Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет20/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21

Кинйә еңер барыбер, осонма!

Юха

Ха-ха! Әйтәм дәһә: мин йәш егет, һөйөп-һөйөп танһыҡ ҡанмаған.



Һарайымда күңел асырһың...

Гөлзифа

Дошман күңелен асҡан һатлыҡ йәндәр Минең тоҡомомда булмаған!

Юха

Ах, шулаймы?!



Гөлзифа

Көрәшә алманым. Ғорур үләм!

Ғорур үләм — мин бит кеше!

310

Юха


Хи-хи... Ғорур, имеш, кеше, имеш! (Ҡаяға менә башлай.)

Гөлзифа

Кинйәбай, хуш!

Хуш, бәхил бул, йәнем!

(Ҡаянан ташлана.)

Кинйәбай

Юғалды... Күнде ҡояшым...

Төн ҡапланы күгемде...

(Һуштан яҙып, башы һалынып төшә.)

Юха(мыҫҡыллы көлөп)

Ул бит кеше... ғорур... үлә...

Аңламайым... Төшөнмәйем быны.

Туҡта, үлдеме икән? Ҡарайым әле...



Ҡаяны уратып үтеп, Гөлзифа һикергән яҡҡа китә. Бер аҙҙан ҡырағай ҡыуаныс менән ауыҙ йырып, Гөлзифаның йәнһеҙ кәүҙәһен

күтәреп килеп сыға.

Ха-ха! Үлә алмаған!

Тик имгәнгән, иҫтән яҙған ғына!

Кинйә, ишет,

Көйгәнеңдән яҙҙың бына!

Ха-ха-ха!



Гөлзифаны күтәреп, шашып-көлөп сығып китә. Кинйәбай һаман шул һуштан яҙған көйө ҡала. Әйләнә-тирәлә йөрәк өҙгөс моң

менән ҡурай илай.

Шаршау

11*

311

Етенсе күренеш



Шул уҡ урын. Кинйәбайҙың бәйле тороуына бик күп йылдар уҙған, ул ап-аҡ сәсле, ҡоро һөйәккә әйләнгән ҡарт төҫөнә ингән. Тик күҙҙәре генә элеккесә уяу, тере. Уның ҡаршыһында, тәкәббер маһайып, Юха баҫып тора. Аяҡ аҫтында, ерҙә, Сәсән иҫһеҙ ята.

Юха


Йә, аҡылға ултырҙыңмы?

Күнәһеңме инде?

Тылсым көсөн миңә табып Бирәһеңме инде?

Кинйәбай С ғәжәпләнеп )

Ниндәй көс ул? Ҡайҙа?

Юха

Мин белмәйем. Әммә һиҙәм.



Ул көс һиндә бар.

Юҡһа һин күргән ғазапҡа,

Әйт, йә, кем сыҙар?!

Кинйәбай

Аңламайым...

Юха

Бөтә донъя үҙ ҡулымда.



Йән һаман тынмай.

Нәфсе һис ҡанмай.

Шул тылсымлы көс миңә бит һис тынғы бирмәй.

Кинйәбай Ни һөйләйһең, хаин?!

Юха


Йөҙ ҡат аңлаттым бит: миңә бирел,

Тылсым көсөң менән хеҙмәт ит.



312




Беҙҙең юхаларса бал-май имеп,

Бер типтереп рәхәт йәшәп кит.

Аңла, борондан уҡ Шулай булған —

Көс алдында донъя бөгөлгән!

Баш эй миңә!

Әгәр ярай белһәң,

Эсемлегең — шәрбәт, тажың — алтын, Дейеү ҡыҙҙар һөйгән йәр булыр... һуңғы тапҡыр әйтәм!

Иҫәр булма! Йә, ризамы?

Киттек һарайға!

Кәйеф-сафа ҡороп бер нужаһыҙ Йәшә минең мәрмәр һарайҙа!



Кинйәбай(сабырлығын юғалтып)

Етер, етер!

Күп һөйләнмә, хаин! һаҙлыҡ еҫе килә тыныңдан! Аңлайһыңмы,

Тере серек бит һин!

Йәшәүең бит яман үлемдән!

Юха С зәһәрләнеп )

Шулай тиһең?



Кинйәбай

Шулай, беҙ — дошмандар.

Хас' дошманым ул һин, Юха!

Башың өҙөлөр ине ошо ерҙә,

Булат ҡылысым ҡында булһа... (Уйланып.)

Мәрмәр һарай, алтын, көмөш, имеш! Уны алһын йәнен һатҡандар!

Э мин көрәшермен мәңге-мәңге,

Кеше бәхете бәйҙә ятҡанда!



313




Юха

Ха-ха, иҫәр! һаман өмөт итә.

Улай булһа, ҡаҡлан, бәйле тор!

Сәсән fиҫенә килеп)

Көрәш ауыр. Әммә кемдә хаҡлыҡ,

Кемдә сафлыҡ, бер саҡ ул отор...

Юха (һуңғы өмөтөнә тотона. Йәшерен һәм мыҫҡыллы тауышҡа күсә)

Беләһеңме, Гөлзифаң тере бит!



Кинйәбай

Ышанмайым!

Юха

Тик ул киреләнде...



Боҙҙо араны.

Ха-ха...


Ҡараңғы зинданды һайланы.

Кинйәбай

Гөлзифам үлде бит күҙ алдымда.

Юғал, хаин, бынан!

Юха


Ышанмаһаң,

һаман аҙап сигеп торорһоң.

Бер саҡ әле, Юха ағай, ҡотҡар,

Азат итсе, тиеп һорарһың...

Ха-ха!..

Тәкәббер көлөп сыгып китә. Яҡында ҡурай моңо һыҙыла. Кинйәбай тәьҫирләнеп тыңлай.

314


Кинйәбай

Ерҙән килә шундай таныш бер моң, Ишетәм мин уны һәр ҡасан.

Гүйә, ҡеүәт арта, аҙап кәмей,

Терелеп китәм, уны тыңлаһам.

Бәлки, атам әйткән тылсымлы көс Шул моң булып миңә күсәлер?!

Бәлки, уның телен аңлау көсө Шулай әкрен-әкрен үҫәлер?!

Бәлки, уны миңә еткереүсе Изге Ер-әсәбеҙ үҙелер?!

С ә с ә н (хәлһеҙ ятҡан еренән)

Шулай булыр, улым...

Һин лайыҡһың —

Күкрәгеңдә ҡояш сатҡыһы.

Тамырыңда Ирәмәл батыр ҡаны, Йөрәгеңдә халыҡ ҡайғыһы.

Ер-әсә гел шундай батырҙарға Тылсымлы көс бүләк итә, ти.

Шул тылсымды белгән батыр ғына Юхаларҙы таба, еңә, ти.

Кинйәбай^өмөтләнеп, яҡтырып)

Аһ, олатай, мин дә белһәм ине... Яуызлыҡты бер саҡ еңһәм ине...



Ҡурай моңо тағы ла көслөрәк, мөһабәтерәк һыҙыла. / Шаршау

315


Нигеҙенсе күренеш

Шул уҡ күренештәге урын. Сәстәре агарып, йөҙө аҙаплы һырҙар менән ҡапланған Кинйәбай һаман шул ерҙә бәйле тора. Уның баш өҫтөндә ҡоҙғондар өйөрөлә. Бик алыҫтан килгән тылсымлы ҡурай моңо аҫтында тирә-яҡҡа һыҡтаулы тынлыҡ таралған. Теге ваҡытта Юха үлтергән Бөркөттөң улы — йәш Бөркөт ҡоҙғондар

менән тартыша.

Ҡоҙғондар

Үлде... Үлде... Кинйә! Ашайыҡ.

Тәүҙә ике күҙен соҡойоҡ.

Йәш бөркөт Саңҡ!.. Саңҡ!

Таралығыҙ, тарал, ҡоҙғондар!

Мин һаҡтамын, һаҡта!

Аҙғындар!

Ҡоҙғондар

Ьа-һа, үлекте һаҡлай.

Үҙе үләкһә ҡапмай!..

Йәш бөркөт

Ҡыйыу бөркөт ине атайым.

Юха өҙҙө уның ғүмерен.

Кинйәбайҙы һаҡлай йәш бөркөт,

Ас күҙлеләр, быны белегеҙ!



Ҡоҙғондарҙы ҡыуып ебәрә. Болот аҫтынан Ай ҡалҡып сыға.

А й Зың-ң!

Төн... Төн... Төн...

Нисәмә төн...

Иге-сиге юҡтыр был төндөң.

Кинйәбай ҙа тынды...

Нисә төндәр

Ишетмәйем унан бер өн дә...

Кинйә батыр, уян.

316




Тор, Юха байрам итә.

Әсәң һинән, әсәң һинән,

Тик һинән ярҙам көтә.

Юха батша ырыуыңды,

Әсәңде ҡол итте бит.

Балҡып торған шаулы ерҙе Өнһөҙ бер тын итте бит.

Зиндандар тапланы ерҙе, һыуыҡтар ҡапланы йырҙы,

Батырҙар ҡалманы ерҙә...

Уян, Кинйә, уян инде!

Кинйәбай (иҫенә килеп)

Кем ыңғыраша?

Кем һыҡтана?!

А й


Зың-ң!..

Бында мин — Ай, Айһылыу!

Мин дә моңһоу.

Йөрәгемде өҙә кеше ҡайғыһы...



Кинйәбай

Моңланыуҙан, зарланыуҙан Бығау асыламы ни?

Ни булғанын белеү менән Аҙап баҫыламы ни?!

Кинйәнең аяҡ осонда ятҡан еренән Сәсән тороп ултыра. С ә^ә н

Кинйә улым, түҙ, бирешмә!

Көрәштә еңә түҙгән.

Кинйәбай

Эйе, түҙәм, түҙәм, түҙәм...

Түҙергә тейеш, беләм.

Яуызлыҡты ҡасан да бер



317




Еңергә тейеш, беләм.

Ышанам, бер саҡ төн үтер.

Тик ҡасан?.. Ҡалай итеп?

Ай

Ышанайыҡ. Мин дә тоям...



Килә яҡты көн етеп...

Сәсән

Ышан, ышан! Һынатманың.

Юха уҙа алманы.

Кинйәбай (көрһөнөп)

Бығауҙарҙы өҙә алманым...



Ауыр, көсөргәнешле пауза, тылсымлы ҡурай моңо яҡынлаша, көсәйә бара. Бөтә әйләнә-тирәне ниндәйҙер терелткес моң солғап ала.

Б ө р к ө т

Саңҡ!.. Саңҡ!..

Кинйә, тыңла!

Ерҙән килә ғәжәп бер моң!

Ай

Зың-ң!



Серле бер моң!

Сәсән

Тылсымлы моң...



Кинйәбай (һағайып)

Тағы ишетәм сикһеҙ таныш моңдо...



Сәсән

Батырға ҡеүәт биреүсе,

Хаҡлыҡҡа хеҙмәт итеүсе Тылсымлы бер изге моң был...

318




Тирә-яҡты әкренләп яҡтылыҡ солғай. Төрлө сәскәләрҙән биҙәк һалып туҡылған аҡ елән, сәскәләрҙән һәм һыу тамсыларынан үрелгән таж кейгән иҫ киткес матур, мөһабәт Ер-әсә Ирәмәлтау битенә ҡалҡып сыға. Экрен, һалмаҡ һәм мөһабәт хәрәкәттәр менән Кинйәбай алдына килеп баҫа. Уға оҙаҡ һәм һынаулы ҡарай. Кинйәбай ҙа, Ай, Бөркөт, Сәсән дә өнһөҙ көтә. Тылсымлы моң тауышы тағы

ла сағыуыраҡ яңғырай.

Ер-әсә Кинйә улым...

Ьатылмаусан, баш эймәүсән, ғорурһың һин. Ер-әсәңдең иң тоғро улыһың һин.

Көс-ҡеүәтем, изге рухым, саф йөрәгем,

Үлмәҫ йәнем менән тотош тулыһың һин.

Оло ауыр һынау үттең, бөгөлмәнең.

Яуыз көстән өркөп артҡа сигенмәнең.

Инде һуңғы яуға хәҙер тотонорһоң,

Юхаларҙың шауҡымынан ҡотолорһоң. Аңлайһыңмы, хаҡлыҡ юлын быуып килгән Юха тигән мәкерле һүҙ онотолһон!



Кинйәбай

Ни ишетәм? Кем һөйләй? һин кем, әсәй?

Е р-ә с ә Ер-әсәң мин.

С ә с ә н (йыуанып)

Ер-әсә был, Кинйәбай!

Б ө р к ө т Ер-әсә, Ер-әсә!



Ер-әсә

Миндә үҫә тылсымлы моң Бына ул!.. Ниндәй ябай.



(Ерҙән ҡурай өҙөп алып күрһәтә.)

Күрәһеңме, йә, нимә ул?



319


Кинйәбай Күрәмен дә...

Ер-әсә Был —- ҡурай.

Сәсән

Өрпәк ҡурай, ирмәк ҡурай!



Кинйәбай

Ысынлап та, Ер-әсә, әйт.

Ул ҡурай нигә ярай?

Ер-әсә

Ҡурай ул — моң. Уйла, моңдо Кем тота, бикләй ала?

Кем уның тылсымлы көсөн Ҡаплай, быуа, сикләй ала?!

Кинйәбай Моң ирекле.

Б ө р к ө т Моң ҡанатлы.



Сәсән

Моң — үлемһеҙ, беләбеҙ.



Ер-әсә

Изге моң алдында көсһөҙ Бар мәкер, барлыҡ бығау.

Мә, улым, ал. Ал да уйна.

Бул үҙең моң. Бул ҡурай.

Юханы таныу, еңеүҙе Өйрәтер изге ҡурай!

Кинйәбай^ ҡыйыуһыҙланып )

320




Уйнағаным юҡ бит, әсәй,

Белмәйем ҡурай телен...



Ер-әсә

Беләһең, ысын батырға Аса ул серле телен.



Кинйәбайға ҡурайҙы бирә. Кинйәбай уны алырға ынтылғанда, ҡулынан сынйырҙары шыңғырлап ҡойола. Ҡурайҙы ауыҙына алып барыу менән, әйләнә-тирәлә бығаса уға тоноҡ һәм өҙөк-өҙөк кенә ишетелеп килгән ғәжәп моңло, тылсымлы көй бөтә тантаналығы һәм гүзәллеге менән яңғырап китә. Гүйә, ер, күк тотош был моңға

ҡушыла.

Сәсән, ярһып, ҡурайға ҡушылып, Ер-әсәгә дан йырлап ебәрә.

Сәсән

Нин тыуҙырҙың йәшәү өсөн, Ер-әсә,

Ьин тыуҙырҙың шатлыҡ өсөн, Ер-әсә,

321




һин көс, ҡеүәт, йыр, моң бирҙең, Ер-әсә. Көрәшербеҙ, яуызлыҡты еңгәнсе.

Ай, Бөркөт Ер-әсә, Ер-әсә, һин йәшә!



Сәсән

Күп һыҡтаныҡ, күп иңрәнек, Ер-әсә,

Аһ-зарлы көн онотолмаҫ үлгәнсе,

Хаҡлыҡ өсөн йәнебеҙ фиҙа, Ер-әсә.

Көрәшербеҙ Юхаларҙы еңгәнсе.

Ай, Бөркөт, Сәсән Ер-әсә, Ер-әсә, һин йәшә!



Кинйәбай уйнаған арала йәш һәм элеккенән дә баһадир төҫкә инә, әйләнә-тирәләге шомло күренеш юҡҡа сыға. Тылсымлы моң тантаналы яңғырай.

Кинйәбай^шатлығы эсенә һыймай)

Мин иректә!..

А й

һин иректә!



Бөркөт Егет иректә!

Сәсән Батыр иректә!

Ер-әсә

Һин үҙең — моң. һин — ҡурай.



Кинйәбай был һүҙҙең мәғәнәһенә яҡшыраҡ төшөнөр өсөн ярһып

ҡабатлай.

322


Кинйәбай

Мин үҙем — моң... Мин үҙем — көй...

Мин үҙем — серле ҡурай!

А й


Йырлы ҡурай.

Б ө р к ө т

Саңҡ!.. Саңҡ!..

Бына һиңә өрпәк ҡурай!

Е р-ә с ә

Мәңге шат, мәңге азат Изге ҡурай, серле ҡурай!..



Кинйәбай (Ер-әсәнең алдына теҙләнеп)

Әй әсәм — Ер, ни ғәжәп был?

Аңлатып бирсе миңә.

Ниндәй иҫ киткес гүзәл көс Бүләк иттең һин миңә?

Е р-ә с ә

Ер-әсәнең күкрәгенә Халыҡ ҡаны һеңгән, улым.

Ер-әсәңдең йөрәгенә Халыҡ йәне ингән, улым.

Ер-әсәңдең күҙҙәренә Халыҡ йәше тулған, улым.

Быуат-быуат шулай үткән,

Мең-мең быуын килеп киткән.

Һөр бер быуын аҡылын да,

Өмөтөн дә миңә түккән...

Һәм шуларҙың барын йыйып,

Халыҡтың рух көсө булып,

Ошо моңло ҡурай үҫкән...

Эйе...


Шуға бөтә моңдарҙан ул Моңло булған.

323




Шуға бөтә сафлыҡтарҙан Ул саф булған.

Шуға һәр бер мәкерлектең Йөҙөн асыр

Ҡөҙрәте ҙур изге көскә Эйә булған.

Аңла, ҡурай — аталарҙан һиңә ҡалған аманат ул. һаҡла уны күҙ ҡараңдай.

Сығарма һис яманатын.

Кинйәбай Аһ, Ер-әсәм!

Е р-ә с ә

Ант ит, улым, изге моңдо һаҡлармын тип саф, таҙа.

Антты боҙһаң, ил, халыҡ Ләғнәтләһен, итһен яза.



Кинйәбай

Ант итәм, был изге моңдо һаҡлармын тоғро, таҙа.

Антты боҙһам, ил, халыҡ Ләғнәтләһен, итһен яза.

Кинйәбай теҙләнеп ант иткән саҡта, халыҡ төркөмө килгәне күренә. Иң алда теге өс ҡарт.

Ер-әсә

Ана, ил ҡарттары килә Ҡотларға һине.

Улар түккән йәште йыйһаң,

Даръя булыр ине...



Кинйәбай, тороп, уларга баш эйеп көтә. 1-се, 2-се, 3-сө ҡарт уға атын һәм ҡылысын ҡайтарып бирә.

324


  1. с е ҡарт

Ерән юртаҡ һинеке бит...

Ал, атлан, егет!



  1. с е ҡарт

Уҡ-Һаҙағыңды ла таҡ та Ер әйлән елеп.

  1. с ө ҡарт

Булат ҡылысыңды һаҡлап, Көтөп торҙом үҙем. һине хаҡһыҙ рәнйеткәнде, Улым, һиҙҙем, күрҙем.

1-се ҡарт

Яуыз Юха алданы бит, һаташтырҙы беҙҙе.



Кинйәбай

Олатайҙар, рәхмәт һеҙгә,

Мин аңлайым һеҙҙе.

(һикереп атҡа атлана.)

Ерәнсәйем, әйҙә!

Киттек һуңғы яуга, көрәшкә.

Е р-ә с ә

Батыр егет, толпар аттың көсө һынала ул яуҙа, көрәштә.

Кинйәбай

Ер-әсәм, хуш,

Хушығыҙ, олатайҙар!

325


Ҡарттар Kay бул!

Е р-ә с ә Хәйерле юл!



Йәш бөркөт (Кинйәбайҙың эйәр башында ултыра )

Дуҫлыҡ та яуҙа һынала.



Сәсән

Йәшә, Ер-әсәм!

Э мин батыр менән китәм.

Көрәш ҡайҙа — шунда сәсән!



Кинйәбай

Дөрөҫ, дуҫҡай, ҡалышма.

А й

Мин шат. Ял итергә ятам.



Ҡояш килә алмашҡа,

Зың-ң...


(Байып китә.)

Кинйәбай^оран һалып, алға ташлана) Көрәшкә! Яуға! Еңеүгә!

Халыҡ

Алға-а!


Күмәк ат тояҡтары, күңелле, шат оран тауыштары яңғырай. Халыҡ батырға килеп ҡушыла. Тантаналы, ҡыуаныслы ҡурай моңо

һыҙыла.

Шаршау

326


Унынсы күренеш

Туғыҙынсы күренештәге Юха һарайы. Ебәк бәхрәмәләр менән биҙәлгән, зыр әйләнеп торған каруселдә Юха хәҙер иҫ киткес һылыу батша ҡыҙы төҫөнә инеп ултыра. Янында — Алабай, Һоробай һәм башҡа ярандар.ы. Майҙанда, теге ҙур ҡара таш менән ҡула ҡаҙан урынлашҡан ерҙә, аҡ сәстәре туҙган, һаташҡан Ишбикә әбей һәрмәнеп йөрөй. Карусель аҫтынан аһ-

зарлы йыр килә.

Йыр

Ултырамын таш зинданда яңғыҙ,

Тирә-яғым һалҡын, ҡараңғы.

Күҙ йәштәрем йылға булып аҡты,

Ебәк сәсем елгә таралды...

Хор

Шат күңелем моңайҙы,

Алһыу йөҙөм һарғайҙы,

Кем мине ҡотҡарыр?

Кем емерер һарайҙы,

Кем емерер һарайҙы?!



(Карусель зыр әйләнә, Ишбикә йырға ҡушыла.)

Йыр

Ултырамын тар зинданда яңғыҙ,

Тирә-яғым тынсыу, ҡараңғы, һаман да төн... төн... төн...

Өҙлөкһөҙ төн...

Ҡасан етер, ҡасан таң алды?!

Юха

Ха-ха-ха!.. Имеш, хәҙер Мин түгел Юха йылан.



Мин, имеш, тиңһеҙ һылыу бер Батша ҡыҙы Гөлйыһан!

Мин егеттәргә ғашиҡ.

Улар ғашиҡ була миңә.

Шулай инде... Тик һөйөп,



327




Үбеп кенә хәҙер еңәм...

Сихри матурлыҡтарым ҡаплай, Томалай күҙҙәрен.



Ишбикә^ алдына)

Бер беленмәй ҡалмаҫ әле Ерҙә ҡанлы эҙҙәрең!



Юха( маһайып )

Хаҡмы һүҙем, эй, ярандар?

Юха

Ниндәй моң был?



Кинйәбай бит! Ул тере?!

Булат ҡылысы ҡулында!

Уҡ-Һаҙағы ла янында...

Нимә уйнай? Әллә мине Шундамы таныу сере?!



Алабай

Эйе, хансам, нимә уйнай?

Нимә көйләй?

һ о р о б а й

Ай-буй-ай-буй!

Быуындарым ерҙе тоймай!

Юха

Ниңә был моң йөрәгемә хәүеф һалды? Ниңә аяҡ-ҡулым ҡапыл талып ҡалды? Әллә, ысынлап та, Кинйә Тылсымлы көс табып алды?



Юҡтыр, булмаҫ.

Мин үҙем хан. Үҙем Алла!

Шулай булды.

Шулай ҡалыр һаман алда!



328


Алабай (ҡалтыранып )

Ни ҡылабыҙ?



Һоробай fилап)

Беҙ бөтәбеҙ...



Юха( зәһәрләнеп )

Индермәҫкә! Бирешмәҫкә!

Оран һалығыҙ, оран!

Аждаһалар торһондар,

Уның юлын быуһындар!

Алабай

Хәҙер, хансам, хәҙер, хәҙер... һоробай

Һинең өсөн үлергә беҙ әҙер, әҙер...

Ҡурҡа-ҡалтырай китәләр. Ғәскәрҙе һуғышҡа саҡырып борғо уйнай. Шау-шыу. Сыр-сыу. Һарайға инеү юлында ҡаты һуғыш бара. Алабай менән Һоробай, ҡоттары осоп, кире йүгереп

инә.

Алабай

Хансам, Кинйә һанһыҙ ғәскәр менән килгән, һарайҙы бит ҡамап алған!

Аждаһалар ҡурҡҡан, ҡасҡан...

һоробай

Улар баҫып инә!

Ни эшләйбеҙ, хансам?!

Юха (тыныс булырға тырышып)

Бошонмағыҙ. Мәкер дауам итә.

Мин — ҡыҙ кеше. Бер ни белмәйем.

329




Йәш, һылыу ҡыҙ — бары ун етелә.

Иргә сығам. Кейәү эҙләйем...



Ҡуштанланып, һыланып-һыйпанып тәхетенә ултыра. Алабай, Һоробай, ҡалтырай-дерелдәй, уның ике яғына баҫа. Һуғыш әкренләп тына. Кинйәбай, һарай алдында каруселде һаҡлап торған аждаһаларҙы ла ҡырып, майҙанға уҙа. Каруселде уның ғәскәре уратып ала. Б ө р к ө т менә Сәсән уның ике яғында. Кинйәбай, майҙан уртаһына баҫып, ҡурайҙа уйнап ебәрә. Тирә-яҡты тылсымлы моң баҫып китә. Юха был тауыштан хәлһеҙләнә һәм шиңә бара. Шулай ҙа аҡтыҡ көсөн йыйып, һылыу батша ҡыҙы булып ҡыланыуын дауам итергә тырыша.

Кинйәбай

Эйе, был ул — Юха! Юха йылан!

Тылсымлы моң миңә шулай ти.

Көсөңдө йый, Кинйә, һуңғы һуғыш, һуңғы алыш еңел булмай, ти...

Ниндәй һылыу ҡыҙға әйләнгән бит!

Кем таныһын шундай йыланды?!

Эй ҡара йән! һине таный алмай Күпме яфаландым, алдандым.

Инде бөттө. Батша ҡыҙы түгел,

Алла тиһәң дә, мин ышанмам.

Бөтә боҙоҡлоғоң, мәкерлегең,

Ҡанһыҙлығың күренә тышыңдан.

Юха, наҙлы ҡыланып, Кинйәбайҙың алдына баҫа.

Юха


Атаҡ-атаҡ! Ҡалай батыр?!

Килә берәү һуғышып.

Ҡыҙ янына һеҙҙә шулай Киләләрме үлешеп?., һи-һи...

Кинйәбай Йә, һөйләнмә!

ззо


һ о р о б а й

Ҡула ҡаҙандарҙа ҡурылыр өсөн,

Ғашиҡ булып йығылып яталар... һи-һи...

Юха (һырпаланып )

һин ул шарттарымды үтәрһең,

Үтәп, моратыңа етерһең!

Кинйәбай

Күрәм, хәйлә-мәкерҙәрең һиңә Бик күп тоғро хеҙмәт итте.

Ләкин хәҙер туп-туранан икәү Көрәшер мәл килеп етте.

Юха


Ниңә ашығаһың? һ о р о б а й

Булмай, шартты үтәмәйсә,

Хансабыҙ көрәшмәй ул.

Кинйәбай (мыҫҡыллап)

Көрәшербеҙ. Унан шәпләп Ҡороп ебәрербеҙ туй.

Йә, ризамы?

Юха ҡаушауын һаман белдермәҫкә, егетте матурлығы менән арбарға самалай.

Юха


Ах батыр егет, дөрөҫ шул.

Ташласы ярыш уйын.

Мин һинең кеүек батырҙы Эҙләйем ғүмер буйы.

Мин риза. Һинең кәләшең



331




Булайым. Риза хәҙер.

Мин һине мәңге һөйөргә,

Мәңге ҙурларға әҙер.

Кил, йәнем, кил, бер үбәйем,

Ташла һуғыш уйҙарын...

Бөтә алтын, көмөш, бриллианттары менән йылҡылдап, Кинйәбай алдында бейеп әйләнә. Әҙ генә ваҡытҡа хатта Кинйәбайҙың башын әйләндерә яҙып та ҡуя.

Кинйәбай

Эй яуыз, ҡалай һылыу бит!

Ҡашы, күҙе, буйҙары!



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет