Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде


Ҡатнашалар: ‘Ҡыҫҡартып алынды. 291 Ирәмәл батыр Ишбикә



бет19/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21
Ҡатнашалар:

Ҡыҫҡартып алынды.

291

Ирәмәл батыр Ишбикә Алтынбай }

Алсынбай > — улдары Кинйәбай J Алтынбикә \

Көмөшбикә > — килендәре

Гөлзифа J



Ай ^

Бөркөт > — Кинйәбайҙың дуҫтары Сәсән J Ер-әсә Юха — батша

Алабай I — Юхаға хеҙмәт итеүсе ялағайҙар Һоробай J

  1. с е ҡарт |

  2. с е ҡарт — аҡһаҡалдар

  3. сө ҡарт)

Егеттәр, ҡыҙҙар, аждаһалар

Пролог



Ҡояш байып барған саҡ. Аҡ ҡылған баҫҡан икһеҙ-сикһеҙ далала кескәй түбәләс өҫтөндә, эйәренә башын һалып, Ирәмәл батыр ята. Уҡ-Һаҙаҡ, ҡылыс менән ҡоралланған өс улы аяҡ осонда баҫып тора. Гүйә, бөтә тәбиғәт Ирәмәл батыр менән мәңгегә хушлашырға




әҙерләнә. Бына Ирәмәл батыр улдары ярҙамында тороп ултыра. Тирә-яҡҡа әсенеү һәм һоҡланыу менән һуңғы тапҡыр күҙ йөрөтөп сыға. Унан улдарына васыятын әйтә. Уның тауышы тыныс һәм

асыҡ.

Ирәмәл батыр

Уландарым, ярам ҡаты минең... һеҙгә ҡала донъя көтөргә,

Ил ағаһы булып ил-ырыуға Ғәҙел, тоғро хеҙмәт итергә.

Беләһегеҙ, атайығыҙ ерҙе Ғәмһеҙ юлсы булып үтмәне,

Эре ҡорттай әҙер тәғәм ашап,

Ҡул ҡаушырып ғүмер итмәне.

Көрәш булды Аллам. Ғәҙеллекте Күҙ ҡарамдай изге һаҡланым.

Хаҡлыҡ, тоғролоҡтан, именлектән Оло хазинаны тапманым.

Күпме аждаһаның башын ҡыйҙым,

Күпме Юха һаҙын ҡороттом.

Күпме йылдар, ат өҫтөнән төшмәй, Алыш-тартыш менән көн иттем...

Батыр Ирәмәл, ти халҡым мине. —

Батырҙы ул ҙурлай, инана.

(Улдарына берәм-берәм һынап ҡарап ала.)

Уландарым, һеҙҙең ҡайһығыҙ һуң Лайыҡ булыр шундай иманға?

Оло улым, һинме? Уртансыммы?

Әллә, кинйәм, һинме бөркөт ир?

Әйтә алмайым, һеҙҙең ҡайһығыҙға Тылсымлы көс бирер Әсә-ер?

Кинйәбай Ниндәй тылсым, атай?

Ирәмәл батыр (оҙаҡ уйланып, хәл йыйып)

Батырлыҡ ул байлыҡ йә батшалыҡ түгел,



292




Мираҫ булып ҡалмай балаға.

Бөркөт ирҙәр уға ирешер юлды Күкрәк көсө менән табалар.

Мин ышанам, батыр булырһығыҙ.

Яуызлыҡтың өнөн, юлын Яҡшы менән быуырһығыҙ.



Уландар

Амин.


Ирәмәл батыр Яуызлыҡтың башы Юхала.

Кинйәбай

Юханы һуң нисек еңергә?!



Ирәмәл батыр Еңер өсөн кәрәк танырға!

Кинйәбай

Танырға?!



Алтынбай, Алсынбай Нисек танырға?!

Ирәмәл б а т ы р (уйланып, тынып улты- ра)

Белә алманым, таба алманым уны,

Ә һөйләйҙәр ундай көс бар, тип.

Ер-әсәбеҙ изге күкрәгендә Ул тылсымды һөйөп һаҡлай, тип.



Кинйәбай fсабырһыҙланып)

Шунан, атай?!



Ирәмәл батыр

Шул тылсымлы көстө тапҡан батыр



293




Юханы бар төҫтә таныр, ти.

Э танығас инде, еңер, ти.

Илгә ысын ирек килер, ти.

Ә мин...


Эйе, аждаһалар ҡырҙым, һаҙ ҡороттом... Юха тыумаһын тип, тырыштым. Яманлыҡ тыумаһын, яҡшылыҡты Быумаһын тип, ҡыйыу алыштым. Ләкин...

Кинйәбай Ниндәй һуң ул Юха?!

Алтынбай һөйләп бирсе.

Алсынбай

Беҙ ҙә әҙерәк аңлап ҡалайыҡ.



Кинйәбай

Аңлат, атай!



Ирәмәл батыр

һөйләп аңлатыу ы ауыр...

Ай-Һай...

Кинйәбай Ә шулай ҙа...

Ирәмәл батыр

Юха — мәкер йән ул! Йылан тоҡомонан. Ҡарттар әйтә: кескәй ҡара йылан Бер саҡ һаҙға төшөп йәшенә,

Үҫә-үҫә аждаһа була, ти.

Эгәр һаҙҙа йөҙ йыл йәшәһә.

Тағы йөҙ йыл үткәс, шул аждаһа Әүерелә, ти, юха йыланға.

Шунан ары кеше сифатында



294




Сыға икән беҙҙең араға,

Кеше исеме менән юл асырға Тыбырсынып ятҡан яманға!

Бына шуның өсөн кешеләр ҙә,

Ел-дауыл да ҡаты көрәшә.

Юха булмаҫ элек аждаһаның Тамырын ҡороторға тырыша.

Күрҙегеҙ бит бая һаҙ өҫтөндә Өйөрмәле йәшен ҡупҡанын, һаҙҙан һөйрәп алып аждаһаны,

Ҡаф тауына ҡарай осҡанын.

Ҡаф тауында ҡайнар ҡояш нуры.

Аждаһалар ҡояш яратмай. Кибеп үлә,

Шуға бит һаҙ киптерәбеҙ беҙ ҙә...

Эйе, аждаһаға ҡояш кәрәкмәй...

Тик шуныһы, ер ҙур, ҡолас етмәй, һаҙлыҡтарҙы күреп бөтмәйһең.

Ҡайһы төпкөлдәлер Юха тыуа!

Э һин уны һис тә көтмәйһең...



Кинйәбай Шулай булғас?

Ирәмәл батыр f уны ҡырҡа бүлдерә)

Көрәшергә кәрәк!

Ғәҙел, тоғро, батыр булырға.

Тылсымлы көскә тик лайыҡ була Ысын халыҡ улы — батырҙар.



Оҙаҡ пауза. Шул саҡ ҡайҙалыр бик алыҫтан, ер аҫтынан, килгән кеүек кенә булып ҡурай тауышы һыҙыла — тәүге ҡурай моңо. Уға, гүйә, әйләнә-тирәләге бөтә тәбиғәт ҡушылып көйләй, байып барған ҡояш та уға үҙенең алтын нурҙарын өҫтәй. Ирәмәл батыр сихырланған кеүек тынып ҡала. Кинйәбай ҙа онотолоп тыңлай. Алтынбай менән Алсынбай ҙа ишетергә, аңларға тырыша.

Ишетәһегеҙме, уландар?



Алтынбай

Юҡсы... Бер ни ишетмәйем.



295


Алсынбай Мин дә шулай...

Кинйәбай

Ишетелә бер моң...

Йөрәк өҙгөс...

Ирәмәл б а т ы р (тэрэн уйланып)

Мин дә һәр саҡ уны ишеттем...

Ер-әсәбеҙ шулай минең менән һөйләшә, тип, улым, хис иттем...

Бәлки, шулайҙыр ҙа... Ул моң миңә Йәшерен серҙәр һөйләп йыуатты.

Яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа өндәп,

Йөрәгемә изге ут яҡты...



Пауза. Ҡурай моңо һаман көсәйә, яҡыная һымаҡ.

Кинйәбай (әҫәрләнеп)

Мин дә тоям һымаҡ...

Ниндәйҙер көс?!

Ирәмәл б а т ы р (тәрән уйланып)

Йәшәү юлы — көрәш, тартыш бит ул.

Һин ул юлды нисек үтерһең?

Кеше булып үтһәң, улым, бәлки,

Мин етмәгәнгә һин етерһең,

Тылсым көсөн юлдаш итерһең...

Эйе, ирешә алманым изге теләккә.

Белә алманым серле тылсымды...

Аһ, йәшәйһе ине уны белгәнсе...

Көрәшәһе ине еңгәнсе!



Йән атып һикереп тороп китә. Ҡайҙалыр йүгермәксе, нимәлер эшләмәксе була. Ләкин шул саҡ, бысылған тирәк шикелле, гөрһөлдәп ергә ауа. Тирә-яҡты зәңгәр нур баҫа, ҡайҙандыр көслө ҡурай моңо һыҙылып китә, нур таралғанда, түбәләс Ирәмәл тау булып күтәрелгән, улдары тау итәгендә — атай ҡәбере янында баш эйеп тынғандар, ә тау түбәһендә, түбәһе аҡ болоттарға тейеп, Ер-әсә ынтылышлы һында ҡатып ҡалған. Уның ҡулында ҡурай.

296


Алтынбай Хуш, бәхил бул, атай.

Алсынбай

һин хәҙер тау — Ирәмәлтау.



Кинйәбай

Беҙгә йәшәүҙә, көрәштә Булырһың тыу!



Уландар бер ни күрмәй, ишетмәй, тағы ҡайғылы тынып ҡалалар.

Е р-ә с ә (үҙ алдына)

Ирәмәл, хуш, үпкәләмә әсәң Ергә!

Тылсымлы көс янды һинең күкрәгеңдә.

Батыр, тоғро, ғорур йәшәп ғүмер иттең, Мөһабәт тау булып еңдең үлемде лә.



Йөрәк өҙгөс ҡайғылы һәм тантаналы ҡурай моңо һыҙыла.

Шаршау

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ Беренсе күренеш

Ҡараңғы, шомло төн. Ел-дауыл һыҙғыра, йәшен йәшнәй. Алыҫта баштары болоттарға ашҡан яланғас ҡара тауҙар. Яҡында йәнһеҙ, буш дала. Дала уртаһында, ете юл сатлығында — төпһөҙ һаҙлы күл. Күл өҫтөн ишелеп, сырмалып бөткән ҡара ағастар ҡаплаған. Улар һаҙ өҫтөнә ҡояш нурын да, ай яҡтыһын да үткәрмәй. Һаҙ төбөндә — Юха батшалығы. Һаҙлыҡтан Юханың дәһшәтле көлгән

тауышы ишетелә.

Юха


Мәкер көсөм менән кешеләрҙе һурып-тартып үҙемә килтерәм.

Бөтәһен дә, өнһөҙ ҡол итеп,

Тик үҙемә хеҙмәт иттерәм.

297




Киләләр ҙә һаҙға баталар.

Аяғымда аунап яталар.

Ха-ха-ха!

Аяҡ-ҡулдары бығаулы, яфаланған, язаланған кешеләр төрлөһө төрлө юл менән һаҙлыҡҡа килеп баталар. Уларҙы Юханың һарай һаҡсылары — аждаһалар ҡамсылап ҡыуып алып килә.

Батыусылар^тотҡондар йыры)

Аһ, бығауҙар, ауыр, бығауҙар,

Аяҡ-ҡулды ышҡый, быуалар, һәр төн беҙҙе шулай ҡан илатып,

Юха ҡоллоғона ҡыуалар.

Ниңә яуыз йәндәр тыуалар?!.

Аһ, атырмы был таң, атырмы?

Ғәзиз баштар иҫән ҡайтырмы?

Юха батша мәңге беҙҙең ҡанды Шулай һемереп, һимереп ятырмы?

Эй ер, тыуҙыр, тыуҙыр батырҙы!..

Атҡа атланған өс егет: Алтынбай, Алсынбай, Кинйәбай килеп сыға. Фажиғәле күренешкә аптырап ҡалалар. Алыҫта, бик әкрен һыҙылып, ҡайғылы моң тарала. Кинйәбай, уны ишеткәс, ғәйрәтләнеп китә.

Кинйәбай

Тылсымлы моң!.. Өндәй көрәшкә!



Үҙ-үҙен онотоп, батыусыларға ярҙамға ташлана. Әле бер, әле икенсе батыусыны тартып сығарырға тырыша.

Кил, олатай, үрел ҡулыма.



Бер ҡартты тартып сығара. Ул сәсән булып сыға.

Ағай, тиҙерәк йәбеш сабыуға!

Аһ, ҡулдарым күмәк булһасы,

Бөтәгеҙҙе тартып алһасы...



С ә с ә н (хәлһеҙ ерҙә ята)

Эй, абай бул, егет, һаҙға батма.

Ил батырһыҙ ҡалһа — үлербеҙ.

298




Нин көс йыйна, илде яуға күтәр!

Шул саҡ, бәлки, уны еңербеҙ.



Кинйәбай

Аңламайым, ниндәй тоҙаҡ был? Алтынбай

Най, ҡурҡыныс, өнөм быуыла.

Ҡасып ҡотолмаһаҡ, һуң була!



Алсынбай

Кинйә ҡустым, әйҙә, ҡасайыҡ! (Ҡасалар.)



Кинйәбай

Ысынлап та, ниндәй мәкерле ер? Шунда алып килә ете юл.

Бүтән хәүефһеҙ юл юҡмы ни?

Батып үлеп торор саҡмы ни?



Юха( һаҙҙан )

Ха-ха-ха!

Бына шулай, шулай...

Аяғыма йығылып ятығыҙ.

Елкәгеҙгә мине атландырып Аттай егелеп, йөктө тартығыҙ.

Кинйәбай

Ниндәй ҡотһоҙ тауыш?!. Күрәһең, был Наҙ төбөндә Юха батшалыр?

Эй ағайҙар. Йәгеҙ, өсәүләп Һаҙҙы һөрөп, ҡоротоп ташлайбыҙ! (Ағайҙарының ҡасыуын күрә.)

Ағайым дар ҡасты. Атайымдың Васыятын тапап киттеләр.

Тәүге бәрелештә үк туғанлыҡҡа, Берҙәмлеккә хыянат иттеләр.

( Ғәйрәтләнеп.)




Йә, бер үҙем ҡара ағастарҙы Ҡылыс менән ҡырып ташлайым.

Ҡояш күрһен — һаҙҙы асайым.

Эҫе нурҙар күлде киптерер.

Юха үлер, кеше көн күрер.



Сәсән (әсенеп)

Аһ, миндә лә дарман булһасы,

Бер таяныс булып торһамсы...

(Торорға маташа, ләкин хәле етмәй.)

Кинйәбай ҡылыс күтәреп, һаҙҙы ҡаплаған ҡара ағастарға, уларҙы һаҡлаған аждаһаларға ҡаршы һуғышҡа керешә. Шул саҡ бөтә тәбиғәт уға ярҙамға килә. Һаҙ өҫтөндә дәһшәтле өйөрмә ҡуба. Йәшен сатҡылары һаҙға утлы уҡтар ата. Һаҙ өҫтөн дәһшәтле гөрһөлдәү, ут ҡаплай. Бер аҙҙан дауыл баҫыла. Ҡояш күренә. Был ваҡытта һаҙлыҡ урынында гөл-сәскәле аҡлан барлыҡҡа килгән була. Аҡлан уртаһында, сәскәләр араһында, ҡыуанысы эсенә һыймай, Кинйәбай баҫып тора. Алыҫтан ҡурай моңо ишетелә. Кинйәбай сәсән ҡартты ҡултыҡлап күтәреп ала ла шул моң ишетелгән яҡҡа табан китеп юғала. Бер аҙҙан был урында һаҙлыҡ урғып- ҡайнап яңынан ҡалҡып сыға. Һыу һәм балсыҡ ҡайнап бағана булып һауаға күтәрелә. Шул балсыҡ өйөрмәһе менән бергә Юха йылан һаҙ ситенә сығып баҫа. Һауалы тауыш менән көлә.

Юха


Ха-ха-ха!

Ирәмәл үлде. Иркен ҡалды.

Ергә мин хужа хәҙер.

Кешене әйҙәп егергә,

Ҡол итергә әҙер, әҙер!

(Тирә-яҡҡа мыҫҡыллы ҡараш ташлап.)

Бәй, ни эш был? Бында бит һуң Мин тыуған һаҙлыҡ ине!..

Кем ҡоротто, кем юҡ итте Көс биреүсемде минең?

Кем минең тамырыма үткер Ҡылысын сапҡан былай?

Кем ҡыйып көрәшкә сыҡҡан?

Кай, батыр икән ҡалай?!.



300




Ха-ха-ха!

Һаҙлыҡ янындағы бер ағасҡа Б ө р к е т килеп ҡуна. Б ө р к ө т

Саңҡ! Саңҡ! Нин кем?

Кем булаһың?

Болот аҫтынан А й ҡалҡып сыға.

А й


Зың-ң! Ниңә тынлыҡты боҙаһың?

Б ө р к ө т Саңҡ, Саңҡ!

Көс һынашып ҡарамайса,

Ниңә алдан лаф ораһың?

Юха

Кем һөйләшә?



Б ө р к ө т

Саңҡ!.. Саңҡ!.. Тау бөркөтө. Танымайһыңмы мине?

А й

Зың-ң-ң!


Мин — Айһылыу. Төн һаҡсыһы.

Кем тип атайыҡ һине?

Б ө р к ө т

/

Саңҡ! Саңҡ!

Кем тип атайыҡ һине?

А й


Зың-ң! Ҡалай йәмһеҙ!

Ҡалай һөмһөҙ! Ысынлап та,

Кем тип атайҙар һине?

301


Юха( тәкәббер )

Минме? Мине Юха тиҙәр.

Юха батшаның үҙе.

Танып ҡалығыҙ. Бынан һуң Донъяға хужа үҙем.

Б ө р к ө т

Саңҡ, саңҡ! Юха йылан?!

А й

Зың-ң!.. Зың!.. Ҡалай яман!



Ю х а (кинәнеп)

Э ҡасандыр Кескенә йылан инем.

Ошо һаҙлығым аҫрап Юха итте бит мине!


  • Юха булғас, — тине һаҙым, — Ел-дауыл көсһөҙ һинән,

Тик кеше тылсымлы көстө Белһә, бер ҡасан еңер,

Аптырат, тарҡат кешене —

Серле көстө тапмаһын.

Мең мәкер вә хәйлә, ялған Кине унан һаҡлаһын...

Б ө р к ө т

Саңҡ!.. Саңҡ!.. Ьине еңерҙәй батыр бар. А й

Зың-ң!.. Ирәмәл батыр улы.

Юха


Кинйәбаймы?

Ҡуй. Батырлыҡ нимә ул?

Мин ҡороп ҡуйҙым тоҙаҡты Ҡалай итеп өҙә ул?!

Күрҙегеҙ бит, бая нисек Ел-дауыл ҡупты яман,



302




Ул бахыр ҙа, йәнәһе, бит Һаҙҙы ҡоротто тамам.

Ә, асылда, теп-тере мин, һаҙлығым да шул көйө.

Кеше ул һәр саҡ шулай,

Еңдем, бөтөрҙөм, тип йөрөй.

Ирәмәл дә көслө ине,

Белмәне тик хәйләне.

Әйтегеҙ, кем хәйләһеҙ еңде,

Йыһанды әйҙәне?!.

Бына шулай. Мин хәҙер хан.

Мин — Юха. Юха йылан!

Миңә тотош баш эйәсәк Бөтә ер, бөтә йыһан!

Йәшел ҡанаттарын дәһшәтле елпеп, һауалы көлөп сығып китә. Оҙаҡҡа хәтле уның көлөү тауышы ишетелеп, яңғырап тора.

Б ө р к ө т

Зың-ң! Ауыр булыр, ауыр кешегә. Ҡайғы-хәсрәт килер ишелеп...

Б ө р к ө т Саңҡ-саңҡ!..

Ҡағын, ҡанатым, ҡағын.

Дауылдай осор тағы.

Кинйәбайҙы табайыҡ,

Илгә оран һалайыҡ.



(Осоп китә.)

Ай

Ҡурҡыныс, аһ, ҡурҡыныс төн.



Күктә бер яңғыҙ үҙем.

Кеше өсөн яна-көйә, һарғайып бөттө йөҙөм...



Болот араһына йәшенә. Ауыр тынлыҡ.

Шаршау

303




Алтынсы күренеш

Ҡара урманлы ҡая итәгендә, теге һаҙ өҫтөндәге кеүек, сихырлы, йылан башлы ағастарға Кинйәбай менән Гөлзифа бәйләп ҡуйылған. Улар иҫтән яҙған. Юха тантана итә.

Юха


Ха-ха-ха!

Имеш, әйҙә, таш атығыҙ, таш!

Юхаларҙы фаш итегеҙ, фаш!

Ҡалай птътма.

Имеш, Юха йәшәй алмаҫ...

Сөнки беҙ бит бер йән, бер баш!

Ха-ха!


(Кинйәбайҙар тирәһендә әйләнеп йөрөй.)

Шулай, шулай...

Ҡара сынйырҙарым,

Кинйәбайҙы ҡыҫып тотоғоҙ.

Ысҡынмаһын. Үҙе үлмәһен дә,

Күреп ғазапланһын бөтәһен.

Минең ҡанмаҫ үсем шуны теләй.

Мине танымаҡ, еңмәк булды бит.

Хаҡлыҡ, ғәҙеллек тип йәнде ҡыйҙы.

Тынғы бирмәне бит был егет.

Сынйырҙарым, һытҡансы ҡыҫығыҙ.

Тойһон мәкерле көс еңгәнен.

Хаҡлыҡ, дөрөҫлөк ул — умырзая.

Күрһен, ҡалай йәһәт шиңгәнен!

Ха-ха-ха!

Ерәнгес көлөп, шашып сығып китә. Кинйәбай менән Гөлзифа иҫкә

килә.

Кинйәбай

Ниндәй шаҡшы көлә?

Кем ул унда шаша?

Туй итә?!



304


Гөлзифа

Кинйә йәнем, ғәйрәтеңде йый ҙа Сынйырҙы өҙ! Көсөң етә.



Кинйәбай

Етмәй, һылыу, нимә булды миңә?

Ниндәй өҙөлмәҫ сым бәйләнгән?

Изге ҡоралдарҙан мәхрүм булғас,

Ахыры, көсһөҙ йәнгә әйләндем...

Гөлзифа

Ағайҙарың ғәмһеҙ сигенде...

Ҡарттар аңламаны, алданды.

Аһ, ҡараңғы. Ниндәй дөм ҡараңғы...

Томан ҡаплап алды күҙ алдын.

Кинйәбай^бөтә көсөн йыйып, сынйырҙарҙы өҙөргә тырышып ҡарай)

Сынйыр түгел — ҡара йылан менән Аяҡ-ҡулым өҙә бәйләнгән.

Тамуҡ уты кеүек ҡайнай-көйрәй, Ҡайнай-көйрәй бөтә әйләнәм.

Алыҫта йән өҙгөс моң-зар, йыр ишетелә.

Йыр

Илде төн ҡапланы.

Ай ҡалҡып сыҡманы.

Кем генә был төндә Тыныслап йоҡланы.

Эй, ҡайҙа нурлы төн?

Әйләнә шомло, тын.

Эй, ҡояш, ҡалҡ инде,

Үтеп кит, ҡара төн!

Йырҙы дәһшәтле Юха тауышы бүлә.

305

Юха


Ха-ха-ха!

Йырла-ила, зарлы йыр!

Мин барында, ҡыуанырға,

Туй ҡорорға кем ҡыйыр?!



Диуана кеүек, үҙ алдына һөйләнә-зарлана, туҡмалған, өҙөлгән-йол- ҡонған Сәсән килеп сыға.

Сәсән

Кинйәбай, күр, унда янғын ҡайнай, Ыҙмаларҙы утҡа тоталар.

Ярҙамсыһыҙ ҡалған ғәзиз әсәң Ут эсендә иңрәп яталыр.

К и н й ә б а й (офоҡҡа күҙ ташлап)

Таң яҡтыра...



Сәсән

Таңмы ни ул! Ҡанлы шәүлә бит!

Әй ҡояш, ай, яҡты йондоҙҙар,

Ҡарағыҙсы бында бер генә.

Ниндәй хәсрәт, ниндәй афәт кисерә Ир төйәге, ғәзиз ергенәм...

Үтеп китә. Тәкәббер көлөп, Юха килеп сыға. Ул Гөлзифаға күренгән бай егет ҡиәфәтендә.

Юха


Ха-ха-ха!

Кинйә, ҡайҙа йыр, бейеүҙәр?

Ҡайҙа һылыу ҡыҙҙарығыҙ?

Ҡайҙа ыласын егеттәр?

Ҡайнаған ҡырҙарығыҙ?

Йә, оҡшаймы һиңә был күренеш?

Ҡутттылып бәйҙә тороу рәхәтме?

Ха-ха!


306


Гөлзифа

Кем һөйләнә, кем ҡыуана?!



Кинйәбай

Юхаға туй, тантана.

Ниңә кеше ялған алдында Табына, алдана?!

Күҙ һуҡыр хаҡлыҡ тигәндә. Ул ҡолаҡ төптө бөтәш... Ялған алдында табыныу — Бик хәтәр, ай-һай, хәтәр...

Юха

Дөп-дөрөҫ: Юха булыр был. Күренә килдем һиңә.



Гөлзифа

Юха йылан һинме?!

Теге бай ағай бит!

Юха


Тап үҙе! Ха-ха!

Кинйәбай

Әүлиә булған да һинме?!



Юха( кинәнеп )

Тап үҙе!


Аңламайһың, дуҫтарыңдың Күрәғарау бит күҙе!

Кинйәбай Үҙ төҫөңдә күрен!

Юха


Алйот түгел! Ха-ха!

307


Гөлзифа

Яһил!


Кинйәбай Ҡара йөрәк!

Юха


Ха-ха!

Миңә бит яңғыҙ кинәнеп,

Киңәйеп йәшәү кәрәк!

Шулай, Кинйә, һин еңелдең хәҙер!



Кинйәбай

Ваҡытлыса еңелеү...

Яуызлыҡ көслө булһа ла,

Мәңгелек түгел бер ҙә.

Хаҡлыҡ күпме интекһә лә,

Үлемһеҙ йәшәр ерҙә.

Юха

Хаҡлыҡ, дөрөҫлөк ул — умырзая! Үҙең күрҙең ҡалай шиңгәнен: Ҡоралыңды тартып алдылар... Телеңә лә көрмәү һалдылар.



Ә бит күптәр үҙе йәшәр өсөн Миңә яусы булып ҡалдылар...

Бына шулай, минең мәкер көсөм, Ҡеүәтем сикһеҙ, яман.

Сихырымдың шауҡымынан Булманы һис кем аман.

Шулай булғас, һин дә миңә ҡушыл. Тылсымлы көс эҙләп маташма! Хәйлә-мәкерҙән дә көслө тылсым Юҡ ул! Юҡ, тим!

Ташла, һаташма!

Ишетәһеңме, дуҫ бул үҙемә!



308


Кинйәбай

Шашма: хәйлә-мәкер ғүмерһеҙ.

Хаҡлыҡ, дөрөҫлөк ул — үлемһеҙ.

Шул ышаныс мине йәшәтә.

Мәкер ауҙарыңды тетрәтә!

Беләһең, мәкер көсөн күп түктең, Йыландарҙан күпме тешләттең.

Яла ялҡындарың ялманы,

Ҡар-боҙҙарҙан күпме интектем.

Әммә торам, торам, аянмай.

Күрәһең бит,

Мәкер ала алмай!

Тоям, шулай булыр, бирешмәм,

Сигенмәм һис изге көрәштән.

Юха


Ярай, Кинйә, аҙап сигә бир.

Гөлзифаңды бына һөйәм мин.

Ха-ха, ул да һөйөр,

Шулай бит?

Әйҙә киттек, ҡыҙыҡай, һарайға!

Кинйәбай

Ҡағылаһы булма!



Гөлзифа

Кит бынан, теймә миңә!

Юха

Китәм, әлбиттә, һылыу ҡыҙ.



Тик китәм һинең менән...

(Гөлзифаны бәйҙән ыскындыра башлай.)

Мин дә йәш егет бит...

Ха-ха!

Мең йәш кенә.



Егет ҡуйынын татып йәшәрһең. Ҡәҙеремде белмәй, киреләнһәң,

11 - 1.0004.08

309

Ҡолом булып егелеп эшләрһең... Гөлзифа

Теймә, ҡалдыр йәки үлтереп кит Ошо ерҙә, Кинйәм янында!

Юха


Юҡ, Кинйәбай ғазап сигеп торһон,

Һин ҡуйынымда ятҡан сағыңда.



(Ҡосаҡлай.)

Кинйәбай( өҙгөләнеп )

Аһ, Гөлзифам! Гөлзифам...



Гөлзифа Юханың ҡулынан ысҡына ла атылып ҡаяға менеп

китә.

Г ө л з и ф а

Юха йылан, көлмә, шашынма,



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет