Сәлимә:
Һа-а-ай,
донъя йәмле ҡайһылай!
Көн-апайым йылмайып-көлә,
әйтерһең дә, тик миңә генә!
Хәйерниса:
Ҡояш көлөп-йылмая белә
гөнаһлыға ла, изгегә лә...
Сәлимә:
Әхирәтем, күрсе, сәскәләр
ниндәй матурҙар һәм нескәләр!
Күбәләктәр иһә сүгәләп
һәр сәскәнең битен үбәләр.
Зәңгәр һауаланып осһалар —
осҡор сәскә һымаҡ бит улар!
Кешеләргә йәм өҫтәр өсөн
алған микән улар гөл төҫөн?..
Хәйерниса:
Дошманына күренмәҫ өсөн
алған улар сағыу гөл төҫөн...
Сәлимә:
Хәтфә балаҫ һымаҡ үләндәр...
Хәйерниса:
Ҡоролоҡтан улар көйгәндәр...
Сәлимә:
...әүәлгеләй, Һаҡмар тын аға...
Хәйерниса:
Ә йәш, әүәлгеләй, ныҡ аға...
Сәлимә:
Ҡуйсы, дуҫым, үртле һүҙ менән
ағыулама ҡыҫҡа көн йәмен,
унһыҙ ҙа бит ҡайғы-хәсрәттәр
иңләй йәшәүебеҙ күләмен.
Бер юғалып, бер табылғанда
оҡшай күңел сабый балаға.
“Тәтәй” уға кәсә ярсығы...
Ябай һыу — шәрбәт һыуһағанға...
Бәхетлемен һәм иҫерекмен
йәшәү шатлығы кисереп мин,
айығыу тик ҡурҡыныс үтә:
ни ҡылырмын, сабырлыҡ бөтһә?
Ҡалай күтәрермен яҙмыштың
йәлләмәйсә һуғып-ҡағышын,
йә хәйләкәр, йә ҡомһоҙ өйөр
божоралап уратһа гел бер?..
Ниңә тыуҙым, үҫтем кем өсөн?
Йөрөй ситтә хәләл өлөшөм...
Илай күңел таңҡай атҡанда,
илай күңел кисен ятҡанда,
яҡты Күгем — дөм-ҡара юрған,
барыр юлым — таралмаҫ томан...
Күк ҡараһын нурҡай киҫһәсе,
томанға салт елкәй иҫһәсе,
күрер инем көнөм сыуағын —
ҡаралыҡты ҡыуған көн ағын!
Ә кем белә! — ҡыштан һуң, көлөп
умырзая асылған кеүек,
ташлар инем һелкеп ҡайғымды,
хәсерәткәйемде-моңомдо...
Икеһе бергә йырлай:
Мин — бәхетһеҙ ҡыҙ бала,
ниңә тыуҙым донъяға?
Күкрәгемдә ут яна,
күҙҙәремдән йәш аға.
Абау Аллам, ҡар һыуҙары,
йөрәгем ярһыуҙары!
Йөрәгемдең ярһыуҙарын
баҫһасы ҡар һыуҙары!..
Һаҡмар буйы таллы-таллы,
таллы ла ҡарамалы.
Күңелкәйем ниңә йәштән
бүтәнгә ҡараманы?..
“Әү” тип ауаз бирермен,
яндарыңа килермен.
Хат яҙ, дуҫҡайым, яҙмаһаң —
һағыныуҙан үлермен...
Сәлимәгә туған ине бик
һыуалғыста ябай бер мөйөш.
Беренсе ҡат татыны ул шунда
мөхәббәттең иҫерткес һутын
һәм һүҙ бирҙе мәңге-мәңгелеккә
онотмаҫҡа һәм ташлашмаҫҡа...
Уғ ҡалһа, керһеҙ йәш йөрәге
алды яҡын һөйөү нәҙерен.
Хәтеренең ебенә сиселмәҫ
төйөн ҡуйҙы бәйләп — исемен
мәңгелеккә тигән йәренең.
(Хоҙай шаһит тоғролоғона,
сафлығына, түҙемлегенә...)
Ҡайҙа, ҡайҙа йөрөй икән ул,
Һаҡмар ташына һәм саф ҡыҙҙың
күңеленә уйылған егет?..
Таңғы елдәргә йәнен егеп,
иҫләй микән ҡайнар ҡосоуҙарын,
утлы-ләззәтле пак үбеүҙәрен,
һаҡлай микән, нәҙер балдағылай,
күҙ алдында уның төҫмөрөн?..
Хат, йә сәләм ебәрһәсе берәй,
өнһөҙлөктөң ярып ҡараһын —
ҡыйыуҙарҙы һыйҙырған ҡарурман
бирер ине төйәк ҡыҙға ла, —
тормош тигән ағын йылғала
ҡаты һынығын һәм хәсрәтен
уртаҡлашыр ине йәренең...
Килмәне тик көткән хәбәркәйе,
асылманы сере урмандың.
ошо көҙөк көндәрҙә төшөнкө
күңеленә һис кем һалманы
өмөт орлоҡтарын... Шыйыҡ талдай
ул һығыла, баҫыла барҙы...
5
Түҙемһеҙлек менән эҙләгәндә,
тапмаммы, тип, һуңғы эҙҙәрен
Харисының, һәләкәт ҡулсаһы
ҡыҫылғандан-ҡыҫылды меҫкен
ҡыҙҙың тирәһендә... Бойоғоп
кешеләрҙең күҙенә ҡараны,
ләкин сараһыҙлыҡ һәм оялыу
ғына осратты ул... Зарығып,
доға менән күтәрһә ҡулдарын,
йәнһеҙ һалҡын Күкте тик ҡарманы
аҡ ниәтле Хоҙай урынына...
Игелек һәм шәфҡәт ерҙе ташлап
киткән, мусҡа эйә һәр кеме
ҡанға һыуһап йөрөй бүре төҫлө...
Көсһөҙ әммә изге ниәтле...
Йола, түрә иҙә ине герҙәй
ябай халыҡтың эс-бауырын.
Күтәрҙегеҙ нисек, кешеләрем,
күтәргеһеҙ Күктең ауырын?!
Шул мөхиттә хәлһеҙ тыбырсынды
геройҡайым, алйып шул хәтле,
өҙөр өсөн нескә муйынына
яҙмыш һалған быуар элмәкте...
Тау артынан хасил юлсыларҙы
һорашыуҙан ул арыманы...
Ҡыйыу йәнле егеттәр хаҡында
һанһыҙ хикәйәттәр тыңланы,
һөйгәненә ләкин илтер юлды
һис кенә лә таба алманы...
Һуңғы хәбәр иһә хикәйәләй
хәтәр ваҡиғалар турында:
“Батша һалдаттары, йыртҡысланып,
гиҙеп йөрөй урман юлында,
йыш-йыш унда урман һиллектәрен
тетрәтә, ти, мылтыҡ шартлауы...
Юлсыларҙың һиҙгер ҡолаҡ итен
ыҙалата сылбыр шалтырауы...”
6
Ә Ғимыран ентек еҫе тойған
ас ҡоҙғондай бөтөрөлдө ҡыҙ
тирәһендә... Һыпырып һаҡалын,
ситтән генә күҙәтте уның
елп-елп итеп сәхрәлә гиҙеүен,
сағыу сәскәләрҙе үбеүен...
Ҡара уйҙарының йомарлағын
түҙемһеҙлек менән тупланы
хәл иткес һәм һуңғы алышта
наҙлы сәскәне өҙөү өсөн...
Ғалийәнәб оҙаҡ көттөртмәне,
ҡара яуҙай ҡаҡты ҡапҡаны:
“Ҡайҙа минең никахлы ефетем?
Апҡайтырға килдем мин уны!”
“Нисек... әфәндем... яраймы улай?
Сирле бит ҡыҙ...”
“Өйҙә төҙәлер!”
“Үҙең беләһең, кем... теләмәй ул...”
“Уның ҡарауы мин теләйем!
Кит юлымдан!” — тине.
Өй хужаһы
тубыҡланып ҡосто муслының
аяҡтарын:
“Йәллә, зинһар, йәллә,
ала күрмә йәнен баланың!
Ҡара гүргә кергән ата-әсәң
рухын рәнйетмәһен ҡылығың!
Ер-Күк үҙе ләғнәтләр юлыңды,
был тарафҡа баҫһаң аяғың!
Күрмәйһеңме бынау руза гөлөн
һәм анауы шайтан таяғын?!
Ҡауышалмаҫ улар икәү мәңге,
ултыртһаҡ та йәнәш түтәлгә.
Алла ымын ымһындыртма улай,
ҡыҙым минең насип бүтәнгә!”
Ғимырандың быҫҡытты күҙҙәре
ерәнеү тойғоһон, шырт ҡылға
боҫҡан ирендәре, төкөрөнөп,
күмде ҡартты ылғый мыҫҡылға:
“Тиреҫ ҡорто!
Тыуып тиреҫлектә,
тиреҫеңдә аунап төләйһең,
тығып ләкин керле мороноңдо,
өйрәтергә мине теләйһең!
Хәйерсе йән, дөмөк!”
Артҡа сигеп,
Йәнтимерҙең типте ауыҙына,
ҡан сәсрәгән бишмәт салғыйына
баҡҡан килеш торҙо аҙ ғына...
Ятты аунап хурлыҡлы Йәнтимер,
күҙ йәшенә үлән сылатып;
татылмаған нәфрәт ғәрәсәте
килде уға йөрәк тулатып...
Ырғып тороп, кинәт ябырылды
һаҡалына яһил дошмандың...
“Туҡта, йыртҡыс! Көн һайын ҡан эсмәй
йәшәй алмайһыңдыр!.. Үҙ ҡаның
менән күптерәйем ҡорһағыңды!
Ваҡлатайым эре борсағыңды!..”
Һаҡалынан йомарлап сиктерҙе,
ҡапҡа тәңгәленә еткерҙе,
ныҡ дөмпәҫләп, ботонан күтәреп,
ҡапҡа артына быраҡтырҙы...
Бәрелеүҙән ерҙең дөпөлдәүе,
ауыртыуҙан ирҙең эһелдәүе
ишетелде урам уртында.
Ләззәтләнеп йомарт төкөрҙө лә
байҙың көлсәләй киң йөҙөнә,
ҡыйыу атланы ҡарт йортона.
Эшен атҡарғандай, артҡа һалып
көрәк ҡулдарын, ул тапаны
иҙән буйын эре-эре... Йәне
ҡәнәғәтлек хисе татыны;
Ғүмер-баҡый көслөнән ҡурсалып
күнгән ғәҙәтенән арынды
һәм яҙғыһын йөҙәткес быуаһын
йырған һыуҙай рухы шашынды...
…Өс көн үткәс килде “ҡунаҡтар”,
саҡырылмай, уның йортона —
мисәүләп тә еккән ат менән,
сыңғырҙауыҡлы дуға менән...
Сығып хужа ҡапҡа асманы
һәм йылмайып ҡаршы алманы,
түргә мендереп ултыртманы,
хуплап-хөрмәтләп, ҡунаҡтарҙы...
Ҡапҡа ватып улар инделәр,
буҫағанан улар менделәр
яуызланып баҫҡынсы һымаҡ —
саҡырылмай килгән өс ҡунаҡ...
Ҡунаҡтарҙың береһе ине
оҙон буйлы һәм туры билле,
ҡайышында наган бар ине
һәм шпорлы әтәс шикелле...
Ҡунаҡтарҙың икеһе ине
арыҡ тәнле, һоро шинелле,
баҫа ине яуырындарын
беҙ һөңгөлө мылтыҡ уларҙың...
Шпагат бау алып, хужаның
бәйләнеләр аяҡ-ҡулдарын
һәм “пүнәтәй” Низамый менән
сығарҙылар һөйрәп өйөнән...
Сәлимәне, һалып арбаға,
оҙаттылар Ғимыран-ағаға
(ҡуйынына...) Ҡыҙҙың үкһеүен
көллө ауыл торҙо ишетеп,
юлда үҫкән үлән баштарын
йыуҙы йәше уның “тып” та “тып”...
Бишенсе бүлек
Сәлимәнең әсәһенә яҙған хаты
“Әсәкәйем, ниңә таптың мине,
хәләл һөтөң имеҙеп үҫтерҙең,
төндәр буйы керпек ҡаҡмайынса,
бишегемде ниңә тирбәттең?..
Уттай янып сирләп ятҡанымда
маңлайыма һалып ҡулыңды,
минең менән ҡуша ниңә яндың,
минең менән ҡуша һыҙландың?..
Ниңә миңә зифа буйҡай бирҙең,
ниңә миңә нурлы йөҙ бирҙең,
Һаҡмар-һыуҙай оҙон толомдарым
ниңә тарап, бағып үҫтерҙең?..
Үҫеп еткәс, ек-яттар күҙенән
мине ниңә көнләп һаҡланың,
баҫҡан аҙымымды һанап барҙың,
әйткән беремдән мөн тапманың?..
Йәнем һөйгән йәрҙәр ҡаршыһына
сығарманың, әрләп, кистәрен,
эсем бошоп йырлап ебәргәндә,
“Килешмәй!” — тип ҡыуҙың хистәрем?..
Берәү менән итһәм һөйләшергә,
күҙең менән һөҙөп булыштың,
йәшлек хистәремде ситлек ҡошо
ҡылып тотҡонларға тырыштың?..
Ниңә былар, ниңә, әсәкәйем,
малдай мине һатыр өсөнмө,
йәшлегемдең аҫыл сәскәләрен
утҡа бер көн атыр өсөнмө?..
Шуның өсөн генә булһа әгәр,
әсәм, мине юҡҡа тапҡанһың,
тормош дауамыңды ҡалдырырға
үҫтергәнһең, наҙлап баҡҡанһың...
Донъялағы барса хәсрәттәрҙе
тупланым мин хәҙер, әсәйем,
аһ! — нишләйем?!. Күкрәк ярамдың
әрнеүҙәрен нисек баҫайым?..
Донъялағы барса һыҙлауҙарҙы
күтәрәм мин хәҙер, әсәйем,
аһ, иңдәрем!.. Ауыр яфаларҙан
ҡотолоу юҡ, инде нишләйем?..
Ерҙә булған барлыҡ ҡара көстәр
ябырылды миңә, әсәйем,
нисек итеп һелкеп ташлайым,
ниҙәр биреп унан ҡасайым?..
Киләсәгем дөмә-ҡараға
томаланды инде, әсәйем,
ҡалай ҡылып уны асайым,
нисек итеп ары йәшәйем?..
Кисә генә өлкән көндәшем
сәстәремдән һөйрәп туҡманы,
толомом саҡ йолоноп сыҡманы,
толомом саҡ йолоноп сыҡманы...
Барғайным мин һыуға, күнәгем
ҡайтты тулмай, юлда һирпелеп —
ярҙы шуға урта көндәшем
эттән алып, эттәй типкеләп...
Еләнемде алды систереп,
калушымды алды систереп,
тышҡа унан ҡыуып сығарҙы —
торҙом өшөп, кисте еткереп...
Төн ауышып, әрһеҙ әтәстәр
таң атыуын ҡотлай башлағас,
ҡайтып төштө иҫерек “кейәү”ең
һәм ҡысҡырҙы, һүгеп: “Ҡапҡа ас!”
Астым сығып ауыр ҡапҡаһын,
бөттө хәлем ярым асҡандан.
Ғимырандың йыуан ҡамсыһы
үтте ялап ялан арҡамдан...
Ҡалманым саҡ арба аҫтында,
йығылыуҙан биртенде билем.
Көс-хәл менән атты туғарып
һоло биргәс, саҡ өйгә индем...
Тапманым тик көткән ялымды —
йылан ҡарсыҡ тик ҡуямы ни!
Ошаҡлап ул күптән өлгөргән —
шулай ҡылмаһа тынамы ни!
Аждаһалай яман ажғырып
ҡаршыланы һаҡаллы ирем,
сөйҙән алып элгән ҡамсыһын,
ҡайыҙланы арҡамды минең...
Һуҡҡан һайын сәсрәп ҡан сыҡты
эшләп талыҡҡан тәнкәйемдән.
Уның ошо ҡаты ҡулына
меҫкен аты түҙәме икән?..
Һушым китеп фәҡәт йығылғас,
араланы язанан Хоҙай...
Урынымдан тора алмайса,
аҙна буйы аунаным шулай...
Һыу биреүсе миңә булманы,
ирендәреп кипһә лә сатнап.
Аҡ бесәйем генә ултырҙы
баш осомдан китмәйсә һаҡлап...
Яҫтығымды башым аҫтынан
алды тартып көндәшем минең
һәм ятҡырҙы ҡаты таҡтаға —
аҡты тулып күҙ йәшем минең...
Көн юҡ миңә, әсәй, төн дә юҡ,
йәшәүем тик ҡиәмәт кенә.
Был язаға мине тартырға
тейеш ине енәйәт кенә...
Ә мин, ысыҡтай саф көйөмсә,
күрәм әҙәм күрмәгәндәрен.
Әсәй, әллә яңғыҙ балаңды
ҡарғаныңмы, күрһен, тип, барын?..
Ҡотолорға ошо яфанан
ни ғилләләр эшләйем икән?
Әллә текә Һаҡмар ташынан
сөмөкәйгә төшәйем микән?..
Ҡол ҡылдығыҙ мине йәштән үк
ҡарундарҙың иң ҡарунына.
Туҡманы ул мине он өсөн,
аҙна уҙмаҫтан барыуыма...
Аттай арып эшләп йөрөһәм дә,
ултыртмайҙар табынға мине.
Үкһеҙ йәндәй, башҡа ҡуялар
ҡара аш өй яғында мине...
Үҙем бешергән аштарымдың
татый алмайым ҡашығын да.
Үлмәһен, тип, туҡландыралар
төпкө өйҙөң аш ҡалдығына...
Төнгә ҡәҙәр бушай алмайым
ҙур донъяның мәшәҡәтенән.
Ятып инде күҙем йомолһа,
уяталар һөйрәп сәсемдән...
Торамын да һыйыр һауамын —
бер көтөүҙе бер яңғыҙ үҙем.
Бармаҡтарым бөтә тумбығып,
бирһен инде Хоҙайым түҙем!
Һауған һөттө ҡуям эш итеп...
Ул бөтһә лә, эш бөтмәй миңә.
Бер сынаяҡ сәй ҙә эсалмай,
тиреҫ түгергә китәм йәнә...
Тотонамын утын ярырға —
ир яралмаҫ ҙур тумар утын.
Шунда ла юҡ рәхмәт әйтеүсе,
әрләйҙәр тик, осороп ҡотом...
Инһәм-сыҡһам, ҡара ҡойолоп
ултыралар... Яҡты йөҙ миңә
биреүсе юҡ, хатта ҡушмайҙар
көнөнә бер йылы һүҙ генә...
Йылан ояһына оҡшатып
биҙәрләнем өйҙән, “ғаилә”нән.
Ут сыҡһасы, тиеп теләйем,
ялҡын теле һуҙып мөрйәнән...
Ҡатырҙылар тамам йәнемде,
әсәкәйем, бай ҡоҙаларың.
Дуҫҡа түгел, дошманыма ла
күрһәтмәһен бай ыҙаларын...
Йәшәй шулай ҡыҙың, әсәйем,
көндәштәрҙән, ирҙән сағылып.
Үлермен дә инде мин тиҙҙән
йә имгәнеп, йәки һағынып...
Әсәкәйем, әсәкәйгенәм,
ҡыҙғанығыҙ, йәлләгеҙ мине!
Бер самауыр сәйгә булһа ла
саҡырғалап алһағыҙ ине!..
Эскәйемә бикләп зарымды
янмаҫ инем бер үҙем генә.
Моңом да күп, һағышым да күп,
бирһен хоҙай тик түҙем генә...
Суйырланып ҡатты бәғерем,
туғандарҙан, донъянан биҙҙем.
Башҡайымды йәшләй ашатҡас,
ҡарғамайса нишләйем һеҙҙе?..
Атыр микән бәхет таңҡайым,
мәңге әллә төн торор микән?
Ҡайғы-хәсрәт, таш ярсығылай,
йөрәгемде тик ҡырыр микән?..
Күрә алмай яҡты көндәрҙе,
һалҡын гүргә инермен инде.
Ҡара баҙҙа Көндө һағынып
шиңгән гөлдәй шиңермен инде...
Әсәкәйем, әсәкәйгенәм,
ҡыҙғанығыҙ, йәлләгеҙ мине!
Бер самауыр сәйгә булһа ла
саҡырғалап алһағыҙ ине!..”
Алтынсы бүлек
1
Урал арҡаһынан һөрөлөп —
бабалары тыуған төйәктән —
ошо ергә килгән башҡорттар.
Ҡалҡыу-ҡалҡыу тауҙар янында,
ҡусҡыл туғайлыҡтар шауында
Һаҡмар һыуын күргән башҡорттар.
Һылыу-һылыу аҡтирәктәрҙе,
йыуан-йыуан өйәңкеләрҙе
киҫеп ҡарағандар башҡорттар.
Һары ижауҙарға тултырып
һары балдай Һаҡмар һыуҡайын
эсеп ҡарағандар башҡорттар.
Ярһыу толпарҙарын Олобайҙа —
һутлы кәрешкәле туғайҙа
көтөп ҡарағандар башҡорттар.
Умарталарының кейәһен
асып, егәрле бал ҡорттарын
осороп ҡарағандар башҡорттар.
Киндер ептән бәйләп йәпләнгән
йәтмәләрен тымыҡ күлдәргә
төшөрөп ҡарағандар башҡорттар.
Һауалағы кейек ҡоштарҙы
тимербашаҡ осҡор уҡ менән
атып ҡарағандар башҡорттар.
Усаҡ өйөп таштан, ут яғып,
хушбуй еҫле бесән өҫтөндә
ятып ҡарағандар башҡорттар.
Ағастары булғас буралыҡ,
Һаҡмар һыуы булғас шифалыҡ,
үләндәргә болон бай булғас,
(исемен дә “Олобай” ҡушҡас!)
тупрағы шәп — ҡара май булғас;
сәскәләре — ылғый шараплы,
тын күлдәре — мыжғыу балыҡлы,
кейек-ҡошо — һимеҙ һуғымлы,
усаҡ уты — йылы, яғымлы
булғас, яратышып был ерҙе,
тамырланып донъя көтөргә
уйлағандар беҙҙең башҡорттар.
“Ҡайғы китһен, байман килһен, — тип, —
хозурлыҡта ғүмер үтһен!” — тип
йырлағандар беҙҙең башҡорттар...
Әммә шуны тоймай ҡалғандар:
Булһа ла шат тауҙар, урмандар,
Ҡайҙа ла шул ҡорой дармандар,
Ҡайҙа ла шул ырай дошмандар.
Шуға ла шул ҡылыс ҡайрарға
Илаһынан беҙгә ҡушҡандар, --
абайлаған шуны башҡорттар...
Тәүге нигеҙ ташын һалғас уҡ
ҡайғы килгән улар башына,
батша урядниктары булып...
Тәүге бураҙнаны ярғас та
байманһыҙлыҡ килгән уларға,
батша землемерҙары булып...
Онотолған дуҫлыҡ, туғанлыҡ,
һуғышҡандар ҡанға буялып
ярты таяҡ ҡара ер өсөн...
Ҡаҙығандар тәүге ҡәберҙе
ауылдаштарынан туҡмалып
һәләк булған тәүге ир өсөн...
Тәүге йәтмә төшкән Һаҡмарға —
балыҡ һөҙөп түгел, ғәренән
батып үлгән йәш ҡыҙҙы эҙләп...
Оҙатҡандар тәүге киленде —
һөйгәненә түгел, һөймәгән
ҡап-ҡарт бабайға, ирекһеҙләп...
Сәнкем беҙҙең шулай башланған,
Сәнкем беҙҙең шулай йәшәгән...
Шул сәбәптән тиҙ онотолдо
фажиғаһы Сәлимәкәйҙең...
Өйрәнделәр ил һылыуының
хөшһөҙ ҡартҡа ҡол булыуына...
Ерҙе япҡан сүп-сар туҙымын
беренсе ҡар ҡаплап ҡуйғандай,
яңы мәшәҡәттәр аҫтында
онотолдо яҙмышы уның...
Гелән генә ҡара эшендә
ауылдаштар уны күрҙеләр,
күргән бере: “Ниңә был тиклем
ябығаһың?” — Һорау бирҙеләр...
Күренмәһә, тағы оноттолар,
үҙ ҡайғыһы үҙендә бит ул
һәр бәндәнең ауыр заманда —
уларҙы кем ғәйепкә ала?..
Һәр ерекмән үҙ күкрәгендә
шундай уҡ зар, ҡайғы йөрөткәс,
яҙмыштары шундай уҡ булғас,
кем үпкәләр инде уларға?..
Бисара йән түгеп йөрөмәне
моңон-зарын, сығып кешегә.
Таба алмай ине ул форсат,
ғәйбәт һатыу түгел, ашарға...
Яҡлаусыһы ла юҡ ине шул, —
яңғыҙ башы янды ҡаңғырып...
Шулай ҙа ул ситтән бер ярҙам
көттө, өмөткәйен талдырып...
Яҙмышҡайы хәтәр ҡағытып,
иҙелһә лә бәхетһеҙлектән,
ҡуя ине уйлап кинәттән,
атыр әле бәхет таңым, тип.
Үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйы
тоҡанһа ла хәтәр мәлдәрҙә,
төшә ине Харисы иҫенә,
алмаштырып төндө көндәргә.
“Иҫән булһа, ҡайтыр әле бер,
йолҡоп алыр мине ыҙанан!” —
тип уйлай ҙа, йәне арына
ине уның шомло уйҙарҙан...
2
Һабан бөткәс, май аҙағының
йәмле көндәрендә ҡунаҡҡа
саҡырҙылар Ғимыран байҙы
алыҫ ауылдан...
Өс ат егеп,
өс ҡатыны, үҙе тейәлеп,
йүнәлделәр һары таң менән,
Билән тауҙың билле иңенән.
Иркен сәхрәләргә сығыуы
кинәндерҙе бик Сәлимәне.
Бала саҡта йыуа йыйнаған
тау биттәрен ҡарап барҙы ул,
һәр ташта үҙ эҙен күргәндәй
тулҡынланды... Елгә яғымлы
һелкенешкән умырзаялар
ебәк балаҫын күргәс, төшөп,
йыйғыһы һәм үпкеһе килде
һөйкөмлө был күк сәскәләрҙе...
Һандуғастар сутылдай ине
ҡунып ҡурай һабаҡтарына
юл ситендә... Улар һамағы,
күккә һеңеп ҡалғандай, оҙаҡ
наҙлай ине ихлас йәндәрҙе,
яҙлыҡтырып ҡатҡан тәндәрҙе...
Көр йүгерә инеләр таңдан
һоло ашап туйынған аттар...
Туҡылдайҙар ғына тояҡтар...
Бер ҡараһаң — йыуан өйәңке
шыуа ине артҡа яныңдан,
бер ҡараһаң — һыуыр убаһы
елә ҡаршы, ашығып, алдан;
икенсегә баҡһаң — йор шишмә
аға ине йырлап артыңда,
өсөнсөгә күҙең һалғанда
төшә инең тәрән соҡорға —
шулай ҡыҙыу инеләр аттар...
Их был зарур, хозур минуттар!..
Сәлимәнең килде йырлағы,
һары һандуғасҡа ҡушылып,
йәмле Уралҡайы тыуҙырған
оҙон-оҙон моңло көйҙәргә.
Ҡурҡынды тик ғазраилынан,
татымаҫҡа, тип, ҡаты ҡулын.
(Арҡаһында ҡамсы эҙҙәре
бөтмәгәйне бит әле уның...)
Ултырҙы ул тағы бошоноп,
яңынан-яңы уттарға төшөп,
төрлө-төрлө ғәмдәрҙән өшөп,
ҡайғыларҙан, моңдарҙан шешеп...
3
Ҡунаҡ хужаһы ҙур бай ине
һәм өйөргән ине байҙарын
тирә-яҡтың, Ғимыран кеүек...
Йәрминкәләгенән ишлерәк
ат йыйылды ишек алдына,
шығырым тулды өйө кешегә...
Ялсылары, аҫырауҙары
йүгерешеп йөрөнөләр бары,
ҡунаҡтарға хөрмәт күрһәтеп.
Оҙон башҡорт урындығына —
күбек ҡаҙмендәрҙәр өҫтөнә
ултырҙылар аяҡ бөкләшеп...
Еҙ тас-ҡомған, иңдә аҡ һөлгө —
ҡунаҡтарҙың ҡулын сайҙырҙы
бер йәш егет... Килде һабалар —
ҡыҙлап-ҡыҙлап торған ҡымыҙлы,
килде йүкә-ағас мискәләр —
бышлап-ҡайнап торған сәм-баллы,
килде йыуан ҡорһаҡ тәпәндәр —
иреп торған һары-тос майлы,
килде тәрән-тәрән табаҡтар —
борлап-боҫланып торған ашлы...
Быуын-быуынынан туралған
һимеҙ һарыҡ иттәре килде,
бер ҡалъяһын ҡапһаң ҡанырлыҡ
ҡаҙы менән ялылар килде,
ҡорот иҙеп, ҡара борослап
һыйлыҡлаған һурпалар килде...
Был донъяның бөтә байлығы
өйөлгәйне ошо табынға,
унарлаған ялсы хеҙмәте
ҡуйылғайны ошо табынға
аш-һый булып...
Гөштө ҡунаҡтар,
һемерҙе һәм эсте ҡунаҡтар,
һоғондорҙо, һоғондо улар,
тығындырҙы, тығынды улар...
Донъя күргән оҙон ашъяулыҡ
тирҙе яңы мәжлес тарихын
һәм урындыҡ саҡ-саҡ күтәрҙе
ауырлығын олпат табындың...
Ҡыҙышып уҡ алғас ҡунаҡтар
керештеләр уйнап-йырларға,
дөпөлдәтеп йортто бейергә,
ҡурай тауыштарын тыңларға...
Өйәҙҙәге иң шәп ҡурайсы
саҡырылған ине мәжлескә,
һыҙҙыра ла өҙҙөрә ине
ил моңдарын, һалып ут эскә...
Ҡаршы өйҙөң асып ишеген
(унда ҡатын-ҡыҙҙар табыны),
йотоп ултырҙылар бисәләр
ҡурай моңдарының ағымын...
Һаҡмар буйҙарының йырҙары,
таҡмаҡтары, оҙон көйҙәре,
көлөүе һәм һулығып илауы,
дәртләнеүе, ярҙам һорауы,
уфтаныуы һәм ыңғырауы
ишетелде ҡурай тауышында...
Февралдәге буран булып та,
апрелдәге һырғаҡ булып та
олой ине ғәжәп был ҡурай...
Ер ҡандырып яуған ямғырҙай,
ил туйҙырып аҡҡан һыуҙарҙай
шаулай ине ғәжәп был ҡурай...
Һабан сыйылдауы кеүек тә,
салғы сыжылдауы кеүек тә
тауышлана ине был ҡурай...
Боғаҙына әжәл йәбешкән,
йәшәргә ныҡ ләкин тырышҡан
меҫкен йәндәй зарығып, зарығып
һағышлана ине был ҡурай...
Сәлимәнең күҙкәйҙәренән
тамсы-тамсы тамды йәштәре,
һары һағыш булып төйнәлде
бөтә уйы, бөтә хистәре.
Үҙенә бер тулыш моң булып
айырылды табын дәртенән.
Иларға, йә белмәй көлөргә,
ултырҙы ул ҡатып таш һыман.
Харис булып уның бәғере
Яра төпкөлөнән сыңланы.
Сәлимәнең һары һағышы
Харис есеменән зыңланы:
Сәлимә күңелендә Харис булып сыңлаған
ҡурай моңо:
“Йәмле Уралҡайҙың буйында
Башҡортостан тигән бер ил бар.
Үҫә унда күккә терәлеп
кейеккә бай ҡусҡыл урмандар.
Сағылдарға күбек сәсрәтеп
аға көмөш йырлы шишмәләр,
муйыл муйындары, әүешеп,
зифа ярҙан шәрбәт эсәләр.
Диңгеҙҙәй киң болондарында
йөрөй утлап һимеҙ йылҡылар,
аҡ тирмәләр ҡороп, йәйләүгә
сыға унда хозур, мыҡтылар.
Уттай унда Ҡояш ҡыҙҙыра,
тоҙланып тир ҡата арҡаға...
Тормошҡайы әммә егеттең
бармай алға, күпме тартһа ла...
Көндөҙөн — эш “аһ!”ы, кистәрен
ҡурай моңона өҙөлә үҙәгең.
Көләм тиһәң — унда илайһың,
Ә илайым тиһәң — көләһең...
Шул ғәжәйеп башҡорт ерендә
мохтажлыҡта тыуып үҫтем мин,
етем ҡалып ата-әсәнән,
ете йәштән көтөү көттөм мин.
Өҫ-башҡайым епкә туйманы —
йыртыҡ сәкмән кейеп йөрөнөм.
Ҡышҡа керһәм — туңды аяғым,
тешем-тешкә теймәй өшөнөм...
“Балаҡайым!” тиеп һөйөүсе
күрмәнем шул сабый саҡтан уҡ.
Донъям мине ҡаҡты, ситнәтте,
булманы һис кемем яҡларлыҡ...
Ваҡытында тамаҡ туймайса,
ҡоро-һары ҡабып йөрөнөм.
Ауыр эшләп хәлем бөткәнгә,
тора торғас йығыла инем...
Ыҙаланып шулай үҫтем мин,
яҙманы тик рәхәт күрергә.
Ун туғыҙым еткәс, бығаулап
оҙаттылар мине Себергә...
Ашанылар йәп-йәш башымды
батша түрәләре, ағайым.
Хәҙер инде ҡайҙа барайым,
хәҙер инде кемгә ярайым?!.”
(Ҡурай телен шулай аңланы
көйҙәр ағымынан Сәлимә.
Моңло башын эйеп һыҡтаны
Һәм уйланы шулай Сәлимә:
“Юҡ, иларға миңә кәрәктер,
юҡ, иларға миңә кәрәктер!..”
Һәм иланы, һулығып, Сәлимә...)
“...Нисәмә йыл ерҙә һәм быуат
үткән булһа, шундай уҡ ғүмер
Башҡортостан ере үткәргән.
Данланған да бында кешеләр,
ҡанланған да бында кешеләр,
золомон да, игелеген дә —
бөтәһен тиң ерем күтәргән.
Әллә нисә тапҡыр был ерҙе
Ҡанға мансып баҫып ингәндәр,
“Түңкәрелһен, бөтһөн!” — тигәндәр
әллә нисә тапҡыр был илде...
Батыр халыҡ — башҡорт улдары
күтәрелгән яуға, ил һаҡлап.
Бирелмәгән, артҡа сикмәгән,
үлһә — үлгән ерен ҡосаҡлап!..
Көл ителгән, бөлгән ауылдар
торғоҙолған йәнә яу киткәс.
Ҡорбандарҙан ҡалған урынға
ирҙәр тыуған яңы — һан етмәҫ!..
Һәм йәшәгән халҡым туҡталмай,
йәшәй һаман, йәшәр алда ла!
Ғүмер бирһә аҫыл ирҙәргә,
бирешмәҫ ил дауҙа, яуҙа ла!”
(Ҡурай телен шулай аңланы
Сәлимә... Дәрт тойоп уйланы:
“Юҡ, йырларға миңә кәрәктер,
юҡ, йырларға миңә кәрәктер!..”)
Ҡаршы өйҙән – асыҡ ишектән
ҡурайсы йыш ҡарап ултырҙы
уйсан Сәлимәнең яғына,
“уға бир” тип бер хат тотторҙо,
бер малайҙы ымлап алды ла.
“Юлбаҫар»ға икән булышсы
был ҡурайсы... Төйнәп килтергән
Сәлимәгә Харисынан хат...
Их, Сәлимә нисек булды шат!..
Яҙған егет унда үҙенең
ҡайҙа булып, ҡайҙа йөрөүен
һәм күп итеп сәләм күндергән,
“Онотмамын мәңге мин!” тигән...
Мәжлестәге көллө кешеләр
иҫереп үк киткән инеләр,
шул сәбәпле һис кем һиҙмәне
Сәлимәне сөйгән ғилләне...
Әйтерһең дә, тыуҙы яңынан:
елкенде ныҡ, илау һуңынан.
Әйтерһең дә, һаман ҡыҙ ғына,
Ҡыҙ күңеле – утлы ҡуҙ ғына.
Ҡушып йомшаҡ бәрхәт тауышын,
ҡурай менән китте ярышып,
кинәнделәр ҡыҙ ҙа, ҡурай ҙа, —
аптыраны халыҡ былайға...
Бейеү таҡмаҡтарын һыҙғанда,
тыбырсынды ҡапыл һәр бәндә,
ебәргәндәй йотоп утлы ҡуҙ...
Шартылдатып бармаҡ, беҙҙең ҡыҙ,
тауис һымаҡ баҫып илпәтле,
ҡунаҡтарға ташлап күҙ дәртле,
төштө бейергә... Иҙән генә
ятты аптырап түҙгәненә...
...Ашау-эсеү, бейеүҙән ҡанып
сыҡты өйҙән ҡайтырға халыҡ,
обозланып теҙелде аттар —
әйтерһең дә, ағылды Һаҡмар...
4
Ҡайтышлайы, ярһып, Ғимыран
Сәлимәне туҡмай башланы.
“Ниңә йырланың, ник бейенең?!” —
тип екереп эшен хасланы.
Тойҙо үҙен әллә егет тип,
эсеп алғас... Көнләү тешләне
ҡыу йөрәген... Ат урынына
Сәлимәнән ҡамсы төшмәне...
Күлдәктәрен йыртып, өҙгөләп
бөтөрҙө ул йәш бисәһенең.
Имән бармаҡтары, борғолап,
ҡара яндырҙы көллө тәнен...
Йәнәш ылауҙарҙа көндәштәр
кинәнделәр ҡол илауынан.
Яй атлатып атты барҙылар,
ләззәтләнеп йән һыҙлауынан...
Сәлимәнең һәр йәш тамсыһы
шарап ине улар йәненә,
ғазапланыуҙары — нәҡ наҙлау,
һөйөп-иркәләү кеүек кенә...
Ҡарт көндәше күсеп ултырҙы
улар арбаһына... Бергәләп
тотондолар ҡолдо ярырға...
Уҙған саҡта соҡор эргәләп,
Ҡарсыҡ ҡарыулаған Ғимыран
ғәйрәтләнеп тамам ҡоторҙо...
Һәм шул тәрән соҡор төбөнә
бәхетһеҙҙе төртөп осорҙо...
Юртып-юртып китте ылауҙар,
тәгәрмәстәр генә жыйланы.
Әҙәм буйы етмәҫ тәрәндә
Сәлимәкәй аунап иланы...
Текә ине төкөтмәләре
был төрмәнең... Төптә өйөлгән
йомшаҡ ҡомға йығылып ҡына
имгәнмәне... бер ҡат кейемдән
төнө буйы өшөп үткәрҙе
сәғәттәрен еүеш мөйөштә.
Шапылдашып ҙур-ҙур баҡалар
Һикереште... Алйып был эштән,
янтайғайны ситкә, ерәнеп,
тапмаммы, тип, арыу урынды,
ям төбөндә сереп ятҡан бер
ат үләкҫәһенә орондо...
Тын алғыһыҙ һаҫы һауанан
быуылды ул... Шомлоҡ ҡуйырҙы...
Сәлимәгә һалҡын ҡәбергә
барып кергән кеүек тойолдо.
Ҡото осоп ҡосаҡланы ла
тубыҡтарын, шулай йомолоп
ултырҙы ул төнө буйына,
илай-илай һулығып-һулығып...
Таң алдынан килде бүреләр
улъя һиҙеп, буғай, соҡорға.
Соҡор ҡырыйында теҙелеп,
ултырҙылар һуҙып олорға.
Ҡуҙҙай янды ҡомһоҙ күҙҙәре,
аҙауҙары аҙғын киршәлеп.
Тырнаһалар ярһып, саң-туҙан
Сәлимәгә төштө ишелеп.
“Һуштан яҙһам ине ошонда!..” —
тип теләне, ҡурҡып, Сәлимә.
Ҡалды аңы ләкин янында,
сығыр-сыҡмаҫ ҡына йәнендә...
Әмәлдәре башҡа булмағас,
йыр йырларға һуҙып кереште.
Шым булдылар уҫал бүреләр,
ғәжәп ҡылып, буғай, был эште...
Ултырҙылар ҡатып, ҡымшанмай,
көйҙән ләззәт йәнгә бар кеүек.
Таң атҡансы йырсы тамағы
бөттө тамам, кипте ҡарлығып;
йырланы ул һуңғы көсөнөң
һуңғы көсәнеүен бар ҡылып...
...Ҡапыл мылтыҡ өҫтә шартланы,
туҡылданы ат тояҡтары.
Өйөрөлөп ҡомһоҙ бүреләр
тау артына саптылар бары.
Ике һыбай, ырғып, эйәрҙән
төштө шомло соҡор ситенә.
Торҙо һуҙып арҡан береһе,
уҙҙы бере гүрҙең төбөнә.
Хәлдән тайған йәп-йәш һылыуҙы
сығарҙылар өҫкә күтәреп
һәм ул саңлы арба юлынан
китте ҡайтып өйгә, һөйрәлеп...
5
Сәлимәнең ҡурҡып иҙелгән
күңеленә бирҙе һынылыш
был ваҡиға... Инде иренән
шөрләмәне хатта яңылыш!
...Янған саҡта ҡуйы урмандар
унда ҡалған кейек-хайуандар,
сығыу юлы бүтән булмағас,
ташланалар бит ут өҫтөнә...
Күбәүҙәре шунда һөрлөгөп
ятып ҡала янып уларҙың,
тәүәккәлдәр ләкин сығалар
бешеп-көйөп иркен аҡланға
һәм ташланып һалҡын йылғаға,
яраларын һыуға йыуалар...
Шуның кеүек, беҙҙең Сәлимә
ҡылды ҡарар утҡа барырға,
киләсәге өсөн бөгөнөн
бизмән табағына һалырға...
Ҡайтты ҡыҫып тешен асыуҙан,
типте сатнап ярһыу йөрәге.
Ҡояш байытырға ултырып
ҡалды әрәмәлә, инмәне
ауылға ул... Шау-шоу баҫылғас,
алынғас шәм моңһоу өйҙәргә,
китте боҫоп кәртә артынан,
керҙе ихатаға шым ғына...
Аласыҡта кеше юҡ ине,
алды инеп шырпы, кәрәсин,
байҙың келәттәрен “суҡырға”
ебәрҙе ул “ҡыҙыл әтәс”ен...
Утҡа тапшырҙы үс-нәфрәтен...
Сытыр-сытыр көлөп-ҡыуанып
ялҡын теле менде ҡыйыҡҡа,
береһенән икенсеһенә...
сәләм биреп өсөнсөһөнә...
Ҡарунланып йыйған байлығын
“ҡыҙыл әтәс” ялмай башланы
Ғимырандың...Ҡара һағыҙҙай
һөрөм-төтөн күкте ҡапланы...
Тик бер эске күлдәк-ыштандан
сыҡты дөрөп шашҡан Ғимыран
һәм сарбайлап һөрән ташланы...
Күрше-күлән, күнәк-һыу тотоп,
сыулап йүгерешә башланы...
Ә был ваҡыт беҙҙең Сәлимә
шәп-шәп атлап китеп бара ине
тау артына урман юлынан.
Төйөнө юҡ ине ҡулында,
кейеме юҡ ине өҫтөндә, —
әйләнде шул яҙмыш ҡолона...
Юҫыҡҡайы ҡайҙа илтерен
белмәй ине йүнләп, тик: “Аллам,
ҡотҡар мине, еткер йәремә!” —
тип шыбырҙай ине, тапшырып
ҡара төнгә йөрәк серҙәрен...
Ай юҡ ине, яҡты йондоҙҙар
ҡапланғайны ҡара болотҡа.
Сыртлап сыбыҡ һынһа, йөрәге
сатнай кеүек тойолдо уға.
Хәтәр минуттарҙа, тылсымдай,
Харисының хатын баҫа ине
йөрәк тәңгәленә һәм түҙем
имә ине изге Хоҙайҙан...
Оҙаҡ, оҙаҡ шулай барҙы ул
һөйөүенән табып ҡыйыулыҡ.
Үләндәргә ысыҡ ҡунғанда
сүгәләне, хәл алырға тип,
юл ситендә ағас төбөнә...
Аҫыл ҡоштар һайрап ебәргәс,
йылы нурын Ҡояш төшөргәс,
йылынды һәм тынысланды ул.
Терәп башын тубыҡтарына,
сумды, яйлап, сихри серемгә,
тылсымланып Урал моңона...
Һәм күренде уға төш: хәрби
ыҫтан ҡуйы урман ҡуйынында;
ирҙәр баштан-аяҡ ҡораллы
ултыралар усаҡ янында
аш бешереп... Лапаҫ аҫтынан
сыға һыҙылып бер моң ағышы —
йырмы инде, әллә илаумы,
әллә теге ҡурай тауышы?..
Усаҡ теле дөрләп киткәндә
Яугирҙәрҙең йөҙө йәнләнә,
улар араһынан һөйгәне
йөҙөн эҙләй, түҙмәй, Сәлимә...
Таба алмай тик, күпме генә
уҡталһа ла, күҙ талдырһа ла:
бөтәһе бер төҫлө был ирҙәр
һәм ағастай хәрәкәтһеҙҙәр...
Тупылдашып бына салына
тояҡ таҡматары йыраҡтан,
һыбайлылар килеп етәләр,
усаҡ эргәһенә төшәләр.
Күрә ҡапыл йәрен Сәлимә
улар араһында... Ҡысҡырам,
тип көсәнһә — сыҡмай тауышы,
һуҙһа ҡулын — ҡуҙғалмай ҡулы,
йүгерәйем, тиһә — аяҡтар
гер булғандар...
“Аһ Аллам, Аллам!” —
тип илерә хәле бөтөп ул...
Абайлай һәм Харис, ниһәйәт,
килә башлай уның янына.
Эй, шатлана һылыу, ҡыуана!..
Еткәс кенә ләкин әйләнә
Ғимыранға Харис... Ҡамсыһын
сажылдатып уҫал һуға ул,
һуға яндырып арҡаһына...
...Ауыртыуҙан шашып, Сәлимә
асһа күҙен... ҡат-ҡат сыбыртҡы
төшә һаман уның тәненә...
Елегенә етә, йәненә...
Ике атлы ике яғынан
яра уны тиргә мансылып:
иҫерек Низамый береһе,
береһе — Ғимыран ялсыһы.
Ҡайҙа ғына инеп китергә,
ҡотолорға белмәй Сәлимә.
Күлдәккәйе бөтә тетелеп,
буй-буй яра ята тәненә.
Һыуһындарын шулай ҡандырғас,
арҡанлайҙар ҡолдо муйынынан
мал кеүек... һәм, тағып эйәргә,
йүгертәләр урман юлынан.
Ярты юлда үҙе Ғимыран
ҡаршы ала, килеп, уларҙы.
Сәлимәне муйын бауынан
тәртәһенә тағып, ул тағы
ҡайыш сыбыртҡыһын шартлатып
яра-яра йүгертә уны
атҡа йәнәшәләп... Юл саңы
менән болғанып ҡала ҡаны
Сәлимәнең яраларынан...
Тәртә янлап, һатлыҡ ялсылар
әлһерәгән эттәй сабалар,
Ғимырандың ҡулы талғанда
ҡамсы эшен тиҙ үк алалар...
Сәлимәне, ҡайтып, яптылар
таш келәткә... Һәм мулла менән
кәңәшләште оҙаҡ Ғимыран
мәкерле ниәте хаҡында...
Тап шул көндө Сәнкем ауылында
Тоҙтүбәгә үтеп барыусы
туҡталғайны бер ҙур кар(а)уан.
Каруандағы аҙай-ҡаҙаҡҡа
ебәрҙеләр һатып ҡоллоҡҡа
Сәлимәне мәңге-мәңгегә
мулла менән муслы Ғимыран...
6
Таң-иртәнән тороп, был каруан
ҡаҙаҡ далаһына юл тотто.
Дөйә арҡаһына ҡаҙағы
Сәлимәне бәйләп ултыртты.
Дың-дың итеп баҡыр бутылдар
дыңғылдауы ҡалды һүрелеп...
Күҙ йәштәрен йотоп, Сәлимә
баҡты артҡа, үрелеп-үрелеп...
Бала саҡтарында һөйөнөп
үҫкән яландарҙың күркәмен
хәтерендә мәңге-мәңгегә
ҡалдырғыһы килде һәм тәмен
елдәренең килде татыйһы...
Аяҡ-ҡулдар ләкин бәйләүле,
бөркәтелгән сәкмән башына,
һаҡлай арттан ҡаҙаҡ-йәйәүле...
Китте шулай ауыл һылыуы
илкәйенән, көсләп һатылып,
ҡомло ҡаҙаҡ далаларына,
гүзәл Уралҡайҙан айырылып.
“Өн түгелдер, яман төшөмдөр...” —
тип уйланы, һис ышанмай ул
күрмешенә... Әммә киреһен
дөрөҫләне каруан, саңлы юл...
“Ауылҡайым, иҫән бул инде,
Һаҡмарҡайым, бәхил бул инде!
Сит илдәргә китте башҡайым —
юғалыуым, ахыры, шул инде...”
Мансылғандай тоҙға, йөрәге
әрнеп уның янды ла янды,
ел өшкөткән таңғы ысыҡтай
күҙ йәшкәйе тамды ла тамды...
Беренсе китап бөттө.
Балтиҡ хәрби-диңгеҙ флоты, Таллин, 1953.
“Андриан Зосимов” исемле мина траллағыс карап,
9.09. — 27.11.1955. 22.01.1956.
Достарыңызбен бөлісу: |