Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет12/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   25

Билсән
Күҫәктәй тәмәкеһен тешләп, зәһәр хәмер ене һуҡҡан йәш үҫмер колхоз идараһы соланына бәлкелдәп килеп ингәйне, касса алдында сиратҡа баҫҡан ағай-эне берҙәм ҡалҡынып ҡараны. “Төтәтмә, малай аҡтығы, атаңдан өлкәндәр барҙа оял бәләкәй!” – тип кем дә булһа әйтер төҫлө ине уға. Әммә тел ҡалҡытыусы булманы. Ағайҙар һәм апайҙар, инәйҙәр һәм олатайҙар, тын ҡалып, ҡырын ғына күҙ һалып, артабан ни булырын һағаланылар. Күпте белгән кешеләй, ике күҙен сөкөрәйтә ҡыҫып, үҫмер иң арттағы бабай эргәһенә килде.

-- Хи-хи-хи! – тип кәйефләнде эш юҡтан эш табып елкә ҡашып торған ағай кеше – пожарник Фәйзулла. – Самай настаяшшый егет булғанһың бит, ҡустым Ғилмияр, нисә йөҙ грамды һелтәнең?

-- Беҙ ул грам-мрамдарҙы иҫәпләмәйбеҙ! – Үҫмер танау аҫтынан мығырҙаны. Пожарник Фәйзулла көслөрәк хихылданы:

-- Һәй маладис Ғилмияр! Әйткән һүҙең уҡ икән!

-- Бындай ирҙән сикүшкә лә йәл түгел! – Элеп алды кәрәсин ташыусы Ғәйзулла. Ә маҡтаулы Ғилмияр, тәмәкеһен пох-пох төтәтеп, бабай башына зәңгәр салма ураны:

-- Ҡартлас, ниңә кәкерәйеп ҡаттың?

-- Пенсиямды ала килгәйнем, улым.

-- Баҫыу артындағы йәннәткә китер сағыңда аҡса кәрәк булдымы?

-- Кәрәк шул әле, улым...

-- Кәрәкһә, бар, өйөңә ҡайт та, әбейеңде ҡосаҡлап, мейес башына менеп ят. Пенсияңды, үҙең тегендә барып еткәс, телеграф менән һалырбыҙ!

Бабай, күҙҙәрен сырт-сырт йомоп, ҡылғандай аҡ һаҡалын тартҡыланы. Йәмәғәт кеткелдәшеп көлдө.

-- Һәй, сос телле лә һуң беҙҙең Ғилмияр! – Тел шартлатып һоҡланды пожарник Фәйзулла. – Телә лә һала мәгәр!

-- Һуя ла ҡаплай, тиген! – Күтәреп алды кәрәсин ташыусы Ғәйзулла. Ғилмияр, бала әтәстәй ҡиҡырайып, касса эргәһенә үтте:

-- Ниңә һаман асмайҙар был мәмерйә тишеген?!

-- Кассирҙың ҡулы теймәй – вареньеләп сәй эсә, -- тине пожарник Фәйзулла.

-- Юҡ, бында ул. Иҙән ярығына йүгергән баҡыр тинен юллайҙыр, -- тип ялғаны кәрәсин ташыусы Ғәйзулла. Ғилмиярҙың ҡаштары емерелде:

-- Ҡанымды бик ҡыҙҙырһа, баҡыр-маҡырҙарын сылтыратырмын әле мин уның!

Фәйзуллалар, Ғәйзуллалар хихылдашып, кеткелдәшеп көлдөләр. Ғилмиярҙың йоҙроҡ төйҙәһе касса тәҙрәһенең ҡапҡасын төйҙө. Эстән кассир ҡыҙҙың һуҡраныуы ишетелде:

-- Дөбөрҙәтмәгеҙсе! Ведомосҡа ҡул ҡуйылмаған, председателде көтәбеҙ, тип әле генә аңлатҡайным даһа үҙегеҙгә!

-- Давай аҡса! Беҙ башҡаһын белмәйбеҙ! – тине пожарник Фәйзулла.

-- Һәм белергә лә теләмәйбеҙ! – Йәһәт элеп алды кәрәсин ташыусы Ғәйзулла.

-- Һәй ридикүлле һайыҫҡан! – Ғилмияр тештәрен шаҡырҙатты, һелтәнеп, тәҙрәнең йоҡа фанера ҡапҡасын ҡайырып ырғытты. Кассир ҡыҙ, нәфрәтле ҡысҡырынып, тәҙрә тишегенә иҫәп-хисап төймәлеген һөйәне, йүгереп сығып китте. Сираттағылар аптырап баш сайҡанылар.

-- Кантур ләтсәһе! Ерле-юҡҡа егет кешене “хулиган” тип хур итә! – Ҡорғаҡһыған һаламға ут ебәрҙе Фәйзулла.

-- Был һүҙе өсөн, Ғилмияр ише егет түгел, мин йығылып үлерлек! – Кәрәсин һипте Ғәйзулла. Ғилмиярҙың көллө кәүҙәһен ҡапыл ярһыу ҡалтыратты, тәҙрәнән ул төймәлене төртөп осорғайны, уныһы кире кереп ултырған ҡыҙҙың күҙҙәрен күгәртте. Эстә лә, тышта ла шау-шоу ҡупты. Эштең хөрткә боролоуын һиҙенгән ағай-эне йылдам ситкә тайпылды, ярһыған егеттең яңғыҙ үҙен ҡалдырып, солан ишеге төбөндәрәк өйөрөлдө. Әле генә булып үткән ғәҙелһеҙлек дер-һелкетте күңелдәрен:

-- Ах, ҡыҙый йәл!

-- Их! Милиция юҡ, милиция!

-- Кассирҙың битен ҡанға туҙҙырҙы бит, әй!

-- Ҡулдарын шаҡарып, арт һабағын уҡытырға ине хулигандың!

Ағайҙар һәм апайҙар, инәйҙәр һәм олатайҙар, ярҙам көтөп, тирә-яҡҡа борсоулы ҡараш аттылар. Ә иҫерек үҫмер уғата яманыраҡ боларҙы. Шөйлә замандар уҙғас, идара йыйыштырыусы апай үҙе барып саҡырғас, ахылдай-ухылдай, идара ҡарауылсыһы сулаҡ Рәхим бабай килеп етте, кемдеңдер башына ҡундырыу өсөн мейес ҡаҙнаһынан кирбес ҡуптарып маташҡан баламуттың ҡулдарын артҡа шаҡарҙы. Бәләнән шулай арынғас, ауылдаштар, берҙәм еңел һулыш алып, ҡабат тәҙрә эргәһенә баҫтылар. Пожарник Фәйзулла менән кәрәсин ташыусы Ғәйзулла ла, хөкөм итеп баштарын сайҡай-сайҡай, үҙ урындарына торҙо. Йәмәғәт аңында көслө нәфрәт уты дөрләне:

-- Вәт хулиган, әй, ә?! Көпә-көндөҙ һәм күрәләтә эш кешеһенә ҡул күтәрҙе бит!

-- Билсән кеүек сәнсте!

-- Милиция ни ҡарай? Йолҡоп ташланһын билсән!


Сәнкем-Биктимер, 1964.

Хөрмәт күҙлегенән ҡарағанда
-- Мин был сельпо ҡоҙғононоң ауыҙын ҡайырырмын! – Үҙ алдына һөйләнде Хөрмәт, устарын ыуғылап. – Минең ҡулға килеп ҡапһа, тауарға хаҡ өҫтәп һатыуын да, итәк аҫтынан оҙатыуын да онотор бер юлы!

Ул күп йылдар һике аҫтында саңланып ятҡан төймәле иҫәп-хисап ҡоралын – счетын һөйрәп сығарҙы, саңын өрөп осороп, төймәләрен шаҡ-шоҡ уйнатты. “Белеп һайланылар мине! Был төймәләр, был бармаҡтар үҙ заманында бөтә түрәғараны бейетер ине! Тарамышын өҙөрмөн ул Лотфулла һатыусының!” – тип, кинәнеп мыйыҡ һыпырҙы. Бер ҡултығына кенәгә, икенсеһенә төймәле счет ҡыҫтырып, магазинға китте. Лотфулла һатыусы уны ишек төбөнә үк йүгереп килеп ҡаршыланы:

-- Әйҙүк-әйҙүк, ҡоҙа, әйҙүк! Күптәнән биреле көтәм мин һине, ҡоҙа. Нишләп килмәй икән, мин әйтәм. Һин ҡоҙамды эрвизиә рәйесе итеп ҡуйғандарын ишеткәс, түбәләрем Күккә тейҙе. Кисәгенәк кенә әле, бәләкәс улыңды урамда осратып, башҡынаһынан һыйпап һорашып торҙом. “Атайың менән бергәләп, мәмәй ашарға бараһыңмы беҙгә?” – Мин әйтәм. Аптырап ҡалманы, шылма малай: “Атайым барһа – барам, ҡасан саҡыраһың?” – ти бит, әй... Бер табаҡтан ашауҙы оноттоҡ шул, ҡоҙа, оноттоҡ! Донъя мәшәҡәттәренә бирелдек, һинең ише йөрәгемә яҡын бер килке ағай-эне-уҙамандарымды табынға йыйып, һауыт-һаба сайпылтып, күңел асып алырға ла ниәт ҙур ҙурын, ҡоҙа. Ирешербеҙ, Аллаһы бойорһа, изге ниәткә, ирешербеҙ... Эрвизиәне мин уны, ҡоҙа...

-- Мин һиңә инде ҡоҙа түгел, ә сельпоның һайлап ҡуйылған ревизия комиссияһы рәйесемен! – тип ҡаты киҫәтте Хөрмәт. Йөҙө, ҡыш зәһәренән ҡатҡан көҙгө батҡаҡлы юл һымаҡ, һыуыҡ һәм ҡырыҫ ине.

-- Йә ярай... Эш алдынан бөйөрҙәрҙе сәйгә йөҙҙөртөп алабыҙмы әллә, ҡоҙаҡай? Иң яҡшы индийский сәй бешергәйнем...

Хөрмөт, шартлатып, счет төймәһен тартты:

-- Күлдәгеңдән сыҡма, һатыусы иптәш, туңырһың! Мин бында һинең менән сәй эсергә килмәгән. Башлайбыҙ иҫәп-хисапты!

-- Ярай-ярай, ҡоҙа, бик ярай. Башлап ебәрәйек, алайһа, ҡоҙа.

-- Тағы ла бер ҡат әйтәм: мин һиңә ҡоҙа ла, моҙа ла түгел был урында!

-- Булды-булды, рәйес иптәш, булды.

Ишеккә типке һалып, тауар иҫәпләргә тотондолар. Счет төймәләре, шаҡ-шоҡ таҡмаҡлап, кәштәләр тирәһендә бейетте һатыусыны. Тауарҙарын прилавка өҫтөнә ташый-ташый, йән тирҙәре сыҡты. Ләкин күңеле көр ине:

-- Өйөр һөйгән – көйөр, тигәндәй, яңғыҙ үҙең генә килеп бик шәп иттең әле ҡоҙа... һем... рәйес иптәш. Ул сейле-бешеле эйәрсендәреңдән ярҙам – һуҡыр тин көмөш һиңә!

-- Ниндәй эйәрсендәр хаҡында лығырҙайһың?

-- Эрвизиә комиссияһы ағзаларын әйтәм, ҡоҙа. Бысағыма ла кәрәкмәй улар, һөйрәлткеләр!

...Прилавка аҫтынан ярты йәшник дефицит -- ирис кәнфите килеп сыҡты. Төрнәк ҡағыҙына бесәй башы һүрәтләп биҙәлгән татлыҡайҙарға текләп, уйланып торҙо Хөрмәт. Уның баяғы бәләкәсе, Хөппөлгәрәйе, йомолоп осор ине был иристәрҙе күрһә! Ауыл магазинын һирәк байҡай торған тәмлекәс. Тикмәгә генә илдән йәшереп тотмағандыр Лотфулла...

Ә уныһы иристәрҙе услап алды ла, ашыҡмай ғына, ашлыҡ елгәргән кеүек, йәшник өҫтөндә ҡомарлатты:

-- “Кис-кис” тип атала был, ҡәһәрең! Малай-шалайҙың ауыҙына ҡаптырһаң – телен йота ла ебрә инде!

-- Һем... Минең баяғы бәләкәс тә бик ярата “Кис-кис”те... – Хөрмәт, уйланып, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.

-- Һи ҡоҙ-а-а, яратмаған кеше бармы ни уны? Ирис-иблис ул, сабыйҙың ғына түгел, олоһоноң да эсен тишмәй. Бер бөртөгөн генә ҡапһаң, супылдатып һурып көнө буйы туҡ йөрөйһөң. – Лотфулла шул ыңғайҙа уҡ бер дана иристе әрсеп, арандай ауыҙына ырғытты, икенсеһен Хөрмәтулланың ирендәре араһына ҡыҫтырҙы. – Ҡап инде, ҡоҙа, ҡап, ҡабып ал. Әстерханский емештән эшләнгән был!

Тик игелеге көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа осраны:

-- Оятһыҙ! Ем еҫкәтеп кенә елендән тартырға, иҫәүән һыйыр тип белдеңме мине? Мәмәйеңде тауыҡҡа сығарып һип! Тфү! -- Хөрмәт кәнфитте төкөрөп үк ташланы.

-- Бәй-бәй-бәй... Ололарҙан-оло башың менән ниңә мине былай рәнйетәһең, ҡоҙа? “Оторо башҡа аш бирһәң, ике күҙеңә йәш бирер”, тигәндәре ошо икән. Быны бит мин һиңә фәҡәт баяғы бәләкәсеңде һөйөп, бәләкәскенәңдең атаҡайын йәнемдәй яҡын күреп кенә ҡаптырттым.

-- Ярар-ярар, ялағайланма!

Хөрмәт сөйҙән плащын алып кейҙе. Хәтһеҙ күп эшләгәйнеләр -- киске аш ваҡыты ине – ҡайтырға сыҡтылар. Магазин ишеген йоҙаҡлап, пломба һалып торғанда, Хөрмәттең бөйөрөнә төрттө Лотфулла:

-- Яратам мин һинең ҡаратанау Хөппөлгәрәйеңде, ҡоҙа, яратам. Йылан аяғын киҫкән сая сабый ул! Ундайҙарҙан ирис-мирис йәл түгел!

Хөрмәт, эйәген алға сөйөп, туҡ өйрәктәй ҡайҡайыбыраҡ атланы. Почта тәңгәлендә туҡтап, тышҡа ҡайырып асылған ишек быялаһынан үҙ шәүләһен ҡараны. Ҡапыл сырайы һытылды.

-- Дәәә... Костюмды яңыртырға кәрәк, туған! Ил күҙенә ҡаш булдыҡ бит инде беҙ. Килешмәй былай! – Үҙ алдына һөйләнде.

Өйгә ҡайтып, сисенеп түргә уҙғас, Хөрмәт, аш өйө яғында, бисәһенең күгәрсендәй гөлдөрләүен ишетте:

-- Хөппөлгәрәй, бәпесем, кил әле бында! Бына атайың беҙгә, плащ кеҫәһенә тултырып, ниндәй тәмле ирискалар апҡайтҡан! Ҡосаҡла, үпәс ит атайыңды, бәпесем!

-- “Кис-кис”! “Кис-кис”! – тип сыйылданы “бәпес”, Хөрмәт яғына туптай атылып килеп сыҡты. Ауыҙында әле ҡағыҙы ла әрселеп өлгөрмәгән ике ирис күбекләнеп тора ине. “Алйот, хәҙер үк төкөрөп ташла!” – тип аяҡ тибеп әйткеһе килде Хөрмәттең, ләкин сая “бәпес” уның муйынына аҫылынып өлгөрҙө. “Атаҡайым “Кис-кис” апҡайтҡан, “Кис-кис”, -- тип, супылдатып, Хөрмәттең эйәген, танауын үбә башланы. Шуның менән кеҫәһенә абайлатмай ирис һалған һөмһөҙйәнгә асыуын да һүрелтте. “Нисек итеп сабыйҙы мәхрүм ҡылмаҡ кәрәк? Мин дә кеше бит әле” тип уйға ҡалды Хөрмәт. Кисен ҡатыны янында йомшаҡ түшәккә һуҙылғас, Лотфулланың ошо ҡылығын хәтерләп, йоҡлай алмай ятты байтаҡ...

Уның карауатты шығырҙатып уңлы-һуллы әйләнеүенән уянып, ҡатыны талғын өндәште:

-- Ҙур кеше булдың, аламаң ҡойолоп йөрөүҙе бөтөр инде -- өҫтөңә костюм йәһәтлә.

-- Ҡайҙан алып йәһәтләйем? Юл баҫырға сығайыммы?! – тип мығырҙаны Хөрмәтулла. Кеҫә төптәре тишеклеген иҫәпкә алмай шыҡырыҡлай был бисә...

-- Йөрөгән ерҙә йүрмә эләктереп йәшәй аҡыллы кешеләр... Бына Шаһибәрәк ҡайнаға...

Хөрмәт, уфтанып, икенсе яғына әйләнде...

Иртәгәһен магазинға ревизор Хөрмәт, яуа алмай яфаланған болоттай, ҡобараһы осоп килде. Беренсенән, быуынһыҙ урынға бысаҡ салып бисәһе маҙаһыҙлаһа, икенсенән, төндә күлдәксән көйөнә тышҡа сығып, тымау эләктергәйне.

-- Абау-абау, ни күрәм, ҡоҙаҡайым, ни күрәм? Әллә берәй сир-фәлән йоҡторҙоңмо? -- Өтәләнеп-сәбәләнде Лотфулла, уның тәгәрмәс тапап йәмшәйткән ҡомғандай емерек йөҙөн күреп. Яуап урынына Хөрмәт, көллө магазинды дер-ҡалтыратып, бик-бик әсе сөскөрҙө.

-- Абау-абау, киҙеү ҡапҡан бит һиңә, ҡоҙаҡайым! Хәҙер үк шифалы сәй эсеп ебәр, хәҙер үк мәлғүнде ояһынан ҡыуып сығар, ҡоҙа! Юғиһә, аҙағы хөрт бөтә торған уның, ҡара күкҫәүгә әүерелә күрмәһен! – Лотфулла стакан тултырып сәйгүндән ҡойҙо, уға бер балғалаҡ ҡара борос һалып бутаны:

-- Ҡылҡылдатып ҡына йотоп ебәр әле ошоно, ҡоҙам, йотоп ебәр – һыпырып алғандай булыр.

Сәй тигәне әллә ниндәй мәй булып сыҡты ҡороғорҙоң, ҡапмаҫ элек үк тел осонда ләззәте тоҫмалланды. Таныш еҫ Хөрмәттең танауын, тын юлдарын ҡытыҡланы. Хеҙмәт күҙлегенән ҡарағанда, эсмәҫкә кәрәк ине быны. Әммә ҡыҫтаҡлаусы шылма йәнгә үтеп, эс-бауырға кереп бара:

-- Эй ҡоҙа, ҡоҙа, шулай ҙа үҙ бәхетенә үҙе төкөргән әҙәм булырһың икән! Дарыуҙың да дарыуы бит был! Мин һиңә уны әллә нәмә уйлап түгел, хөрмәт күҙлегенән ҡарап тапшырам.

“Хөрмәт күҙлегенән... Моғайын, был дөрөҫтөр ҙә... Моғайын, мин, ауыл һатыусыһы тарафынан булһа ла, хөрмәт күҙлегенән ҡаралырға, хөрмәт ителергә лайыҡлымындыр!” – тип хәл ҡылды ревизор һәм, күҙ йомоп, стаканды ауыҙына түңкәрҙе. Тәне буйлап йәйелгән яғымлы ҡыҙыулыҡ йөҙөндәге һалҡын болоттарҙы ҡыуаланы. Ирис-иблис мәсьәләһе лә, хөрмәт күҙлегенән ҡарағанда, яҙыҡ түгел төҫлө тойолдо уға. Сабый бәхетен кәнфит менән биҙәкләү ҡасан яҙыҡ булғаны бар? “Бәләкәсеңде яратам”, ти бит шаҡшыйән. Ҡоҙғон тиһәләр ҙә, себеш-һәбеште типмәй – кешелек һыҙаттары ҡалған икән әле!” тип уйлап алды Хөрмәт.

...Ревизия ахырында Лотфулланың елкәһенә тауар артыҡ сыҡҡанлығы беленде. Хәтәр генә сумма булып моронланы был бәлә. “Ҡоҙғон, тауар хаҡын арттырып һата”, -- тигәндәре дөрөҫ икән! Хөрмәт, күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп, счет төймәһен шаҡылдатты.

-- Ай әттәгенәһе, ай әттәгенәһе, был, моғайын, Фазлый оҫтаның аҡсаһылыр. Магазинға гардероб ҡуйғайны һатырға... – тип ыуаланды тегеһе. Счет төймәһе икенселәй шаҡылданы.

-- Ай әттәгенәһе, ҡоҙаҡай, складтан яңылыш артыҡ ебәргәндәрҙер берәй тауарҙы...

-- Счет төймәһе уҫал итеп өсөнсөләй шартланы. Лотфулла бармағын тешләне.

-- Таптым, таптым, ҡоҙа, таптым! Туҡта, яҙмай тор, ҡоҙа. Әй әттәгенәһе, онотоп ҡуя яҙғанмын бит, ә! Эй был хәтерһеҙ башты! Өсөнсө көн генә, ҡоҙаҡайым, үҙеңдең хәләл ефеткенәң – Мәмдүҙә ҡоҙағыйым килеп: “Хөрмәт ҡоҙаң үҙе инер ҙә буй-һынына таманлап үлсәп палыр”, -- тип, бынауы йөн костюмлыҡ аҡсаһын ҡалдырып киткәйне бит. Онотҡан да ҡуйғанмын шуны, ҡоҙаҡайым! Эй был тинтәклекте! – Лотфулла, күҙҙәрен йомоп, бармаҡ осо менән маңлайын суҡыны.

Хөрмәт счет шаҡылдатыуын туҡтатты. Лотфулланың танау тишектәре елһенеп өрөлгән, бөрсөк-бөрсөк эре тир ҡалҡҡан йөҙөнә текләп уйланып ултырҙы: “Ах шаҡшыйән, һыуҙан ҡоро сығырға тыпырсынаһың!” Ауыр көрһөнөп, ҡәләмен ситкә этәрҙе. Лотфулла ымлап күрһәткән, сөйҙә элеүле ҡара-йылтыр йөн костюмды шәйләгәс, ревизорҙың асыуы шөйлә баҫылып, йөрәккәйен туғандарса ҡыҙғаныу хисе ялмап-телгеләп үтте. Шаҡшы булһа ла, арыу ғына зат күренә ләһә был Лотфулла! Ул да әҙәм балаһы! Йәне барҙың тәне бар, тигәндәй, ваҡ-төйәк хатаһыҙ йөрөмәҫ инде кеше – дүрт тояҡлы ат та һөрлөгә. Ниңә инде уны ҡоҙғон тип атарға?

-- Бәләһенән башаяҡ, хәйерле сәғәттә костюмыңды алып китә күр, ҡоҙаҡайым! – Йығылып ятып, тигәндәй, үтенде Лотфулла. Хөрмәт, ҡарышырға хәлһеҙ икәнен белдереп, ике яҡҡа йәйҙе ҡулдарын: ни хәл итмәк кәрәк!..

...Өйлә ваҡыты етеп, прилавка өҫтөнә ҡояш төшкәйне. Хөрмәт менән Лотфулла, ҡушарлашып, тәҙрә пәрҙәһен ҡорҙолар ҙа сәйгүндән баяғы мәйҙе ҡойоп һыуһындарын ҡандырҙылар. Кейемдәр бүлегенә үтеп, “намыҫлы” ревизорға ифрат килешле ҡара-йылтыр костюмды кейҙерҙеләр. Икеһе лә бер-береһенә хөрмәт күҙлегенән ҡарап өндәште, үбеште...

Өфө, 1965.

Бәҫле бүрек
Ошондай ҙа татлы тойғо булыр икән! Кисә генә муйынымды гер ташылай баҫып торған баш – кәбәк тултырған тоҡ кеүек! Юҡ, алай ғына ла түгел. Әйтерһең, буш ҡыуыҡ – кәүҙәне күккә күтәрәм-күтәрәм тип кенә үрһәләнә!

Был ни хәл?! Элек кәмендә ярты сәғәт тарап интеккән сәсем – бер һыпырыуҙа йәпләште лә ятты. Аптырап, ике ҡулды юғары ҡаушарҙым. Шунда йөрәгемде ҡапыл ғына ҡара шом бөрҙө, ике күҙем көҙгөгә төбәлде. Аһ тәҡдиркәйем, ни күрәм?.. Башымды алмаштырғандар! Көйәнтә иңле яурыным өҫтөндә йомортҡалай ғына йөнтәҫ түң остоғо суҡая...

Был бәләкәс тауыҡбаш менән инде ни хәл итермен, кеше күҙенә ҡалайтып күренермен? Суҡайған ғына сауҡалыҡ менән ҡайһылай көн итермен? Баштың да иң баш тиерҙәйе, иң кәмендә суйын ҡаҙан ҙурлығындайы кәрәк заман бит әле: быйылғыһын диссертация яҡлайым. Нисек итеп яҡлармын да баш исемен аҡлармын?..

Етмәһә, бөгөн кискә абруйлы ергә ҡунаҡҡа ла барырымды иҫләгәс, тас салҡан әйләнеп төшә яҙҙым. Йөрәк-бәғерем балта сапҡандай аҡтарылып, тауыҡ супайындай ғына түбә сәсемде йомарлап тотҡан хәлдә, бисәм һиҙмәҫе борон өйҙән сығып йүгерҙем. Быйыл ғына медицина институтында кешенән-кешегә тере ағзалар күсереп ултыртыу лабораторияһы асылғанын ишеткәйнем. Бәлки, алмашынған урындан эҙләп табып, улар минең ап-аруҡ ҙур үҙ башымды кире ҡайтарып ҡуйырҙар?

Әсе ҡайғынан күҙ йәштәрем супырлап тамып барғанда, иҫләмәҫтән, бик-бик таныш бер вывескаға күҙ төштө. Үҙем биш йыл буйы интегеп, ҡаҙандай ҙур башҡайыма таман бүрек эҙләп йөрөгән баш кейемдәре магазины ине был. Туҡта әле, мин әйтәм, хәҙер килеп баш бәләкәс булһа ла, тағы ла инеп сығайым, бәхетте һынап ҡарайым. Бәлки, баштарҙы күсереп ҡуйыусы хирург бысағы аҫтынан был тауыҡбаш урынына әүәлге башты тергеҙеп тороуыма, фәрештәләрҙең амин тигән мөҙҙәтенә тап килеп, ҡаҡ түбәмә үлсәгәндәй йәпләшерлек алтмыш икенсе ҡалып бүрек тә табып бирерҙәр?

Урамдағы барлыҡ баштарҙы үҙ башыма хайран ҡалдыртып, магазинға барып керҙем. Бүрек һатмалы мөйөштә әүәлгесә ғәрәсәт: ике дилбегә оҙонлоҡ сират, башына ҡаҙыҡ ҡаҡҡан йыландай тыпырсынып, уңлы-һуллы борғалана. Бындағыларҙың бөтәһе лә миңә таныш ҡаҙанбаштар: һуңғы биш йыл дауамында мин уларҙы әллә нисә тапҡыр күреп-белгәнмен. Байрам алдынан прилавкаға бәҫле бүрек сыҡмаҫмы, тип килгәндәр. Әүәлгесә һуҡыр себендәй йырып инеп барыуымды абайлағас, һәммәһе берҙәй тын ҡалып, сәйнәмәйсә йоторҙай өңөлдөләр. Әммә-ләкин ни күрәм! – сират ҡапыл шына ҡаҡҡандай ҡап-уртаға ярылды, яғымлы хуплау ауаздары яңғыраны:

-- Тауыҡбашҡа юл бирегеҙ, юл! Бәхетле баш килә!

Ҡыуаныстан башты һәрмәп ҡарайым -- әйтеүҙәре хаҡлы шул. Ысынлап та бәхетле шул тауыҡбаш! Пәйҙә булыуым булды, урта бармаҡ шикелле дәү директорҙар, замдар, мөдирҙәр, һатыусылар, тегенселәр, дәртләнешеп бер-береһен этешә-төртөшә, складта тулып ятҡан бәләкәй үлсәмле бәҫле бүректәрҙе килтерергә йүгерҙе. Әүәлге минекеләй ҙур башлылар, һерәйешеп, минән көнләшеп торалар. Һис иҫем китмәй генә, бер йөнтәҫ “пыжик”ты һайлап кейгәнсе, сауҙа залына ниндәйҙер ҙур делегация ут ҡапҡандай сәсәп килеп керҙе, һатып алыусыларҙы арбарға кереште. Баҡтиһәң, шул уҡ сауҙа тармағының төрлө өлкәләренән эркелгәндәр. Тирене, йә туҡыманы аҙ тотоноп, һан буйынса күп тауар етештерергә лә планды арттырып үтәп бүләктәр алырға ныҡ йәтешләнгән өҫ кейеме, аяҡ кейеме, күн бирсәткә кеүек хөллә тегеүселәр ине былар. Тауарҙары складтарҙы тултырып, магазиндарҙа үтмәйенсә ыҙалағас, ни ҡылырға белмәй сәбәләнәләр. Минең тауыҡбашҡа ҡарап, бер талай тел шартлатып һоҡланғас, ҡабаланып аяҡты, ҡулды, яурын баштарын үлсәргә керешеп киттеләр. Ни бары бер баштан ғәйре тән ағзаларым һәммәһе үҙ урынында, үҙ самаһында ҡалыуы асыҡланғас, бисараларҙың күҙҙәренән ҡанлы йәштәр ҡойолдо: указ буйынса илдең әҙәм балаларын кесерәйтеү башланған, шундайҙарҙың бер килкеһе бында килеп тә еткән, тип ишетеп ныҡ ымһынғандар икән бисараҡайҙар...

-- Их тәҡдир, беҙ тигәнсә булманы!.. Ҡалабыҙға бер урам ғына кәрлә күсереп килтерһәңсе! – тип теҙ сүгеп, ҡулдарын Күккә һоноп, ысын-ихлас йөрәктән һыҡтанылар.

“Һеҙ, ҡәҙерлеләр, күктән кәрлә көткәнсе, ерҙәге һәйбәт әҙәмдәргә үлсәп-таманлап текһәгеҙ икән, барлыҡ ҡаҙанбаштарҙы ла бүрекле итһәгеҙ икән!” – тип кенә өгөтләргә ауыҙ асҡайным да мин, яҡында ғына бисәмдең зарлы иңрәүе ишетелеп, алдыма килтереп өйөлгән, үҙем бәхетле тәхет итеп менеп ултырған бәҫле бүректәр өҫтөнән ырғып торҙом. Һөйөклө йәмәғәтем, бахырҡай, минең бындалығымды күрмәйенсә, әлеге бүрекһеҙ ҙур башлылар артынан сиратҡа баҫҡан да, сөңкөлдәп, бер әхирәте менән серләшә:

-- Уф, аяҡһыҙ ҡалдым бит, әй. Ҡаҙанбашлыма бүрек эҙләп ҡырыҡ урам ҡыҙырҙым, ҡырыҡ магазиндың тупһаһын шымарттым...

-- Юҡмы ни?

-- Минең әзмәүергә яраймы ни ул...

-- Ә һин тот та йүнәтеп бир, -- тине әхирәте.

-- Йүнәтә-йүнәтә йүн ҡалманы инде. Тәүҙә, бүркен арттан һүтеп ебәреп, ая яҫылыҡ ин һалып биргәйнем, “ҡыйыҡ елкә” тип көлдөләр. Бахырҡайым, шунан биҙәрләп, пальто яғаһын торғоҙоп йөрөй башлағайны, “көпәш муйын” ҡушаматы таҡтылар... Белмәйем, бөгөн ҡунаҡҡа ни кейеп барыр инде?..

-- Әлеге сите ҡырылған ҡырма бүрке ҡайҙа һуң?

-- Атаһынан ҡалғанды әйтәһеңме? – тине бисәм. -- Ул да һыймай шул хәҙер. Пеләш түбәһен ҡаплатырға сәс еткерҙе бит һантый...

Ҡатынымдың шундай ихлас ҡайғыһынан бәғеркәйем ҡанһырап, ҡысҡырып уҡ ебәргәнмен.

-- Аһ-аһ, минең ҡаҙанбашлының тауышы килә ләбаһа? – Аптырап ҡаранды бисәм. Бәҫле бүректәр күбәһе ситендә ғорур ҡайҡайып тороуымды, бынамын тигән бәҫле бүрек кейеп алыуымды күргәс, ҡапыл ҡыуаныс йәштәренә күмелде лә елтерәп килеп ҡосаҡланы. – Йәнекәй генәм, ни күрәм?! Аһ, ниндәй ҙур бәхет!!! Ниһайәт, минең дә әҙәм рәтле тауыҡбаш ир күрер көнөм бар икән! Был баш менән бер ҡасан да бүрекһеҙ булмаҫһың, аҫылым!

Бисәм кисергән икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡтан әллә нәмәләр килеп төштө иҫемә. Күңелкәйем балы һығылмаған балауыҙҙай тулышты. Ғәзиз тауыҡбашҡайымды хәләлкәйемдең мамыҡтай йомшаҡ ҡулдарына йәпләп һалып, татлы күҙ йәштәре аша әкрен генә һулҡылданым:

-- Тик кандидатлыҡ диссертациямды ғына яҡлап өлгөрмәгәйнем бит әле мин...

-- Йәнекәй генәм, аҫыл тауыҡбашҡай ғынам минең! Ҡайғырма юҡҡа! Йыйын тауыҡбашлылар профессор ҙа академик булып йөрөйҙәр. Башҡа бүрек табылғас, диссертацияһы ғына яҡланыр инде уның! Кандидат та, доктор ҙа булырһың. Иң мөһиме – бүрек! Баштың бәҫе – бүректән, тигән ҡарттар.

Башҡайымды һалып һулҡылдаған бисәмдең ике ҡулы көтмәгәндә ике тимер ҡоршауға әүерелеп, бүрек өҫтөнән баш һөйәгемде сатната яҙып ҡыҫты. Үкереп илап ебәрҙем...

Уянып күҙемде асҡанда, бисәм, һуҡранып, башыма әлеге атайҙан ҡалған ҡырма бүректе ҡыҫтаҡлап маташа ине. Бажай менән иртәнге төшөрмөшөмдән һуң башым зыңҡыған килеш табындан саҡ тороп, кейенеп булашҡанда... хәйерһеҙ ҡомартҡы, түбәмдән ҡубынып, иҙәнгә төшкән булған. Ҡунаҡ мәжлесенә китер алдынан хәләл ефетемдең күрше бүлмәлә кейенеп бөткәнен көтөп ултыра торғас, саҡ ҡына күҙ эленеп киткән дә татлы төш күренгән икән шул...

Өфө, 1965.

Кемдән – хеҙмәт, кемгә -- хөрмәт
-- Бөгөн төшкөлөккә аш әҙерләй алмайым – кер йыуам, -- тине бисәм бер ял көндә. – Мә, фәләнсә һум да фәләнсә тин бол. Күптәндән күҙеңде ҡыҙҙырып, тешеңде төшөрткән “алтын балыҡ” авторучкаһын һатып ал, бөҙрәханала көҙрәләреңде көҙәт. Үҙ йүнеңде үҙең күреп, берәй ерҙә үҙәк ялғап сыҡ. Шунан һуң теүәл фәләнсә һум да фәләнсә тин ҡалырға тейеш. Ул аҡсаға ике йөҙ ҙә егерме биш грамм вологод майы менән бер бөтөн дә бер ҡыйырсыҡ аҡ икмәк апҡайт.

Әйткән һүҙ – ҡаҡҡан бағана, бисәнеке закон. Кеҫәгә селтәр моҡсай тығып, табан ялтыраттым.

Тәүбашта аяҡ, туп-тура баҫып, “Шараптар – емеш һуты” магазинына йүрмәлде. Ҡулды кеҫәгә сумырып, көмөш-һәмеш байлыҡтарын барланым. Тик... теләктәрҙең осо-осҡа ялғанырлыҡ түгел шул, ҡәһәрең! Йәбе килһә -- һабы килмәй, һабы килһә -- йәбе килмәй тик тора. Бисә әйткәндәрҙе теүәл үтәгәс, һуҡыр тин дә йә артыҡ, йә кәм ҡалмаясаҡ. Электронлы-иҫәпләгес машина һанап һалған тирһең... Алҡымымды уйнатып, мәҙәниәт тауарҙары магазинына киттем. Витринаға терәлгәс, мышылдатып танау тартырға тура килде бында ла:

-- Ханым, кисә генә ошонда “алтын балыҡ” бар ине... – тип үтендем.

-- Бөгөн дә барсы ул.

-- Ниңә ҡойроҡ һелкетмәй һуң?

-- Сирттерә белмәйһегеҙҙер. Әнә теге витринанан ҡаптыралар ул алтын балыҡты, ағай кеше!

Бына эш ниҙә генә. Шатлығымдан ҡысҡырып уҡ ебәрҙем:

-- Һәй Хоҙаның хикмәте, әл дә миңә тигәне ҡалған икән. Бер бик еллеһен эләктереп ебәрегеҙсе, ханым!

-- Рәхим итегеҙ, фәләнсә һумығыҙҙы ҡаптыртығыҙ ҙа алығыҙ.

Ҡояштай йөҙөм шул секундта уҡ һытыҡ ҡауынға әүерелгәндер, моғайын. Үҙемде бик ғәйепле тойоп:

-- Ниңә фәләнсә һум, ә, ғәҙәттәгесә, төгәнсә һум түгел? – тигәнемде тоймай ҙа ҡалдым.

-- Ағай кеше, ҡайҙа ҡармаҡ һалғанығыҙҙы белегеҙ!

Абау! Ни күрәм? “Алтын балыҡ”, ҡойроғона ебәк таҫма менән лотерея билеты тағып, баҙарын арттырып, “бүләктәр” бүлексәһенә ҡарпыған даһа! Һәй был күҙ тигәнеңде!

-- Ханым, ғәфү итегеҙ. Минең бисәм дә, ҡыҙым да таҫмалап сәс үрмәй. Башкөлләйгә һуңғы мода сыйнауын ихтирам итеүселәр. Ә үҙемә килһәк, кисә генә тап ошоноң ише лотерея билетына “Москвич” отоп алдым!

-- Алайһа, быныһы “Москвич”һыҙҙарға ҡалһын. – Һатыусым, күп уйлап тормай, ыҫпай ғына арҡа шәрифтәрен күрһәтте. Минең эстә ут тоҡанып, үт һумалаһы ҡайнай башланы. Тамаҡ төбөм тығылып:

-- Ханым, мин – ҡороғул. Яҙырға авторучка кәрәк, -- тинем.

-- Автомобиль кәрәктер тип уйламайым да мин, ағай кеше, -- тип ҡыйшайтты ауыҙын.

-- Нимә-нимә?! – Үҙемде бер метр аҫҡа сүккәндәй хис иттем. Бик мөләйем икенсе бер һатып алыусы ханым да, миңә боролоп ҡарап, матур күҙҙәренең ағын әйләндерҙе:

-- Һәй мөрәүәтһеҙ әҙәм, талпан кеүек ҡаҙалыусан бер бәндә икәнһегеҙ ҙә. Алай бик тә кеҫәгеҙгә ҡушҡуллап йәбешеп ятҡас, сәпсим өйөгөҙҙән үк сыҡмағыҙ. Сауҙалашып ҡырҡышырға, үҙ малын һатамы ни ул? Хеҙмәт кешеһен хөрмәт итә белергә кәрәк!

Телемде тешләнем. Уйлап ҡараһаң, дөрөҫ әйтә бит был сәбәкә апай! Хәҙер мин кем? Хеҙмәт ҡәҙерен белмәгән бер һөмһөҙ бүрәнә. Был һатыусының да, моғайын, производство планы, ире, ҡәйнәһе барҙыр бит. Минең ҡыҫмырлыҡ арҡаһында ғына айлыҡ сауҙа планы үтәлмәй ҡалһа, бахырҙарының күҙҙәренән ниндәй эҫе йәш бырғыр! Юҡ, кешелек выжданым юл ҡуймай бындай ҡатылыҡҡа!

-- Хөрмәтле ханым, зинһар, ғәфү итегеҙ. “Алтын балыҡ”ты шул көйөнсә мәскәүләп, ҡыҙыл айғолағынан тоттороғоҙсо миңә!

...Ҡолаҡ тамырҙарын наҙлап, электр машинкаһы йырлай түбәмдә. Тәнде татлы йоҡоға арбай. Әммә күҙҙәр эленмәй, эстә ҡайнар ут яна – быныһы яңы ут. Кеҫәм төбөн ҡармап, энә осонда ултырам: сәсте алып бөтә килә машинка хужаһы нисегерәк өндәшер? Әгәр һөйләм аҙағында тауышын ҡатылатһа – бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп... Бына сәсте мөнтәп бөтөрҙө. Елкәләрҙе елпене. Яңы сепрәк ҡыҫтырҙы.

-- Хушбуйлайыҡмы, йәш егет?!

Һәләк булды баш – һөйләм аҙағына ҡаты баҫым төштө -- ҡоростай сыңланы ауазы! Былайғас, бисәм бюджетын үтәү хыялы ҡырҡылған сәстәй ҡоланы. Уйлап ҡарағыҙ: әгәр ҙә хушбуйға аҡсаны ҡыҙғанһам, елпеүесен дә йәлләйәсәк -- елкәм соҡоро урам буйы төк туҙҙырып ҡайтасаҡ. Хуш бул тағы ла, һанаулы көмөштәрем!

Юҡ-юҡ, рәнйемәйем. Сәс алыусы ла бит әҙәм балаһы. Уның да, моғайын, янып барған производство планы, премия көткән бисәһе, ҡәйнәһе барҙыр. Шуны аңлай белеү генә лә ни тиклем ҙур кешелеклелек, ҡыуаныс! Булһын, әйҙә, булғас, минән хөрмәт!

Үҙемде шулай рухландырып, кафеға инеп ултырҙым. Ир – баш, ҡатын – муйын: бисә ҡушҡан икән – сәсрәп китеп булһа ла ашап ҡайтырға тейешмен.

Йәнәш өҫтәлдә танау аҫты ҡара төклө Ҡаф тауы кешеһе ултыра. Уның йөҙө мөләйем. Официанткалары ла бик итәғәтле: күршем тамаҡ ҡырыуы булды, “йылп!” итеп бер тутыйғошбикә килеп тә сыҡты. Мыйыҡлы һыңар бармаҡ ҡалҡытып һелкене – боҫланып торған фирмалы аш, осоп килеп, бармаҡ аҫтына ҡунды. Мыйыҡ эйәһе ике бармаҡ ҡалҡытты – һимеҙ өлөш осоп төштө. Өс бармаҡ күтәреп кенә һелкегәйне, мөлдөрәп торған өс йондоҙло йәннәт һыуы килеп тә етте, алтын буталлы бокалға тулып та ултырҙы. Мин, һоҡланып, ел уйнаған ауыҙҙы ғына астым. Тутыйғош үҙ тәңгәлемә тиңәлгәс:

-- Ғәфү итегеҙ бер үк: аппетитым хөртлөгөн ғәйепкә алмағыҙ, -- тинем. Эште шулай көйләй биргәс, шулай ҙа ҡыйынһынып, ярты ғына бармаҡ шәрифен һелкенем. Әмерем шунда уҡ теркәлде ҡағыҙына. Тағы ла яртышар ғына ике бармаҡ ҡалҡытҡас, ауыр һулап, ҡарашымды икенсе яҡҡа күсерҙем. Әммә тутыйғош ҡанат елпемәй тик кенә тора бирҙе.

-- Тағын-тағын-тағын да? – тине ул, ҡәләм осо менән, әйтерһең, минең йөрәк тамырына сәнсеп.

-- Тағы ла... тағыла... бер стакан крем-сода, хөрмәтлем!

Тутыйғош, яурынбашын тәкәббер һелкетеп, бүтән өҫтәл яғына аҡҡоштай йөҙҙө. Ҡаф тау арты кешеһенең, мине күҙәтеп, мыйыҡ сите ҡыйшайҙы. Фирмалы ашының тәрилкә төбөн ялтыратып, коньяклы ҡара кофегә керешкәйне. Ә мин һаман әсе төкөрөк йотоп, “гәзит уҡып” ултырам.

-- Ханым, әллә хәтер ҡанаттарығыҙ һындымы?! – Зал яңғыратып өндәшергә мәжбүр булдым, тағы ла бер күлем сыҙағас.

-- Һе! Сабыр иткән – мораҙына еткән, өлгөрөрһөгөҙ, -- тип гөлдөрләне елпенеп килеп мыйыҡлыны әүрәткән тутыйғошҡайым. Елп-елп осоп китте лә инде икенсе өҫтәлде ниғмәтләндерҙе. Үҙем урыҫса белеп еткермәһәм дә:

-- Безобразие! – тип, көсөргәнешле эске тойғомдо рәсми телдә белдерҙем. Ҡаф тауы кешеһе, ҡапыл боролоп, хөкөм итеүсән ҡарашы менән үлсәне:

-- Эй-боу! Ниңә шаулайһығыҙ? Ниңә тыныс ултырмайһығыҙ?

-- Ултырып ҡарағыҙ, тамағығыҙҙа ел уйнап, эсегеҙҙә бүреләр олоғанда!

Мыйыҡ эйәһе миңә ҡыҙғанып ҡараны, тамам өмөтһөҙ итеп баш сайҡаны:

-- Эй-боу! Инвалидмы һеҙ? Бармаҡтарығыҙҙы эт ашанымы? Һелкергә өс бармаҡ таба алмайһығыҙмы? Эй-боу, һеҙҙе бит матур ҡыҙый хеҙмәтләндерә, ә һеҙ уның ҡәҙерен белмәйһегеҙ. Һеҙ уға, хөрмәт итеү урынына, ике генә бармаҡ күрһәтәһегеҙ, алары ла яртышар. Ярамай алай!

-- Бында әллә ҡайҙан килеп инәләр ҙә... – тип, миңә һөҙөп ҡарап сыйылданы тутыйғош. Минең маңлайға, әйтерһең, биш бармаҡлап сирттеләр. Шул сиртеүҙән, мейе юлаҡтарын тулатып, илһамиәт яралды. Һәй афарин әҙәм, мыйығы мәңге ҡарағусҡыл булғыры, дөрөҫ киҫәтеү яһай бит! Берәү һине хеҙмәтләндергәс, хөрмәткә ирешергә тейеш. Бик мәслихәт! Мин дә бисәне, балаларҙы, аяҡ-ҡул талдыра-талдыра икмәк-һөт ташып, көн дә, көн дә хеҙмәтләндерәм дәһә. Ә хөрмәт? Юҡ, хөрмәт тәтемәй миңә! Хәйерһеҙ бисә, тиндәрен хисаплап, янсыҡ ауыҙын көс етмәҫлек электронлы-хисап машинаһы менән йомдортҡан. Етте, хәл ителде! Сәғәт һуҡты янсыҡ бауын үҙ ҡулыма алырға, хөрмәтләп һәм хөрмәтләнеп ҡалырға! Беҙҙең Урал тауы әллә Ҡаф тауынан ҡайтышмы?!

Иң түрҙәге табында хозур типтереп ултырған ҡалын кеҫәле танышыма яҡынлап, унан үтескә алып, ысын егетлек хисенә күтәрелдем...

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: егетләнеп, хатта бөкләмәйенсә, бер юлы биш бармаҡ һелкеп күрһәттем. Өйгә бик кисҡырынлап, ауа-түнә, умарта ватҡан айыу кеүек алпан-тилпән атлап ҡайттым. Шөкөр, хеҙмәтләндереүселәремде хөрмәтләнем.

-- Ҡайҙа алған икмәгең, ҡайҙа майың?! – Ғәҙәтенсә, бик елле ҡаршыланы бисә, оҙон уҡлауын тотоп. Ләкин быныһы ла тәьҫир итмәне.

-- Мин... мин... беләһеңме, мин кем? Хеҙмәт эйәһе! Мин – хеҙмәт егәрлеһе! Йүгереп йөрөп хеҙмәт итәм, ләкин ҡайҙа миңә хөрмәт?! – Хистәремде шул ыңғайҙа өҫтәл төйөп аңлатмаҡсы булғайным, әммә ауыҙ асырға ла бирмәне хәйерһеҙ бисә.

-- Хөрмәт? Бына һиңә хөрмәт! Бына һиңә рәхмәт! – Ике яҡтан ике усы менән сикәләремде ялтыратты. Күҙҙәремдән утлы тәңкәләр сәсрәп, шулар араһында лотерея билетлы-таҫмалы “алтын балыҡ”тар, йор ҡуллы сәс алыусылар, ҡылтымбый холоҡло тутыйғошбикәләр – барыһы, барыһы бергә буталды. Бүтәндәрҙе ысын күңелдән хөрмәт итеп ҡайтҡан ҡаилә башын ғаилә муйыны ошолай хөрмәтләне...

Ни әйтмәк кәрәк: кемдән – хеҙмәт, кемгә -- хөрмәт, тигәндәре ошолор. Хәйер, бер уйлаһаң, зарланаһы ла юҡ кеүек. Үҙеңде үҙең хеҙмәтләндерергә тип юғарынан нығытып бирелгән производство планың булмағас, пландан тыш шәхесеңә кемдән хөрмәт талап итәһең инде...

1965.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет