Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет14/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   25

II
Яңы йыл алды ығы-зығыһы ла тап әле һөйләгәнсә барҙы. Әммә айырма шунда: был байрамда күп ҡунаҡ саҡырылмай, яҡын туғандар менән генә ултырып ҡаршылайбыҙ. Ә шулай ҙа, оло өйгә нимә кәрәк – кесе өйгә лә шул кәрәк, тигән бит аҡһаҡалдар. Табын ҡорорға өс көн ҡалды, тигәндә, нервы тамырҙарым тамам ҡаҡшаны.Эштән ҡайтып инеүемә яғанан алды бисәм:

-- Ишетһен ҡолағың: Фәсҡитдин күршең был юлы ла танауыңа сиртәсәк. Осонорға әҙер бит шаталағы – беҙ белмәгән әллә нисә төрлө һый буласаҡ, ти табындарында. Бер-берәй аҡыллы ир булһаң, хәл белә ингән булып, аңдып-күреп сығыр инең, исмаһам. Ҡайтаһың да тутыҡҡан тәреләй һерәйеп ултыраһың.

-- Кеше табынын барлап йөрөү килешмәҫ, үҙебеҙсә эшләйек, -- тинем. Мәфрүзәм өндәшмәне. Дөрҫ-ларҫ баҫып, кухняға сығып китте.

-- Һөйөклөм, -- тип стена аша ялынырға мәжбүр булдым, -- ниңә байрам алдынан кәйефте боҙаһың?

Алъяпҡысын ялпылдатып, уҡтай атылып сыҡты:

-- Һиңә кәйеф кәрәк тә, миңә кәрәкмәйме? – Һыулы таҫтымалын өҫтәлдәге гәзитемә шапылдатып һуҡты, шарылдап илап ебәрҙе. – Һиңә нимә: үгеҙ үлһә -- ит, арба ватылһа – утын. Ҡатыныңдың абруйын ҡайғыртмайһың! – Дивандағы мендәргә ҡапланып иланы. Күҙ алдарым ҡараңғыланып, иңбашынан ҡосаҡланым:

-- Мәфрүзәкәйем, ташла шул ғәҙәтеңде – күрше менән ярышып ҡунаҡ саҡырыуыңды! Бер генә байрамды булһа ла әҙәм рәтле шатланып үткәрәйек.

Ишетмәне лә, өндәшмәне лә -- һулҡылдап ята бирҙе.

-- Алайһа, Фәсҡитдин күршеләргә кереп ултырайыҡ. Үҙең беләһең, һөйөклөм, улар беҙҙе быйыл да Иҫке йылды бергә оҙатышырға саҡырҙы. Шунда үҙебеҙ күрербеҙ һәм тәмләп тә ҡарарбыҙ.

Бисәм мендәр туҡмап үкһене:

-- Күршеләрҙән кәм-хур итмәк булаһың икән мине. Үҙем ҡунаҡ саҡырмайса, шаталағының ҡунағына барып ултырмам инде мин! Уныҡынан ҡай ерем кәм? Үҙ ҡатыныңдың абруйы һуҡыр тин икән һиңә!

Ике ҡулым менән башымды тотоп, сығыу яғына йүгерҙем.

-- Ҡайҙа бараһың, эй, туҡта! – Ырғып торҙо илаусым.

-- Ҡайҙа булһын, әлеге лә баяғы, шул атаҡлы Фәсҡитдиндәреңә инде – табын хозурын байҡарға!

Йылғалары күҙ асып-йомғансы ҡороно:

-- Бөтә аш-һыуына күҙ һал, холодильниктарын асып ҡара, береһен-бер ҡалдырма, абайла уны! – Майлаған ҡайыштай йомшарып, артымдан оҙатып ҡалды. Илар сиккә етешеп, “Ниңә был донъяла байрам тигән бәлә бар икән?” тип һуҡрана-һуҡрана, күршемдең ишеген ҡаҡтым.

Мин килеп ингәндә, Фәсҡитдин күршем, көн элгәре байрам һыйҙары йыһазландырып булашҡан тәкәббер сырайлы хужабикәһенә арҡаһын әйләндереп, һөмһөрө ҡойолған хәлдә, диванда гәзит ҡыштырҙата ине.

-- Абба! Күрше килгән бит! Был күршенең дә байрам алдынан килеп ишек асыры бар икән! – тип аптыраны ул.

-- Беҙҙең күршеләр эре: саҡырып та килмәйҙәр, -- тигән булды ҡатыны.

-- Ә үҙегеҙ килдегеҙме һуң беҙгә? Ике атлап, бер аяҡ баҫмайһығыҙ.

-- Үҙебеҙ ҡунаҡ саҡырабыҙ шул һәр ваҡыт.

-- Беҙ ҙә тап шулай инде.

Шул арала Фәсҡитдиндең һөмөрөһө асылды:

-- Баҫып торма әле, күрше, ултыр. Яҡынлашып килгән байрам хөрмәтенә икәүләшеп бер төшөрөп алайыҡ! – тип шатланды. – Юҡһа, бынау сепрәк башлым менән низаҡлашып, кәйеф китеп тора ине. Ни өсөн, тигәндә, һинең сепрәк башлың менән кемуҙарҙан ярышып ҡунаҡ саҡыра-саҡыра, теңкәгә тейҙе бит, әй. Һуңғы ике йылда һин күршем менән бер рәхәтләнеп табында ултырған юҡ: һеҙ саҡырған ғына һайын, үс иткәндәй, беҙ ҙә ҡунаҡ саҡырабыҙ...

-- Минең дә хәл шундайыраҡ, Фәсҡитдин күрше...

-- Әйҙә, алайһа...

-- Әйҙә, Фәсҡитдин күрше...

Шул арала “шаталағы” буласаҡ байрам табынының һыйҙарын килтереп өйҙө, күршем мөлдөрәтеп ҡойҙо. Гөлдөрләшеп кенә берәр бәләкәсте бушаттыҡ.

-- Күршемә һүҙ юҡ, -- маладис, -- тип дауамланы Фәсҡитдин, -- тик ҡатыны уҫал.

-- Һинең менән миңә ҡалһа, бер ҡалаҡтан ашар кешеләр ҙә беҙ, бисәң эште боҙа шул, -- тинем. Артынса уҡ берәр ҙурҙы ла шыпылдатып түңкәрҙек.

-- Күршебикәнең һыйҙары тәмле икән – бер ҡабыуҙан ожмахҡа илтеп һала, -- тинем. – Беҙҙеке лә, һантый, кешенекенән уҙҙырам, тип маташа әле.

-- Әү? – Хужабикә елтерәп килеп етте. – Нимәләр әҙерләне?

-- Күп, һанап бөтөрөрлөк түгел. Мин белмәгән әллә нәмәләре бар.

-- Ә шулай ҙа?

-- Ниңә төпсөнәһең, -- тине Фәсҡитдин күршем, -- кәрәк булһа үҙең бар ҙа күр. Ике аҙым ара... – Һәм йәне көйөнөп өҫтәкләне. – Бына күршем килгән бит – аяғы өҙөлөп ҡалмаған!

-- Барырмын да! Әллә һеҙгә генә байрам да беҙгә байрам түгелме?! – Хужабикә, барлыҡ эштәрен ташлап, ишекте “шарт!” ябып сығып китте. Бер юлы тәҙрәгә ҡапландыҡ:

-- Бәй-бәй, минең ҡатын, ысынлап та, тура һеҙгә кереп китте түгелме, күрше?

-- Ысынлап та, тура беҙгә кереп китте шул.

-- Хәйерлегә була күрһен! Тотайыҡ тағы берҙе.

Ҡыҫҡаһы, икәүләшеп “Азамат”ты һыҙҙырҙыҡ, иҙәндәге түңкәреүле самауырҙы ҡолатҡансы бейенек. Ҡосаҡлашып, һауа һуларға сыҡтыҡ.

-- Әйҙә, киттек беҙгә! – тинем. – Бисәләребеҙ, беренселекте бер-береһенән көнләшеп, сәстәрен йолҡаларҙыр...

-- Киттек, күрше. Бысаҡҡа-бысаҡ килешәләрҙер.

Индек һәм... ишек төбөндә шаҡырайып ҡатып ҡалдыҡ. Ике күршебикә, игеҙәктәрҙәй йылы ҡосаҡлашып, ҡуш ауаздан “Сәлимәкәй”ҙе һалдыралар, алдарында аш-һый, мөлдөрәмә бокалдар.

-- Ҡхым... – тип һүҙ башланы Фәсҡитдин. – Табын түңәрәгегеҙҙән, бәлки, хәләл яртыларығыҙға ла йылы урын бирерһегеҙ? Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы бит.

-- Яҡынлашып килгән Яңы йылдың аяғын йыуыр алдынан бергәләшеп ошо Иҫке йылды оҙатып ҡалыу, моғайын, беҙ фәҡирҙәрегеҙгә лә мотлаҡтыр? – Быныһын мин өҫтәнем. Тамаҡ ҡырып, ҡаш һикертеп, бер урында күпме тапанһаҡ та, әйләнеп ҡараманылар, ҡосаҡлашҡан килеш бәүелә-бәүелә, аҙағынаса йырлап бөттөләр. Шунан һуң ғына, мөлдөрәмә тултырып, нескә билле бокалдарҙы беҙгә лә тотторҙолар:

-- Рәхим итештек, ғүмерлек һөйөклө күршеләр! Иҫке йыл менән ошо сәғәттә ошонда хушашлабыҙ! – тине ҡыҙҙарҙай ҡыҙышып алған Мәфрүзәм.

-- Һәм хәйерһеҙ иҫке ғәҙәттәр менән дә! – тип сәкештерҙе бокалын күршебикә лә.

-- Ур-ра!.. – Быныһы беҙ икәүҙән. “Һаҡмар-һыу”ҙы дүртәүләшеп бер ауаздан көйләгәс, Фәсҡитдин күрше аҡыллы тәҡдим итте:

-- Иншалла, Иҫке йылды бергәләшеп һеҙҙең өйҙә оҙаттыҡ, күрше. Яҡынлашып килгән Яңы йылды инде ошолай уҡ гөлдөрләшеп беҙҙең өйҙә ҡаршылайыҡ!

-- Булды, беҙ ҡушҡуллап риза! – Һөрәнләүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым...

Ә төн уртаһында бисәм ҡабырғама ҡаты төртөп уятты:

-- Һантый, ниңә “риза” тип әйттең? Мотлаҡ беҙҙең өйҙә ҡаршылайыҡ, тимәнең?

-- Барыбер түгелме ни? Ут күршеләр...

-- “Ут” түгел, ә мут күршеләр икәнен аңғармайһың. Иртүк тор ҙа: “Беҙ риза түгел, байрам табыны мотлаҡ беҙҙә булырға тейеш!” – тип електәренә һеңдер! – Шулай тине лә пырхылдап йоҡлап китте. Йөрәгем яман ҡағып тороп ултырҙым, кухняға кереп крандан һалҡын һыу эстем. Үткәндәрҙе бәйнә-бәйнә хәтеремдән кисереп, бөгөнгөһөнә ялғап, киләсәкте күҙ алдыма баҫтырғас, таң атыуға тура эшемә киттем. Эштән ҡайтышлай Яңы йыл менән ҡотлаған ҡатын-ҡыҙҙар календары, сөм-ҡара түш буяуы, ҡылҡәләм һатып алдым. Өҫтәлгә йәйеп һалып, эшкә ултырҙым, байрам көндәрен билдәләгән ҡыҙыл һандарҙың бөтәһен тиң ҡалын ҡара тирәс эсенә алып сыҡтым. Шөғөлөмдө тын да алмай күҙәткән бисәм һорау бирмәйенсә түҙмәне.

-- Бына һиңә йыллыҡ календарь – күҙ алдыңа элеп ҡуй, -- тинем.

-- Ә ниңә ҡыҙылдарын ҡараға буяның?

-- Күңелеңә ауыр алма, Мәфрүзәкәйем. Хәләл ефетлек бурысым, ҡыйын булһа ла, дөрөҫөн әйтергә ҡуша. Егет саҡта нисәмә йылдар һөйөп йөрөнөм үҙеңде, беләһең... Сәсебеҙ сәскә бәйләнгәс тә һүрелмәне һөйөүем. Тик һуңғы ике йылда ғына арабыҙға иблес инеп ҡыҫылғанын төшөндөм. Ул яуыз, әленән-әле ҡара мәкерен ҡуйыртып, телдәребеҙҙе сарлай, табаҡ-һауытты шалтырата. Аҡты – ҡара, ҡараны аҡ итеп күрһәтә. Ике йыл буйы эҙмә-эҙ һынай торғас, Иблестең айырыуса ҡотороноу көндәрен теүәл билдәләнем. Календарҙағы ҡыҙыл көндәрҙе генә һайлап хөсөтләнә икән ул...

-- Шунан? – тине Мәфрүзәм, тауышы ҡалтырап.

-- Шул, бисәкәй, ултырған да шыуған! Календарҙағы гелән генә ҡыҙыл көндәр ғаиләгә кәйефһеҙлек килтергәнен, өйҙә буран уйнатҡанын иҫәпкә алып, мин уларҙың бөтәһен ҡараға тамғаланым. Бынан һуң ул “байрам” исемләнгән ҡара көндәрҙең бөтәһен дә өйҙән ситтә -- шаулы эш зауҡында үткәрергә, фәҡәт һинең, һөйөклө хәләл ефетем, кәйефең булған көндәрҙе генә байрам итергә булдым. Сумаҙанға таҫтымал, һабын, теш порошогы, алмаш күлдәк-ыштан һал: байрам осоронда үҙем теләп күрше ҡалаға командировкаға осам...

Бисәм танауын “мырш!” тартты ла өндәшмәне, ҡайҙалыр тайпаңданы.

Иртән тороуға баш осомда яңы календарь көтә ине. Ирҙәр календары. Ғәжәпләнеүемә ҡаршы, был календарҙың өс йөҙ алтмыш биш көнө лә байрамса сағыу ҡыҙыл төҫкә буялған булып сыҡты. Был юлы мин ғәжәпләнеп һораным:

-- Бәй, ниңә бөтәһе лә ҡыҙыл? Иблес-шаҡшы көн һайын киләсәкме ни?

-- Юҡ, аппағым, көн һайын беҙҙә татыулыҡ, байрам хөкөм һөрәсәк.

-- Ә Иблес?

-- Иблескә көн бөттө хәҙер!

Һуңғы ике йыл эсендә беренсе тапҡыр бисәмде ҡосаҡлап үптем.

-- Битеңде йыу ҙа, киске табынға тиклем, ауыртҡан башыңды төҙәтеп ал, аппағым. – Алдыма коньяк ҡуйҙы. – Ҡара уны, муллахмәтләп ташлама тағы, ҡунаҡ һыйына урын ҡалдыр. Үҙең һөйләшеп ҡуйғанса, Фәсҡитдин күршеләрҙең байрам табынына инәбеҙ.

Аллаға шөкөр, ысынлап та, Иблескә көн бөттө!

1966.

Авторучка
Муллыҡул Муллаҡаевич, ҡобараһы осоп, ҡыңғырау шылтыратты.

-- Автручка ҡайҙа олаҡҡан? – тине ул өтәләнеп килеп кергән секретарь ханыма.

-- Белмәйем шул, Муллыҡул Муллаҡаевич. Кисә генә яҙыу приборығыҙҙа – үҙ урынында тора ине.

-- Кисә генә торһа ла, бөгөн тормай шул. Барығыҙ, йыйыштырыусыны саҡырығыҙ!

-- Өйөндә бит әле ул...

-- Сыҡһын, елтерәһен!

Ике минут үтеүгә, тирләп-бешеп, йыйыштырыусы килеп етте. Өҫтәл өҫтөн, өҫтәл аҫтын, шкаф баштарын “дыу!” килтереп һәрмәне. Мөртәт яҙғыс бер ҡайҙа ла моронламағас, сүп кәрзинен түңкәрҙе иҙәнгә. Ләкин тырышлыҡтары елгә осто.

-- Ер аҫтынан булһа ла эҙләп табығыҙ! – тине Муллыҡул Муллаҡаевич, иҙән тибеп. – Үҙемдеке булһа, бер хәйер ине. Контора инвентаре – дәүләттеке бит ул. Дәүләт милкен күҙ ҡараһындай һаҡларға кәрәк!

Секректарь үҙ бүлмәһенең мөйөш-һәйештәрен айҡарға, ә йыйыштырыусы кисә сүп түккән урынды байҡарға ашыҡтылар. Муллуҡул Муллаҡаевич, маңлай һырландырып, кисә генә кабинетында кемдәр менән осрашҡанын, ниндәй ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғанын хәтерләне. Ләкин барыбер авторучканы ҡайҙа һалғанын иҫенә төшөрмәне.

-- Гаражға шылтыратығыҙ, -- тине ул, секретарен йәнә ҡыңғырау ярҙамында саҡырып алып, -- хәҙер үк бында машинаны жыйлатһындар!

-- Муллыҡул Муллаҡаевич, ғәфү итегеҙ, “газик” ремонтта, ә һеҙҙең “Волга”ға, үҙегеҙ рөхсәт иткәнсә, склад тикшерә барыусы инспекторҙар тейәлеп китергә тейеш. Аҫтыртын бурҙарҙың тамырын ҡороторға.

-- Эштәре таш түгел, өлгөрөрҙәр! Бында аҫтыртын түгел, ә күрәләтә дәүләт милке юғала – кисекмәҫтән эҙенә төшөргә кәрәк, аңлайһығыҙмы шуны?!

Секретарь ханым әмерҙе тапшырып телефон трубкаһын элеүгә, тәҙрә төбөндә генә өр-яңы “Волга”ның, һуҙып ҡына, “пу-у-умп!” иткәне ишетелде. Муллаҡай Муллаҡаевич, көйәләнеп, машинаға сығып ултырҙы. Кисә төшкә тиклем балыҡ магазины директорының серегән тауарҙарын, Аллаһы Тәғәләнең үҙенә тапшырып, кабинетынан алып киткән шул авторучка менән списать итеп ултырғайны. Дәүләт милке, бәлки, шунда тороп ҡалғандыр?

Балыҡ магазины ишегенә “Переучет” таҡтаһы аҫылған булып сыҡты. Муллыҡул Муллаҡаевич, туҡталып тормаҫтан, артҡы ишектән керҙе. Ихатала йөк машинаһы тора, уға тоҙло балыҡ еҫе аңҡыған ауыр-ауыр мискәләрҙе тәгәрләтеп мендерәләр. Үтеп барышлай ғына:

-- Ҡайҙа атҡараһығыҙ? – тип саҡ ҡына ҡыҙыҡһынды.

-- Ванька Жуков яҙғанса, “ауылға – бабайға”... – Хихылдап көлдө бер ир.

Директор, клеенка алъяпҡысын бәйләп, склад мөдире менән берлектә кисәге “списанный” балыҡ мискәләрен әүеш-тәүеш килтерә. Түрәһен күргеп баҙаны – тубыҡтары ҡалтыраны.

-- Кисә һеҙ списать иткән боҙоҡ балыҡ, ыуылдырыҡ-фәләндәрҙе сусҡаға оҙатыу хәстәрлеген күрәмен, -- тине ул, ниңәлер ғәйепле йылмайып.

-- Ҡара уны, машинаңдың кузов төбө ныҡ булһын. Һикәлтәләрҙә һикерткәндә бер һуҡыр сабаҡ та, һыңар бөртөк ыуылдырыҡ та ҡойолмаһын. Дәүләт милкен әрәм-шәрәм итеү ҙур енәйәт икәнде иҫтән сығарма! Кисә минең авторучка тороп ҡалмағанмы һеҙҙә?

-- Юҡ шул, Муллыҡул Муллаҡаевич, ах әттәгенәһе!

Шәп-шәп атлап машинаһына ыңғайлағанында күрҙе: кузовтағы йөк тейәүселәр, мискә бөкөһөн асып, “боҙолған” ыуылдырыҡты ҡалаҡ менән ҡайырып-ҡайырып ҡаба, әммә авторучка ҡайғыһы иғтибар иттертмәне быға. Машина ишеген асам тигәндә кемдер еңенән тартты:

-- Әллә кисә “сусҡа” әфәнделәргә күстәнәс иткәндәрегеҙҙе ҡабат тикшерә килдегеҙме, Муллыҡул Муллаҡаевич? Серек тигән ыуылдырыҡтан серемәгән еҫ килә... хатта ауыҙ һыуҙарын ҡойолдорта... – Күкрәге ал билдә ҡаҙаулы бер йәш комсомолка иҫкәртте быны. Муллуҡул Муллаҡаевич ҡул һелтәне:

-- Ул мәсьәлә хәл ителде бит инде! Ваҡыт тар. Мөһим эш менән йөрөйөм. – Эшсе ҡыҙға иғтибарын һүрелдереп, оҙатырға тип килеп сыҡҡан директорҙы күҙҙән кисерҙе. -- Әйт әле, кисә актыға ҡул ҡуйғанымда ниндәй ручка ҡулландым, һеҙҙекенме?

-- Үҙегеҙҙең һары алтын ҡаурыйлы авторучканы, Муллыҡул Муллаҡаевич.

-- Шунан һуң мин уны ҡайҙа һалдым?

-- Урынына һалдығыҙ, Муллуҡул Муллаҡаевич.

-- Йәғни ҙә?

-- Һәр ваҡыттағыса, тышҡы түш кеҫәгеҙгә, Муллыҡул Муллаҡаевич.

-- Дауам ит эшеңде!

Йылтыр “Волга” Муллыҡул Муллаҡаевичты үҙенә бойондороҡло икенсе бер ойошма контораһына килтереп еткерҙе. Бында бысҡы зыңлай, өҫтәлдәр шыуҙырыла, шкафтар индерелә -- яңырыу мәхшәре бара ине.

-- Ғәфү итегеҙ, Муллыҡул Муллаҡаевич! – Контора башлығы өлтөрәп килеп сыҡты. – Уңайһыҙ ваҡытҡа тура килдегеҙ бит әле... Яҡшы итеп ҡаршылай алманыҡ үҙегеҙҙе...

-- Нимә ҡуптараһығыҙ?

-- Кисә мин һеҙҙән конторама яңы штат берәмеге – “зам”ыма “пом” һорап барғас, ғаризама рөхсәт һуғып ҡул ҡуйғайнығыҙ бит, Муллыҡул Муллауаевич, хәтерегеҙҙәме? Бына шул өр-яңы вазифаға өр-яңы кабинет әтмәләп мәшәҡәтләнеү... Инеп күрегеҙ, Муллыҡул Муллаҡаевич?

Оҫталарҙың береһе, бындағылар өсөн иң өлкөн етәксенең килеүен шәйләп, буғай, бысҡы тартыуын туҡтатты, мыйыҡ аҫтынан ғына мыңғырҙап ҡуйҙы:

-- Һе, штат өҫтөнә -- штат, нимә ҡарай был штаб?! Шыма ерҙән шеш сығарып, вазифа уйлап табалар, дәүләт аҡсаһын елгә осоралар!..

Ләкин үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан Муллыҡул Муллаҡаевич быны ла хәтер һандығының тышында торғоҙоп ҡалдырҙы, контора башлығына боролдо:

-- Ваҡыт тар, ваҡыт тар! Хәтерләйһегеҙме, кисә мин, үҙегеҙ әйткән ул ҡағыҙға ҡул ҡуйғас, авторучканы ҡайҙа һалдым?

-- Ғәфү итегеҙ, бөтәһе лә иҫемдә, тик ошоно ғына һис тә хәтерләмәйем бит әле...

-- Тимәк, дәүләт милкен бар, тип тә белмәйһегеҙ?

-- Ғәфү итегеҙ...

-- Һеҙҙең арттан минең кабинетҡа кем керҙе?

-- Местком рәйесе, Муллыҡул Муллаҡаевич. Хәтерегеҙҙәлер, банкет мәсьәләһе менән йөрөй ине. Һеҙ уға ла ҡул ҡуйып ебәрҙегеҙ.

-- Һем... Бынағайыш тамаша, -- тип һөйләнде Муллыҡул Муллаҡаевич, “Волга”һының йомшаҡ креслоһына ларҡайғас. – Ҡайҙа был авторучка? Көпә-көндөҙ, ҡаш менән күҙ араһында дәүләт милкен юғалт, имеш! Башҡа һыйырлыҡ түгел!

Муллыҡул Муллаҡаевич ул көндә кабинетына кереп ултыра алманы. Киске һигеҙҙе һуҡҡас, хәләл ефетен етәкләп, местком рәйесе ойошторған баяғы банкетҡа китте. Футбол командаһының бер ағзаһы ҡала тарихында тәүге тапҡыр “гол” тибеү айҡанлы ойошма фонды иҫәбенән бер төнгә “Суҡмуйыл” кафеһы арендаға алынғайны. Ләкин оркестр шауы менән аралашҡан тантаналы телмәрҙәргә лә, һыйҙан һығылған өҫтәлдәргә лә Муллыҡул Муллаҡаевичтың күңеле иремәне. Эргәһенә әленән-әле эштәштәре килеп, юғалған милектең табылыу-табылмауы хаҡында барлаштылар, хафаһын уртаҡлаштылар.

-- Кафе счетын ныҡлап тикшерегеҙ. Һәр пунктын табында бар нәмә менән барлап сығығыҙ. Дәүләт аҡсаһының тине лә елгә осмаһын! – Ҡәтғи күрһәтмә бирҙе ул. Көтмәгәндә, ошо табында ҡиммәтле шарап һемереп тә етәкселек ҡәҙерен белмәгән ҡыҙған баштар араһынан:

-- Футбол тубын типкән һайын табын ҡороу – үҙе дәүләт аҡсаһын туҙҙырыу түгелме?! – тигән зәһәр әсе ауаз ишетелде. Тик тупаҫты шунда уҡ бүлдерҙеләр, ике беләгенән ике мыҡтыйән тотоп, тынысландырырға алып сығып киттеләр. Муллыҡул Муллаҡаевичҡа, шәхсәнә таныштырыу өсөн, табын сығымдарын сағылдырған ҡағыҙҙы килтереп тотторҙолар. Ул, әҙәп өсөн генә булһа ла күҙ йөрөтөргә теләп, күҙлеген һәрмәне, ләкин таба алманы. Аптырап, ҡулын эске түш кеҫәһенә тыҡты. Шул саҡ уның маңлай һырҙары яҙылып, йөҙө ҡояштай балҡыны, кинәт ырғылып торҙо:

-- Табылды, иптәштәр, табылды! Дәүләт милке юғалмаған – бына ул! Ҡыҫтамағыҙ, көсләмәгеҙ, тотмағыҙ – ваҡыт тар! Хәҙер үк бара һалып, авторучканы кабинеттағы үҙ урынына ҡайтарырға тейешмен. Яҙыу приборына. Дәүләт милкен сәбәпһеҙҙән сарыфларға беребеҙҙең дә хаҡы юҡ! Бисәкәй, хушлаш табындаштар менән! Шофер, ҡыҙҙыр машинаны!

-- Ах-ах, тамағына аш барманы! Беҙҙең Муллыҡул Муллаҡаевич шулай бит инде ул -- дәүләт милкен ҡурсалау юлында йәнен фиҙа итергә әҙер! – тип бот сабып ҡалды табындағылар. Бокалдар сыңлауын фанфаралар гөрө күмде.

Эйе, тынғыһыҙ йән Муллыҡул Муллаҡаевич, ашар ашын, эсер шарабын онотоп, өҙөлөп һөйгән бисәһен болоҡһотоп, күңелле ял сәғәттәрен ҡорбан ҡылды, юғала яҙған дәүләт милкен – авторучканы – төн үҙәгендә йылтыр “Волга”ла эш кабинетына елдерҙе.

1966.


Боғаҙ Бәҙәмша
Бәҙәмшаның Боғаҙға әүерелеү тарихы һуғыштан һуңғы ауыр осорға ҡарай. Ығы-зығылы, шау-шоулы колхоз йыйылыштарында ул ауылдағы иң шәп боғаҙ йыртыусы “оратор” булған. Хикмәтле был ләҡәпте алыуҙа Боғаҙға түрә һәм ялпы араһындағы күренмәҫ екте һунар эте һиҙгерлеге менән еҫкәп тоя белеү һәләте ныҡ ярҙам иткән. Етәксенең әгәр үҙ урынында ныҡ ултырғанын һәм ултырасағын шәйләһә, аҡты ҡара тип иҫбатларға тура килгәндә лә, Бәҙәмша мотлаҡ уның яҡлы булып боғаҙ сарлаған. Түрәнең хәле мөшкөлләнһә, тәнҡит итеүселәр яғында ажарланып боғаҙ ярған, төкөрөк сәскән. Һәм үҙенән-үҙе уға “Боғаҙ” ләҡәбе йәбешкән. Бара-тора Боғаҙ даны йәмғе бригада күләменә киң таралып, хатта һуңғы быуын бригадирҙарының да йөрәген дерелдәткес, теҙ быуынын ҡаҡшатҡыс шомло көскә әүерелгән. Һөҙөмтә шул: “Боғаҙ ветераны” ошо көндә лә, ниндәй юл менәндер, бригада аттарын һәм һоло келәтен үҙенең ихатаһына күсертеп, ат ҡараған булып, шуларға тейешле мал аҙығы иҫәбенә үрсегән үҙенең ҡура-ҡура мал-тыуарҙары, ҡош-ҡорттары араһында “ҡарҡ!” кикереп, мыйыҡ бороп көн итә. Әмәлгә ҡалғандай, һуңғы бригадирыбыҙ ҙа уның ыңғайына шөйлә шымарып, Бәҙәмша “һайт!” тигәндә “тайт!” тиергә әҙер генә торған “азамат” булып сыҡты, мәлғүнең... Шул нигеҙҙә бригадала – ай-һа-а-ай! – иҫ китмәле эштәр шаһиты булып йәшәп ятыуыбыҙ. Мәҫәлән, йыл да көҙ еттеме – бер һимеҙ ат үҙ ағзаһын үҙе имгәтә лә брак малдар исемлегенә теркәлә лә ҡуя; ахырҙа, сәмле кешнәп, Боғаҙ бысағы аҫтына боғаҙын һалып ята. Һөҙөмтәлә ҡаҙы менән ялыға әүерелеп, ике өйҙөң (бригадир менән Боғаҙҙың инда!) ҡаҙан төбөнә сума...

Миңә быйыл Боғаҙ менән яҡындан танышырға тура килде. Колхоз йомошо менән ситтә командировкала йөрөгән күршемдең бәләкәс ҡыҙы ҡапыл ауырып китеп, болиницаға илтеү өсөн ат һорарға барғайным бригада йортона, бригадир тура Бәҙәмшаға ебәрҙе.

-- Ҡағыҙыңды күрһәт! – Ҡапҡанан инмәҫем элек үк һыртарҡаһын ҡабартып екерҙе Боғаҙ. Бригадир һыҙғалаған рөхсәтнамәне сығарып бирҙем.

-- Әнә тора ат. Йүгәнеңде әпкил дә тотоп ал.

-- ?!.

-- Ҡағыҙға йүгән хаҡында яҙылмаған!



Боғаҙ менән һөйләшеү ҡыйын: билемдәге ҡайышты сисеп, атты муйынынан эләктерҙем. Бер егеп алһам, дилбегәһенең осо менән нуҡталап булһа ла барып етермен. Ләкин Бәҙәмша мине ҡырандас эргәһенән төртөп осорҙо:

-- Юлыңда бул!

-- ?!.

-- Ҡағыҙға арба-ызбурый хаҡында яҙылмаған!



-- Буш ултыра бит?! Мин балнисҡа ауырыу алып барам.

-- Буш булһа, тулыр. Бүтән нәмә егеп кит.

-- Алайһа, анауыһын егәйем. – Лапаҫ эргәһендәге йәшел бесән тейәүле көлтарбаға ҡарай йүнәлдем.

-- Ул минең субственный үҙемдең арбам!

-- Үҙеңдеке булһа ла, биреп тор. Ауырыу бала...

-- Үҙеңдекен булдыр ҙа шунан егерһең! – Туғыҙ ботло олпат кәүҙәһе менән тап йөк атылай егелеп, бесәнле көлтарбаны, дөбөрҙәтеп, аҙбарға һөйрәп индереп бикләне. Ых-ых итеп, минең эргәгә сыҡты, урамға төртөп күрһәтте. – Жыйт бынан, выжт!

-- Туҡта! Колхоз арбаһы бит ул – тәгәрмәстәренән күренеп тора!

-- Кемдеке икәнен бригадир әйтер, жыйт бынан, выжт!

-- Һөмһөҙйән! Былайһа, бригадирыңдың да эҙенә төшөп төбөнә туҙ ҡуйырмын әле мин!

-- Ысматри, ошо әйткән һүҙҙәреңде онотма! Үҙеңдең кем икәнеңде танытырмын бер юлы! – Боғаҙ төкөрөк сәсеп бармаҡ янаны. Ҡайҙандыр сырылдап әбейе килеп сыҡты, ҡушарлашып, төрткөләй башлағайнылар, атты ысҡындырып ебәрҙем.

-- Хәстерүш! Атыңды алып кит бынан!

-- Арбаһыҙ ат нимәгә миңә?

-- Алып кит, тигәс, алып кит! Хәҙер ул һинең елкәңдә тора, бына ҡағыҙы! – тине Бәҙәмша, бригадирҙың яҙыуын башы осонда болғап. Ҡапҡаны асып, сыбыртҡыһын шартлатып, атты урамға ҡыуып сығарҙы. – Ысматри! Әгәр ҙә юғалһа, йәки игенгә төшөп потрава-фәлән ҡылһа, башың менән яуап бирәсәкһең! Жыйт! – Һыртарҡаһын ҡайыш сыбыртҡы һыҙырған йылҡы урам буйлап яланға ҡарай сапты, ә мин, елкә тырнап, өйөмә тәпәйләнем. Ярты сәғәттән һуң Боғаҙ ҡырандасҡа әбейен, бригадир бисәһен тейәп тауға еләккә елдерҙе.

-- Үҙеңдең кем икәнеңде төшөндөңмө инде хәҙер?! – Бармаҡ янаны үтешләй. – Күрәһеләрең алда әле, ахмаҡйән!

Шул төндә үк өйөмдөң тәҙрә быялаһын ҡоя һуҡтылар. Иртә менән юллап ҡарағас, сатнаҡ быялалар араһында Бәҙәмша ейәндәренең күсәт һуғып уйнай торған таяғын табып алдым...

Икенсе кис алма баҡсамды тунап киттеләр.

Таң атҡас, урмандағы утынымды килтерергә ат һорай барғанымда, бригадир һис сәбәпһеҙ һүгеп ҡайтарҙы.

Көндөҙ ауыл Советына саҡырттылар һәм баяғы аттың иген баҫыуындағы ҡылығы өсөн ун һум штраф һалдылар. Өҫтөмә бер-бер артлы ябырылған бәләләрҙән баш ҡатты.

-- Ниңә барып ҡағылдың шул Боғаҙ Бәҙәмшаға? Ғүмер-баҡый һис кемгә ал бирмәгәнен беләһең дәһә! – тип һуҡыранғайны бисәм, ирлек намыҫыма тейҙе.

-- Минең кем икәнде белмәй хитлана ул мөртәт. Тырнағым ғына батһын – мыйығының һуңғы бөртөгөн усымда ҡалдырып ҡасыр!

-- Үҙеңә пеләш ҡалырға яҙмағайы. Лутсы уртаҡ тел тап шул йүнһеҙ менән.

-- Юҡ! Мин ул йүнһеҙҙән йүнле яһаясаҡмын!

Кисен көтөү ҡаршыларға сыҡҡанымда баяғы атҡа атланып алған Боғаҙ үҙе осраны.

-- Йә, көлтарбаның дүрт тәгәрмәсе лә субственный кемдеке икәнен белдеңме инде хәҙер? – тине, сыбыртҡыһының һабын күҙемә төртә яҙып, ат өҫтөнән мәкерле йылмайып.

-- Бик яҡшы белдем. Дүртеһен дә “субственно” колхоздан сәлдергәнһең. Өҫтәүенә, колхоз бесәнен, һололарын да һыйыр-һарыҡтарыңа шыуҙыраһың!

-- Ә-ә-ә, шулаймы ни әле?! – Боғаҙ тирә-яғына ялт-йолт ҡаранып алды. – Шулай тиһеңме?! Ых! – Ҡолас киреп һелтәнгәйне, ҡайыш йыланы билемә яндырып уралды. “Ыһ!” итеп, өҫтөмә ҡапыл эҫе һыу һипкәндәй бөгөлдөм. Ярҙам көҫәп ҡаранһам да, сыбыртҡыһын һөйрәлтеп саптырып киткән Боғаҙҙан башҡаны күрмәнем.

-- Бөгөн үк яуапҡа тарттыртам! – тип ярһыным үҙ алдыма. – Бөгөн үк!

Бәҙәмша иһә атының теҙгенен тартты ла артына әйләнеп ҡарап төкөрҙө, иҫе китмәй генә атлатып китте.

“Вәт йыртҡыс! – Ергә таянып саҡ ҡалҡындым. – Ибен таба бит мәлғүн мотлаҡ ҡайҙа һәм ҡайһы мәлдә үс алырға! Төптән уйлаһаң, жалыу ҙа биреп булмай – шаһиттар юҡ...”

Билем кәкерәйеүен бисәмә һиҙҙертмәҫкә тырышып, йорттағы киске эштәремде башҡарҙым. Әммә йөрәкте ағыулы хәнйәр айҡаны. Төн яҡынлашыуға ла ҡарамай, ярһып, йәмәғәт суды рәйесенә йүгерҙем. Ҡапҡамдан ун аҙым китергә лә өлгөрмәнем, тештәремә, күҙҙәремдән ут баҙратҡансы, кемдер йоҙроҡлап бик оһолло тондорҙо. Йыландай бөгөлөп, бүреләй олоп ергә ултыра төштөм. Һөрәнләүемә бер юлы ҡатыным, командировканан ҡайтҡан күршем атылып килеп сыҡты, ике яҡтан ҡамап алып, йоҙроҡ эйәһен ҡаптырҙылар. Ул... әлеге лә баяғы Боғаҙ Бәҙәмшаның кесе кейәүе ине. Шулай ҙа мин йәмәғәт судына барыуымдан төңөлдөм, Боғаҙҙың боғаҙынан шәхсәнә үҙем матҡып алырға булдым. Әммә был да еңелдән түгел ине.

Артабан ни ҡылырға ла белмәй көйөнөп йөрөгәнемдә Боғаҙ менән бригадирҙың “кәзәләре төкөштө”.

Ул көндә мин һаман, баяғы утынымды урмандан ҡайтарырға ат ала алмай, урамда бригадирҙы һағалай инем. Арғы остан ҡапыл төтөн бағанаһы ҡурпыны, “пожар! Пожар!” тип халыҡ йүгереште. Биш аҙымды бер баҫып барып етһәм, ни күҙем менән күрәйем, түрәбеҙҙең мунсаһын башкөлләй ут ялмаған. Бригадир үҙе, шыбыр тиргә батып, эшкинмәгән янғын һүндереү насосын көйләп маташа, йән әсеһе менән аҡырып, шиңеп төшкән пожарникка “күрһәтмә” бирә:

-- Уңмаған йоҡо тоҡсайы, мәхлуҡ, әпсәңде фәлән иткере! Бәҙәмшанан бөтә аттарҙы ектерт, мискәләп йылғанан һыу ташыт. Күҙ асып йомғансы үтәмәһәң, тамырыңды ҡоротормон, өҫтөңдәге һуңғы һаплам ебеңде һүреп алырмын!

Пожарниктың юл саңын төтәтеп Боғаҙ йортона табан елеүе булды, уғата ҡоторонған “ҡыҙыл әтәс” мунса башынан бригадирҙың мунсаға яҡын аш өйөнөң түбәһенә ырғыны, унда ла ялбыр ялҡын теле ләүкетте. Ең һыҙғанып һыу һибергә, түбә һүтергә, ситән ауҙарырға тотондоҡ. Бригадир, насостан йүн сығра алмай, ҡоҙоҡ сиртмәһенә барып йәбеште. Ыһылдап һыу тарта-тарта, өй түбәһен, урам буйын зарығып күҙәтте, ләкин көтөлгән һыулы мискәләр юҡ та юҡ һаман. Ҡоҙоҡ төбө таҡырайып, мунса артынан аш өйө лә сыраҡҡа әүерелгәс, урам буйынса сәсәй-сәсәй сабып килгән пожарник күренде, ниһайәт.

-- Бәдбәхет! Ылау ҡайҙа, һыу ҡайҙа?! – Ҡушйоҙроҡлап ташланды бахырға бригадир.

-- Анауы Боғаҙың, падлис, ат бирмәне бит. Янғын өйөңә ҡапмағас ни, ҙур түгел -- төтөнө улар тыҡрығына күренмәй – Һуҡыр Ғәлиәхмәттең өйәңкеләре ҡаплай...

-- Етәр, асылын әйт! – Ауыҙынан ут сәсеп ажғырҙы түрә.

-- Боғаҙыңды беләһең бит: уртаҡ тел таба алмай, ҡапҡаһы төбөндә ҡанға батып һуғыштыҡ падлис менән. Ут сыҡты, тигәнгә лә ышанмай, түрәнән ҡағыҙ яҙҙыртып килтер, тип даулай...

-- Ах һөмһөҙ ҡараҡ! Боғаҙың салынғыры Бәҙәмша! -- Бригадир, иҙеүен өҙә тартып, төтәп ятҡан торонбашлы бүрәнә өҫтөнә сүкәйҙе. Күҙҙәренән аҡҡан йылғаны ҡара һөрөмлө еңе менән һыпыра-һыпыра лауланы:

-- Йәмәғәт, шаһит булығыҙ! Госстрах агенты килгәндә, телегеҙҙе йотоп, битараф ҡалмағыҙ. Был аҡ мунса урҙаһында, ыҫлап элгән еренән, ҡаҙыҡҡа төшкән Ҡола бейәнең егерме ике тултырған ҡаҙыһы һәләк булды!.. Бәҙәмша менән уртаҡ һуйған һуғымлыҡ ҡаҙыһы ине...

Иртәгәһен Бәҙәмшаның ихатаһынан колхоз малдарын дөйөм аҙбарға күсерҙеләр, һоло келәтен һүтеп алып киттеләр, әүеҫлеккә өйгән колхоз бесәнен ҡуптарҙылар. Ҡыш үҙәгендә ҡапыл ғына ем етмәүҙән миктәгән мал-тыуарын кәметергә тура килде Боғаҙға. Ләкин бының менән генә осланманы эштәре. Ҡайныһының үсен алыр өсөн бригадир өйөнөң тәҙрәһен һуғып ватҡан Бәҙәмша кейәүен таш ҡалалағы аҡыл оҙонайта торған урынға оҙайлы мөҙҙәткә ултыртып ҡуйҙылар, Боғаҙға ла ел-ямғыр тейҙерҙеләр. Йорто тирәһендә ошоғса күрелмәгән милиция әһелдәре сыуала башлағас, ғәййәр йәндең талағы ташыуҙан туҡтаны, ул, ҡапыл шиңеп, күшеккән тауыҡтай бөршәйҙе. Шөйлә йыуашланып ҡалғас, уның элекке һөмһөҙләнеүенә ауыл үҙе ғәйепле икәнен аңланыҡ. Сөнки, әгәр үҙебеҙ баштан уҡ юл ҡуймаһаҡ, ҡыҙған түбәһенә үҙ ваҡытында һалҡын һыу һибеп айнытып торһаҡ, Бәҙәмша ла Боғаҙ рәүешенә етеп шашынмаҫ ине.

Беҙҙең ауыл урамынан саптырып үтер булһағыҙ, абайлағыҙ: урыҫ ҡапҡалы йорт алдында бүрәнәлә бик миһырбан ҡиәфәтле, ап-аҡ етен һаҡаллы ҡарт Ҡөрьән сүрәләрен уҡып, тәсбих тартып ултырыр. Туҡталып һүҙ ҡушһағыҙ, үҙенең был донъялыҡта Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында ҡылған иҫәпһеҙ күп изге эштәре хаҡында теҙеп китер. Аптырамағыҙ: “Боғаҙ”ын юйған “Бәҙәмша мулла” булыр ул.

1966.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет