Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет17/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21

Юлдаш үҙенең нисек атлап барғанын, нисек ҡайтып еткәнен дә тойманы. Ҡар ҡатыш ямғыр тамсыларының биттән семтеүен дә һиҙмәне. Әйтерһең дә, уның өсөн кемдер атлап бара, кемдер уйлай ине.

Ул ҡайтып ингәндә, әсәһе өҫтәлгә сәй әҙерләп йөрөй ине. Уны күргәс, әсәһе ҡыуанып китте:

  • Бына улым да ҡайтты. Хәҙер сәй эсеп алырбыҙ. Юҡһа, атайың эштән ҡайтҡансы, аш өлгөргәнсе, асыҡтырып китер, — тине. Йылы, йомшаҡ устары менән улының еүешләнгән биттәренән һөйҙө. — Эй улым, өшөп бөткәнһең. Битең һып-һыуыҡ. Көндәр бигерәк еүеш булып китте. Сентябрь аҙағы ғына. Шундай һалҡын ямғыр. Бар, улым, сисен, ҡулдарыңды йыу.

Юлдаш өндәшмәй генә үҙ бүлмәһенә уҙҙы. Уға бик ауыр ине. Кем менән булһа ла ҡайғыһын уртаҡлашырға кәрәк ине Юлдашҡа. Ләкин кем менән?! Атаһы эштән ҡайтмаған. Юлдаш үҙен борсоған йәки ҡыҙыҡ

242




һындырған мәсьәләләрҙә иң элек атаһы менән һөйләшергә ярата ине.

Өләсәһенә лә һөйләй алыр ине ул был ҡайғыһын. Өләсәй юҡ шул бында. Э әсәйгә һөйләһәң, ул арҡанан тыпылдатып һөйә лә иркәләй, йәлләй башлай. Унан әсәй ҡаршыһында күп ваҡытта үҙ балаһы ғәйепһеҙ булып сыға. Ә Юлдашҡа хәҙер иркәләү, йәлләү түгел, ирҙәрсә ҡаты, тура һүҙ, ғәҙел, аяуһыҙ судья кәрәк ине.

Ул, ни эшләргә белмәй, бүлмә уртаһында бер аҙ баҫып торғандан һуң, йүгереп, яҙыу өҫтәле янына барып ултырҙы. Унан шатырлатып дәфтәрҙән бер бит ҡағыҙ йыртып алды ла, өтәләнеп, уның һул яҡ мөйөшөнә ваҡ итеп:

«Өләсәй!» — тип яҙып ҡуйҙы. Унан ошонда килгәне бирле башынан кисергәндәрҙең бөтәһен ашыға-ашыға яҙып сыҡты.

«...Бына ниндәй малай булып сыҡты ул теге һин яратҡан Ҡыҙырас! Етмәһә, шуны миңә беркетмәксе булалар бит! Кәрәге бар ине шундай насар малайҙың. Мин уны бығаса тотоп туҡмамағас та ярар әле, — тип яҙҙы ул, асыуланып. — Бәлки, һин, өләсәй: «Ул тиклем

Ҡыҙырас һиңә нимә эшләне һуң? Әйтәйек бер тапҡыр алданы, ҡабырғаңа төрттө, ти. Үсекләп көлдө, ти. Унан һиңә ни булған? Берәй ереңә кәмселек килгәнме?» — тип һорарһың. — Ғәфү ит тә ҡуй, Юлдаш, тиерһең. Беләм мин һине, өләсәй...

Дөрөҫ, ҡабырғаға төртөүен оноторға була. Уныһы бер ни түгел. Ә алдау, көлөү, мыҫҡыллау? Юҡ, ундай кешене мин бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен!.. Унан килеп, ул әле ғәфү үтенгәне лә юҡ бит!..

Нин, бәлки, өләсәй, иптәшлек хаҡына, класығыҙ хаҡына үпкәне оноторға була бит, тиерһең. Юҡ, булмай.

  • Булмай икән, бөтә иптәштәрең һине насар пионер, үҙен генә яратыусы кеше тип ҡарарҙар. Һине яратмаҫтар. Бер яңғыҙың ҡалырһың... һиңә шул кәрәк... Икенселәй улай гел үҙ тураңда ғына уйлама, — тип әрләрһең дә әле һин, өләсәй...»

Юлдаш шулай яҙған һайын ҡыҙа, үҙ поступкаһын ғәйепләй барҙы. Ахырҙа, бөтөнләй үҙ-үҙенә асыуланып: «Бына, өләсәй, һин, Юлдаш улым — һәйбәт малай, тип

243




йөрөйһөңдөр әле унда. Ә ул бына ниндәй булып сыҡты?!» — тип бөтөрөп ҡуйҙы.

Ул хатын конвертҡа һалыуға, залдан әсәһенең тауышы ишетелде:

  • Юлдаш, балам, сәй эсергә сыҡ!

Юлдаш ни тип әйтергә лә белмәне. Уның сәй эскеһе лә, ашағыһы ла килмәй ине.

Биби апай, борсолоп, уның янына килде.

  • Юлдаш, ниңә саҡырғанды ишетмәйһең? Ошонда килгәне бирле әллә ни, балтаһын һыуға төшөргән кеше кеүек, һөмһөрөңдө ҡойолтоп тик йөрөйһөңсө. Һиңә нимә булды?

Юлдаш, көслөк менән йылмайып, әсәһенең борсоло- уын бөтөрөргә тырышты.

  • Минең башым ауыртыбыраҡ тора, әсәй.

Биби апай үҙенең йомшаҡ, йылы устары менән улының башын баҫып ҡараны. Юлдаштың башы, ысынлап та, эҫе ине.

  • Әллә һалҡын алдырҙыңмы икән, улым?

  • Юҡ, былай ғына ауырта ул, әсәй, — тине Юлдаш.

Биби апай, улының күҙҙәренә һынаулы ҡарап, арҡаһынан тағы бер ҡат һөйҙө лә:

  • Эй минең үҫкән улым. Ауырыма, йәме, — тип ҡосаҡлап, залға алып сығып китте.

Юлдаш әсәһенә һыйынып:

  • Йә, ауырымам, әсәй, — тигән булды.

  1. Ныҡышмал

Ҡыҙырас, һәр көн мәктәптән ҡайтып, тамағына ашағас та, тышҡа уйнарға сығып китә ине. Был уйын элек көнөнә, Ҡыҙырастың кәйефенә ҡарап, төрлөсә ваҡытҡа һуҙыла торғайны. Ҡайһы көндө, уйынға мауығып киткән саҡта, уны әсәһе көскә ҡайтарып ала ине. Ул, бер көн Ғәбит ағай килеп киткәндән һуң, Ҡыҙырасҡа һис тә тынғы бирмәй башланы.

  • Ҡыҙырас, сәғәт өс етте! Ҡыҙырас, сәғәт дүрт тулды! Биш тула бит инде! һин ниңә һаман инмәйһең? Ҡыҙырас, дәрес әҙерләргә ваҡыт! — тип ҡысҡырып ҡына тора. Бындай саҡта Ҡыҙырас: «Их, уйнап йөрөгәндә,

244




ни, дәрес үҙенән-үҙе әҙерләнә торған, йәки уҡымайынса дәресте белдерә торған берәй, ни, аппарат табып та булманы бит, исмаһам... Их, ҒШЭ... ҒШЭ... Тиҙерәк уйлап табырға ине һине!..» — тип, көйөнөп, уйланып ала. Унан теләмәй генә өйгә инеп китә. Йәки дәрес тураһында бөтөнләй онотоп, ҡайтмай уйнап йөрөй бирә ине.

Ләкин бөгөн уның уйнағыһы килмәне. Ошо арала булып үткән бөтә ваҡиғаларҙан, бигерәк тә кисәге сборҙан һуң, кино тирәһенә барырға ла, Ғарифты күреп, ҒШЭ хаҡында һөйләшергә лә күңеле тартманы. Ә көн матур, ҡояшлы. Юлдаштар йәшәгән йорт янындағы ҙур майҙанда малайҙар волейбол уйнай. Унда Ҡыҙырастың һәр ваҡыт бергә уйнаған иптәштәре Борис менән Талип та бар. Тик ниңәлер бөгөн унда Юлдаш күренмәй. Ул да буш сағында гел улар менән уйнай торғайны. Малайҙар Ҡыҙырасты, өйҙән сығыу менән, үҙ яндарына саҡыра башланылар.

  • Ҡыҙырас, әйҙә, уртаға баҫ!

  • Ҡыҙырас, беҙҙең яҡта бул. Йәһәт кил, башлайбыҙ.

Уларҙың бөтәһенә лә Ҡыҙырас:

  • Кәрәкмәй, уйнағым килмәй, — тип кенә яуап ҡайтарҙы.

  • Әһә, Ҡыҙырас эреләнгән. Ҡыҙырас серьезныйлан- ған, — тип көлөштөләр малайҙар.

Был шаярыуҙарға ла ул яуап бирмәне. Боролдо ла ҡапҡа яғына китте. Ә унда ҡапҡа төбөндә генә ике әтәс ҡанға туҙышып һуғышып йөрөй ине.

Әтәстәрҙең береһе, бынауы ҡуш һаҡаллы, шпорлы, ҙур сыбары, Ҡыҙырастарҙыҡы. Ә тегенеһе, ҡыйыш күкрәкле, ҡып-ҡыҙыл ялбыр тараҡлы, ғорур, ҡылансыҡ аҡ әтәс, белмәйем, кемдеке.

Ҡыҙырас уны тәү тапҡыр күрә. Күрәһең, ул күрше йорттан килгәндер.

Ҡыҙырастарҙың әтәсе харап уҫал ул. Ҡарап тормаһаң, хатта ул ишек алдында йөрөгән бала-сағаны ла суҡып илата. Был әтәс тә йыуаштан түгел икән. һис бер-береһенә юл бирмәйҙәр. Икеһе лә берҙәй үк ғорур, үҙ һүҙле, күрәһең. Икеһе лә еңмәйенсә туҡтарға уйламай. Ҡыҙырас, ҡыҙыҡһынып, эс бошоуын онотоп, әтәстәр һуғышын ҡарарға тотондо.

245




«Бына, ни, икәүең дә үҙ һүҙле булһаң, шулай була ул. Үлгәнсе һуғышырға мөмкин. Йә, ни, аҡ әтәс, һин көсһөҙөрәк бит, етмәһә, сит йорттан килеп, ни, был сыбар әтәстең көсөн самаламаҡ булаһың. Хаҡлыҡ сыбар әтәс яғында. Ул үҙ йортон, ни, үҙ йортоноң намыҫын һаҡлай. Бирешмә, сыбар әтәс!» — тип уйланды ул, кинәнеп. Әтәстәр, уның уйын аңлаған кеүек, таты ла ҡо- торонобораҡ һуғышырға керештеләр. Тик шул ваҡытта ҡайҙандыр килеп сыҡҡан Йомғаҡ, яҫы телен сығарып йүгерә-йүгерә, әтәстәрҙең икеһен ике яҡҡа пыр туҙҙырып айырып ебәрҙе. Ҡыҙырасҡа уңайһыҙ ҙа, оят та һымаҡ булды. Ул, тағы нығыраҡ бошоноп, өйгә үк ҡайтып китте.

Өйҙә Әнисә дәрес әҙерләй ине. Ҡыҙырас та, китап- дәфтәрҙәрен алып, өҫтәл янына килеп ултырҙы.

Әсәһе был ваҡытта, бәпесен алып, балалар консультацияһына киткәйне.

Әнисә, Ҡыҙырастың шулай иртә дәрес әҙерләргә ултырыуын күргәс, ғәжәпләнеп:

  • Ҡыҙырас, һин нисек бөгөн былай иртә башлайһың? — тип һораны.

  • Иртәме ни? — тине Ҡыҙырас.

  • Иртә шул, — тине Әнисә лә, ағаһына текләп ҡарап. — Әсәйем яңы ғына сәғәт ике тип әйтеп китте. Өс булғас, ағайыңды ҡайтарырһың да, икәүләп дәрес әҙерләргә ултырырһығыҙ, тине. Ә мин, ул киткәс тә, ултырҙым да ҡуйҙым. Өс тулғас, һине ҡайтарырмын тигәйнем. Ә һин үҙең ҡайттың да ҡуйҙың...

  • Йә, ни, тәтелдәмә, эшеңдә бул, — тине Ҡыҙырас ҡырыҫ тауыш менән. Уның бөгөн, ысынлап та, бөтөнләй кәйефе юҡ ине. Әйтеүе генә анһат, ул хәҙер үҙенә генә түгел, атаһына ла, Ғәбит ағай менән Юлайға ла, хатта кисә сборҙа пионерҙар алдында ла: «Бынан һуң яҡшы уҡыясаҡмын», — тип һүҙ бирҙе. Әлбиттә, ул үҙенә бынан элек тә күп тапҡырҙар һүҙ биргәйне. Тик был һүҙҙе бер ҡасан да үтәмәгәйне. Үҙ-үҙеңде алдауы бер хәл. Уны бер кем дә белмәй. Үҙең янаһың, үҙең көйәһең дә — бөтә. Ә бына кешене, атайҙы, уҡытыусыны, иптәштәреңде, тотош бер юлы әллә нисә кешене алдап ҡара әле! Был оятҡа нисек түҙерһең?! Етмәһә, Ғәбит

246




ағай: «Ҡыҙырас, һинең һәләтең бар. Тырышһаң, һин шәп уҡый алаһың, мин быға ышанам», тип әйтте. Ә атаһы:

  • Егет һүҙе бер булыр. Ҡара! — тине.

Юлай тағы:

  • Кин атайыңа алмашсы булырға теләмәйһең, — тип ғәйепләп тә ҡуйҙы.

Ҡыҙырас уларҙың бөтәһенә лә:

  • Бынан һуң мин, ни, яҡшы уҡыясаҡмын, — тип әйтте. Инде был вәғәҙәне үтәргә кәрәк бит... Уй, бөттө баш!..

Ул ғына ла түгел, бынауы оҫталыҡ түңәрәгенә һайлап ҡуйҙылар, етмәһә. Үҙең староста булып насар уҡыһаң, малайҙар һине һанға һуғамы ни? Бына бәлә, инде ни эшләргә?!

Ул, шулай ҡаты уйланып, алдына бөтә китаптарын алып һалды.

«Бына ошоларҙың бөтәһен дә һыу кеүек белергә кәрәк бит... О, ниндәй күп!..»

Ул, әҙерләйәсәк дәрестәрҙең күплегенән бөтөнләй ҡурҡып, ҡарашын һеңлеһенә күсерҙе. Был ваҡытта Әнисә, башын һул яҡҡа ятҡырып, телен сығара биреп, нимәлер яҙып маташа ине.

  • Әнисә, — тине Ҡыҙырас йомшаҡ ҡына тауыш менән, — һылыу, ни, һин нимә эшләйһең?

Әнисә, ғәжәпләнеп, ағаһына ҡараны.

  • Аһа, күрмәйһеңдер шул. Хәрефтәр яҙам бит. Был бит минең матур яҙыу дәфтәрем.

Ул әле генә яҙып бөткән дәфтәрен киптергес ҡағыҙ менән ипләп кенә киптерҙе лә, дәфтәренең биттәрен бе- рәм-берәм асып, ағаһына күрһәтә башланы.

  • Бына, күрҙеңме, хәрефтәрҙе мин нисек яҙғанмын. Матурмы?

  • Матур, — тине Ҡыҙырас, ысын күңелдән һоҡланып.

Әнисәнең матур яҙыу дәфтәре, ысынлап та, бик таҙа, хәрефтәре шундай тигеҙ, асыҡ ине.

  • Күрәһеңме, — тип йәнә маҡтана биреп ҡуйҙы Әнисә. — Бер ҙә ҡара тамыҙмағанмын. Хәрефтәрҙе ҡайҙа яҫы, ҡайҙа нәҙек итеп яҙырға ла белгәнмен. Дәфтә

247




ремдең сит-ситтәре лә һинең дәфтәрең кеүек бөгәрләнеп бөтмәгән, Ҡыҙырас!.. Шуның өсөн дә Вера Павловна миңә гел «биш» кенә ҡуйған. Бына, ышанмаһаң, үҙең ҡара.

Ул, дәфтәр биттәрен тағы берәм-берәм асып, ҡыҙыл ҡара менән ҡуйылған «биш» билдәләрен күрһәтеп сыҡты.

  • Бына, бына, бына... Бөтәһе лә «биш». Вера Павловна әйтә, Әнисә бик тырыш, ныҡышмал. Шуға ул һәйбәт уҡый, матур яҙа, ти.

  • Ьин ныҡышмалмы ни? — тип һораны Ҡыҙырас, һеңлеһенә ғәжәпләнеп ҡарап.

  • Шулай шул, — ти Әнисә, иркәләнеп. — Мин бит гел дәресте ныҡ белгәнсе уҡыйым. Хатта ҡайһы саҡта уйнағым килһә лә уҡыйым. Дәресемде әҙерләп, яҡшы белеп бөткәс кенә уйнайым. Шулай булғас, ныҡышмал булам шул.

  • Йә, ярар. Яҙ. Көйләшмәйек, — тине Ҡыҙырас тағы ҡырыҫ тауыш менән. — Тәтелдәмә!

Әнисә, Ҡыҙырастың ҡапыл былай бик серьез, ҡырыҫ булып китеүенә аптырап, иренен бәлшәйтә биреп ҡуйҙы ла бүтән һүҙ өндәшмәне. Ә Ҡыҙырас, асыулы уйланып, дәреслектәрен аҡтарырға тотондо.

«Ни, бына нисек ныҡышмал булырға кәрәк икән. Белгәнсе, еңгәнсе ныҡышырға, уҡығың, ултырғың килмәгән саҡта ла ныҡышып ултырырға кәрәк икән... Дөрөҫ шул. Ҡара һин уны, ни, бынауы Әнисә лә шуны белһенсе! Моғайын, ни, уға Вера Павловна өйрәткәндер. Ни, мин дә бынан һуң шулай булайым әле...»

Ул ошо уйҙар менән көндәлек дәфтәрен алды. Унда иртәнге көн өсөн бирелгән дәрестәр яҙып ҡуйылғайны.

«Иртәгә арифметика бар икән», — тип уйланы ул артыҡ борсолмай ғына. Был дәресте ул ярата ла, белә лә ине. Был турала ул: «Иң шәбе шунда: бында, ни, күп уҡып торорға кәрәкмәй. Мәсьәләләрҙе, миҫалдарҙы сығараһың да, ни, эше лә бөтә!» тип һөйләргә ярата ине.

Бына ул бик ауырһынып ҡына ботаника дәреслеген алды: «Ҡайһылай күп биргән. Етмәһә, ни, бынауы тарихтан, географиянан нисәмә бит нәмә уҡырға?! Их, Ҡыҙырас, Ҡыҙырас, бөттө баш!.. Биргән вәғәҙәңде нисек үтәрһең икән һин, бахыр...»

248


Ул тамам өмөтһөҙләнеп, тәҙрә аша тышҡа текләп, тынып ҡалды.

Күпмелер ултырғас, уның ҡолаҡ төбөндә генә Әнисә- нең тауышы яңғыраны. Ул, күк күҙле, етен сәсле ҡурсағын күтәреп, уның янында ғына баҫып тора. Үҙе иркә тауыш менән:

  • Мин дәрестәремде әҙерләп бөттөм дә. Ә һин һаман башламайһыңмы ни әле, Ҡыҙырас? — тип һорай ине.

Ҡыҙырас баяғыса һалҡын, ҡырыҫ итеп:

  • Башлармын әле, — тине.

Әнисә, киреһенсә, тағы ла йомшаҡ, иркә тауыш менән:

  • Сәғәт өс тулды бит. Ышанмаһаң, бына үҙең ҡара, — тип будильникты комод өҫтөнән алып, Ҡыҙырастың алдына уҡ ултыртты. Ысынлап та, сәғәт өстө һуғырға биш кенә минут ҡалғайны. Ҡыҙырас бөтөнләй бошоноп, өмөтһөҙләнеп: «Эй-й, ни, мин ингәндә, сәғәт ике генә ине. Ни, мин, дәрескә тотонорға иренеп, бер сәғәт ултырғанмын!.. Был ниндәй ялҡау малай һуң мин?! Ә Ғәбит ағай: «Ҡыҙырас, һинең ихтыяр көсөң бар», тигән була тағы. Бар һиңә, көтөп тор!..» — тип уйлап алды.

Унан, нимәләрҙелер үҙ янынан ҡыуалаған һымаҡ, ҡулдарын яҙып, ян-яҡҡа һелтәп ебәрҙе лә ашыгып китапҡа тотондо.

  • Етте. Башлайым. Ни, Әнисә, радионы туҡтат. Үҙең бар, ни, теге бүлмәгә сыҡ, ҡамасаулама!

Әнисә, был ваҡытта барған матур концертты бик тыңлағыһы килһә лә, ағаһы ҡушҡас, радионы туҡтатты ла, ҡурсағын алып, күрше бүлмәгә сығып китте. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Ҡыҙырас баш ҡалҡытмай уҡырға кереште. Бына сәғәт теле циферблаты бер-ике тапҡыр әйләнеп сыҡты. Әнисә, аяҡ осо менән генә баҫып, ишектән бер нисә тапҡыр килеп ҡараны. Ә Ҡыҙырас һаман китаптан күҙен алмай ултырҙы ла ултырҙы.

Әсмәбикә апай ҡайтып ингәндә лә, шулай уҡып ултыра ине. Әнисә әсәһенә был шатлыҡлы хәбәрҙе еткерергә ашыҡты. Ул Ҡыҙырас насар уҡығанға әсәһенең көйөнгәнен белә ине.

  • Әсәй, — тине ул, Ҡыҙырасҡа ишеттермәҫ өсөн шыбырлап, — ул үҙе инеп ултырҙы.

249


  • Ысынмы, ҡыҙым?

  • Ысын. Сәгәт икелә үк, һин киткәс үк инде.

  • Ярай, бик һәйбәт булған, ҡыҙым. Тырышып уҡып китһә генә ярар ине...

Улар, шулай шыбырлап ҡына һөйләшә-һөйләшә, үҙ эштәрендә булдылар. Э Ҡыҙырас уҡыны ла уҡыны. Карталар аҡтарҙы. Ҡысҡырып уҡып, һөйләп тә ҡараны. Әсмәбикә апай ҙа, Әнисә лә уны күрмәмешкә һалышты. Сөнки Ҡыҙырас, берәй эш эшләгәндә, кешенең ҡарап тороуын яратмай, эштән туҡтай ҙа ҡуя ине.

Бына сәғәт биште һуҡты. Ҡыҙырастың дәрес әҙерләү өсөн бүленгән ваҡыты әллә ҡасан үтте. Ләкин ул һаман туҡтаманы. Сәгәт алтынсыла Ғариф килеп инде.

  • Ҡыҙырас, уйнарға сығайыҡ! — тип ҡысҡырҙы.

Ҡыҙырас өндәшмәгәс, Ғариф уның янына уҡ килеп

баҫты, күкһел йәшкелт күҙҙәрен киң асып:

Ҡыҙырас:

  • Мин дәрес әҙерләйем, — тип ҡоро гына яуап бирҙе.

  • Ә мин әҙерләп бөттөм, — тине Ғариф. — Беҙ Ғилман менән әҙерләнек.

Ҡыҙырас Юлдашҡа оҡшатыбыраҡ, һалҡын ғына йылмайып:

  • Улай икән... — тине. — Әҙерләп бөттөгөҙ ҙә?

  • Эйе, бөттөк, — тине Ғариф та эре генә.

  • Тарихты әҙерләнегеҙме?

Ғариф тағы бирешмәне:

  • Әҙерләнек. Бөтәһен дә әҙерләп бөттөк! — тип яуап бирҙе.

  • Улай булһа, ни, Ғариф, һин миңә лә өйрәт әле. Нөйләп бир әле, — тине Ҡыҙырас, хәйләкәр йылмайып. — Египеттың тәбиғәте нисек? Унда ниндәй ҙур йылғалар бар? Урман бармы унда? Папирус үҫемлегенән египетлылар нимә эшләгәндәр?

Ғариф, күкһел йәшкелт күҙҙәрен ғәҙәттән тыш киң асып:

  • Тәбиғәте? — тип һораны. Унан, түбә таҡтаһына текләп бер аҙ торғас: — Ул тиклемен белмәнем әле мин, — тип ҡуйҙы.

250


Ҡыҙырас, уның арҡаһынан ҡағып:

  • Белмәгәнһең әле, ҡустым, белмәгәнһең, — тине.

Ғариф еңелде, өндәшмәне. Ҡыҙырас уның маңлайына

дуҫтарса әкрен генә сиртеп алды:

  • Ни, һин, ҡустым, үҙ башың менән әҙерләмәгәнһең шул. Бына шуға белмәйһең. Егет булһаң һин, ни, үҙең тырыш. Кешегә һалышма.

Тура һүҙгә яуап юҡ ти. Ғариф Ҡыҙырастың был һүҙенә лә яуап бирмәне. Бынан һуң Ҡыҙырас дуҫын үҙ янына саҡырып ултыртты ла, унан үҙе ҡат-ҡат уҡып, башында көскә ҡалдырған был дәресте картаға ҡарап арыу ғына шыма итеп һөйләп бирҙе. Ғарифтан да һөйләтте.

һөҙөмтә асыҡ ине. Тырышҡанда, ул үҙенең тарих дәресен дә, ботаниканы ла яҡшы беләсәгенә, башҡалар кеүек үк һөйләп бирә аласағына төшөндө. Тырышһа, Ғариф та булдыра аласаҡ ине. Ошо уйҙан уға нисектер күңелле, рәхәт булып китте. Ул хатта:

  • Их, беҙ, ялҡауҙар, ни, ошолай тырышһаҡ, кеше лә булып китербеҙ әле, эйе бит, дуҫ! — тип Ғарифтың арҡаһынан тағы бер ҡағып, һөйөп ҡуйҙы. Дуҫының күңеле күтәрелеүенән файҙаланып, Ғариф һуңғы ваҡытта онотола башлаған ҒШЭ хаҡында һорашып алырға ашыҡты. «Былай шәп уҡый башлағас, уны ла булдырғандыр», — тип уйланы ла ул, Ҡыҙырастың ҡолағына яҡын ғына килеп:

  • Ҡыҙырас, ҒШЭ-ны таптыңмы әллә? — тип шыбырланы.

Ҡыҙырас: «Ҡуй әле, ташла юҡты!» тигәндәй, ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы. Унан, ашығып, ҡулына тағы ботаника китабын алды. Ул Ғариф менән бергәләп был дәресте лә ҡабатлап һөйләп ҡарарға уйлай ине. Ләкин Ғариф ысын күңелдән ялынып ҡаршы төштө.

  • Минең башым ауыртып бөттө. Әйҙә, әҙерәк тышта уйнайыҡ.

  • Ярар, улай булғас, — тине Ҡыҙырас, китабын кире һалып. Ул үҙе лә арыу уҡ ҡына ялҡҡайны инде. Улар тышҡа сыҡтылар. Тышта бөгөн, ысынлап та, шундай йылы, тымыҡ, рәхәт. Ғариф әйтмешләй, йәй

251


көнө кеүек ине. Ҡыҙырас, ишектән сығыу менән, кинәнеп:

  • Ух, һәйбәт! — тип ҡуйҙы.

Офоҡҡа һарҡып барған көҙ ҡояшы йомшаҡ алтын нурҙары менән уның битенән, күҙенән һыйпаны.

Ҡыҙырасҡа ҡояш нурҙары бөгөн айырата йылы, айырата иркә тойолдо. Уйындың да бөгөн айырыуса ҡыҙыҡлы буласағы күренеп тора ине. Сөнки бөгөн уның йөрәгендә: «Ах, дәресем әҙерләнмәгән. Иртәгә, ни, уҡытыусыға нисек яуап бирермен», — тигән төйөн ятмай ине.

  • Әйҙә, ни, Ғариф, волейбол уйнарға! — тип сая тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе ул. Үҙе, туп кеүек тәгәрәп, майҙанға йүгерҙе.

  • Йә, ни, кем минең менән уйнарға теләй?!

Ғариф та йүгереп барып дуҫы янына баҫты.

  • Мин теләйем, мин уйнайым!

Был ваҡытта дәрес әҙерләп бөтөп сыҡҡан Борис менән Талип та улар янына килде. Күңелле, шау- шыулы уйын башланды. Тик Юлдаш ҡына бөгөн бында һаман күренмәне.

  1. «Яңғыҙаҡ»

Шаулы сборға ике көн үтеүгә, Ғилман, Талип, Зари- фалар пионерҙар бүлмәһендә яңы газета әҙерләйҙәр ине инде.

Газетаға инәсәк хәбәрҙәрҙе ҡарашып ултырған Юлай, оҫталар һәм тегеү-сигеү түңәрәктәренең эшкә башлауы хаҡындағы иғланды ҡарап сыҡҡандан һуң, Ғилмандың Юлдаш тураһында фельетон һымағыраҡ итеп яҙған хәбәрен уҡыны ла:

  • Һәйбәт яҙылган. Ул бәләкәсте шулай әҙерәк өйрәтеп алырға ярай, — тип ҡуйҙы. Унан, үҙенең был урында Юлдашты «бәләкәс» тип атауын урынһыҙ тойоп, төҙәтергә ашыҡты.

  • Бәләкәс тип яңылыш әйттем. Бәләкәс түгел ул. Һеҙҙең кеүек үк ҙур егет. Шуға күрә уға пионер үҙ уңышын дөйөм класты алға алып барыу өсөн хеҙмәт иттерергә тейешлеген аңлатырға кәрәк.

252


Талип уға был хәбәргә эшләйәсәк карикатураһын күрһәтте.

  • Ошолай төшөрһәм, ярармы, ағай?

Юлай ҙа, Ғилман да карикатураны оҡшаттылар. Тик Зарифа ғына бының менән килешеп етмәне.

Оҙон буйлы, ҡырлы танаулы, аҡыллы, баҫалҡы ҡарашлы был ҡара малай үҙен шундай ғорур, тыныс тотоуы, дәресте шәп белеүе, үҙенә генә хас булған ҡырағайыраҡ, ҡырыҫыраҡ ғәҙәте менән Зарифаның күңелендә лә һоҡланыулы ҡараш яулап алырға өлгөргәйне инде. Шуға күрә уны хәҙер бөтөнләй икенсе, насар, эгоист малай итеп күҙ алдына килтереүе уға еңел түгел ине. Зарифа сборҙа булған хәлде күңелһеҙ бер аңлашылмаусанлыҡ ҡына тип уйлай ине. Был уйын ул Юлай менән Ғилманға ла бер нисә ҡат әйтеп ҡараны. Ләкин улар уның был фекере менән килешмәнеләр.

«Юлдашты тәнҡитләп, өйрәтеп алырға кәрәк», — тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Э Зарифаның Юлдашты был тиклем итеп газетаға яҙғыһы килмәй ине. Шуға күрә:

  • Бигерәк маһайтып, маҡтандырып төшөргәнһең, Талип. Юлдаш улай түгел дә баһа. Унан һуң хәбәрҙең исеме лә «Яңғыҙаҡ». Бигерәк әллә нисек инде... — тип әйтмәй булдыра алманы.

  • Юлдаштың эше шуны күрһәтә бит, малай, — тип ҡаршы төштө Ғилман. — Иптәшкә, класҡа ярҙам итергә, класс намыҫы өсөн бергәләп көрәшергә теләмәгәс, яңғыҙаҡ була шул, эйе бит, Юлай?

Юлай, һис тә икеләнмәй, уның һүҙен ҡеүәтләне:

  • Дөрөҫ, Ғилман ысын пионерҙарса уйлай.

Талип та был фекергә ҡушылды, һәм Зарифаға башын баҫып яҙыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Икенсе көндө иртә менән балалар дәрескә килгәндә, класс бүлмәһендә яңы стена газетаһы элеүле тора ине инде. Класҡа килеп ингән һәр бер бала иң элек уның янында туҡтала, һәм шул арҡала бында ҙур ғына бер төркөм йыйылғайны. Ғариф менән Ҡыҙырас та килеү менән газета янына барҙы.

Ғариф, газетанан Юлдаш тураһындағы хәбәрҙе уҡығас та, күкһел йәшкелт күҙҙәрен хәйләкәр йылмайтып,


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет