Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет26/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26
-- простыня түшәгән.

12 Суицид – үҙ-үҙен үлтереү.

13 Л.Н. Толстой һүҙҙәре.

14 Ҡоторсоҡ—«ҡот-ырыҫ-аҡ» өлөштәренән хасил ҡушма һүҙ; Үҫәргән башҡорттарында тышы ырып биҙәкләнгән, ҡапҡаслап яһалган ағас һауыт.


15 Башҡортостан йылғаларының да иссмдәре.


16 Мәғлүмәттөр түбәндәге китапҡа тупланған: Г.П. Смолицкая. Гидронимия бассейна Оки [список рек и озер]. М., 1976. Исемдәр ҡайһы бер өн үҙгәрештәре кисергән.


17 В.И. Дашичев. Банкротство стратегии германского фашизма. Исторические очерки, документы, материалы, том I, М., 1973, 62— 63-өнсө биттәр.


18 9Рыбаков Б. А. Язычество древних славян. М., 1981, 286—289, 293—194, 315—316-сы биттәр.


19 10Туғыҙ һаны — ҡатын-ҡыҙҙың 9 ай гөманлы булғандан һуң донъяға яңы йән тыуҙырыу символы. «Туғыҙ» тигән һуҙ үҙе «тыуғыҙ» («тыуҙыр») менән ауаздаш.


20 11 Рыбаков Б.А. Язычество древних славян. М., 1981, 285, 301-се биттәр.


21 12 Абд-Рашид ап-Бакуви. Сокращение (книги «о памятниках») и чудеса царя могучего. М., 1971, 111-се бит.


22 13 Известия Тамбовской архивной комиссии, XXII, 31-се бит.


23 И.Н. Смирнов-Мордва. Историко-этнографические очерки, Саранск.


24 3-сө параграф, 111-се бүлек.


25 Ғәзими хан — бөйөк хан (башҡорттар буйһонған рус батшаһы тураһында бара һүҙ).


26 ФТР – фәнни-техник революция.

27 ВЦСПС – Всесоюзный Центральный Совет Профсоюзов – профсоюздарҙың иң юғары органы.

28 Иванов В. А. Путями степных кочевий. Өфө, 1984, 126-сы бит.


29 Эдисон Томас Алва (1847—1931) — башланғыс ҡына белемле Америка кешеһе, электротехника өлкәһендә талантлы уйлап табыусы.


30 Халыҡ араҺынан сыҡҡан талантлы уйлап табыусыларҙы шулай атайҙар.


31 Сәкән — хоккей.


32 Аңҡ — аромат.


33 А.А. Жданов, ВКП(б) Үҙәк Комитетының Секретары, 1937 йылда Башҡорт АССР-ында «ҡанлы мунса» ойоштороусы.

34 Төндөктәренә — форточкаларына.


35 Тугрик—монгол аҡса берәмеге.


36 Аттарҙың был аҫыл тоҡомо, имеш, б. э. тиклемге замандарҙа уҡ үҫәргәндәр төйәгенән таралған. Хәҙерге төрөкмән халҡының бер өлөшөн, билдәле булыуынса, боронғо 25 башҡорт ырыу ярсыҡтары тәшкил итә (Кузеев Р. Г. Историческая этнография башкирского народа. Өфө, 1978, 198-се бит).


37 «Урал батыр» эпосындағы һыу-һауаһы кешеләргә үлемесле Шүлгән күлдәренә ишара.

38 Мөстән (урыҫсаһы сибирская язва) — яман әжәл сире.


39 Туйгилде Йүләков — христиан динле башҡорт; диненән баш тартҡаны есөн 1738 йылда Екатеринбург (хәҙерге Свердловск) ҡалаһы үҙәк майҙанында тереләй утта яндырыла.


40 Николай Вавилов (1887—1943) — бөйек совет галимы, биология фәнен ойоштороусы.


41 Парабеллум — пистолет төрө.


42 Мөстән – яман сир (сибирская язва).

43 Ғүмәр —бик боронғо заман шағиры, «Илиада» авторы Гомер.


44 «Знапие — сила» журналы, 11/86, тарих фәндәре докторы Э. Берзин. Сивка-Бурка, вещая каурка, или Древняя Европа в зеркале мифов и сказок.


45 «Химия и жизнь» журналы, 1980 йыл. № 5, 60-62-се биттәр.

46 Иҫке мифтарҙа ата енес — ут, әсә енес — һыу образдарында һынлана.


47 Гордиев узел.

48 Нәҙир Ураҙмәтов —XVIII быуатта Рәсәйҙә беренселәрҙән булып нефты эшкәртеү заводына нигеҙ һалыусы башкорт.


49 Изге Әйүпов — дары яһаусы химик-башҡорт, XVIII быуатта халыҡ һуғышында Емельян Пугачев менән Салауат Юлаев яғында ҡатнашҡан.


50 Һала (сала) — село, ҙур ауыл.


51 Авторҙан шуны ла өҫтәйек: 1938 йылда вафат булған ялҡынлы шағирыбыҙ Ғәлимов Сәләм ҡәберен дә инде беребеҙ ҙә белмәй — бына ҡайҙа ул маңкортлоҡ!..


52 Ғәйнә башҡорто Сурағол Миңлебаев, 1755 йылғы ҡораллы күтәрелеш батыры.

53 Ҡасапсы — итсе.


54 Мендель Грегор Иоганн (1822—1884) — генетика фәненә нигеҙ һалыусы.


55Винер Норберт (1894–1964) – кибернетика фәнен нигеҙләүсе.


56 Битекселәр — яҙыусылар.


57 «Память» роман-эссеһында билдәле урыҫ совет яҙыусыһы В.А. Чивилихин әйтә.


58 Башҡорт Шакирйән Мөхәмәтйәновтың урыҫса ләҡәбе.

59 Көшөл — Һыу ҡомағы.


60 Ҡара упҡын — ғәләмдәге ғәҙәттән тыш ныҡ ҡыҫылып-тығыҙланған, күҙгә күренмәҫ йондоҙ. Ғәләмдән бөтә нурҙарҙы убып-йота, төбөнән кире сығармай.


61 Арта-би сура Ана ҡото — зороастризм (ҡояшҡа табыныусылар) динендәге ер-һыу-тереклек хоҙайбикәһе. Һуңынан ул фольклорҙа һыу эйәһе бисураға — һыуһыпыуға әйләнә. Башҡорттар исламға ҡәҙәре ошо бисура-хоҙайбикәле зороастризм динен тотҡан.


62 Күкбуҙат — варианттарҙа Аҡбуҙат.


63 Асылыкүл — «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу» һ. б. эпостарыбыҙ тыуған урын.


64 Ҡыуанһыу — карталарҙа Хуанхэ тип тә, Желтая тип тә яҙыла, хәҙерге Ҡытайҙағы йылға исеме. Башҡортса ла «ҡыуан» — һары, ә Ҡыуанһыу — Һарыһыу.


65 Аҫыл-ат-көн — әс-ал-ат-көн (һыу, ал ут-көн) тигәндән хасилдыр был («көн» — «конь» һуҙе хәҙерге урыҫ телендә «ат»).


66 Кузеев Р.Г. Историческая этнография башкирского народа. Уфа, 1978. 43, 162-се биттәр.


67 Шунда уҡ, 198-се бит.


68 Шунда ук, 42, 162-се биттәр һәм «Вокруг света» журналы. 1982, № 3. 36-39-сы биттәр.


69 Ҡорамы — храмы.


70 Салғандар — телебеҙгә «һ» өнө кергәнгә тиклемге боронғо башҡорт һүҙе был, хәҙергесә — «һалғандар». Беҙ һөйләгән мал «салыу» — архаик һуҙ: Көн-Ҡояш хаҡына яндырыу өсөн изге ритуал ҡаҙанына (ул «дин» тип аталған) ҡорбан салыу (һалыу) тигәндән килә.


71 Әсә-аба Арта-әби — Асаба Артвисура Анахита -- зороастризм диненең һыу-һауа, ер-ут-икмәк хоҙайбикәһе (бисура), йәки скиф бабаларыбыҙ хоҙайбикәһе Әпи (Әпәй).


72 Талир Ғөләм улы Баҡишевтың «Тәүтел белеменә кереш» тигән хеҙмәте, укенескә ҡаршы, ҡулъяҙма хәлендә юғалған. Ғалимдың һуңғы йылдарҙа ғына табылған, замандаштарына яҙған бер хатында ғына шул хеҙмәттең ҡыҙыҡлы өлөшө бар (шунан алынған мәғлүмәттәрҙең ҡайһы берҙәре был китапта төрлө урында килтерелә).


73 Мери Бойс. Зороастрийцы. Верования и обычаи. М., 1987, 3, 4, 8-се биттәр.


74 Дат ҡысҡырыу — Иҫке Египет диненән үк килгән хөрәфәт буйынса, асмандағы Ай ҡайығында «теге донъя»ла (Дат иле) йөҙөп барған бабаларға илап ялбарыу. Урта Азия халыҡтарында (мәҫәлән, үзбәктә) әлегәсә «дат ҡысҡырыу» йолаһы бар.


75 Әкә -- аға, ағай.

76 Ҡөрьәнел хафиз — Ҡөрьән-Кәримде яттан белеүсе.


77 Ҡарабан— (хәҙерге ғилми термин гриффон) — Урал батырҙың ер аҫтындағы аҫыл һөйәктәрен (алтын хазинаһын) ҡурсалаусы мифик зат (тау эйәһе), боронғо бабалар (скифтар) уйлауынса. Ул иһә «кәр» (ер) һәм «абан» (ҡояш) тигән һүҙҙәрҙән хасил, йәғни «Ер эсендәге Ҡояш» була. Был ер аҫты йыртҡыс ҡошо башҡорт мифологияһында (мәҫәлән, «Аҡъял батыр» эпосында) бик баҙыҡ кәүҙәләнгән. Ҡарабандың игеҙәге Балабан (бал, балаҡ, болаҡ — һыу тигән һүҙ, абан —Ҡояш; Балабан, тимәк, «Күк эсендәге Ҡояш»). Боронғолар Күкте Ҡояш, Ай һ. б. есемдәр йөҙөп йөрөгән һыу заты тип һанаған; Балабан иһә башҡорт телендә әлегәсә әүҙем ҡулланылышта: балапан — ҡарсығаның ирәбе себеше (Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге, II том, Өфө, 1970, 39-сы бит) һәм эпостарыбыҙҙағы мифик Самрау иле эйәһе сәмреғош (самрау: асмар-аба — «Кук-һыу эсендәге ҡояш»). Хәҙерге бер йыртҡыс ҡоштоң исеме «гриф» (таҙғара) һәм «ғөрөф» һүҙҙәре шул Ҡарабанға (Гриффонға) бәйле имештер. Ҡарабан-Гриффонды һүрәтләгән ҡомарҡылар ҡурғандарҙа — бабаларҙың ҡәберендә табыла.


78 Әлхасил — ҡыҫҡаһы.


79 Утыҙ өймән — утыҙ өй-бура тигән һүҙ.


80 Өстоҡан — трилогия.


81 Ҡамса— пенталогия.


82 Бүрелек (урыҫса әйтелештә брелок, ул боронғо башҡорт ижауҙарына тағылған бүре-ҡот (бәрәкәт) — бүре һыны. Һуңынан келәт асҡыстарының да «һаҡсы»һына әйләнгән.


83 Шалланып — буяуланып.


84 «Мең дә бер кисә» — ғәрәп халыҡ әкиәттәре йыйынтығы.


85 ФТР — фәнни-техник революция.


86 Өй-ут — уют, утҡа табынған осорҙағы усаҡта һүндермәй һаҡлана торған «ут-ҡуҙай» (ут-хоҙай).


87 Байһөйәк — һөйәгенә балта йөҙө тейҙермәй, быуын-быуындан юллап ҡырҡылған өлөш.


88 Һалпы яғы — йомшаҡ ғәҙәте.


89 Т. М. Калинина. Сведения ранних ученых Арабского халифата. М., 1988, 17, 48, 32, 92, 93, 95, 130, 136, 137-се биттәр.


90 Идарият — администрация.


91 Йәнуҙаҡ — телохранитель.


92 Мәғәрә — ер аҫты ҡыуышлығы.


93 Сейәнтусы - Тәфтиләү ҡырған боронғо башҡорт ауылы.


94 Кәллә — баш.


95 Гөманлы (гуманист) — балаға йөклө.


96 Мәжмүғә — йыйынтыҡ (Мифы и предания папуасов маринд-аним. М., 1981. 152-160-сы биттәр.


97 Халыҡ риүәйәте килтереп еткергән был шомло эпизод Ғ. Хөсәйеновтың «Алдар батыр» ҡиссаһында ла сағылған.


98 Кәррә — тапҡыр, ҡат, мәл.


99 Игеҙәк геройҙары Урал батыр менән Шүлгән батырға иш иҫке донъя мифтарында, ысынлап та, ваҡиғалар ана шулай тасуирлана.


100 Урта быуат урыҫ яҙмаларыңда ул "Золотая баба" тип йөрөтөлә.


101 Шүлгән (Үлгән) диңгеҙе хәҙерге Израил дәүләте ерендә, урыҫса Мертвое море, тиҙәр.

102 Был ҡобайыр сәсмә өлөшө менән бергә матбуғатта беренсе тапҡыр баҫыла.





Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет