Зигат Султанов
Йыһат Солтанов
СОЧИНЕНИЯ
В ПЯТНАДЦАТИ ТОМАХ
ӘҪӘРҘӘР
УН БИШ ТОМДА
ТОМ
IV
ПОЭМЫ И РОМАН
ПОЭМАЛАР ҺӘМ РОМАН
Солтанов Й.Ә.
Әҫәрҙәр ун биш томда, том IV. Поэмалар һәм роман. — 468 бит.
Был китапта шағирҙың иң мөһим һәм күләмле шиғри әҫәрҙәренең күбеһе тәүге тапҡыр донъя күрә, улар яҙылыу йылдары буйынса сиратлаштырып бирелде. Тәнәйҙәр өсөн дә шиғри “мәмәй”ҙәр бар. Үҙәгәйле йыйынтыҡ шиғриәт һөйөүселәргә шиғри зауыҡ та, фәһем дә, тәрән кисерештәр ҙә килтерәсәк.
АУЫЛ ЕГЕТЕ
Бағышлау
Кешеләр бар — даны ерҙе күмеп,
Ашып киткән тауҙар түбәһен.
Кешеләр бар — байып, алтын менән
Нышып бөткән һандыҡ, кеҫәһен.
Бар һәр төрлө ҡара ҡуллы типтар,
Бар шаҡшылар — ҡанлы ауыҙҙар.
Байлыҡ өсөн йәнен, илен һатып,
Ир башына еткән яуыздар.
Һәм бар тағы ерҙең хужалары —
Саф күңелле ябай кешеләр.
Даны менән, малы менән түгел —
Эше менән дәү тау ишеләр.
Был ябайҙар ҡырҙа ер аҡтара,
Шахталарҙа күмер ҡаҙалар.
Ҡомло далаларға һыу сығарып
Баҡса баға, һарай һалалар.
Йәшәйем мин бына шулар өсөн!
Әҙермен һәм шулар хаҡына
Утҡа керергә йә ташланырға
Ҡояш системаһы артына.
Теләйем мин тормош йондоҙомдо
Нурландырып хәлдән килгәнсе,
Бағышларға шулар файҙаһына,
Хеҙмәт күрһәтергә үлгәнсе.
Юҡ, үлгәс тә!
Кереп ятҡас та, тим,
Ҡара ерҙең һалҡын ҡуйынына,
Ҡалырға мин тейеш улар менән,
Йырым менән юлдаш булырға!
Ашырмы һуң эшкә был теләгем?..
Тырышам мин уны үтәргә.
Көс тупланым.
Ваҡыт.
Алҡынырға
Аяғымды алға күтәрәм!
Йә еңермен,
Йәки еңелермен —
Яна йөрәк ылғый ялҡында!
Инсем итеп тәүге поэмамды
Бағышлайым ауыл халҡыма.
Сазым ҡылы!
Яңра,
Яңра, әйҙә,
Осорт осҡа Пегас ҡашҡаһы!
Йырлайыҡ бер ярһып ауыл егетен,
Һәм йырларбыҙ тағы башҡаһын.
I бүлек
Сылбырланып йылға буйҙарында
Теҙелешкән кескәй ауылдар.
Өйҙәр өзләй кейеп һалам кәпәс,
Урамдарҙа бейей ҡайындар.
Ҡайындарҙа ҡайнай сыйырсыҡтар,
Утлай ерҙә ҡаҙ-ҡош көтөүе.
Малай-шалай шәйләй сыбыҡ тотоп,
Һарыҡ көткән циклоп1 шикелле.
Тәҙрәләрҙең селтәр пәрҙәләрен
Апрель еле елә тартҡылап.
Тартҡан саҡта тышҡа ҡараш ата
Һылыу ҡыҙҙар — мөләйем, шат ҡына.
Ҡояш батһа, урам буйҙарынан
Сурлап китә ҡурай, дәрт-йырҙар.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар ыңғайына
Шаңдай йырлап урман, тау, ҡырҙар.
Таңға тиклем йәшлек тантанаһы
Күкрәй бында... Ҡайһы берәүҙәр
Башлап танышалар. Ә ҡайһылар
Һөйгәндәрен тәүгә үбәләр.
Йәш йөрәктәр татлы яныу менән
Сәскә ата бындай төндәрҙә.
Бөтә ҡайғың, бөтә хәсрәттәрең
Төпкә бата бындай төндәрҙә.
Йәшлек, йәшлек, янар ялҡыныңда
Аҙмы йәндәр янып үҫкәндәр?
Ялҡыныңа ярһыу йөрәк хисен
Аҙмы йәндәр яғып үткәндәр?
Аҙмы инсан, алйып тик һин ҡушһаң,
Икеләнмәй юйған яҙмышын?
Гүрҙән тергеҙгән аҙ кешенеме,
Дәртләндереп сыңрау тауышың!..
* * *
Урман ҡыҫаһында юлаҡланып
Юл ярылған ауыл яғына.
Ҡарағайҙар, ҡойоп иҫкеләрен,
Йәшел ылыҫ-шәлен ябына.
Сөйгән улар осло түбәләрен,
Ғорурланып, күктең төбөнә.
Көнөн-төнөн Ҡояш, Ай нурҙары
Үтә алмай ылыҫ егенә.
Көн-төн бында ҡуйы ҡараңғылыҡ,
Көн-төн бында һалҡын күләгә.
Иртәләрен, үтеп кәртәләрен,
Ысыҡ тама ҡусҡыл үләнгә.
Дауылдарҙа урман ҡоторона,
Дауыл тынһа тора шым ғына.
Ҡайһы ваҡыт, таң торбаһын ҡабып,
Серле бер көй тарта — моң ғына...
Шат шишмәһе — шаталаҡ ҡыҙ төҫлө,
Мең-мең сыңға мең-мең селтерәп.
Шул ҡыҙ сулпылары сыңын тыңлай
Ярҙа үҫкән яңғыҙ ҡуш тирәк.
Һандуғастар бейей ботағында,
Арғы ярҙан кәкүк саҡыра.
Айыу сыҡһа үкереп шырлығынан,
Ҡоралайҙар тертләп бышҡыра.
Бөкөрө-сал тауҙар ҡырлаһынан
Ҡуян ҡыуа һоро бүреләр.
Төпһөҙ күктә, емтек еҫен тойоп,
Таҙғаралар тубы сөйөрөлә...
* * *
Урман аша ҡыҫыҡ юл буйынан
Бер йәш егет ҡайта ауылға.
Һоро шинель, һалдат пилоткаһы.
Йәшел тоҡсай аҫҡан яурынға.
Һыңар еңе... ни өсөн буш, тимме?! —
Юрый ғына әллә кеймәгән?..
Ҡуңалтаҡлыҡ еңгә ят булғанға,
Билбауына ҡыҫып бәйләгән.
Тәрән уйға сумып килә егет,
Йөҙө моңһоу — ҡайғы шәүләһе.
Аяҡтары алға атлағанда
Тарта кеүек артҡа кәүҙәһе.
Һис теләмәй тегә аҙымын ул,
Ваҡыт-ваҡыт ауыр уфтана.
Тертләгәндәй айнып уйҙарынан,
Нәфрәтләнеп әсе йылмая.
Бер ҡараһаң — ғазап сиккән кеүек,
Бер ҡараһаң — ауырыу төҫлө ул.
Икенсе мәл — шашып шатланғандай,
Өсөнсө мәл — ифрат үсле ул...
* * *
Егетте юл, этеп, төкәлдерә
Балсыҡ ярлы йылға ситенә.
Һыуҙар быйыл бик ныҡ ташҡан икән —
Ярҙы ашап тулҡын һикерә.
Йөҙө һытыҡ — асыу тота кемгә?
Урман әллә ҡыҫып һыҡҡанға?
Елдең әллә ҡаршы өрөүенән,
Боролоп-боролоп әллә аҡҡанға?
Аҡ күбектәр күсә кәпәсләнеп,
Өйөрөлә сөмөкәй упҡындар.
Ярҙар ауа өҫтән умырылып,
Бәргән саҡта уҫал тулҡындар.
Егет, баҫып текә яр башына,
Алыҫтарға ата ҡарашын.
Йылға һаман ыға алға ғына,
Ике ярға һуғып ҡанатын.
Ҡартлас йылға, йәшен юйған йылға!
Үҙенең ул оҙон ғүмерендә
Аҙмы тиргән төрлө тарихтарҙы,
Аҙмы яҙған тағы тирергә!
Ярҙарының яғып яҡаһына,
Татыған йыш ҡанлы ҡайғыны.
Ир баштарын йыйған ҡамыштары,
Алып киткән йәки ағыны.
Ырғылған ул, ярһып, күпме тапҡыр
Ҡаяларын ҡайып күбеккә.
Нисә ҡабат ҡыҙыл ҡанға ҡанап
Ҡайтҡан кире иҫке йөҙлөккә.
Күңелдәрҙең нескә ҡылдарына
Сиртеп кемгә сихри йырлаған?
Төндәр буйы кемдәр, ҡосаҡлашып,
Сайпылыуын уның тыңлаған?..
Бөтәһен дә белә изге йылға,
Бөтәһенә әҙер күнергә.
Бабаларҙың уҙып ғүмеренән,
Килеп кергән беҙҙең ғүмергә...
* * *
Кирза итектәрен һалып, егет
Ҡаҡ текәгә килеп ултыра.
Аяҡтарын аҫҡа һәлендереп,
Күҙен төбәй һыуҙың һыртына.
“Эй ағын һыу, йәнгә иң яҡын һыу,
Таралт минең таралт ҡайғыны!
Һалҡын телең менән йөрәк йөйөн
Шифаласы, ялап яй ғына.
Әсәйем бит мине “тотоп алған”
Һинең ошо ағын һыуыңдан!
Ҡосағыңда тәүге өнөм тыуған,
Кендегемдең ҡаны йыуылған.
Биргәнһең һин миңә ғүмеремде,
Биргәнһең һәм көйлө йырымды.
Һалайымсы һары һағышымды,
Яңғыратып һырлы ярыңды!”
Оҙон көйләп түгә егет моңон —
Йылғаһылай оҙон ағышлы.
Бер тыңлаһаң — ифрат күтәренке,
Бер уйлаһаң — үтә һағышлы:
“Ағын йылға, туған, яҡын йылға,
Аяҡ баҫтым бына ярыңа.
Бойоҡмон шул: йәшлек хыялдарым
Осто кеүек елгә бары ла.
Һүҙ биргәйнем киткән саҡта һиңә,
Ҡайтырмын, тип, данға уралып.
Ә хәҙерен?!. — Данды эт ялаған,
Шырауланып баҫып торамын.
Һыңар ҡулым ҡалды тар окопта.
Үҙем дә мин илгә — һыңар ҡул”...
Туған йылғам! Кисер егетеңде!
Яҙһын уға Хоҙай изге юл!
* * *
Сумды Ҡояш... Талғын елгә болғап
Ағылдырҙы урман хуш еҫен.
Төн шаршауын һүреп шат йондоҙҙар
Ҡыҫышты күҙ шаян-йәшертен.
Боролманан баҡа баш сығарып
Сурылданы оҙон бер көйгә.
Сабаҡтарҙы салып дәү сурағай
Һыҙып үтте һыуҙы икегә.
Муйын һуҙып талдар араһынан,
Мышы тыҡты морон тулҡынға.
Өйрәк өйөрҙәре, быжҡылдашып,
Ҡамыш араһына сумдылар...
Бер... биш минут...
Ҡапыл килде телгә
Бөтә урман, күл һәм йылғалар.
Өҙөлмәҫ көй көйәҙләтте төндө —
Оркестры ерҙең сорлаған:
Әйтерһең дә, көллө кейек, ҡоштар
Концерт бирә бөйөк сәхнәлә.
Әйтерһең дә, улар бер-береһен
Уҙыу өсөн сәмле дәртләнә.
Скрипкәләр серле һыҙа ҡылда,
Ғарҡылдаша рояль, гармундар.
Граммофон һәм борғо, пианино —
Үреләләр бергә бар моңдар.
Ботаҡтарҙа — мең-мең йыраусылар,
Көләүендәр — олон төбөндә.
Көлә ылыҫ, ҡул сәпәкләй япраҡ,
Айыу төшә ҡыҙып бейергә.
Ә Ай-Ағай ебәк арҡан буйлап
Күтәрелә көмөш һауаға.
Кәкре ҡайығына ҡырын ятып,
Дирижерлыҡ ҡыла донъяға...
* * *
Арғы ярҙан, һуҙып һары телен,
Төн ялай ут — йылға ситендә.
Тексәй Айҙың күҙен әсеттереп
Төтөн йөҙә урман өҫтөндә.
Кем ул төндә усаҡ тоҡандырған,
Йәнгә тиртеп ауыл йылыһын?
Ат көтәме? Өйрәк өшкөтәме?
Балыҡсымы — ҡарай йылымын?
Кем булһа ла, килгән Хоҙайҙан ул,
Мосафирға был йән таяныс.
Арала тик шашып ташҡын ҡайнай,
Һуҙырға ҡул етмәй, аяныс...
Ҡулын ҡуйып егет маңлайына,
Уйға батып текләй был утҡа.
Ә йөрәге, төнгө сихри ҡылдай,
Иңрәй, иңрәй ошо минутта.
Ҡыуанысҡа, шашҡын хыялдарға
Сумып үткән тиле йәшлеге
Күҙ алдына килә ҡубарылып
Ихлас көйө, гүзәл, саф көйө...
Арғы яҡта иһә ҡыҙыл ялҡын —
Ебәк яулыҡ кеүек елберҙәп,
Тартып тора егет хыялдарын,
Ҡомарлатып, ҡуҙлы бер ергә.
Утҡа кереп янған йәшлегенең
Һүнеп бармыш һуңғы осҡоно
Булып күренәлер серле усаҡ —
Уфтай егет, уфтай бошоноп:
“Йәшлек, йәшлек, ниңә көйҙөң, йәшнәп,
Гөл баҡсаңда сәскә ҡалдырмай?
Һүрелерме сағыу хыялдарым
Мәңгелеккә, инде ҡабынмай?
Нәҡ ҡарсыға күккә сорғолорға
Ҡанат яҙған ярһыу йөрәгем
Һыныҡ ҡанат, бойоҡ һалдат булып
Ҡайтып килә, алып кәрәген...
Яҙмыш, яҙмыш! Үсең ҡандымы, дуҫ,
Мыҫҡыл итеп йәшлек хисемде?
Уйланыңмы үҙең ялтырарға,
Юйып ташлап минең есемде?!.”
* * *
Ойоп туймай өйкөм-өйкөм туғай,
Ҡойоноп шуҡ Айҙың нурына.
Ғаләмдәрҙең күҙе күҙләй ерҙе,
Тылсымланып урман хорына...
Егет йәнен ләкин арбамайҙар,
Әҙәмсә һүҙ улар әйтмәйҙәр.
Ҡатып ҡалған ниңә ҡаялары —
Ҡотороноп бейеп китмәйҙәр?!
Улар хушһыҙ, улар ҡайғыһыҙ шул,
Белмәй улар көрәш, еңеүҙе.
Улар өсөн тормош — өҙөлмәҫ моң,
Көнө-төнө — бер ғәм диңгеҙе...
Сал сағылдар! Мәғрур сал сағылдар!
Һеҙ белһәгеҙ ине егеттең
Ниндәй һағыш йөҙөн һарғайтҡанын —
Ҡалмаҫ инегеҙ һис түҙеп тын.
Тулар, шаулар, даулар һәм үкерер
Инегеҙ һеҙ шашып был төндө:
Еңел мени, тауҙы баҫҡан ҡарҙай
Ҡайғы баҫҡан башын егетеңдең!
Ватан яуы, түгеп ҡайнар ҡанды,
Үләт ыуын ҡырсып йөрөгәндә,
Риза мыни егет, өйгә ҡайтып,
Яугир баштан ҡалһа “бер бәндә”?!.
Ҡурҡты мыни фронт дәһшәтенән?!
Юҡмы уның керһеҙ намыҫы?!.
Барыһы бар!
Фәҡәт ул уңышһыҙ,
Көлә унан яһил яҙмышы...
* * *
Яҡтан ҡубып, утлы тулҡын ярып
Кәмә дөрә егет ярына:
Усаҡ яғыусы йән йөрьәт иткән
Сығарып уҡ уны алырға.
Шығырҙап ҡом, кәмә яр уртына
Бәргәс кенә осло маңлайын,
Иҫен йыйып шунда елде егет,
Ялпылдатып шинель салғыйын.
Сихри шәүлә һымаҡ, аҡ һаҡаллы
Кес кенә бер бабай тырышып
Һөйрәй ине кәмә моронсайын,
Һыу ағыны менән көрәшеп.
Тейен мени! — етеп биш ырғыуҙа,
Тейҙе егет. Ҡарыш кәмәне
Шытырҙатып һыңар ҡулы менән
Тартып алды ярға дәртләнеп.
— Һәй йәш ваҡыт!
“Дурной” көс күп ваҡыт!
Беҙ ҡуш ҡуллап ала алмаған
Айыуҙы һеҙ һыңар ҡул менән тик... —
Шымды бабай... һүҙе ҡалмауҙан...
Күрҙе сөнки етем елпелдәгән
Һалдат шинеленең буш еңен...
Боролдо ла ситкә, күҙен һөрттө
Әллә тиктән, әллә йәш килеп...
— Һаумы, бабай! Танымайһың әллә?
— Һаумы, улым! Күҙем күрмәй шул...
— Был мин — Талғат, яуҙан ҡайтып киләм.
— Талғат?! Балам! Бына осрашыу! —
Ҡалтыранмыш ҡырыҫ усы менән
Һыйпап улдың сикә сәстәрен,
Егетте ул ҡыҫты күкрәгенә,
Сын күңелдән түгеп йәштәрен.
— Әйтмәһәң дә, күреп торам, улым,
Белеп торам ҡайҙан икәнде...
Яуыз Гитлер! Муйыны һынғыры!
Ҡырып һалды күпме ул йәнде... —
Әсәһенең йылы ҡулы һымаҡ
Яҡын, ипле, шыршау ҡулынан
Йәне иреп өнһөҙ торҙо егет,
Арынғандай күңел туңынан.
Әйтерһең дә, икәү сабый ғына —
(Береһе сал, береһе йәш, мыҡты)
Ҡосаҡлашып, йән-тән уртаҡлашып,
Бар донъяһын шул мәл онотто.
Килеп иҫкә, кереп ҡаҡ кәмәгә,
Күмелделәр тулҡын артында.
Һыу йөҙөндә көләс Ай бәүелде,
Ҡуш ишкәкте ҡайырып тартҡанда.
* * *
Ғилми бабай сытыр өҫтәкләне
Сәйнәп талған усаҡ уртына.
Сәйгүн элде түҙмер өс тағанға:
— Килтерәйек, — тине, — шартына.
Төн өҫтөнән төшмә ҡайтып өйгә —
Ҡыйын булыр ҡаршы алыуы.
Йөрәге бит насар әсәйеңдең —
Хатта мөмкин шартлап ҡалыуы...
Юғалттыҡ шул һине беҙ ауылда —
Хат-хәбәрең күптән килмәне...
Юҡ, хәйерле булыр, балаҡайым,
Таң аттырып боҙһаҡ ғилләне!..
...Ҡыҙыл ялҡын ялай сәйгүн төбөн,
Үрләй төтөн — ел юҡ. Донъя тын.
Яр ҡоршауы сумды һарғылт нурға,
Төтөн яҙҙы күктә ҡанатын.
Ҡаршыһына уттың сүкте егет
Үҙҙәренсә бөкләп аяғын,
Быуаттарҙың барлыҡ һуҙымында
Ултырғандай ата-бабаһы.
Ә Ғилми ҡарт япон һуғышынан
Ҡабып ҡайтҡан (“иблес мираҫы”!..)
Төрөпкәһен ҡуҙға быҙылдатып,
Төтөн менән йөҙөн уратты.
Оҙаҡ-оҙаҡ ултырҙы ул өнһөҙ,
Уйға сумып, ғәмгә күмелеп.
Көттө Талғат уның уяныуын,
Ҡуҙ һалыуын йәнгә һүҙ телеп.
Сатор-сотор серен систе сытыр,
Махра ыҫын төтөн күтәрҙе.
(Фронтта ла тартмай ҡайтҡан егет
Аптыратыр әле күптәрҙе!)
Тура бағып баш ҡалҡытты бабай,
Төрөпкәһен төрнәп бер уста.
Һорап ҡуйҙы:
— Һөйлә әле, улым,
Ҡайһындай хәл хәҙер фронтта?
Яҡын микән инде еңеү көнө
Ҡоторонған фашист йыланын?!
(Ишеткәндәй булды гөрһөлдәүен
Егет фронт тигән ҡибланың...)
— Күп ҡалманы Берлин түбәһендә
Елберҙәр көн беҙҙең ал байраҡ.
Атып килгән анау ал таң кеүек
Бәхәсһеҙ был! Түгел ул йыраҡ!
Их бабайым, миңә ни файҙа һуң,
Уттар ярып үҙем бармағас
Шул еңеүле таңдың ҡосағына,
Барған кеүек яҙға ҡарлуғас?!
“Үс хәнйәрен ҡаҙап йөрәгенә,
Фашизмды, — тинем, — ауҙарһам...”
Ирешмәнем ләкин мораҙыма —
Бушйең киләм ҡайтып “баҙар”ҙан...
Ултырҙым, һай, тишек кәмәһенә
Яҙмыштың мин — ҡулһыҙ һәм данһыҙ!..
Бер ҡанаты һыныҡ ҡарсығалай,
Ҡарғыр саҡта ҡалдым яраҡһыҙ...
Скрипкәм ҡалды ауылымда –
Һыҙҙыртыр, тип көтә торғандыр...
Йөрәгемдән урғыр тулыш моңдо
Сулаҡлығым йота торғандыр...
Кәрәгем бар инде хәҙер кемгә...
Мин ни эшләй алам ауылда?
Ятырғамы һамҫып, күк төтәтеп?..
Юҡ! Мин риза түгел был юлға! —
Шулай тине егет. Йәне көйрәп
Торҙо ырғып усаҡ янынан.
Әсе көлмөш Айҙың йөҙөн йырып
Аҙымланы ярҙың буйынан.
* * *
Ғилми бабай әсе төтөн йотоп
Ыҫмағынан, һалҡын ҡан менән
Көтөп алды уның тынысланып
Ултырыуын кире янына.
Ҡартлас менән уйҙаш-ҡорҙаш кеүек,
Ҡарағайҙар кәңәш ҡорҙолар.
Шуҡ тейендәр ылыҫ араһынан
Ҡаш йыйырып ҡарап торҙолар.
Һәр бер ҡыяҡ, һәр бер көмөш сәсәк
Йөҙөн бороп егет яғына
Шыбыр-шыбыр ниҙер белештеләр,
Көлөштөләр серле, яй ғына...
Һалдат иһә, моңло башын услап,
Үҙ уйҙарын һаман уйланы.
Әле утҡа, әле һыуға төшөп,
Ғүмер буйҡайҙарын буйланы:
“Бабай, бабай, күп йәшәгән бабай,
Бабай, бабай, күп күргән бабай!
Быуат буйы әсе-сөсө татып,
Илдәр гиҙеп күп йөрөгән бабай!
Нужа баҫып, башын бәҫ ҡаплаған,
Биленә тиң һаҡаллы бабай!
Һаҡал бөртөгөнән дә күберәк
Тәжрибәле, аҡыллы бабай!
Әйтсе миңә, әйтсе, ни ҡылайым?
Скрипкәмдә нисек уйнайым?
Ата-бабаларҙан ҡалған моңдо
Илкәйемә ҡалай ҡояйым?
Ҡолағымдан ҡыҫа үлмәҫ сыңы –
Бирер инем һыҙып -- әмәл юҡ.
Моң диңгеҙен гиҙеп үтер инем,
Ишкәгем юҡ, илтер кәмәм юҡ...
Өндәшмәйһең ниңә, ниңә, бабай?!
Ни әйтерһең минең һүҙҙәргә?
Ҡор тиҙерәк, ҡор хаҡ хөкөмөңдө —
Сабырлығым етмәй түҙергә!..”
* * *
Ҡуҙ кәренән ҡайнап ҡыҫылған боҫ
Алып бәрҙе сәйгүн ҡапҡасын.
Хуш еҫ бөркөлдөрөп үлән сәйе
Тәмләндерҙе урман һауаһын.
Ҡалай көрөшкәгә ағыҙҙы ҡарт
Ҡандай ҡыҙыл сихәт ағымын.
(Ә үҙенә сәйгүн ҡапҡасына
Ҡойоп теүәл ҡылды табынын.)
— Мә, ҡап, улым, ауыл күстәнәсен,
Һалдатмын, тип, һыйҙан тартынма.
Ата-бабаң һөйгән эсемлек был
Борондан уҡ һәр бер табында.
Эсһәң сәйҙе — китер баштан ҡайғы,
Эсһәң сәйҙе — тәнең ял алыр.
Ә ҡандарың, ҡорос кеүек ҡайнап,
Тамырҙарың буйлап таралыр.
Мә тот, улым! —
Тотмай, һәй, ҡайҙа ул!
Эсмәй ҡайҙа башҡорт һыуында
Бешкән сәйҙе,
Ян-яғыңда йырлап
Башҡорт урмандары торғанда!
Ут кисте ул,
Төрлө һыу эсте ул, —
Махра тартып хәмер эсмәне.
Әсәйенең тәмле сәйҙәренең
Тәме сөнки телдән китмәне.
“Их, барыбер әжәл көтә беҙҙе!..
Эсеп, тартып, дуҫтар, ҡалайыҡ!
Тура килһә һылыу — үбеп ҡыйыу,
Ҡосаҡҡа беҙ уны алайыҡ!” —
Тигән йырҙы бик йыш тыңлаттырҙы
Ҡанлы окоп...
Тик ул тартманы,
Эсмәне һәм
Һантый һылыуҙарҙы
Ҡосаҡлап та һис бер ятманы
(Әллә шуға тәҡдир һаҡланы...)
Торҙо сөнки һаман күҙ алдында
Тыуған ауыл, әсәй, һылыуы...
Шул һылыуҙың уны оҙатҡанда
Һулығып-һулығып илап ҡалыуы...
* * *
Сәй эсәләр, тирләп сәй эсәләр
Сал бабай һәм мыҡты был егет.
Бушаған бер соҡор тула йәһәт,
Сәйгүн сыйнай ҡуҙҙа бөркөлөп.
Һалҡын һауа күккә болот һауа
Боҫ имсәген тартып табындан.
Күҙәүенә етеп күңел тулы,
Туҫтаҡтарҙың тулы сағында.
“Һемер, бабай! Ҡалышмам мин һинән,
Сыҙаһын тик сәйгүн мороно!
Сәй “һөймәй” ул һалдат, ә тотонһа
Шикләнмәй көт күлең ҡороуын!
“Аҙ ҡаба” ул һалдат, тик хуш күрә
Ҡайтарғанда аштың яулығын
Еңел булһын өсөн аяҡсыға,
Ҡорһағында бар һый ҡалыуын!..”
* * *
Ғилми бабай, ҡатҡан тамырҙарын
Ҡойондорғас ҡайнар сәй менән,
Һүҙ башланы йәне-тәне йомшап,
Төрөпкәһен һурып тәм менән:
— Улым, улым, ярһыу йөрәгеңдең
Аңлайым мин ялҡын ҡыҙыуын.
Һиҙенәмен ҡыйғыр күңелеңдең
Тотҡонлоҡта тулап һыҙлауын.
Үҙем дә мин, гәрсә ҡарт яугирмен,
Теләр инем һуғыш ҡырында
Дан яуларға — еңеү көндәрендә
Байраҡсыһы уның булырға.
Йылдар мине ләкин бөкләнеләр —
Яраҡһыҙ мин ҡанлы көрәшкә.
Колхозымда хәлдән килгәнемсә
Еңеү яулайым сын йөрәктән:
Йүнәтәмен ҡамыт-ызбурыйын,
Йөрөгәндә йәштәр һабанда.
Әле бына һыуға йылым һалдым,
Һый булһын, тип, дөйөм ҡаҙанда.
Ауылда бит ашау наҡыҫ хәҙер —
Ас ҡарынлай йонсой ил эштә.
Фронт ейһен, фронт еңһен, тиеп,
Бөгөләбеҙ бында гел бишкә.
Түрәләре, ҡәһәр һуҡҡырҙары,
(Йәшермәйсә әйтһәк үҙ-ара)
Иген иккән илдең асығыуын
Фронт бәләһенә туғара.
Аҫыл ирҙәр китеп бөткәс яуға,
Ике яуыз сапты тамырға:
Береһенең ләҡәбе Өсбармаҡ,
Икенсеһенеке – Ҡабырға...
Һуғыш сыҡҡас сөнки ҡуш бармағын
Косилканан береһе ҡырҡтырған.
Икенсеһе, яуға барып етмәй,
Ҡолап, ҡабырғаһын һындырған...
Башаҡ ашап (ағыу башағы ул!)
Сәсәп үлде яҙын сабыйҙар.
Бер ус бойҙай семтеп алған өсөн
Сабый әсәләрен яуыздар
Олаҡтырҙы, тотоп, Тоҙтүбәгә —
Һалдат ҡатындары төрмәлә!..
Артығын һис әйтер әмәлем юҡ,
Башым ҡата, телем көрмәлә...
Әйткән өсөн ошо сал башымды
Әйҙәһендәр, әйҙә, шул юлдан!..
“Эһ!” тә итмәм!
Ашым бит ашалған,
Йәшем инде йәшәп уҙылған...
Ә һин һаҡлан.
Башың тыҡма тоҡҡа!
Телең тешлә.
Сыҙа.
Бул сабыр.
Ҡанһыҙ түрәләрҙе ҡамтарырға
Мәскәү үҙе, бәлки, юл табыр...
Һин бит, егет, көйөнәһең юҡҡа:
Бәхет түгел мени шул үҙе —
Ҡайнар ҡаның яуҙа ҡойоп ҡайтыу,
Яҡынайтыу өсөн еңеүҙе!
Сафта ҡалған ғәййәр яуҙаштарың
Еңеү елберҙәген ал таңға
Ашырырҙар — һөймәйме шул һине?
Күммәйме шул һине шан-данға?!
Төнгө күбәләктәр шәм утына
Уҡталғандай, һин дә дан эҙләп
Тик үҙеңә, талпынмасы ерҙә.
Нимә ул дан? Кәрәк ул ниңә?
Ғүмереңде, егет, данға түгел,
Илкәйеңә ихлас бағышла.
Аралап үт ғәмдән һәр бәндәне —
Килер йәм дә, дан да — барыһы ла!
Башың эймә яҙмыш елдәренә —
Ҡурҡмай ҡайыр ҡырыҫ ҡанунын!
Һәр упҡындың сығыу баҫҡысы бар —
Таба бел һин шуны, аҡыллым.
Өҙөлһә ҡул — көс һал аяғыңа!
Аяҡ-ҡулһыҙ ҡалһаң — аунаҡла!
Башың ҡайтҡан — илгә аҡыл ҡайтҡан —
Аҡылыңды егеп ил һаҡла!
Бабай һүҙен егет шым тыңланы,
Башын эйеп, утҡа төбәлеп.
“Ауыр, ауыр! Күпме шелтә бында...
Сындыр, бәлки, уның тигәне?
Сын булыуҙан миңә ни мәғәнә?
Ҡулһыҙ кеше — ҡулһыҙ инде ул.
Осор ине — бер ҡанаты һынған...
Таянысһыҙ, юлһыҙ инде ул”...
Егет, тороп, тура юҫыҡлана
Берләм юлдан ауыл яғына.
Таң томаны, ҡайнап-ҡабарынып,
Ҡаршыһына уның ағыла.
Оҙон көйлө әтәс аҙандары
Ҡубарыла алыҫ, алыҫтан.
Тертләп ҡорҙар ҡанат пырылдата
Сыртлап сыбыҡ һынған тауыштан.
Йөрәк ҡаға — алда тыуған ауыл!
Оҙаҡламай өйҙәр күренер.
Һыйыр һауа сыҡҡан әсәкәйе
Ҡаршыһына сыр-сыу йүгерер.
Бер-бер артлы, ҡапҡа шығырҙатып,
Эркелешер туған-терәктәр.
Нишләр икән үҫеп буйға еткән
Муйыл күҙле ҡыҙый бигерәк тә?!.
II бүлек
Төпкә батҡан әсәй күҙҙәренең
Күреү менән нурһыҙ бағыуын,
Ҡойолдо ла төштө егетебеҙ —
Бағаналай ҡатып ҡалыуын
Тойманы ул... “Аһ!” итте лә әсәй,
Ҡосаҡланы килеп иңенән;
Көллө тәне дер-дер ҡалтыраны,
Ҡыҫҡан саҡта ҡулһыҙ еңенән.
— Балаҡайым! Баллы ҡолонсағым!
Ышанмайым!.. ысын һинме был? —
Илаһа ла, күҙҙән йәш сыҡманы,
Илай-илай кипкән ине шул...
— Көтмәгәйнең әллә мине, әсәй?
Ваҡытһыҙмы ҡайтып килеүем?..
— Эй балаҡай! Ясин сығартҡайным,
Мәғлүм булғас яуҙа үлеүең...
— Тәүбә, әсәй! Бына баҫып торам,
Штык һымаҡ шыҡай -- ҡаршыңда.
Ниндәй үлеү?!
— Ҡара ҡағыҙыңды
Алғанға бит алты ай ғына... —
Һандыҡтағы ҡалай ҡумтаһынан
Ҡармап шомон улға тотторҙо.
“Похоронка”...
“Ҡаты бер алышта
Юғалттыҡ беҙ улың батырҙы”...
...Ҡалғайны шул, эйе, ул йығылып
Туптар яуған, йорттар ауғанда...
Бер соҡорҙан уны соҡоп алған
Үлек йыймыш трофей-команда...
Госпиталдә иҫһеҙ ятҡан оҙаҡ...
Ишетмәгән, теле көрмәлгән.
Ҡулһыҙ ҡалып, йөрөй башлағас уҡ,
Үҙен-үҙе оҙаҡ белмәгән...
Әсәй күҙе йәнһеҙ бына ниңә...
Илаһа ла, сыҡмай күҙ йәше...
Сөнки бит ул уға — тере мәйет, —
Ғазраилдең әрһеҙ көндәше...
Сисендерә әсә балаҡайын,
Ҡабат-ҡабат ҡыҫып ҡосаҡлай.
Буш ең төбөн һәрмәй һәм, ниһәйәт,
Йәше тама тулыш борсаҡтай...
— Әсәкәйем, шулай инде бына...
Ҡуш ҡуллап уҡ ҡосор инем дә...
— Эй балаҡай, әлдә мең ризамын —
Йәнең генә ҡайтһын тәнеңдә!
Эй Хоҙайым, шөкөр биргәнеңә!
Башҡалар ҙа күрһен был көндө.
Ошо шатлыҡҡалыр инде, кисә
Йөрәккәйем бигерәк елкенде.
Йыуын, балам, хәҙер сәй бешерәм,
Бына һөлгө, бына һабының.
Атаҡайың ғына күрәлмәне
Ғаиләһенең теүәл табынын...
Сыҡты Талғат тышҡа бит йыуырға.
Һыҡтай йәне, юҡтап атайҙы.
“Ҡара ҡағыҙ” уға килде, тиеп,
Әсәһенән былтыр хат алды...
Бер фронтта бергә йөрөгәндәр...
Өскөл хаттар ҡалған ҡумтала...
Әсәй һаҡлап тотҡан һабын менән
Йыуына ла өйгә уҡтала.
Күҙләй уны түрҙән скрипкәһе
Быялалы шкаф эсендә.
Күпме хыялланды егет шуны
Һыҙҙыртырға, ҡайтып ошонда...
...Сабый саҡтан һөйҙө сыңрау телен,
Үҫә төшкәс һөйән, ат ҡылдан
Яһап тартты үҙе һөйөклөһөн —
Ныҡ арбалды атай был моңдан.
Шул көҙөн үк, ике һарыҡ һатып,
Ырымбурға атай юлланды.
Әллә ҡайҙан табып алып ҡайтты
Улҡайына шөңгөр ҡоралды.
Ырымбурға китеп әртис булған
Скрипкәсе Ишәй Ишмырҙа
Ҡайтҡан һайын уны күнектерҙе
Ҡайҙа баҫып, ҡалай ышҡырға.
Үҙе менән ҡуша һайратырға
Тотонғастын ауыл егете:
— Булды! — тине. — Минән уҙҙырып уҡ
Сыңратырға һиңә көн етте!..
Ишетелде: Мәскәү һуғышында
Һалған башын Ишәй Ишмырҙа.
Уйлағандыр: “Бөтмәҫ моңдарымды
Дауам итер илдә иш мырҙа”.
Иш мырҙаһы бына иш ҡанатһыҙ...
Моң ҡумтаһы илай шкафта...
“Ышҡылтаһын ышҡыр уң ҡулым юҡ,
Муйынсаһын һулым тотҡанда”...
Быялаға (һалҡын!..) маңлай терәп
Талғат бата ауыр моңдарға.
(Паганини һымаҡ, теләгәйне
Бер ҡылында йәндең уйнарға...)
Достарыңызбен бөлісу: |