Һөйәлле бармаҡ
Беҙҙең совхоз бүлексәһе управляющие Һарымһаҡ Һарымһаҡович көн дә иртәнге фармандарын һуҡ бармағы ярҙамында төйгөсләргә ярата. Конторала наряд көткән эшсе халҡы ҡатарына елләнеп килеп керә лә, салбар кеҫәһендә нимәләрҙер һәрмәнеп ятҡан ике ҡулының уңын, сығарып, юғары күтәрә:
-- Приказ. Пункт беренсе. Хәҙер үк тышҡа һеперелегеҙ! Кабинетҡа сиратлап, берәмләп килеп инеүегеҙ талап ителә. Пункт икенсе. Баш кейемен һалмай һәм ишек шаҡымай инеү тыйыла. Иҫкәртмә: управляющий менән ҡул ҡыҫышырға рөхсәт юҡ (һөйәл ауырта).
Ысынлап та, турғай йомортҡаһы дәүмәлендәге һөйәл үҫкән шул түрәнең һуҡ бармағына. Нәҡ икенсе быуын өҫтөнә генә. Аяғүрә өҫтәл төйөп эш башҡара-башҡара, күп йышылған, күрәһең, бисараҡай...
Һөйәлле бармаҡ шыпылдатып өҫтәл ҡырыйын төйгөсләргә тотонһа, наряд көткән эшселәре шым ғына сығып һыҙалар. Фарман бойороуынса, түрә ҡатарына яңғыҙ-ярпы ғына инә башлайҙар. Һарымһаҡ Һарымһаҡович, ҡылдай ҡаты тартылып, уларҙы иҙән уртаһында ҡаршылай. Күҙҙәрен йомоп, күкрәк күреген тултырғансы тын ала ла сәйер суҡмарлы һуҡ бармағын дирижер таяғылай һелтәп ебәрә:
-- Приказ. Параграф беренсе. Бер ҡулыңа һәнәк, икенсеһенә көрәк алып бесәнгә елдер. Параграф икенсе. Йөктө ҙур тейә, юлда юғалтма, бау-шыуҙы өҙмә. Параграф өсөнсө. Бесәнлек ҡапҡаһын ябып сыҡ. Иҫкәртмә: приказ үтәмәгәндең ҡойроғо борола! – Шулай тигәс, һөйәлле бармаҡ һуңғы аккорд итеп фарман алыусының күкрәк ситлеген төйә. Тертләп артҡа сиккән түштән айырылып, “юғал бынан!” ишараһын аңлатып, ишек яҡҡа тоҫҡала. Эшсе эһ тә итә алмай олаға. Ә бармаҡ, ҙур эш бөтөргәндәй ғорур бөгәрләнеп, яҫы салбар балағындағы йылы ояһына сума.
-- Эт тешләгер һөйәлле бармаҡ! Бер төртөүҙә йәнде сығара яҙҙы! – тип һөйләнә эшсе, конторанан олағып һулышын алғас.
-- Аҙ-маҙ ҡаршы әйткеләп, ҡалыпҡа ултыртһаң ни булды? – тиҙәр ҡыйыуыраҡтары.
-- Ултыртырһың, ултыртмай ҙа ни! Үҙеңде боҙға ултыртыр. Һәнәк-көрәк тотмаған ҡулға һөйәл үҫһә, тикмәгә түгелдер ул, егеттәр...
Һарымһаҡ Һарымһаҡович, фармандарын биреп бөтөп, саф һауа һуларға сыға. Әҙәм балалары уны ихтирамлап, ҡырыҡ саҡрымдан уратып үтәләр. Шәйләмәҫтән килеп ҡапҡан асыҡ ауыҙҙарҙың күкрәгенә, ҡәҙимгесә, боҙҙай һалҡын һөйәл суҡмары һуғыла:
-- Һин, туҡта, ҡайҙа табан тәпәйләйһең?
-- Һыйыр һуғарырға.
-- Ҡайҙа һыйырың? Һыйыр һуғарырға был юлдан йөрөмәйҙәр. Эт һуғарырға китеп бараһың һин. Тыңла приказымды... Һөйәлле бармаҡ күкрәк төйөргә тотона.
Ҡайһы саҡта күңелһеҙлектәр ҙә булғылап ала уға. Мәҫәлән, таяҡҡа таянған берәй ҡартлас күҙгә салынып, ҡаж-ҡаж йүткереп, уның атылырға ғына торған татлы параграфтарын ҡап-урталай бүлдерә лә ҡуя. Һөйәлле бармаҡ, теләмәй генә, һандалынан айырыла, кеҫәгә инеп ята.
-- Һарымһаҡ Һарымһаҡович, -- тип өндәшә таяҡлы, -- больницаға барырға ат кәрәк ине.
-- Кем ауырый?
-- Үҙем.
-- Ҡай ерең?
-- Билем.
-- Ә ниңә һуң бүтән ерең ауыртмаған?! – Һөйәлле бармаҡ, йылы кеҫәнән ярһыу аттай һурылып, танһыҡ бәйге ҡырына – таяҡлының күкрәк ситлегенә күсә. – Приказ. Параграф беренсе. Ниңә билең ауыртҡан? Эсеп-иҫереп, дружинниктар ҡулына эләкмәгәнлегеңә ауыл советынан танытма ал. Параграф икенсе. Һатыусынан һуңғы өс көндә спиртлы эсемлектәр һатып алмауыңды ике шаһит дөрөҫләгән ҡағыҙ килтер. Параграф өсөнсө...
-- Һай, бармағыңды эт тешләгер боҙло туҡмаҡ! – Биле биртенгән ҡартлас, һөйәлле бармаҡ төйөүенә сыҙай алмай, инде уға күренмәҫкә, дауахана юлдарынан үҙаллы ғына үрмәләп барырға ант итә. Ә Һарымһаҡ Һарымһаҡовичты киске табын түңәрәгендә хәләл ефете битәрләй:
-- Шул һөйәлле бармағыңды кешегә күрһәтмәһәнә, исмаһам. Мал духтыры менән бергә туғыҙ ҡырлы стакан тота-тота һөйлләткән, тип зәһәр ғәйбәт сәсәләр!
Һарымһаҡ Һарымһаҡович, ҡабар ҡашығын атып-бәреп, үҙ күкрәген үҙе төйөп-йәнсеп, төкөрөктәрен сәсә-сәсә нәфрәтләнә:
-- Мин кем, ниңә шуны белмәйҙәр?! Был халыҡҡа изге хеҙмәт итеп тә игелек юҡ! Ә һин шуларҙы тыңлайһың! Бик тә белгең килһә, хәләл хеҙмәт һөйәле был, бисәкәй! Шәхси ғорурлығым! Ун алты йыл буйы өҙлөкһөҙ ил хеҙмәтендә өҫтәл төйөп, күкрәк төйөп, тышта сатлама һыуыҡтарҙа ла бер алып, бер һалып, төйә-төйә тура юл күрһәтеп йөрөп ҡараһындар шәп булһалар. Белгең килһә, һин әйткән ул мал духтыры Әфләтүнгәрәй был һөйәлде сәпсим башҡа сифаттарҙан нарыҡлай!
-- Алайғас, бармағыңды төймәй генә һөйләш һуң.
-- Алйот һин, ҡатын, алйот! Ошо һөйәлле бармаҡ даими төймәһә, совхоз эшен кем алға этәрер ине? Бына ҡайһы тәңгәлдә бит ул әтнәкә!
Һуңғы аҙнала ғына бер ҙур яңылыҡ ауыл халҡын хайран ҡалдырҙы: түрәкәйҙең ике ҡулы тиң салбар кеҫәһенә кереп йәбешкән. Һис кенә лә уйламаған-көтмәгәндә һөйәлле бармаҡ өҫтәлгә лә, әҙәм күкрәктәренә лә төйөлөүҙән төңөлгән. Ауыл буйлап береһенән-береһе хәтәрерәк фараз йөрөнө.
Ә асылда эш бына былай булған. Һарымһаҡ Һарымһаҡович, һөйәленең ни сәбәптәндер ҡап-урталай сатнай башлауын күреп, “мал духтыры” Әфләтүнгәрәй әшнәһенә хафаланып барып кергән. Һөйәл һаулығына бер стакан спиртты төңкәйтеп сыҡҡас, ҡаны ҡыҙышып китеп, магазинды күҙ ҡараһылай һаҡлаусы төнгө ҡарауыл эшен тикшереү сәме ҡуҙғалған да, имгәкләп, тигәндәй, шул тәңгәлдә хасил булған. Ҡаушап ҡалған ҡарауылсының күкрәк ситлеген суҡмарлы һуҡ бармағы менән төйгөсләп, параграфлы приказ бирергә тотонған. Шул яуаплыларҙан яуаплы мәлдә ҡапыл һыңар табаны тайып китеп, үҙе лә абайламай, ҡарттың ырылдап ултырған бурҙай этенең томшоғона таянған һәм... “һәп!” иттергән дә өҙә ҡапҡан сәбәкә атаҡлы һөйәлде... өс быуынлы һуҡ бармаҡтың төбөнән...
Меҫкен Һарымһаҡ Һарымһаҡович, нисек итеп етәкселек итер инде?!.
1966.
Бер атаның өс улы
Атанан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәре хаҡ икән. Әйтәйек, ниңә беҙгә, бер туғандарға, тырым-тыраҡай таралмай, ҡош балаларылай бер ояла өймәкләшеп донъя көтмәҫкә ине? Юҡ шул. Ҡоштар ҙа ояһын ҡалдырып оса, тинек тә өсөбөҙ өс тарафҡа тарттыҡ табанды. Ғәҙәт яғынан да, эш яғынан да бер-беребеҙгә оҡшаманыҡ.
Өлкәнебеҙ Йомабай ағайымды ғына алайыҡ. Икенсе синыфта уҡып йөрөгәнендә үк ул, Ярбашы Фәтҡелислам олатайҙың утын дүңгәгенә ултырған килеш ташҡында ағып китеп, бөтәбеҙҙең ҡотон алғайны. Атайымдар үҙен һыбай ҡыуалатып барып, ике саҡрым һыу түбәненән тотоп алып ҡайттылар. Туп-тура Тын океанға юлланған булып сыҡты.
Икенсе әкәмәтен клубта күрһәтте. Ҡаланан бер ғалим-лектор килгәйне. Бик ҡыҙыҡлы итеп шахта, ер аҫты мәғдәндәре, уларҙы ҡаҙып сығарыусы ҡатмарлы техника-машиналар тураһында һөйләне. Халыҡ һорау бирә башлағас, Йомабай ағайым да, кеше рәтенән күтәрелеп, тейһә -- тейенгә, теймәһә ботаҡҡа, тигәндәй:
-- Африкалағы ҡауын ағасын бында күсереп ултыртһаҡ, беҙҙең тупраҡта ла үҫәме? – тип бөтә залдың эсен ҡатырҙы. Беҙ ер аҫты хазиналары менән хыялланғанда ул Африка джунглиҙарын йырып йөрөгән, ҡауын ағасына барып төкәлгән...
Бына шул ағайыбыҙ, Айға осоу уйы менән хыялланып сығып китеп, донъяның әллә ҡайһы өлөшөндәлер төйәкләнде инде хәҙер.
Уртансыбыҙ Фәтҡулланы атайым, үҙе әйтмешләй, бураҙнаға тәртәләп егергә һыҙғанды. Үҙем егерме биш йыл буйы ер һөрҙөм, иген иктем – улым да ергә берекһен, тине. Тракторын һүтһә лә, ҡорһа ла ҡултығы аҫтында Фәтҡуллаһын йөрөттө. Шайтандай майға буяла-буяла техниканың нескәлектәренә төшөнгәс, Фәтҡуллабыҙ ҡойроҡто һыртҡа һалды ла ҡуйҙы бит.
-- Самолет моторҙары яһағым килә, күккә осҡом килә, авиатехникумға китәм! – тине. Хәҙер Өфөлә иң ҙур заводта станок әйләндерә.
-- Булмаҫ был шайтан малайҙарҙан, -- тине атайым, ҡул һелтәне. Тупраҡ еҫен тойғаныраҡ егеттәргә трактор һөнәрен һеңдереүгә башкөлләй бирелеп, минең уҡыуыма ла, зауҡыма ла иғтибарын һүндерҙе. Һәм мин хатта армияға киткән саҡта ла үҙемдең кем буласағымды томан артында тоя инем. Оҙатҡан көндә атайым, яурынға һуғып, ошоно ғына әйтте:
-- Хәйерле булһын, улым, берегеҙҙе лә игенсе итә алманым. Кем булһаң да кеше бул.
Хеҙмәтемдең аҙағында эсемдән генә һулығып һыҙлай башланым. Ниңәлер, тик-томалдан, ергә ятып аунағы, йомшаҡ тупраҡ араһына ҡул батырып ҡарағы килде. Ер күҙәнәктәре нурға тулышып ҡояшҡа боҫорап ятҡанын күрҙем дә, түҙмәнем, сиҙәм ерҙәргә ҡайтыусылар исемлегенә яҙылдым. Көтмәгәндә үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың Хәйбулла районына дөбөр-шатор килеп төштөк... Өфө аръяғында ҡалған, пенсияға сыҡҡан атайым хәҙер гәзит аша донъя хәлдәре менән ҡуша минең ерекмәнлек эшен күҙәтеп, нисек итеп сифатлы туңға һөрөргә һәм сәсергә хат аша кәңәштәр биреп, исемемде гәзиттең хөрмәт таҡтаһында республиканың алдынғы трактористары ҡатарында күргәне һайын, ҡотлау телеграммалары һуғып ята.
Ала-ҡолалыҡ шауҡымы ошоноң менән генә төпләнһә икән! Юҡ шул... Тормоштоң иң тантаналы мәлдәрендә лә тоҡ эсенән осло беҙ төртә лә сыға. Әйтәйек, быйыл Октябрь байрамында аймылыш булырбыҙ тип кем уйлаған? Бисә менән ең һыҙғанып йөрөп тай һуйҙыҡ, өй тултырып ҡунаҡ саҡырырға йыйындыҡ. Ошо уттай ығы-зығы араһында килеп төшмәһенме Фәтҡулла ағайымдан ҡолас буйы телеграмма. Һеҙгә бара алмайым, сөнки нәҡ алтынсы ноябрҙә үҙем табын ҡороп яңы йыл ҡаршылайым. Донъяһына төкөрөп, килен менән һуңламай Өфөгә килеп етегеҙ, тип тондорған. Аптырауҙан ҡойолдоҡ та төштөк, әй. Был ағайым, оло башын кесе итеп, ошо тантаналы мәлдә беҙҙең менән шаярырға итәме әллә, мин әйтәм. Алтынсы ноябрҙә ниндәй яңы йыл? Әллә аҡылға самаланып барамы?..
Йәнә бер-ике көн үткәнмелер, юҡмылыр, тәүгеһенән дә хәтәрерәк икенсе телеграмма, быныһы еңгәйемдән: “Ҡәйнеш, яңы йыл шыршыһын биҙәнек, балаларҙы ла ҡалдырмағыҙ!” Бөтә өй эсе йыйылып ултырып хәүефләндек – икеһе тиң килделе-киттеле икән...
-- Ҡуй, был ҡайнаға менән ҡайынбикәнең зиһен сүлмәгенә зәхмәт тейгәндер. Аҡылы камил әҙәм ноябрҙә яңы йыл ҡаршылап донъя ҡубартмаҫ, -- тине бисәм. Бер туған ағайым тураһында быны ишетеү – теште ярып сығып килгән ҡанды йотоу менән бер булды. Икенсе көндә, йыл оҙоно күрешмәгән атайымдарҙы станцияла ҡаршыларға машина йүнләп йөрөгәнемдә, әлеге уртансы ағайҙың йәшен уғына элеп ебәргән өсөнсө сәләме тамам иҫәнгерәтте: “Етеһенә ҡараған төндә сәғәт ун икелә минең менән сәкәштереп яңы йыл ҡаршыламаһаң, мәңге туғаным түгелһең!” Күп уйларға ҡалманы.
-- Бисәкәйем, йәнем, бер үк атайҙарҙы үҙең ҡаршыла инде. Хөрмәт ит, күңелдәрен күр. Ырымбур өлкәһендә командировкала – бына-бына ҡайтып төшәсәк, тиген. Әгәр ағайымдарҙың хәл-әхүәле үтә насарҙан булмаһа, баш төҙәтеүегеҙгә ҡайтып етермен, -- тинем дә, уңды-һулды ҡарамай, аэродромға елдерҙем. Ауыр хәлгә ҡалған ағайым менән еңгәйемде йәлләй-йәлләй, Өфөлә өсөнсө ҡаттағы фатирына дөбөрҙәп барып ингәндә, бүлмә уртаһында ысынлап та Ҡыш бабайлы шыршы күреп, тамам иҫәнгерәнем. Төпкө бүлмәлә уйнап-көлгән, ҡашығаяҡ шалтыраған тауыштар ишетелде. Аш-һыу тулы буй өҫтәл башына мин, моғайын, йөҙөм үлек төҫөләй һырныҡҡанмындыр. Бокалдарын сөйөп тотҡан йәмәғәттең миңә баҡҡан гүр тынлығын ағайым менән еңгәйем бүлдерҙе:
-- Ура, яңы йыл менән ҡотларға алыҫтарҙан ҡубынып ҡустым килгән!
-- Ҡотло аяғың менән, ҡәйнеш! Яңы йыл менән, ҡәйнеш! Ниңә килен дә килмәгән, ҡәйнеш?
Ике яҡтан икеһе ҡосаҡлап, табын түренә ултырттылар, ҡулыма киле ҙурлыҡ бокал тотторҙолар. Был бахырҙар икеһе тиң “ысҡынған”, өҫтәүенә, табын тулы ҡунаҡтары ла күгәндән тайған икән шул тип уйларға ла өлгөрмәнем, дыңғылдатып түр сәғәте төнгө ун икене һуҡты.
-- Ура, яңы йыл менән!
-- Яңы йылымды ҡаршылашырға килгән ҡәйнеш һаулығына!
Гәлсәр шишмәләр сыңланы, йондоҙҙар ташып аҡты, ләкин улар күҙемә күренмәне. Ағайым менән еңгәйемдең ҡайғыһынан һулҡылдап, башты түбән эйгәнмен...
Уянып күҙемде асыуға, тәҙрәләрҙә салт ҡояш һаҡҡа баҫҡан, ағайым менән еңгәйем баш осомда көтөп ултыра.
-- Маладис, йөҙ ат ҡеүәтле трактор моторы кеүек гөрләйһең, ҡустым!
-- Ҡәйнеш, тор. Яңы йылды оҙаттыҡ, инде бөгөн Октябрь байрамының аяғын йыуабыҙ.
Шөкөр, ноябрь икәнен белгәндәр, быларҙың баш ҡабат күгәненә ултырырға итә, тип шатланып, һаҡлыҡ менән һораным:
-- Кисә Октябрь байрамын туйламанығыҙмы ни, еңгәм?
-- Аһ-аһ, оноттоңмо әллә? Яңы йылыбыҙҙы ҡаршыланыҡтаһа.
Башҡа тағы ла тай типте. Икеһенең һис ни һиҙмәй шат йылтыраған күҙҙәренә ҡалҡынып ҡарап алдым да, өмөтөмдө өҙөп, аҡылын юйған бахырҙарҙы ҡыҙғанып илап ебәрҙем, күҙ йәштәремә бутай-бутай, мөлдөрәмә тулы ике стаканды күтәрҙем...
Ҡабат уянып күҙемде асҡанда, икеһе тиң миңә ҡарап илашып тора ине.
-- Ниңә иланың, килен ташлап киттеме әллә, ҡустым?
-- Ҡәйнеш, ҡәйнеш, ниңә беҙҙән ҡайғыңды йәшерәһең?
Минең яуап шул булды:
-- Тимәк, һеҙ кисә, байрамлап, ысынлап та, яңы йыл ҡаршыланығыҙ?
-- Шулай шул, ҡустым. Һинең оло ҡайғың барын белмәнек.
-- Минең һеҙҙән башҡа хәҙер ҡайғым юҡ. Икегеҙҙең тиң ауыр сиргә тарыуығыҙ илата мине. Икегеҙҙе лә больницаға һалмай тороп, китмәйем.
Бер-береһенә йәһәт ҡарашып алдылар.
-- Бәй, бәй, ни һүҙең был, ҡәйнеш? Аңлатып бир?
-- Яңы йылға тиклем теүәл бер ай ҙа егерме өс көн бар бит әле, еңгәйем...
Икеһе бер юлы шарҡылдап көлдөләр.
-- И ҡустым-ҡустым, ҡотто осора яҙҙың бит! Әллә нәмәләр һөйләйһең -- аҡылдан яҙаһың тип торам.
-- Икегеҙ ул аҡылдан яҙмаһа ярар ине.
Еңгәйемдең саф шишмәләй селтерәгән көлөүе һиҫкәндерҙе.
-- Ҡәйнеш-ҡәйнеш, тракторыңа мауығып, гәзит уҡымайһың икән. Ағайыңдарҙың цехы йыллыҡ планын Октябрь байрамына тиклем үк арттырып үтәне бит. Улар өсөн бөгөн – законный яңы йыл!
-- Әсәһе, ҡәҙерле ҡунаҡ хөрмәтенә бер көнгә генә булһа ла иҫке йылға әйләнеп ҡайтайыҡсы. Ура, данлы Октябрь байрамы менән ҡустым!
Иншалла, ҡайғым осто башымдан! Шпатлығымды күтәрә алмай бөгөлдөм дә бөгөлдөм... Ә шулай ҙа самолетта осоп ҡайтып төшкәнемдә, -- үкенес! -- атайҙарҙы тап килтерә алманым, үҙҙәренә саҡырып ҡайтып киткәндәр...
Декабрҙең мамыҡтай аҡ ҡарҙарына аяҡ баҫып, илебеҙҙең Яңы йыл байрамын туйлағанда ла әкәмәт хәл килеп сыҡты. Иҫке йылдың һаҡалынан тотоп һелкергә генә йыйынғанда, бер ҡосаҡ тәбрикнамәләр килеп керҙе: Фәтҡулла ағайымдан, атайымдан, ә иң ҡыҙыҡлыһы – Тын океан флотындағы Йомабай ағайымдан. Бай кеше ни, аҡсаһын һанап тормаған – фототелеграмма елдергән. Түңкәрелгән ҡаҙанға оҡшаш көмбәҙ-түшәмле ниндәйҙер сәйер бүлмә эсендә бәләкәс кенә шыршы эргәһендә хәрби кейемле өс уҙаман бокал сөйөп төшкәндәр. Түңәрәк тәҙрә тышында беҙҙең яҡтың һыуҙарына ғүмерҙә лә хас түгел серле балыҡтар, диңгеҙ хайуандары йөҙә... Ә текста ошо һүҙҙәр яҙылған: “Ике йөҙ метр һыу аҫтында Яңы йылды илдән алда ҡаршылап, Ҡыш бабайҙың аҡ тоғонда аҡ сәләмдәр йөкмәтеп оҙатабыҙ. Һеҙгә һигеҙ сәғәттән һуң барып етәсәк Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Координат: фәләнсә-фәләнсә градус, төгәнсә-төгәнсә минут”, -- тип билдәләнгән. Телеграмманы тоттоҡ та элек үҙебеҙҙең ауылда уҡытып киткән география уҡытыусыһы Әхмәт ағайға йүгерҙек.
-- Хай-ха-а-ай, -- тип баш сайҡаны Әхмәт ағай, -- күрһәтте бит күрмеште был уҡыусым. Һаҡмар буйлай дүңгәктә ағып китеп, Тын океанға барып сыҡҡан!
-- Бисараҡайым, зарығып эҙләгән ҡауын ағасын эҫе Африканан түгел, ә океан-диңгеҙ төбөнән тапҡан икән ҡайнаға, -- тип ҡуйҙы бисәкәйем...
Атай ҡартҡа килһәк, ошо Яңы йылды ҡаршыларға бөтәбеҙҙе лә тыуған нигеҙгә саҡырған булып сыҡты. Өҫтәүенә, баяғы әллә ҡайҙарҙағы Йомабай ағайыбыҙ ҡайта тигән.
-- Был атай, ахыры, ҡартлыҡ алйыуына һабышҡан тамам! Иртән Яңы йыл тигән көндә килеп етергә бойороп сың ҡағыуы етмәгән, Тын океан төбөндә шарап эсеп ултырған улын ҡайтып етәсәк тип фәстерә!
-- Бик боларып барма әле, атаһы, числоһын ҡара, числоһын! – тине бисәкәй. Һәм һәр ваҡыттағыса хаҡ булып сыҡты. Баҡтиһәң иҫке Яңы йылға – ун өсөнсө ғинуарға саҡырған икән атайым.
-- Эйе-е-е, -- тип уфтанып һөйләнергә тура килде, -- ҡомо ҡойола, буғай ҡартластың. Ғүмерҙә иҫке стиль менән йәшәмәй торғайны...
-- Күр ҙә тор: кәбеҫтәләй башына салма урап, мәсеткә лә тәпәйләгәндер әле. Ҡартая төшһә, уларҙың барыһы ла бер һап та бер ҡалып!
Яңы йылдың тәүге ун көнө буйынса, ҡылсыҡ йотҡан бурҙайҙай, дуғалай бөгөлөп йөрөнөм – партиябыҙ тарафынан дәһри итеп тәрбиәләнгән затмын бит. Атай ҡарттың мәсет юлын ҡырт киҫергә бер күбәләй атеистик китаптар йөкмәп алып, бисә менән сәфәр сыҡтыҡ...
Тыуған яҡтың яңы күренеше иҫте китәрҙе: элек атайым һөргән баҫыу күкрәгендә нефть вышкалары тора. Өйгә инеп, атай менән күрешеп, тыныуын тойоп алғайным, магазинда үтмәй ятҡан китаптарға түккән аҡсамды ҡыҙғанып, сәсте йолҡорҙай булдым. Баҡтиһәң, мәсет юлында йөрөп түгел, нефть вышкаһында моторист булып зауыҡлана икән ҡартласым. Һәм эш иҫке стилдә лә түгел! Фәтҡулла улынан күрмешләй, иптәштәре менән ике йылда үтәсәк ер ҡатламдарын бер йылда быраулап төшөп, бер йылда ике Яңы йыл шарабын татыу хоҡуғын яулағандар!
Ун өсө көндә “тып!” итеп Йомабай ағайым ҡайтып төштө, Фәтҡулла ағайымдар ҙа килде. Шулай итеп, беҙ бер йылда өс яңы йыл байрамын шаулатып үткәрҙек. Ата балалары шулай ала-ҡола тыуһа ла ҡыҙыҡ икән, тик йөрәктәре генә ала булмаһын – бөтәһендә бер изге ут дөрләһен!
21.12.1967.
Түңәрәккүл әкиәте
Колхоз күленә үрсетергә ҡорбан балығы ебәргәс, Ҡорбанғәли Фәррәх улының йоҡолары йоҡо булманы. Таң нурында ал ҡояшҡа ҡабырғаларын ялҡылдатып, фирүзә ярҙар һынын алтын-көмөш тәңкәләрендә балҡытып, тымыҡ ҡына һыуҙа ирәүәнләнеп ҡойроҡ ҡаҡҡан йоп-йоморо билдәмә эйәләре бригадирҙың һушын-зиһенен һүрҙе. Бигерәген дә эстә, йөрәк төбөндә, шешәнән кергән “һөҙгәк һыйыр” боларып, табында быяла манаралар йылтырап-шылтырап торған сихри мәлдәрҙә ныҡ интектерҙе. Мөлдөрәмә соҡортайҙарҙы шапылдатып ҡуш иренгә ҡаплаған ғына һайын, сыжлатып-һыҙҙыртып таба төбөнән улъя тотоу теләккәйҙәре тилмертте нескә күңелен.
Эйе, бригадирҙың башҡарған көндәлек вазифаһы юл буйында шытҡан шайтан таяҡтарын услау кеүек ҡырыҫ һәм яуаплы булһа ла, нескә ине күңеле, бисәһенең көн дә һыу ҡойоп наҙлап үҫтергән көршәкле гөлө кеүек, айырым бер иғтибарға, ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ ине, үҙенә ҡалһа. Әйтәйек, ниңә уның нескәлекле хыялдарын да, гөлгә һыу ҡойған һымаҡ, һиммәтле ҡорбан балығының татлы һуттары менән ашлап-наҙламаҫҡа?.. Ошо хыялдары ирҙе үтә моңайыусан итте, үҙенә ҡарата тәрән ҡыҙғаныс тойғоларына һуғарҙы. Ауыр хәлен нескәлекле минуттарҙа ихлас аңлап кисереүсән бисәһе менән уртаҡлашҡас, тегеһе, иҫе китмәй генә, һарыларға һабышыу сирен баҫа торған әмәлде асты ла һалды:
-- Аһ-аһ, ниңә энә йотҡан эттәй бойоғоп-кәкерәйәһең? Түңәрәккүл, шөкөр, үҙ ҡулыңда бит.
-- Үҙ ҡулымда ла... асҡысы үҙ ҡулымда түгел шул.
-- Аһ-аһ, ҡарауылсыһын ҡулға төр.
-- Хөппөлгәрәйулла мырҙанымы? – Елкәһен ҡашыны ир. – Ай-һай, булдырып булмаҫ уны, оторойәнде...
-- Шул иҫәүән һаҡалтайҙы ла иҙеүенән бөрөп тота алмағас, ниндәй ир, бригадир һин? Башыңдағы бүрегеңде үҙем кейәйем!
Ҡорбанғәли Фәррәх улы, үҙ ғүмерендә бына нисәнсе тапҡырҙыр инде, бисәһенә ғәжәпһенеү ҡатыш һоҡланып ҡараны. Тура әйтә, әммә тура юлды күҙеңә баҡтыртып яра әйтә!..
Ҡорбанғәли Фәррәх улы, бисәһен һауын фермаһына көндәлек эшкә оҙатып, үҙенең ярҙамсыһы үҫмер малайҙы бригадала эш барышын тикшерергә, килгән-киткәнгә күҙ-ҡолаҡ булырға, ә шул ыңғайҙа Түңәрәккүлгә лә һуғылып, Хөппөлгәрәйулла мырҙаны үҙенә ҡарай юҫыҡлатырға төшөндөргәс, өйөнә ҡайтып, өҫтәл ҡырыйына сүкәйеп ултырҙы, үҙенең ғәҙәти моңһоулығына талды...
Ишек туҡылдаттылар.
Хөппөлгәрәйулла мырҙа, ҡыҫыҡтан башын һоноп, түрә кешенең ҡаҡ өҫтәлдә йәшел быяла манара суҡайтып яңғыҙ үҙе генә интегеүен абайлағас, албырғап, инер-инмәҫ үк “ых!” итеп ҡуйҙы. Ике аяғын ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй, бер урында тапанды. Был йыуаш ир, ауылдың иң хәйләһеҙ бер бәндәһе булып, әллә шул һантыйлығы өсөнмө, әллә тулыр-тулмаҫ ҡырҡ биш йәшенән үк кинәндертеп күперек сүбек һаҡал үҫтергәнгәме, ауыл халҡы тарафынан мәрәкәләнеп, былай ҙа оҙон исеменә ҡушымтаға “мырҙа” ләҡәбе һөйрәлтеп йөрөй ине. Ҡорбанғәли Фәррәх улы ирмәкләп алырға булды.
-- Һе-һе-һе! Һаҡал эйәһе, тимме, кем... Һәй, исемеңде эт ялағыры! Әйтәйем тиһәң, осона сыға алмайһың. Ниңә атайың, башыбыҙға имгәк итеп, исем урынына муйыныңа оҙон арҡан ураған?
-- Кех-ҡых! Арҡалыҡ таба алмағандыр, Ҡорбанғәли Фәррәхович! – Балыҡлы күл ҡарауылсыһы, көлөргә итеп, һаҡал-мыйыҡ араһындағы ауыҙын ут-ҡыҙыл дағалай асылдыра биреп ҡуйҙы. Хужа кәйефе түрҙә саҡҡа тура килеүен шәйләп ҡыуанды ул.
-- Маладис! Мә, туғыҙ ҡырлыны бер төңкәйтеп ебәр әле! – тине табын эйәһе.
-- Һе! Булдыра алмайым, Ҡорбанғәли Фәррәхович, булдыра алмайым. Эшем яуаплы, тегендә мине йылтыр тәңкәлеләрем көтә. – Хөппөлгәрәйулла мырҙа, күҙҙәрен мызылдатып, кет-кет көлгән булды.
-- Ҡыланма инде, күҙеңде йом да ҡапландыр. Һин ҡарт төлкө булһаң, беҙ бүре – эсеңдә ниндәй көсөк олоп-юртҡанын үтә күреп торабыҙ! – тип мәрәкәләне бригадир.
-- Булмай, Ҡорбанғәли Фәррәхович, булмай.
-- Һин нимә, кәләш һайларға килдеңме әллә?
-- Кех-кех-ҡых!
-- Әллә урамға сығып, бригадир эсә тип, ғәйбәт сәсеп йөрөмәксһеңме?
Хөппөлгәрәйулла мырҙаның үңәсе эскә тартылды.
-- Ышту һин, ауыҙыңдан ел алһын, Ҡорбанғәли Фәррәхович! Кеше-ҡара абайлап, ул-был фәлән уйламаһын тип әйтеүем. Кәк ни гәүәри, уттай ҡыҙыу эш ваҡыты... маллы келәт эйәһе бит әле мин... Балыҡтарымды әйтәм...
-- Һәй ҡарт төлкө, ҡарт төлкө! – Күҙ ҡыҫып бармаҡ янаған булды өй хужаһы. – Дарым һаҡал ебәрһәң дә, күңелең сос: һөймән осо ҡайҙа төртөлгәнен аныҡ тояһың.
-- Һиҙмәҫкә ни, Ҡорбанғәли Фәррәхович.
-- Һөймән тигәндән... Күлдең төбөн күккә аҫҡан Әбйәлил батыр әкиәтен беләһеңме?
-- Белмәҫкә ни, Ҡорбанғәли Фәррәхович.
-- Маладис, шулай ҙа төңкәйт берҙе. Белгән өсөн дә беҙ һине, ҡуш ҡулыңа күл тиклем күл тоттороп, алтмыш тәңкә оклад ҡосаҡлатып ҡуйҙыҡ. Ир муйынында ҡыл еп серемәҫ, тинек.
Хөппөлгәрәйулла мырҙа ишек төбөндә ятҡан олпат киндер йыуғысҡа табандарын ышҡыны. Бик һаҡ баҫып, өҫтәл ҡырына уҙҙы. Һаҡалтайын һыпырып, “һә!” тигәнсе стакандың төбөн күккә сөйҙө. Кәйефле тамаҡ ҡырып, һыңар күҙе менән генә өҫтәл өҫтөн барланы. Унда ни бары ҡатҡан икмәк ҡыйырсығы ғына ята ине һыҡтанып.
-- Ҡых-кех... Хужабикә ҡайҙа, Ҡорбанғәли Фәррәхович?
-- Ҡайҙа булһын, иләк тотоп, күлеңде һөҙә китте.
-- Ҡых... һым... Сәйнәргә юҡмы ни, Ҡорбанғәли Фәррәхович?
-- Булғаны алдыңда, булмағаны күл төбөндә.
-- Ҡых! Бында ни, ике тараҡанға бер ярма, тигәндәй... Теш араһына ҡыҫтырыр ҙа ризыҡ юҡ.
-- Бары менән байрам инде, байтүрә! Түңәрәккүлдең бүкәне була тороп та, ҡултыҡ аҫтың ҡумшырыҡ көйө килгәс ни үҙең...
-- Кех-кех-кех! Еңгәң бая тауыҡ йолҡоп ҡалғайны ла ул, мырҙа...
Өҫтәл көтмәгәндә үрәпсеп һикерҙе, шешә менән стакан хәүефле зыңланы.
-- Төкөрҙөм мин һинең тауығыңа! – тип ҡаты ебәрҙе йоҙроҡ һуғып ике күҙе аларған, ҡолаҡтары ҡыҙарған бригадир.
-- Һых... Ни тиһәң дә, бындай саҡта тауыҡ бото арыуыраҡ инде ул, Ҡорбанғәли Фәррәхович. Асубинне бынауының артынан, кех-кех-кех!..
Бригадирҙың ирендәре йәмерәйҙе:
-- Бахырйән-бахырйән, тауыҡ ботон бит мин уны – тфү! – Ҡунағының аяҡ аҫтына төкөрҙө.
-- Кех... тауыҡ бото менән ҡуша еңгәң бер-ике буй һарыҡ ҡабырғаһы ла һалмаҡсы ине, тип әйтеүем...
-- Тфү! Һарыҡ ҡабырғаһын мин уны һинең ише һалыуһыҙ ауыҙҙарға ҡалдырам! – Ҡорбанғәли Фәррәх улы, сикәләре ҡыҫылып, икмәк ҡыйырсығын һелтәп осорҙо. Ҡаушап ҡалған ҡунаҡтың зиһене таралды, әмәлһеҙ, һаҡал остоғон ыуалап, түрә күҙҙәренә текләне. Иҫенә нимәлер килгәндәй, ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Сабыйҙарса хәйләһеҙ пак күҙҙәре, көҙгөлө ҡорбанбалыҡ тәңкәләре шикелле йылтырап, табын түңәрәгенә төбәлде лә таштай ҡатып ҡалды: бригадир бармағы унда, төкөрөкләп, балыҡ һүрәте төшөрә...
-- Төшөндөңмө инде, оҙон арҡанулла мырҙа, хәҙер беҙҙең был табынға именне ни ҡабырғаһы етмәүен?!
-- Төшөндөм... төшөндөм, буғай, Ҡорбанғәли Фәррәхович... Әммә ни...
-- Бахырйән-бахырйән! Күл ҡарауылсыһымы һин, әллә...
-- Күл ҡарауылсыһы.
-- Күлдең күтен күккә аҫҡан Әбйәлил әкиәтен беләһеңме?
-- Беләм... белмәйем шикелле, Ҡорбанғәли Фәррәхович...
-- Белмәһәң, бел: күлдең күте күккә аҫылыуын, ҡуша үҙеңдең дә сүс һаҡалыңдан аҫылыныуыңды теләмәһәң, күлдең төбөндәге алтын ҡабырғаларыңды берәмтекләп бында ҡыу! – Бригадир үҙе төкөрөкләп төшөргән балыҡ һүрәтенә һөймән осолай йыуан, ҡара бармағын төрттө.
-- Кех-кех-кых... Мин ул әкиәтте беләм: Әбйәлил батыр күл эйәһен алдаған, күлде күккә аҫмаған!
-- Мин һиңә Әбйәлил түгел – бригадир! Әйткәнемде үтәмәһәң, һаҡалыңдан бермә-бер аҫып ҡуйырмын!
-- Һых... -- Хөппөлгәрәйулла мырҙа уйға ҡалды, һаҡал осон интегеп ыуаланы.
-- Төшөндөңмө инде хәҙер бының артынан нимә кәрәген?
-- Төшөндөм... Ҡорбанғәли Фәррәхович... балыҡ...
Аяғөҫтө тороп, ҡарауылдың яурынбашынан ҡаҡты:
-- Яратам мин һине һаҡалтай мырҙа! Ошо оҙон исемең менән оҙон һаҡалың өсөн үлеп яратам! Тик ҡара уны, яҙыҡ аңлап, ауыҙыңдан турғай осороп йөрөмә. Йылтыр ҡабырғалар бөгөндән ошонда килеп ятһын. Тамаҡ зауҡым өсөн түгел, ә мөһим ғилми тәжрибә үткәреү хаҡына. Йәғни мәҫәлән, аҙна һайын һәр береһенә нисәшәр йылтыр тәңкә ҡунып, нисәшәр грамм билдәмә өҫтәлә икән? Аңлашыламы?
Хөппөлгәрәйулла мырҙаның маңлайынан бөрсөк-бөрсөк тир сыҡты.
-- Булды-булды, ҡыххх... – тип кенә әйтә алды ул.
...Көн шаҡтай кисҡырынлағас, арттан һәрмәнеп килеп, түрә ишеген ҡаҡтылар. Хөппөлгәрәйулла мырҙа ине был: бригадирҙың бисәһе ишек асыуға бесәйҙәй “йылп!” итеп керҙе. Көллө кәүҙәһе бөрөшөп, шомтайып төшөүенә, һаҡалынан әллә тамсы, әллә күҙ йәштәре тәгәрләүенә ҡарағанда, ул, ысынлап та, аңғармаҫтан һыуға төшкән, шунан саҡ йөҙөп сыҡҡан меҫкен бесәйгә оҡшай ине. Дымлы тоғон төбөнән ике ҡуллап услап, усаҡ алдындағы тәрән ашлауға һелкте. Тыпырҙашып ҡойолған иҫәүән айғолаҡлылар шунда уҡ бысаҡҡа юлығып, алтын-көмөш тәңкәләренән арынып, майлы табала һикерешә лә башланы. Ең һыҙғанып еңелләнеп алған Ҡорбанғәли Фәррәх улы, танау буйлатып ҡына моңло көйләп, бисәһенең беләк аҫтында бешкәкселәй ҡыҫтырылышып, һаулыҡ өсөн шаҡтай әһәмиәтле “ғилми тәжрибә”гә кереште...
Ошонан һуң бригадир йортоноң сүплегендә, көндән-көн ишәйә барып, үткән-һүткәндең күҙҙәрен сағылдырып, көҙгө кеүек ялтыр тәңкәләр таңғы ҡояш нурҙарында йылҡылдап ята башланы. Был тәңкәләр бара-тора Түңәрәккүл һуҡмағынан бер-бер артлы ферма мөдире, бухгалтер, зоотехник, келәт асҡыссыһы һәм хисапсы йөрөй торған юлдарға ла һибелеп, ауылдағы ағыулы телдәрҙең аҙығына әүерелде. Түңәрәккүлдә колхоз үрсеткән тәңкәлеләр күккә осоп бөткән, оҙаҡламай күл үҙе лә осасаҡ, тип сәйнәнделәр. Бер заман халыҡ контроленән саҡырылмаған ҡунаҡтар килеп, күл тирәһен “еҫкәнеп” әйләнә башлағас, алтын тәңкәләр яҡтылығынан яҙған Түңәрәккүл ҡапыл боларҙы, баш осонда йәшенле ямғыр дөһөрҙәп, эскерһеҙ Хөппөлгәрәйулла мырҙаның тамам ҡото алынды – ситкә осҡан ҡорбан балыҡтары өсөн Хоҙай башҡа һуғасаҡ тип уйланы. Йөҙө күмерҙәй ҡарайып, эре тоҙ йәҙрәһе һалып яһаулаған, көбәгенә турғай башы һыйырлыҡ тутыҡ мылтығын яурынына зәһәр аҫып, күл тирәһендә осрағандарға ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап, атыу менән янап йөрөй башланы, етәкселек тураһында әҙәпһеҙ һүҙҙәр таратты. Түңәрәккүлдең асыулы ҡоһорон һиҙенеп, балыҡ ҡорбаны килтертеүҙән күптән инде төңөлгән Ҡорбанғәли Фәррәх улы, тел-теш баҫыуҙан бауырына таш ултырғандай һыҙланып, ҡарауылсыны контораға саҡыртты. Уныһы бында ла тутыҡ мылтығын һөйрәп килде.
-- Шабаш, ғилми тәжрибәләр көҙгәсә туҡтатыла! – тине түрә, өҫтәлгә йоҙроҡ төйөп. – Мылтығыңдың дарыһын ҡоро тот. Хәҙер үк инеп, бухгалтерҙан ем яҙҙыртып ал. Көнөнә өс тапҡыр күлде ашлап тор. Билдәмә ауырлыҡтары айына мыҫҡаллап түгел, ә ботлап артһындар. Әгәр ҙә мәгәр көҙгә тиклем самауыр ҙурлыҡ карптар ҡарпымаһа, -- ишетһен ҡолағың! – үҙеңә карп булып күккә ҡарпырға тура килер!..
Шул уҡ ваҡытта бригадир ашығып артын нығытырға тотондо: абайлатмай елкәнән алмаһындар, иҫәүән ҡорбан балығылай, айғолаҡтан ҡаты матҡып, ҡыҙған табаға һалмаһындар!.. Район күләмендәге бер кәңәшмәлә ул трибунанан, ике күҙен әлеге сихырлы балыҡтың көҙгөлө тәңкәләреләй ялтыратып, лаф орҙо:
-- Ике айҙан ике ботло балыҡ үрсетеп бирмәһәмме...
-- Ике ботло?.. Быны нисек аңларға? – тип ҡысҡырҙылар залдан. Бының нисек булырын әле ораторҙың үҙе лә аңлап еткермәгән – ҡыҙыу баштан ысҡындырып һалғайны. Шулай ҙа ул теле осонан алтын ҡыуыҡ итеп осорған шәүләһен ҡулдан ысҡындырға теләмәне:
-- Эләккән берен айғолағынан алып бизмәнгә аҫһаң, һәр береһе ике ботло, йәғни теп-теүәл утыҙ ике килограмлы ҡорбан балыҡтары тип аңлағыҙ!
Йәмәғәт “аһ!” итте. Ә шулай ҙа: “Яңы тоҡом балыҡ үрсеткәндәр, ҡойроҡтан тыш, ярға сығып йөрөмәле ике бото ла бар икән... – кеүек хәбәрҙәр таралды...
Ауылға ҡайтҡас та бригадир үҙенең ғәжәп идеяһын юғалтырға теләмәне, Хөппөлгәрәйулла мырҙаны тағы саҡыртып, айғолағынан алды:
-- Көнө-төнө йоҡламай ижтиһад ит. Ошо әкиәти Түңәрәккүлдә лә иң кәмендә ике ботло балыҡ үҫтереп бирмәһәң, ҡара уны!..
Көндәр үтте, көҙгө муллыҡ миҙгеле ҡаш һикертте. Күңелле байрам, туйҙар осоро етте. Ауыл халҡы, көҙгө уттай эштәренән арынып, ҡулдарын яҙылдырғас, теләгәнгә -- тынысланып тын алырға, теләгәндәргә, ҡырын ятып хыялланырға – “һауа караптары” осорорға ла форсат тейҙе. Бындай караптарҙың береһе, әлбиттә, мут бригадир трибунан өрөп ебәргән “ике ботло балыҡ” ине. Түңәрәккүлдә, имештер, самауыр ҙурлыҡ ҡорбан балыҡтары күлдең һыуын ярынан аштыртып ҡайнашыу, хатта әҙәм һымаҡ атлап ярға ла сығыу даны таралды тирә-яҡҡа. “Рыбнадзор”ҙан, һунарсылыҡ инспекцияһынан һәм тағы ла әллә ҡайҙарҙан мөғжизәне үҙ күҙҙәре менән күреп нарыҡларға юғары белгестәр киләсәге асыҡланды. Тауарҙы һатырҙан алда табынға һалып баһаларға һәүәҫ бригадир-түрәбеҙ бисәһенә тиҙ генә, ҡаҙан аҫтын ялматып, батша ухаһының һыуын ҡайната торорға ҡушты ла, йылғыр айғырын дәррәү эйәрләп, күл буйына елдерҙе. Ҡобараһы ҡойолоп төшкән Хөппөлгәрәйулла мырҙа ашыҡ-бошоҡ үреп кергән ситән аласығында аяҡ бөкләп ултырып, йылым төрнәп маташа ине. Түрәһенең сәләмен ҡабул ҡылманы. Ҡорбанғәли Фәррәх улы төпкәрәк үтте:
-- Әссәләмәғәләйкүм, тим, әллә ҡолағың тондомо?
Тегеһе һәмишә башын да ҡалҡытманы, сәйер ҡылығы менән түрәне албырғатты.
-- Телеңде йоттоңмо әллә, Хөппөлгәрәйулла мырҙам? Ишетәһеңме, арҡан оҙонлоҡ исемеңде лә еткерә әйтергә өйрәндек.
-- Һөйөнсөһөнә тараҡан бото, кех-ҡых...
Бригадир, уйынға һабыштырҙы:
-- Хи-хи-хи, шылмайән! Ҡаҙ бото тиһәң дә иҫ китмәҫ, эргәлә генә бынауы алтын төплө күл барҙа! Әкиәттәгеләй әйләндерә һуғып, айғолағынан баулап килтер, булмаһа!
-- Уныһын башҡа ергә барып һәрмәрһең.
-- Ярар-ярар, һыртарҡаңды ҡабартмайыраҡ тор әле. Лутсы ҡолаҡты майла: эштәр нисек тәгәрләй? Күлдең төбөн күрмәгәнгә күп булып китте бит инде.
-- Кех-ҡых... Күккә аҫҡас күрерһең.
Ҡорбанғәли Фәррәх улы, кеселекләнеп, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарҙы:
-- Һәй саҡмател-саҡмател, төлкө булһаң да, өҙә тешләүеңде яратам, -- тигән булды. – Бар әле, йәтмәңде сылатып кил! Ҙур түрәләр килгәнсе, хәстәрлек күрә торайыҡ.
Хөппөлгәрәйулла мырҙа, алҡымын уйнатып, һүҙ әйтә алмай торҙо. Күҙҙәренән ике бөртөк йәш мөлдөрәп сыҡты ла ап-аҡ сүбек һаҡалы буйлап тәгәрләне.
-- Һеҙгә анһат ул быуынһыҙ ергә бысаҡ һалыуы! Түрә-ҡара өйөрөлөп киләһегеҙ ҙә китәһегеҙ, ә мин бында йәмғеһенә әтвисәй. Таң тишелдеме, тынғы юҡ, һәр береһе ныҡый-ныҡый ыйыҡ итә...
-- Сөскөрөп бир һин ул ныҡыусыларға! Елкәләренең соҡорон күрһендәр. Минең һүҙҙе генә тот!
-- Улар ҙа шул һин әйткәнде әйтә шул... Һәр береһе: “Арт яғыңды уйла, мырҙа. Балыҡ айғолағын билгә аҫмаһаң, һаҡалыңдан аҫылғаныңды көт тә тор!” – тип ҡурҡыта... Бөтәһе лә бүтәндәргә сөскөрөп бирергә ҡуша...
-- Һин мине ул шалай-валайҙарға тиңләмә. Кем мин, беләһеңме?
Хөппөлгәрәйулла мырҙа төкөрөп үк ҡуйҙы:
-- Кых-ҡых! Барығыҙ ҙа бер сыбыҡтан ҡыуылған. Һеҙгә түлке дауай ҙа дауай, ә күл төбө өсөн һаман Хөппөлгәрәйулла мырҙа әтвисәй. Үткән төндә генә галаунай ревизорығыҙ килеп, ай-вайма ҡуймай, ятыуҙа эзбизле шешә шартлатып китте. Өҫтәүенә бармаҡ янап екерә, ниңә һыу өҫтөнә ике ботло балыҡ ҡалҡманы, тип ҡаңғырта. Кех-ҡых! Етте һеҙгә, елек майымды күп һурҙығыҙ! Алҡымығыҙҙан ағылғансы ашанығыҙ! – Ҡарауылсы йылымын атып-бәрҙе, күҙҙәрен алартып, бригадирҙың өҫтөнә килә башланы. Йыуаш бесәйҙең көтмәгәндә арыҫланға әүерелеүенән тертләп сикһеҙ йәберһенгән Ҡорбанғәли Фәррәх улы аяҡ тибеп аҡырҙы:
-- Ма-алчать! Туйып ҡоторонаһың! Ысматри, елкәңдең соҡорон күрһәтербеҙ! Иләк менән күл һөҙҙөртөп, энә менән эт тунатырбыҙ. Һәр сабағын айғолағынан үткәртеп, бөртөкләп һанатырбыҙ! Беләһеңме, был күлгә нисәмә-нисә центнер ҡиммәтле ем киткән? Етте, хеүәтит, бөгөндән үк комиссия, инвентаризация!
Һуңғы һөйләм донъяны үҙ урынына ултыртты. Хөппөлгәрәйулла мырҙаға кәфен төҫө йүгерҙе. Күҙҙәрен сырт-сырт йомоп, былай ҙа туҙғып-симәлеп бөткән һаҡал осон ыуаланы. Саҡ һушына ҡайтып, йылымын елкәгә һалды.
-- Туҡта әле, кем... Хөппөлгәрәйулла мырҙа! – Күңеле шөйлә йомшарып өндәште түрә. – Ул һынным уҡ ауырға алып бармасы. Атабыҙҙан ҡалған малмы ни был Түңәрәккүл, зыҡ-ҡубып бүлешергә! – Уйынға һапларға итеп, томһораған мырҙаның бүлтәй бөйөрөнә төрттө. – Ҡара әле, кем... кемдәр килеп төшәһен беләһеңдер, шәт? Иң-иң кәттәһен эләктерергә онотма, ҡара уны! Иң өлкәндәре килә, беҙҙең ғилми тәжрибә менән улар ныҡ ҡыҙыҡһына, эйе... Аҡ йөҙөбөҙгә күләгә төшөрмәйек, иң дәүен тотоп бирәйек.
-- Кех-ҡых... – тине Хөппөлгәрәйулла мырҙа.
-- Тәк... әйт әле, һуңғы өс айҙа был атам арбаулылары иң кәмендә күпмегә артты икән?
-- Кем?
-- Кем булһын, ҡорбан балыҡтары. Мин ҡушҡанса, ике ботло булырҙармы?
-- Ҡых... Ике ботло!.. – Хөппөлгәрәйулла мырҙа йүткеренде.
-- Тимәк, ике ботло!
-- Кех-ҡых, ике ботло.
Ҡорбанғәли Фәррәх улының түңәрәк йөҙө тулған Айҙай балҡыны:
-- Ҡара әле, кем... йылым тартышыр кемең бармы?
-- Табылыр!
...Бына түрәнең ишеген тартып астылар – шыбыр тиргә батҡан йылымсы инде.
-- Йә, эштәр бештеме, мырҙам? – Сәмләнеп усын усҡа ыуҙы бригадир.
-- Ал да гөл, кех-ҡых...
-- Һал уртаға! Юғары түрәләр килеп етмәҫе борон!
Хөппөлгәрәйулла мырҙа кәтүкләп төрөлгән һыулы йылымын елкәһенән алып өҫтәлгә орҙо. Ауыр уфылдап, эскәмйәгә ултырҙы.
-- Бәй-бәй-бәй, был ниғайыш тамаша? Ҡайҙа балығың, ике ботлоң?
-- Йылымы эсендә.
Ҡорбанғәли Фәррәх улы ҡабаланды:
-- Бысағымамы ни уны ете ҡабат хөллә эсенә төрҙөң? Ишетәһеңме, юлда машина гөрләй? Киләләр! Тағат тиҙерәк! Мәшәҡәт арттырғанһың!
-- Аһ-аһ, ҡых... Кеше-ҡара күҙенә салынмаһын, тинем.
-- Һаҡаллы һантый! Әрекмәнгә төрәләр ҙә тоҡ эсенә ырғыталар ине уны! Киләләр!.. – Ҡорбанғәли Фәррәх улы төргәк өҫтөнә эйелде, дәррәү һүтергә кереште. Ҡулдары ҡалтыраны, ҡаштары һикерҙе, ауыҙ-мороно салшайҙы. Лайлалы ылымыҡтар уралып, еңе терһәк төбөнәсә сыланды. Бына төргәк һәүетемсә тағатылып, еҙ самауыр йоморолоғон да елләтте, аҡ сәйгүндәй генә соңҡайып ҡалды. Ошоно күргәс, Ҡорбанғәли Фәррәх улының күҙҙәрендәге дәртле осҡон ҡапыл һүрелде, йөҙөн һоро тут баҫты. Үҙ-үҙен белештермәй, йылым эсенән килеп сыҡҡан төрнәкле әрекмән япрағын йыртып асты һәм, иҫен-аҡылын юғалтып, тештәрен шығырҙатып ыңғырашты. Япраҡҡа төрөлгән ылымыҡ араһында, ауыҙын ҙур асып-ябып, йәм-йәшел һыртлы әрмәнде аҡайып ултыра ине. Хайуан йораты, ташбайҙарын оятһыҙ тызырайтып, туп-тура бригадир күҙҙәренә төбәлгән.
-- Был-был... был... нимә?! – Ҡом йотоп тамағы ҡаҡалған уҫал ата ҡаҙҙай ҡарлығып екерҙе бригадир.
-- Ҡых! Ике ботло тап ошо була инде, һеҙҙең ғилми тәжрибәләрҙән һуң үрсегәне! – тине ҡарауылсы, япраҡ өҫтөндә шыҡайған йән эйәһенә төртөп күрһәтеп. – Ана, сатаһы асыҡ: теп-теүәл ике ботло!
Әрмәнде, ике ботон сөйөп ебәреп, ҡып-ҡыҙыл бригадир танауы аша мейес аҫтына ырғыны. Ҡапҡа төбөндә машиналар тырылдап килеп туҡтауы, тикшереүсе әһелдәрҙең мөңгөрҙәп кереп килеүе ишетелде.
1967.
Достарыңызбен бөлісу: |