IV сәхнә
Ғиндан, Баһау, Йомағол.
Йомағол. Бик шыма һыҙыраһың, пргаҙир. Йәғни ярмаңды бик эре ярҙыраһың. Йомшаҡ түшәп ҡатыға ултыртмаһаң ярар ине.
Баһау. Яңылышаһың, Ғиндан ағай. Ашламаның бер төрөнә генә табыныу – һыңар терһәккә таяныу. Икеһен дә урынын, ваҡытын белеп ҡулланыу фарыз. Әммә беҙҙең ошо наҡыҫ көнкүрештә урындағы мөмкинлеккә көс һалыу реаль булыр ине.
Ғиндан. Ярай, ярай, үҙ фекереңдә ҡал, ҡустым. Әммә барыһы мин әйткәнсе барасаҡ. Себештәрҙе көҙ һанарбыҙ.
Йомағол. Себештәрең сығырмы икән, пргаҙир? Серетке баҫтыртаһың.
V сәхнә
Ғиндан, Баһау, Йомағол, Йосоп.
Йосоп. Сенсация! Клептация! Бикмәй ағай ҡайтып төштө!
Ғиндан. Шулаймы? Улайһа, хәҙер үк ул бында килеп етәсәк. Ылау, ылаусылар әҙерме?
Йосоп. Әп-әҙер! Саналарға тәрән йәшник ултыртылған. Ҡапҡа төбөндә көтәләр.
Ғиндан. Быныһы шәп!
VI сәхнә
Ғиндан, Баһау, Йомағол, Йосоп, Бикмәй.
Бикмәй. Иҫәнмеһегеҙ (өҫтәл артына үтә). Йә, нисек тәгәрләй эштәр? Телеграмманы алдығыҙмы?
Ғиндан. Алдыҡ. Ылауҙар һым ылаусылар любой момент юлға сығырға әҙер, Бикмәй Рамазанович.
Баһау. Кәңәшмә нисек үтте, ағай?
Бикмәй. Шәп үтте. Докладтарҙан әле булһа ҡолаҡ зыңлап тора.
Баһау. Телеграммала ниндәй ашлама складын атанығыҙ? Ысынмы шул?
Бикмәй. Бәй, ысын булмайса! Ысын, иптәш сөгөлдөрсө, бик ысын! Ул ашлама баштан ашҡан! Арымай-талмай баҫыуыңды ашлаһаң, күр ҙә тор, быйыл көҙгә үк күкрәгеңә орден ҡаҙаясаҡтар. Сап-саф минераль ашлама – сүбе лә юҡ, мәшәҡәте лә аҙ, һинең органигың ише түгел. Шатланырға кәрәк, ҡустым!
Йомағол. Ай-һай, аҙаҡ иларға тура килмәгәйе. “Иртә саҡырған кәкүктең башы ауырта”, тигәнде онотмағыҙ, мырҙалар.
Ғиндан. Ҡарҡылдама, ҡарт бүре! Ни юл менән баҫтығыҙ ул хазинаның өҫтөнә, Бикмәй Рамазанович?
Бикмәй. Уйламаған-көтмәгәндә килеп сыҡҡан хәл инде. Кәңәшмәлә тәнәфес ваҡытында тәмәке тартып тора инем, эргәмә икенсе секретарь үҙе килеп, һүҙ башланы: “Ни өсөн колхозығыҙ аҡһай?” Бәйнә-бәйнә теҙҙем дә бирҙем эсемдәген. Аҙаҡ: “Әгәр дәүләттән ашлама бирелһә, бер-ике йыл эсендә аяҡҡа баҫыр инек”, -- тип осланым. Ҡолағына һалып, бераҙ уйланып торҙо. “Үҙегеҙҙә юҡмы ни ул?” – тип һораны, күҙҙәремә тура ҡарап. “Ҡайҙан булһын, “Сельхозтехника” ҡайғыртмай”, -- тип тура яуапланым. “Миңә мәғлүм булыуынса, ҡул аҫтығыҙҙа ғына меңәрләгән тонна ҡиммәтле ашлама склады бар, ниңә ҡулланмайһығыҙ? Үҙем ярҙам итермен, ахыры, һеҙгә уны табырға”, -- тине серле итеп секретарь. Шунда ғына үҙебеҙҙең эргәләге тимер юл станцияһына минераль ашлама килтереп бушатыуҙарын иҫемә төшөрҙөм дә әйтә ҡуйҙым: “Һеҙҙән булышлыҡ көтәбеҙ, иптәш секретарь!” – “Ярар, булышырмын”, -- тине.
Ғиндан. Ҡайҙан күреп-белеп тора тиерһең, ә?!
Бикмәй. Моғайын, теге ваҡыт үҙебеҙгә килеп киткән корреспондент тишкән уға.
Йомағол. Ә-ә-ә, теге күн тужурка кейгән оҙон һираҡмы? Ҡәләме бик осло күренә ине шул. Таң тишегенән ат эҙләргә тип сыҡһам, фирмы артындағы тиреҫ тауында соҡсона. “Улым, әллә балыҡ ҡармаҡларға селәүсен ҡаҙаһыңмы?” – тигән булам. Ҡысҡырып көлдө лә былай ти: “Алтын ҡаҙам мин, бабай. Көтмәгәндә ошондай бейек алтын тауға юлыҡтым!” Үҙе атаған “алтын тау”ҙың бейеклеген, оҙонлоғон яҙып алды дәфтәренә. Ҡәләме осло икән...
Йосоп. Антропос! Тирмәнең ярҙыртып тарта -- әкиәт һөйләмә, олатай!
Йомағол. Ә һин осоҡ бәрейе кеүек сапсынма. Ауыҙыма келәп һала алмаҫһың!
Бикмәй. Урындағы етәкселек тураһында ниҙәр әйтте осло ҡәләм, хәтерләмәйһеңме?
Йомағол. Нишләп хәтерләмәй, ти, әллә алйығанға һанайһығыҙмы?
Бикмәй. Нимә тип һуҡаланы, колхоз етәкселеге дөрөҫ бара, тинеме?
Ғиндан. Бригадала эштәр шәплеген әйттеме?
Йомағол. Етәкселек-митәкселек, прагат-мрагат тураһында уны-быны һөйләмәне. Әммә һеҙҙең шәхсәнә үҙегеҙ тураһында бер-ике ауыҙ һүҙ ысҡындырҙы.
Бикмәй, Ғиндан (икеһе бер юлы). Йә, йә?!
Йомағол. Прсиҙәтелегеҙ мал көтә белмәгән көтөүсе, пргаҙирығыҙ көтөүсегә ярҙам итә белмәгән һуҡбай, тине.
Бикмәй. Ҡхым-ҡхым... (Йүткерә).
Ғиндан. Һә-һә-пчи! (Сөскөрә).
Бикмәй. Кем унда ишекте шар-асыҡ ҡалдырған? Сквозняк елгәнен күрмәйһегеҙме?!
Ғиндан. Ябығыҙ ишекте!
Йосоп. Бронхит! Стриптоцид! Грип-поза! Арттарын йыйнап йөрөй белмәйҙәр, сарматтар! (Барып ишекте яба).
Йомағол. И Илаһым, был заманда грип күп гиҙә башланы!
Бикмәй. Бабай, эшләргә мишайтлайһың!
Йомағол. Ҡыҙғанып әйтәм инде. Варис тигәнең ниграмутный икән шул – нәсәлниген-патсинунныйын ҡарап тормай йәбешә.
Йосоп. Варис түгел, ә вирус!
Йомағол. Миңә ҡалһа, барыбер.
Ғиндан. Теле оҙон һаҡалтайҙарға күберәк йәбешһен ине ул. Йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған улар.
Йомағол. Йүкә өҙөләме, ҡайышмы -- уныһын Алла белә (сыға).
Бикмәй. Ну ләтсә тел!
Ғиндан. Шайтаны бойора, тирһең.
Йосоп. Дыңғырҙауыҡ барабан. Йәки шағырҙауыҡ арба күсәре. Реликт!
Бикмәй. Корреспондент тигәне арт һабаҡты уҡыттыртмаһа ярар ине. Тиреҫтә соҡоноп йөрөүендә ғиллә бар. Яҙғыһын кукуруз баҫыуына һибергә тип ҡайтартҡан бөртөклө суперфосфатты ҡайҙа иттең? Әллә шунда күмдерттеңме?
Ғиндан. Што һин, Бикмәй Рамазанович, аҡылдан яҙмаған бит. Беҙ уны йылғаға ауҙарҙыҡ. Балыҡтарға ашарға, хи-хи-хи...
Бикмәй. Ҡара уны, осо килеп сығыр булһа, башыңды киҫермен!
Ғиндан. Һем... Ҡасан складҡа ылау юлландырабыҙ, Бикмәй Рамазанович?
Бикмәй. Бәләкәй сабыр итәйек. Әйттем бит, булышырға өлкә комитетынан секретарь үҙе тәғәйенләгән инструктор киләсәк. Юлға минең менән бер ҡатарҙан сығасаҡ ине.
Ғиндан. Әҙер торайыҡ, Бикмәй Рамазанович.
Бикмәй. Как штык һерәйегеҙ!
VII сәхнә
Бикмәй, Ғиндан, Йосоп, Баһау, Байғазина, һуңынаныраҡ Йомағол.
Байғазина. Сәләм, иптәштәр! Партияның өлкә комитеты инструкторы Байғазина ((һәммәһе менән ҡул биреп күрешә). Колхоз председателе һеҙ булаһығыҙмы?
Бикмәй. Эйе, мин булам. Рәхим итеп түрҙән уҙығыҙ, иптәш Байғазина.
Байғазина. Ашламалар мәсьәләһе буйынса һуғылғайным.
Бикмәй. Бик яҡшы, бик яҡшы, иптәш Байғазина. Беҙгә уны бөгөндән үк ташый башларға мөмкинме? Ҡасан юлланырға складҡа?
Байғазина. Миңә тимәгәйе, хәҙер үк юлланығыҙ.
Ғиндан. Булған ашламаның бөтәһен дә бирҙертәһегеҙҙер бит беҙгә?
Байғазина. Әлбиттә.
Бикмәй. Дөрөҫ эшләйһегеҙ, иптәш Байғазина, сөнки беҙ – артта ҡалған хужалыҡ
Ғиндан. Дәүләтебеҙ туҡтауһыҙ биреп торһа, алға ла сығырбыҙ.
Баһау. Байғазина иптәш, урындағы ашламалар ҙа бик күп бит.
Байғазина. Беләм, ҡустым, беләм. Үҙең кем булып эшләйһең?
Бикмәй. Беҙҙең сөгөлдөр үҫтереүсе ул, иптәш Байғазина. Йәшлек – йүләрлек, тигәндәй, саҡ ҡына иҫәрлеге бар: минераль ашламаларҙың ҡәҙерен белеп еткермәй. Органик, ти ҙә ныҡыша.
Байғазина. Һммм... Бик ҡыҙыҡ. Һеҙ үҙегеҙ ҡайһы ашлама яҡлы һуң?
Бикмәй, Ғиндан. Минерал яҡлы, әлбиттә!
Бикмәй. Беҙ алаһы ашлама аммоний сульфатымы, әллә суперфосфатмы?
Байғазина. Уныһын арҙаҡлы аҡһаҡалығыҙ Йомағол ағай әйтер.
Бикмәй, Ғиндан. Ә?!
Тулы ике моҡсай күтәреп Йомағол инә.
Йомағол. Әссәләмәғәләйкүм, мөмкинме?
Байғазина. Әйҙә, ағай, әйҙә, килтер моҡсайҙарыңды. Етәксе иптәштәр үҙҙәренә ниндәй ашлама кәрәклеген белергә теләйҙәр.
Йомағол. Уф, ну йүгерҙем дә һуң, һеңлекәш! Үҙегеҙ бойорғанса, тап әлеге корреспондент соҡсонған “алтын тау”ҙан тултырҙым. Ер аҙығыбыҙ шундай матур, шундай матур, Байғазина һеңлекәш – буталлы һандыҡтарға ғына һалып ташырлыҡ алтын! (Моҡсайҙарҙы өҫтәлгә һала).
Байғазина (моҡсай ауыҙҙарын сисеп). Бына, күрегеҙ алаһы ашламаларығыҙҙы.
Бикмәй менән Ғиндан эйелеп, маңлай төкөшәләр.
Бикмәй. Тир-тир... тиреҫ?! (Ултыра төшә).
Ғиндан. Ти... ти... ти... (Ҡатып ҡала).
Баһау. Бына был, исмаһам, мин тигәнсә ер аҙығы!
Йомағол. Ә Бикмәй менән Ғиндан мырҙаларға был – сир ҡаҙығы!
Байғазина. Районығыҙға туҡталып, колхозығыҙҙың тупраҡ картаһын ҡараным. Баҫыуҙарығыҙ хәҙер, химик ашламанан да бигерәк, органик матдәләргә мохтаж. Бөгөндән башлап ылауҙарығыҙҙы егегеҙ, фермағыҙ артындағы “алтын тау”ҙы баҫыуҙарға сығарығыҙ. Һеҙҙең ҡулда районығыҙҙағы иң затлы органик ашлама склады! Бындай ҙа ҙур хазина барҙа гектарынан мең центнер шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп алырға мөмкин. Ә һеҙ һаман ике ҡуллап дәүләт муйынына аҫылынғанһығыҙ, бәпес булып имергә күнеккәнһегеҙ! (Сыға).
Бикмәй (маңлай тирен һөртөп). Дааа... һәләк булдыҡ, Ғиндан туған...
Ғиндан. Яндыҡ, Бикмәй Рамазанович...
Йосоп. Емерелдек, ҡыйралдыҡ, етмеш киҫәккә туралдыҡ! Трррагедия! Комедия! Фантасгармония!
Бикмәй. Инде хәҙер ни ҡылырға?
Баһау. Ылауҙар әҙер бит. Һәнәк-көрәк алырға ла “алтын тау”ын штурмларға!
Йосоп. Салют! Абсалют! Резонанс!
Марш уйнай. Баһау менән Йомағол ғорур атлап,
ҡалғандары танауҙарын һалындырып сығып баралар.
Шаршау
1959.
Көрәш дауам итә
Ҡатнашалар:
Булат – 20 йәштә, сусҡа ҡараусы.
Хамрай – 28 йәштә, сусҡа ҡараусы.
Мәғрүф – 65 йәштә, Булаттың оләсәһе.
Халиҡ – 30 йәштә, сусҡа фермаһы мөдире.
Ғилман – 45 йәштә, колхоз председателе.
Таһирский – 35 йәштә, өлкәнән килгән лектор.
Ваҡиға колхоз клубының администрация бүлмәһендә бара, лекторҙың килеп етеүен көтәләр. Ишек асылғанда тамаша залындағы халыҡтың шау-шоуы ишетелә.
Мәғрүф (ойоҡ бәйләп ултыра). Ликтор тигән тел тирмәнегеҙ ҡасан килә -- көтә-көтә көтөк булдыҡ бит инде. Амриканы ҡыуып етеү, уҙып китеү тураһында бер кәлимә-һүҙ әйтмәҫме, тип ултырам.
Булат. Көттөртһә лә, оҙаҡламаҫ ул, оләсәй.
Халиҡ. Инәй, мин әйтәм, үҙең ҡартайһаң да, ойоҡ бәйләргә бик шәп икәнһең әле. Энәләрең ҡыҙыу әйләнгән велосипед тәгәрмәстәренең спицтарылай ялҡ-йылҡ килә.
Мәғрүф. Күҙең тейеп ҡуйһын, мөстән! Минең энәләр, бәлки, афтамашина тәгәрмәстәренән дә шәптер, унда эшең булмаһын.
Халиҡ. Хай-хай, инәй, зерә лә сос күренәһең! Былайһа, тиҙҙән яңғыҙың ғына ла Американы ҡыуып етәһең икән.
Мәғрүф. Түрә кеше – һин ҡыуып ет иң тәүҙә Амриканы. Мин һинең кеүек күн картуз кейеп бойороп ултырмайым, примирҙы үҙең күрһәт.
Халиҡ. Күрһәтербеҙ, инәй, күрһәтербеҙ. Ләкин ойоҡ бәйләп кенә ҡыумабыҙ ул “дядя Сэм”ды.
Мәғрүф. Төшөндөм, улым, һин уны сусҡаға атланып ҡыуасаҡһың. Сусҡа түрәһе бит һин.
Халиҡ. Сусҡа түрәһе түгел, ә сусҡасылыҡ фермаһы мөдире. Культуралы һөйләшергә кәрәк, инәй.
Мәғрүф. И балам, көл түрәле булыу ҡайҙа инде ул беҙгә! Көл йыйғыс итеп ҡуйылған көл түрәһе Садри ғына ул үҙенсә “көл түрәле” итеп һөйләшә белә. Көн дә таң тишегенән күнәген тотоп инә лә: “Баҫыуҙарға һибергә йә көлөңдө һоҫоп алып бирәһең, йә пркарулға тарттырылырһың!” – тип йәнде ала. Күнәген тултырып бирмәй тороп, ҡотолормон тип уйлма. Вәт бына ул “көлтүрәле”...
Халиҡ. “Көлтүрәле” тимәйем мин, инәй, куль-туралы!
Мәғрүф. Әллә тағы, уныһы миңә барыбер.
Халиҡ. Барыбер булһа, ишектән йөрөмәҫтәр ине бит, тәҙрәнән йөрөрҙәр ине!
Мәғрүф. Әллә инде. Иллә мәгәр һинең сусҡасыларың, кисәге бурандан һуң, ҡар көрәргә иренеп, фирмаңдың тәҙрәһенән инеп баралар ине. Шуға күрә генә әйтәм.
Булат инә.
Булат. Әссәләмәғәләйкүм, тип әйтәйемме?
Халиҡ. Вәғәләйкүмәссәләм, тип яуап ҡайтарайым микән?
Мәғрүф. Ниңә улай “микән”ләп ослайһығыҙ? Әллә борсаҡтарығыҙ бешмәй микән, улдарым?
Булат. Шулай микән, оләсәй...
Мәғрүф. Тағы ла “микән”! Былайһа “микән” бөтмәҫ микән?
Булат. Ярай, ярай, оләсәй, “микән”һеҙ генә һөйләшәйек. Халиҡ ағай, сусҡа станоктарын ватырға, хайуандарҙы иркенәйтергә ҡасан рөхсәт бирәһегеҙ?
Халиҡ. Ашыҡмай тор, ҡустым, ватырға өлгөрөрбөҙ. Уны хәл ҡыла торған урын был түгел.
Булат. Ҡайҙа һәм ҡасан хәл ҡылырға самалайһығыҙ?
Халиҡ. Һәр йондоҙҙоң – үҙ урыны, һәр емештең үҙ миҙгеле бар, тигән боронғолар.
Булат. Ҡолаҡҡа бармаҡ тығып ҡына күк күкрәүҙән ҡотолоп булмай, тиҙәр хәҙергеләр. Тормош талабына ҡолаҡ һалмай йөрөүең тормош ағылышын туҡтатмаҫ, беҙ барыбер үҙебеҙҙекен итербеҙ!
Халиҡ. Кем ул “беҙ”? Һәм ни менән шәхсән миңә угрожайт итәһегеҙ?!
Булат. “Беҙ” – ул сусҡа ҡараусы мин һәм фермалағы минең һымаҡ егеттәр. Бер һәйбәт көндә ҡулдарыбыҙға балта алабыҙ ҙа, рөхсәт-мөрөхсәтегеҙҙе һорап тормаҫтан, мал һанын арттырырға ҡамасаулап торған бөтә станоктарҙы, ситлектәрҙе һүтеп ташлайбыҙ. Автоашатҡыстар-эсергестәр ҡорабыҙ, иҙән йыуҙыртҡыстар ҡуябыҙ. Һәм һәр сусҡа ҡараусыға ике мең баш мал бүлеп биреп, дәүләтебеҙгә иң арзан сусҡа ите етештереп тапшырырға йөкләмә алабыҙ ҙа атаҡлы Ярослав Чиждың үҙен ярышҡа саҡырабыҙ! Бына шуның менән “угрожайт” итәбеҙ һеҙгә.
Мәғрүф. Һаҡлан, Халиҡ, һаҡлан! Фирмаңдың аҫтын өҫкә килтерәсәктәр икән.
Халиҡ. Миңә тимәгәйҙәре, өҫтөн аҫҡа әйләндерһендәр! (Булатҡа). Һин нимә, әллә мине яңы ысулдың дошманы тип белдеңме? Бер һин генә баш ватмайһың, энем, партиябыҙ туҡып торған ул арзанлы ит хаҡында. Беҙ бөтәбеҙ, бөтә совет халҡы, шул турала янып-көйәбеҙ. Ярослав Чиж менән Антон Бартулистың тәжрибәләре көллө Ватан малсыларын яңы еңеүҙәргә ҡанатландыра.
Булат. Бер ҙә ҡанатығыҙ күренмәй әле.
Халиҡ. Толпарҙың ҡанаты ҡултығы аҫтында ул, ҡустым.
Мәғрүф. Тотоғоҙ, мөдиребеҙ осоп китмәһен!
Булат. Бына ҡыҙыҡ! Беҙҙә берәү ҙә прогрессив ысулға ҡаршы килмәй, шул уҡ ваҡытта тормошҡа ашырыусы ла юҡ. Яңылыҡты етәкселәр ҡолас йәйеп ҡаршылай, арымай-талмай шуны ҡулланырға өгөтләй, уны маҡтай, уны яҡлай, уны иркәләп һөйә... Әммә-ләкин эш шунан ары үтмәй. Әүҙемлеккә һәр саҡ юл бикле: һалҡын таш ҡоймаға төкәлгәндәй туңа ла ҡала. Шундай бик аҡыллы баш шул беҙҙең етәкселәр: ҡаршы ла түгел, яҡлы ла түгел – урталыҡта тапаныусылар.
Мәғрүф. Халиҡты әйтәһеңме? Ике ҡойроҡло кәмә ул беҙҙең Халиҡ. Бушҡа уны юл ярырға өгөтләйһең, артын “ҡыҙыл әтәс” суҡымай тороп, ҡуҙғаласаҡ түгел ул.
Халиҡ. Һин дә инде, инәй, шыттырып ебәрәһең... Ғүмер илаһи дуңғыҙҙың тере дошманы инең – нисек инде яҡлаусыһына әүерелдең?
Мәғрүф. Әстәғәфирулла тәүбә, ауыҙыңдан ел алһын, мең аждаһа, мең дейеү бәрейе һүҙҙәреңде ат итеп менеп тамуҡ соҡорона сапһын, тфү-тфү! Харам малдың яҡлаусыһы булмай уҡ ҡуяйым, әстәғәфирулла тәүбә...
Халиҡ. Бушҡа төкөрөнәһең, инәй. Беҙ ни, шул фермала эшләгәс тә, донъя шаҡшыһына әүерелгәнме әллә?
Мәғрүф. Мин һиңә улай тимәйем. Әммә-ләкин мине харам малға ҡушып телгә алма.
Булат. Һис кенә лә харам түгел ул, оләсәй. Донъялағы иң һимеҙ, иң туҡлыҡлы, иң арзан ит. Уны ашаһаң тамағың туйып, көрәйеп тороп китәһең өҫтәл эргәһенән. Хәйер, бының тап шулай икәнен һин үҙең дә яҡшы беләһең бит, оләсәй.
Мәғрүф. Тәүбә, тиң, мин уны ҡайҙан беләйем? Һеҙҙәрҙәй, харам ашап үҫкән гонаһ шомлоғо түгелмен!
Булат. Ашап үҫкәнһеңмелер, юҡмы, -- ул яғы миңә ҡараңғы, оләсәй. Әммә-ләкин бынан бер ай элек кенә үҙеңә күҙлек ала барғанда район ашханаһында һәпелдәтеп ҡайттың – был яғы миңә яҡты.
Халиҡ. Әл-лә-лә!
Мәғрүф (ырығып тора). Тәүбә, тиң, гонаһ шомлоғо, тамуҡ утына киҫәү булырһың! Ниңә юҡ һүҙ һөйләп минең нирвымды ҡаҡшатаһың? Мин ҡасан, ҡайҙа сусҡа ите ашаған?
Булат. Әйттем дәһә, оләсәй, күҙлек ала барғанда, район ашханаһында, тип. “Ниндәй тәмле, йөрәккә йоғошло ҡалъя!” – тип маҡтай-маҡтай һоғондоң.
Мәғрүф. Теге божра-божра теленгән ит тултырмаһын әйтәһеңме?
Булат. Тап үҙен, оләсәй.
Халиҡ. Ха-ха-ха!
Мәғрүф. Һәй дәжжал, ҡайҙан килеп ҡош ите харам булһын? Аҡ алъяпҡыс бәйләгән мәрйәһенә тиклем: “Бабушка, ҡош ите, ҡош ите”, тип ҡыҫтаны бит.
Булат. “Ҡош ите” тимәне, ә “кушайте” тине бит ул, оләсәй. Ашағаның сусҡа ҡалъяһы ине.
Халиҡ. Ха-ха-ха!
Мәғрүф (уҡшымаҡ булып көсәнә). Ҡхаҡ! Ҡаҡ! Уаҡ! Харап иттегеҙ, зимагурҙар, харап иттегеҙ! (Артына ауғанда ейәне тотоп ҡала).
Булат. Тыныслан, оләсәй, һинең күңел болғанмай. Уҡшымаһаң да беләбеҙ – харамды өнәмәйһең.
Мәғрүф. Шулай шул, ейәнем. (Энәләрен йылҡылдатып ҡул эшенә керешә).
Халиҡ. Бер ай үткән бит инде, ә ауырып үлмәгәнһең, тап-таштайһың, хатта ике бит алмаң ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарҙыҡылай ҡыҙарып-янып тора.
Мәғрүф. шулаймы ни, Халиҡ улым?
Булат. И оләсәй-оләсәй! Өҫтөмдәге бынауы яҡшы костюмым, үҙең кейгән ебәк күлдәк, яҫтаған яҫтыҡтарыбыҙ, ашаған аштарыбыҙ – бөтәһе лә сусҡа аҡсаһына бит ул, оләсәй. Бөтәһен дә сусҡа тирәһендә тир түгеп йөрөп тапҡанмын.
Халиҡ. Шулай уҡ хәҙер үҙебеҙ рәхәтләнеп ял итеп ултырған ошо яҡты, йылы, иркен клубыбыҙ ҙа сусҡасылыҡ тармағынан килгән килемгә һалынған. Тояһыңдыр, инәй, унан сусҡа еҫе сыҡмай. “Аҡсаның еҫе юҡ”, -- тигән бит Маркс бабайыбыҙ.
Мәғрүф (сәбәләнеп). Һөйләмәгеҙ, һөйләмәгеҙ! Ишеткем килмәй! Миңә тимәгәйе, арттарынан алтын тәңкәләр ҡойолоп торһон – малға һанамаясаҡмын!
Булат. Ярай-ярай, оләсәй, һинеңсә булһын! Тик шуны ғына һорайым: урам буйлап сәй эскән һәр ереңдә беҙҙең эшкә бәддоға ҡылып йөрөмә.
Халиҡ. Эйе, эйе, беҙҙә эшең булмаһын, инәй. Яңы заман – яңы заң инде хәҙер. Сәүит хөкүмәте, Мәғрүф ҡарсыҡ сусҡа ите ашамай икән, тип һарыға һабышмаҫ – ашаусылары уның етерлек. Йәнең һөйгән йылҡы ҡаҙылығыңды һоғон да ойоҡтарыңды тыныс ҡына бәйләй бир, коммунизм төҙөүселәргә бөйөк тарихи мәсьәләләрҙе хәл ҡылырға ҡамасаулама. (Ҡаранып). Лектор ниңә юҡ һаман? (Сыға).
Булат. Әллә нишләп һуңланысы. Халыҡ йыйылып бөттө микән, залды байҡап киләйем (сыға).
Хамрай инә, иҫерек.
Хамрай. Ә-ә, кешеме тиһәм, пенсионерка Мәғрүф ҡарсыҡ икән дә. Иҫәнме, ветеран?
Мәғрүф. Ҡыҙылғолаҡ! Зимагорҙай иҫереп йөрөйһөң һаман.
Хамрай. Иҫерһәм дә иҫкермәмен – иҫегеҙ китмәһен иҫкегә! Ни күрәм: шаһ-ин-шаһ сусҡа ғали янаптары “хорх-хорх” итеп һалып биргән яҡты клубта күңел асып ултырыуҙары рәхәтме?
Мәғрүф. Рәхәт булһа, һинән күргән рәхәтлегем түгелдер. Юғал күҙемдән!
Хамрай. Ҡара-ҡара, үҙенең һарыҡ көтөп йөрөп төҙөткән бинаһы, тирһең! Кәнишнә минән күргән рәхәтлегең түгел. Шаһ-ин-шаһ сусҡа ғали янаптары күрһәткән рәхәтлектер был. Бөтәбеҙ тиң шуның рәхәтен күрәбеҙ.
Мәғрүф. Тфү, һепертке тел! Хәмер эсмәй бер көн түҙә алмайһың.
Хамрай. Дөрөҫ әйтәһең, ветеран, түҙә алмайым! Мин уны күренгән бер ерҙә һәләк итергә яратылған. Сөнки араҡы ул минең синфи дошманым, ә Сталин бабай синфи дошмандарҙы юҡ итергә бойора!
Мәғрүф. Тәүбә, тиң! Кәбе үҙеңде юҡ итеп ҡуймаһын!
Хамрай:
Телем тартмай тәүбәгә,
Йәнем барҙа кәүҙәлә.
Йәнем сыҡһа кәүҙәнән,
Терелмәмен тәүбәнән.
Эсеүем – эсеү, ветеран: шаһ-ин-шаһ ғали янаптары үҙе эсергә ҡуша! Мин кем хәҙер, беләһеңме?
Мәғрүф. Кем булһын – харам Хамрайы. Сусҡа ҡойроғон бороп йөрөүсе бер мөртәт.
Хамрай (бармағын юғары сөйөп). Во, бына кем мин! Храм Хамрайы! “Храм” тип урыҫтар ниҙе әйтә? Изгелек һарайын! Йәғни ҡорам!
Мәғрүф. Храм тимәйем – харам!
Хамрай. Икеһе лә бер инде. (Күкрәк ҡағып). Белегеҙ кем икәнемде! Хәҙер миндә бөтәһе – во! (Тамағын ышҡып күрһәтә). Шулайғас, мин эсмәй кем эсһен? (Ҡыҫҡа пауза). Һинең ейәнең Булат – дурак ул! Туҡһан туғыҙ процентлы. Йөҙгә берәү генә тулмай (кикерә). Ни өсөн дурак ул, беләһеңме? Белмәһәң, әйтеп бирәйем. Һинең ейәнең Булат ысын файҙаның ҡайҙа ятҡанын белмәй. Ул бына шуның өсөн дурак. Ысын файҙа ҡайҙа, беләһеңме? Вот, белмәйһең, ветеран. Ейәнең Булат та белмәй. Ысын файҙа – сусҡаның ауыҙында ул! Уны сусҡаның ауыҙына инмәҫе борон бына ошолай ҡайырып алырға кәрәк! Ниңә уға, үҙең әйткән ҡәбәхәт сусҡаға, алтындай арпаны ашатып әрәм итергә? Ожмах йәнлеге түгел бит ул, юғиһә үҙен “ҡаты морон” тимәҫтәр ине! Ярамағанмы шуға алам-һолам, ҡаҡы-шоҡо, әшәке-мәшәке – шуларҙы тыҡшынып йөрөп кенә беҙҙәйҙәргә файҙа килтереү өсөн яратылған бит ул! Ә Булат – дурак: арпа ашата. Минең һымаҡ тоҡлап-тоҡлап урыҫҡа илтеп осорһа, йәки берәй тай алып ебәреп шул арпа менән һимертһә, ҡырын китер инеме ни уға ла? Эсеренә -- шешәле, ҡабырына ҡаҙылы булыр ине. Йәйен-ҡышын ҡарҡ кикереп йөрөр ине. Дурак ул, дурак, ағаларынан аҡыл алырға ғәрләнә. Етмәһә: ситлектәрҙе боҙорға ла урындарын киңәйтергә, ә беҙҙең кеүек малсыларҙың һанын аҙайтырға ла эштәрен арттырырға, тип, район буйынса “яңылыҡ” һөрәнләп йөрөй. Унан ни файҙа беҙгә, йәғни ейәнең Булат менән Хамрайға? Аҙығын бирергә лә, тиреҫен түгергә лә машиналар ҡуйһындар әле – ауыҙыңдағы йомшаҡ ҡалъяның төшөп киткәнен хатта һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Ҡушҡуллап сумыра алмаҫһың! Үҙ бәхетенә үҙе аяҡ сала ул, һинең ейәнең Булат. Шуны шәйләп еткермәй: беҙҙең кеүектәргә файҙа – эштең етлегеп етмәгән осоронда, ошоноң кеүек ығы-зығылы заманда. Ҡайҙа беспорядок – шунда беҙҙең порядок! Ейәнеңдең ҡолағына бер өр әле, ветеран: улай мөдиргә лә, миңә лә ыржайып теш ҡайрамаһын. Алла бирһә, тайҙы һуйһам, ҡаҙыһын бергәләп имербеҙ!
Мәғрүф. Һи ахмаҡ, әллә мине урлап һимерткән бер телем ҡаҙыңа һатып алмаҡ булдыңмы? Минең Булатым көллө районға һөрәнләп йөрөһә лә, белеп һөрәнләй ул. Сусҡа ҡарарға ул һинең һымаҡ бурлыҡ өсөн кермәгән. Күҙемдән юғал, тутыҡҡан тәре!
Хамрай (кинәт айнып, артҡа сигенә). Бөттө-бөттө, инәй, мин быны әйткәнем юҡ, инәй. Мин шаяртып ҡына...
Мәғрүф. Катай-катай, табаныңды ялтырат! Юғиһә ҡыҙыл еңлеләргә хәбәр бирәм! (Хамрай олаға). Бәдбәхет, һинең кеүек сусҡалар бөтмәгән шул әле донъяла!
Ғилман инә.
Ғилман. Нимә-нимә?
Мәғрүф. Юҡ, һиңә түгел, анауы алкашҡа әйтәм. Әллә нәмәләр һөйләнеп донъяны бутап йөрөй.
Ғилман. Әллә мине һүтәһеңме тип торам. Шөрләп, хата сәләм бирергә лә онотҡанмын, ғәфү ит, апай.
Мәғрүф. Ярар инде, үҙ кешеләр бит.
Ғилман. Пенсияға сыҡҡаныңдан һуң һирәк күренәһең. Ни йомош килтерҙе беҙгә?
Мәғрүф. Ни йомош тип ни, йомошһоҙ әллә килергә лә ярамаймы?
Ғилман. Ғәфү ит, апай, мин яңылышлыҡ менән...
Мәғрүф. Яңылышма. Колхоз персиҙәтеленә яңылышырға ярамай. Сусҡасылыҡ мәсьәләһендә лә яңылышаһың икән тип ишеттем әле.
Ғилман. Бәй, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Ейәнеңдең һәр аҙымына юл асып ҡына торам.
Мәғрүф. Ә шулай ҙа эштәрен үҙгәртеп ҡороуҙы оҙаҡҡа һуҙаһың икән.
Ғилман. Яңылыҡ бит, апай. Ете үлсәп бер киҫергә кәрәк.
Мәғрүф. Ашағаныңда ла ете үлсәп бер ҡапмайһыңдыр бит? Итте, тим? Тиҙ һәм арзанлы ит етештереү тураһында радиолар көн-төн шаулай. Дуңғыҙ ите беҙгә харам булһа ла, башҡаларға хәләл бит. Шуны арттырырға һыҙғанған ейәнем.
Ғилман. Эйе, беҙҙең ул мөҡәддәс бурыс. Әммә алдан уҡ ныҡ уйлап, серҙәренә төшөнөп эш итеү кәрәк. Бына шуның өсөн өлкәнән лектор саҡырттыҡ әле.
Мәғрүф. Яңы тармаҡ тураһында сафсата һатасаҡмы?
Ғилман. Улай тип үк әйтеү килешеп етмәҫ. “Арзанлы ит етештереү – колхоздарҙың мөһим бурысы” тигән лекция була. Беҙҙең өсөн бик мөһим тема. Ҡиммәтле кәңәштәр алып ҡалырға өмөтләнәбеҙ.
Халиҡ инә.
Халиҡ. Сәғәт ун бергә китте инде, Ғилман Мозаффарович, халыҡ тарала башланы.
Ғилман (сәғәтенә ҡарап). Тотҡарларға кәрәк ине уларҙы. Сәғәт туғыҙҙа уҡ бында булырға тейеш ине, район менән телефондан һөйләштем (сыға).
Халиҡ. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тиҙәр бит.
Мәғрүф. Күҙ менән ҡаш араһында аҙашҡандыр ул һеҙҙең ликтурығыҙ. Хамрай ишеләрҙән булһа...
Халиҡ. Што һин, инәй! “Белем йәмғиәте” үҙе юлландырған дәрәжәле инсан ул. Ғалим тип әйтергә була. Йомортҡанан ҡаяу эҙләйһең, инәй.
Мәғрүф. Йомортҡала ҡаяу-маҙар булмаһа ла, сереткелеһе осрай торған, мырҙам...
Хамрай инә.
Хамрай. Здрастуй, бригадир! Бала-сағалар һаумы?
Халиҡ. Беренсенән, Хамрай, мин бригадир түгел, ә үҙең илке-һалҡы эш ҡырған СТФ мөдире. Икенсенән, бөгөн минең менән дүртенсе тапҡыр иҫәнләштең инде.
Хамрай. Кашу маслом не испортишь, бригадир! Беҙ һине яңы һайлауҙа барыбер бригадир итеп ҡысҡырасаҡбыҙ. Бригадир булыу һинең ҡулыңдан килә.
Халиҡ. Юҡты һөйләмә әле, Хамрағол. Бар, лутсы ҡайтып ял ит.
Хамрай. Һинең кандидатураны беренсе булып үҙем һөрәнләйәсәкмен, Әпхалиҡ ағай. Тәүге йыйылышта уҡ! Ә Булат дурак бит ул: һинең дөрөҫ етәкселекте аңламай. “Яңы ысул!” тип бөтә районға яу һалып, ҡотҡо таратып йөрөй. Танауы еҫ белмәй әле уның. Һуҡты ла – күпте лә булһын уға. Яңы ысул, тигәс тә, условия кәрәк бит. Ус-ловия! Ярослав Чиж артынан ҡыуаларға иртәрәк әле беҙгә. Кишка тонка! Һин дөрөҫ әйтәһең, Әпхалиҡ ағай, -- беҙгә берәр йыл сабыр итергә, болғансыҡ һыуҙың тонғанын көтөргә ине. Ситлектәрҙе ватырға өлгөрөрбөҙ.
Халиҡ. Уф, был сусҡа булманы, башыма бәлә булды әле, Хамрағол. Инде генә эште ипкә һалдым тип тынысланып йөрөй башлаһаң, яр аҫтынан – яу, тигәндәй, яңы бәләһе килә лә сыға, килә лә сыға. Шунан, әйҙә, янып-көйәһең. Быйыл ғына бит кәртә-ҡураны хәҙерге хәленә килтереп эшләтеп бөтөрттөм. Мин мөдир булып килгәндә фермала серек ситән һарай эсендә кәкрәйешкән ун баш сусҡанан ғәйре бер ни ҙә юҡ ине. Ғилман Мозаффарович миңә шул ваҡыт: “Бына һиңә кешеләр, бына ағас, бына ҡаҙау – үҙ фермаңды үҙең бөтәйтеп ал!” – тине. Бөтәйттем, алдым. Өҙөндөм, йолҡондом, төн йоҡоларымды йоҡламаным. Ситлектәрен, станоктарын үҙ ҡулдарым менән, тигәндәй, ҡорҙом. Күрәһегеҙме хәҙер нисек торалар унда хорхолдаҡтар? Фон-барон булып торалар! Сит ил делегацияһына күрһәтһәң дә оялырлыҡ түгел. Борон заман олатайым да йәшәмәгәндер ундай зиннәтле йортта!
Мәғрүф. Ҡайҙа инде ул, балаҡайым, һинең мәрхүм олатайыңа ундай ситлекте күреү! Кейеҙ тирмәлә ҡымыҙ эсеп, ҡурай шыңғырҙатып үтте ғүмере.
Халиҡ. Шул зиннәтле мөғжмзәләрҙе бөгөн ват та ташла, имеш!
Хамрай. Хан һарайы бит ул беҙҙең сусҡа йорто!
Булат. Да, хан һарайы. Хужалыҡтың өс йөҙ илле мең һумын йотто был “һарай”...
Хамрай. Зато хәҙер колхозды биҙәп тора.
Булат. Йорто бейек тә, өйрәһе шыйығыраҡ шул...
Мәғрүф. Тышы – ебәк, эсе кәбәк, тиһәң дә булыр, ейәнем.
Халиҡ. Беҙ төҙөгән капитальный ҡоролоштар – мәңгелек ҡоролоштар. Бер ун йылдан үҙен аҡлай был ферма.
Булат. Ун йыл көтөргә ваҡыт юҡ. Быйыл уҡ бир доходты!
Мәғрүф. Шуныһы үкенесле: Халиҡ мырҙаны делегат итеп Мәскәүгә ебәрмәгәнбеҙ. Әлеге ете йыллыҡ планды ун йыллыҡ итеп үҙгәртеп ҡайтаһы икән.
Хамрай. Ағай дөрөҫ бара! Мин уны тотанаҡлайым. Мин уны под-держивать итәм!
Ғилман, Таһирский инәләр.
Ғилман. Ниндәй шау-шоу? Әллә йыйылыш асып ебәрҙегеҙме? Таныш булығыҙ, лектор иптәш Таһирский.
Таһирский. Иҫәнмеһегеҙ.
Мәғрүф. Бик шатбыҙ. Ҡәҙерле ҡунаҡ көттөрөр, тигәндәй, үҙ дәрәжәгеҙҙе белеп йөрөйһөгөҙ икән.
Таһирский. Маршрут, маршрут... Әле яңы ғына күрше колхозда тамамланым лекциямды (сәғәтенә ҡарай). Һеҙҙә ровно бер сәғәт буласаҡмын. Ишек төбөнә машина килтереп ҡуйығыҙ, миңә лекция бөткәс тә немедленно бүтән колхозға барып өлгөрөргә кәрәк. Маршрут, маршрут...
Ғилман. Саҡ ҡына көтә бирәйек, тамашасылар ыраһын.
Булат. Ғилман Мозаффарович, белгес барҙа кәңәшләшеп ҡалайыҡ. Быйыл колхоздың сусҡа һанын күпмегә арттырабыҙ?
Ғилман. Быйылға кирелеп булмаҫ әле, Булат ҡусты.
Булат. Улайһа дәүләткә ике мең центнер итте ҡайҙан алып тапшырырбыҙ? Бының өсөн кәмендә мең баш мөгөҙлө эре мал кәрәк бит?
Ғилман. Бик ныҡ йолҡонорға тура киләсәк.
Мәғрүф. Йолҡошланып күпме йәшәргә була?
Булат. Яңы ысулға көйләнгән сусҡасылыҡ тармағы ҡотҡарыр беҙҙе. Ошо хаҡта лектор иптәш, бәлки, үҙ фекерен әйтер?
Таһирский (түҙемһеҙләнеп). Минең тема төбәктәге конкретлыҡтарға ҡағылмай. Бөтә Союз масштабында күпме ит, күпме һөт етештереү тураһында һүҙ барасаҡ.
Булат. Масштабығыҙ ҙа маршрутығыҙға тиң икән. (Ғилманға). Мин әйткәнде эшләмәһәк, ит буйынса ете йыллыҡтың тәүге йылында уҡ ҡомға ултырасаҡбыҙ.
Хамрай. Ниңә уның өсөн башың ауырта? Начальствоның башы ҙур – улар уйлаһын. Беҙҙең эш – һәнәк-көрәк тотоу ҙа тиреҫ түгеү.
Ғилман. Был тармаҡтың әһәмиәтен беләбеҙ, Булат ҡусты. Һикереү өсөн яҡшы трамплин кәрәк, шулай бит, иптәш Таһирский?
Таһирский. Быйыл өлкәбеҙ дәүләткә 165 мең тонна ит етештерергә тейеш. Шул иҫәптән миллион баш сусҡа һимертеп һатырға кәрәк. Мин һеҙгә бына шуларҙы әйтә алам.
Мәғрүф. Ата-баба баҡҡан мал аҫырап та күтәреп булыр ине илде.
Булат. Оләсәй, ҡолағыңа күпме туҡыным инде: һыйыр малын өлгөртөү өсөн ике йыл көтөргә кәрәк, ә быныһы алты айҙа өлгөрә.
Мәғрүф. Уныһын аңлайым да ул, әммә йән ҡабул итмәй. Ата-баба аҫырамағанды аҫырап, ауылды рисуай ҡылдығыҙ...
Халиҡ. Бына ниндәй һөрһөп бөткән ҡараштар бар, лектор иптәш, беҙҙең ауылда. Беткә үсегеп, тунын утҡа яҡҡандай. Лекцияғыҙҙа, бәлки, шуларға иғтибар бүлерһегеҙ, иптәш Таһирский.
Таһирский (ҡәнәғәтһеҙ). Минең тема дин һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәр түгел, ә пленум цифрҙары! (?(Сәғәтенә ҡарай). Йыйылдымы публика, башлайыҡ!
Халиҡ. Халыҡтың яртыһы һеҙҙе көтөп-көтөп таралышҡайны. Йыйып килтерергә кешеләр ебәрҙем.
Таһирский. Тиҙерәк ҡимылдағыҙ. Оҙаҡ була алмайым. Маршрут...
Халиҡ. Арҡан менән һөйрәтеп килтерәйекме?
Таһирский. Уныһы һеҙҙең эш. Ә минеке – маршрут.
Булат. Баяғы бер нәмә тынғы бирмәй әле, иптәштәр. Ярослав Чиж 11 айҙа бер үҙе дәүләтебеҙгә центнерының үҙҡиммәте 224 һумлыҡ 560 центнерҙан артығыраҡ ит тапшырған. Бына ҡайҙа ул бейеклек! Беҙҙең бригада иһә ул яңғыҙ үҙе яулағын ҡаҙаныштың яртыһын да бирә алманы.
Халиҡ. Шуның өсөн дә “бөркөт” тиҙәр бит уны, ҡустым. Бөркөт юғары оса ул.
Булат. Ә беҙ кем һуң?
Хамрай. Беҙ – ер сәпсектәре. Беҙгә ерҙәнерәк йөрөргә кәрәк. Юҡһа, йығылып, муйнды һындырыу мөмкин.
Ғилман. Һеҙ ҙә бөркөт булып осорһоғоҙ, ҡустылар. Тик сабыр ғына итегеҙ. Бер йылға ғына.
Булат. Тимәк, бөтәбеҙгә бер йыл буйы Хамрай артынан сәпсек булып соҡсоноп йөрөргә? Юҡ, мин быға риза түгел! Ни өсөн беҙ етештергән иттең центнеры 1200 һумға төшә? Яҡшы хужа күҙе булмағаны өсөн. Ярослав Чиж бер үҙе 1500 башты аҫырап һимерткән булһа, беҙҙә кеше башына ни бары 40-50 генә сусҡа беркетелгән. Аҡыллы әҙәмдәр силос, арзанлы ем ашата малға, ә беҙ уны һатып алынған ҡиммәтле концентрат менән һыйлайбыҙ. “Экономия” тигән һүҙҙе оноттоҡ. Ҡайҙан килеп арзан булһын беҙҙең продукция?
Халиҡ. Беҙгә Ярослав Чиж булырға иртәрәк, ҡустым. Халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәрен онотма. Әнә оләсәйеңде лә тыңла. Ғүмер илаһи ата-бабаларҙан “харам хайуан” тип ишетеп, ҡанына һеңдергән кешеләрҙән попробуй һин Ярослав Чиж яһарға! Был – милли мәсьәлә, быны сисеү өсөн сабырлыҡ, ваҡыт кәрәк.
Хамрай. Эйе, һин быны оләсәйеңдән һорап ҡара.
Мәғрүф. Һеҙ миңә тәүҙә дахутын күрһәтегеҙ. Байытығыҙ колхозды. Шунан һорарһығыҙ фекеремде. Ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йырта ул!
Таһирский (түҙемһеҙләнеп). Башлайыҡ, иптәштәр! Маршрут...
Халиҡ. Маршрут... маршрут... Да, онотоп ебәрә яҙғанмын: “Лекция ниндәй телдә уҡыласаҡ?” – тип төпсөнәләр ине. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бында ылғый башҡорттар, ҡарт-ҡоролар урыҫсаны әллә ни төшөнөп етмәйҙәр әле.
Таһирский. Икенсе әсә телебеҙ – бөйөк рус телендә, әлбиттә, что за вопрос? Өлкәләге бер-нисә нацмен ауылы өсөн айырым текст төҙөп булмай бит инде.
Халиҡ. Ярай, шулай тип әйтәйем, әләйһә (сыға).
Ғилман. Үҙебеҙҙең әсә телендә үткәрергә кәрәк ине, иптәш Таһирский. Үҙегеҙ башҡорт балаһы бит.
Таһирский. Что за проблема! Бөйөк Октябрҙең 43 йыллығын ҡаршылайбыҙ инде, иптәштәр. Шул срок эсендә икенсе әсә телебеҙҙе лә һыу кеүек эсергә ваҡыт бит!
Булат (оялыбыраҡ). Ғилман ағай, колхоз өсөн бик кәрәкле бер проект йөрөтәмен башымда. Өлкәнән килгән абруйлы иптәш барҙа әйтһәм, ҡиммәтле кәңәштәрен бирер ине, бәлки...
Ғилман. Йә, йә, әйтеп ҡара.
Булат. Үҙегеҙгә мәғлүм: кәртә-ҡура етешмәүе тотҡарлай мал һанын арттырыуҙы. Әгәр, тим, боронғо башҡорттоң ерҙе ҡаҙып мал арандары яһауын иҫкә алып, буш ятҡан силос траншеяларын торлаҡ итеп йәтешләһәк?.. Унда бер юлы меңләгән баш сусҡа тоторға мөмкин, ифрат арзанға төшә. Һөҙөмтәлә бер йылда уҡ ит етештереүҙең ике йыллыҡ планын үтәйәсәкбеҙ. Бына ҡайҙа ул күренмәй ятҡан резервтар!
Ғилман. Да... ҡыҙыҡ фекер. Әммә-ләкин... (Таһирскийға ҡарай).
Булат. Ә һеҙҙеңсә, иптәш Таһирский?
Таһирский. Фекер ҡыҙыҡ, ләкин ҡулланыу тәжрибәһе юҡлығы насар. Тәжрибә юҡ, тәжрибә...
Ғилман. Вот-вот, мин дә тап шуны әйтәм!
Булат. Беҙ башлайыҡ тәжрибәне. Беҙгә ҡарап башҡалар эйәрерҙәр.
Ғилман. Юҡ-юҡ, мин быға бара алмайым. Урау булһа ла, юл яҡшы, тигән ҡарттар. Иҫке юлдан ҡайырылһаң, икенең бере була ул.
Хамрай. Точно! Йә ботоңдо, йә ҡабырғаңды һындыраһың.
Булат. Тиреҫ ҡорто кеүек көнгә сыҡмай ятҡас, һинең ҡабырғаларыңдың төгәллегенән кемгә ни файҙа?
Хамрай. Тиреҫ ҡорто ер һөрә, балыҡ ҡармаҡларға ла эшкаша.
Булат. Һинең кеүек һамҫыған ҡортто балыҡ йотамы ни ул?
Мәғрүф. Йотһа, араҡы шешәһе генә йотор ул Хамрағолдо.
Хамрай. Эсһәм, һеҙҙекен эсмәйем!
Таһирский. Иптәштәр, түҙемлегем ҡаҡшаны. Башлайым!
Халиҡ инә.
Халиҡ (ҡаушаған). Ғилман Мозаффарович, халыҡты йыйнап булманы тәки! “Иртәгә байрам түгел”, -- тип, булғандары ла таралды. Пенсионерҙар ғына көтөп ултыра ине, лекция башҡорт телендә булмай, тигәс, улары ла күтәрелеп ҡайтып киттеләр.
Ғилман. Былайғас, һеҙгә ҡунып ҡалырға тура килә инде, иптәш Таһирский. Иртәгә клубты шығырым-тултыртырбыҙ.
Таһирский. Юҡ-юҡ, артыҡ бер минут та ҡала алмайым! Өлкә масштабындағы белгес мин. Ошонда ултырып һөйләшеү – үҙе бер лекция булды! Миндә маршрут... Председатель иптәш, рәхим итеп, путевкаға ҡултамға һәм мисәт сәпәгеҙ ҙә!..
Ғилман. Маршрут... Масштаб... Их-ма, беҙҙеке ҡайҙан килеп ҡайҙа китмәгән! (Ҡағыҙға ҡул ҡуйып мөһөр һуға). Хамрай, хәҙер үк шоферҙы уятып, лектор иптәште күршеләргә оҙатышып ҡуйығыҙ!
Хамрай. Күҙ асып-йомғансы, Ғилман Мозаффарович!
Таһирский, Хамрай сыға.
Булат. Бындай эшем эйәләрен ниңә колхозға ебәрәләр? Дөйөм установкаларҙы, цифрҙарҙы үҙебеҙ ҙә беләбеҙ.
Мәғрүф. Ярай, ҡайтайым инде. Һуған һаттығыҙ ҙа борсаҡ аттығыҙ, ә мин шул арала бер ойоҡ бәйләп бөтөрҙөм. Эштәрегеҙ былай барһа, һеҙҙән элегерәк ҡыуып етәм, уҙып китәм икән мин Амриканы! (Сыға).
Булат. Булыр, оләсәй, булыр. Беҙҙең аяҡ-ҡулдарҙы ҡыйыуһыҙлыҡ бәйләй бит...
Ғилман. Ә шулай ҙа үҙ-ара татыу йәшәргә кәрәк, ҡустым.
Ғилман. Эйе шул.
Булат. Ә шулай ҙа мин һеҙгә татыулыҡ вәғәҙә итә алмайым. “Тормош ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың мәңгелек көрәшенән тора”, тигән бер философ. Шуға иманым камил: иртәгә һеҙ ҙә яңыса уйларһығыҙ, яңылыҡ үҙенә юл ярыр. Көрәш дауам итә!
Достарыңызбен бөлісу: |