Беҙ нисек сик мәсьәләһен хәл иттек
Тыуған ауылымда сельпоның сеймал әҙерләү пункты асылған, шунда эш башларға кадр эҙләйҙәр икән. Гәрсә вазифа бик ҙурҙан булмаһа ла, ризалығымды бирҙем. Ни тиһәң дә, үҙ ауылың – үлән түшәгең бит инде...
-- Һин, Әжәрғәп Мөгәрәпович, яуаплыларҙан яуаплы посҡа баҫтың. Ҡара уны, эшләгән зонаңа сапҡынсыларҙың сиңәртәй бармағы ла баҫмаһын! – тип ҡаты киҫәтте сельпо рәйесе үҙемде.
-- Ниндәй сапҡынсылар ул?
-- Сит зона әҙерләүселәрен әйтәм. Әҙерләү сезоны етһә, күгәүендән тешләнгән туҡал һыйыр кеүек, күҙҙәре аларып, сиктән бәреп инәләр ҙә халыҡта ятҡан барса тире-ярыны һыпырып алып китәләр.
-- Әһә, аңланым.
Ҙур ағас һандыҡ ултыртылған арбама йөнтәҫ арғымағымды егеп, зонамды байҡарға сыҡтым. Урам буйынса йөрөп, байтаҡ ҡына төймә, резинкә һаттым, байтаҡ ҡына һөйәк, йөн кеүек нәмәләр тейәп алдым. Ҡул арбаһына оло ике үгеҙ тиреһе һалып, аршин мыйыҡлы һимеҙ бер ағай килеп туҡтаны эргәмә. Мыйыҡ остарынан, яҙғы кәрниз буйы сосолҡо-боҙҙарынан тып-тып тамған тамсыларҙы хәтерләтеп, тир тыпылдап тама ине.
-- Кем, мырҙам, бынауы мөлкәттәрҙе ҡалҡытып арбаңа һал әле, -- тине ағай, ҡул һырттары менән алмаш-тилмәш маңлай тирен лысҡылдата һөртөп.
-- Миңә тире кәрәкмәй.
-- Бәй, нисек инде – кәрәкмәй? Мин уларҙы ҡайҙа ҡуйыр тиһең?
-- Уныһы – һеҙҙең эш. Беҙҙең сельпо тирегә муйындан күмелгән. Хатта 200 процентҡа. Ҡомалаҡ килтерегеҙ, ағай, ҡомалаҡ!
-- Уны, алайһа, ана теге тау артынан байҡағыҙ инде, Әжәрғәп мырҙам. Беҙҙең Ырымбур далаһында аҙашып, әрем башынан ҡомалаҡ һәрмәп йөрөмәгеҙ!
Ағай төртөп күрһәткән яҡҡа төбәлеп уйға ҡалдым. Тау артында беҙҙең ауылдың икенсе яртыһы урынлашҡан, тик ул башҡа өлкәгә ҡарай – туғайлы-урманлы зона. Тауҙың был яғы, йәғни беҙ – ҡылған далалы Ырымбур өлкәһенеке. Теге яҡта ҡомалаҡ шәп үҫә, беҙҙең яҡ һарыҡ тиреһенә бай. Ләкин ике яҡ әҙерләүселәрҙең дә юлында, ҡарлы ҡаратау булып, күҙгә күренмәҫ сик һыҙығы ята. Ә шулай ҙа морон төртөргә кәрәк.
Биләнтауҙың биленә күтәрелгәс, баҙаңҡырап, дилбегәне ҡыҫҡарттым. Минеке кеүек үк һандыҡлы арба теге яҡтан яҡынлап килә ине. Бына беҙ, ике күрше зонаның мөстәҡил әҙерләүселәре, танауға танау төртөшөп, туҡтаныҡ. Ихлас хәл һорашҡан булдыҡ, әммә эстә бесәй тырнай, көсөктәр юрта ине. Күршем көрәк һаҡаллы, хәйләкәр күҙле урыҫ ҡарты икән.
-- Быйыл ҡомалаҡ харап ныҡ уңды, знаком, -- тине ул. – Планды өс йөҙ өҫтөнә һикерттем. Тик бына тире мәсьәләһе хөртөрәк...
-- Ә беҙҙең яҡта, киреһенсә, тиренән тау өйөрлөк. Минең планды ҡомалаҡ ҡына боҙоп тора...
Үҙ-ара аңлашып, күҙ ҡыҫыштыҡ.
-- Биләнтауҙы ашып, һеҙҙең яҡтағы знакомдарҙа сәй эсергә китеп барам әле... – тигән булды көрәк һаҡал.
-- Мин дә, эсем көтөрҙәп, берәй кеүәҫ-фәлән осрап ҡалмаҫмы, тип сыҡҡайным... Билән тау аша...
Дуҫтарса ғына яҙлығышып, зонабыҙҙың ҡапма-ҡаршы яғынан тауҙы төштөк. Билдәле: мин – ҡомалаҡ, көрәк һаҡал – тире тейәп ҡайтып киттек. Бисәм мине урыҫ агентынан тире биреп алып ҡалған яҡшы һиндостан сәйе менән һыйланы. Шикләнмәйем, көрәк һаҡаллы ла, сөскөрә-сөскөрә, минең хуш еҫле ҡара борос менән аш ашағандыр...
Оҙаҡламай, бүлмәм тынлығын ҡаты телефон ауазы ярҙы:
-- Иптәш Тоҙлоҡапов, кем рөхсәте менән һеҙ зонаға сапҡынсы индерҙегеҙ?
-- Беҙҙең складтар тире менән шығырым-тулы бит, Кем Кемович... Артабан ҡайҙа ҡуябыҙ уны?
-- Уныһы һеҙҙең эш түгел. Хатта сысҡан тиреһе лә ситкә сыҡмаһын!
-- Барыбер дөйөм ҡаҙнаға керә түгелме һуң ул? Бесән өҫтөндәге эттәй ырылдап ятһаҡ, сеймал әрәм-шәрәм ителеп бөтөр бит?
-- Кемде өйрәтергә йыйынаһығыҙ?! – тип ғыжылданы телефон. – Аҡыллынан да аҡыллы баш булмағыҙ. Инструкцияларҙы күберәк уҡығыҙ, Әжәрғәп Мөгәрәпович! Юғиһә... – Трубканың шап итеп эленеүе ишетелде.
Шул уҡ көндә почтальон ике ҡағыҙ килтереп тотторҙо. Береһендә (үҙ сельпобыҙҙан) мине эштән бушатыу менән янау, икенсеһендә (көрәк һаҡал эшләгән сельпонан) кеше зонаһына сығып сеймал йыйыуҙы ҡәтғи рәүештә тыйыу беркетелгәйне. Ләкин ҡара борос менән һиндостан сәйе һаман үҙенекен итте: сеймал беҙҙе үҙе үк эҙләп килде. Тау артынан миңә -- ҡомалаҡ, ә көрәк һаҡалға беҙҙең яҡтан тире яуып ҡына торҙо. Ошоларға бәйле телефон уғата йышыраҡ һәм оҙағыраҡ, нәфрәтлерәк шылтырай башланы. Хәлдең үтә мөшкөлләнеүенән шөрләп, һандыҡлы арбама атландым да, тиреләрҙең артабан тегеләй шылыуын сикләр өсөн, тау артындағы юлды быуырға сик һыҙығына сыҡтым. Унда мине тире йөкмәгән әҙәмдәрем ҡамап алды, йоҙроҡтары менән янай башланы. Өгөт-нәсихәтемде ҡолаҡтарына ла элмәнеләр, ҡырмыҫҡалай ябырылып, тауға үрмәләнеләр. Мин, ярһып, йөнтәҫ атымды улар эҙенән саптырҙым. Тау артында ла шундай уҡ ҡиәмәт ҡупҡаны мәғлүмләнде. Бер яҡ – тире, икенсе яҡ – ҡомалаҡ тоҡтары артмаҡлап, ҡапма-ҡаршы килделәр ҙә тау түбәһендә йөҙгә-йөҙ төкәлештеләр. Мин үҙемдең көрәк һаҡал әшнәм менән күрештем.
-- Әмәл юҡ, знаком, -- тине көрәк һаҡал, -- халыҡҡа ҡара борос кәрәк.
-- Ә беҙҙекеләргә һиндостан сәйе танһыҡ.
Арбаларыбыҙҙы тау түбәһенә ҡушарлап ҡуйҙыҡ та, икебеҙ ике яҡтан сик һыҙығына үксә терәп, ифрат ҡыҙыу сауҙа итә башланыҡ. Ике яҡтан да, шау-гөр килеп, халыҡ ағыны урғылды...
Тиҙҙән елле-ямғырлы көндәр башланды. Беҙ, ике әҙерләүсе, яҡындағы туғайлыҡтан тал-ҡаҙыҡ ташыныҡ, ситәндән бик ыҡсым итеп ышыҡша -- уртаҡ келәт үреп ҡуйҙыҡ. Ишек башына уртаҡ вывеска элдек. Тыныс түбә аҫтында, бер тәүлек тә туҡтауһыҙ, уртаҡ сауҙа ҡошо ҡанат елпене. Аҙна араһында мин – ҡомалаҡ, ә ызнаком – тире әҙерләү планын арттырып үтәнек. Бәрәкәтле ысулыбыҙҙы илгә таратыу өсөн, дүрт тарафтың гәзит әһелдәре һуҡмаҡ шымартты. Беҙҙең был һис көтөлмәгән уңыштан шаҡ-ҡатҡан башлыҡтарыбыҙ эштең төбөнә туҙ ҡуйырға ашыҡтылар. Күрше ике сельпоның да рәйесе бер үк ваҡытта ситән ышыҡша алдында пәйҙә булды, аптырауҙарын саҡ еңеп, сәләм биреште. Берсә, уртаҡ ишеккә, берсә, уртаҡ вывескаға ҡарап, баш сайҡап торҙолар.
-- Ҡәҙерле иптәш рәйестәр, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, шәп сыҡҡан бит беҙҙең эштәр? – тип һораныҡ икебеҙ бер ауыҙҙан. Түрәләребеҙ, яуапларға ашыҡмай, елкә тырнанылар, уйланылар. Ләкин ике яҡтан тартылып тире, ҡомалаҡ йөкмәп килеп еткән һәм бер төркөмгә уҡмашҡан ағай-эне хор менән элеп алды:
-- Бик шәп сыҡҡан, бик шәп! Артабан да ошолай дауамлағыҙ!
Меҫкен түрәләребеҙ, халыҡ массалары алдында ҡарыулашырға баҙмай, баш эйҙе, аҙаҡтан ҡул биреште. Ҡурҡыныслы инструкциялары гәрсә кеҫәләрен яндырып ятһа ла, күренмәҫ сик һыҙығы өҫтөндә улар икәүҙән-икәү генә, ә яуап көтөп тороусы йәмәғәт иҫәпһеҙ күп ине шул...
Сәнкем-Биктимер, 1963.
Тағы ла сыландым
Исем-фамилиямды беләһегеҙ инде: Әжәрғәп Мөгәрәпович Тоҙлоҡапов буламын. “Маяҡ” колхозында ырымбурса ысул менән һарыҡ йөнө ҡырҡтырыу буйынса уполномоченный булып ятҡайным. Бына шундағы яуапһыҙҙар арҡаһында кәмәм ҡомға терәлде лә яуаплы вазифамдан ваҡытлыса ҡолаҡ ҡағырға тура килде.
Идаралыҡҡа меҫкен булып ҡына ҡайтып индем.
-- Аһ-аһ, Әжәрғәп Мөгәрәпович, кемде күрәм?! – Ҡолас йәйеп ҡаршыланы башлығым. – Ниңә сырайың һытыҡ?
-- Тишек кәмәгә ултырттығыҙ... – Үкһей биреп яуапланым. – Бындағы йылы урынымды ла алғандар...
Түрәм, яурынбашымдан баҫып, йомшаҡ урындыҡҡа ултырты:
-- Ҡайғырма, Әжәрғәп Мөгәрәпович, беҙ һине ситкә ҡағырға йыйынмайбыҙ. Урының алынһа ла, үҙеңде даими күҙ уңында тотабыҙ. А как же, шымарған старый кадр бит...
-- Тупар балта боҙ сабырға ла ярай! – тип ҡыҫтырҙым.
-- Эйеее... – Башлығым, уйланып, елкәһен ҡашып алды. – Кисә генә бер сельпоның рәйесе “һыналған, шымарған һәм әлегә буш йөрөгән номенклатурный эшмәкәрегеҙ юҡмы?” тип шылтыратҡайны: экспедиторҙары урлашып тотолған. Тимәк, социалистик ҡоролоштағы бер мөһим звенола тишек барлыҡҡа килгән. Тәжрибәле эшмәкәр булараҡ, беҙ һине шул тишеккә тығабыҙ.
-- Бөкө итепме?
-- Бөкө итеп.
Юҡҡа әйтмәйҙәр икән шул, Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, тип. Ризалаштым. Йөкмәтелгән бурыстың тауҙай яуаплылығын аңлап, яңы урында үҙемде яңыса тоторға, экспедиторҙар тоҡомон хурлыҡлы бур исеменән ҡотҡарырға ҡарар ҡылдым.
Сельпо идараһында эшләүселәр яңы вазифам менән ҡотлап, минең ҡулды ҡыҫырға, яҡындан танышырға итеп ҡаранылар – бирешмәнем. Ауыл магазиндарына таратыу өсөн тауар ҡабул иткәнемдә склад мөдире лә яҡты йөҙө, таҫма теле менән эс-бауырыма үтеп инергә тырышты.
-- Минең янға аулаҡ бүлмәгә кереп сыҡ әле, бында һин яңы кеше бит – тауарҙы әйләнештә нисек йөрөтөү тураһында үҙеңә генә әйтәһе һүҙҙәр бар, -- тине. Тыңлап торған шоферым, бынан ҡәнәғәтһеҙләнеп, һәленеп төшкән оҙон мыйығының осон теле менән һәрмәне.
-- Беҙ уны һинһеҙ ҙә беләбеҙ. Иптәш экспедиторҙың башын әйләндермә! – тип мөңгөрҙәне ул.
-- Беҙ, тауар тейәгәс, аулаҡҡа инеп йөрөмәйбеҙ, иптәш мөдир, -- тинем мин. – Туранан-тура юлға сығабыҙ.
Шоферым, ҡәнәғәтләнеп, мыйыҡ осон ауыҙынан ысҡындырҙы.
Иҫке “газик”, ҡултығы аҫтына бысаҡ ҡаҙалған сусҡа һымаҡ әсе сыйнап, һикәлтәле юлдан ҡағыла-һуғыла тәгәрләне. Кузовта араҡы шешәләре зарланып сөңкөлдәштеләр, шәкәр тоҡтары, уфылдап, артҡа шыуҙылар. Ниндәйҙер ҡараңғы тау аралығында шоферым машинаны туҡтатты:
-- Яғыулыҡ тултырып алайыҡ.
-- Ниндәй яғыулыҡ? Сығыр алдынан ғына бензин ҡойҙоң бит.
Теге тағы теле менән мыйығын эләктерҙе:
-- Шешәлене әйтәм!
Аптырап, йүкәләнгән һары мыйыҡтарына баҡҡан килеш, ҡатып ҡалдым.
-- Шешәлеһен, илтеп еткереп тапшырғас, магазиндан алырһығыҙ, ә мин һатыусы түгел! – тинем.
Шоферым, хөкөм итеүсән баш сайҡап, мыйығын ауыҙынан ысҡындырмаған килеш, ғыжылдатып стартерға баҫты.
Тағы ла юлдағы соҡор-саҡырҙы ухылдап, түбәләребеҙ менән кабина түбәһен түбәләп үттек. Бара торғас, түҙә алмай, шайтан арбаһын туҡтаттырҙым: өҙлөкһөҙ һикертеүҙән эсәктәрем, ҡырмыҫҡа иләүенә батҡан йыландай тыпырсынып, тәбиғи йомошома өндәй башлағайны.
Ә шулай ҙа сослоҡто юймаҫҡа кәрәк! Кузовка менеп төштөм, тауарҙарҙың теүәллеген барланым. Ҡыуаҡ төбөндә эш бөтөрөп килгәс, икенселәй менеп ҡараным. Ғәжәпләнеүемә ҡаршы, әле генә мөлдөрәшеп теп-тере ҡалған шешәләрҙең дүртәүһе, тулындыларынан арынып (ә һурғыслы баштары иһә бөп-бөтөн!), муйыны боролған ҡаҙ бәпкәләреләй бойоғошоп ҡалғандар. Ҡулдарым ҡалтыранып, берәм-берәм ояларынан һурып сығарҙым: һәр береһенең, ни тылсым менәндер, төбө уйылып төшкән.
-- Ләхәүәллә-ҡеүәтә, ярыҡ-йороҡ сүгәтә, быларға ни булған тағы?
Шоферым, ғәҙәтенсә, йыландай телен ян-яҡҡа ҡайҡайтып, ҡәҙимге улъяһын һәрмәне, әммә эләктерә алманы оторайған мыйыҡты. Уның ҡарауы ауыҙынан ҡырыҡ градуслының зәхмәт-еҫе бөркөлдө.
-- Был ни хәл?!
-- Бөтәһе лә законно – шито-крыто. Улар... ватылыу-түгелеү статъяһына ингәндәр, Әж... Әж... кем кемович...
-- Нимә, нимә?!
-- Шешәләрҙең боғаҙын юғалтма, тим, һурғыслы мисәттәренә зыян килтерә күрмә -- бөтәһе лә асылмаған килеш торһон. Акты-фактыға теркәгәндә кәрәк булыр, йәғни юл ҡазалары... Ҡайһылай ырғытып-һикерткәнде күрҙең бит.
-- Ә ни өсөн йәшник төбө ҡоп-ҡоро? Ҡайҙа аҡҡан ул араҡы? Тамағыңамы?
-- Аныһы не важны. Акты-факты яҙып списайт итеү өсөн, төбө әйләнеп төшөп, һурғыс мисәтле башының бөтөн ҡалыуы важны. Йәғни тряскы-мряскыла ватылып килгәндәр.
Шоферым инде машинаны уғата йәһәтерәк осортто: ҡайҙа – тигеҙлек, ҡайҙа түмәләс икәнен дә айырып булмай ине. Кабиналағы бензин еҫенә араҡы еҫе болғанды. “Дүрт шешәләген эсеп бөтөп тә, нисек бирешмәй был мәлғүн?” – тип аптырабыраҡ барғанда, хитлы сере лә асылды: әленән-әле ҡуйынынан резин грелка боғаҙын сығра ла, һыңар ҡулы менән бөкөһөн тағатып, йәһәт һемереп ала, еҫ-зәхмәте миңә килеп һуғыла. Һулышым ҡыҫылып, хәлем бөтөп, күҙҙәремде сырт-йомған килеш, артҡа салҡайҙым, ауыҙымды ярға һөйрәп ырғытылған балыҡ кеүек ҙур асып, көскә тын алып барам. Йәнем сығыр-сыҡмаҫ булып, донъя менән бәхилләшәм инде, тип ултырғанда, ауыҙыма йылы шыйыҡлыҡ ҡойолдо. Ҡороҡһоған ҡомһоҙ тамағым иһә, ҡытҡылдап, ашҡаҙанға мул ғына төшөрөп өлгөрҙө.
-- Һе! Күптән шулай кәрәк ине, кем кемович. Юҡһа, кейәүенән ҡурҡҡан гонаһһыҙ ҡыҙ кеүек, шешә төптәре тикшереп йөрөйһөң. Беҙҙең юлдарҙа башың ватылмаһа ярай...
Машина буръяҡланып аҡҡан кисеүгә килеп төштө, чих-чах сөскөрөп, урталыҡҡа етте лә тораташтай ҡатып ҡалды. Шоферым, һүгенеп, стартерҙы типкеләне.
-- Булмай! – тине. Сыйылдатып, тутыҡ кабина ишеген асты. Аяҡ аҫтына бысраҡ тулҡын бәреп керҙе. Атылып тышҡа сыҡтым, тубыҡтарымды ағын һыуҙан талатып, кабина башына үрмәләнем. Тәгәрмәстәр, таш түшәлгән ҡаты түтәнән тайпылып, яр ҡумшырығына төшкән, янға салҡайған кузов төбөндә һай ғына күләүек ойой, шырпы ҡабы, папирос төпсөктәре йөҙә. Шәкәр тоҡтары, ларҡайышып, һыуҙы ҡосаҡлап ята. Башымды тотоп уфтандым.
-- Зыян юҡ, зыян юҡ, -- тине шофер. – Аҙ ғына һемерә бирһендәр ҙә беҙ уларҙы, күтәреп, ҡорораҡ урынға ҡуйырбыҙ.
-- Хәҙер үк күтәрәйек, һыу һеңә бит!
-- Һеңһен. Кибеү-мибеү менән һыуланыу-сыланыу беҙҙең кеүек сельпо эшмәкәрҙәренең тоғро союзнигы ул. Шәкәргә бер нимә лә булмай: һыуланыуҙан фәҡәт һимерә генә, йәғни вес арттыра, хе-хе-хе!
Шулай ҙа, ах-ух килеп, тоҡтарҙы кабина башына һөйрәп өйҙөк. Шоферым, шаптыр-шоптор һыуҙы кисеп сыҡты ла, шаҡтай олағып торғас, ҡайҙандыр эҙләп табып, майға ҡатҡан бер трактористы етәкләп килтерҙе.
-- Беҙҙе һөйрәтеп алырға риза был егет, тик тәүҙә аҙ-маҙ тамаҡ сылатыуҙы һорай.
-- Сылат грелкаңдағынан.
-- Грелкалағы – “НЗ”, беҙҙең кеүек юл кешеһенә ҡайтҡан саҡта кәрәгер.
-- Нишләргә һуң, алайғас?
-- Нишләргә, тип ни... – Йәшниктән бер шешәне һурып алып, башын аҫҡа әйләндереп тотто ла ҡулындағы гайка асҡысы менән сыртлатып бер сирткәйне, ғәжәп! -- түп-түңәрәк төбө әйләнеп төштө; үргә ҡалҡытып тотолған ватыҡ ситенән тәүҙә үҙе ауыҙ итеп, ҡалғанын трактористың, башын салҡайтып тотоп, тамағына ҡойҙо. – Пор-рядок, булдыҡлы егет икәнһең! -- Бушанған шешәне, ҡупҡан төбөн беркетеп, кире йәшниккә -- ояһына ултыртты ла бөтөн төплө икенсеһен һурып алды.
-- Етәр, башымды ашатаһың бит!
-- Һыуҙа сыланып сыҡҡандан һуң кем ҡалтырап ултыра – һинме, минме? Температураңды ҡырыҡ градуслыға күтәрмәһәң, һыуыҡ тейҙереп үлһәң, эт тә ашамаҫ башыңды! – Гайка асҡысы сырт итте лә үҙегеҙ белгән ҡырыҡ градуслы ауыҙыма ҡойолдо. Тәнемә таралған эҫелектән иҙерәп, кузовта әлһерәнем. Ни хәл итәһең, тауыҡтай күшеккәйнем шул...
Шарылдап трактор һөйрәне, ҡороға сығарып ҡуйылған машина дырылдап ҡуҙғалып китте. Көллө кәүҙәм, тартып торған тирмәндең иләге өҫтөндәге көрпәләй, иңке-тиңке аунаҡларға тотондо, кузов төбөндәге дәрйә, шыбырҙап, ярыҡтарҙан һарҡыны, кабина башынан төшөрөп һалынған тоҡтар өҫтөнә һуҙылғайным, сәңгелдәктәй бәүелтте...
Мин уянғанда, кисә төшлөк тәңгәлендә байыған Ҡояш яңы сығып килә ине. Хәйерһеҙ машина таныш түгел магазин алдына килеп морон төрткән, шоферым кабина эсендә ер-күк йыртып хырылдап ята. Усым менән түбәһен дөбөрҙәткәс, көсәнеп башын ҡалҡытты, алйыған күҙҙәрен сөршәйтеп, һис ни аңлай алмай оҙаҡ текләне лә аңына килде:
-- Ҡайғырма, тауарҙарың теп-теүәл. Мин уларҙы кисә үк магазинға тапшырҙым, бына накладной-ҡағыҙы. Ни бары ун биш шешәнең генә, сутырмаҡлы юлға сыҙамай, төптәре әйләнеп төшкән дә бер тиҫтәләп балыҡ консерваһы кәрәсин мискәләре араһына ҡыҫылып иҙелгән. Ҡурҡма, беҙҙең яҡта законлы хәл был. Ватылыу-кителеү статъяһына индереп акты-факты төҙөһәк, ошо аҙнала уҡ списайт итерҙәр.
-- Һин... һин... элекке экспедиторҙар менән дә ошолай ҡыландыңмы?! – Йөрәкте үтәләй ҡапыл бер нәмә сәнсте, һулышымды ала алмай, кузов төбөнә бөкләндем. Баш осомда таныш грелка боғаҙының ғорҡолдауы ишетелде...
Өс көн үтеүгә инде мин, бер нисә тиҫтә төпһөҙ шешә, төрлө миҡдарҙа һыу һеңдергән шәкәр, тоҙ өлгөләре теҙеп һалынған өҫтәлгә күҙҙәремде сөкөрәйтеп, следователь ҡаршыһында ултыра инем.
-- Был әйберҙәр һеҙгә таныштыр, граждан экспедитор?
-- Таныш. Быларын һыу сылатҡан...
-- Үҙегеҙҙе сылатмағанмы һуң?
Өндәшмәнем. Элек һыуға батһам, гелән генә тымау йонсотор ине. Был юлы танауым иркен тын алып ултырам. Сыланманыммы икән ни? Әммә яуапҡа тарттырыусым, күҙҙәремә уҫал текләп, “сыланғанһың!” тип сәпәргә ниәтләй...
Сәнкем-Биктимер, 31.08..1964.
Характеристика
Прокурор бүлмәһенән абруйҡайым шаҡтай сыланып сыҡтым. Һиҙгерлегемдең һәм йылғырлығымдың тайшаныуы әлегә тәүтапҡыр булғанлыҡтан, мине ысын имән эскәмйәгә ултыртманылар-ултыртыуын. Ауыл клубының ябай ҡарағай эскәмйәһенә генә тегеп хөкөм ҡылдылар. Йәмәғәт хөкөмө минән ватылған, сыланған сельпо тауарҙарының хаҡын ҡайтартырға һәм һиҙгерлегемде алты айлыҡ һынау аша үткәрергә ҡарар сығарҙы. Әлбиттә, минең ише кадровый эшмәкәр өсөн был бик ауыр ине. Шулай ҙа билде турайтып, иркенләберәк тын алдым, табан аҫтына ҡасҡан йөрәгем үҙ урынына ултырҙы.
Етәкселек итеү талантымды халыҡ бәхете хаҡына артабан нисегерәк сәскә аттыртыу тураһында уйланып, өй генәмдә шәңкеберәк ята инем, сельпо идараһына саҡыртып алдылар.
-- Кем, Әжәрғәп Мөгәрәпович, -- тине рәйес, йөҙөмә күтәрелеп баҡмаҫҡа тырышып, -- һеҙҙең артабан да экспедитор булып ҡалыуығыҙ ҡулайлы түгел. Иҫән-имен саҡта был тирәнән табанығыҙҙы ялтыратыу хәйерле...
Өндәшмәнем. Рәйес иһә күлдәк иҙеүемде йыртып олоуымды, ҡалтыранған ҡулдарым менән һауаны ҡосоп, салҡан әйләнеп төшөүемде көттө, буғай: графиндан болҡолдатып һыу ҡойҙо ла йәһәт кенә алдыма шыуҙырҙы.
-- Хәстәрлекләп ҡайғыртыуығыҙ өсөн рәхмәт, -- тинем. – Тик, үкенескә ҡаршы, аҡыллы күрһәтмәләрегеҙҙең аҙаҡҡы пунктын үтәй алмайым.
-- Нисек инде улай?
-- Шуп-шулай.
-- Тимәк, уйығыҙ – һәмишә экспедитор килеш ҡалыу?
-- Юҡ, һеҙҙең иң беренсе урынбаҫар булыу, ҡәҙерле иптәш рәйес!
--Ә?! -- Түрәмдең сикә тамырҙары туҡмаҡтай тумырайып бүртенде, маңлайына һыҙлауыҡлы тапма тирҙәре ҡалҡты. -- Как это так?!
-- Вот так! Минең бында юғарынан – һеҙҙең серек контораны һипләтергә төшөрөлгенлегемде онотмағыҙ! Ҡулға-ҡул тотошоп бергә эшләһәк...
-- Бррр!.. – Түрәм, өҫтөнә бер сүмес һалҡын һыу ҡойғандай, сирҡанып баш сайҡаны. – Уйлайһы ла булмағыҙ! Һеҙҙең ише ишәк сумары урынбаҫарым булһа, мине генә түгел, бөтөн сельпоны сылатыр, йә булмаһа тамырынан ҡоротор. Һеҙҙең кеүек арҡыры тыуған мәхлуҡты мин, Моталлап Зәғәфурановичтың ҡош телендәй ҡағыҙын күтәреп килмәһәгеҙ, сельпо тирәһенә уҡ атыр араға ла ебәрмәҫ инем. Алйот мин, алйот! – Түбәһендәге өс бөртөк ҡылын йолҡоп бөтөрә яҙҙы. -- Ә Моталлап Зәғәфуранович минән дә алйотораҡ: осраған бер берәҙәккә ҡултамғаһын һалып фатиха бирә!
-- Һеҙҙең алйотлоҡҡа шикләнмәйем, -- тинем. – Быны әле яңы ғына теҙгән дикломацияғыҙ иҫбатлай. Әммә-ләкин Моталлап Зәғәфуранович тураһындағы һығымтағыҙ минең аша юғарыға барып етһә, сикәгеҙҙең һуңғы бөртөк төктәрен дә ҡырау көйҙөрмәҫ тимәгеҙ. Үҙем ишетеп торҙом!
Рәйесемдең алҡымы көсөргәнешле тартышып, борҡ-борҡ иткән хәтәр ауаз сығарҙы. Графиндан стакандың күҙенән аштыра ҡойоп, ауыҙына шапылдатып түңкәрҙе лә, ике усы араһына “алйот” башын ҡыҫтырып, йомшаҡ арҡалы креслоһына ауҙы.
-- Ишетеп торҙоғоҙ бит, йәмәғәт хөкөмө һеҙҙе вазифағыҙҙан бушатырға ҡарар сығарҙы, -- тине хәлһеҙ.
-- Шул уҡ ваҡытта мин фәҡирегеҙҙе үҙегеҙҙең ҡул аҫтында алты ай буйы тәрбиәләргә хөкөм ҡылды. Ә быны үтәмәккә иң ҡулайлы юл – мине үҙегеҙгә иң беренсе урынбаҫар итеп алыу: һәр ваҡыт ҡул аҫтығыҙҙа булырмын.
-- Бррр!.. Быуынһыҙ урынға бысаҡ салаһығыҙ, Әж... Әж... Мөгәрәпович! Әгәр бик тә сельпоға тамырланғығыҙ килһә, егеттәрсә, яҡшылыҡ менән килешәйек. Теләйһегеҙме, мин һеҙҙе идараның үҙенә ҡарауылсы итеп ҡуям?
Көмөш портсигарымдың өс баһадир һүрәтле ҡапҡасы шартлап асылды. Ауыҙға оҙон мөштөклө папирос ҡаптым, иренеп кенә, өрлөк аҫтына зәңгәр мунсала элдем:
-- Батмай. Номенклатуралағы һыналған кадровый етәксене мәғәнәһеҙ файҙаланыу була был.
-- Алайһа, юғарыға китә торған йәшниктәргә йомортҡа тултырыусы итеп?
-- Батмай, юғарылығымдан түбән!
-- Һммм... һммм... – Түбәһен ашығып тырнаны. – Беләһегеҙме Ильичтың электр лампалары килеп етмәгән беҙҙең төбәктә социализмды балҡытып сәскә аттыртыу өсөн кәрәсин шәмдәренең бөйөк ролен? Кәрәсин ларегына һатыусы итеп?
-- Батмай! – Тартып бөтмәгән папиросымды рәйес бушатҡан стаканға быраҡтырҙым. – Йә беренсе урынбаҫар, йә хәҙер үк Моталлап Зәғәфурановичҡа шылтыратам!
--Һөмһөҙ! – Һөҙөргә килгән бүгәй кеүек күҙҙәрен яман аҡайтып, ҡапыл ҡалҡынды ла йомарланған йоҙроғо менән өҫтәлгә ҡаты һуҡты. Терт-терт баҫып, эргәмә яҡынланы, ҡулымдан һөйрәп торғоҙоп, ишекте төртөп күрһәтте:
-- Вооон бынан! Эҙегеҙҙе һеперегеҙ, Әж... Әж... Ғәләмәтович!
Бойороғон ҡолаҡҡа элмәһәм дә, йәшермәйем, күҙ алдарым ҡараңғыланды: өтөк сельпо рәйесенең һуҡ бармағы һыналған кадр Әжәрғәп Мөгәрәпович Тоҙлоҡаповҡа ишек күрһәтһен, имеш. Етмәһә, исемде лә хөрмәт итмәй бит әле! Бындай туңбаш менән нисек бергә эшләмәк кәрәк!
-- Һеҙ минең кем икәнде белерһегеҙ әле, -- тинем, көмөш портсигар ҡыры менән рәйес өҫтәлен шыҡылдатып, -- Ауыҙ тултырып Мөгәрәпович тип әйтергә лә өйрәнерһегеҙ. Бик тә белгегеҙ килһә, һеҙҙең кеүек тиҫкәре бәндә етәкләгән идарала ҡалырға мин үҙем дә ҡаршы! Етәкселек даирәһе киң – ҡайҙа ғына барып морон төртһәм дә, ҡосаҡ йәйеп ҡаршылаясаҡтар, һеҙҙән һорап тормаҫтар! Ә кәрәкле яҡшы характеристиканы, һеҙ бирмәһәгеҙ, юғарынан да ала алам! Моталлап Зәғәфуранович һау булһын!
Кабинет һәм коридор ишектәрен ашыға-ашыға ҡайырып, рәйес үҙе артымдан йүгереп сыҡты:
-- Әжәрғәп Мөгәрәпович, туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ! Вәт беҙ иҫәр баштар, ә! Юҡҡа нервы туҙҙырып ултырғанбыҙ! “Һеҙҙең сельпонан китәм” тип баштан уҡ әйтһәгеҙ ни була? Ысынмы был?
-- Һеҙҙең кеүек киртекбаш кәртәһенән, ҡулымдан килһә, ракетаға атланып ҡасыр инем.
Тупаҫйәндең ауыҙы киң йырылды, хатта ҡосаҡлап уҡ алды үҙемде:
-- Вәт маладис Әжәрғәп Мөгәрәпович, мең-мең рәхмәт һуңғы һүҙегеҙ өсөн! Тимәк, беҙҙе яратмайһығыҙ? Вәт татлы һүҙ! Һеҙҙең кеүек талантлы кадровый етәксегә хәҙер үк, бынамын тигән итеп донъялағы иң яҡшы характеристика тултырып бирәбеҙ. Беләбеҙ, беләбеҙ, а как же! Һеҙҙең кеүек киң масштаблы эшмәкәрҙе кем белмәһен! Әйҙәгеҙ, өҫтәл ҡырына кире инеп ултырып, дуҫтарса ослайыҡ эште!
Ысынлап та, дуҫтарса һаубуллаштыҡ. Бындай характеристика менән барыусыға һәр ҡайҙа ла ишек асыҡ!
Сәнкем-Биктимер, 1964.
Ғәҙелһеҙлек
Ауылыбыҙҙың бәләкәй генә магазины бар, шунда төнгө ҡарауылсы булып урынлаштым. Ваҡытлыса, әлбиттә, -- экспедитор сағымдағы йәмәғәт хөкөмө ҡарарының алты айлыҡ һынамыш осорон үткәреп ебәреп онотоу һәм оноттортоу өсөн генә. Юғарылағылар ҙа иҫәңгерәй бирһендәр, тип, кеҫәмдәге алтындай алтын характеристикамды ҡулланыуҙы алдағы имен көндәргәсә ҡалдырып торҙом – сыланһам да ҡоро сығыусан Әжәрғәп Мөгәрәпович Тоҙлоҡапов бит әле мин!
Йәйге төндәр ҡыҫҡа, тиҙәр бәғзеләр. Ләкин ул миңә йылдай оҙон тойола. Уйлай-уйлай уй ҡалмай, тарта-тарта тәмәке янсығыңды таҡырлайһың. Ошо ҡәһәр төшкөрө ауыр төндәр мине тәрән мәғәнәле фәлсәфәгә керергә, көмөш портсигарлы нәҙек папиростан төңөлөп, бармаҡ йыуанлыҡ төрөлгән тәмәке тартырға ла өйрәтте.
Мин шулай фараз итәм: атайыбыҙ Сталиндың кешеләрҙе бик ҙур механизмдағы шистирнаның (йәғни һырлы тәгәрмәстең) бик бәләкәс шөрөбөнә тиңләүе инде иҫкерҙе. Хәҙерге заманда һәр кем үҙен баяғы ҙур шистирнаның шөрөбө итеп түгел, ә шистирнаның үҙе итеп тойорға тейеш. Шистирнаны беләһегеҙ: ул күп тешле һәм шундай уҡ тештәре булған икенсе шистирнаны ғына эләктерә тештәренә. Минеңсә, кешеләр ҙә шулай булырға тейеш. Йәғни: мин һине эләктерәм, сөнки һин мине эләктерәһең. Һин мине эләктермәйһең, сөнки мин һине эләктермәйем. Ҡыҫҡаһы, үҙ күлдәгең тышындағыһын тоймаһын йылы тәнең. Йәғни, үҙеңә ҡағылмаһалар, башҡаларҙың күҙен соҡоп маташма. Ағайығыҙға һуңлабыраҡ килгән алтын аҡыл был. Әгәр ҙә баштан уҡ шулай булһам, экспедитор сағымда уҡ баяғы хөкөм залындағы ҡаты имән эскәмйәгә ултыртмаҫтар ҙа ине минең кеүек социализм өсөн фиҙакәр йәнле кадрҙы...
Бына шундай минең был донъяла кешелек вазифаһы тураһындағы алтын уйҙарым. Ә икенсе мәсьәләгә йәғни тәмәкегә килһәк, һуңғы ваҡыттарҙа Черчилль һымаҡ ауыҙ тултырып баяғы ураулы тәмәкене -- сигара тартыуҙы хуш күрәм. Кем өсөн нисектер, әммә төнгө ҡарауылсыларға ул бик уңай. Бер тоҡандырып алһаң, ярты төн буйына танауың аҫтында төтәй. Серәкәйҙәрҙән дә һаҡ, йоҡоға ла өшкөткөс. Тик кистәрен йүнһеҙ малайҙар ғына һис тынғы бирмәй миңә. Өйөрө менән сабышып киләләр ҙә, сигарама ҡул һуҙып: “Черчилль бабай, торонбаш давай!” – тип теңкәгә тейәләр.
Ә ҡайһы бер баҫлыҡтырғыс ауыр төндәрҙә ошо йыуан сигара ла араламай хәйерһеҙ йоҡо зәхмәтенән. Көндөҙҙәрен үҙ йортомдоң эштәренә мауығып йөрөгәс ни, ҡара төндә керпек ҡаҡмай йәмәғәт милкен һағауыллап ултырыуы ҡыйыныраҡҡа төшә. Мылтығыма таянып ултырып ҡалғыштырғылай торғас, һиҙҙертмәҫтән күҙ эленеп киткеләй. Төнгө уйын уйнап йөрөгән йәшүҫмер, ошонан файҙаланып, мылтығымдың көбәгенә услап саң тултырып китә. Йә булмаһа иҫке сепрәк, тауыҡ йөнө тынҡыслай. Иртәгәһен үҙемә, һуйҙан тал менән көргөп, сәғәттәр буйына таҙартырға тура килә. Сыбыҡ тотоп һары таңдан малдарын көтөүгә ҡыуған ыбыр-сыбыр, ауыҙҙарын йырып, эргәмдә тексәйеп торалар, осоношоп сыйнайҙар:
-- Черчилль бабай, мылтығың быуаҙынымы?
-- Черчилль бабай, һин әллә саң менән атаһыңмы?
Их, атаһы ине лә үҙҙәренең осаһына тоҙ менән! Тик өндәшмәйем, тештәремде ҡыҫып, вазифамды башҡарам. Соҡсонғанда көбәк эсенә өрөп, бер көлтә саң туҙратыуым ифрат кәйефләндерә ҡарағолаҡтарҙы, сырылдашып, ямғыр алдынан ҡурпып сыҡҡан баҡа балаларылай, арылы-биреле һикерешәләр:
-- Бабай, тимерлеккә барып, мылтығыңдың көбәген урталай телдерт – таҙартырға уңай булыр.
-- Юҡ, алай түгел! Көбәген бөтөнләй алдыртып ташларға кәрәк – атырға барыбер эшкашмай бит!
Шунан һуң миңә, атылған ҡарт бүрегә, атыу ҡоралының иң әһәмиәтле өлөшө -- ағас приклад менән элмәк ҡайыш икәнен, ә көбәктең кәрәкмәгәнен төшөндөртөргә итәләр.
Ҡайһы төндәрҙә һиллегемдән яман әсе төтөнгә сәсәп уянам. Бындай осраҡтарҙа мылтыҡ көбәгемдең осонда ниндәй ҙә булһа иҫке бишмәттән һурып алынған алама мамыҡ төтәп тора...
Бер мәртәбә магазинға төшөп талап та киттеләр, әммә зәһәр еле миңә ҡағылманы – “Уголовный кодекс” тәңгәлендә, мөрйәм ҡыйыш булһа ла, төтөнөм тура йөрөй бит. Сөнки ҡараҡ тауарҙарға мин ултырған ишек яғынан түгел, ә артҡы стена аҫтынан нигеҙҙе һүтеп ингән. Ә сельпо инструкцияһында төнгө ҡарауылсы ишекте, ишектәге йоҙаҡты һәм ишеккә йәнәшә тәҙрәне күҙ ҡараһылай һаҡларға тейеш, тиелгән. Мин бурҙарҙың магазин артында мәшәҡәтләнеүен үҙ ҡолағым менән ишетеп ултырҙым, әммә посымды ташлап китергә баҙманым. Мылтыҡ шартлатып өркөтөргә итһәм дә, атылманы – яҫауын һурып алғандар ҡыҙырмыштар. Хәйерлегә лә булғандыр, сөнки шистирнаның тештәре минекенә эләкмәне бит... Яуап биреү мәсьәләһенә килгәндә, беҙҙең яҡта кодексты беләләр: арт яҡтағын күрмәүгә йә ишетмәүгә йәй көндәрендә -- ҡараңғы төн, ҡышҡыһын буран ғәйепле булып ҡала.
Ун өсөнсө числоға ҡараған хәйерһеҙ төндө бигерәк тә ныҡ талығып ҡаршыланым. Кистән үк күҙҙәрем бөтәште: биғәйни, әсе ҡамыр һылағандар! Ваҡыт-ваҡыт ҡулдарым бушаҡланып, мылтығымдың “дөңгөр-р!” итеп таҡта болдорға тумарлауы ғына тертләтә ине. Ахыр сиктә, түҙә алмағас, “йоҡо-батша”ны алдаштырырға иттем. Тупһаға буш йәшник түңкәрҙем дә, өҫтөнә ларҡайып (ауа башлаһам уянырмын!), яҫы арҡам менән йоҙаҡты ҡапланым. Тимер рәшәткәле тәҙрә лә яурыным тәңгәлендә: ҡайыра ҡалһалар, “йоҡо-батша” аяҡланып ҡасасаҡ. Баш осомда түбәне ҡуптарһалар, балсыҡ ишелеп төшәсәк. Һәр хәлдә, мин һаҡлаған алғы яҡтан “эш” башлау мәғәнәһеҙ. Артҡы стенаны тоташлай күтәреп алып китһәләр ҙә “не мое дело!” йәғни...
Арҡаны ныҡҡа терәгәс, хәйерһеҙ Черчилль тарта торған әлеге йыуан сигараны алып ҡаптым ауыҙға. Әйләнәмде ҡуйы төтөн сырманы, ҡанығып зәһәр семелдәшкән серәкәйҙәр мине ташлап ҡастылар...
Август төнө бит: таң һыҙылып килгәндә өшөп уяндым. Күҙҙәремде тырнап асыуға, шикле ҡыштырҙау салынды салт ҡолаҡҡа. Ишекте, йоҙаҡты, тәҙрәне барлап алдым – иҫән-һауҙар. Йәшнигемә баҫып, тишек һыулыҡтан ҡыйыҡ аҫтына күҙ йүгерттем. Ләхәүәллә-ҡеүәтә! – арт яҡлап түшәм таҡтаһын ҡуптарып төшкәндәр! Тауарҙарҙы береһе өҫтән һона, икенсеһе аҫтан ҡул ялғай...
Күҙҙәремде сытырҙатып йомдом, “шап!” итеп кире ултырҙым. Йоҙаҡты арҡам менән ҡаплап, мылтыҡты ҡулға алдым. Мин һаҡлаған алғы яҡтан йәмәғәт мөлкәтенә шайтан да үтеп кермәйәсәк!
Яуыз бәндә, дөпөлдәп, ергә һикереп төштө, әшнәһенә нимәлер мөңгөрҙәне. Мин иркенләп тын алдым, йөрәк ҡағышым тигеҙләнде. Шөкөр, был яҡтан умырмағандар -- посым имен-аман ҡалды!
Тик иртәрәк шатланғанмын икән шул. Тауыҡ мейеһе эскән әҙәм аҡтығы, арт яҡлап һыҙаһы урынға, арҡаһына оло тоҡ артҡан килеш, кирза итекле аяҡтары менән айыуҙай алпан-толпан баҫып, салғыйыма ҡағыла яҙып китте, йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн башына кейгән ала-ҡола капрон ойоҡтоң магазинға күрше һалам түбәле өйҙә йәшәгән Әпкәләй бисәһенеке икәнен таныным, әммә эште тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн күҙемде йомдом, ирендәремде ҡымтыным – милиционер йә тәфтишсе түгелмен бит! Шул уҡ Әпкәләй бисәһе ойоғоноң һыңары менән ҡапланған ер йотҡор әшнәһе хатта танауыма сиртеп үк үтте.
-- Постовой, борсолма, һиңә ел-ямғыры теймәҫ. Әммә телеңде тешлә, юҡһа башһыҙ ҡалырһың! – тип киҫәтә үҙе, тауышын ныҡ үҙгәртеп, танауына сөй ҡаҙалғандай тынҡышланып. Әммә Әжәрғәп ағаңды, урыҫ туғандар әйтмешләй, “на мякине не проведешь!” – аяҡ тауыштарынан уҡ таныйым һәм баяғы киҫәтеүен дә урынлы тип һанайым.
Ах хәйерһеҙең, ярылып ҡалған эҙҙәресе, эҙҙәре! Милиция килгәс, эттән еҫкәтеп булһа ла, уларҙы бит мин ултырған алғы яҡтан, хатта минең эргәмдән үк табасаҡтар! Өҫтәүенә, һурып ебәреп тынысланырға итһәм, юҡҡа сыҡҡан бит ауыҙымдағы кистән ҡапҡан сигарам!.. Йөрәкте, өшөтөп, бесәй тырнай башланы. Кисекмәҫтән, хәҙер үк, ошо секундта уҡ мылтыҡ шартлатыу мөһим! – кемдәр икәнен белмәһәм дә, посымдан иле лә таймай, арттарынан атып ҡалдым, тиермен. Тикшереп ҡараһалар, мылтыҡ көбәгендә бөгөн генә ләүкегән дарының саф ыҫы булырға тейеш!
Көбәгем, ғәҙәттә, ун тапҡыр сағылтҡас ҡына ата торғайны. Ә был юлы, үс иткәндәй, ғәҙәти шул нормаһына ла һыйыша алманы, шайтан! Күккә тоҫҡап, ун тапҡыр сағылдырҙым, ун бер, ун ике... Ун өсөнсөгә саҡма сағыр алдынан, кинәт кенә абайлап, кистән үҙем ауыҙыма ҡабып алған һәм таң атҡансы юҡҡа сыҡҡан баяғы хәйерһеҙ сигараның, ҡыҙыл ут быҫҡытып... көбәк осонда төтәп тороуын күрҙем. Күрҙем һәм... саҡма телен тартырға ла өлгөрҙөм – туптан атҡандағылай гөрһөлдәне. Көбәк эсенән саң, төтөн, әллә нәмә осҡондары ләүкеп күккә һибелде. Сигарам, “зыр-р-р!” итеп хәтәр һыҙғырып, юғарыға сөйөлдө, һауала ҡыҙыл дуға һыҙып, магазинға терәлә яҙып торған, ябыу һаламы ҡорғаҡһыған баяғы Әпкәләй-мөртәт йортоноң ҡыйығына ҡаҙалды. Ҡоролоҡло йәй буйна ямғыр күрмәгән һалам, “һә!” тигәнсе, күккә оҙон ялҡын теле һуҙҙы, урамда шау-шоу ҡупты. Битендәге бисәһе ойоғон һыпырып ташларға ла өлгөрмәгән, ике ҡулына күнәк тотҡан Әпкәләй, “пож-жааар! Ярҙам итегеҙ!” тип яман аҡырып, урам аша һиртмәле ҡойоға дөндө; шашынып артынан килеп еткән бисәһе унан ойоғон һалдыртып алды ла осаһына берҙе типте. Күҙ асып йомғансы янғынды һырыған халыҡ утҡа күнәкләп һыу ҡойорға кереште; ҡыйыу егеттәр, тәҙрә рамдарын ҡуптарып, эскә үттеләр ҙә Әпкәләйҙең кейем-ҡаралтыһын тышҡа быраҡтырҙылар. Мин дә юғалып ҡалманым, магазиндың таланыуы, тоҡ йөкмәп ошо ут сыҡҡан тарафҡа ыңғайлаған бурҙарҙың артынан атып ҡалыуым тураһында илгә ишеттереп разбой һалдым. Дружинниктар эркелеп, магазинды һаҡ аҫтына алдылар, ә береһе Әпкәләйҙең тышҡа ырғытылған йорт ҡаралтылары араһынан магазин тауарҙары төйгөсләнелгән тоҡто һөйрәп сығарҙы...
Янғын һүндереүселәр килеп етеп, өй ҡыйығын ялап алған ялҡын баҫтырылғас та халыҡ һис таралманы; магазин алдында төркөм-төркөм йыйылып, аптыраштан баштарын болғай-болғай, телдәрен сыртылдата-сыртылдата гәп ҡорҙолар:
-- Бына һин, әй, ә! Осраҡлы янғын ҡараҡты тотторҙо бит.
-- Өйө янмаһа, ептең осо һыуға сумаһы икән!
-- Осраҡлылыҡ та ярҙам итеп куя икән шул!
Кемде генә тыңлама, бөтә һүҙ шул осраҡлы янғын хаҡында бара. Әйтерһең, быға төнгө ҡарауылсының тырнаҡ ҡараһындай ҙа өлөшө кермәгән. Ғәҙелһеҙлек иҙҙе йәнемде, һарыуымды ҡайнатты, ҡан тамырҙарымды утлы ҡурғаштай көйҙөрҙө -- һис кенә лә түҙеп торғоһоҙ ине.
-- Дундуктар! Бик тә белгегеҙ килһә, ул янғынды мин сығарҙым, мин! – тип ярһып һөрәнләүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, уны, артынан ҡыуып етеп, кире ҡайтара алмайһың. Көллө йәмәғәт шым ҡалып тыңланы мине. Хатта аҡһаҡалдарына тиклем һуштан яҙыр хәлгә етеп, ауыҙҙарын киң асып бөртөк-бөртөк һүҙҙәремде аулауы кинәндерҙе йәнемде: мин сәбәпсе ҡараҡтың тотолоуына! Йөрәктәге шөһрәт ҡылын шайтан сиртеп, тешләргә тейешле телемде сиселдергәс, үҙ-үҙемде белештермәй тағы тирҙем дә һалдым. – Һеҙ, бәлки, был уҙаман-ағайығыҙҙы төндә йоҡлап ултыра тип беләһегеҙҙер? Юҡ инде, кустыҡайҙарым, ағайығыҙҙың ике күҙе лә һәр саҡ асыҡ ул! Ағайығыҙ, ул, үҙ посында сысҡан шырт иткәнен дә күреп-ишетеп ултыра. Ағайығыҙ, ул, бик тә белгегеҙ килһә, Әпкәләйҙең бурлығын тәүтапҡыр ғына күрмәй!
Һәм ғәжәп хәл: дружинниктар мине, яратып-маҡтау урынына, ҡулымдан эләктереп алып, ауыл Советына һөйрәнеләр. Шул уҡ көндә наган аҫҡан ике милиционер килеп, бур Әпкәләй менән бергә мине лә алып киттеләр. Юл буйы башымды баҫып бойоғоп барҙым: ни өсөн был бәләгә тарыным әле мин? Әллә ҡәһәрле ун өс һанының шауҡымымы? Булһа ла булыр шул. Был ун өсөнсө числола миңә бөтөнләй эшкә сыҡмаҫҡа – ауырып өйҙә ҡалырға кәрәк булған. Йәки мылтығымдың саҡмаһын ун өсөнсө тапҡыр сағылдыртмаҫҡа ине... Әйтеүҙәренә ҡарағанда, социалистик йәмғиәт өсөн мин -- Әпкәләйҙән дә күберәк зыян килтергәнмен булып сыға. Йәнәһе оғролокка “бармаҡ аша ҡараған”мын. Ә яуаплы вазифаны еренә еткереп ентекле үтәүемде, посыма беркетелгән алғы стена, ишек, тәҙрә, йоҙаҡтарҙың иҫән-имен ҡалыуын береһе лә иҫәпкә алырға теләмәй. Ғәҙелһеҙлектең аръяғына сыҡҡан ғәҙелһеҙлек был!
Сәнкем-Биктимер, 15.12.1962.
Достарыңызбен бөлісу: |