Башта миңә бындай бүләк ҡыҙыҡ ҡына тойолдо. «Ир кешегә эйәрле ат бүләк иткәнде күреп үҫкәнмен. Беләм. Аңлайым. Әммә көршәк бүләк иткәнде?! Валлаһи тип әйтәм, ишеткәнем дә юҡ. Ни хәт ле генә матур эшләнгән булмаһын, исеме барыбер көршәк бит инде уның!» Аҙаҡ көршәктең хикмәтле тарихын белеп алғанға хәт ле, мин шулай уйланым.
-
Беҙҙә ҡыҙҙар һыуҙы көршәк менән ташымай, — тинем мин уға, дуҫтарса гәжәпләнеүемде белдереп. — Көйәнтәләп, күнәкләп алып килә...
15
-
Был ҡиммәтле ҡомартҡы. Мин һиңә, йән дуҫыма, үҙ еремдән бүләк итеп алып килер өсөн ошонан да ҡәҙерлерәк нәмә тапманым, — тине Аҡбулат һәм миңә «Ьөнәрсе һәм Өйрәнсек» тигән хикәйәтте һөйләп бирҙе.
Бөгөн ул хикәйәтте мин һиңә һөйләйем. Эгәр иғтибарға лайыҡ тапһаң, бәлки, бер саҡ уны һин дә берәй- һенә һөйләрһең... Бына шулай йәшәй бит инде ул арыу хикәйәттәр... Үҙҙәрен тыуҙырған кеше ғүмеренән оҙо- нораҡ та, бәхетлерәк тә була уларҙың ғүмерҙәре...
Әйткәндәй, Аҡбулат шул килеүендә мине лә үҙе менән алып китергә, Кавказды күрһәтергә бик тә теләгәйне. Әммә насип булманы. Фронттан ҡайтыу менән, мине сельсовет председателе итеп һайлап ҡуйғайнылар. Ауылда тәү башлап иҫкене емерәһе, яңының нигеҙен һалаһы бар. «Ҡунаҡлашып йөрөр саҡмы ни», — тип уйлайһың. Шулай, эште ташлап китә алманым. Аҙаҡ, донъялар бер аҙ юлға һалынғас, барып, дуҫты күреп ҡайтырмын тигәйнем дә, Аҡбулаттан хат өҙөлдө. Бер аҙҙан мин уның һәләк булыуын ишеттем. Ул миңә ҡарағанда уҡымышлы ла, аңлы ла кеше ине. Фронттан ҡайтҡас, ул Кавказда яңы тормош ҡороу эшендә бик актив эшләгән. Алдынғы коммунист булған. Аҙаҡ уҡыған. Мәскәүҙә ниндәйҙер академияны уҡып тамамлап ҡына килгәндә, анауы утыҙ етенсе йылғы афәткә эләгеп киткән...
Хасбулат олатай һүҙенең ошо урынында оҙаҡ ҡына туҡтап, урман өҫтөнән ҡып-ҡыҙыл, йомро ут булып ҡалҡып килгән тулы айға ҡарап, уйланып ултырҙы. Унан ҡапыл, йоҡонан уянып киткән һымаҡ булып, ирәбе тауыш менән:
-
Бына, ай ҙа ҡалҡты. Хикәйәтте һөйләр саҡ етте, — тип моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы. Мин, тыңларға ашҡынып:
-
Ваҡыт. Күптән ваҡыт, олатай! — тип ҡабатланым.
Хасбулат олатай, төтөнлөккә сыбыҡ-сабыҡ ырғыта-
ырғыта, һалмаҡ, уйсан ғына тауыш менән һөйләп китте.
16
IV
... — Борон заманда, Кавказда, ҡаялы тау өҫтөндәге киң яйлала, кескәй генә бер ауыл булған. Ауылдың янында ғына күк йөҙө шикелле, икһеҙ-сикһеҙ, осһоҙ- ҡырыйһыҙ киң зәңгәр күк ялтырап ятҡан. Ҡая өҫтөндәге иҫ киткес гүзәл күл. Тик ул күлдән кешеләр бер тамсы ла һыу эсә алмаған. Үтә татырлы булған уның һыуы. Ауыл кешеләре һыуҙы аҫта, бик тәрәндә, ҡая таш итәгендәге йыраҡанан сығып ятҡан кескәй генә шишмәнән ташып эскән. Боҙҙан һалҡын, көмөштән саф был шишмәгә ҡая битләп һығыла-бөгөлә һуҡмаҡ һуҙылған. «Ҡыҙҙар һуҡмағы» тип йөрөткәндәр уны. Сөнки ҡыҙҙар ошо һуҡмаҡтан бер өҙлөкһөҙ шишмәгә йөрөп торған...
Әйткәндәй, ул яҡта ҡыҙҙар һыуҙы тар үңәсле көршәк һауыттар менән ташый икән. Боҙ шикелле һалҡын, саф шишмә һыуы тултырылған көршәкте яурындарына ултырталар ҙа, һаҡ, һалмаҡ ҡына баҫып, нескә билле ҡырмыҫҡалар шикелле, баяғы һуҡмаҡ менән йүрмәләйҙәр ҙә йүрмәләйҙәр, ти... Мәҙәк бит, ә?.. Беҙгә мәҙәк. Ә уларға түгел. Тау текә, юл ҡырын... Төрлө хәл була. Аяҡ саҡ ҡына яҙа баҫһа, көршәк ялп итеп ергә осоп төшә. Ватыла. Етмәһә, ябай балсыҡтан арлы-бирле һупалап яһалған был көршәктәрҙә һыу тиҙ боҙола, үҙенең шишмәләге сафлығын, татлылығын да юғалта икән...
Ьыу ташый торған көршәктәрҙең тупаҫ һәм ауыр булыуы ла ҡыҙҙар өсөн бик үк уңайлы булмаған, әлбиттә. Ә бит кешегә күпме һыу кәрәк?! Быны үҙ елкәләрендә татығас, баяғы һыу ташыусы ҡыҙҙар яҡшы белгәндәр инде...
Көршәктәрҙең шундай килбәтһеҙ һәм бик тиҙ ваты- лыусан булыуы өсөн ауылда бары тик бер генә кеше көйөнмәгән. Киреһенсә, һөйөнгән генә. Сөнки көршәктәр ни хәт ле тиҙерәк, йышыраҡ ватылһа, уға шул хәт ле күберәк табыш килгән. Был кеше ошо ауылдың көршәк яһаусыһы Өйрәнсек булған. Ғүмер буйы шул эш менән көн күреп тә, бер ҡасан да ысын оҫта була алмаған өсөн, ауыл халҡы, көлөп, уға «Өйрәнсек» тип исем ҡушҡан.
17
Был ауылда Өйрәнсек менән йәнәш тағы бер оҫта йәшәгән. Уныһы ла шулай уҡ, балсыҡтан, ҡомдан әүәләп, сәй эсә торған касалар яһай икән. Ауылдаштары был оҫтаны бик яратҡан, хөрмәт иткән. Сөнки ул үҙенең эшенә бөтә йәнен, йөрәген һалып эшләй, ул яһаған касалар шундай нәфис, йоҡа һәм еңел булып сыға. Уның эсендә сәй айырыуса тәмле, татлы була икән. Шуға күрә халыҡ уны хөрмәтләп «һәнәрсе» тигән ҡушамат биргән. Был яҡта, ул заманда, күрәһең, ошонан да ҙурыраҡ һәнәр булмағанға, «Көнәрсе» һүҙе иң оло һәм хөрмәтле һүҙ булған.
Шулай итеп, был ике күрше бик оҙаҡ ғүмер иткән. Бара-тора, ауылдаштары ғына түгел, хатта улар үҙҙәре лә мулла ҡушҡан төп исемдәрен онотҡан. «Өйрәнсек» һәм «Һәнәрсе» булып йәшәй биргән. Өйрәнсек һаман шул үҙенең тупаҫ һәм йәмһеҙ балсыҡ көршәктәрен эшләгән. Уларҙы матурлау хаҡында уйлап та ҡарамаған. Үҙ эшенән сикһеҙ риза һәм шат булып йәшәй биргән. Һәнәрсе, киреһенсә, бер ҡасан да тынғы белмәгән, эшенән бер ҡасан да ҡәнәғәт булмаған, һәр ваҡыт эҙләнгән, өйрәнгән. Шуға, ахыры, ул үҙ һәнәрендә көндән-көн үҫкән, камиллашҡан. Һөр бер каса уның өсөн яңы асыш, яңы уңыш булған.
Эштән ҡалған ваҡытында һәнәрсе тауҙар, урмандар гиҙгән. Әйләнә-тирәне, ағас-ташты ентекләп өйрәнгән. Үҙен өҙлөкһөҙ борсоп торған һорауҙарға тәбиғәт ҡуйынынан яуаптар эҙләгән. Алыҫ ҡалаға барып, үҙенә хәт ле йәшәгән бөйөк һөнәрселәрҙең эштәре менән дә танышып ҡайтҡан.
Һөнәрсене иң бошондорған нәмә — Өйрәнсектең теге тупаҫ балсыҡ көршәктәре булған.
«Ниңә үҙ һәнәрен камиллаштырмай был Өйрәнсек? Әллә һәләте юҡмы? Улай икән, ниңә булаша? Ниңә ауылды тупаҫ, йәмһеҙ көршәктәр менән тултыра? Үҙ тамағың туҡ булһын өсөн генә, кешеләрҙең күңелен йәмһеҙлеккә, тупаҫлыҡҡа күнектерергә яраймы ни?!» — тип көйөнгән Һәнәрсе. Өйрәнсектең күңелендә лә отттондай көйөнөс уятырға тырышҡан: — Беҙҙең эш ауылдаштарҙы һөйөндөрөргә тейеш. Ә беҙ көйөндөрәбеҙ түгелме һуң?!
18
Әйҙә, бергәләп эҙләнәйек, бәлки, бығаса бер кем дә эшләй белмәгән көршәктәр яһарбыҙ, — тигән.
Өйрәнсек көлгән генә.
-
һай, ахмаҡ! — тигән. — һәр ватылған көршәк — яңы табыш бит ул!..
-
Улай булһа, күрше, үпкәләштән булмаһын — мин дә көршәктәр эшләй башлаясаҡмын, — тигән бер саҡ һәнәрсе. — Тик һинеңсә түгел, ә үҙемсә. Үҙ йөрәгем теләгәнсә генә эшләрмен...
Өйрәнсек тағы ла мыҫҡыллыраҡ итеп, ҡысҡырып көлгән: Л
-
Рәхим ит, эшлә! һай, ахмаҡ, көршәкте ни төҫлө генә итеп яһаһаң да, көршәк булыр инде ул!.. — тигән.
һәнәрсе эҙләнеүен дауам иткән, һаман шулай тауҙар, далалар гиҙгән. Ер ҡаҙыған, таш аҡтарған, текә ҡаялар аҫтына, мәмерйәләргә төшкән, һәр осраған ташты, ҡомдо һынал ҡараған. Арып, йонсоп, яланғасланып бөткән. Әммә эҙләнеүҙән туҡталмаған. Ахыр сиктә теләгенә ирешкән. Тәбиғәт уға үҙенең йәшерен серҙәрен асҡан. Берҙән-бер көндө һәнәрсе тап бая көндөҙ мин һиңә күрһәткән кеүек мөғжизәле көршәкте эшләү бәхетенә ирешкән. Ысынлап та, уға хәтле бындай көршәкте эшләй белгән дә, ундай мәңге уңмаҫ буяуҙарҙы ҡулланған да кеше булмаған. Күрҙең бит, ниндәй нәфис көршәк!.. Яңы ғына бөрөләнгән томбойоҡ сәскәһеме ни?! Ниндәй ҡомдан эшләнгәндер ҙә, ниндәй илаһи буяуҙар менән буялғандыр инде ул. Анауы теп-тере сәскәләрен, еңеллеген, нәфислеген мин әйтәм. Иҫ киткес оҫта булған инде ул һәнәрсе!..
Аҡбулат мәрхүм миңә:
-
Был көршәк яһаған ҡомдо ла, уның юйылмаҫ буяуҙарының серен дә ошоғаса белгән кеше юҡ әле, — тип һөйләгәйне. Эйе, ысын, шулай тине шул. һай, әттәгенәһе, анауы Өйрәнсекте әйтәм әле, бигерәк моңһоҙ нәмә булған икән. Өйрәнеп ҡалырға теләмәгән бит, яуызың. Ә бит һәнәрсе уға:
-
Мин иҫән саҡта белеп ҡал, — тип күпме ялынған. — Ә ул — Өйрәнсек һаман тәкәбберләнеп көлгән генә.
19
-
Юҡ өсөн баш ватып, ғүмер ҡыҫҡартырға мин алйотмо ни? — тигән. Улай ғына ла түгел, һөнәрсене кешеләргә алйот, дәрүиш итеп күрһәтергә лә тырышҡан хатта.
-
Ҡарағыҙ инде анауы алйотто! Һыу көршәге яһау өсөн шул тиклем күҙ нурын түгеп ултыра бит, дәрүиш! һыуҙы ни уны матур һауытҡа һалдың ни ҙә насар һауытҡа һалдың ни. һыуҙан барыбер алтын сыҡмаҫ, — тип үҙенсә фәлсәфә һатҡан.
һәнәрсе уның, өйрәнергә теләмәүенән бигерәк, тупаҫ һәм насар эшенән үҙе шул тиклем ҡәнәғәт булып йәшәүе өсөн айырата әсенгән.
«Юҡ. Мин һине яҡшы менән яманды айырырға өйрәтермен. Ауылдаштарҙың йорттарын эшкинмәгән көршәктәр менән сүпләүҙән туҡтатырмын!» — тип ҡәһет иткән. Һәм шулай булып сыҡҡан да. Көршәктәрҙе көндән- көн һәйбәтерәк һәм нәфисерәк итеп эшләй башлаған. Көндө-төндө, алды-ялды белмәй эшләгән был көршәктәрен ауылдаштарына күп ваҡыт бушлата биреп ебәрә торған булған. Бара-тора Өйрәнсектең тупаҫ балсыҡ көршәктәренә көн бөткән. Инде уларҙы һатып алыусы түгел, буш алыусы ла булмаған. Бына шунда инде Өйрәнсек һәнәрсе янына үҙе үк боролоп ингән. Түбәнселекле, мөләйем тауыш менән сәләм биргән. Түргә уҙған. Һөнәрсенең бөтә өйө тулып, йондоҙ кеүек йымылдашып ултырған ғәжәп зифа, ысынъяһау көршәктәрҙең әле береһен, әле икенсеһен алып, баш сайҡап, тел тасылдатып торған.
-
Өйрәнергә килдеңме? Минең менән бергәләп эшләргә булдыңмы? — тип ҡыуанған Һәнәрсе. — Әгәр теләгең ихлас булһа, әйҙә, ултыр. Хәҙер үк бөтә серҙе асып һалам!..
Был тиклем саф күңеллелек һәм бер ҡатлылыҡҡа күңеле йомшарып киткән Өйрәнсек ең остары менән күҙҙәрен һөртөп алған. Ялыныслы һәм меҫкен ҡиәфәт менән Һөнәрсегә тилмереп ҡараған. Ысынлап уҡ иламһыраған тауыш менән:
-
Дуҫ!.. Ҡорҙаш!.. — тип өндәшкән. — һинең камил аҡылың, алтын ҡулдарың алдында мин баш эйәм. Те
20
ләһәң, һиңә Алла итеп табынырға ла әҙермен. Тик һинең изге кәңәшеңде мин, нисек кенә теләһәм дә, ҡабул итә алмайым. Ни өсөн тиһәң, Хоҙай мине ундай һәләттән мәхрүм иткән. Эйе, өйрәнә алмайым мин бындай гүзәл һәнәргә!.. Инде миңә астан үлеүҙән башҡа сара ҡалманы... Сөнки хәҙер кешеләр минең көршәктәргә әйләнеп ҡарарға ла теләмәйҙәр...
Өйрәнсек шул һүҙҙәрҙе әйткән дә, Көнәрсе янына келәмгә ултырып, бала шикелле үкһеп илай башлаған:
-
Эй Аллам, ниңә һин мине ошондай илаһи таланттан мәхрүм иттең!
«Ысынлап та, уның хәле мөшкөл дә баһа?! Уға нисек ярҙам итергә һуң?! Өйрәнсектең тамағы туҡ булһын өсөн генә тупаҫ балсыҡ көршәктәр менән ауылды сүпләргә юл ҡуйып та булмай ҙа баһа?!» — тип аптыраған хәҙер Көнәрсе. «Ә күршегә ярҙам итергә кәрәк бит. Тик ҡалай итеп?!»
Ахыр ул Өйрәнсеккә тағы өмөтлө ҡараш ташлаған:
-
Бәлки, өйрәнеп ҡарарһың? Айыу балаһы ла өйрәнә, һин кеше бит әле...
Өйрәнсек, бер ҡатлы Көнәрсенең күңеле тамам йомшарып етеүенә, үҙен ихлас йәлләй башлауына тамам төшөнөп алғас, күптән уйлап килгән хәйләһен тормошҡа ашырырға керешкән.
-
Көнәрсе, ҡорҙаш! — тигән Өйрәнсек, тауышына тағы ла нығыраҡ меҫкенлек сығарып. — Эгәр һин мине, ысынлап та, йәлләһәң, хәлемә инергә теләһәң, әлбиттә, булдыра алаһың. Эйе, минән көсөмдән килмәгән эште талап итмәйенсә үк, мине аслыҡтан ҡотҡара алаһың...
-
Нисек?! Йә, әйтә һал!.. Ҡалай итеп мин һиңә ярҙам итә алам?! — тип аптырап та, ҡыуанып та киткән Көнәрсе. — Әгәр ундай эш ҡулымдан килһә, һинең өсөн йәнем фиҙа!..
-
Бар. Ундай мөмкинлегең бар, ҡорҙаш! — тигән Өйрәнсек, инде тамам баҙнатланып. — Әйтәйек, бына был мөғжизәле көршәктәрҙе һин эшләй беләһең. Ә эшеңдең емешен ашай белмәйһең... Йә, үҙ эшенең баһаһын белгән ниндәй кеше ошо хәтле ауыр хеҙмәт емешен кешеләргә буш бирер? Йә, ҡара инде, хәҙер ауылдың аяҡтан баҫҡан бөтә ҡыҙы һинең ошо гүзәл көршәктәреңде кү
21
тәреп шишмәгә йөрөй. Ә һин, шул мөғжизәле көршәктәрҙе тыуҙырыусы кеше, ас-яланғас, көн-төн күҙ бөтөрөп, үҙеңдең ҡараңғы өйөңдә төңкәйеп ултыраһың... һинең урыныңда башҡа берәү был һәнәр менән әллә ҡасан байып бөтөр, хатта батша һарайында йәшәп ятыр ине. Бындай көршәктәр хатта батша кәнизәктәрендә лә юҡ бит! Беләһеңме?! Ә һин шуларҙы былай, бушлай...
һөнәрсенең әле генә өмөтләнеп, яҡтырып киткән йөҙөнә ҡайтанан һөрөм йүгерә.
-
Нимә һөйләйһең? Нимәгә өйрәтмәксе булаһың һин мине? — тип ҡысҡырып бүлдерә ул Өйрәнсекте. — Халыҡтың ҡыуанысы, рәхмәте минең хеҙмәтемдең иң оло баһаһы икәнен аңламайһыңмы ни һин?! Минең өсөн ауылдаштарымдың кинәнеүенән дә ҙур баһа юҡ.
-
Рәхмәт менән тамаҡ туямы? — тип һорай Өйрәнсек, инде ғәҙәтенсә мыҫҡыллы көлөп. — Өҫ бөтәйәме?!
-
Тамаҡ нимә ул? — тип күңелһеҙ генә ҡарыулаша тамам кәйефе боҙолған һәнәрсе. — Тамаҡ ни ул үҙем менән бергә китер, бөтөр. Э көршәктәр һаман йәшәп ҡалыр, һаман хеҙмәт итер...
-
һай, сабый!.. — тип хатта ҡысҡырып уҡ көлә хәҙер Өйрәнсек. — Күрше, ҡорҙаш!.. — тип Һөнәрсенең арҡаһынан дуҫтарса ҡаҡҡылап ала. — Валлаһи тип әйтәм, һин төптө сабый икәнһең!.. Улай ғына ла түгел, дәрүиш!.. Диуана!..
-
Шулай ҙа булһын, — ти һәнәрсе, тамам күңелһеҙләнеп. — Миңә үҙемдең холҡом оҡшай. Ә башҡаларҙа минең эшем юҡ.
Һәнәрсе, шуның менән һүҙ бөткәнлекте аңлатып, иҙәнгә ҡуйған көршәкте ҡулына ала, тау ландышының ҡыяҡтары өсөн буяу һайларға керешә. Ләкин Өйрәнсек тә тиҙ генә бирешергә теләмәй. Мәкерле хәйләһен тормошҡа ашырыу өсөн тағы меҫкен тауышҡа күсә. Ялынып, Һөнәрсенең алдына теҙләнә.
-
һин бит үҙең, ҡорҙаш, миңә ярҙам итергә теләйем тинең! Ысын күңелдән әйткәнһеңдер бит инде һин был һүҙҙе?! — тип ныҡыша.
-
Мин ысын күңелдән булмағанды һөйләй белмәйем, — ти һәнәрсе.
-
Улай булһа, бына нимә, — тип елкенеп китә тағы
22
Өйрәнсек. — Кин мине үҙеңә ярҙамсы итеп алаһың. Йәғни, һин ғәҙәттәгесә көршәктәр эшләйһең. Ә мин уларҙы аҙыҡҡа, кейемгә әйләндерәм. Һине аслыҡтан, яланғаслыҡтан ҡотҡарам. Шунан ҡалған-боҫҡанынан үҙемә лә аҙ-маҙ өлөш сығарырмын. Ә бүтәнсә һин миңә бер төрлө лә ярҙам итә алмайһың, ҡорҙаш, — ти. — Дөрөҫөн әйткәндә, был уй минең башта, үҙ турамда ҡайғыртыуҙан бигерәк, һинең хаҡта уйлау арҡаһында килеп тыуҙы, — тип тә өҫтәй.
Сикһеҙ ныҡ ғәжәпләнеүҙән һөнәрсенең ҡулындағы көршәге төшөп китә яҙа. Ул, ғүмерендә тәү күргән кеүек итеп, аптырап, Өйрәнсеккә ҡарай.
«Күрәһең, уның хәле, ысынлап та, бик мөшкөлдөр?! Юҡһа, үҙ теләге менән бындай эшкә барыр инеме ни ул?! — тип уйлай. — Тимәк, уға ошондай түбәнлеккә барыуҙан башҡа сара ҡалмаған!» — тип Өйрәнсекте ысын күңелдән йәлләп ҡуя. Сөнки уның үҙе өсөн ауыр хеҙмәт емешен кешеләргә бүләк итеүҙән дә ләззәтле, һатып биреүҙән дә ғазаплы эш булмай.
-
Өйрәнсек, һин дөрөҫ әйтәһең. Минең һиңә башҡаса ярҙам итергә һис бер мөмкинлегем юҡ. Ләкин был эш һиңә ауыр булмаҫмы һуң? — тип уңайһыҙланып һорай ул Өйрәнсектән.
-
Ауыр булһа — нисек итәһең? — тип меҫкенләнә Өйрәнсек. — «Яҡшылыҡты эшлә лә диңгеҙгә ырғыт. Халыҡ белер. Халыҡ белмәһә — балыҡ белер», тип юҡҡа ғына әйтеп ҡалдырмағандыр бит боронғолар, — тип, ғәҙәтенсә, һүҙенә оҫталыҡ, үҙенә олпатлыҡ бирергә тырышып, халыҡ мәҡәленә тотоноп ала. — Күршең ошо хәт ле хикмәтле эш эшләй белһен, көнөн-төнөн бил бөксәйтеп эшләп ултырһын. Үҙе ас-яланғас тигәндәй йәшәһен. Э һин, йәнең-тәнең иҫән-һау көйө, шуны тыныс ҡына ҡарап ят. Уға ҡулыңдан килгән яҡшылыҡты эшләмә?.. Йә, шул булдымы күршелек?! — тип һүҙҙе бөтөнләй икенсе яҡҡа бороп алып китә. — һиңә, хөрмәтле күршемә, ҡулымдан килгән яҡшылыҡты эшләгем бик килә минең!.. — ти.
Инде һәнәрсе, Өйрәнсектең был тиклем яҡшылығына хайран ҡалып, ғәйәт ҙур түбәнселек менән тыңлап ултыра.
23
«Бына бит, донъяла ниндәй изге күңелле кешеләр була!.. Ә һин улар менән йәнәшәлә йәшәйһең, хатта уларҙың шундай икәнен белмәй ҙә үлеп китәһең... һай, был иғтибарһыҙлыҡ!..» — тип, эстән генә аптыранып, әсенеп тә ала.
V
Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәй, Өйрәнсек, һөнәрсенең ер иҙәнле, ярым ҡараңғы өйөндә көҙгө йондоҙҙар шикелле сағыу балҡып ултырған был мөғжизәле көршәктәрҙең барыһын йыйып алып, ауылдан сығып уҡ китә. Ә һәнәрсе, ғәҙәтенсә, алды-ялды белмәй, эшләүен дауам итә. Шулай күпмелер ваҡыт үткәс, Һәнәрсе тағы байтаҡ көршәктәр яһағас, бик ныҡ байып, алтын-ебәккә мансылып, Өйрәнсек ҡайтып төшә. Һөнәрсегә ебәк сапан, аҡ сәллә, ситек-кәүеш кейҙерә. Он, сәй, шәкәр кеүек нәмәнән дә өлөш сығара.
-
Бына, хеҙмәтеңә күрә хөрмәте. Әйҙә, бығаса төшөңә лә инмәгән һыйҙы Өйрәнсек дуҫыңдан күреп йәшә, — ти.
Был хәтле йомартлыҡҡа, хәстәрлелеккә Һөнәрсенең күңелендә тыуған рәхмәттең иге-сиге булмай.
-
Ысын дуҫ икәнһең һин, Өйрәнсек! — ти Һәнәрсе. — һинең был тиклем яҡшылығыңды ни менән генә ҡайтара алырмын икән һуң мин? — тип аптырай. Тик Өйрәнсек кенә аптырамай.
-
«Күрше хаҡы — тәңре хаҡы» тигәндәр. Һине бер ҡыуандырыу үҙе бер ғүмер бит ул миңә, — тип яуап бирә һәм, устарын ыуа-ыуа, һөнәрсенең яңы көршәктәре янында өйөрөлә, кәйефенең күтәрелеүен йәшерә алмай, хатта ирендәрен тасылдатып ҡуя.
-
Һәйбәт!.. Бик шәп!.. Илла, ысынлап та, Һәнәрсе лә инде һин, күрше!.. — ти.
Һәнәрсе изгелекле күршеһе алдында уңайһыҙланып ҡул ҡаушырып тора. Өйрәнсектең хәйләкәр күҙҙәрендә ниндәй шайтан бейегәнен күрмәй ҙә, абайламай ҙа.
-
Йә, ярар, — тип уғата ҡәнәғәт тауыш менән үҙенсә һығымта яһап ҡуя Өйрәнсек. — Мин иртәгә үк юлға
24
сығам. Был көршәктәрҙе лә шәп кенә итеп оҙата һалырға кәрәк...
Шулай күпмелер йыл үтә. Ике күрше дуҫ татыу ғүмер итә. һәнәрсе, ғәҙәттәгесә, янып-ярһып көршәктәр яһай. Өйрәнсек уларҙы төрлө яҡҡа йөрөтөп һата. Өйрәнсек был эштә, ысынлап та, сикһеҙ ҙур оҫталыҡ, йылғырлыҡ күрһәтә. Һөнәрсенең төшөнә лә инмәҫлек мең төрлө мутлыҡтар эшләй, һәр көршәктән биш хаҡ һығып сығарыуға өлгәшә. Бара-тора ауылдың иң ҙур байы булып ала. һәнәрсе лә, шул уҡ балсыҡ өйөнән ҡотола алмаһа ла, туҡ, бөтөн йәшәй. Хәҙер уға тамаҡ, өҫ-баш хаҡында уйламай, үҙенең йәне-йөрәге менән һөйгән эшенә тотошлай бирелергә мөмкин. Ул хәҙер теләгәнсә тауҙар, далалар гиҙә, тәбиғәттең яңынан-яңы серҙәрен өйрәнә. Көршәктәрҙе тағы ла матурыраҡ, тағы ла нәфисерәк итер өсөн, яңынан-яңы буяуҙар, төҫтәр таба. Көршәккә төшөрөлгән сәскәләр төрөн тағы ла күбәйтә, уларҙы ысын сәскәләргә тағы ла ныҡ оҡшатырға
25
тырыша. Уның хәҙер был эштәр менән иркенләп шөғөлләнергә, баштан-аяҡ сумып эшләргә мөмкинлеге бар. Дөрөҫ, Өйрәнсектең һатыу-алыуҙа артыҡ тырыш булып сығыуы, уны көршәктәрен элеккесә, кешеләргә буш биреп, ҙур ҡәнәғәтлек, бөйөк ләззәт татыу кеүек ысын кешегә хас тойғоларҙан бөтөнләй мәхрүм итеүе йыш ҡына бошондора ла. Бигерәк тә Өйрәнсектең эшләнеп бөткән бер көршәкте ҡулдан тартып тигәндәй алып китеп тороуын, шул арҡала хәҙер, үҙенең ҡул емешенә ҡат-ҡат ҡарап, һоҡланып, ҡыуанып, хатта серле генә итеп улар менән һөйләшеп-серләшеп ултырыу бәхетенән мәхрүм булыуҙы кисереүе лә ауыр уга. Ләкин Һәнәрсе мөмкин тиклем бындай кисерештәрҙе үҙенән алыҫыраҡ ҡыуырға, нужанан ҡотҡарған кешенең хәтерен ҡалдырмаҫ өсөн, быны Өйрәнсеккә белдермәҫкә, көршәктәрҙе тағы ла йәһәтерәк һәм матурыраҡ итеп эшләү менән йәнен тынысландырырға тырыша.
«Өйрәнсек тегеләрен һатып ҡайтҡансы, исмаһам, былары оҙағыраҡ янымда торор, — тип ашҡынып эшләй. — Бәлки, берәй ауылдаш килеп инһә, бүләк итеп бирергә лә өлгөрөрмөн», — тип өмөтләнә. Ләкин уның был өмөтө лә аҡланмай. Өйрәнсек үҙ эшен сәғәт теүәллегендә башҡара.
VI
Тиҫтәләгән йылдар һиҙелмәй уҙып киткән. Ҙур, көм- рө танаулы, супай күҙле, бәләкәс кенә шәрә башлы Өйрәнсек беҙҙең Уралдағы таҙғара тигән бөркөткә оҡшап ҡалған. Ҡорһағын май, битен йөн баҫҡан. Э оҙон буйлы, ҡаҡса яңаҡлы һәнәрсе тағы ла нәҙегәйеп, дуға кеүек бөгөлөп төшкән. Уның ғәжәп аҡыллы ҡарашлы уйсан күҙҙәрендә лә инде элекке ҡанатлы дәрт, бәйһеҙ сәм түгел, ә тәрән моң, әйтелмәгән зар сағылған. Һөйгән эшенең емешен татыу бәхетенән мәхрүм булып йәшәү ҡайғыһы уның бөтә йөрөш-торошона үҙенең тамғаһын һалған. Эйе, юҡҡа ғына ул үҙен бығаса:
«Ниңә бошонорға? Көршәктәрҙе һин халыҡ өсөн эшләйһең, Өйрәнсек уларҙы халыҡҡа еткерә, һиңә тағы нимә етмәй?!» — тип тынысландырырға, халыҡҡа етке
26
реү юлының үҙенсә барып сыҡмауын танымаҫҡа тырышты. Ләкин күңел төбөнән выждан тауышы һәр саҡ уның был уйын кире ҡага килде: «Үҙ-үҙеңде алдама, Көнәрсе! Был эш һинеңсә барып сыҡманы... Эйе, нәмәһелер һинеңсә, һин теләгәнсә булманы бының...» тип эсенән һөрәнләне бит выждан!..
Ғүмер үткән һайын, был тынгыһыҙ уй ҡуйырған. Бара-тора ул хатта түҙгеһеҙгә әйләнгән. Көнәрсе күҙгә күренеп шиңә, һүнә башлаған. Ә Өйрәнсек уға тын да алырға ирек бирмәгән. Көнәрсе ни хәтле йонсоһа, ҡартайһа, ул шул хәтле уны ашыҡтырған. Каман күберәк, етеҙерәк, матурыраҡ эшләүҙе талап иткән.
-
Көршәктәр хәҙер арзанайҙы. Күберәк эшләмәһәң, икмәклек тә аҡса табып булмаясаҡ! Кин яңғыҙ. Ашамай ҙа түҙерһең. Э минең бит итәк тулы бала. Мин уларҙы нисек аҫрармын?! — тип зарланып, ҡамсылап ҡына торған.
Яҡшы атҡа ҡамсы кәрәкме ни? Көнәрсе, әлбиттә, Өйрәнсек ҡыуған өсөн генә түгел, ә эш яратҡаны өсөн, эшһеҙ бер генә минут та тик ултыра алмағаны өсөн, арыуын да, ауырыуын да иҫәпкә алмай, эшләүен дауам иткән. Кәр таңды яңы эш, яңы көршәк менән ҡаршылаған. Ғүмерҙең һуңы етеп килеү ҙә уны ашығырға мәжбүр иткән.
Бер саҡ һәнәрсе нәүбәттәге көршәкте таң алдынан ғына эшләп бөткән. Еҙ башлы йылан булып үрелеп сыҡҡан нәфис тотҡа төбөндә үҫкән тау ландышының йәшел ҡыяғына, ғәҙәттәгесә, «Көнәрсе» тип матурлап яҙып ҡуйған. Унан, сабый бала шикелле, эскерһеҙ һәм ғәжәп һөйкөмлө йылмайып, ҡәҙерләй-һөйә уны үҙенең ҡаршыһына, башҡа көршәктәр янына ҡуйған.
Тау артынан сағыу ҡояш балҡып сыҡҡан. Ул Кө- нәрсенең тәпәш өйөнә мул итеп алтын нур шәлкеме һирпкән. Әле генә энәнән-ептән сығып, келәм өҫтөндә наҙланып ултырған көршәктең тере сәскәләре мең төрлө нур бөркөп бейергә, ынйы бөртөктәре шикелле, емелдәргә, ҡыуанып-кинәнеп көлөргә керешкән. Уларҙан хатта тирә-яҡҡа хуш еҫ тә бөркөлгән һымаҡ булған... Тәпәш, ҡараңғы өй эсе үтә сағыу нур һәм хуш еҫ менән тулған. Көнәрсе, үҙ ҡулдары тыуҙырған был мөғжизәле
27
матурлыҡҡа тәү тапҡыр ҡәнәғәт һәм ысын һоҡланыу менән ҡарай-ҡарай, әкрен генә янтайып, келәмгә ятҡан...
Достарыңызбен бөлісу: |