59. Уларҙан һуң тағын бер нәҫел килде лә, намаҙҙы ташланылар, аҙғынлыҡ нәфсеһенә эйәрҙеләр. Шуға күрә, улар ошо аҙғынлыҡтарына күрә, язаһын да аласаҡтар. (60) Тәүбә иткәндәр һәм изгелек ҡылғандарҙан башҡа. Улар йәннәткә керер һәм уларға рәнйетеүҙәр булмаҫ. (61) Ярлыҡаусы (Аллаһ) үҙенең кешеләренә серле-йәшерен рәүештә вәғәҙә иткән (Ғәден йәннәттәре), һис шикһеҙ, ысынбарлыҡ буласаҡ. Уның вәғәҙәһе һәр уаҡыт үтәлә. (62) Шунда улар буш һүҙҙәр түгел, хуш һүҙҙәр (именлек сәләмдәре) ишетәсәк. Һәм шунда иртә-кис уларға ризыҡ бирелер. (63) Ул шундай йәннәттер, уға бары тик саф мосолмандар ғына вәриҫ буласаҡ.
64. — Беҙ (фәрештәләр) Раббының әмере менән генә (һезҙҙең янға) төшәбеҙ. Алдыбыҙҙағы, арҡа яғыбыҙҙағы һәм шулар араһындағы һәр нәмә Уның милке. Һинең Раббың (әжерен, язаһын бирергә) онота торған түгел.
65. Күктәр һәм Ер араһындағыларҙың хужаһы Аллаһтыр. Шуға күрә, Аллаһҡа буйһон, Аллаһҡа хеҙмәт иткәндә сабыр һәм сыҙам бул. Уның тиңе, исемдәше (Аллаһҡа оҡшаған) башҡа берәү булырмы? (Була алмай.)
66. (Кәферлеген итеп) кеше әйтә:
-
Үлгәндән һуң мин ысындан да тағын тереләмме? — ти.
67. Үҙен юҡтан бар итеп яралтҡаныбыҙ тураһында кеше уйлап ҡарамаймы ни? (68) Раббың исеме бынан «Валлаһи» тип ант итәм, һис шикһеҙ, уларҙы мәхшәр көнөндә шайтандар өйөрө менән бергә йыйырбыҙ, уларҙы йәһәннәм уты тирәләй теҙләндереп тотасаҡбыҙ.
69. Иң башта һәр өммәттән рәхимле Аллаһҡа иң ныҡ ҡаршылыҡта булғандарҙы һайлап (йәһәннәмгә) алырбыҙ. (70) Хаҡтыр, шунда (йәһәннәмгә) кереп янырға тейештәрҙе Беҙ бик яҡшы беләбеҙ. (71) Шунда керергә тейешле булмаған һис бер кеше арағыҙҙа юҡ. Был — Аллаһтың ҡәтғи ҡарар иткән ҡотолғоһоҙ хөкөмөҙер.
72. Һуңынан Беҙ Аллаһтан ҡурҡып, гөнаһ эшләүҙән тыйылғандарҙы ҡотҡарырбыҙ. Ғәҙелһеҙ залимдарҙы теҙләнгән килеш шунда ҡалдырырбыҙ. (73) Аяттарыбыҙҙы уҡығанда инҡарсылар иманлыларға әйтә ине:
— Ике халыҡтың (кәферҙәр менән мосолмандарҙың) ҡайһыһының (тотҡан урыны) яҡшыраҡ, ҡайһыһының йәмғийәте көслөрәк? — тип әйтәләр ине.
74. Уларҙан әүүәл дә төҙөлөш һәм күренеш яғынан да яҡшы йәшәгән (кәферҙәр)ҙе Беҙ күп һәләк иттек. (Шул турала ла әйт һин уларға.)
75. Әйт:
— Юлдан яҙғандарға ла мәрхәмәтле Аллаһ ғүмер мөҙҙәте бирер. Ниһайәт, үҙҙәренә вәғәҙә ителгән яза килгәс йәки Ҡиәмәтте күргәс, кемдең малы әҙ, кемдең йәшәү шарттары насар, кемдең ғәскәре зәғиф икәнлеген аңларҙар, — тип.
76. Аллаһ тура юлда йөргәндәрҙең һидәйәтен арттырыр. Өҙлөкһөҙ ҡылынған изгелекле эштәр Раббы ҡаршыһында алынасаҡ әжер булараҡ та, тәҡдирҙең һуңғы нәтижәһе булараҡ та хәйерле.
77. (Рәсүлем) аяттарыбыҙҙы инҡар итеп тә:
— Минең малым һәм балаларым, һис шикһеҙ, күп буласаҡ, — тигән әҙәмде күргәнең бармы? (78) Ул (Аллаһ янындағы) йәшерен серҙәрҙе белеүсеме әллә? Бәлки, ул (Әхирәттә малдарын, балаларын ҡайтарып алырға тип) Аллаһ менән килешеү төҙөгәндер? (79) Ҡәтғи әйтәбеҙ — юҡ. Уның һүҙҙәре яҙылып барасаҡ. Уның ғазаптарын арттырғандан-арттыра барасаҡбыҙ. (80) Ул әйткәндәргә (малына, балаларына) вәриҫ Беҙ булырбыҙ. Ул үҙе лә яныбыҙға япа-яңғыҙ (яланғас) килер.
(81) Улар үҙҙәренә бер абруй һәм (яҡлаусы) ҡеүәт булһын тип, Аллаһтан башҡаны тәңре иттеләр. (82) Юҡ! Улай барып сыҡмаҫ. Улар табынған нәмәләр уларҙың ялбарыуҙарын ҡабул итмәҫ һәм уларға дошман буласаҡ. (83) (Рәсүлем) күрмәйһеңме ни, Беҙ, кәферҙәрҙе вәсүәсәгә һалып, юлдан яҙҙырһындар тип, шайтандарҙы күндерҙек.
84. Шулай булғас, һин (уларҙың һәләк булыуын) ашыҡтырма. Беҙ уларҙың йәшәйһе көндәрен (ҡылмыштарын) бәйнә-бәйнә һанап барабыҙ. (85) Саф мосолмандарҙы мәрхәмәтле Аллаһ ҡаршыһына йыйған Көндө, (86) гөнаһлыларҙы туплауға ҡыуыла торған, хайуан көтөүе шикелле, йәһәннәмгә ҡыуғанда, (87) рәхимле Аллаһ менән вәғәҙәләшкәндәрҙән башҡаларҙың ярлыҡаусыһы булмаҫ. (88) Улар:
— Аллаһ бала атаһы булды, — тине. (89) Әлбиттә, һеҙ (кәферҙәр) яман һүҙ әйттегеҙ. (90) Уны ишетеп, күктәр саҡ емерелеп төшмәне. Ер ярыла, тауҙар ҡубарылып, ишелә яҙҙы. (91) Раббыға бала һылтағанға күрә. (92) Гәрсә, Аллаһтың бала атаһы булырға ихтыяжы юҡ.
93. Күктәрҙәге һәм Ерҙә булған һәр кем ҡол һүрәтендә Аллаһ янына килер. (94) Ул уларҙың барыһын да ҡамап ала һәм уларҙың һунын (нимә ҡылғандарын) белеп тора. (95) Уларҙың һәр береһе Ҡиәмәт көнөндә Уның янына япа-яңғыҙ ғына киләсәк. (96) Иман килтереп, изгелектәр ҡылғандарҙың күңелендә мәрхәмәтле Аллаһ (бер-береһен) яратыу хисе уятасаҡ. (97) Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡҡандарҙан һөйөнсө алһын тип, гөнаһлыларҙы киҫәтһен тип, Беҙ Ҡөръәнде еңел аңлашылырлыҡ итеп, һинең телеңә яйлаштырҙыҡ. (98) Беҙ уларҙан элек йәшәгән күпме халыҡтарҙы һәләк иттек. Уларҙың берәйһен һин һиҙҙеңме (иҫәндәрен күрҙеңме?) йәки, һис юғында, уларҙың бышылдағандарын ишеттеңме (һәләк булғандарҙың ауазы юҡ)?
20 - Та-һа (Та-һа) сүрәһе
(Та-һа сүрәһе 135 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Сүрәнең исеме баштағы ике хәрефтән килә: «Т», «Һ» әйтелешләрендә «Та, Һа» була. Был ике хәрефтең, ике ауаздың нимә аңлатҡаны тураһында тәфсирселәр араһында бәхәстәр күп. 1. Был һүҙ Рәсүл әкрәм саллаллаһу (ғәләйһиссәлләмдең) мөбәрәк исеме. 2. Ант һүҙе. 3. Һәй, кеше, тип әҙәм балаһына мөрәжәғәт итеү һ. б.)
Бисмилл әһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Та. һа. (Мәүләнә Алиҙә: Та-һа — Эй, Әҙәм балаһы, тип шәрехләнгән.) (2) Беҙ Ҡөръәнде һиңә ҡыйынлыҡтар килтерһен тип индермәнек. (3) Бары тик Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡҡандарға бер өгөт булһын тип, (4) Ерҙе һәм күктәрҙе яралтҡан Аллаһ тарафынан индерелде. (5) Рәхимле Аллаһ Ғәрешкә (Күктәге тәхеткә) хужа булды. (6) Күктәрҙә, Ерҙә һәм улар араһында булган нәмәләр менән тупраҡтың аҫтында бар-булғандарҙың бөтөнөһө лә Уныҡы. (7) Һин һүҙеңде (доғаңды) ҡысҡырып (йәки ауыҙ эсеңдән генә) һөйләһәң дә, Ул йәшерен серҙәрҙе лә, йәшерендән-йәшерен булғандарҙы ла белә. (8) Аллаһ шулдыр, Уның Үзенән башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һис кем юҡ. Уның күркәм исемдәре бар.
9. Муса тураһындағы ҡисса һиңә килеп ирештеме?
10. Ул бер ут күрҙе һәм ғәйләһенә әйтте:
— Һеҙ тороп тороғоҙ, мин бер ут күрҙем, бәлки, унан һеҙгә утлы киҫәү алып килермен йәки усаҡ янында дөрөҫ юлды табырбыҙ, — тине. (11) Муса (ут янына, нурға) килеп еткәс, бер тауыш ишетелде:
— Әй, Муса! (12) Хаҡтыр, Мин ул — һинең Раббың, Мин. Әйҙә, башмаҡтарыңды һал. Һин мөҡәтдәс (изге) Тува үҙәнендә. (13) Мин һине (пәйғәмбәр итеп) һайланым. Хәҙер инде һиңә уахи ителәсәктәрҙе тыңла. (14) Шик-шөбһәң булмаһын, Аллаһ — ул Мин, Мин. Минән башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һис бер кем юҡ. Шулай булғас, һин Миңә ғибәҙәт ҡыл, Мине зикер итеп, намаҙыңды (ҡалдырмайынса) дөрөҫ итеп уҡы. (15) Ул Сәғәт (Ҡиәмәт көнө), һис шикһеҙ, киләсәк. (Ләкин) Мин (уның ҡасан килаһен) белгертмәйем, һәр кем нимә ҡылһа, шуныңса әжер алһын, тип.
16. Уға (Ҡиәмәт көнөнә) инанмаған һәм нәфсеһен ҡәнәғәтләндереү менән генә шөғөлләнгәндәр һине бынан (Ҡиәмәткә ышаныуыңдан, тура юлдан) яҙҙырмаһындар! Юҡһа, һуңынан һин һәләк буласаҡһың. (17) Ий, Муса, һинең уң ҡулыңда нимә ул?
18. — Был минең таяғым, — тине Муса. — Мин уға таянып йөрөйөм. Уның ярҙамында мин малдарыма ағас ярраҡтарын ҡойоп төшөрәм. Уның башҡа эшләргә лә файҙаһы тейә.
19. (Аллаһ) әйтте:
— Ташла һин уны, — тине. (20) Ул (Муса таяғын) ташланы. Таяҡ шунда уҡ тиҙ шыуыша торған йыланға әүерелде. (21) (Аллаһ) әйтте:
— Тот уны, ҡурҡма. Беҙ уны кире үҙ хәленә ҡайтарырбыҙ. (22) Бер ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ та, башҡа бер мөғжизә кеүек, ул йәрәхәтләнмәйенсә һәм ап-аҡ килеш кире сығасаҡ. (23) Тағын һиңә иң бөйөк мөғжизәләребеҙҙең (берһен) күрһәтербеҙ. (24) Фирғәүен янына кит. Ысынлап та, ул сиктәрҙе уҙҙы.
25. — Раббым, — тине Муса. — Күкрәгемде киңәйт (миңә ҡеүәт бир), (26) эшемде ҡулай ит, (27) телемде сис (оҫта һөйләү һәләте бир). (28) Һүҙемде яҡшы аңлаһындар. (29) Ҡәрҙәштәрем араһынан миңә бер ярҙамсы бир. (30) Туғаным Һарунды. (31) Ул минең арҡа яғымды һаҡлаһын. (32) Уны эшемдә уртаҡ ҡыл. (33) Һине туҡтауһыҙ данларбыҙ. (34) Һине өҙлөкһөҙ зикер итербеҙ, инша'аллаһ. (35) Шөбһә юҡ, Һин ҡылмыштарыбыҙҙы күреп тороусы. (36) (Аллаһ) әйтте:
— Эй, Муса, теләгәндәрең һиңә бирелде. (37) Бынан әүүәл дә һиңә ярҙамыбыҙ тейгән ине. (38) (Беренсеһе) һинең әсәйеңә уахи иткән заманда булды: (39)
— Уны (Мусаны) тартмаға һал да, йылғаға һалып ағыҙ, диңгеҙ уны ярға алып сыҡһын, уны Минең дә, һинең дә дошманың булған берәү табасаҡ, — тинек. Минең ҡаршымда үҫеп етһен тип, Мин һиңә Үҙемдең мөхәббәтемде һалдым.
(«Хәҙрәти Мусаның әсәһе: «Башҡа ир балаларҙы ла үлтергән кеүек, минең улымды ла Фирғәүен үлтерер», тип ҡурҡып, юғарынан уахи килгәс, Мусаны тартмаға һалып, ҡаҙаҡлап, Нил йылғаһына ташлай. Фирғәүендең ҡатыны Асия ире менән яр ҡырындағы баҡсала йөрөгәндә, һыуҙағы тартманы күреп ала. Һандыҡ эсендәге баланы күреп шаҡ ҡата. Батша һарайында үҫтерер өсөн Мусаға имеҙеүсе һөт әсәһе эҙләйҙәр, Мусаның апаһы ярҙамында, һөт әсәһе итеп, уның үҙ әсәһен урынлаштыралар».
Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )
40. Һинең апайың килеп (Фирғәүенгә):
— Уны (табылған баланы) ҡарар өсөн һеҙгә берәйһен табайыммы? — тине. Шулай итеп, хәсрәтләнмәһен, күҙе-күңеле бәхет менән тулһын тип, һине әсәйеңә кире бирҙек. Иҫеңдәме, һин бер кешене үлтерҙең. Беҙ һине ғазаптан, язанан ҡотҡарып ҡалдыҡ. Һине һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Шуға күрә, һин байтаҡ йылдарға Мәдйән халҡы араһында ҡалдың. Һуңынан, тәҡдирең ҡушҡанса, бында килдең. (41) Һине: Минең юлда хеҙмәт итһен (илсе булһын), тип һайланым. (42) Һин дә, туғаның да бергәләшеп Минең аяттарымды алып, Мине зикер итеп, (43) Фирғәүен янына китегеҙ. Сөнки ул аҙғынлыҡтың аръяғына сыҡты. (44) Әммә уның менән итәғәтле итеп һөйләшегеҙ, бәлки ул ғибрәт алыр һәм аҡылға ултырыр һәм (гөнаһ ҡылыуҙан туҡтар) ҡурҡыр. (45) Әйттеләр:
— Раббыбыҙ, дөрөҫө шул, ул беҙҙең менән артыҡ тәкәббер булыр тип йәки (ғәҙелһеҙлегендә) тағын да нығыраҡ сиктәрҙе уҙыр тип ҡурҡабыҙ, — тинеләр.
46. (Аллаһ) әйтте:
— Ҡурҡмағыҙ, Мин һеҙҙең менән бергә булырмын, Мин барыһын да ишетеп тә, күреп тә торамын, — тине. (47) — Барығыҙ, уның янына китегеҙ. Әйтегеҙ:
— Беҙ һинең Раббыңдың илселәре булабыҙ. Исраил улдарын тиҙ генә беҙгә биреп ебәр, уларҙы рәнйетмә. Беҙ һинең Раббыңдан бер аят килтерҙек. Тура юлға баҫҡандар ғына ҡотола аласаҡ, —тип аңлатығыҙ. (48) — Ысынлап та, беҙгә хәбәр килде: (ул аяттарҙы) ялғанға сығарғандар һәм йөҙ сөйөргәндәр язаға тартыласаҡ.
49. Фирғәүен әйтте:
— Кем ул һеҙҙең Раббығыҙ, әй, Муса? — тине.
50. Муса әйтте:
— Беҙҙең Раббыбыҙ — яралтылған һәр нәмәгә рәүешен биреп, унан һуң дөрөҫ тәртиптә урынлаштырған (йүнәлеш биргән) Аллаһыбыҙ, — тине.
51. Фирғәүен әйтте:
— Улайһа, йәшәп киткән (үлгән) ҡәүемдәрҙең хәле нисек буласаҡ? (Улар бит һинең был киҫәтеүҙәреңде белмәйенсә китте), -тине.
52. Муса әйтте:
— Улар тураһындағы мәғлүмәт Раббы янындағы Китапта (Ләүхел Мәхфүздә) булыр. Раббым яңғылышмаҫ та, онотмаҫ та. (53) Ул һеҙҙең өсөн Ерҙе яҫтыҡ кеүек йәйҙе һәм шунда һеҙгә юлдар асты, Күктән ямғыр яуҙырҙы. Төрлө үҫемлектәрҙе (йән эйәләрен) пар-пар итеп яралтты.
54. Ашағыҙ, мал аҫрағыҙ. Шик юҡ, аҡылы башында булғандар өсөн бында уйланырлыҡ нәмәләр бар.
55. Һеҙҙе унан (ерҙән, тупраҡтан) яралттыҡ. Йәнә һеҙ шунда китәсәкһегеҙ (үләсәкһегеҙ, күмеләсәкһегеҙ), һәм тағын һеҙҙе (Ҡиәмәт көнөндә) унан сығарасаҡбыҙ. (56) Ысынлап та, Беҙ уға (Фирғәүенгә) бөтөн дәлилдәрҙе (мөғжизә аяттарын) күрһәттек, ул (уларҙы) тағын ялғанға сығарҙы һәм (уларға инаныуҙан) баш тартты. (57) Шунан (Фирғәүен) әйтте:
— Әй, Муса! Сихырҙарың менән һин беҙҙе йортобоҙҙан (Мисырҙан) ҡыуып сығарырға тип килдеңме? — тине.
58. — Улайһа, беҙ ҙә һиңә шундай уҡ күҙ буяу-сихыр күрһәтәсәкбеҙ. Һинең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҡулай булған уртаҡ майҙанға осрашырға уаҡытты үҙең билгелә. Вәғәҙә боҙош булмаһын.
59. Муса:
— Байрам көндө, кешеләр йыйылғас, өйләнән алда осрашасаҡбыҙ, — тине. (60) Шунан һуң Фирғәүен китеп барҙы. Үҙенең бөтөн хәйләһен (сихырсыларын) йыйып алып килде. (61) Муса әйтте:
— Һеҙгә яҙыҡтыр, Аллаһ тураһында уйҙырмалар (ялған) һөйләмәгеҙ. Ахырҙа Ул хәтәр яза менән тамырығыҙҙы киҫер. Ғәйбәт һөйләгән кеше, һис шикһеҙ, тар-мар ителәсәк.
62. Шунан һуң улар (сихырсылар) ҡасып-боҫоп, үҙ-ара кәңәшләшә, бышылдаша башланылар. (63) Ниһайәт, әйттеләр:
— Былар икеһе лә (Муса менән Һарун) сихырҙары менән һезҙҙе йортоғоҙҙан ҡыуып сығарыр өсөн һәм һеҙҙе ошоға тиклем тотҡан үрнәк юлығыҙҙан, динегеҙҙән (яҡшы тормошоғоҙҙан) яҙҙырыр өсөн килгән күҙ буяусылар, — тинеләр.
64. (Фирғәүен әйтте):
— Улайһа, хәйләләрегеҙҙе (сихырҙарығыҙҙы) әҙерләгеҙ. Унан һуң сафҡа теҙелешегеҙ. Шик юҡ, бөгөн кем оҫта, шул еңәсәк, еңгән яҡ бәхетле булыр, — тине.
65. — Муса, (сихыр таяғын) башлап һин ташлайһыңмы, әллә беҙме? —тинеләр.
66. - Юҡ, башта һеҙ ташлағыҙ, —тине Муса. Ҡараһа, ни күрҙе: күҙ буяусыларҙың бауҙары һәм таяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре хәрәкәт итә башланылар кеүек тойолдо уға. (67) Муса ҡурҡыуға ҡалды.
68. — Ҡурҡма, — тинек, — һин, һис шикһеҙ, еңәсәкһең. (69) Уң ҡулыңдағы (таяғың)ды ергә ташла. Ул күҙ-асып йомғансы теге нәмәләрҙе йотоп бөтөрәсәк. Улар бары тик күҙ буяу менән генә шөғөлләнә ала. Күҙ буяусылар иһә ҡайҙа барһа ла (нимә генә ҡыланһа ла уңышһыҙлыҡтан, язанан) ҡотола алмаҫ.
70. Шунан һуң сихырсылар йөҙ түбән йығылды:
— Муса менән Һарундың Раббыһына иман килтерәбеҙ, -тинеләр.
71. Фирғәүен әйтте:
— Минең рөхсәтемдән башҡа Аллаһҡа инандығызҙмы? Ысындан да, ул (Муса) һеҙгә сихыр өйрәтеүсе башлығығыҙҙыр, моғайын. Хәҙер ҡул-аяҡтарығыҙҙы ботарлап, һеҙҙе хөрмә ағастарына аҫып ҡуясаҡмын. Бына шунан һуң һеҙ кемдең язаһы хәтәрерәк һәм дауамлыраҡ икәнен күрерһегеҙ. (Мусаның Аллаһытыҡымы, әллә минекеме?)
72. (Иман килтергән сихырсылар) әйттеләр:
— Беҙҙе яралтҡандан (Аллаһтан) һәм беҙгә ебәрелгән асыҡ мөғжизәларҙән һине өҫтөн ҡуя алмайбыҙ. Шулай булғас, теләгәнеңде эшлә. Һин бары тик ошо донъяла ғына хөкөм итә алаһың. (73) Хаталарыбыҙҙы һәм һин мәжбүр иткән сихырсылығыбыҙҙы ғәфү итһен тип, без Аллаһҡа иман килтерҙек. Рәхмәте киң булған һәм язаһы ла дауамлы булған бер Аллаһтыр. (74) Шуныһы хаҡтыр, кем дә кем Раббыһы ҡаршыһына гөнаһтар төйәп барһа, шул туранан-тура йәһәннәмгә керер. Ул шунда ни үле, ни тере булып (интегеп) йәшәйәсәк. (75) Кем дә кем мосолман булып, изгелектәр ҡылып Уның ҡаршыһына барһа, өҫтөн дәрәжәләр шуға булыр. (76) Арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы Ғәден йәннәттәрендә мәңгегә йәшәп ҡаласаҡтар. Саф-паҡ булғандарға бүләк шул булыр.
77. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға:
— Кешеләрем менән бергә төндә юлға сыҡ та, (ҡыуа килеүселәрҙең) артығыҙҙан етеүенән дә ҡурҡмайынса, (һыуға батып үлеүҙән дә) шөрләмәйенсә уларға (юлдаштарыңа) диңгеҙ (төбө) аша ҡоро юл һал, — тип бойорҙоҡ.
78. Һис көтмәгәндә (Фирғәүен) ғәскәре менән улар артынан ҡыуа сыҡты. Улар (Фирғәүен һәм бөтөн ғәскәре) диңгеҙ һыуы аҫтында ҡалып, тонсоғоп һәләк булды. (79) Фирғәүен үҙ халҡын үҙе боҙҙо, тура юлдан алып китмәне.
80. Ий, Исраил улдары, һеҙҙе дошмандарығыҙҙан (Фирғәүен тоҡомонан) ҡотҡарып ҡалдыҡ. Тур тауының уң яғында һеҙгә вәғәҙә (Тәүрәтты) бирҙек һәм Илаһи шәрбәт (ҡөҙрәт хәлүәһе) менән бүҙәнә ҡошоның ите индерҙек.
(Ш.Ноғманиҙа: Тур тауы янында Мусаның уң яғынан һеҙгә Тәүрәтты вәғәҙә иттек һәм һеҙгә ашарға шәрбәт һәм ҡош итен индерҙек. X. Чантайда: Турҙың уң янында һеҙгә вәғәҙә бирҙек һәм һеҙҙең өсөн ҡөҙрәт хәлүәһе менән бүҙәнә ҡошо индерҙек һ. б.)
81. Һеҙгә ризыҡ итеп бирелгәндәрҙең паҡ булғандарын ашағыҙ, ләкин артыҡ исраф итмәгеҙ (сиктәрҙе уҙмағыҙ, кәрәге ҡәҙәр генә ашағыҙ), кәферлек ҡылмағыҙ, (юҡһа) һеҙҙе ғазабым тотар. Ғазабым тотҡан һәр кем, ысынлап та, һәләкәткә дусар. (82) Шуныһы ла хаҡтыр, Мин тәүбә иткән, һуңынан иман килтергән һәм изгелек ҡылған, тура юлға баҫҡан кешеләрҙе ярлыҡайым.
83. — Ий, Муса, халкыңды ҡалдырып, ашыға-ашыға яңғыҙ ғына килергә нимә сәбәп булды? (84) — Улар минең арттан килә, — тине Муса. — Әммә мин, Раббым, Һинең ризалығыңды ҡаҙаныу өсөн, шулай алдан килдем.
85. Аллаһ бойорҙо:
— Һин киткәндән һуң Беҙ һинең ҡәрҙәштәреңде (Һарунды, халҡыңды) һынап ҡараныҡ һәм Сәмири уларҙы юлдан яҙҙырҙы.
(Сәмири уларҙы быҙау һынына табынырға ҡотортто.)
86. Муса асыулы һәм борсоулы ҡиәфәттә ҡәүеме янына өйләнеп ҡайтты:
— Әй, халҡым, — тине. — Раббығыҙ һеҙгә гүзәл бер вәғәҙә (Тәүрәт) бирмәнеме? Әллә мин киткәндән һуң бик оҙаҡ уаҡыт уҙған кеүек тойолдомы һеҙгә? Йәки һеҙ Раббынан бер ғазап килеүен теләйһегеҙме? Шуға күрә, миңә биргән һүҙегеҙҙә торманығыҙмы? (87) Әйттеләр:
— Беҙ һиңә биргән һүҙебеҙҙән үҙ теләгебеҙ менән сыҡманыҡ. Әммә беҙгә шул халыҡтың (Мысырҙағы ҡатындарҙың) биҙөнеү әйберҙәрен күтәреп алып килеп, утҡа һалырға (эретергә) ҡушылды. Сәмири лә шулай эшләне. (88) (Был кеше) улар өсөн шул эретелгән алтындан мөңрәй торған быҙау һыны яһаны. Шунан һуң (Сәмири менән уның эйәрсендәре) әйтте:
— Бына, был һеҙҙең дә, Мусаның да тәңреһе булыр. Ләкин ул (Муса) был турала онотто ғына, (сөнки Муса башҡа тәңре эҙләп, тау башына китте), — тинеләр.
89. Ул быҙау һынының һис бер һүҙ һөйләй алмағанын, үҙҙәренә файҙа ла, зыян да эшләй алмаҫ икәне күрмәйҙәрме ни улар? (90) Унан алдараҡ Һарун уларға әйткән ине бит:
— Ий, халҡым, һеҙ шуның арҡаһында (быҙауға табынып) фәтнәгә тарынығыҙ. Һеҙҙең Раббығыҙ — мәрхәмәте киң булған бер Аллаһтыр. Шуға күрә, миңә эйәрегеҙ һәм бойороҡтарымды үтәгеҙ, — тигән ине.
91. Улар:
— Беҙ Муса әйләнеп ҡайтҡансыға саҡлы уға (быҙауға) табыныуҙан туҡтамаясаҡбыҙ, — тинеләр.
92. Муса әйтте:
— Ий, Һарун, — тине. — Быларҙың юлдан яҙғандарын күргәс тә нимә тыйҙы һине (93) минең арттан барырға? Минең бойороғома ҡаршы баш күтәрҙеңме?
94. Һарун:
— Ий, әсәйемдең улы (ий, бер туған ағайым)! — тине. — Һин минең сәсемде, һаҡалымды йолҡма. Мин һинең: «Исраил улдары араһында ғауға сығарҙың, һүҙемде тотмағанһың», — тип әйтүеңдән ҡурҡтым.
95. Муса:
— Һәй, Сәмири, хәҙер һинең ҡылмышыңа киләйек, —тине. (Быҙау һәйкәле яһап, һин ниндәй маҡсатҡа ирешергә теләнең?) (96) Сәмири әйтте:
— Мин улар күрмәгәнде күрҙем, — тине. — Ул илсенең эҙенән бер ус тупраҡ алып, уны (быҙау яһар өсөн эретелгән алтын эсенә) ташланым. Минең эске бер теләгем шулай эшләргә ҡушты.
(«Самири: мин кешеләр күҙенә күренмәгән рухты, Жәбраилде күрҙем йәки мин Мусаның пәйғәмбәр икәнен белдем, шул изгенең аяҡ аҫтынан тупраҡ алып, һәйкәлгә ҡатнаштырҙым. Мин изге рух ҡатнаштырып һын яһаным, тип әйтергә теләй». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)
97. Муса:
— Күҙемдән юғал! — тине. — Ғүмерең буйы һин: «Миңә ҡағылмағыҙ, миңә яҡын килмәгеҙ», — тип һөйләнергә мәхкүм ителдең. Һинең өсөн айырым бер ғазап, ҡотола алмаҫлыҡ яза Көнө килер. Табына торған һәйкәлеңә ҡара. Ант итәм, беҙ уны яндырасаҡбыҙ. Унан һуң көлөн диңгеҙгә һибәсәкбеҙ.
(«Шулай итеп, бер кем менән һөйләшә-аралаша алмаһын тип, Сәмириҙе сүлгә, ҡырағай хайуандар араһына ебәрәләр. Ул тәнде серетә торған тилсә менән ауырый башлай. Кешеләр янына бара алмай. Ул шулай интегеп һәләк була».Хәсән Чантай тәфсиренән.)
98. Һеҙҙең Аллаһығыҙ бары тик берәү генә. Унан башҡа бер кем дә Илаһи ҡөҙрәткә эйә түгел. Аллаһтың ғилеме бар нәмәне лә солғап алган. (99) (Ий, Мөхәммәд) бына шулай итеп, уҙғандағыларҙың хәлдәрен һиңә аңлатабыҙ. Хаҡтыр, Беҙ һиңә Үҙебеҙҙән киҫәтеү (Ҡөръән) индерҙек. (100) Унан (Ҡөръәндән) йөҙ сөйөргән кеше, һис шикһеҙ, йыйылған гөнаһтары өсөн Ҡиәмәттә язаһын татыр. (101) Ундай кешеләр шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Улар өсөн Ҡиәмәт көнөндә иң ауыр йөк (уларҙың гөнаһтары) буласаҡ. (102) Ул Көндө Сур (борғо)ға өрөлөр һәм Беҙ гөнаһлыларҙы (ҡурҡыуҙан) күҙҙәре (ала-тилә) аҡайған килеш мәхшәргә тупларбыҙ. (103) Улар үҙ-ара бышылдап ҡына һөйләшер:
— Беҙ (донъяла йәки ҡәберҙә) ун көн генә булдыҡ, — тип әйтерҙәр. (104) Уларҙың нимә тураһында һөйләшкәнен Беҙ бик яҡшы ишетеп торабыҙ. Уларҙың иң зиһенлеһе, иң тура булғаны:
— Бер көндән дә артыҡ булманығыҙ, — тип әйтер.
105. (Ий, Мөхәммәд) һинән тауҙар хаҡында һорарҙар (Ҡиәмәт көнөндә тауҙарға нимә булыр?) Әйт:
— Аллаһ уларҙы туҙанға әүерелдерер, — тип. (106) Шулай уҡ, Ер өҫтөн тип-тигеҙ сүл хәленә килтерәсәк. (107) Шунда бер генә ҡалҡыулыҡ та йәки соҡор урын да күрәлмәҫһегеҙ.
(108) Ул Көндө кешеләр саҡырыуға йөҙ тотоп, уңға-һулға тайпылмаҫтан, (Исрафилға) эйәреп барырҙар. Шунан һуң, мәрхәмәтле Аллаһ ҡаршыһында тауыштар тығар. Шуға күрә, һин уларҙың бышылдашҡандарын ғына ишетерһең.
(109) Ул Көндө Раббы тарафынан рөхсәт алған һәм Аллаһтың ризалығын ҡаҙанған кешеләрҙән башҡа һис кемгә лә шәфәғәт, файҙа теймәҫ. (110) Ул кешеләрҙең киләсәген дә, үткәндәрен дә белә. Улар был турала белмәй генә. (Аллаһтың эштәрен белеп торорлоҡ мәғлүмәт уларҙа юҡ.) (111) Ул Көндө йөҙҙәр тере һәм һәр нәмәгә хаким булған Аллаһ алдына эйелер. Ғәҙелһеҙлек ҡылғандар иһә тар-мар ителер. (112) Мөьмин булараҡ, изгелек ҡылған кеше язанан да, хоҡуҡтары ҡыҫылыуҙан да (язаһы арттырылып, сауабы кәметелеүҙән дә) ҡурҡмаҫ.
113. (Ий, Мөхәммәд) Беҙ уны ғәрәпсә Ҡөръән булараҡ индерҙек һәм (кешеләрҙе гөнаһтары өсөн биреләсәк ғазап менән) күп тапҡырҙар ҡурҡыттыҡ. Ихтимал, улар (гөнаһ ҡылыуҙан баш тартыр) һаҡланыр. Йәки ул (Ҡөръән) ғибрәт (киҫәтеү һәм вәғәз) булараҡ иҫтәренә төшөрөп тороусы булыр.
114. Хөкөмдар Аллаһ мотлаҡ бөйөктер. Һиңә барыһы ла индерелеп бетмәйенсә, һин (Ҡөръән уҡырға) ашыҡма.
— Раббым, минең ғилемемде арттыр, — тип әйт.
115. Бынан әүүәл дә Беҙ Әҙәм менән (ярамаған ағастан емеш алып ашамаҫҡа тип) килешекән инек. Ләкин ул (антын) онотто. (Шайтан ҡотортҡанына түҙә алманы, тәүәккәл рәүештә ҡаршы тора алманы, ярамаған емеште ашаны, гөнаһ ҡылды.) Беҙ шунда (Әҙәмдең холҡонда Аллаһҡа буйһоноу ҡарары) түҙемлелек күрмәнек. (116) Бер уаҡыт Беҙ фәрештәләргә:
— Әҙәмгә сәждә итегеҙ! — тигән инек. Уларҙың барыһы ла сәждә итте. Иблистән башҡа. Ул ҡарышып, баш тартты. (117) Шунан һуң Беҙ әйттек:
— Ий, Әҙәм, — тинек. — Ул (Иблис) һиң лә, ҡатыныңа ла хәтәр дошман. Аң булығыҙ, һеҙҙе ул йәннәттән сығарттырмаһын. Юҡһа, бик ҡыйын хәлдә ҡалырһығыҙ. (118) Хәҙергә бында (йәннәттә) һин асыҡмаҫһың һәм дә яланғас булыуҙан ҡурҡмаҫһың. (119) Һыуһыҙлыҡтан интекмәйәсәкһең, эҫҫенән дә язаланмаҫһың.
Достарыңызбен бөлісу: |