Бушҡа дауыл ҡуптараһың. Быйыл да беҙ тиреҫһеҙ обойдемся.

Баһау. Тимәк, быйыл да шул бармаҡ йыуанлыҡ сөгөлдөр үҫтертмәксеһең?

Ғиндан. Ҡыҙма, егет, ҡыҙма! (Ҡосағын киреп күрһәтә). Быйыл беҙ бына ошо йыуанлыҡ сөгөлдөр үҫтерәсәкбеҙ. Уның ғына түгел, арпаның, бойҙайҙың, тарының уңышын да ҡырҡа күтәрәсәкбеҙ. Мә, уҡы телеграмманы, төшөнөрһөң айышына (түш кеҫәһенән сығарып телеграмманы бирә).

Баһау (уҡып). Төшөнмәйем. Ҡайҙан сыҡҡан был әкәмәт?

Ғиндан. Әкәмәт түгел, ҡустым, хаҡиҡәт! Хужа белмәй һуҡмағандыр. Бына-бына үҙе ҡайтып төшәсәк һәм складтан ер аҙығы ташый башлаясаҡбыҙ. Бөтә ылау һәм ресурстар – тик шуға! Туҡта, тимер юлдың склад мөдиренә шылтыратайым әле, ул минең яҡын дуҫым (телефондан шылтырата). Алло, алло! Һинме был, Моталлап Зарипович? Һау ғына йөрөп ятыумы? Кем, тиһеңме? Мин, мин – Ғиндан дуҫың. Эйе, эйе. Моталлап Зарипович, ҡарале, һеҙгә минераль ашлама килгән тиҙәрме? Ҡарале, Моталлап Зарипович, һин уны бүтән колхоздарға ысҡындырмайыраҡ тор әле. Эйе, беҙ алабыҙ бөтәһен дә, бөтәһен дә! Беҙҙең заявка беренсе сиратта тора, унан килеп, беҙ – артта ҡалған колхоз. Артта ҡалған колхоз, тим. Эйе, иң тәүҙә беҙгә тейеш, сөнки ныҡ артта ҡалған! Директорығыҙ менән беҙҙең Бикмәй Рамазанович өлкәлә, беләһең. Уртаҡ тел табышҡандар. Шулай итегеҙ, шулай итегеҙ. Пока, Моталлап Зарипович! (Трубканы ҡуя, устарын ыуалап). Эштәр бешә, Баһау ҡусты! Туҡһан туғыҙ процентҡа тәьмин ителдек. Онот, егет, ташландыҡ тиреҫ тауыңды – егерменсе быуаттың аҙаҡҡы яртыһында йәшәйбеҙ! Химия фәне ете милле аҙымдар менән киңлек яулаған заманда органикаға йәбешеп ятыу – алйотлоҡ!




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет