ЕГЕРМЕ ИКЕНСЕ СӘХИФӘ
Вилор Иҫәрғәп улы Хәбибрахманов үҙенең был республикаға Кремлдән юлландырылғанда йөкмәтелгән изге миссияһының бойомға ашырылышындағы иң юғары нөктәгә етеүен – тымыҡ күлде болғатыусы аждаһа-суртанды, ниһәйәт, айғолағынан матҡып алып ҡоро ярға бәрергә хәйерле сәғәт һуҡҡанлығын йәненең бөтә булмышы менән тойоп, Оло йортта партия өлкә комитеты бюроһының киңәйтелгән ултырышын йыйҙы. «Киңәйтелгән» даирәһенә атаҡлы совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами, мәҙәниәт, мәғариф министрҙары, телерадио комитеты рәйесе, республика гәзит-журналдарының мөхәррирҙәре, республиканың Статистика идаралығы башлығы, ғилми институттан Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар комитеты рәйесе телсе-ғалимә Мирйәнова Сәүиә Фазыл ҡыҙы, профессорҙар Йәмил Ҡотлоев, Йыһандар Хәкимуллин, Ғаяс Хөсни үҙенең шәкерте Рәшит Алмаҡаев менән саҡырылғайны. Бюро мәжлесе, ғәҙәттәгесә, урыҫ телендә барҙы, шуға күрә был юлдарҙың авторы уны роман теленә ярашлы башҡортсалаштырып бирһә лә, урыны-урыны менән урыҫса өлөштәр ҡалдырылыуына ла аптырамаҫҡа кәрәк. Ултырышҡа ҡуйылған мәсьәлә -- «Идеология фронтындағы негатив күренеште бөтөрөү» -- көнэлгәре үк бөтәһенә лә белдертелгән, ҡәҙимгесә, ҡыҫҡа һәм аныҡ һөйләү шарты мотлаҡан ине. Вилор Иҫәрғәп улы асып ебәрҙе:
-- Беләһегеҙ: республиканың экономикаһы ыңғай яҡҡа үҫешһә лә, партия ойошмабыҙ һыңар аяҡҡа аҡһай – идеология фронтында баш-баштаҡлыҡ, әгәр әйтергә яраһа, анархия үҙенең серек туйын үткәрә һаман. Бына партиябыҙ Үҙәк Комитетынан ҡайтарылған документ, -- беркетелгән ҡағыҙ шәлкемен башы осонда болғаны, -- үҙегеҙгә яҡшы мәғлүм хөрмәтле ветеран-әҙип Йонос Зарайҙың Үҙәк Комитетҡа шәхсән Михаил Андронович Сусликов иптәшкә тәғәйенләп яҙған һәм бик дөрөҫ яҙған шикәйәт-хаты...
Ултырыштағылар, баштарын эйеп, ысынлап та яҡшы таныш был әҙиптең тап Ғаяс Хөсниҙеке һымаҡ уҡ кәрлә, әммә йыуантыҡ буйлы, шул уҡ ваҡытта Хөсниҙеке кеүек үк ҡаҡса-«фанера» йөҙлө теремек ҡиәфәтен күҙ алдына килтереп хәтерләне. Замана елдәре ыңғайына әле башҡортса, әле татарса һөйләшеп йөрөгән ҡартлас утыҙынсы йылдар аҙағында ифрат эшмәкәр булған: күренекле ҡәләмдәштәрен гәзиттәрҙә башҡорт милләтселәре рәүешендә фашлап-күҫәкләп, «Ежов иптәшкә» тигән мәҙхиә яҙып баҫтыртҡан («Үктәбер» журналынан уҡырға була), тиҙләтелеп аттыртылған баяғыларҙың ғәмәлдән сығартылған мәктәп дәреслектәре урынына партия һәм үҙ рухындағы дәреслектәр авторына әйләнгән һәм Яҙыусылар берлегенең Афзал Таһировтан бушатылған рәйес креслоһына мыҡты менеп ултырған авантюрасы ине был. Әммә оҙаҡ эш ҡырырға тура килмәне: йәнгә тейгән фин һуғышы башланып, фин ҡарҙары араһында Ҡыҙыл Армия күп ҡырылып, шулар урынын тултырыу өсөн яңы яугирҙәр кәрәккәс, хәрби комиссар башҡалар менән бергә атаҡлы Йонос Зарайҙы ла изге хәрби хеҙмәткә саҡыра, ләкин Зарай, хәрби комиссарға баяғы шанлы мәҙхиәһен һәм ҡоротҡостарҙы фашлағыс ҡыйыу мәҡәләләрен күрһәтеп:
-- Һалдат булырға ябай-ялпы етерлек, ә мин номенклатур кадр – бындағы яуаплы эшемдән алырға ярамай, мин бында ла ҡәләмемде штык итеп халыҡ дошмандарына ҡаршы үлемесле көрәшәм! – тип ҡырҡа баш тарта. Үкенескә күрә, Ежов иптәш осоро үткәнлектән, шанлы кадрҙың үҙен ҡулға алалар ҙа ошоға тиклем Ежов иптәш үҙе етәкселек иткән Беломорканал ГУЛАГ-ына ер ҡаҙырға ебәрәләр. Ә шулай ҙа яҙмыш уны ҡурсалай: Көнбайыштан баҫып кереп Гитлер тыуҙырған ығы-зығынан файҙаланып, Зарай каналдан ҡаса, Урта Азия ҡышлаҡтарында эҙен сыуалта. Һуғыштан һуң үткәндәрҙе хәтерләмәүсе ҡәләмдәштәре араһына кире әйләнеп ҡайтып, Яҙыусылар берлегенә ағза итеп ҡабат алына, башҡортса ғына һөйләшә, ләкин башҡорт баҡсаһына ырғытыласаҡ ҡара ташын ҡуйынында йөрөтә һаман...
Вилор Иҫәрғәп улының тауышы ҡурҡыныслы-ҡаты яңғыраны:
-- Һәм бына Йонос Зарай иптәштең хатын Юғарынан оҙата килеүсе рәсми мәғлүмәт:
«ЦК КПСС, №270945. Секретно. Тов. Хабибрахманову В.И.
Прошу Вас рассмотреть письмо тов. Зараева Ю.И. и принять срочные безотлагательные меры. Письмо подлежить возврату в ЦК КПСС вместе с ответом.
С уважением Е. Мигачев».
Йотлоғоп тыңлаған баштар өҫтөнән оло түрә кинәйәле күҙ йүгертеп алды:
-- Так что, иптәштәр, беҙгә күп уйларға түгел – кисекмәҫтән саралар күреү мотлаҡ. Йонос Зарай иптәштең ун битлек хатынан, фәһем өсөн, бер-ике абзац ҡына уҡып ишеттерәм, бына улар:
«С 1980 года примерно начались нездоровые тенденции среди башкир. Много татарских школ (в татарских селениях) были переведены на башкирский язык обучения. Эти татарские деревни заранее были объявлены башкирскими. С каждой переписью населения то и дело в книге «Административно-территориальное деление Башкирии» число башкирских деревень росло, а татарские деревни исчезали»... – Вилор Иҫәрғәп улы, тексты уҡыуҙан туҡтап, ялбыр-ҡара ҡаштары аҫтынан ҡарсыға ҡарашын Статистика идаралығы башлығына ҡаҙаны. – Иван Петрович, ҡыҫҡаса аңлатма бирегеҙ.
Тегеһе, тороп, ҡағыҙҙан уҡыны:
-- По данным статистики выявляется обратное положение. Если в конце прошлого века в 1897 году на территории только одной Уфимской губернии проживали 899 тысячи башкир (41% к общему населению губернии) и только лишь 184 тысячи татар (11%), то к 1970 году примерно на той же территории численность башкир стала 892 тысячи (23% к общему населению), а татар 944 тысячи (24%). Как видно, за годы советской власти в Башкирии прирост татар составлял в 5 раз, но в то же время численность башкир стала меньше, чем было их в самодержавном 1897 году. А в запредельном регионе наблюдался полное их исчезновение. Например, если 1897 году в Мензелинском уезде, сплошь населенном башкирами и в советское время отошедшем в состав новообразуемой Татарской АССР, насчитывалось 193 тысячи башкир, то в 1926 году по переписи их стало только 1752 человека, а в 1939 году там башкир совсем не стало... то есть, в годы советской власти мензелинские башкиры все поголовно были переписаны как татары. При этом до 1926 года численность и восточных башкир сократилась в 2,5 раза!.. В то время, когда до 1970 года общая численность башкир сократилась, получилось так, что численность татар в республике увеличилась в 5 раз. Таковы сухие цифры статистики.
-- Значит, ваша статистика не соответствует магистральной линии партии и ни к чему не годится, имейте это в виду, уважаемый Иван Петрович! Так, читаем дальше:
«Везде вырастали башкиры, исчезали на бумаге татары! Так искажали здесь Советскую власть и политику КПСС. Проявления башкирского национализма видим не только в отношениях к тататарм. И не только в области просвещения, где из года в год сокращаются татарские школы и торжествует вопиющий антитаризм»...
-- Ғәфү итегеҙ, телсе ғалимә булараҡ, ҡыҫҡаса ғына аңлатма биреп китәйем. – Мирйәнова Сәүиә ханым күтәрелде. – Бына минең ҡулда Мәғариф министрлығынан алынған рәсми мәғлүмәт: «В 1925-26 учебном году количество школ в республике было башкирских 572, а в 1967-68 учебном году их стало 785 (137% прироста); соответственно татарских школ было — 582 и стало 1117 (192% прироста!); русских школ — 788 и стало 1914 (243% прироста!). Как видно, прирост численности башкирских школ в сравнении с татарскими отстал примерно в три раза. А в годы бурной индустриализации, когда в республике был взят курс на ликвидацию национальных школ, опят-таки главный удар наносился башкирской школе. Например, в числе 650 национальных школ, переведенных на русский язык обучения лишь в одном 1973-74 учебном году, башкирских оказалось 420, а татарских — всего 112».
-- Значит, родители сами захотели этого, и правильно сделали, ибо в этом важнейшем вопросе жизнь сама вносит свои коррективы, – тине Вилор Иҫәрғәп улы. – Но этого недостаточно, этот процесс не надо пускать на самотек, его надо ускорить, мы должны взять его в свои крепкие руки.
Мәғариф министры үҙе ырғып торҙо:
-- Мы так и делаем, Вилор Исаргапович. Вот самое свежее данное. На новый учебный год число школ с обучением на башкирском языке сокращается — еще на 300 единиц.
-- Правильно делаете, не надо вводить на татарских селах обучение на башкирском языке, чего и просит, выражая настоятельные пожелания родителей, в своем письме уважаемый Юнус Зарай. А что думает об этом уважаемая руководительница женщин республики?
Ҡыҙара-бүртенгән Сәүиә-ханымдың тауышы ҡорос зыңлауылай асыҡ яңғыраны:
-- Хат авторы тупаҫ алдай: ул атаған ауылдар бөтәһе лә борондан уҡ аҫаба башҡорт ауылдары һәм башҡортса уҡыта башлау ҙа ата-әсәләрҙең теләге буйынса атҡарылды.
-- Пардон, әйтеп бирегеҙ: ниндәй телдә һөйләшә улар? – Энәгә сәнселгәндәй ырғып торҙо Хәкимуллин.
-- Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында.
-- Юҡ ундай диалект, татарса һөйләшә улар! Утыҙынсы йылдарҙағы Талир Баҡишев менән Николай Дмитриевтың башҡорт телендә өс диалект барлығын көсәнеп иҫбатлаған серек тәғлимәте, үҙегеҙгә яҡшы билдәле булыуынса, бына ошонда ултырған хөрмәтле профессорыбыҙ Йәмил Ҡотлоевич Ҡотлоевтың зирәк аҡыллы асышы -- башҡорт теленең башҡортлоғон билдәләүсе төп күрһәткес ярҙамында пыр-туҙҙырып еңелде.
-- Ниндәй күрһәткес ул? – Ҡыҙыҡһындылар аранан.
-- Әйттем бит: зирәк аҡыллы күрһәткес! Так называемые башҡорт ырыуҙарының «әсә» тип һөләшкәндәре генә башҡорт, ә «ана, инә» тигәндәре татар. Беләһегеҙ: Йәмил Ҡотлоевич ошо бөйөк хеҙмәте өсөн партиябыҙ һәм дәүләтебеҙ тарафынан Ленин ордены менән бүләкләнде. Ҡыҫҡаһы, бәғзе бер башҡорттарҙың башҡорт түгеллеген бына Йәмил Ҡотлоевич Ҡотлоев үҙе әйтеп бирһен!
-- Эйе, Йыһандар Илһамдар улы хаҡлы, -- тине Ҡотлоев. Әммә Сәүиә-ханым һаман ҡырҡышты:
-- Башҡорт халҡының сирек өлөшө генә -- «әсәй» тип, ҡалғандарыбыҙ «әней, инәй» тип һөйләшә. Хатта урыҫ та «ана» (она) ти. Йәмил Ҡотлоевич, быны нисек аңлатаһығыҙ?
Хәкимуллин яуапланы:
-- Тимәк, хөрмәтле Сәүиә Фазыловна, беребеҙ ҙә башҡорт түгел – бөтәбеҙ ҙә татар. – Мәжлестең күпселек өлөшө хихылданы.
-- Аңлашылды. Савия Фазыловна, нечего здесь разводить антимонию. Мөһим хатҡа иғтибарҙы йүнәлтәйек, иптәштәр:
«В последнее время Башкниготорг, Башпотребсоюз все меньше и меньше закупают книг из Казани. Это тоже политика. Это для того, чтобы больше читали башкирских книг. Редактор татарского журналпа «Азат хатын» В. Ихсанова в письме сообщила, что 20 тыс. подписчисам этого журнала в Башкирии выписали башкирский журнал «Башкортостан кызы». Татарские районы не имеют своих газет»…
-- Рөхсәт итегеҙ, Вилор Иҫәрғәпович, бер бәләкәй генә төҙәтеү. – Инструктор Арғынбаев иптәш һүҙ алды. – Беҙгә бирелгән рәсми мәғлүмәт буйынса, эштәр ошолай тора:
«Согласно статистическим данным по 21 районам западной Башкирии из общего числа населения этого региона башкиры составляют 43%, татары — 31%, русские — 11%. Как видно, башкиры здесь составляют подавляющее большинство. Однако на башкирском языке издается лишь одна — единственная альшеевская газета, и то в качестве дубляжа, в то же время на татарском — 21, на русском — 18».
-- Ярай, ҡустым, ултыр. Олатайҙарыбыҙ әйтмешләй, ике ҡолағыңды ҡарпайтыбыраҡ тыңла:
«Башкиризация происходит и там, где несведущие люди об этом и не мыслят. Генерал Шаймуратов, Герой Советского Союза М. Губайдуллин, дипломат Каримов, поэты прошлого века Хибетулла Салихов, Абельманих Каргалы и др. превращены в исконних бпашкир, хотя они совсем не башкиры; как будто их деяния, творчество приобретают особое значение, если они станут башкирами. Нашелся ученый (А. Харисов), который даже в Старом Египте нашел башкирского поэта. Неважно то, что человек сделал, важнее его метрика! Если по метрике башкир, значит, знай наших.
Доказывают, что поэт Акмулла по отцу – казах. Мать его после смерти мужа вышла за башкирина Камалетдина замуж, естественно, привела маленького сына в эту семью. Потом этот малыш стал поэтом, писал на казахском, татарском (вернее, на языке общем для тюрков «тюрки»)... Поэт Мифтахетдин является сыном Мухамедияра, воспитанником Камалетдина... Но это очень мешал некоторым делягам, помешанным на «башкиризме», и они объявили его башкирином.
Три года тому назад в журнале «Агидель» были обнародованы три больших статьи «писателя» в кавычках Я. Кундузбаева об истории башкир, об истории языка и прочая дребедень. Статьи невнятные, путаные, безграмотные, вредные. Ученый Сафуан Суфиянов сказал в разговоре очень кратко: «По этим материалам выходит, что вся культура зародилась на Урале и распространилась затем по свету»...
Вилор Иҫәрғәп улы, уҡыуынан өҙөлөп, тыңлаусыларына ҡарсыға-ҡараш атып:
-- Йүкәлә икән сәтләүек! Бөтәбеҙгә таныҡлы совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами әйтмешләй, кешелек донъяһы тәгәрмәс яһамаҫы элек үк башҡорттар уны майларға тәгәрмәс майы уйлап сығарғандар, булып сыға түгелме?! – тигәйне, күпселек йәмәғәт кинәнеп шарҡылдап көлдө. -- Тағы ла бер фәһемле урыны бар, иптәштәр:
«Как это дурь пропустили в журнале, нам непонятно. А на что смотрел секретарь обкома по идеологии, тоже неведомо. Как бы ни было автору статей этого ярого «башкириста» выдали годовую премию журналпа.
Скажем о некоторых положениях этих постыдных статей:
Автор устанавливает башкирско-шумерские связи, башкирско-скифские связи. По его мнению, «просвещенному до высшего совершенства», такие связи были. Диких лошадей сделали ручными в Башкирии. Откуда брали коней цари Кир, Дарий, Чингис-хан, князь Святополк автор не говорит. Не смейте думать, что слово «сувенир» не башкирское слово. А что значит слово Афродита? Так знайте: это слово башкирское, означает «АПРА ТУТЭЙ» («из бурноподнявшегося теста тетя»). Автор свои «открытия» в одном месте даже сравнивает с открытием Генделя. Вот так и ест. Знай наших!
Прошло много времени, но кроме восхваления этих статей никакого опровержения «глубоких истин» Кундузбаева и возражений не было. Значит, «новоявленный башкирин» Кундузбаев изрек правду, только правду. (Он – татарин, так хорошо подделался под вкусы национализма)».
Асыуы йөҙөнә сыҡҡан Вилор Иҫәрғәп улы идеология секретары яғына ҡараш атты:
-- Димустан Шиһапович, ҡасан юлын ябаһығыҙ шул Ҡондоҙбаев тигән әҙәби хулигандың? Һеҙгә тағы ниндәй тотанаҡ кәрәк?
-- Бер ниндәй ҙә тотанаҡ кәрәкмәй, уның юлдары ябылған.
-- Ябылмаған шул. Мәскәүҙән Көнсығыш телдәре институтындағы яҡшы танышым шылтырата: Ҡондоҙбаев тигән һеҙҙең бер тарихсы ниндәйҙер бер күл буйында ырын яҙыулы таштар табылыуын хәбәр иткәйне, һеҙҙең институт быны кире ҡағып хат ебәргәйне, әммә баяғы тарихсы һаман беҙгә яҙып ныҡыша. Мөмкин булһа махсус тикшереү ойоштороп, асыҡлаһағыҙ ине: бармы ундай яҙыулы таш, әллә сираттағы блеф ҡынамы, ти.
-- Блеф икәнендә шик юҡ, -- тине Хәкимуллин.
-- Башҡалар ҙа шикләнмәҫлек итеп эшләргә кәрәк. Телевидениенан бригада алып барығыҙ ҙа ундай нәмәнең юҡлығын донъяға күрһәтегеҙ, нечего разводить тарабарщину! Әйткәндәй, кем ул Ҡаһым түрә, ниңә яҙыусыларыбыҙ шуның исемен ҡуйырта? Наполеондың француз яуына ҡаршы утыҙ доброволь башҡорт полкы һуғышҡан, Парижға барып еткән, тип ниңә ҡабартырға? Полктар һаны бында нимәгә? Башҡорттар ҙа ҡатнашҡан, тип кенә әйтергә, йәки бөтөнләй әйтмәҫкә кәрәк!
-- Сделаем, Вилор Иҫәрғәпович.
-- То-то же! Иптәштәр, был хаттың эстәлегенә партиябыҙҙың Үҙәк Комитетында ҙур иғтибар бирелеүен онотмай эш итәйек. Хөрмәтле ветеран-әҙиптең идеология фронтындағы бөгөнгө көн зәхмәтен мәргән фашлауын, тәрән уйланылған фекерҙәрендә рациональ орлоҡтар барлығын билдәләп, терминология өлкәһендә бер мөһим төҙәтмә индереүҙе зарур һанайым: ошоғаса ҡулланылыштағы «башҡорт милләтселеге», «милли сикләнгәнлек» терминдары үҙ вазифаһын тулыһынса үтәне хәҙер; инде әлеге яуаплы мәл үҙенә лайыҡлы яңы билдәләмә һорай: «башҡорт гегемонизмы». Шулай итеп, идеология фронтында башҡорт гегемонизмына ҡаршы берҙәм көрәшкә, иптәштәр!
Көслө ҡул сабыуҙарҙан һуң, тема буйынса доклад һөйләргә пропаганда бүлеге мөдире Аралйәнов Урал Ҡылғанбай улына һүҙ бирелеүе күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды, сөнки «яңы һепертке»нең идеология секретарына ышанмаусанлыҡ күрһәтеү ғәләмәте һиҙенеүҙән берәүҙәре һөйөнөп, икенселәре көйөнөп, көнө бөтә Димустандың, тип уйланылар. Ышанысҡа лайыҡ булған Аралйәнов үҙе лә, башҡалар ҙа тиҙҙән уның бер баҫҡысҡа үрләтелеү ғәләмәте шәйләнеләр, трибуна артына телмәрсе үҙен абруйлы тотоп, ышаныслы аҙымдар менән барып баҫты, йәһәт отоп алынған яңы терминды, башҡорт гегемонизмын, тейешле урындарға йәтеш ҡыҫтырып һөйләне. Һурпа эсенән ярмаһын өйөрөп алғанда, мәжлестәге төп төйөрҙәр ошоларҙан ғибәрәт ине:
1-енсе төйөрөм. Мәктәптәрҙә ебәрелгән идеологик хатаны һис кисекмәҫтән бөйөк партиябыҙҙың коммунизм төҙөү Программаһына ярашлы ғилми яҡлап эшләнгән һәм партия өлкә комитеты бюроһы раҫлаған «Милли үҫеш – монолитланып сәскә атыш» концепцияһы буйынса ҡыҙыулатып төҙәтеү. Шул нигеҙҙә алдағы уҡыу йылы башынан уҡ мәктәптәрҙе өлөшләтә -- татар телендә, күпселеген урыҫ телендә уҡытыуға күсереү.
Мирйәнова Сәүиә ханым, башҡорт телендә уҡытыу ниңә телгә алынмай, тип ныҡығас, докладсы берәгәй яуапланы:
-- Сөнки концепцияла уның ҡыҫылышы юҡ.
Бер мөйөштә кемдәрҙер саҡ ҡына ҡәнәғәтһеҙ мыңғырҙаны. Сәүиә-ханым:
-- Башҡорт телендә уҡытыу ҡаралмаған ниндәй концепция ул, асылын аңлатығыҙ, -- тигәс, концепцияның төп авторы профессор Хәкимуллин тороп асылын систе:
-- Һеҙ, Сәүиә Фазыловна, ғилми экспедицияларҙағы диалекттар шырлығында аҙашып йөрөп, тормоштан артта ҡалғанһығыҙ, үҙебеҙҙең институтта ғилми яҡтан дағаланған концепциянан да бихәбәрһегеҙ. КПСС-тың СССР-ҙа хәҙерге кешеләр быуынында уҡ коммунизм төҙөп өлгөртөү, бөтә халыҡтарҙы – монолит бер милләткә, телдәрҙе дөйөм бер телгә берләштереү Программаһына ярашлы итеп эшләнгән концепция ул. Һеҙ белергә теләгән асылы ошондай: мәктәптәребеҙҙең бөтәһендә уҡытыуҙы революцион юл менән ҡыҙыулатып урыҫ теленә күсереү менән бергә, был сараны аңламаған йәки ҡарышҡан түбән ҡабилиәтле ата-әсәләр барлығын да иҫәпкә алып, ундайҙар араһында оҙайлыраҡ эволюцион юл ҡулланырға, йәғни ундай контингентта башҡорт теле – уға яҡын һәм аңлайышлы татар теленә, татар теле – урыҫ теленә күсә; бер-нисә быуын һуҙымында бөтәбеҙ ҙә бер телдә -- мәшһүр Пушкин, Толстой һөйләшкән бөйөк урыҫ телендә һөйләшәсәкбеҙ.
-- Ата-әсәләр риза булмаһа?
-- Партиябыҙ ни ҡушһа – ата-әсәләр шул яҡлы, бөтәбеҙ ҙә партия һалдаттары. Нимә, Сәүиә Фазыловна, әллә һеҙ партияға ҡаршымы?
-- Мин йөрәгем тәңгәлендә партия билеты йөрөтәм.
-- То-то оно!
2-нсе төйөрөм. Һуңғы осорҙа гәзит-журналдарҙа, телерадиола иғлан ителгән сәйәсәткә һыйышһыҙ материалдар, мәҫәлән, Й. Ҡондоҙбаев сығыштарына юл ҡуйылыу, был органдарҙа идеология эшенең түбән кимәлдә тороуын һөйләй. Тарих фәнендәге сатаҡлыҡтарҙы бөтөрөүгә арналған ҙур йыйылыш та тейешле һөҙөмтәһеҙ тамамланды, сөнки шуның уңышһыҙлығына радиобыҙ ҙа алдан өлөш кереткәнлеге асыҡлана: тап шул йыйылыш алдынан эфирға сығарылған радио журналисының быйыл йәй йыйыласаҡ бөтә донъя башҡорттарының йыйыны тип аталған сараға ҡарата Ҡондоҙбаев менән әңгәмәләшеүҙең репортажын тыңлағыҙ (магнитофонды эшләтте):
«1. Башҡорттарҙың быйыл буласаҡ йыйынының әһәмиәтен ҡайһылай баһалайһығыҙ?
— Бик юғары баһалайым. Беренсе тапҡыр тирә-яҡтан бер ҡорға — Тәүтөйәккә тупланыу. Башҡорт милләтенең юҡҡа сығыу — һәләкәт алдында тороуын уртаға һалып һөйләшеү.
2. Милләтебеҙҙең һәләкәт алдында тороуының сәбәптәрен ҡайһылай аңлатаһығыҙ?
— Геноцид. Башҡортостан 1557 йылда Урыҫ дәүләтенә ҡушылғандан алып, Урыҫ дәүләте (империя) башҡорттарҙы ҡырып бөтөрөү сәйәсәтен үткәрҙе. Империя төрлө осорҙарҙа төрлө төҫтәргә керҙе: аҡ империя — ҡыҙыл империя — ала-ҡола империя. Әммә уның асылы, милли сәйәсәте бер ҡалды — урыҫ булмаған халыҡтарҙы бөтөрөү.
Башҡорт халҡы үҙенең азатлығын, йәшәйешен яҡлап ике йөҙ йыл буйына баш күтәрҙе, ләкин батша самодержавиеһы ҡанға батырып баҫтырҙы һаман.
Һуңғы (һәм еңеүле) ихтилал — 1920 йылда, милли геройыбыҙ Сөләймән Шаһингәрәй улы Мырҙабулатов етәкселегендә булды.
Рәсәй империясыларының геноцид сәйәсәте башҡорттарҙың йән иҫәбен өҙлөкһөҙ кәметте: 1917 йылда — 1.800.000 башҡорт, ә 1926 йылда — 630 мең... Ошо көнгәсә баяғы 1917 йылғы һанға өлгәшә алмайбыҙ...
Башҡорттарҙы татарға, урыҫҡа әйләндереү — ассимиляция бара өҙлөкһөҙ. Башҡорт тигәнең һыуға төшкән тоҙ кеүек иреп бөтә, юғала...
3. Һеҙҙеңсә, милләтте был һәләкәттән ҡотҡарыу өсөн, ҡоролтайҙың көн үҙәгендә ниндәй бурыстар тора?
— Башҡорт милләтен ҡотҡарыуҙың комплекслы дәүләт программаһының ҡабул ҡылыныуын, уның дәүләт эшенә әүерелеүен талап итергә тейешбеҙ.
4. Ул программаның үҙәгендә иң мөһим ниндәй мәсьәләләр торорға тейеш?
— Төп ике мәсьәләне күрәм:
-
башҡорт теленә дәүләт теле статусын биреү;
-
башҡорттоң быуаттар буйына империя ҡулы менән бөгөп-һындырылған милли рухын тергеҙеү.
5. Йыйын быларҙы ыңғай хәл итер, тип ышанаһығыҙмы?
— Икеләнәм. Сөнки, үҙегеҙ беләһегеҙ, Башҡортостаныбыҙҙа ҡәҙимге өй хужаһы һәм өйҙәштәр бар. Өйҙәштәребеҙҙең ифрат әхләҡһеҙлеге лә билдәле: өй хужаһын тупһаға тибеп төшөрөп, түргә үҙҙәре менеп ултырырға тамшана...
Башҡорт теленә дәүләт теле статусын биреү — башҡорт милләтен үлемгә дусар ителеүҙән ҡотҡарыу булыр ине.
Шул үлем хөкөмөнөң ауыҙын ҡайырыу, үлемде еңеп сығыу өсөн, һәр башҡорт ең һыҙғанып көрәшергә тейеш. Бының өсөн тәүҙә һәр башҡорттоң милли рухын тергеҙеү мотлаҡ.
6. Милли рухты тергеҙеүҙең ниндәй саралары бар?
— Төп саралар — империя тартып алып тапаған, йәшергән, юҡ иткән милли Хәтеребеҙҙе тергеҙергә — ҡайтарып алырға тейешбеҙ. Бына нимәләрҙән тора ул Хәтер:
1) башҡорт теле;
2) башҡорт тарихы;
3) башҡорт тәүдине һәм Ислам.
«Рәсәй — дөйөм йортобоҙ» тигән хәрәкәтте башлаусыларға ла һүҙем бар. Беҙ бөтәбеҙ ҙә Рәсәйҙе ундағы бөтә «ҙур» һәм «бәләкәй» милләттәрҙең дөйөм туғанлыҡ йорто итеп яңыртылыуын теләйбеҙ. Ләкин был яңы хәрәкәт тә иҫке йөкмәтке алмаһын, һөҙөмтәлә шул ҡәҙерле дөйөм йортобоҙ — «бәләкәй» милләттәрҙең зираты, ә «ҙур» милләт — зират һаҡсыһы була күрмәһен ине».
Тыңлаусылар ултырған урындарында хәрәкәтләнеп шауланы, бигерәк тә урыҫтар, татарҙар ҡәнәғәтһеҙләнде, хатта теш араһынан ҡыҫып ҡына һүгенеү ҙә ишетелде. Совет халыҡ шағиры Мәрүән Карамиҙың көр тауышы тынлыҡ урынлаштырҙы:
-- Иптәштәр, тамам сығырынан сыҡҡан, ауыҙлығын сәйнәп өҙгән бит былар! Бөтөнләйгә әҙәптәрен юйғандар, ә башҡорт борон-борондан әҙәпле була торғайны. Был мырҙаларҙы әйтәм, фекерҙәрен белдертер өсөн ауыҙ асырҙан алда шуны уйлаһындар ине: бөйөк партиябыҙ үткәргән бөгөнгө сәйәсәткә тура килерме был, әллә юҡмы? Кеше ышанмаҫлыҡ һүҙҙе ысын булһа ла һөйләмә, ауыҙың тулы ҡан булһа ла төкөрмә! Бөгөнгө ҡәләмдәштәремдең милли әҙәплелекте боҙоп оторо сығыш яһауҙарына иҫ китә. Уларҙа ғына баш бар ҙа, башҡаларҙа юҡмы ни? Башҡорттоң милли әҙәплелеге – уйҙарыңды телеңә сығармау, башыңда ғына тотоу ул. Бына шундайҙар килергә тейеш беҙҙең матбуғат һәм радиотелевидение органдарына етәкселеккә. Бармы ундай шәхестәр – бар! Бына бер йәш шағирабыҙҙың тап ошо көн ҡаҙағына һуҡҡан һоҡланғыс әҫәре (ҡуйын дәфтәренән уҡып ишеттерҙе):
Ҡабырсаҡта йәнем, ҡабырсаҡта.
Диңгеҙҙәге дауыл шауҡымында
Эшем дә юҡ! Эске донъям – донъя...
Нисә быуат уның шау-шоуына...
Ҡабырсаҡта ятам тыныс ҡына...
Ҡорбан һорай диңгеҙ, ҡорбан һорай,
Йән аҡлығы ҡорбан түгел, түгел!
Ҡабырсаҡта ҡал һин, ҡабырсаҡта, --
Ҡорбан булып ғәрипләнмә, күңел!
Ҡабырсаҡта ҡалһын халҡым гел-гел! --
Бына был ысын шиғриәт! Бөйөк партиябыҙ һәм Совет хөкүмәте барсабыҙҙан бөйөк әҙәплелек көткән яуаплы-сәйәси мәлдә ошонан да мәргәнерәк, фидакәрерәк әйтеү мөмкин түгелдер ул, туғандар! Бына кем ул Ил Инәһе! – Гөрләтеп ҡул саптылар. Ҡолаҡ һоноп тыңлаған Вилор Иҫәрғәп улы, һоҡланыуын йәшермәй, «Ил Инәһе» тигән ләҡәпте ҡыҙыл тышлы эш дәфтәренә күсерҙе, Димустанға ғәйепләүсән өндәште:
-- Ниңә үрләтмәйһегеҙ Ил Инәһен, үрләтегеҙ! – Тәҡдим күмәк ҡул сабыу аша хупланды.
-- Бына күрәһегеҙ, иптәштәр, эштәр ҡайҙа бара, -- тине докладсы. – бөйөк Мәрүән Карами ағайыбыҙ әйтмешләй, милли әҙәплелекте онотто зыялылар. Әгәр ғифрит-енде кире-ҡабат шешәһенә керетеп томаламаһаҡ, хәлдәр ҡатмарланасаҡ. Ярай, баяғы эфирҙан яңғырағаны – үҙебеҙҙең өйҙәге сүп-сар булғайны. Ләкин сүпте, һөмһөҙләнеп, мәркәзгә илтеп еткереүселәр ҙә күбәйҙе. Миҫал өсөн, ғәфү итегеҙ, хөрмәтлебеҙ Йәмил Ҡотлоевич, бында һеҙҙең улығыҙҙың шикәйәтнамәһе тураһында һүҙ бара, шуны ла әйтеп үтмәйенсә мөмкин түгел. Уҡыйым:
« Секретарю ЦК КПСС тов. Малоенкову.
1. До сих пор, в СССР неизменно продолжает существовать сталинское разделение наций на три категории:
нации I категории — это союзные республики;
нации II категории — это автономные республики;
нации III категории — это автономные области и округи.
Такая унизительная для любой нации несправедливость нашла себе оправдание даже в Платформе КПСС по национальному вопросу якобы тем, что «различия в форме самоопределения нации отразили ту жизненную реальность, что в период становления Союза народы находились на разных уровнях социально-экономического развития, существенно различались по численности, не все прошли этапы национальной консолидации, имели в прошлом или были готовы создать собственную государственность».
Но, как известно, выше названную «собственную государственность» (Автономный Башкортостан) башкиры имели уже 15 ноября 1917 года, то есть еще до Великой Октябрьской революции и также прежде чем образования самой Советской России. Впоследствии (22 марта 1919 г.) Автономный Башкортостан как государство с его правительством был признан центральной советской властью во главе с Лениным и по обоюдному Соглашению как федеративная республика вошла в состав РСФСР. При том государственный статус Автономной Башкирской Советской Республики в сравнении с современными союзными республиками был несравнимо выше, ибо она имела национальную армию. Однако уже в 1920 году правительство РСФСР в одностороннем порядке грубо нарушило Соглашение, отняв суверенитет республики. Таким образом, «статус автономной республики, полученный Башкирией по Соглашению 22 марта 1919 года, при Сталине, Хрущеве и Брежневе превратился лишь в ничего не дающую декларацию, еще точнее — в простую бумажку.
В Платформе КПСС по национальному вопросу выше указанный исторический факт полностью проигнорирован — поэтому мы продолжаем числиться нацией II категории.
2. Начиная с кровавого 1937 года и вплоть до наших дней в республике сделано все для того, чтобы Башкирию оставить без башкир — ее коренных жителей. Этот вопиющий факт со всеми его цифровыми данными широко опубликован в печати и известен народу (также ЦК КПСС).
Поэтому извингите меня за резкость и разрешите спросить: что делает ЦК, Политбюро и Советское правительство для того, чтобы спасать башкирскую нацию от полного исчезновения между тисками двух братских народов — русских и татар?
Кстати, Пятнадцатая Башкирская конференция ВКП(б) в своих резолюциях уже в далеком 1932 году поставил верный диагноз этой межнациональной смертельной болезни («великорусский шовинизм и великодержавническая тенденция татар по отношению к башкирам») и определил метод ее лечения («усиление темпов коренизации совгосаппарата и реализация башязыка»). Что думает по этому поводу уважаемый Секретарь: может быть, наконец-то, пора приступить к исполнению этих резолюций?..
Достарыңызбен бөлісу: |