Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет8/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   19

Е

в м

е е

а л

л ь

Ю я

н

т П

а у

у г

а а

л ч

а е

С в

Сәйетйәғәфәр Разин

Алдар Болотников

Килмәк Булавин

Күсем Сусанин

Аҡай Кудеяр

Баҫман Коловрат

* *

* *

* *

* *

* *

* *

* *
Беҙҙең йорт был! Бына күрәһегеҙ —

Ергә батҡан ете быуыны.

Ете быуын-сыуай сикәһендә —

Ниргә, асамайҙар булымы...


Бер ҡараһаң — йорт ул йор ҡыйыҡлы,

Бер ҡараһаң — осло ракета!

Дарылары барлыҡ быуындарҙың

Унда дөрләй! Күкте көргөтә!..


Туғанлыҡтың ошо дәү ҡорона

Ҡулын һуҙып дошман ҡараһын!

Сәсрәгәнсе татыр ул бер юлы

Быуаттарҙың ҡөҙрәт-дарыһын.


Азатлыҡтың бөйөк милләттәре

Яуҙа — яуҙаш, йортташ еңеүҙә.

Шул берлекте мәңге беркетергә

Сыуай булһын йәнем минең дә!


Фиҙалыҡ бит бирә Ер тойғоһон —

Туған миңә бөтөн кешелек!

Планетамдың дөрләр дарылары

Күңелемә керә ишелеп...



18
Фанфарҙарҙың баҡыр боғаҙҙары,

Моңһоулыҡты ярып тулатты.

Күҙем асһам, донъям сумған нурға —

Аренабыҙ йәнә яп-яҡты.


Тимерйән бит — уйын көләүене —

Осмаҡ булып Айға маташа.

Ракетаның төбөн дары менән,

Эй, тынҡыслай, бына тамаша!


Көргөүесен айҡап көргөгәндә,

Һуғып йыға һабы күптәрҙе...

Тәкмәс атҡан көләс көләүендәр

Көндө нурға мансып күтәрҙе!


Эй, көләбеҙ ҡарап көләүенде,

Бармаҡ төртөп көлә ул беҙҙән.

Карабына инеп бикләнә һәм

Тәҙрәһенән ҡулын шуҡ иҙәй.


Арбап һүнә төндө люстралар,

Тәрән тынлыҡ ергә тоташа.

Байҡанырҙың19 утлы сәғәтеләй,

Секунд һанап йөрәк маташа...


Бына, бына, карап морононан

Морон һуҙып көлөр Тимерйән.

Ни күрәбеҙ: уйын ракетаһы

Ут ләүкетә! Тамам тилергән!..


Килтерегеҙ йылғыр пожарникты,

Һемәктән һыу һибеп һүндерһен!

Тик күрәбеҙ: төптә ҡаты шартлау

Һәм һауаға оса Тимерең!


Тар көмбәҙҙә көлгән тулы Айға

Ракетаһы барып ултыра.

Тимерйәнде ҡотлап ил ҡул саба,

Дары ыҫы залды тултыра...


Көр көлөүе үрҙән көләүендең

Һәм Көн булып ергә төшөүе

Ҡапҡа аса яңы номерҙарға!

Дөрләй цирк – дары көшөлө!..



19
Аренала — айыуҙар
I
Цирк ҡарап кинәнә

Йөҙ йәшәгән инәйем.

Уның әйткән һүҙҙәрен

Кинәнеп мин һөйләйем:


“Абау-абау, был ни эш,

Тағы ниндәй күренеш?

Аҡҡош булып айыуҙар

Бейеп йөрөһөн имеш!..


Айыуын да күп күрҙем,

Бүреһен дә күп күрҙем,

Үҙем айыу ауларҙай

Уландар ҙа үҫтерҙем;


Айыу менән алышып

Үҙе күргән инәң был;

Ауыҙының салышын

Үҙе бөргән инәң был;


Тереләтә айыуҙы

Алып ҡайтҡан инәң был;

Төрөлдәтеп төрбәгә

Илтеп япҡан инәң был;


Айыу аңын арбатып,

Ҡурай тартҡан инәң был;

Аҙаҡ айыу бейетеп

Йөрөп ятҡан инәң был.


Ә шулай ҙа күрмәнем

Бының ише кәмитте:

Аҡҡош булып бейергә

Айыуға ла көн етте!”


Дөрөҫ, инәй, бик дөрөҫ,

Мин дә тәүгә күрәмен!

Аҡҡошланып талпына

Айыуҙары Бөрйәндең!


Йөҙ йәшәгән инәйем

Бер аҙ уйлап алды ла:

“Әкиәттәр һөйләүе

Ҡыйын хәҙер донъяла...”


“Ниңә, ниңә, инәйем?

Әкиәттә бар хикмәт!”

“Кеше — үҙе әкиәт,

Кеше — үҙе ҙур хикмәт!..


...Әкиәт түгел, өнөмдә

Күрҙем Аҡъял батырҙы.

Ер аҫтарын айҡап, ул

Ҡара алтын арттырҙы!..


Һәүбән, байҡап һыу аҫтын,

Диңгеҙ малын ҡайтарҙы.

Бөгөн беҙҙең табында —

Ете диңгеҙ аштары!..


Хатта Зөһрә-ҡыҙҙы ла

Барып алдыҡ беҙ Айҙан!

Кеше булған кешегә

Илем асты киң майҙан.


Ерҙә көткән көнөбөҙ —

Үҙе оло хазина.

Дуҫлыҡ тигән табыштан

Йөҙҙәргә нур яҙыла!


Урыҫ, башҡорт, йә сыуаш

Ҡыймай бөгөн бер-берен.

Барынан да бағыулы

Беҙҙә кеше ғүмере.


Кеше, көндәй көләреп,

Үҙе әкиәт булған да!

Ҡыйын, ҡыйын әкиәт

Һөйләүе был заманда!..”


“Ниңә, ниңә, инәйем?!

Һөйлә, һөйлә әкиәт!”

“Әкиәттән ҡалған, тим,

Айыуғолаҡ-әкәмәт...”


“Кем ул?” — тигәс, инәйем

Төшөндөрҙө ҡыҫҡаса:

“Айыуғолаҡ” әкиәтен

Һөйләй ине ҡоҙаса...


...Бер бабайҙың әбейе,

Солоҡ соҡоп йөрөгәндә,

Тәрән өңгә батҡан, ти,

(Бында түгел — Бөрйәндә!)


Тотоп алған әбейҙе

Өңөндәге ҡарт айыу.

Бисәлеккә ҡалған, ти,

Әбей — булған бик ҡыйыу...


Улы тыуғас айыуҙан

Бик ҙур айыуғолаҡлы,

Ай үҫәһен көн үҫеп,

Егет булған ул затлы.


Айыу өңөн тарһынып,

Көнгә егет тартылғас,

Һөйләп биргән әсәһе

Донъя, халыҡ хаҡында.


Айыуғолаҡ кешелек

Хисен тойоп нурланған.

Алып сыҡҡан әсәһен

Өңдән, ҡара урмандан...


Кеше йәнле кеше һуң

Ятып өңдә сыҙармы!

Цирктағы айыуҙар

Һалды ғәжәп уйҙарҙы.


Әллә, тимен, улар ҙа —

Шундай айыуғолаҡмы?

Тышы йөнтәҫ булһа ла,

Эсе нурлы, күңелаҡмы?..


Сөнки борон-борондан

Айыуҙарҙы күп күрҙем,

Әммә бындай бейеүҙең

Күргәнем юҡ төхөрөн”...


Эй инәйем, инәйем,

Кинәнесле инәйем,

Әйткән тапҡыр һүҙеңә

Нимә генә тиәйем?!


Чайковский балетын

Бейей беҙҙең шат ҡыҙҙар.

Улар ғына етмәһә —

Бөрйәндәге айыуҙар!


Рәхмәт һеҙгә, тайыштар,

(Ҡыйын “тайыш” тиеүе!..)

Матур икән, бик матур

Йәш аҡҡоштар бейеүе!


Һеҙҙең килеп бейеүҙе

Көтә, тиҙәр, париждар.

Бөрйән балын бөркөтөп

Ҡайтыр әле тайыштар!


Кеше түгел, айыу ҙа

Йөрөп бөгөн данлана.

Табан имеп ятыуҙы

Һөймәй беҙҙең замана!


Ә бар бәғзе бәндәләр

(Бармаҡ төртөп әйтмәйем),

Сыға алмай өңөнән,

Имеп ята тәпәйен.


Ала ләкин умырып

Илдең бәлеш телемен.

“Халҡым өсөн хеҙмәт!” — тип

Даулай тәпәй имеүен.


Үҙ күлдәге — иңендә,

Өңө — күлдәк тышында.

Уның өсөн бар донъя —

Ҡорһағының эсендә.


Шулай ҙа ул: “Илем!” — тир,

“Беләһеңме, кем мин?!” — тир.

Айыуғолаҡ шаҡшыны

Таныу ситен, ситендер...


Тыҡрыҡ һайын тертәңдәп

Йөрөп ятыр ил һәрмәп.

Айыуғолаҡ тимәҫһең,

Трибунанан өн бәрһә!


Айыуғолаҡ уфтаныр,

Планетаны ҡайғыртып.

Тар өң ләкин биләүләр,

Йоҡлар өңөн шаңғыртып...



II
Был донъя бик ҡыҙыҡ, сәйер нәмә:

Бар хакимы уның, бар хамы.

Айыу тынын өрөп, тәпәй һурып

Һамҫып ята быуат тарханы.


Өңө икән имен — донъя бөтөн,

Хет аҡылдан илдәр яҙһындар!..

Терәр өсөн артын, тик ҡабартып

Өң төбөнә ырғыт ҡаҙмендәр...


Кәрәк түгел уға ил дарыһы,

Быуындарҙың даулы көрәше.

Килер көндөң майлы ҡалъяларын

Күңелендә алған өләшеп...


Көрәгәнән оло туҫтаҡ йолор

Һәм мыйығын борор — “уҙаман”!..

“Ҡымыҙ, ҡаҙ һәм ҡыҙ!” — тип, мәсьәләне

Глобалләп ҡуйыр “бик таман”.


Тархан мәгәр сәйәсәттән хәбәр —

Елдең тоя ҡалай иҫкәнен!

Үрмәләһә өңө ауыҙынан,

Ҡарпыштарын ҡаплай һиҫкәнеп.


Кейә галстуклы аҡ яғаһын,

Аҡ манжетҡа еңен ҡайыулай.

Ал флажок болғап баш осонда,

Заман таҡмағында аҙымлай...


Ил хәстәрен күргән уҙамандай,

Тар маңлайын һырлап ебәрә.

Йөрөһә лә ыҫлап ил майҙанын,

“Бәйнелмиләл”20 йырлап ебәрә...


Ҡулға хатта ҡыҙыл кирбес ала,

Илтеп һала күркәм нигеҙгә.

“Массаларҙың ярһыу ярышында —

Йөрәгем!” — тип өндәү нигеҙләй...


Әммә тархан — төптән ҡала тар-хам,

Алдан йөрөй шәхси файҙаһы.

Уның өсөн фәҡәт һыйлы табаҡ

Ил күкрәткән төҙөү майҙаны.


Дөп-дөп ҡаҡҡан сыуай балғалары

Бифштекс туҡмай тарханға.

Төшөм көҫәй кеше кеҫәһенән,

Байраҡ сөйөп сафта барғанда...


Өлгөр өйә йылғыр шиғарын ул:

“Минең яҙмыш — илем яҙмышы!”

Күҙе менән шаҡып һәр сикәне,

Ҡарбуз һымаҡ һайлай танышты.


Баллы баҙ һәм келәт мөдирҙәрен

Ятлап ала ҡырын иҫәпкә.

Артҡы ишек юлы маһирҙарын

Өйөрә ул бәҫле бер сәпкә.


Ҡолаҡ ялап, әйтә йәнен майлап:

“Халҡым өсөн фиҙа беҙ, терәк!

Батырҙың да ләкин бар тамағы —

Тити-мити, бал, май, ит кәрәк!..”


Иртәгәһен “батыр” йөрөп ятыр

“Жигули”ын ҡыуып елтүбән.

Артҡы ишектәрҙән инеп сығыр,

Сумка аҫып, бөгөлөп мөкиббән.


“Бәйнелмиләл” һуҙған көйө менән

Рәхмәт һуҙып асыр муҡсаһын.

“Илем!” тип түш төйгән ҡулы менән

Төрөп тығыр тауыҡ, сусҡаһын.


Ҡуйынына һаумал ҡымыҙ йомор,

Кеҫәһенә — һары апельсин.

Универмаг артҡы ҡапҡаһынан

“Дефицит”ты һөйрәр “ил өсөн”...


Ҡайтып керер ҡырын һуҡмағынан:

“Бисәкәй, — тир, — мә, йый тиҙерәк!

Халҡым улы булған өсөн миңә

Тити-мити, бал, май, ит кәрәк!..”


Был донъя бик ҡыҙыҡ, сәйер нәмә:

Бар хакимы уның, бар хамы.

Көнөн күреп, йөрөй тынын өрөп

Егерменсе быуат тарханы.


Миллиондар бөйөк ватанымдың

Көрәш юлын үҙенә иш иткән.

Ә был бәндә хатта бәҙрәфенә

Керә, тиҙәр, артҡы ишектән!..


Егерменсе быуат небоскребын

Өң яһаған айыу үҙенә.

Ләкин модный нейлон яғаһынан

Ҡарпыш ҡолағы ныҡ күренә...



III
Айыуғолаҡ, заманса,

Небоскребын төтәтә.

Ил бәлешен умырып,

Үҙ ҡорһағын бөтәйтә.


Телевизор һәм сервант,

Бүлмә һайын гарнитур.

Электр — көй, кер йыуыр,

Тешкә тиклем таҙартыр.


Шүрлектәрҙә китаптар —

Ленин, Маркс томдары.

Ләкин үҙе өңөнән

Ҡарай алмаҫ юғары.


“Халҡыма нур-йондоҙ!” — тип,

Һәрмәр өңө һөрөмөн.

“Илем өсөн диңгеҙ!” — тип,

Лайға төртөр моронон...


Кешем — алғыр аҙымын

Айға баҫҡан заманда

Айыуғолаҡ өң төбөн

Ыҫлап ятыр һаман да.


Өңөн уҙып өнәмәҫ

Донъяларҙың киңлеген.

Күк ҡабағы иҫәпләр

Үҙ өңөнөң төндөгөн...


Шунан уҙып ни килһен

Уның зәғиф аңына?..

Сәхрәләй киң Ватанда

Ул тар өңөн һағына.


Ватан өсөн ҡалҡандай

Ҡуйыр саҡта күкрәген,

Айыуғолаҡ көй көйләр:

“Эй өңкәйем, бергенәһең!..”


Планета моңона

Борғанда ил йөрәген,

Айыуғолаҡ һаман шул:

“Эй өңкәйем, һингенәһең!..”


Набат сыңлап Сонгмиҙа,

Бөтә донъя тетрәнер,

Айыуғолаҡ бер көйгә:

“Эй өңкәйем, һин генә бер!..”


Хунта һуҡҡас Чилиға,

Биртенер Ер билкәйе,

Айыуғолаҡ бер көйгә:

“Эй өңкәйем, өңкәйем!..”


Битен сирткән себендә

Күрәлер төп яуызды.

Уның өсөн Арена —

Түңәрәк өң ауыҙы...


Өң убаһы аша ул

Күрмәҫ донъя офоғон.

Үҙ күлдәген, үҙ өңөн

Көҫәп йөрөп буҫлығыр.


Һәм ундай йән йәшәүе —

Әкиәткә лә тиң түгел.

(Айыуғолаҡ-айыу ҙа

Ташлап киткән өң төбөн!..)


Ул йәндең һәр номеры —

Үткән этап, үле сәм.

(Хатта тайыш табандар

Бейейҙәр бит бөгөнсә!)


Оло донъя ҡайғыһы —

Уның ҡайғыһы түгел.

Уға кәрәк “дефицит” —

Затлы келәм һәм мебель.


Ундайҙарға бөтөн Ер —

Өңөнөң тар һуҡмағы.

Ҡылған ҡылыҡ артында —

Ҡарпыш айыу ҡолағы...



20
Аренала — башҡорт аттары
I

Тәнәйҙәрем, апай, ағайҙарым,

Илайыммы, әллә көләйем?!

Күрегеҙсе, цирк сихырынан

Инәм йөҙө ниндәй мөләйем!
Онотҡан ул ауыр үткәндәрен,

Ата-баба йөгө — ҡайғыһын.

Ҡараған да ҡатҡан аренаға,

Йәне-тәне һөйөп тай шуғын.


Эйе, тайҙар. Ҡолон түгел, тайҙар! —

Ҡалҡҡан икән буйға һәр ҡолон.

Аренаны нурлап, сыҡҡан һөйрәп

Ергә еткән ялын, ҡойроғон.


Тыпыр-тыпыр суйыр тояҡтары

Осҡонлата уйын майҙанын.

Дары циркы! Бындай ял-яурынлы

Толпарҙарҙы ҡайҙан һайланың?


Ҡолаҡтары — киршәү ҡорос ҡайсы,

Морондары өрә ут ҡына.

Һарымһаҡтай аҙау тештәренән

Кешнәгәндә ялҡын йолҡона.


Күкрәктәре — Урал ҡаялары,

Арҡалары — арал-һырт кеүек.

Күҙҙәренең баҡыр ҡыҙылынан

Бүреләрең ҡасыр ҡорт кеүек.


Ат солтаны Солтангәрәйевкә

Арғымаҡтар ипле һырт биргән.

Аҡбуҙаттың туры тоҡомдарын

Әллә инде табып килтергән?!


Һуҙылып-һуҙылып саба турыҡайҙар —

Тере ялҡын, ялҡын майҙанда!

Ялҡын-ялдар дөрләй, дөрләй, дөрләй

Түп-түңәрәк ҡулса-ҡаҙанда.


Дары циркы! Буйсан байталдарҙы

Ҡайҙан табып, алып ҡайттығыҙ?

Шүлгәндәрҙән сабып килде микән

Аренаға ярһыу атыбыҙ?!



II
Яуап бирә шаңдап аренаның

Түп-түңәрәк төбө, көмбәҙе:

“Быуаттарҙың тәрән төпкөлөнән

Быуын-быуын сабып киләбеҙ!


Менде беҙҙе үҙе Урал батыр!

Мүйтән, Майҡы, Ҡаса, Баҫмандар...

Сәйет, Алдар, Аҡай, Алғушайҙар,

Сурағол һәм Кинйә, Салауаттар,

Муса, Сөләймән һәм башҡалар...
Күп инек беҙ юлда, бик күп инек —

Ут тояҡлы дары заттары.

Ҡылыс берсә һыбай башын ҡыйһа,

Берсә ҡырҡты беҙҙең баштарҙы...


Ҡырҡылһаҡ та, ҡороп ҡырылманыҡ —

Үҫте менеп беҙҙе батырҙар!

Беҙҙең менән киткән Салауаттар —

Муса батыр булып ҡайтырҙар!..


Елдек оҙаҡ йөкмәп ил улдарын —

Оҙон булды уҙыр аралар.

Ошоғаса Зәки һәм Әмирҙәр,

Хажиәхмәттәр һәм Әүхәҙиҙәр

Беҙҙе менгән килеш баралар...

Һулҡый-һулҡый ҡанлы яралар...


Эй елдек беҙ, елдек, беҙ елдек,

Берсә еңдек, берсә еңелдек.

Дауҙа тулап, яуҙа ҡолонлап,

Дарылыҡты һаҡлап беҙ килдек!


Бәйгеләрҙә бейеү бәхете

Иш булһа ла, беҙгә аҙ булды.

Дағалары утлы тояҡтың

Ылғый дарыларға ҡағылды...


Етер өсөн ошо бәйгегә,

Хәтәр юлда хәтһеҙ йонсоноҡ.

Йота алмай сынйыр сыңлауын,

Күптәребеҙ ҡалды тонсоғоп...


Тыуғас ҡына ҡыҙыл-һыбайлы,

Һалды беҙгә хөрлөк эйәрен.

Ҡыҙыл йондоҙ таҡҡан шлемы

Барҙы ярып заман елдәрен.


Октябрь, тип заман атаны

Өҙгән көнөн сынйыр-ҡоршауҙы.

Бында бөгөн килеп еттек беҙ,

Сабып үтеп Питер, Варшауҙы...


Бында килеп етеү юлының

Ауырлығын тик беҙ беләбеҙ.

Планетаның дары циркында

Башҡорт даны — беҙ гел еләбеҙ!


Беҙҙең артта — йылдар, быуаттар,

Янған ауыл, ауған ҡалалар.

Порт-Артур һәм Париж, Берлиндар,

Беҙ һыулаған диңгеҙ, йылғалар...


Беҙҙең алда — йылдар, быуаттар,

Ҡалҡыр ауыл, торор ҡалалар.

Тояҡтарҙан беҙҙең ҡубынып

Тороп ҡала ҡотло дағалар!


Иңдә беҙҙең — һомғол һыбайлы,

Дары циркында ул сыныҡҡан.

Атлы халҡы булып ҡитғаның,

Аренаға дөрөп ил сыҡҡан!


Уралының алмас ҡылысын

Ҡылды яра ҡырҡып уйнатҡан...

Тояҡтарҙың сәсрәү дарыһы

Донъяларға балҡый йыраҡтан!..”


Аға, аға һыуҙай был заман!

Саба, саба аттар йән-фарман!

Урыҫ биргән һыныҡ ҡылысын

Айҡап үтә Муса21 ҡаһарман...


Үтә, үтә, үтә Уралдан

Саҡма тояҡ аттар теҙелеп.

Елеп үтә егет... Ҡыҙҙарҙың

Үҙәктәре ҡала өҙөлөп...


Һыу алырға төшкән икән ҡыҙ,

Сыңғыр-сыңғыр сеңләй силәге...

Их егетем! Ҡала өҙөлмәй

Тулып бешкән ҡурай еләге!..


Толпар үтә, тала көйәнтә...

Егет китә, ҡала һөйәркә...

...Аренала — беҙҙең һылыуҙар! —

Яңы номер йәнде көйрәтә...



21
Аренала — башҡорт ҡыҙҙары
I
Сыңғыр-сыңғыр силәк йырҙары,

Семәрләнеп тора һырҙары.

Йырлай-йырлай һыуға баралар —

Һылыу ҙа һуң илем ҡыҙҙары!


Көйәнтәләр гөллө-алмалы —

Иңгә генә ипләп һалмалы.

Ваҡ-ваҡ баҫып һыуҙан ҡайталар —

Ситектәре сәмсә-ҡаймалы.


Мөлдөр-мөлдөр мөлкөй һыуҙары,

Нурланалыр йылға буйҙары.

Кемдә генә икән уйҙары,

Көҙгә генә микән туйҙары?..


Һығыла-һығыла һырлы көйәнтә,

Һарыла, һарыла һомғол һөйәркә:

— Һыуҡайыңдан ауыҙ иттер, — тип

Сығып баҫҡан юлға, кейәңкә...


— Егет, егет, ебәр, бирмәйем!

Көтә өйҙә һиҙгер инәйем.

Һыуһаһаң бик, һыуға төшә тор —

Һыуҡайымды илтеп киләйем!


Юҡ, ебәрмәй егет, ебәрмәй...

— Ҡуйсы, егет, атам бик әрләй!

— Әрләгәндәр — китһен әрләнгә!

Һин ҡал бында! — тиеп битәрләй...


— Юҡ, ҡалмайым, ҡала алмайым —

Ҡарап тора ана ағайым.

— Ағайыңдың күҙе ҡылыйҙыр —

Тик бер генә уртлап алайым!


— Уртлаһаң бер, унда ни ҡала...

Ҡарттай етеп килә бит ана!

— Ҡарттайыңдың аты аҡһаған!

— Һыу бөткәнме әллә донъяла...


— Һыу бөтмәгән, йәней, донъяла,

Һинең силәк кенә йән һала.

— Ана килә ҡустым ҡысҡырып,

Абау-абау, йөҙөм ояла...


— Килеп етһә ҡустың ҡысҡырып,

Кәнфит китер тешкә ҡыҫтырып.

— Кескәй һеңлем күрһә нимә тир?..

— Тымыҙырбыҙ хушбуй тоттороп!


— Бүҫкә ҡайтһа һыуҙан силәгем,

Күтәрәлмәм ғәрҙең күмәген:

Атай, инәй, ағай һәм ҡусты,

Һеңле күҙгә ҡарай күрмәһен...

Ҡарттай темеҫкенеп йөрөмәһен...
— Атайыңа эйәр һәм ҡамсы

Бүләк булыр күҙгә баҡҡансы.

Инәйеңә — яулыҡ һәм камзул,

Ағайыңа — дуҫлыҡ һонған ҡул!


Ҡыҙыл һаплы бәке — ҡустыңа,

Еҫле һабын — һеңлең усына

Һәм намаҙлыҡ — ҡарттаң теҙенә!

Күҙҙәренең яуы алынһа,

Күҙ һалмаҫтар силәк эсенә!
— Абау-абау, егет, кит инде...

Силәгем бик бейек бит инде.

— Бейеклек тиң миндәй бейеккә!

— Йәнем... янам... етте, етте инде!..


Ирен менән ирен игелә,

Силәктәр сайпыла, түгелә...

...Йөҙ йәшәгән ғәзиз инәйем

Бер илай ҙа үҙе, бер көлә...


Инәй, инәй, ниңә илайһың?

Йәшлегеңде әллә уйлайһың?

Матур үткән һеҙҙең йәш ғүмер —

Күреп шуны туя алмайһың?!


Аҡҡан тормош шундай тәбиғи...

ФТР22-һыҙ, шауһыҙ тирмә-өй...

Көйәнтәләп һыуға йөрөгәс,

Ҡыҙҙар ифрат һомғол булған, ти.


Һыуҙары ла татлы бик, бик, ти...

Аңҡымаған хлор, нефть, ти...

Аҡ тирмәлә ирҙәр йыр көйләп,

Ғүмер һөргән ҡымыҙ эсеп, ти...


Танһыҡ булып китте шулары,

Шарт-шорт килгән ошо заманда...

Инәй, әллә кире әйләнеп

Ҡайтайыҡмы һеҙҙең байманға?..


ФТР-ҙан биҙгән ейәнен

Тыңламаны шул саҡ инәйем —

Ауыр һулап тик ҡул һелтәне...

Күҙҙәр минең китте киңәйеп:


Цирктың аҡ экран-йөҙөндә

Дары һыҙҙы инәм уфтауы.

Башҡорттарҙың Битыр батшаға

Хатын бөрктө дары-ут тауы:


“...Ә ул һеҙҙең указда... ошондай әмер яҙылған: беҙ башҡорттарға вә ғәйре дин кешеләренә яңы яһаҡ һалырға; бөтә балаларыбыҙҙың йән иҫәбен алырға ла һәр төрлө түләмдәр түләттерергә; ҡыҙҙарыбыҙҙың туйы өсөн дә ҡалым аҡсаһынан өсәр һум алырға; биләгән ерҙәребеҙҙәге солоҡтарҙы, өйөбөҙ эргәһендәге умарталарҙы, ағай-энелә булған мунсаларҙы яҙып сығып, улар өсөн дә беҙҙән оброк алырға; беҙ биләгән Ағиҙел, Эҫем, Өфө һәм башҡа йылға, күлдәрҙә бығаса яһаҡ түләп киленгән балыҡ тотоуға өҫтәмә оброк һалырға; шуның өҫтөнә беҙ тағы, шуларҙы иҫәпкә алып яҙып йөрөүсе өйәҙ түрәләренең тамағын туйҙырыу өсөн, һәр кешенән көн һайын икешәр гривна аҡса, йәнә лә ике подъячиға икешәр алтын, һәр һалдатҡа берәр алтын йыйырға... Шунан һуң ул әмерҙә... беҙ ҡолдарығыҙ үҙҙәренең үлгән кешеләрен ҡырҙағы зыяратҡа түгел, ә... мәсет ихатаһы эсендә ерләһендәр, мәйеттәрҙе ерләгәндә мәсет эргәһендә муллалар менән бергә поптар ҙа булһын, уларға мәйеттән хәйер-саҙаҡа бирелһен, тиелгән... Харам үлгән йылҡы тиреһенән унар тәңкә, ҡолон тиреһенән унар тәңкә аҡса йолорға... Мейестәребеҙҙе, ...балыҡ тотоу ауҙарын, тирмән-мөтәүкәләребеҙҙе, күпер, мәкеләребеҙҙе иҫәпләп-яҙып сығып, уларҙан да оброк алырға... Александр түрә ауыҙынан шундай әмерле... яҙыуҙы ишеткәс, беҙ уға, ундай эште үтәргә беҙҙең хәлебеҙҙән килмәҫ, ...тип бәхәсләшә башланыҡ... Ошонан һуң беҙҙе йәшелсә баҡсаһына индереп бикләтте, тирә-яғыбыҙға айбалта, мылтыҡ менән ҡоралланған һалдаттар ҡарауылын ҡуйҙы, баҡсаға бик күп атар туп сығартты ла, беҙҙе ҡурҡытыр өсөн, уларҙан оҙаҡ ваҡыт аттырҙы. Шул саҡта беҙ белмәгән ниндәйҙер эсемлек килтереп, беҙ ҡолдарыңа шуны сихәт өсөн түгел, михнәт өсөн көсләп эсерҙе. Бығаса беҙҙең һис ниндәй харам эсемлек эсмәгән кешеләребеҙ ул эсемлектән үлеп тә ҡуйҙылар: Нуғай юлындағы Сахай ауылынан Ҡармыш Сахаев туғыҙ иптәше менән үлде. Ә иҫереп ҡолап, йоҡлап ятҡан кешеләрҙе мыҫҡыл иттеләр, ятҡан кешеләргә ут төрттөләр... Александр Сергеев: “Һеҙ әле Мәскәүгә ялыу менән йөрөйһөгөҙ икән”, — тигән дә... Ҡадир менән Өзәйҙе аҫтырған, ҡалған күп иптәштәрен сыбыртҡылап ярҙырған... Бер кем дә Мәскәүгә бер нәмә хаҡында ла ялыу менән йөрөмәһен өсөн, оҙаҡ ваҡыттар дауамында бөтә яҡҡа сапҡындар ебәреп, орандар һөрәнләтте. Мәскәүгә ниндәй ҙә булһа эш хаҡында ялыу менән киткән кешене тотоп алып аҫасаҡбыҙ, ә бисә-сәсә, бала-сағаларын һөргөнгә ебәрәсәкбеҙ, тип янаны... бөтә юлдарға ҡарауыл ҡуйып бөттө... Зөйә янындағы ауылдарҙы ныҡ талағандар, күп ауылдарҙа һуғыш ҡупҡан, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны әсир алып киткәндәр. Шундай ҡот осҡос ҡыҫыу, йәберләү, талауға сыҙай алмайынса, рәхимһеҙ ғәскәр кешеләренән ҡасып, ҡышҡы сатнама әсе һыуыҡтарҙа үҙ өйҙәребеҙҙән сығып киткәс, беҙҙең бисара ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, бала-сағаларыбыҙ өшөп-туңып күп ҡырылды”...
Көләүендәр тулай манежда,

Сайпылдыртып ҡыҙҙар силәген.

Ике бөртөк тамсы төшкәндәй —

Дүнән менән тилбер дүнәжен...
Сыулап-сыулап ҡыҙҙар көлгәндәй,

Егеттәрҙең өҙөп үҙәген.

Ике бөртөк күҙйәш тамғандай —

Дүнән менән тилбер дүнәжен...
Егет баштар ергә ауғандай,

Һыҡтандырып ҡыҙҙар йөрәген.

Ике бөртөк ал ҡан тамғандай —

Дүнән менән тилбер дүнәжен...
Береһе — көн, береһе — төн булып,

Тултырғандай йылдар күнәген.

Быуаттарға йылдар һеңгәндәй —

Дүнән менән тилбер дүнәжен...
Ҡара ҡулын әжәл һалғандай,

Быумаҡ булып илем үңәсен.

Бер-береһен ҡыуып барғандай —

Дүнән менән тилбер дүнәжен...
Эй һеҙ йылдар, тилбер уйындар,

Баш бирмәүсе дүнән, дүнәжен!

Бушаттығыҙ кемдең күҙҙәрен,

Тултырҙығыҙ кемдең күнәген?!.

II
Йәнем һаман Күктә... төптә, төптә...

Шуҡ йондоҙҙар бейей эргәмдә.

Серле өндөң серле сихриәте

Өнөмдө төш ҡылып биргән дә,


Ятам ҡарап етенсе ҡат күктән

Еремдәге циркын тарихтың.

Эй Хоҙайым! Ерҙән айырҙың да

Уралымдан мине зар иттең!..


Шарт-шорт атып дары пистолетын,

Көләүенем төндән атлыға.

Тимерйәндең осло түбәһендә

Буденовка!.. Ерҙе шат даға


Туҡылдата! Башҡорт аттарында

Елә, елә ҡыҙыл һыбайҙар!

Күҙ алдымда турап иҫкелекте,

Ҡылыстарын айҡап-болғайҙар!..


Ҡыҙыл байраҡ киреп бара алдан

Ал йондоҙло ғорур көләүен.

Дер-һелкетә Урал орандары

Дары дармандары дөрләүен.


Һәм ни күрәм?.. Әллә киләсәген

Йәберләнгән ерҙең, донъяның?! —

Ҡыҙыл ғәскәр яуын һурҙы ялҡын,

Аренаны сергә сорнаны...


Пистолеттан шарт-шорт атып ҡалды, —

Уйын ғына икән, -- көләүен...

Тимерйәндең танып шуҡлыҡтарын,

Күҙ йәштәрем үтә көләмен...



III
Күнәктәрен ҡуя башҡорт ҡыҙы,

Көйәнтәһен һала иңенән.

Елән түгел инде: ҡыҙҙың һыны —

Космонаттар һөйгән кейемдә!


Иңдәренән илдең дары ҡыҙы

Быуаттарын алып ташланы.

Ашъяулыҡҡа төрөп ап-аҡ ҡалас,

Көләс көнгә асты ҡапҡаны.


Ғаләмдәрҙең сөмгөл төпкөлөнә

Һуҙа юлын ерем ҡаласы:

Йыһан карабының рулен тотоп

Сәфәр сыға башҡорт балаһы!


Үртле космодромы Ирәмәлдең

Дары төйөп карап осора.

Их, мине лә йыһан бушлығынан

Алып ҡайтһын ине, осрап!..


Юҡһа, яңғыҙ — Күктә өнһөҙ-һанһыҙ,

Ҡайта алмай ергә ҡаңғырам.

Ауһам ине кире Уралыма,

Булһам ине уға саң ғына!..


И Илаһым! Өҙ һин был төшөмдө!

Йондоҙлоҡтан тамам ялҡыным!

Анау килгән йондоҙ-карабында

Башҡорт ҡыҙы — иң-иң яҡыным!..


Елә йондоҙ... Күктә — йәш, һылыу ҡыҙ,

Йондоҙ ҡыҙы дары еренең!

Илтеп биреп Күккә Ер һөйөүен,

Сөмөрөр ул Көнгә иренен!


Их, буй етмәҫ Урал һылыуына —

Йөрьәттәрем ерҙә ҡалғандар...

Көләүендәр уртлап алыр силәк

Бейек икән, бейек, туғандар!..

...................................................

Абау йәнем! Ергә тарта тәнем!

Йондоҙҙарға һис иш түгелмен!

Ҡапланайым Уралҡайҙарыма—

Күктә күмһеүҙәрҙән төңөлдөм!..
Ишетелде шул саҡ ҡолағыма

Илаһымдан килгән бер тауыш.

Ерсән түгел, күксән тауышымды

Шул тауышҡа иттем мин ҡауыш:



22
Серле өн:
Һыҡтанаһың ниңә, улҡайым,

Ергә һыймай инең түгелме?..

Бейеклеккә йәнең ашҡынып,

Төйәкләнең үҙең Күгемде!



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет