Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет18/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21

253




үҙенән аша үрелеп ҡарап торған Ҡыҙырастың ҡабырғаһына төртөп алды:

  • Күрҙеңме, һинең урында хәҙер Юлдаш тора. Шул кәрәк уға, эйеме, әй?..

Ҡыҙырас өндәшмәне. Ғариф, ике ҡулын салбар кеҫәһенә тыҡҡан килеш, Ҡыҙырастың ҡабырғаһына терһәге менән генә тағы төртөп ҡуйҙы.

  • Мин әйтәм, ну шәп сәпәгәндәр ҙә һуң үҙен, эйе бит, Ҡыҙырас?

Ҡыҙырас газетанан күҙен алмай ғына, ҡырт киҫеп:

  • Эйе түгел! — тине.

Ғариф, быны ул юрый, мыҫҡыллап әйтә тип аңлап, тәтелдәүен дауам итте. Ул Ҡыҙырасты бик ныҡ шатландырырға тейешле булған был ваҡиға уңайы менән дуҫының һуңғы ваҡытта үҙенә ҡарата һалҡынайыңҡы- раған мөнәсәбәтен яҡшыртып ҡалырға тырыша ине.

  • Нисегерәк кәпәрендереп төшөргәндәр! Тап үҙен яһағандар ҙа ҡуйғандар, эйеме, Ҡыҙырас. Но, кәрәген биргәндәр, эйе бит, әй!

Ҡыҙырас ҡапыл тағы бер ҡат:

  • Эйе түгел! — тип ҡысҡырҙы ла Ғарифтың арыҡ яурынынан ҡыҫып тотоп алды. Ғариф, һиҫкәнеп, аптырап, дуҫына ҡараны. Ҡыҙырастың муйыл кеүек сөм ҡара күҙҙәре асыу һәм нәфрәт менән яналар, һоро һипкелле йомро битенә Ғарифҡа ныҡ таныш, уҫал ҡыйыулыҡ сыҡҡайны.

  • Һин, ни, һин!.. — тине Ҡыҙырас, тотлоға биреп, — ҡуян йөрәк, һин һөйләйһеңме быны!

Ғариф, ҡото осоп, ҡапыл артҡа сигенде. Газета тирәһендә эркелешеп торған уҡыусылар бөтәһе лә улар яғына боролдо. Ҡыҙырас Ғарифты һуғырға тип күтәргән йоҙроғон төшөрөп кеҫәһенә тыҡты ла, бер кемгә лә ҡарамай, үҙ партаһы яғына китте.

Аптыраған һәм ҡурҡҡан Ғариф та, мәғәнәһеҙ мығырлап, урынына барып ултырҙы. Уҡыусылар, ғәжәпләнеп, бер-береһенә ҡарашты.

Зарифа, Ҡыҙырастың Юлдашты яҡлауына ҡыуанып, унан бының сәбәбен һорашырға ғына йыйынғанда, Юлдаштың инеп килгәнен күреп, туҡтап ҡалды. Башҡа уҡыусылар ҙа, нимәнәндер уңайһыҙланған һымаҡ, үҙ

254


урындарына таралды. Газета янында бер кем дә ҡалманы.

Юлдаш, портфелен партаһы аҫтына һалғас, һалмаҡ ҡына атлап, стена газетаһы ҡаршыһына барып баҫты.

Гөлкәй тиҙ генә Зарифаның ҡолағына:

  • Хәҙер күрә бит, ни эшләр икән? — тип шыбырланы.

  • Уҡыр ҙа урынына ултырыр, — тине Зарифа ла бышылдап ҡына.

Гөлкәй тағы:

  • Ә, асыуланып, газетаны йыртһа? — тип ныҡышты.

  • Газетаны йыртырға бер кемдең дә хаҡы юҡ, — тине Зарифа, — унан һуң Юлдаш ундай аҡылһыҙ малаймы әллә?..

  • Шулай ҙа ул миңә ҡыҙғаныс, — тип ҡуйҙы Гөлкәй.

Зарифа, ҡоро ғына итеп:

  • Йә, Гөлкәй, был турала һөйләшмәйек, — тине. Сөнки ул Юлдашҡа үҙе һоҡланған кеүек үк Гөлкәйҙең дә һоҡланыуын, үҙе ҡыҙғанған хәтле үк Гөлкәйҙең дә ҡыҙғаныуын ни өсөндөр теләмәй ине. Ә Гөлкәй, быны аңламай, һаман:

  • Юлдаш шундай матур малай... Мин уны йәлләйем, — тип тәтелдәне. Зарифа өндәшмәне.

Ул арала Ғариф тағы, күҙен йылтыратып, Ҡыҙырас яғына ҡарап алды.

  • Нисегерәк! — тип әйткеһе, Юлдашты үсекләп, бе- йеп-һикереп көлгөһө килде уның. Ләкин Ҡыҙырастың башын түбән эйеп, уңайһыҙланып ултырғанын күргәс, бер ни ҙә аңламай, аптырап, ул да тик ултырҙы. Был ваҡытта Ғилман да класҡа килеп инде. һәм, газетаны уҡып бөтөп, бер ни булмаған кеүек тып-тыныс ҡына үҙ урынына килгән Юлдашҡа иғтибар менән текләп:

  • Йә, нисек, малай? — тип һораны.

Юлдаш өндәшмәне. Улар һаман элеккесә бер партала ултыралар, ике арала бер ни булмаған кеүек ябай, татыу һөйләшәләр. Тик осрашыуҙың беренсе көндәрендәге кеүек бер-береһенә һоҡланыу, ҡыуаныу менән бәйләнгән айырыуса йылы дуҫлыҡ ҡына юҡ ине хәҙер. Ғилман һорауын ҡабатланы:

255


  • Нисек ҡарайһың, тим.

Юлдаш, ғәҙәтенсә, ирененең бер яғын әҙ генә төшөрә биреп, һалҡын ирония менән йылмайҙы ла:

  • Рәхмәт. Шәп яҙғанһың, — тине.

Был һүҙҙең юрыймы, әллә ысынлапмы әйтелеүенә төшөнмәгән Ғилман яурынын ғына ҡыҫып ҡуйҙы.

Был турала һүҙ шуның менән бөттө.

Дәрестәр бөгөн һәйбәт үтте. Уҡыусылар ғәҙәттәгегә ҡарағанда тын, ихлас ултырҙылар, дәрескә актив ҡатнаштылар. Хатта Ғариф менән Ҡыҙырас та бөгөн ботаника дәресендә бер көн алған икеле билдәләрен төҙәттеләр. Кисәге тырышып дәрес әҙерләү бушҡа китмәне. Ғариф «өс», Ҡыҙырас «дүрт» билдәһе алды. Бының өсөн класта бөтәһе лә ҡыуанды. Тик бер Юлдашҡа ғына бөгөн бик ауыр ине. Тыштан элеккесә тыныс күренһә лә, эстән йөрәге яна ине уның. Хатта хәҙер йүгереп кластан сығып киткеһе, яңғыҙы ғына бер бүлмәлә ҡалып, үкһеп-үкһеп илағыһы килә ине. Сәғәттәр үтте, ул уҡытыусыларҙың һөйләгәнен дә, уҡыусыларҙың яуаптарын да ишетмәне. Әйтерһең дә, уның башы бөгөн үҙ уйҙары менән тығыҙлап тултырылған да унда башҡа, ситтән килгән бер генә һүҙгә, бер генә фекергә лә урын ҡалмағайны. Бәхеткә ҡаршы, бөгөн уҡытыусылар уны таҡтаға сығарып йәки урындан һорап мәшәҡәтләмәне. Киреһенсә, бөгөн һәр дәрестә тиерлек Ҡыҙырас менән Ғарифҡа иғтибар булды. Иң алғы партала ултырған Юлдаш, теләһә-теләмәһә лә бөгөн журналға Ҡыҙырас фамилияһы тәңгәленә география менән ботаниканан «дүрт», арифметиканан хатта «биш» билдәһе төшөүен күреп ултырҙы.

Әсә теле дәресендә Ғәбит ағай был уңыш тураһында әйтмәй үтә алманы.

  • Күрҙегеҙме, балалар, Ҡыҙырас менән Ғариф эште нисек шәбәйтеп ебәргән... Былай булһа, беҙ был сиректә класс намыҫы өсөн көрәштә еңеүсе булып сыға алырбыҙ. Үҙебеҙ һөйләшкәнсә — Бөйөк Октябрь байрамын да, партияның егерменсе съезын да намыҫлы эш менән ҡаршыларбыҙ, — тине ул, ҡыуаныслы йылмайып. — Был Ғариф менән Ҡыҙырастың уңышы ғына түгел, бөтә кластың уңышы, балалар!

256




Ҡыҙырас менән Ғарифтың өлгәшеүе өсөн бөтә балалар ҙа ҡыуанышты. Тик Гөлкәй генә, ғәҙәтенсә, ҡулдарын сәбәкәйләп, осоноп:

  • Ә минең бөтәһе лә «биш»леләр генә!.. Мин сиректе бишкә генә тамамлайым! — тип ҡысҡырҙы.

Ғәбит ағай уга ҡарап: «Гөлкәйҙә үҙе өсөн генә ҡыуана, үҙе генә маҡталыуҙы ярата торған яраҡһыҙ ғәҙәт бар. Унда класс өсөн, коллектив өсөн ҡыуана, көйөнә белеү тәрбиәләргә кәрәк...» — тип уйлап ҡуйҙы.

Ул арала Ғариф, күҙҙәрен түңәрәкләндереп, Ғилманға ҡарап алды ла, ярамһаҡлы йылмайып, баҫалҡы ғына тауыш менән:

  • Эйе шул. Минең дә икем юҡ шул хәҙер. Мин уның, Ғилмандың, ярҙамында ғына быға ирештем, — тине.

Быны ишетеп, Ғәбит ағайҙың маңлайындағы йыйырсыҡтар тағы күбәйеп китте. Ул, бошоноп: «Ғарифтагы ялағай лыҡ ғәҙәте миңә оҡшамай. Был уны яңылыш юлға алып барыуы мөмкин. Айырым эш алып барырға кәрәк булыр. Уҡыуҙа яҡшы билдә алыу тураһында ғына түгел, бөтә яҡтан ысын кеше, коммунизм кешеһе, тәрбиәләү тураһында күберәк уйларға кәрәк беҙгә...» — тип тә уйлап алды.

Э Ҡыҙырас, Ғарифтың был ялағайлығына ғәрләнеп, ҡаштарын йыйырып ҡуйҙы. Ғарифтың был ғәҙәте уға башҡаларға ҡарағанда ла нығыраҡ таныш һәм сикһеҙ яғымһыҙ ине хәҙер.

Бына һуңғы дәрес, тарих дәресе, башланды. Уҡытыусы Ильясов ағай, ғәҙәтенсә, дәресте бик матур итеп һөйләне. Аҙаҡ, йомғаҡлау ваҡытында, Юлдашҡа өндәште. Юлдаш ҡапыл һиҫкәнеп китте лә, бер ни ҙә аңламай:

  • Э?.. — тип ҡуйҙы.

  • Әллә йоҡлап ултыраһыңмы һин? — тип асыуланды уҡытыусы. — Үткәндә бирелгән дәресте һөйлә әле.

«Үткән дәрес... Египетта дәүләт төҙөлөшө. Фараон, уның власы. Дәүләт менән идара итеүе. Ҡол биләүсе- лек. Ҡолдар, крәҫтиәндәр...» — тип Юлдаш дәрестең планын уйлап алды. Эйе, ул быларҙың бөтәһен дә бик яҡшы белә ине. Кисә өйҙә ул, былар хаҡында тыры

1/49- 1.0004.08

257




шып уҡып, хатта һөйләп тә ҡарағайны. Тик нисек һуң хәҙер тороп быны һөйләп бирергә?! һөйләп торғанда, илап ебәрһәң? Уның бит хәҙер һөйләгеһе түгел, илағыһы ғына килә...

  • Йә, — тине уҡытыусы, түҙемдән сығып. — Йәһәтерәк ҡуҙғал.

Юлдаш үҙ һүҙле тауыш менән:

  • Булдыра алмайым, — тине.

  • Белмәйһеңме? — тип аптыраны Ильясов.

  • Эйе, — тине Юлдаш. Сөнки тағы бер һүҙ әйтһә, ул үҙен ҡысҡырып илап ебәрер төҫлө тойҙо.

Юлдаштың газетаға яҙылыуы хаҡында әле белергә өлгөрмәгән уҡытыусы уның һүҙенә ышанды.

Отличник малайҙың да шулай дәресте уҡымай киле- үенә һәм иҫе лә китмәй «булдыра алмайым», «белмәйем» тип ултырыуына бик ныҡ асыуы килде. Урта рәттәге иң алғы партала, өҫтәл янында ғына ултырған Юлдаш класс журналына үҙенең фамилияһы тәңгәленә «икеле» цифры төшкәнен күреп ҡалды.

Бынан һуң уҡытыусы кемдәрҙәндер һораны. Кемдәрҙер яҡшы итеп һөйләне, кемдәрҙер ыҡ-мыҡ итеп торҙо, һөйләүселәр араһында Ҡыҙырастың асыҡ, ышаныслы тауышы ла ишетелеп ҡалды. Юлдаш Ҡыҙырас фамилияһы тәңгәленә «дүрт» билдәһе төшкәнен күрҙе һәм, ҡаты әсенеп:

«Ә миңә ике... ике... ни өсөн?.. Ҡыҙырас өсөн бит быныһы ла!.. Нимә эшләргә был малай менән!.. Э ул үҙе дүрт алды!.. Бына ғәжәп...» — тип әсенеп уйланды. Тик тыштан белгертмәне. һалҡын, тыныс, хатта бер тиклем ғәмһеҙ төҫ менән тик ултыра бирҙе.

Ахыр дәрестәр бөттө. Һуңғы звонок Юлдашҡа сикһеҙ яғымлы, шатлыҡлы йыр булып яңғыраны. Дәрес бөтөүгә уның бер ҡасан да был тиклем ҡыуанғаны юҡ ине. Ул ашығыслыҡ менән дәфтәр, ҡәләмдәрен портфеленә тултыра башланы. Ләкин тап ошо ваҡытта йәш уҡытыусы Ҡылысбаев класҡа килеп инде. Мәктәптең комсомол ойошмаһы уға был кластың һәүәҫкәрҙәр түңәрәгенә етәкселек итеүҙе тапшырғайны. Сөнки ул бик оҫта итеп мандолинала уйнай белә, музыканы, йырҙы ярата ине. Ул, класҡа инеү менән:

258




  • Балалар, бөгөн һәүәҫкәрҙәр түңәрәге эшләй торған көн икәнен онотмағанһығыҙҙыр? — тип һораны.

  • Онотманыҡ! Әҙерләнеп килдек! — тип шаулашты балалар.

  • Улай булһа, хорҙа, яңғыҙ номерҙарҙа ҡатнашыусылар бөтәгеҙ ҙә ҡалығыҙ, — тине уҡытыусы. Унан, бер нисә баланы эйәртеп, музыкаль инструменттар алып инергә сығып китте. Юлдашҡа ла ҡалырға тура килде. Сөнки ул айырым номерҙа — баянда уйнарға яҙылғайны. Унан һуң, ҡайтып китеп, яңғыҙаҡлыҡты тағы ла нығыраҡ раҫларға ла теләмәне. «Ҡалырға, һынауҙы аҙағына тиклем, тейешенсә кисерергә кәрәк. Бошонғанды белдереп, Ҡыҙырасты ҡыуандырырға ярамай», — тип уйланы ул.

Түңәрәк эшкә тотонмағайны әле. Балаларҙың ҡайһылары, шау-гөр килеп, класты йыйыштыра, ҡайһылары көлөшә-көлөшә эркелешеп торалар, ҡайһылары бер- берен ҡыуып коридорҙа йүгерешәләр. Гөлкәй, аяҡтарын бәүелтә-бәүелтә, тәҙрә төбөндә ултыра ине. Юлдаш уның янына барып баҫты. Уның япа-яңғыҙ бер ситтә торғоһо килмәй. Шул уҡ ваҡытта элеккесә Ғилман, Зарифа, Талип янына ла бара алмай, улар менән инде үҙен уртаҡ һүҙ таба алмаҫ кеүек тоя ине.

«Улар, бәлки, минең менән һөйләшергә лә теләмәҫтәр. Ә шаян Гөлкәй янында уның тәтелдәгәнен тыңлап, үҙең бер ни ҙә һөйләмәй торорға ла була», тип уйлап алды ул. Ләкин уның уйы барып сыҡманы. Юлдаш килеү менән, Гөлкәй, көлөүҙән, аяҡтарын бәүелтеүҙән туҡтап, ҡыҙғаныулы төҫ менән уға ентекләп ҡарай башланы. Уның һәр ваҡыт шарҡылдап көлөп ебәрергә әҙер торған шаян йөҙөнә яһалма серьезлыҡ һис тә оҡшамай ине.

  • Юлдаш, һин бик бошонма, йәме? — тине ул, эйәге менән стена газетаһы яғына ымлап. — Беҙ һине барыбер улай насар малай тип уйламайбыҙ бит. Хатта йәлләйбеҙ...

Юлдаш, уң ҡашын күтәрә биреп, мыҫҡыллы йылмайып:

  • Кем ул беҙ? — тип һораны.

  • Беҙ... Зарифа... мин... тағы... — тип ҡаушай биреп һөйләнде Гөлкәй. Зарифа уға был турала бер ни ҙә

9 - 1.0004.08

259




әйтмәһә лә, ни өсөндөр Юлдашҡа икеһе исеменән һөйләүҙе тейеш тапты. Былай ышандырырлығыраҡ булыр төҫлө ине уға. Юлдаш, ҡоро ғына итеп:

  • Нимәгә һеҙ мине йәлләмәксе булаһығыҙ?! Мин йәлкегә ҡалғанмы ни?! — тине лә, ҡаты-ҡаты баҫып кластан сыҡты ла китте.

Э Гөлкәй ошо ваҡыт коридорҙан инеп үҙ янына килеп ултырған Зарифаның ҡолағына, ысын күңелдән йәберһенеп, бышылдай башланы:

  • Йәлләйем генә тигәйнем, асыуланды ла сыҡты ла китте. Әллә ниндәй малай был Юлдаш. Уның менән нисек һөйләшергә лә белеп булмай.

Зарифа, нимәгәлер кинәнеп:

  • Асыуландымы ни? — тип һораны.

  • Эйе. Мин йәлкегә ҡалмаған, тигән була, — тине Гөлкәй.

Зарифа, ҡырт киҫеп:

  • Дөрөҫ әйткән, — тине. Унан ни өсөндөр: — Ҡайҙа китте икән һуң ул? — тип хафаланды. Ул арала Ҡылысбаев тағы ла килеп инде.

Балалар, тыпырлашып, класс таҡтаһы янына теҙелделәр. Унан партия тураһында, Тыуған ил, бәхетле балалыҡ хаҡында йырҙар йырланылар. Ҡылысбаев, уларҙың алдына баҫып, ысын дирижер шикелле, ҡулдарын һелтәп, хорға етәкселек итеп торҙо. Уның был ҡул һел- тәүенән дә, йорон йәбештерелгән кеүек мыйығынан да Гөлкәйҙең бик көлгөһө килһә лә, көлә алманы. Сөнки ул иң алда, Ҡылысбаевтың ҡаршыһында гына, тора ине. Башты аҙ ғына артҡа бороп көлөп алайым ғына тигәйне лә, Зарифа уның арҡаһына төрттө:

  • Тик кенә тор, тыпырсынма, — тине. Шулай булғас, ул нисек көлһөн инде, көлә алманы.

Ә Зарифа үҙе, Юлдаш килеп инмәҫме тип, ишек яғына ҡарай-ҡарай йырланы, Юлдаш күренмәне. Етмәһә, бынауы шаян Ҡыҙырас та, бөгөн бөтөнләй баҫалҡыланып, бер ситтә генә тик тора.

«Быға ни булған?..» — тип аптыраны Зарифа. Ул уның иртәнсәк газета янында, Юлдашты яҡлап, Ғариф- ҡа ташланыуына ла һис тә төшөнә алмағайны. Ә был турала унан һорап белергә һис тә тура килмәне.

260




Бына хор тамамланды. Бынан һуң айырым номерҙар башланды. Ә Юлдаш һаман күренмәне. Зарифа, бер кемгә әйтмәй генә сығып, уны коридорҙан, бүлмәләрҙән эҙләп инде. Ләкин ул бер ерҙә лә юҡ ине.

«Хәҙер уның сираты етә. Ул юҡ... Тағы шелтә ала бит инде...» — тип борсолдо Зарифа. Э репетиция дауам итте. Бына Ғилман бик матур итеп скрипкала уйнаны. Ғилман, был мәктәптә уҡыуҙан тыш, музыка мәктәбенә лә йөрөй ине.

Талип менән Гөлкәй «Ҡарабай»ға бейенеләр. Йыуан, һалмаҡ кәүҙәле Талип бейегәндә, туп кеүек һикереп, бик еңел йөрөй ине.

Уларҙан һуң Зарифа үҙе декламация һөйләне. Ғариф ниндәйҙер матур көйгә йырланы. Уның тауышы бик яғымлы ине. Түңәрәк занятиеһы ваҡытында ҡул сабыу ғәҙәте булмаһа ла, балалар, ул йырлап бөткәс, шаулашып ҡул сапты. Күрәһең, уның йырлауы бөтәһенә лә оҡшаны.

Бынан һуң Ҡылысбаев, ҡулындағы исемлеккә ҡарап:

  • Хәҙер Юлдаш баянда Салауат маршын уйнай, — тип иғлан итте.

  • Ул юҡ, — тине кемдер. Ҡылысбаевтың:

  • Ҡайҙа ул? — тип һорауына яуап ҡайтарыусы булманы.

  • Тимәк, баш-баштаҡланып ҡайтып киткән. Бындай тәртипһеҙ пионер тураһында вожатыйға хәбәр итмәй булмаҫ, — тине Ҡылысбаев.

Юлдаштан һуң Ҡыҙырас ҡош булып һайрарға тейеш ине. Ләкин ул да ни өсөндөр:

  • Бөгөн һайрай алмайым. Ни, бына әҙерәк тамағым ауыртып тора, — тип баш тартты. Һайрамау ғына түгел, хатта кластан сығып уҡ китте. Зарифа, уга ҡарап: «Был ни ҡылана?! Юлдашты газетаға яҙғанға ҡыуанысымдан һайрап ҡына ҡалмай, йә бейеп үк китермен, тип ҡурҡамы икән әллә?» — тип уйлап ҡалды.

Ә Ҡыҙырас, ҡаты уйланып, бошоноп, коридор буйында ары-бире ҡағылып-һуғылып йөрөнө-йөрөнө лә, ҡапыл нимәлер иҫенә төшкән һымаҡ, йүгереп пионерҙар бүлмәһенә инеп китте. Был ваҡыт унда Ғәбит ағай

9*

261




менән Юлай Ҡыҙырас менән Юлдаштың аталарын көтөп ултыра ине. Ҡыҙырастың борсоулы йөҙөн күргәс, улар икеһе лә бер юлы һикереп торҙо.

  • Нимә бар, Ҡыҙырас?!

  • Ни булды?..

Ҡыҙырас, бүлмәгә ингәс, үтергәме, әйтергәме, әллә кире йүгереп сығырға ла китергәме, тип икеләнеп, ни эшләргә белмәй бер аҙ аптыранып торҙо. Ахыр, «Әйҙә, ни булһа булыр!..» тип, ҡул һелтәп, өҫтәл янына уҙҙы ла, ҡыҙып, ашығып, тотлоға биреп һөйләй башланы.

  • Мин... ни, Юлай ағай, Ғәбит ағай... килдем, ни, анауы, мин, Юлдаш...

Ғәбит ағай уның ҡулынан йомшаҡ ҡына тотоп, үҙ янына ултырғысҡа ултыртты ла:

  • Туҡта әле, Ҡыҙырас, тыныслан. Унан ашыҡмай ғына һөйләп бир. Беҙ тыңларбыҙ, — тине. Ҡыҙырас тыныслана алманы. Ул, тағы шулай ашығып, буталып:

  • Анауы, ни, Юлдаш хаҡында газета... хәбәр... ни, дөрөҫ түгел бит ул. Мин, ни, үҙем насар малай бит ул. Юлдаш түгел... — тип әйтеп һалды.

Юлай, мәсьәләгә төшөнә башлап, артыҡ ҡыҙыҡһынып:

  • Нисек, нисек?! — тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

Ғәбит ағай, тыныс ҡына итеп:

  • Ни өсөн һин насар? Ни өсөн ул яҡшы? Ьин ипләп кенә һөйләп бир инде, йәме? Юҡһа, мин бер ни ҙә аңламайым, — тине.

Беренсе һөйләмде әйткәс, Ҡыҙырас бер аҙ тыныслана төштө.

Ул, тотлоға-тотлоға, баштан алып бөтә ваҡиғаны һөйләп бирҙе. Юлдашты ауылда саҡта алдауын да, бында килгәс эт һөсләтеүен дә, арҡаһына һуғыу ын да, Әни- сәне илатыуын да, класта Юлдашты үсекләп көлөүен дә һөйләне ул.

  • Ошонан һуң ул, ни, мине нисек шефҡа алһын?! Ни, ул мине тотоп туҡмамағас та ярар әле, — тип бөтөрҙө ул һүҙен.

Уға нисектер еңел, рәхәт булып китте. Өҫтөнән ҙур, ауыр йөк алып ташланған кеүек булды.

262




Ҡыҙырастың ысын күңелдән үҙ ғәйебен таныу ы, иптәшен аҡлау өсөн бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙер тороуы өсөн, Ғәбит ағай бала кеүек шатланды: «һәйбәт малай, һәйбәт малай. Юлдашы ла, быныһы ла бына тигән кеше буласаҡтар», — тип уйланы ул. Унан, урынынан һикереп тороп, Ҡыҙырастың арҡаһынан ҡағып, эйелгән башын юғары күтәреп ҡуйҙы.

  • Рәхмәт, Ҡыҙырас, һәр ваҡыт ошолай намыҫлы, тоғро, ғәҙел бул!

Ҡыҙырас:

  • Йә, — тип баш ҡаҡты.

Бынан һуң Ғәбит ағай уға Юлдаштан ғәфү үтенергә кәңәш бирҙе.

  • Һин уның менән дуҫлаш. Был дуҫлыҡ һәйбәт булыр. Ә уны газетаға яҙған өсөн бошонма. Әҙерәк тәнҡитләп алыу Юлдаш өсөн файҙа ғына буласаҡ. Сөнки ул да, һиңә ярҙамлашыуҙан баш тартып, һинең менән үҙе араһындағы килешә алмаусылыҡты иптәштәренән йәшереп, яҡшы эшләмәне. Шулай бит, Ҡыҙырас?

Ҡыҙырас йәнә, «эйе» тигәнде аңлатып, баш ҡағып ҡына ҡуйҙы. Уның һөйләр һүҙе бөткәйне инде. Ғәбит ағай, уның яурынынан ҡосаҡлап, ишек төбөнә хәтле оҙатты.

  • Хәҙер үк Юлдашты табып аңлаш, яраймы?

  • Ярай, Ғәбит ағай, шулай итермен, әгәр уны тапһам... — тине Ҡыҙырас, икеләнеп. Унан әкрен генә сыға башланы.

  • Юлдаш, моғайын, класс бүлмәһендә, репетициялалыр, — тине Юлай.

Ҡыҙырас, артына боролоп, күңелһеҙ генә:

  • Ул унда юҡ, — тип хәбәр итте.

  • Ә ҡайҙа һуң ул? — тип тынысһыҙланып китте Ғәбит ағай. — Ҡайҙа киткән? Ни өсөн түңәрәк эшендә ҡатнашмаған?

Юлдашҡа булған асыуы әле һаман баҫылмаған Юлай:

  • Өйөнә ҡайтып киткәндер. Бына нисек бит ул «тәртипле бала!..» — тип мыҫҡыллы көлөп ҡуйҙы.

Ҡыҙырас, башҡа бер ни ҙә әйтмәй, бүлмәнән йүгереп тигәндәй сығып китте.

263


Ғәбит ағай, Юлайға ҡарап, бойороуға яҡын борсоулы тауыш менән:

  • Хәҙер үк Юлдашты табырға. Яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Ишетәһеңме, Юлай, хәҙер үк иптәштәрен — Ғилман, Талип, Зарифа, Гөлкәйҙәрҙе уның өйөнә ебәрергә кәрәк. Хәҙер китһендәр, йәме, — тине.

Юлайҙың был балаларҙы түңәрәк эшенән алып ебәргеһе килмәй ине. Шулай ҙа уҡытыусының кәңәшен тотмаҫҡа ул булдыра алманы. Ризаһыҙыраҡ төҫ менән булһа ла, тороп, класс бүлмәһенә китеп барҙы.

  1. Дуҫ булайыҡ

Юлдаш мәктәптән, иптәштәре янынан сыҡҡас, ғәҙәтенсә, бер нәмәгә лә борсолмаҫҡа, тыныс булырға тырышты. Өйгә бер ни булмаған кеүек ҡайтып инергә теләне. Ләкин булдыра алманы. Уның эсе боша, илағыһы килә. Газета, Ҡыҙырас, «ике» билдәһе тураһындағы уйҙар, бөтәһе бергә ҡушылып, уны бөтөнләй түҙемдән сығарыр хәлгә еткерә ине. Ул, күңеле баҫылғансы, илағыһы килеүе бөткәнсе тип, оҙаҡ ҡына урам ҡыҙырып йөрөнө. Пионерҙар йорто янынан үтте. Нефтселәр клубы янына барҙы, кинотеатр афишаларын ҡараны.

Нефтселәрҙе тейәп, промыслалар, буровойҙар араһында өҙлөкһөҙ йөрөп торған автобустарҙы ла оҙатып торҙо. Ләкин булманы. Яңғыҙ ҡалғас, эс бошоу тағы ла артты. Күңелдә аяуһыҙ бер тауыш һаман: «Яңғыҙаҡ!.. Яңғыҙаҡ!..» — тип ҡабатлап ҡына торҙо. Уға икенсеһе ҡушылды: «Ике... ике...» «Ике» билдәһе алдың!»

Өсөнсө тауыш тағы ла арттырҙы: «Йәлләйбеҙ!.. Ҡыҙғанабыҙ!..»

Быныһын ишетеү бигерәк тә ауыр, был уның намыҫына тейә ине. Ул быға йәне-тәне менән ҡаршы торорға тырышты: «Юҡ, мин ҡыҙғаныс түгел, түгел!..»

Ләкин күңел тынысланманы. Ул өйгә, ата-әсәһе янына, ашыҡты. Юлдаш атаһының, яңы ғына эштән ҡайтып, Ғәли ағай менән ишек алдында һөйләшеп торған ваҡыттарына тура килде. Улар, Юлдаштарҙың тупһаһына баҫып, газета, журналдар ҡарап торалар ине. Кү

264




рәһең, почта йөрөтөүсе апай уларға әле генә осрап, газеталар биреп киткән.

Бына Юлдаштың атаһы әлкә газеталарҙың береһен асты ла, ҡыуанып, ҡысҡырып ебәрҙе:

  • Иптәш Батыров, бырау лау ҙағы яңы технология тураһындағы теге мәҡәләгеҙ баҫылған!

  • Ҡайҙа, ысынмы? — тип Ғәли ағай ҙа ҡыуанып китте.

Улар бер газетаны икәүләп ҡарай башланы.

  • Бына, өс бағана булған. Етмәһә, үҙегеҙҙе лә тө- шөрөп ҡуйғандар.

Ғәли ағай, тамаҡ ҡырып, мыйығын бора биреп ҡуйҙы.

  • Ҡара һин уны!..

  • Әйтмә лә. Ҡотлайым, туған, ҡотлайым!

Инженер, кинәнеп, мастерҙың ҡулын ҡыҫты. Ғәли

ағай, бала кеүек, шатланып:

  • Рәхмәт, рәхмәт, — тине.

«Ҡайһылай дуҫтар, — тип уйланы Юлдаш. — Ә улы, Ҡыҙырас, насар...»

Ул, һалҡын ғына иҫәнләшеп, өйгә инеп китте. Уның күҙҙәре, илағандағы һымаҡ, ҡыҙыл, йөҙө аҡһыл ине. Буранбай ағай улы артынан иғтибар менән ҡарап ҡалды. Юлдаштың һуңғы ваҡытта ни өсөндөр тағы ла күңелһеҙерәк йөрөүе уны ысынлап борсой башлағайны инде. Әле уның Ғәли ағай менән шулай һалҡын ғына иҫәнләшеп үтеп китеүе лә инженерға оҡшаманы. Ул бының өсөн ғәфү үтенгән һымаҡ:

  • Ниңәлер малай күңелһеҙ, — тип ҡуйҙы. — Үҙе бик һуңлап та ҡайтты.

  • Насар отметка алғандыр. Тырышып уҡырға теләмәһәләр ҙә, насар отметканы яратмайҙар улар, — тип көлдө Ғәли ағай, — бына минең малай ҙа шулай...

  • Юҡ, — тип уның һүҙен бүлдерҙе Буранбай ағай. — Юлдаш яҡшы уҡый ул. Ләкин шулай ҙа был арала артыҡ күңелһеҙ йөрөй. Бының сәбәбен белешергә кәрәк булыр...

  • Эй-й, — тип ҡуйҙы Ғәли ағай. Ьәм ҡапыл, ашығып, сәғәтенә ҡараны.

265




  • Бәй, сәғәт ете булған да. Миңә бит хәҙер мәктәпкә лә барырға, эшкә лә өлгөрөргә кәрәк. Класс етәксеһе ниңәлер тағы саҡыртҡан.

  • Шулаймы?.. Барырға кәрәк... Барырға, — тине Буранбай ағай.

  • Бараһың инде. Бармай ни хәлең бар, — тип көлдө Ғәли ағай. — Был арала үҙем мәктәпкә йышыраҡ йөрөй башлағас, малай ҙа тырышыбыраҡ уҡыған һымаҡ әле. Һәйбәт отметкалар ала башланы.

Буранбай ағай тағы уйсан ғына:

  • Шулай булырға тейеш, — тип ҡуйҙы.

  • Эйе, эйе, шунһыҙ булмай икән, — тине Ғәли ағай. Унан ашығып ҡайтып китте. Буранбай ағай ҙа өйгә инде. Ул шунда уҡ улы янына сыҡты. Был ваҡытта Юлдаш, сисенмәйенсә, диван өҫтөнә һуҙылып төшөп, ауырыу кеше һымаҡ, тик ята ине. Буранбай ағай, ул үҙе башлап өндәшерме тип көтөп, иҙән буйында бер аҙ йөрөнө. Ләкин Юлдаш бер ни ҙә әйтмәй тик ята бирҙе. Ахырҙа атаһы уның янына диванга килеп ултырҙы.

  • һиңә ни булды, Юлдаш? Нимәгә һин былай ҡанаты һынған ҡош кеүек йөрөйһөң? — тине ул. Ҙур, йылы усы менән улының алһыуланған битенән һыйпаны. — Был ни хәл?

Юлдаш кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән бәләкәй генә ҡағыҙ сығарып бирҙе лә:

  • Мә, мәктәпкә бар. Шунда бөтәһен дә белерһең, — тине. Унан тағы тиҙ генә стена яғына боролоп ятты. Уның һаман илағыһы килә ине.

Буранбай ағай, яҙыуҙы уҡығас, усына йомарлап, бер аҙ уйланып ултырҙы. Был Ғәбит ағайҙың, бөгөн сәғәт 7-гә мәктәпкә килергә саҡырып, кисә үк яҙған хаты ине. Буранбай ағай өндәшмәй генә улының башынан тағы бер һыйпаны ла урынынан торҙо.

  • Ярар, барып ҡайтайым. Ә һин ятма, сисен. Әсәйең янына сыҡ. Һинең янға керергә уның ваҡыты юҡ. Киске аш әҙерләй. Ишетәһеңме, Юлдаш? — тине.

Юлдаш өндәшмәне лә, урынынан да ҡуҙғалманы. Буранбай ағай башын сайҡап ҡарап тора бирҙе лә сығып китте. Юлдаш иркен һулап ҡалды. Уға хәҙер, кеше

266


күрмәгәндә, туйғансы илап алырға ла мөмкин ине. Ләкин булманы.

Кемдер ишекте ҡаҡты. Әсәһе сығып ишек асты.

  • Минең эшем күп. Исмаһам, сығып асмайһың да бит, — тип һуҡранып, Юлдаштың өҫтәленә газеталар индереп һалды.

Әсәһе сығып киткәс, Юлдаш, әкрен генә тороп, газе- таларҙы ҡараштыра башланы. Бөгөн «Правда», «Пионерская правда», «Совет Башҡортостаны» газеталары менән бергә «Огонек», «Пионер» журналдары ла килгәйне. Юлдаш башҡа ваҡыттағыса быларҙың бөтәһен дә ашҡынып, ҡыуанып ҡаршы алманы. Хатта бығаса яратып уҡыған «Пионер» журналын да, бигерәк тә рәсемдәрен ҡарарға яратҡан «Огонек»ты ла арлы-бирле ҡараштырып ҡына ситкә һалып ҡуйҙы.

Уның иғтибарын журнал эсенән килеп сыҡҡан хат ҡына ылыҡтырҙы. Ул, әсәһенең хатты күрмәүенә ҡыуанып, ашығып, өтәләнеп конвертты йыртты. Был — өләсәһенең хаты ине. Уның өләсәһе ҡасандыр ликбезға йөрөп уҡыу-яҙыуға өйрәнгән, латин хәрефе менән хатты үҙе яҙа ине. Хәрефтәре кәкре-бөкрө булһа ла, һөйләмдәре бик дөрөҫ, һүҙҙәре һәйбәт була ине уның. Юлдаш уның хатын уҡыр өсөн тигән шикелле, әсәһенән был хәрефте өйрәнгәйне. Хәҙер өләсәһенең хатын ул ҡыйынлыҡ менән булһа ла үҙе уҡый ине. Өләсәһе хаттың башында, ғәҙәте буйынса: «Хат башы, яҙыгыҙ ҡаршы!» тип ҡуйып башлап киткәйне. Унан ул уның атаһына, әсәһенә, күрше-күләнгә үҙенән, Кинйәбай ағайҙан, Гөлйөҙөм еңгәнән, Ибраһим, Хәсән бабайҙарҙың, Сәлмән, Хәмит ағайҙарҙың өй эсенән Ирәндек тауындай ҙур, һаҡмар йылғаһындай ташҡын сәләмдәр күндергәндән һуң, «был да мәғлүм булһын, беҙ бик шәп йәшәйбеҙ. Кинйәбайым быйыл ашлыҡ йыйыуҙа районда беренселекте алды. Гөлйөҙөм килен дә бик һәйбәт эшләй. Хәсән бабайың менән Сәлмән бабайыңды быйыл тағы Мәскәүгә күргәҙмәгә ебәрергә булдылар. Хәсән бабайың тағы, былтырғы шикелле: «Бармайым. Көрәшсе саҡта бармағанды, хәҙер инде нимәгә?..» — тип ҡарышып ҡарағайны ла, ахыр барырға булды. Әйҙә, барып, күреп ҡайтһын. Был ғүмер ике киләме ни? Һаулыҡтары шәп

267




уларҙың. Үҙем дә бирешмәйем. Дөбөрләтеп йүгереп йөрөп ятам. Быйыл ҡоролоҡ булһа ла, беҙҙә иген һәйбәт булды. Труддингә арыу тейҙе. Икмәк күп. Малға ла аҙыҡ етерлек. Тик әле бына Кинйәбайҙың йорт ҡарарға ғына ихласы юҡ. Лапаҫ башын һаман йүнәтеп япмай. Кыйырҙар өҫтөнә ямғыр үтеп тора...» — тип донъя хәлдәрен теҙеп яҙып сыҡҡан. Унан үҙенең Юлдаштан хат алыуын, уның Ҡыҙырас менән икеһе араһында булған мөнәсәбәткә нисек ҡарауын яҙғайны.

Хаттың был өлөшө Юлдаштың күңел яраһына тоҙ һипкән һымаҡ ҡына булды. Уның уйы тағы бөгөнгө ваҡиғаларға күсеп, эсе бошоп китте. Ул хатты уҡып та бөтмәй өҫтәлгә ырғытты ла: «Их, һаман шул Ҡыҙырас! Тотоп туҡмарға ғына ине шуны!..» — тип әсенеп, ҡабат диванға барып ауҙы.

Э Ҡыҙырас был ваҡытта уларға барырға әҙерләнә ине инде. Ул бая, Ғәбит ағай менән Юлайға хәлде һөйләп биргәс, Юлдаштан ғәфү үтенер өсөн, уны бөтә ерҙән эҙләп ҡараны. Ишек алдына сыҡмаҫмы икән тип, ҡапҡа төбөндә көтөп тә торҙо. Булманы. Ахыр, өйҙәренә ҡайтып, хәлде әсәһе менән һылыуы Энисәгә һөйләп бирҙе. Әсәһе уға:

  • Балам, тамағыңа аша ла унан Юлдаштарға инерһең. Ул өйҙәлер, — тине. Әнисә:

  • Ҡыҙырас ағай, икәүләп инербеҙ, йәме? — тине.

Ул Ҡыҙырасты бер ҡасан да «ағай» тигәне юҡ ине

әле. Үҙенә ҡарата тәү тапҡыр әйтелгән был ололау һүҙе Ҡыҙырасҡа бик сәйер тойолдо. Шул уҡ ваҡытта был Әнисәнең уны ҙурлай, хөрмәтләй башлауын да күрһәткәнгә ҡыуаныслы ла ине. Әнисә хәҙер Ҡыҙырасҡа — уҡытыусы алдына барып үҙ ғәйебен таныған, хәҙер Юлдаш менән барып ярашырға торған батыр кешегә — «ағай» тип әйтмәй һис тә булдыра алманы. Ҡыҙырас өндәшмәгәс, ул:

  • Барабыҙ бит, ағай? — тип тағы ҡабатланы.

Ҡыҙырас эстән: «Әнисә менән икәүләп барыу, моғайын, яҡшыраҡ булыр. Ул, ни, тәтелдәп беҙҙе тиҙерәк яраштырыр», — тип уйлаһа ла, Энисәгә ҡоро ғына итеп:

  • Ярар, барырбыҙ. Тик һин, ни, беҙ һөйләшеп бөткәс кенә, инерһең, — тине. Әнисә риза булды.

268




Шунан һуң Ҡыҙырас бер стакан һөттө икмәкһеҙ- ниһеҙ генә һемерҙе лә:

  • Киттек! — тине. Әнисә, ҡыуанып, уның артынан йүгерҙе. Тышҡа сыҡҡас, Ҡыҙырас: «Барырғамы, юҡмы? Нимә тип, нисек итеп барып инергә?..» — тип ике- ләнеберәк болдорҙа баҫып торҙо. Тыш шундай һәйбәт. Көн кисәге кеүек бөгөн дә аяҙ, йылы ине. Бына аҫта, тупһа тирәһендә, ялбыр ҡойроғон болғап, аҡыллы күҙҙәрен уйнатып, Ҡыҙырасты үҙе менән уйнарға саҡырып, Йомғаҡ йөрөй. Тегендә, арыраҡ, утын һарайы ишеге төбөндә, Ҡыҙырастың «самокат»ы ла бер нисә көндән бирле эшһеҙ аунап ята.

Бер көн ҡанға туҙып һуғышҡан сыбар әтәс менән аҡ әтәс тә бөгөн тыныс ҡына ерҙән ем сүпләйҙәр. Күрәһең, был аҡ әтәс күрше йорттан булмаған. Бөгөн ул үҙе кеүек бер көтөү аҡ тауыҡтар араһында, күкрәген киреп, ғорур атлап йөрөй.

Волейбол майҙанында ҡыҙыу уйын бара. Тик Ҡыҙырастың күңелен әле былар береһе лә тартманы. Ул бөгөн Юлдаш менән дуҫлашырға барыу алдынан ниндәйҙер тулҡынлы ла, борсоулы ла тойғо кисерә һәм баҫҡан еренән ҡуҙғалып китергә хәле етмәгән кеше шикелле тик тора ине. Әнисә, сабырһыҙланып, уның еңенән тартты:

  • Әйҙә инде, Ҡыҙырас ағай!..

Ул, ағаһы кире уйлап, бармай, Юлдаш менән ярашмай ҡуйыр, тип ҡурҡа ине. Сөнки Әнисә Юлдашты бик һәйбәт күрә, уның үҙ ағаһы менән дуҫ булыуын теләй ине.

  • Әйҙә, әйҙә, тиҙ булайыҡ! — тип тағы ашыҡтырҙы Әнисә.

Ахыр Ҡыҙырас тағы бер ҡат:

  • Киттек! — тине. — Тик, ни, һин, беҙ һөйләшкәндә, инмә, ҡара!

  • Инмәм, инмәм. Мин Биби апай янында ғына торормон, — тип һүҙ бирҙе Әнисә.

Улар болдорҙан ергә һикереп төштөләр ҙә, йүгерешеп, Юлдаштарға инеп киттеләр.

Был ваҡытта Ғилман, Талип, Зарифа, Гөлкәйҙәр ҙә дүртәүләп Юлдаштарға килергә сыҡҡайны.

269




Улар Юлдаштың хәлен белергә, уны Ҡыҙырас менән яраштырыу сараһын да күрергә тейештәр ине.

Бына Юлдаш диванға барып оҙаҡ та ятманы, тағы ишек ҡаҡтылар, кемдәрҙер тыпырлашып залға килеп инде.

  • Ьаумыһығыҙ, Биби апай! Минең атайым һеҙҙә юҡмы? — тигән булды береһе.

Был Ҡыҙырастың тауышы ине.

  • Биби апай, Юлдаш ағайым өйҙәме? Ҡыҙырас ағайым уға килгәйне, — тине икенсеһе. Был Әнисә ине.

Юлдаш әсәһенең дә һүҙен ишетте. Ул ни өсөндөр борсоулы тауыш менән:

  • Ҡыҙырас, һинең атайың Буранбай ағайың менән бергә мәктәпкә китте. Юлдаш үҙ бүлмәһендә. Бар, уның янына ин, — тине.

Юлдаш, өләсәһе менән атаһы шикелле, һәр бер эштә бер тиклем ирониялы тыныс, һалҡын, ауыр холоҡло булырға маташыу ғәҙәтен бөтөнләй онотоп, асыуынан ни эшләргә белмәй: «Бына нисек! Миңә, өйгә килергә булған! Был әшәке малай хәҙер миңә өйҙә лә тынғы бирмәҫкә итәме икән әле! Туҡмап сығарырға кәрәк уны!..» — тип һикереп торҙо.

Уның ҡулдары үҙҙәренән-үҙҙәре йомарланды. Ул пальтоһын сисеп ырғытты ла, көрәшкә әҙерләнгән батыр шикелле еңен һыҙғанып, ишеккә табан атланы. Тап ошо ваҡытта бүлмәгә Ҡыҙырас та килеп инде. Уның йөҙө борсоулы, ләкин күҙ ҡарашында бығаса бер ҡасан да күренмәгән ҡыйыулыҡ сағыла ине. Юлдаш Ҡыҙырасҡа бер һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, үҙ-үҙен онотоп, уға ташланды. Төрткөләп, һуҡҡылап бүлмәнән ҡыуа башланы.

  • Ниңә килдең? Бар кит, сыҡ! Алдаҡсы!..

Ләкин Ҡыҙырас улай ғына сығып китергә теләмәне. Юлдаштың ныҡ йомарланған йоҙроҡтарын кире ҡағып, уны тынысландырырға тырышты.

  • Ни, Юлдаш, туҡта! Туҡта, тим!..

  • Ә, һуғышырға килдеңме ни әле һин?.. — тип ҡысҡырҙы Юлдаш. Ҡыҙырасты тағы ла ярһыбыраҡ бәргеләргә тотондо. Былай булғас, Ҡыҙырас та яуапһыҙ ҡала алманы. Улар, дыу килеп көрмәкләшеп, төрткөлә-

270




шеп, дөбөр-шатыр ултырғыстарҙы ауҙарып, иҙәндә аунап һуғышырға кереште. Кухняға Биби апай янына сығып китмәй, ни булыр тип, залда тыңлап торған Әнисә бүлмәгә йүгереп килеп инде лә әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:

  • Эй, һеҙ ни эшләйһегеҙ! Бына оятһыҙҙар! Туҡтағыҙ!

Малайҙар, икеһе бер юлы иҫкә килеп, аяғүрә баҫтылар ҙа, ҡыҙарынып, ыһылдашып, йоҙроҡтарын йомарлап, һөҙөшөргә торған кәзә тәкәләре кеүек, текләшеп тынып ҡалдылар. Әнисә, уларҙың уртаһына инеп, икеһенә алмаш-тилмәш ҡарап алды:

  • Бына алйоттар! Ярашыу шулай булалыр шул? Ҡыҙырас, һин ғәфү үтенергә, ярашырға тип килгәйнең дә баһа?!

  • Килһә ни... Үҙе һуғышҡас, — тине Ҡыҙырас, түбән ҡарап.

Юлдаш ғәжәпләнеп:

  • Ярашырға?! Ғәфү үтенергә?! — тип һораны.

  • Эйе, — тине Ҡыҙырас, башын күтәреп. — Юлдаш, һин мине ғәфү ит. Асыуланма. Элекке кеүек, ауылдағы кеүек, дуҫ булайыҡ!

Юлдаш быға ни тип яуап бирергә лә белмәй аптырап ҡалды. Ҡыҙырас, ҡыйыулана төшөп, артабан һөйләп китте.

  • Ни, бит мин унда һине алдағым килеп алдаманым. Тик әллә ниңә һинең кеүек булғым килеп кенә алданым. Әгәр, ни, минең ошондай малай икәнлегемде белһәң, дуҫ булмаҫһың, тип ҡурҡтым... унан һуң... ни... теге ҡурҡаҡлыҡ... Бине ташлап ҡайтып киттем... Насар... Насар... Тик бынан кире, ни, мин улай булмаясаҡмын... Ьүҙ бирәм... Ни, мин һинең кеүек булырға теләйем. Ғәфү ит, Юлдаш!..

Юлдаш, үҙенең күҙенә инеп килгән Ҡыҙырастан арт- ҡараҡ сигенеп:

  • Ни өсөн ғәфү үтенергә? — тип һораны. Ошо ваҡытта ул, ысынлап та, Ҡыҙырастың ул тиклем ғәфү үтенерлек, үҙенең уға асыу тотоп йөрөрлөк яман бер эше лә булмағанлығын ап-асыҡ тойҙо. Уға нисектер уңайһыҙ булып китте. Ул, тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнеп:

271





  • Ни өсөн ғәфү үтенергә? — тип ҡабатланы.

  • Бөтәһе өсөн дә, — тине Ҡыҙырас. Уның ғәҙәттә шаян, сая йөҙө хәҙер серьез, күҙ ҡарашы тынысһыҙ ине. Юлдаш был хәлгә нисек ҡарарға белмәй тынып ҡалды.

Ҡыҙырас инде тамам батырайып дауам итте:

  • Юлдаш, ни, мин беләм, бөтәһенә лә мин ғәйепле... Ниңә һин Ғәбит ағайға, Юлайға, Ҡыҙырас насар малай ул, шуға мин уны шефлыҡҡа алырға теләмәйем, тип кенә әйтмәнең? Шулай тип әйтһәң, һине стена газета- һына ла яҙмаҫтар ине...

  • Ниңә мин әйтәйем? Мин ошаҡсы түгел! — тине Юлдаш, ҡаты итеп. — Мин бер ҡасан да ғәйепте кеше өҫтөнә ауҙармаясаҡмын. Мин ғәйепле. Бөттө.

  • Ә мин әйттем.

  • Кемгә? Нимәне?

  • Ғәбит ағайға, Юлайға. Мин ғәйепле, Юлдаш түгел, тинем.

Юлдаш быға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, тамам аптыраны.

  • Ьин шулай әйтә алдыңмы?.. — тип һораны.

Шундай алдаҡсы, ҡурҡаҡ Ҡыҙырастың был батырлыҡты эшләүен ул күҙ алдына ла килтерә алмай ине. Ә Ҡыҙырас, ҡыуанып серьез итеп:

  • Әйтмәҫкә ни... үҙем ғәйепле булғас, — тине. Әнисә күңелләнеп тәтелдәне:

  • Эйе шул. Минең Ҡыҙырас ағайым да бер ҡасан да ғәйепте кеше өҫтөнә ауҙармай ул. Бер көн мин сынаяҡ ватҡайным, ул әле әсәйемә: «Мин үҙем ваттым, әсәй. Әнисәгә асыуланма», — тип әйтте. Тик мин дә, үҙем ватҡас, ағайыма япһарманым. «Юҡ, әсәй, мин үҙем, яңылыш ваттым, ғәфү ит», — тинем. Шунан әсәйем икебеҙгә лә асыуланманы.

  • Ярар, балалар, яңылыш ватҡас, бер кем дә ғәйепле түгел, — тип әйтте.

Әнисәнең был һүҙҙәре Юлдашты тамам аптырауҙа ҡалдырҙы. Ул, үтә күрергә тырышҡан һымаҡ, Ҡыҙырастың күҙҙәренә текләп, оҙаҡ ҡына өндәшмәй торғас:

  • Бында һин генә ғәйепле түгел бит... Минең дә ғәйебем ҙур... — тип ҡуйҙы.

273




Малайҙар бер-береһенә, тәү күргән кеүек, ентекләп ҡарашып, бер аҙ өндәшмәй торҙолар.

  • Юлдаш, — тип һүҙ башланы тағы Ҡыҙырас, — йә, теләһәң, һин мине ныҡ итеп бер туҡма ла ғәфү ит. Унан дуҫ булайыҡ, йә?!

Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, ул, муйыл бөртөктәре һымаҡ сөм ҡара теремек күҙҙәрен Юлдашҡа текләп, уга яҡын уҡ килеп баҫып тора ине.

Юлдаш тәү күргән кеүек итеп уға ентекләп ҡараны. Хәҙер ул, ысынлап та, һис тә насар малай түгел, ә Юлдаш яратҡан теремек, һүҙсән, шаян Ҡыҙырас ине.

Юлдаш уның ауылда турғай булып нисек ҡағынып- ҡағынып сипылдауын күҙ алдына килтереп йылмайып уҡ ҡуйҙы. Был йылмайыуҙы Ҡыҙырас дуҫлашыу тип аңланы һәм, ҡыйыуланып:

  • Ғәфү итәһеңме?! — тип һораны.

  • Эйе, турғай, — тине Юлдаш, тағы ла йылмайып. — һин дә мине ғәфү ит.

  • Булды!

Улар ирҙәрсә ҡаты итеп ҡул ҡыҫыштылар.

Әнисә, ҡыуанып, һикеренеп:

  • Биби апай, әсәй, ағайым дар ярашты!.. — тип ҡысҡырып, йүгереп сығып китте.

  • Элеккесә дуҫ итәһеңме? — тип ҡабатлап һораны Ҡыҙырас.

  • Эйе, — тине Юлдаш, юғарынан түбәнгә ҡарап. Ул Ҡыҙырастан бер башҡа оҙон ине.

Ҡыҙырас ҡыуанып:

  • Фью-фью-фейти! — тип бик матур итеп һандуғас булып һайрап ебәрҙе. Бының менән ул Юлдашҡа тағы ла яҡыныраҡ булып китте. Ә яҡын кешеңдән уйыңда- ғын йәшереп булмай бит инде: Юлдаш, үҙенең ғәҙәттәге йомшаҡ, баҫалҡы ҡарашын Ҡыҙырастан алмай ғына:

  • Турғай, әйт әле, ҒШЭ нимә ул? — тип һораны.

Ҡыҙырас менән Ғарифтан һәр көн тип әйтерлек

ишетеп килгән был һүҙ һуңғы ваҡытта уға бөтөнләй тынғы бирмәй башлағайны инде. Был һүҙҙе лә ул үҙенә ҡушылған берәй ҡушаматтыр тип уйлай ине. Сөнки быны әйткәндә Ҡыҙырас менән Ғариф һәр ваҡыт уға эре генә ҡарап алалар ине.

274


Юлдаштың был һорауынан Ҡыҙырас шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

  • ҒШЭ-мы

  • Эйе.

  • Буш нәмә ул!

  • Шулай ҙа?

  • һөйләп тораһы ла юҡ. Ни, төптө буш нәмә, тим бит.

  • Әйтергә теләмәйһең? — тине Юлдаш, күңелһеҙләнеп. — Ьаман йәшерәһең? Улай булгас, дуҫ булып буламы ни?

Ҡыҙырасҡа һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалманы.

Беләһеңме, — тип башлап китте ул күңелһеҙ тауыш менән, — мин йәшермәйем. Тик, ни, шундай буш нәмәне һөйләп тороуы уңайһыҙ ғына... Беләһеңме, ни, Юлдаш, беҙ Ғариф менән икәүләп ғәҙәттән тыш шәп бер эш уйлап табып, эшләп, бөтә донъяны таң ҡалдырайыҡ тигәйнек...

  • Бөтә донъяны?! — тине Юлдаш, көлөп. — Шәп теләк!

Ҡыҙырас та көлдө. Ул Юлдаштың терһәгенән тота биреп дауам итте:

  • Туҡта, ни, һин көлмә әле, Юлдаш. Ни, улай бөтә донъяны уҡ түгел дә ул. Шулай ҙа, әйтәйек, ни, бына, исмаһам, һине, Ғилманды аптыратырлыҡ булһын ине тигәйнек.

  • Шунан? — тине Юлдаш, түҙемһеҙләнеп. — ҒШЭ шунан нимә була һуң инде?

  • Ни, шул беҙ уйлап сығарып эшләйәсәк эш була инде. ҒШЭ — йәнәһе, «ғәжәп шәп эш» тигән һүҙ була. Беҙ бер ғәжәп шәп эш эшләмәксе булғайныҡ шул.

  • Бына нисек! Шунан һуң, уйлап тапманығыҙмы ни? — тип ҡыҙыҡһынды Юлдаш.

  • Юҡ, барып сыҡманы. Уйланыҡ, уйланыҡ, бер ни ҙә уйлап сығара алманыҡ. Табып булмаҫ та. Шуға, ни, бына һиңә һөйләйем дә. Юҡһа, беҙ, уны уйлап тапҡансы, сер итеп һаҡларға тип, һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Ни, барып сыҡмаған нәмәне нимәгә йәшереп йөрөргә? Эйе бит? — тине Ҡыҙырас.

  • Ғәжәп шәп эш... Бына тигән шәп эш... Ҡыҙыҡ... — тип ҡабатланы Юлдаш, уйланып. Унан, ҡа-

275


пыл нимәлер иҫенә төшкән һымаҡ, йәнләнеп, Ҡыҙырасты ҡосаҡлап алды.

  • Беләһеңме, ул һеҙ уйлаған нәмәне мин таптым бит уны!..

Ҡыҙырас урынынан нисек һикереп торғанын белмәй ҡалды.

  • Китсе, ни, бушты һөйләйһеңдер, әй!

  • Ысын.

  • Буштыр ҙа инде.

  • Ысын, тим бит.

  • Әйт, улай булғас!

Юлдаштың күҙҙәренән ғәҙәттә булмаған шаян, хәйләкәр осҡон йүгереп китте. Ләкин ҡаты ҡыҙыҡһыныу менән ярһыған Ҡыҙырас быны күрмәй ҡалды.

  • Йә, ни, Юлдаш, һөйләй һал, нимә уйлап таптың, әй? — тип ныҡышты ул, түҙемһеҙләнеп.

Юлдаш, серле шыбырлап, бүлмәнең бер мөйөшөндә яҙыу өҫтәле янында торған быялалы шкафҡа күрһәтте.

  • Ана тегендә!., һөйләмәйем. Күрһәтәм генә. Әйҙә ҡарайбыҙ.

Ул, Ҡыҙырасты ҡултыҡлап, әкрен генә баҫып, шкаф янына алып китте. Артыҡ ҡыҙыҡһынған Ҡыҙырас хатта тын да алмай ине. Бына Юлдаш, ашыҡмай ғына кеҫәһенән бәләкәй генә бер асҡыс алып, шкафты асып ебәрҙе лә серле тауыш менән:

  • Бына, күр! — тине.

Ҡыҙырас, шкаф эсенә башын тығып, ғәжәп шәп эште эҙләй башланы. Ләкин уға бында ундай ғәжәп бер нәмә лә күренмәне. Ахырҙа ул, өмөтһөҙләнеп:

  • Бында, ни, китаптан башҡа бер нәмә лә юҡ та баһа! — тине.

Юлдаш, рәхәтләнеп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.

  • Китап булғас, етмәйҙер шул. Бөтә шәп, ғәжәп эштәр шул китаптар эсендә лә инде ул!

  • Эй, ни, алдағанһың! — тине Ҡыҙырас, бөтөнләй кәйефһеҙләнеп. — Мин, ни, һине алдаҡсы түгелдер, тиһәм...

Юлдаш, әле генә ярашып алған һәм инде тағы яҡын булырға өлгөргән иптәшенең ысынлап кәйефе киткәнен күреп, төҙәтергә ашыҡты:

276




  • Юҡ, Ҡыҙырас, — тине ул, серьез тауышҡа күсеп, — минең, ысынлап та, уйлап тапҡан ғәжәп шәп бер эшем бар. Тик уны һиңә хәҙер әйтеп тороуҙың да кәрәге юҡ.

  • Ни өсөн кәрәге юҡ, — тип аптыраны Ҡыҙырас.

Юлдаш, көлә биреп, уның яурынынан дуҫтарса

ҡосаҡлап алды:

  • Сөнки һин уны үҙең дә уйлап таптың инде.

Ҡыҙырас, аптырауҙан асылған ауыҙын йоморға ла

онотоп:

  • Ә, ни, нимә тиһең? Ни, мин, һин, үҙең уйлап таптың, тиһеңме, Юлдаш?.. — тип тотлоға биреп һөйләнде.

  • Шулай тим шул, — тип көлдө Юлдаш.

  • Ҡуй, ни, бушты һөйләмә, Юлдаш. Мин, ни, бер ни ҙә уйлап тапманым, — тине Ҡыҙырас.

  • Таптың! — тип ныҡышты Юлдаш.

Ҡыҙырас, тамам аптырап:

  • Тапманым, тим дә баһа! — тип ныҡышты.

  • Таптың! — тине һаман Юлдаш.

Ахыр Ҡыҙырас, еңелеп:

  • Йә, әйт, ни, мин нимә уйлап таптым һуң, Юлдаш?! — тип һораны.

Юлдаш, өләсәһе менән атаһынан ишетеп, үҙенә девиз итеп алған һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрҙө лә, ҡапыл серьез, уйсан төҫ алып:

  • Иң шәп, иң яҡшы нәмә ул, Ҡыҙырас, дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк, — тине.

  • Шунан? — тип аптыраны Ҡыҙырас.

  • Нин хәҙер шуны, ғәжәп шәп нәмәне, уйлап таптың да, эшләнең дә, — тине Юлдаш.

Ҡыҙырас, Юлдаштың был мутлығына асыуланырғамы, ни эшләргә белмәй аптырап, бер аҙ тынып торғандан һуң, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.

  • Ҡайһылай шаян икәнһең дә һин, Юлдаш! Мин һинән быны көтмәгәйнем.

  • Ниңә, дөрөҫ бит, — тине Юлдаш та, көлә биреп. — Дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөктән дә шәп, һәйбәт ниндәй нәмә бар, әйт әле?..

  • Әй, ни, ысынлап та, дөрөҫ шул, — тип ҡуйҙы.

10- 1.0004.08

277


Юлдаш уға, ике ҡулын тиң һуҙып, дуҫтарса йылмайҙы ла:

  • Йә, һәр ваҡыт дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк яғында булыр өсөн ҡулыңды бирәһеңме? — тине.

Ҡыҙырас та уның артынан тантаналы тауыш менән:

  • Дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк өсөн! — тип ҡабатлап, тос йомро ҡулдарын Юлдаштың киң, ҙур устарына һалды.

Улар ҡаты итеп ҡул ҡыҫыштылар. Ошо ваҡыт бүлмәгә Ғилман, Талип, Зарифа, Гөлкәйҙәр ҙә йүгерешеп килеп инделәр ҙә, ҡыуанышып:

  • Ур-ра! һуңланыҡ!.. Ярашҡандар!.. Ҡотлайбыҙ!.. — тип шаулаштылар.

Ҡыҙырас уларға:

  • Әй, ни, Ғилман, мин ҒШЭ-ны таптым! — тип ҡысҡырҙы.

  • Нимә ул ҒШЭ?..

  • Беҙгә лә әйт! — тип шаулашты тегеләре.

Ҡыҙырас, тын ғына йылмайып, тик кенә торған Юлдашҡа шаян ҡараш ташлап алды ла, уға оҡшатып, тыныс, һалҡын, асыҡ итеп һөйләргә, «ни» тип, тотлоғоп тормаҫҡа тырышып:

  • Ул — дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк... Кеше ошо ларҙан ситкә китмәһә, донъяла бөтә теләгәнен эшләй ала. Уның йәшәүе мәғәнәле, бәхетле була икән, — тине.

Башҡалар, көлөшә-көлөшә:

  • Дөрөҫ! Йәшәһен дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк! — тип тағы бер аҙ шаулашып алдылар.

Бынан һуң Ғилман, баян алып, «Дуҫлыҡ» көйөн уйнап ебәрҙе. Талип, Ҡыҙырас, Гөлкәйҙәр уға йыр менән ҡушылды. Ә Юлдаш, бәхетле йылмайып, үҙенә ҡарап тик кенә торған Зарифаны шахмат өҫтәле янына саҡырҙы:

  • Һине шахматта шәп уйнай тиҙәр, Зарифа... — тине ул ҡыҙарынып.

  • Әйҙә һуң, уйнап ҡарайыҡ, — тине Зарифа һәм ҡыйыу рәүештә беренсе ходты яһаны.

Юлдаштың әле, бынан бер генә сәғәт элек, тын, ҡот

278




һоҙ, йәмһеҙ күренгән бүлмәһе ҡапыл шундай күңелле, шаулы, йәнле булып китте. Дуҫтарҙың бөтәһенең дә йөҙөндә ысын бәхет балҡый ине.

  1. Өлгөрөш

Эпилог

Ул көндәргә биш йыл ваҡыт үтеп киткәйне инде. Июнь айының сәскә еҫе аңҡытып, йөрәктәрҙе ярһытып торған ғәжәп матур кистәренең береһе ине. Көньяҡтан әкрен генә еләҫ ел иҫә. Ҡарт һалдат күкрәгендәге көмөш миҙал кеүек, тоноҡ йымылдаған айҙан ергә күгелйем нур ята. Нефть ҡалаһы, йөҙләгән, меңләгән лампаларының яҡтыһын ай нурҙарына өҫтәп, йондоҙҙар араһында йөҙгән серле карап шикелле, балҡып ята. Бөҙрә йәш сағандар менән ҡаймаланған киң таҡыр урамдар үҙенә башҡа киске тормош менән йәшәй. Унда хәҙер мазут һеңгән комбинезонлы кешеләрҙе — нефтселәрҙе — тейәгән оҙонтороҡ, һылыу автобустар көндөҙгөләй ҡайнап йөрөмәй. Нефтселәр хәҙер, байрамса кейенеп, парлашып, балаларын эйәртеп, киске ялға сыҡҡан. Уларҙың ҡайһылары киноға инә, ҡайһылары, төркөм-төркөм булып эркелешеп, һөйләшә-көлөшә кинонан сыға. Яңы үҫеп, етешеп килгән ҡала паркында тынлы оркестр уйнай. Танса майҙаны аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән яҙғы далаға оҡшай. Унда эшсе йәштәр краковякка бейейҙәр. Парктың икенсе башында, стадионда, футболсылар ҡала беренселеге өсөн ярыша. Радио ял алды концерты бирә. Ҡала өҫтөнә бәхет, шатлыҡ, тыныслыҡ тураһында, коммунизм ҡояшы аҫтында сәскә атып барған гүзәл Ватан, мәңге шат, көләс йәшлек тураһында ғорур, мөһабәт, тантаналы йыр, донъялағы бөтә һайрар ҡоштарҙың моңон, дәртен, оҫталығын үҙенә йыйған йыр түгелә.

Э унынсы мәктәптә был ваҡытта кисә бара. Мәктәпте тамамлаусылар бөгөн өлгөрөш аттестаты алалар. Бына байрамса йыйыштырылған ҙур, иркен зал. Ул көндөҙгө яҡтылыҡ биреп яныусы тиҫтәләгән лампалар менән гөлт итеп тора. Эскәмйәләр халыҡ менән шығырым тулы. Бында мәктәпте тамамлаусы унынсы «А», «Б»

10*

279




класы уҡыусылары ла, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә йыйылған. Мәктәп директоры Сәлимов ағай ҡыҫҡа ғына, ләкин ғәжәп йылы телмәр менән тантаналы йыйылышты асып ебәрә.

  • Ҡәҙерле балалар! Дөрөҫөрәге, ҡәҙерле иптәштәр, — тип башлап китә ул. — һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә бөгөнгө ҙур шатлығығыҙ менән, урта мәктәпте уңышлы тамамлап сығыуығыҙ менән ҡотлайым...

Уның артабанғы һүҙҙәре көслө ҡул сабыуҙар аҫтында күмелеп ҡала. Мәктәп оркестры партия гимнын уйнап ебәрә. Бөтәһе лә аяғүрә баҫалар.

Оркестр туҡтап, халыҡтар ултырышҡас, директор уҡыусыларға, ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп, артабан дауам итә. Уның һүҙҙәре баҫалҡы, ябай, ләкин айырыуса йылы. Ә йөҙөндә шатлыҡ та, хәстәрлек тә бер юлы сағыла. Үҙ күҙе алдында ун йыл буйы уҡып, үҫеп, инде осорға әҙерләнгән ҡарлуғас балалары шикелле талпынып ултырған был бәхетле йәштәр уның күңелендә шатлыҡ менән бергә айырылышыу моңһоулығы ла уята, күрәһең. Залда ла тантаналы тынлыҡ. Хатта, ғәҙәтенсә, оҙаҡ тик ултырыуҙы һөймәүсән Ҡыҙырас та бөгөн нисектер уйсан, тын, етди һымаҡ. Директорҙың, уларға мөрәжәғәт итеп: «Һеҙҙең ҡулда оло юлға — данлы тормошҡа юллыҡ — аттестат бар. һеҙгә бөтә юлдар асыҡ. Кем булырға, үҙеңдең йәшлек көсөңдө ниндәй әлкәлә һынап ҡарарға теләйһең? Рәхим ит. Тыуған Ватаның һиңә бөтәһенә лә ирек ҡуйған:

Уҡы, тырыш, эшлә! Фәндә, хеҙмәттә яңы юғарылыҡтарға иреш. Бығаса күрелмәгән, һыналмаған яңы бейеклектәрҙе ас! Үҙ заманыңа торош итерлек кеше бул. Иң мөһиме — һәр ерҙә, һәр ҡасан, ниндәй генә шартта ла кеше булып, ысын кеше булып ҡал. Ышанам, һеҙ шулай булырһығыҙ...» — тигән һүҙҙәре уның күңелендә бөткөһөҙ шатлыҡ, ғорурлыҡ уята. Кластарҙа өлгөрмәүсе бер генә уҡыусы ла юҡ. Күпселек уҡыусылар унынсы- ны тик отличноға һәм яҡшыға ғына тамамлағандар. Шулар араһында Ҡыҙырас үҙе лә. Класта миҙаллылар ҙа аҙ түгел. Уҡытыусылар, мәктәп етәкселәре һәм уҡыусыларҙың үҙҙәре өсөн дә бынан да ҙур ҡыуаныс, бынан да ҙур ғорурлыҡ булырға мөмкинме һуң?!

280




Директорҙың ҡотлау телмәренән һуң мәктәптең уҡытыу эштәре буйынса мөдире Камал ағай аттестат алыусыларҙы исемлек буйынса берәм-берәм саҡыра башланы.

Сәхнәгә иң элек унынсы «Б» класынан мәктәптә һәм ҡала күләмендә үткәрелгән йәш математиктар олимпиадаһында гел алдынғылыҡты алып килгән данлы бер егет сығып баҫты.

  • Отлично уҡыуы һәм отлично холоҡло булыуы өсөн алтын миҙал менән наградланды, — тип уҡыны Камал ағай. Бөтә залдың шаулы ҡул сабыуы һәм оркестрҙың күңелле марш уйнауы аҫтында директор уға алтын яҙыулы беренсе аттестатты тапшырҙы.

Эхәт ултырыуға, Камал ағай:

  • Әлимов Юлдаш! — тип ҡысҡырҙы. Иң артҡы рәттә ултырған Юлдаш, ғәҙәтенсә, ашыҡмай ғына тороп, һәлмәк атлап сәхнәгә менде. Ул хәҙер яҫы йомро яурынлы, оҙон, һылыу буйлы еткән егет булып алған. Уның әле балалыҡ нәфислеге китеп бөтмәгән ҡаҡса йөҙөнә ҡарамағанда, уға ун ете түгел, ә егерме, егерме ике йәштәр бирергә була ине инде. Спортсмендар фасонында тегелгән көрән буйлы ҡара күк костюмы ла уның баһадир кәүҙәһенә бик килешеп тора. Тулҡынлы сөм ҡара сәстәре лә һәйбәтләп артҡа тарап ҡуйылған. Ә комсомол значогы һәм йүгерек егет төшөрөлгән спортсмен значогы уның киң күкрәгенә йәм бирә. Залда ултырған бөтә кеше уға һоҡланып, ҡыҙыҡһынып ҡарай. Юлдаш был ҡараштар аҫтында, үҙенең оялғанын, уңайһыҙланғанын белдермәҫкә тырышып, ҡарлуғас ҡанаттары тттикелле ҡара ҡаштарын төйнәп, ҡарағусҡыл ҡыҙыл ирендәрен бала саҡтағыса иркә бүлтәйтеп ҡуя. Кәм шунан, тағы ла уңайһыҙланып, баҫалҡы ғына йылмайып ала. Ә Камал ағай:

  • Юлдаш Әлимовҡа отлично уҡыуы һәм отлично холоҡло булыуы өсөн аттестат алтын миҙал менән бирелә, — тип иғлан итә.

Директор уға, ысын шатлыҡ менән аттестатты тапшырып:

  • Ҡотлайым, ҡотлайым, — ти. Зал шаулап ҡул саба. Оркестр марш уйнай.

281




«Алтын миҙал кәрәкмәҫ ине. Башҡа иптәштәрҙеке менән бер төҫ, ябай аттестат булһын ине», тип уйлап ала Юлдаш һәм, уңайһыҙланған төҫ менән аттестатты алып, тиҙ генә урынына китә. Ҡыҙырас, ҡыуанысынан урынында ултырып түҙә алмай, ҡул сабыу ыңғайына хатта аяҡтарын да тыпырлатып ала. «Ур-р-ра!..» тип ҡысҡырып ебәреүҙән үҙен көскә генә тыйып ҡала. Нисек ҡыуанмаһын! Уның дуҫы Юлдаш унынсы «А» класында беренсе булып алтын миҙал алды бит. Ул әле быга хәт ле, Юлдаш еңел атлетика буйынса спортсмендар ярышында беренсе йәки икенсе урынды алып ҡайтҡан саҡта ла, сикһеҙ ҡыуана торғайны. Ә хәҙер был унынсыны тамамлау, етмәһә, алтын миҙал менән бүләкләнеү спорт ярышы ише генәме ни?!

«Их Юлдаш, Юлдаш! Бына һин нисек молодец булып сыҡтың... Мин дә шулай булһам ине...»

Ҡыҙырас, үҙ уйына мауығып, хатта ҡул сабыуҙан ваҡытлы туҡтарға ла онотто. Бөтә кеше инде, туҡтап, аттестат алыусы яңы уҡыусыны ҡаршылағанда ла, ул һаман ҡул сабып ултыра ине әле. Ьәм шул арҡала Юлдаштан һуң аттестат алыусы уҡыусының исемен ишетмәй ҡалды. Тик сәхнәгә уҡыусы ҡыҙҙарҙың байрам формаһында кейенгән, оҙон толомло, нәҙекәй буйлы һылыу бер ҡыҙ, башты артҡа ташлаңҡырап, ғорур йылмайып сығып баҫҡас ҡына, ул, шатлыҡ һәм һоҡланыу ҡатыш шыбырлап:

  • Зарифа! — тип ҡуйҙы. — Бына ҡыҙ тиһәң дә — ҡыҙ, исмаһам. Көмөш миҙалды ҡаптырған бит!

Ҡыҙырастар янында ултырған Әнисә лә, осоноп, ҡанатланып ҡул сапты. Нисек шулай итмәһен, уның ағаһы Ҡыҙырас өлгөргәнлек аттестаты ала бит бөгөн!.. Әнисә Ҡыҙырастың класташтары өсөн дә шат. Бигерәк тә уның иң яҡын дуҫы Юлдаш менән бынауы үтә һөйкөмлө Зарифа өсөн...

Әнисәгә Юлдаш яҡшы уҡығаны өсөн генә түгел, шәп спортсмен булыуы менән дә оҡшай. Хәйер, уның үҙенең ағаһы Ҡыҙырас та был яҡтан Юлдаштан бер ҙә ҡалышмай. Хатта ҡош булып һайрай белеүе менән Юлдаштан да һәнәрлерәк булып китә бит ул!.. Ҡыҙырас, бишенсе класта уҡыған сағында уҡ, һәүәҫкәрҙәрҙең бөтә респуб-

282


лика олимпиадаһында ҡатнашып, Өфө, Мәскәү сәхнәләрендә һандуғас, сыйырсыҡ булып һайрап, һабан турғайы булып сырылдап торған малай бит ул. Әле лә ул — мәктәптең иң шәп артистарының береһе. Шулай булғас, уның Юлдашҡа хәҙер уҡыу яғынан ғына тиңләшәһе бар. Һис булмағанда, анауы Зарифа кеүек, көмөш миҙал алһа ла, шәп булыр ине лә бит... Белмәйем шул...

Әнисә шулай уйланған арала, сәхнәлә уҡыусылар бер-бер артлы алмашынып ҡына торҙо. Бына йыуантыҡ тәпәш буйлы, яҡты йөҙлө художник егет — Талип та көмөш миҙал менән наградланды. Ҡыҙырас, уға кинәнеп ҡарап, уның бер көн Юлдашҡа һөйләгән һүҙен хәтерләне: «Мин архитекторҙар институтына китәм. Иң матур, яҡты йорттар, түбәһе күккә ашҡан дворецтар һалырға өйрәнәм», — тип һөйләне ул. Китер ҙә шул.

Миҙаллыларҙан һуң беренсе булып Ҡыҙырас аттестат алды. Камал ағай:

  • Иң яҡшы уҡыусыбыҙ, актив комсомолец Ҡыҙырас Батыров унынсыны яҡшы һәм отлично билдәләре менән генә тамамланы, — тип хәбәр итте. Сәлимов ағай, аттестат тапшырғанда, Ҡыҙырастың ҡулын айырыуса йылылыҡ менән ҡыҫты. Ап-аҡ костюм кейеп, ҡасандыр, Ҡыҙырас һанап-һанап та иҫәбенә сыға алмаған йыйырсыҡтары бөтөнләй яҙылып, президиумда ултырған Ғәбит ағайҙың йөҙө тағы ла шатыраҡ, бәхетлерәк яҡтырып китте. Ә зал оркестрҙың күңелле маршы аҫтында Ҡыҙырасты, урынына барып ултырғансы, ҡул сабып оҙатты. Ҡыҙырастың был өлгөрөшкә ниндәй ҡатмарлы, көсөргәнешле юлдар аша килеүе ошо залда ултырыусыларҙың бөтәһенә лә билдәле. Шуға күрә уның уңышы бөтәһе өсөн дә айырата ҡыуаныслы ине.

Ҡыҙырас өсөн Юлдаш та сикһеҙ ҡыуанып ҡул сапты. Баҙыҡ кәүҙәле, ҡыйыу, теремек дуҫын ул бик ярата ине. Уның шат, шаян һәм үҙенә ныҡ ышаныусан, ғәҙел, тоғро ғәҙәтле, ҡыйыу, тура һүҙле булыуы уға айырата оҡшай. Уның, уҡыу, спорт менән шөғөлләнеү өҫтөнә, әҙәбиәт, тарих буйынса программанан тыш бик күп өҫтәлмә китаптар уҡырға өлгөрөүен күреп һоҡлана. Һәм ҡайһы саҡта унан:

  • Әллә һин, Ҡыҙырас, тарихсы йәки әҙәбиәтсе бу

283


лырға уйлайһыңмы? — тип һорап ҡуя. Ҡыҙырас, ышаныслы итеп:

  • Юҡ. Мин нефтсе булам. Ә быларҙы уҡырға кәрәк.

Үҙ халҡыңдың әҙәбиәтен, тарихын яҡшылап белмәй тороп, тулы баһалы кеше булып буламы ни?.. — ти. Юлдаш, уға ҡыҙыҡһынып ҡарап: «Ҡыҙырас — шәп

егет», — тип тағы бер ҡат уйлап ҡуя торғайны. Әле лә ул, Ҡыҙырас аттестат алғанда, ошо уйын бер нисә тапҡыр ҡабатлап ҡуйҙы: «Шәп егет. Ҡыҙырас шәп егет!..» Ә инде Ҡыҙырас урынына барып ултырғас, хәҙер үк уны ҡотлағыһы килеүен тыя алманы: ултырғыстар араһынан эйелә-бөгөлә тиҙ генә үтеп, улар янына күсеп ултырҙы. Иң башта Ҡыҙырастың ҡулын ҡыҫты. Ҡыуанысын күҙе менән генә белдереп, Зарифаны ҡотланы. Ә Ҡыҙырас, Юлдаштың алтын яҙыулы аттестатын ҡулына алғас, ниндәйҙер тантаналы һүҙҙәр әйткеһе йәки һандуғас булып һайрап ебәргеһе килде. Тик үҙ тойғоңдо яп- яланғас ҡалдырып, шалтырауыҡлы һүҙҙәр менән асып һалыуҙы Юлдаштың яратмауын, баҫалҡылыҡты ғына хуплауын хәтерләп, аттестатты һүҙһеҙ генә йөрәгенә баҫты. Юлдаш уға йылмая биреп ҡарап алды.

Әнисә ҡыуанысынан түҙмәй сәбәкәйләп ебәрҙе. Ләкин Ҡыҙырас шул саҡ уға ике аттестатты ла бирҙе лә:

  • Бар, һылыу, өйгә алып ҡайта тор. Беҙ һуңлабы- раҡ ҡайтырбыҙ, — тине лә ҡуйҙы. Әнисә үпкәләмәне. Уның үҙенең дә ҡайтҡыһы килә ине инде. Ул ипләп кенә залдан сыҡты ла йырлай-һикерә ҡайтты ла китте.

Һаҡмар буйы йәмле була,

Муйыл сәскә атҡанда.

Һайрай ҡоштар, һандуғастар,

Мин мәктәптән ҡайтҡанда,

тип, ҡасандыр әсәһенән ишеткән йырҙы үҙенсәләп йырлап ҡайтты ул. Ҡапҡа төбөндә уның дуҫы Маша ҡаршыланы. Был, Әнисә кеүек үк, ҡыҫҡа күлдәкле, оҙон ботло, сиңерткә кеүек ҡыҙ Ҡыҙырас менән дә бик дуҫ ине. Ҡыҙырас уны өйрәк булып баҡылдап, тартай, бүҙәнә булып ҡысҡырып көлдөрөргә ярата. Бөгөн Ҡыҙырас өсөн Маша ла бик шат ине. Улар, Әнисә менән бер

284




гәләп аттестаттарҙы өйҙәргә индереп, ҡәҙерләп һалып сыҡтылар ҙа, ҡыуаныстарынан ни эшләргә белмәй, сыр-сыу килеп йүгерешә-көлөшә, йәшенмәк уйнарға керештеләр. Улар үҙҙәре лә хәҙер ҙур ҡыҙҙар ине инде. Етенсене бөтөрөп, һигеҙенсегә күскәйнеләр.

Ә мәктәптә кисә дауам итте. Бында зәңгәр күҙле, нәҙек оҙон буйлы һылыу ҡыҙ Гөлкәй сәхнәгә сыҡты. Ул, башҡа ҡыҙҙар кеүек, формала түгел, бәлки кофе төҫлө бейек үксәле туфли, сәскәле крепдешин күлдәк кейеп, һары сәстәрен маңлай тәңгәлендә тәгәрмәс кеүек итеп күпертеп, төҙәнеп-биҙәнеп, айырата һылыу булып килгәйне. Тик аттестаты гына ул тиклем һылыу түгел ине уның. Етенсене бөтөп, буйға етеп алғас та, ул кисәләр, тансалар менән артыҡ мауыға башланы. Уҡыуға ҡарағанда төҙәнеү, биҙәнеү, кейенеүгә артыҡ күңел бирҙе. Һөҙөмтәлә уның аттестатында «өслө»ләр күп урынды алдылар. Э ул, быға һис тә иҫе китмәгәнде күрһәтеп, сәхнәлә эре генә баҫып торҙо. Һәм, аттестатты алғас, матурлығымды, кейемдәремде күрһендәр тигән шикелле, башын сайҡап, моделле туфлийын шығырлатып, ваҡ- ваҡ баҫып, иң алға уҙҙы. Тик уға артыҡ иғтибар итеүсе булманы.

Гөлкәйҙән һуң тағы бер нисә уҡыусы аттестат алды. Залдың өҙлөкһөҙ алҡышы, оркестр шауы аҫтында бөтә уҡыусылар ҙа өлгөрөш аттестаты алып бөттө. Унан тағы ҡотлауҙар булды. Район мәғариф бүлеге етәкселәренән, уҡытыусыларҙан, ата-әсәләрҙән вәкилдәр, сығып һөйләп, өлгөрөш аттестаты алыусыларҙы ҡайнар ҡотланылар. Уларға бәхетле киләсәк теләнеләр. Беренсе класс уҡыусыларының ҡотлауы залда айырыуса йәнлелек тыуҙырҙы. Бына бөтәһе лә тере сәскәләрҙән ҙур-ҙур букеттар күтәргән бер тиҫтер бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар сәхнә алдына сығып теҙелеп баҫты. Улар һәр береһенә берәр һүҙҙән тейгән ҡотлау телмәрен әйттеләр.


  • Беҙҙең ҡәҙерле өлкән иптәштәребеҙ! Бынан ун йыл элек һеҙ ҙә беҙҙең кеүек бәләкәй генә инегеҙ. Хәҙер үҫеп, ун йыллыҡты тамамлап сыҡтығыҙ. Беҙ һеҙҙе ошо бәхетле көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә һеҙҙең кеүек булырға теләйбеҙ! — тинеләр улар. Унан, эскәмйәләр араһында йүгереп йөрөп, аттестат алыусыларға букеттар

285




биреп сыҡтылар. Ә улар, бәләкәстәргә рәхмәт әйткәндән һуң, букеттарҙы уҡытыусыларына бүләк иттеләр.

  • Был хөрмәткә иң элек улар лайыҡлы, — тинеләр. Уҡытыусыларҙың алдары сәскәләр менән күмелде. Зал оркестрҙың һәм ҡул сабыуҙың күңелле шауы менән тулды. Тик бында Ғилман менән Ғариф ҡына юҡ ине. Ғилман, бишенсене тамамлағас та, үҙенең атаһы шикелле боевой командир булыу теләге менән Ленинградҡа, «Артек»та танышҡан дуҫы Владик янына, суворовсылар училищеһына китте. Э Ғариф, етенсене көскә уртасараҡ тамамлағас, Өфө театр училищеһына урынлашты. Күрәһең, әҙерәк йырсылыҡ һәләте булыу уға ярҙам итте. Хәҙер ул, атаһы шикелле бик ҡупшы кейенеп, һыланып- һыйпанып, күкһел йәшкелт күҙҙәрен татлы көлдөрөп, Өфөлә йөрөп ята икән. Таныштарын осратҡанда:

«Быйыл училищены тамамлайым. Башҡорт дәүләт академия театры мине үҙендә алып ҡалырға тырыша. Беҙгә шундай талантлы артистар кәрәк, тип әйтә. Баймаҡ, Стәрлетамаҡ театрҙары үҙҙәренә һорайҙар. Ҡайһыһына булырға инде, бик булмаһа, береһенә лә бармам. Мәскәүгә консерваторияға китер ҙә барырмын», — тип әйтә, имеш, тип һөйләйҙәр. Тик иптәштәре уның был тиклем шәп артист булып китеүенә артыҡ ышанмайҙар. Сөнки Ғарифтың шапырынырға яратыуын яҡшы беләләр. Шулай ҙа улар, үҙ теләгенә ирешкән Ғилман өсөн шат булған кеүек, үҙе яратҡан һәм, бәлки, ысынлап та, булдыра алған йүнәлешкә киткән Ғариф өсөн дә шат инеләр.

Сәғәт ун беренселә тантаналы йыйылыш тамамланды. Танса, йыр, бейеү, уйын-көлкө башланды. Э стена сәғәте үҙенең ялҡтырғыс бер төрлө ритмы менән йөрөнө лә йөрөнө. Уның көмбәҙ башлы еҙ теле циферблат буйлап бер туҡтамай ваҡыт һананы. Һәм: «Ун бер, ун ике, бер» тип, аяуһыҙ хәҡиҡәтте әйтеп кенә торҙо. Ахыр ул төнгө икене күрһәтте. Әйтерһең дә: «һуңғы кисә. Айырылышҡығыҙ килмәй, әлбиттә. Шулай ҙа ҡайтырға ваҡыт!» — тине. Танса, бейеү менән ярһыған, ҡыҙарынған йәштәр шаулашып урамға сыҡты. Егеттәр, күмәкләп, төркөм-төркөм булып, ҡыҙҙарҙы өйҙәренә оҙатып йөрөнөләр. Тып-тын булып ҡалған төнгө урам бер аҙға хәт ле



286




уларҙың ҡысҡырып көлгән, һөйләшкән тауыштары менән йәнләнеп, яңғырап торҙо. Юлдаш менән Ҡыҙырас Зарифаны иң аҙаҡтан икеһе генә оҙатты.

Улар өсөһө лә, был юлды бик-бик оҙаҡҡа һуҙырға теләгән һымаҡ, атлар-атламаҫ ҡына барҙылар. Төн шундай һәйбәт, йылы, тымыҡ. Айҙан түгелгән көмөш нурҙарға ҡойоноп, ҡала серле, тын ята. Ә йөрәктәрҙә мең төрлө уй, шатлыҡ, моңһоулыҡ, хыял вулканы урғыла. Уларҙың һәр береһе, был вулкандың тышҡа бәреп сы- ғыуынан ҡурҡҡан шикелле, бик оҙаҡ һүҙһеҙ барҙылар. Ләкин Ҡыҙырас был тынлыҡҡа артыҡ түҙмәне. Зарифаның баҫалҡы, уйсан күҙҙәренә ҡыйыу, ярһыулы ҡарап:



  • Йә, Зарифа, әйт, һин ҡайҙа бараһың? — тип һораны.

Зарифа ла:

  • Ә һин? — тигән һорау менән яуап бирҙе.

Ҡыҙырас, ҡырт киҫеп:

  • Һин ҡайҙа барһаң, Зарифа, мин шунда, — тине. Зарифа, үрелеп, күҙҙәрен күрергә тырышып, үҙенең уң яғынан барған Юлдашҡа ҡараны. Ул быға нисек ҡарар?! Ул да бит бая ғына ошондайыраҡ фекерҙе әйткәйне лә баһа:

  • Зарифа, Ленин тауҙарына — МГУ-ға китәйек. Ме- ханика-математика факультетына инәйек, — тип уның ҡолағына ғына шыбырлағайны. МГУ-ға барыу үҙенең күптәнге хыялы булғанға ла, Юлдаштың һүҙҙәре нисектер йөрәгенә бик яҡын булып тойолғанға ла, ул, һис икеләнеп тормайынса:

  • Йә. Тик мин уның филология факультетына барам, — тип әйткәйне.

  • Зарифа, ҡайҙа китәһең, тип һорайым да баһа. Ниңә өндәшмәйһең?

Зарифа, ниндәйҙер, йөрәккә бик яғымлы көйгә әкрен генә һыҙғырып, ҡайҙалыр ситкә ҡарап, ғәмһеҙ барған Юлдаш ишетһен тигән һымаҡ, ҡысҡырыбыраҡ:

  • Мин Мәскәүгә барам. МГУ-ға, — тине.

  • Булды! — тип ҡыуанып китте Ҡыҙырас. — Мин дә Мәскәүгә барам бит. Нефть институтына. Кисә генә Юлайҙан, теге элекке үҙебеҙҙең вожатыйҙан, тағы хат

287





алдым: «Бында кил. һинең урының ошонда», — тип яҙған. Үҙе быйыл шул институттың дүртенсе курсын тамамлай.

  • Ә һин үҙең нисек уйлайһың?

  • Үҙем дә, Зарифа, шулай уйлайым. Атайымдың профессияһы оҡшай миңә. Нефтсе-инженер булыу шәп эш бит ул. Беҙҙең ер аҫтында әлегә табылмаған, минең табыуҙы көтөп ятҡан әллә ни хәтле девон нефте барҙыр әле. Эйе бит?

Зарифа, Ҡыҙырас өсөн таты бер ҡыуанып, ихласлыҡ менән:

  • Эйе шул, — тип ҡуйҙы.

Ҡыҙырас, уның күлдәк еңенән тотоп тартып, үҙ яғына ҡаратты.

  • Тимәк, вәғәҙә? Мәскәүгә китәбеҙ? — тине ул, ярһып. — Бергә булырбыҙ. Эйе бит, Зарифа һылыу?!

Зарифа уның был ҡыйыулығына ни әйтергә белмәй аптырап торҙо.

«Нисек? Бергә булырбыҙ?!»

Бығаса бер ни ишетмәгән һымаҡ, тирә-яҡҡа уйсан ҡаранып, биш йыл эсендә үҙ күҙе алдында әллә ни хәтле үҫеп, матурланып, йөрәккә бик яҡын булып урынлашып алған был ҡаланы ла тиҙҙән ҡалдырып китә- сәге, кешегә үҙ ғүмерендә күпме ошондай айырылыу моңһоулығы, осрашыу ҡыуаныстары кисерергә тура килеүе тураһында уйлап барған Юлдаш, ҡапыл тертләп, йөрәге ҡалтырап китте. Зарифаның бына хәҙер Ҡыҙырасҡа «эйе» тип яуап биреүе ҡот осорғос ҡурҡыныс хәл кеүек тойолдо уға. Ул, киҫкен һәм килешһеҙ хәрәкәт менән, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡапыл Зарифаның терһәгенә тотоноп, уны үҙ яғына тартты, һәм үҙенә һис тә хас булмаған ҡабалан лыҡ менән:


  • Зарифа! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. — Еттек тә!.. Бар, ҡайта һал!

Улар был ваҡытта, ысынлап та, Зарифаларҙың ҡапҡаһы янына килеп еткәйнеләр. Зарифа, ғәҙәттә булма- ғанса шаян йылмайып, берәүһе артыҡ оҙон, икенсеһе имән түҙлеге шикелле томтоҡ, ныҡлы булып йәнәшә баҫып торған дуҫтарға алмаш-тилмәш ҡарап, йәнә әҙ генә торҙо ла, йүгереп, ишек алдына инеп китте.

289




  • Хушығыҙ, малайҙар!

Егеттәр икеһе бер тауыштан:

  • Тыныс йоҡо! — тип ҡалдылар. Э унан һуң өйҙәренә хәтле бер һүҙ ҙә һөйләшмәнеләр. Кәр ҡайһыһы, үҙ уйына батып, әкрен генә барҙы. Нимә тураһында уйланылар улар? Яҙғы ташҡын шикелле шаулап-гөрләп уҙып, бөгөн мәктәп менән бергә тороп ҡалған ғәмһеҙ бала саҡ тураһындамы? Эле һыналмаған, татылмаған, ләкин ҡояш кеүек балҡып, үҙенең бөтә мөһабәтлеге, гүзәллеге, дәрт- леге менән йөрәктәрҙе ярһытҡан, илгә, халыҡҡа хеҙмәт юлында мең төрлө подвигтарға бай булған ғүмер яҙы — йәшлек тураһындамы? Әллә үҙҙәренең, күп һынауҙар аша үтеп, үрмә гөлдәй үрелеп үҫкән балалыҡ дуҫлығының хәҙер, йәшлектең тәү аҙымында уҡ, бынауы ҡыҙға, икеһенең йөрәгендә лә берҙәй үк яҡты, тынғыһыҙ хистәр уятҡан Зарифаға бәйләнешле, бығаса таныш булмаған татлы тойғолар өйөрмәһенә бәрелеп ҡаҡшау мөмкинлеге тураһында уйланылармы улар? Билдәһеҙ. Тик шуныһы билдәле: улар икеһе лә был минутта донъяның иң бәхетле егеттәре ине.

1952—1954






ТЫЛСЫМЛЫ ҠУРАЙ*

(Драматик поэма, өс шаршауҙа)



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет