Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет17/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19

II

КИТАП
Беренсе бүлек
Урал тауы һәм башҡорт

I
Урал тауы! Башҡорт тарихын

һинең исем билдәләй микән?

Әллә һинең исемең башҡорт

тарихынан билдәләнәме?!.


Урал — башҡорт, йә башҡорт — Урал,

бер туғандар, бергә тыуғандар —

икеһен тиң тарих иш итеп

нурландырған күп быуаттарға!


Булған заман, Урал тауының

төптәрендә уттар ҡайнаған,

был уттарҙан таштар ирегән

лаваланып... Һәм шул ҡыҙыулыҡ

сығыу юлы үҙенә эҙләгән...
Ләкин мәғрур гранит ҡаялар

бирмәгән юл көслө уттарға:

тоташланып таш-көп ҡаплаған

Урал-тауҙың яҫы маңлайын,

эстә янған уттар ҡыҙыуын

һиҙҙертмәйсә улар һаҡлаған.

Йыйырсыҡтар фәҡәт һырланып

биргәндәр төҫ был ҡарт маңлайға...


Урал тауы шулай ҡартайған, —

эстән янып аҡрын сүккән ул.

Ҡасандыр күк иңен айҡатып

болоттарҙы сөйгән түбәләр

онотҡандар маңлайҙарында

таңдар ҡунып, төндәр йоҡлаған,

Ҡояш нурҙарына йылтлаған

күңелле һәм хөр замандарҙы...


Тәрән йоҡо баҫҡан тауҙарҙы —

хәлһеҙ улар һуҙылып ятҡандар.

Емерелгән сал ҡаяларға

бөркөттәрен оялатҡандар,

имәндәргә ерлек биргәндәр,

мамыҡ мүктәргә күмелгәндәр,

көмөш йырлы саф шишмәләрҙән

йыуҙыртҡандар таш итәктәрен...


Шунан Урал ҡаяларына

әҙәм балаһы үрмәләгән,

суйырҙарҙы тәү ҡат ҡуҙғалтҡан,

уның яланғас үксәләре,

тәү ҡат тапап үткән мүктәрҙе,

ҡыуаҡтарҙы тәү ҡат ҡайшарған...


Ҡайҙа — тирен, ҡайҙа — таш йыртмыш

табанының ҡанын тамыҙып,

ҡырағай ергә тәүге эҙҙәрҙе

үткән һалып әҙәм балаһы...


Ҡунаҡ булып түгел, иш булып,

хужа булып йөрөгән ул бында,

сөнки “ҡайҙан” үҙенең “килгәнен”

белмәгән ул... Уның хәтере

Уралдыҡы менән тиң булған —

белмәгән ул сит яҡ һәм унан

күсеп килеү кеүек тойғоно...
Бындай ғәмәл булған уға ят,

сөнки күҙе тәү ҡат асылып,

таный башлағандан донъяны,

ошо мәғрур бейек тауҙарҙы,

ошо ылыҫлы урмандарҙы,

ошо пак һыулы йылғаларҙы

һәм Күк көмбәҙенең тик ошо

йондоҙҙарын ғына күргән ул,

һәм ирәүән ошо еренең

бер туғаны итеп һиҙгән ул

үҙен... “Урал менән бер сорҙа,

бергә тыуғанмын” тип йөрөгән ул...


Һәм йәшәгән әҙәм балаһы

һөйөп ҡая ташлы тауҙарын.

Суйыр һуғып, таштың эсенән

ут алған ул ит бешерергә

һәм шул утта ташты иретеп,

баҡырҙан уҡ, балта яһаған,

ул балтаны ышҡып ҡайраған

шул таштарға... Һәм шул таштарҙан

ҡорған йортон... Ошо ташлыҡтар

араһында үҫкән урманда

таба торған булған аҙығын...
Көнө еткән — әҙәм балаһы

олоғайған... Инде донъяның

әүәл танылмаған нурҙарын

таный башлаған ул...

Шүлгәнташ

мәмерйәһен — изге таш йортон, —

мамонт ҡанын ҡыҙыл балсыҡҡа

иҙеп яһалған шалы менән

биҙәп, һүрәтләгән ҡаяға,

сағыулатып, хоҙаййәндәрен...


Уйланған ул әҙәм... Көн һайын

яңы серҙәр уға асылған,

аҡылы уның һаман нығынған

һәм, бил быуып, ышаныс менән

башлаған ул аҙым тарихҡа...

Киләсәккә, тигән тарафҡа...


Салт булған был әҙәм балаһы

ауаздарға... Туған тауының

таштарында ел һыҙғырыуын,

ағастарының шаулашыуын,

ҡамыштарының илашыуын,

ыуҙарының бышылдашыуын,

тулҡындарҙың супылдашыуын —

бөтә, бөтә булған тауышты,

бөтә, бөтә булған һағышты

бөртөкләп һәм тослап йыйнаған

үҙенең салт ҡолаҡтарына...

Мейеһенең улаҡтарына...


Һәм бойорған уға йөрәге

ҡайтарырға был ауаздарҙы

уҡмаштырып, көр аһәңләтеп

тыуҙырыусыһына үҙенең...


Ҡырҡып алған әҙәм балаһы

шыма көпшә Урал буйынан.

Көпшә-көпкә ҡыҫтап тултырған

тауыштарҙың хөр ҡуйыртмағын.


Ер-күктәрҙе серле тибрәтеп

илаһи моң-ауаз ағылған

донъяға шул көпшә эсенән

тылсымлатып урман, ҡырҙарын...


Һәм тәбиғәт, һалып кәпәсен,

түбән эйгән ғорур, сал башын

әҙәм балаһының ҡаршында...

Ҡурай моңо тыуған тап шунда...


Был дәүерҙә инде “башҡорт” тип

танығандар әҙәм балаһын.

Тарих өйөрмәһе эсенән

быуаттарҙың йырып кәртәһен,

ошо исем менән барырға

тейеш булған әҙәм балаһы

дәүерҙәрҙең алыҫ таңына...

Башҡортлоғон төйөп ҡанына...



II
Урал тауы янар уттарын

тышҡа атмай йомоп ҡалдырған,

таш булғанға күрә есеме...

Тау булғанға күрә исеме...


Ә башҡорттоң янар уттары

ҡурай буйлап тышҡа ағылған,

һүнмәгән ут, һаман ҡабынған...
Тормош зары, баҫҡынсылары

үртәп уны һаман торғандар,

уттар йөрәккә йыйылғандар

һәм көрәйткән башҡорт ҡурайын

йөрәк кәре... Ҡылыс, ялтлатып,

күтәргән ул башы өҫтөнә...

Түҙә алыр икән кем генә!..
Елдәр менән ҡуша елеүсе

арғымағын уттай дөндөртөп

сапҡан яуға... Дошмандарының

ҡыйған башын Урал ҡылысы,

ҡанға ҡанған ерҙең һәр осо —

ек ҡанына, башҡорт ҡанына...

Ебәрмәйсә екте янына...
башҡорт ҡаны ләкин күберәк

аҡҡан унда... ҡуҙҙы үҙ ҡаны

менән һүндергәндәр...

Ҡурайҙан


моңдар тағы гөжләй башлаған,

йөрәктәрҙе өтөп ялҡынға,

бығауланған ирек хаҡында,

зар илаған халыҡ хаҡында...


Моңдар, мең ҡат бергә тупланып,

моңһоҙҙарҙың йәнен фашлаған,

башҡорт атҡа йәнә атланған,

алмас ҡылыс йәнә ялтлаған,

янар уттар башҡорт йәненән

күкрәп сығып, яуға саҡырған...


Йөрөгән был янғын яндырып

был халыҡтың ҡыйыу йөрәген.

Күп быуаттар буйы тарихты

ут һәм ҡанға мансып дөрләгән

Башҡортостан ере өҫтөндә!

Ҡылыс һурған хатта меҫкендәр!..


Яңы быуын килгән, иҫкеһе

киткән биреп уға уттарын,

ҡылыстарын, ярһыу аттарын...
Алмашынған шулай быуындар,

ләкин улар, ҡылып аманат,

ҡалдырмаһалар ҙа яманат,

ысын ирек, байман йәшәйеш

китә алмағандар тапшырып...

Йөрәкте тик һаман яндырып,

тик шул дөрләп торған ут ҡына

мираҫланған Урал халҡына...


Быуындарҙы был ут ҡыҫтаған

һаман, һаман изге көрәшкә!

Башҡорттарҙы бығау ҡыҫымын

өҙөп ташларға гел өндәшкән.


Ике башлы ҡоҙғон өҙлөкһөҙ

башҡорт эс-бауырын суҡыған...

.....................................................
Сәнкем-Биктимер, 1957.
(Билдәле сәбәптәр арҡаһында яҙылмай өҙөлөп ҡалған).
ТӘНӘЙҘӘРГӘ «МӘМӘЙ»ҘӘР

*****************

Ошо ерҙә йәшәгән
Ғүмер-баҡый башҡорттар

Ошо ерҙә йәшәгән.

Баҫҡын дошман өҫтөндә

Уҡ-ҡылысы йәшнәгән.


Алып барған уларҙы

(Шаһит быға тау-ҡырҙар)

Илдең ғәййәр улдары –

Салауаттай батырҙар.


Хатта татар-монголдар

Бөгә алмаған башҡортто.

Әммә бик күп дошмандар

Интектергән ил-йортто.


Башҡорт бабам шул заман

Урыҫ менән дуҫлашҡан.

Башҡортостан -- Әрәсәй

Мәңгелеккә тоташҡан.


Ватаныбыҙ ҡәҙерле,

Ныҡ тотабыҙ нәҙерҙе:

Әле лә беҙ ғәййәрле,

Аттарыбыҙ эйәрле!


Башҡортостан, гөлстан,

Айырылмаҫ сын дуҫтан.

Урал батыр бабабыҙ

Күкрәп йәшәргә ҡушҡан!


3.05.1969.

Балалар баҡсаһында
Башҡортостан тыуған көн --

Илемдең ҙур байрамы.

Март айында күңелдә

Һандуғастар һайраны!


Оҙон ҡышты үткәрҙек

Сөнки көтөп был көндө.

Букет тотоп сығырға

Йөрәгебеҙ елкенде.


Баҡсаға бит йөрөнөк,

Эштә саҡта әсәйҙәр.

Һөйөп-һыйпап үҫтерҙек

Матур-матур гөлкәйҙәр.


Сиратлашып ҡойҙоҡ һыу,

Тупраҡтарын йомшарттыҡ.

Бесәй гөлдө ауҙарғас,

Тағы беҙгә эш артты.


Ауған гөлдө күсерҙек

Ҡабат матур көршәккә.

Шелтәләнек Мыяуҙы,

Яратып бик йөрөһәк тә...


Тышта буран, — ә гөрләп

Үҫте беҙҙең гөлбаҡса.

Сөнки уны ҡәҙерләп

Ҡарай белдек һәр саҡта.


Иртә һайын, йыйылып,

Япраҡтарын һананыҡ.

Бүртек-бүртек йәш бөрө

Сығарғанын ҡараныҡ.


...Шулай эшләп, һиҙмәй ҙә

Ҡалғанбыҙ ҡыш үткәнен,

Көлөп торған Ҡояшлы

Март айының еткәнен...


Килһәк бер көн баҡсаға,

Ни күрәбеҙ, туғандар:

Гөлдәребеҙ байрамға

Күкрәп сәскә атҡандар!


Сағыу-сағыу гөлбаҡса:

Ҡыҙыл, һары, зәңгәр, күк...

Әйтерһегеҙ: бер төндә

Атҡан улар нисек күп?!


Белмәһәгеҙ, белегеҙ

Был ҙур мөғжизә серен:

Гөлдәр ҙә бит илемдең

Белгән ҡыуаныс көнөн!


Теҙелдек тә сафтарға,

Киттек, йырлап, майҙанға.

Бүләк иттек гөлдәрҙе

Һәр бер апай, ағайға.


Сәскә һымаҡ үҫербеҙ

Ошо изге ерҙә беҙ.

Яҡшы уҡып, эш эшләп,

Тыуған илде биҙәрбеҙ!


3.05.1969.

Башҡортостан -- илкәйем
Йөҙҙән ашыу милләт бар

Минең тыуған илемдә.

Һәр береһе һөйләшә

Туған әсә телендә.


Телдәр төрлө булһа ла,

Табабыҙ тел үҙ-ара:

“Башҡортостан” тигән һүҙ

Туғанлыҡҡа юл яра.


Төрлө милләт төрлөсә

Әйтә: “икмәк”, “тоҙ”, “көрлөк”.

“Башҡортостан” тигән һүҙ --

Бар телдә лә бер төрлө.


Төрлө милләт төрлөсә,

Һалып көйгә, йырлай йыр.

Ләкин бер үк яңғырай

“Башҡортостан -- тыуған ер!”


Төрлө милләт төрлөсә

Үҙ кейемен кейенә.

Төрлө кейем кейһә лә,

Ошо ерҙә һөйөнә.


...Беҙ, балалар, күмәкләп,

Тектек кейем байрамға.

Төрлө милләт кейемен

Кейеп сыҡтыҡ майҙанға.


Сәскә кеүек биҙәлде

Бөтә майҙан, “гөлт!” итеп.

Башҡортостан-илкәйем --

Гүзәл сәскә букеты!


3.05.1969.

Томдың ҡыҙыл флагы
Тыуып үҫтек, буйға еттек

Гүзәл илдә беҙ.

Флаг тотоп, Май байрамын

Байрам итәбеҙ.


Үтәбеҙ йырлап урамдан,

Киң майҙандарҙан.

Тайпылһаҡ, милиционер

Күрһәтә ярҙам.


Ҡуялар илтеп, аҙашһаҡ,

Һорашып, өйгә.

...Башҡаса үтте был байрам

Башҡа бер илдә.


Америка булалыр был

Илдең исеме.

Хөрмәт итәләр унда тик

Бик бай кешене.


Ҡара тәнлеләрҙе унда

Тотоп туҡмайҙар.

Негр балалары, ҡурҡып,

Өйҙән сыҡмайҙар.


Тик был көндө сыҡты тышҡа

Негр улы Том.

Булғанғамы әллә иртә —

Тыҡрыҡ ине тын.


Урамдан Том, ҡаса-боҫа,

Майҙанға үтте.

Халыҡ ташҡынына берҙәм

Ылығып китте.


Президенттың һарайына

Ҡарай атлайҙар.

“Икмәк! Эш!” — тип талап итә

Эшсе ағайҙар.


Кемдер: “Президент, сәнселеп

Кит!” — тип ҡысҡыра...

Ҙур урамға полисмендар

Арҡыры тора.


Үтә, ватып арҡылыны,

Халыҡ ташҡыны.

Йүгерә ҡуша һарайға

Том да, ашҡынып.


Бәрелеп мәрмәр баҫҡысҡа,

Ҡанай тубыҡтар.

Томдың да бит президентҡа

Әйтер һүҙе бар!


Бына алдағы ал байраҡ

Ауҙы, сайҡалып.

Тапай полисмен байраҡты,

Асфальткә һалып.


Быны күргәс, Том күҙенә

Йәштәр эркелә.

Полисмендар янына Том

Йүгереп килә.


Һурып алып ҡуйынынан,

Сөйә ал яулыҡ!

Президенттың тәҙрәһенә

Һөрәнләй халыҡ:


“Бөтһөн һуғыш! Илгә — ирек!

Ергә — тыныслыҡ!

Вьетнамдағы һалдаттар

Һалһын ҡылысын!”


Бара иң алдан ал яулыҡ —

Ал флаг булып.

Яуһа ла таш, Том флагы

Ҡалмаҫ йығылып!


Президенттың ҙур тәҙрәһе

Шартлап ябыла.

Тотоналар полисмендар

Наган һабына.


Яҫы маңлайына Томдың

Ут оса балҡып.

Йығыла Том, ал флагын

Юғары атып...


“Бөтһөн золом!” — тип эшселәр

Ҡыйыу юл яра.

Томдың флагы иң алда

Елберләп бара!


4.05.1969.

Ван Линь
1

Көньяҡ Вьетнамда

Йәшәне Ван Линь.

Был шат малайҙы

Күреп беләм мин.
Линдың атаһы —

Заводта эшсе.

Әсәһе — ябай

Трамвай йөрөтөүсе.


Яратты Ван Линь

Ап-аҡ сәскәләр.

Көн дә һипте һыу,

Һөйөп-хәстәрләп.


Тотоп аҡ сәскә,

Көттө, кис һайын,

Атай-әсәйҙең

Йылы ҡосағын...


Бына бер заман

Илдә яу ҡупты.

Сәскәләр шиңде,

Халыҡ ут йотто.


Дошман ғәскәре

Баҫты ҡаланы.

Халыҡ уларҙы

“Янки” атаны.


Американан

Килгәндәр улар.

“Вьетнам булһын ҡол!” —

Тигәндәр улар...


Йән ҡыя дошман

Ван Линь илендә.

Ләкин Ван Линдәр

Ҡурҡмай үлемдән!


2

...Бер көн ҡалала

Ҡупты ҙур һуғыш.

Янки-дошмандар

Булды аймылыш:
Халыҡ ғәскәре

Ҡалаға ингән,

Ҡаты алышып,

Кире сигенгән.


Ван Линь көтһә лә,

Ул кис ҡайтманы

Ғәзиз әсәһе,

Ғәзиз атаһы:


“Янки”ға ҡаршы

Ныҡ һуғышҡандар.

Азатлыҡ өсөн

Ҡорбан булғандар...


3

Тынмай, төн буйы

Гудок олоно.

Өҙгән сәскәләр

Ҡулда һулыны.
“Әсәй!” тип бушҡа

Саҡырҙы Ван Линь.

Таңды күҙ йоммай

Аттырҙы Ван Линь.


Талған күҙҙәрҙең

Нуры һүрелде...

Йортта полицай,

Янки күренде.


Ташланды улар

Малайға, шашып:

“Ҡыҙыл партизан!

Тубыҡлан, шаҡшы!


Әйт, ҡайҙа әсәң,

Ҡайҙа динамит?

Атаң йәшенгән

Ергә беҙҙе илт!”


Әйтмәне һүҙен

Ван Линь дошманға.

Тубыҡланманы

Улар ҡушҡанда.


Полицай менән

Янки ҡоторҙо.

Ергә Ван Линде

Һуғып осорҙо.


Ҡырылды өйҙә

Шкаф, кәштәләр...

Буялды ҡанға

Ап-аҡ сәскәләр...


4

...Дөрләп урамда

Трамвай яна,

Ван Линды янлап

Янкиҙар бара.
Әнә әсәһе

Яндырған трамвай —

Ерҙә янкиҙар

Ята, торалмай.


Әнә атаһы

Шартлатҡан завод —

Шул янкиҙарға

Булған ҙур табут.


Ван Линь дошмандар

Һағында бара —

Ғорур малайҙы

Сүктереп ҡара!


Япһындар, әйҙә,

Ҡара зинданға.

Яуға юл табыр

Ван Линь унан да!


Тайҙыртмаҫ һис ни

Уны хаҡ юлдан.

Вьетнам еңелмәҫ!

Ҡол булмаҫ Вьетнам!


3.05.1969.

Ил йоҙағы — үҙебеҙ!
Беләм, борон-борондан

Ил ситендә сик барын;

Дошманды ул тотҡарлай

Һәм үткәрә дуҫтарын.


Йөрөй дуҫтар ҡунаҡҡа,

Дуҫлыҡ асҡан сик аша.

Дуҫлыҡ теләп һуҙған ҡул —

Сик аша ла тоташа.


Килеп дошман сик боҙһа

Ил йөрәген һуйырға,

Беләм, дошман эсендә

Ҡара-мәкер ҡуйыра...


Беләм, борон-борондан

Ил сиктәре ныҡ булған.

Үтә алмай дошмандар,

Ил сигендә юҡ булған.


Йән аямай һаҡлаған

Сикте атай, ағайҙар.

Үҫеп беҙ ҙә етербеҙ,

Сик һаҡларбыҙ, малайҙар!


Шыуһа дошман — төндә лә

Күрер үткер күҙебеҙ.

Илгә яуыз уҙа алмаҫ —

Ил йоҙағы үҙебеҙ!


1960.

Ғәрәп туғандар
1

Африкала ҙур ҡом сүле,

Сүлдә — бархандар.

Ғүмер итә, дөйә көтөп,

Ғәрәп туғандар.
Ҡап-уртаға ярып илде,

Нил һыуы аға.

Нил буйында, дөгө игеп,

Күптәр көн баға.


Кистәрен ҡайта көтөүҙән,

Һыуһап, дөйәләр.

Малайҙар йәш буталарын

Тотоп һөйәләр.


Пальма башынан маймылдар

Сәтләүек ташлай.

Эсә какос һөтөн халыҡ,

Һәм бейей башлай...



2

Тыныс тора ине шулай

Сүлдә бархандар.

Ут эсендә ҡалды бер көн

Ғәрәп туғандар.
Бомба яуҙы күктән, жыйлап,

Улар өҫтөнә.

Пальма башынан маймылдар

Ҡолап төштөләр.


Туҙыраны ҡом сүленә

Дөйә көтөүе.

Сорнап алды шат өйҙәрҙе

Һуғыш төтөнө.


Ут-көл ҡылғас оазисты,

Ауыр туп атып,

Танкылары Израилдың

Үтте тапатып...


3

Тыныс түгел Ғәрәп иле,

Күсә бархандар.

Бархандарға ышыҡланып

Үтә каруандар.
Яуға сыҡҡан, мылтыҡ алып,

Ғәрәп улдары.

Ҡурсай уларҙы ят күҙҙән

Сүлдең ҡомдары.


Баҫҡынсылар таба әжәл

Көн дә ут-ҡомда.

Танкылары яна дөрләп

Нәфрәт-ялҡында.


Ултырһа һалдат ашарға,

Табыны шартлай.

Ятһа йоҡларға, ҡыл короҡ

Һулышын ҡаплай.


Һәр түң артынан юлында

Ҡалҡа партизан.

Миналанып, табанында

Шартлай саң-туҙан!


...Түгел тыныс Ғәрәп иле,

Күсә бархандар.

Яҡлап илен, сыҡҡан яуға

Ғәрәп туғандар.


Ғәҙелһеҙлекте барыбер

Ғәҙеллек еңер.

Баҫҡынсыларҙы баҫасаҡ

Әжәлле эңер!

3.05.1969.

Атагуальпа
Америка ҡитғаһында

Амазонка аръяғында —

Һаҙлыҡ яҡта

Йәшәй ҡамыштай төҙ һынлы,

Ҡыҙыл тәнле индей улы

Атагуальпа.


Ерҙә уның тиҫтерҙәре

Беренселә уҡый бары,

Ә ул — таңдан,

Һөңгө һаплап, ҡыйыу атлап,

Ауға китә — малай арттан,

Атай — алдан.


Был малайҙың күҙе үткер,

Ҡулы мәргән: ата тапҡыр —

Салт болан да

Күҙ асҡансы йәнен биреп,

Сал ҡаянан ҡубарылып,

Ята янда!


Сөйһә уҡ — ҡыр ҡаҙы юлын

Өҙә... Сумһа, сыҡмай һыуҙан

Аҡ балыҡһыҙ.

Биш туҡталмай, биш йоҡламай

Йөрөү, тиһәң, һис ашамай —

Ул талымһыҙ.


Ишеткән ул ата-баба

Йырҙарынан бер атама:

Улар элек

Йәшәгәндәр Ҙур Аҡланда —

Амазонка аръяғында —

Уйнап-көлөп.


Аҡ тәнлеләр, баҫып килеп,

Ябырылған бүре кеүек —

Океандан.

Бөтә индей ырыуҙарын

Атып-киҫеп һөргән барын

Ҙур Аҡландан.


Баш күтәргән халҡы һаман,

Ерен яулап, ирек даулап,

Һәр йыл-ара.

Һаман дүрт йөҙ йыл буйына

Алһыу ҡанға ил ҡойона —

Һуғыш бара...


Түҙемлеләр, йөрәклеләр

Генә еңеп сығыр, тиҙәр,

Был талашта.

Атагуальпа хәҙерҙән үк

Һөңгө башын, бик йөрәкһеп,

Ослай ташта.


Ата-баба ерҙәренән

Балҡый Ҡояш иртә менән,

Кис Ай ҡалҡа.

Амазонка аша илен

Күрә ғорур индей улы

Атагуальпа.


4.05.1969.

Бәхет ҡалай тыуа?
Күпте, күпте белһәм дә,

Бер нәмәне белмәйем.

“Бәхет ҡалай тыуа?” — тип

Һорайым да һорайым...


Әллә ниңә был серҙе

Береһе лә әйтмәйҙәр.

“Юҡты ныҡып, ҡолаҡты

Тондорма!” — тип әрләйҙәр...


...Олатайым килгәйне

Октябрҙә ҡунаҡҡа,

“Ҡалай тыуа бәхет?” — тип

Һораным мин унан да.


Мине ләкин олатам

Әрләмәне бер нисек.

Уйлаңҡырап ултырғас,

Һөйләп бирҙе, сер сисеп:


“Донъялағы серҙәрҙең

Бөтәһен тиң белмәйем.

Әммә бәхет тыуғанды

Күрҙем үҙем — һөйләйем!


Беҙ бәләкәс саҡтарҙа

Ауыр ине замандар.

Өс йәшемдән ҡаҙ көтөп

Көн күрҙем мин, уландар.


Ете йәштән, егелеп,

Һөрҙөм һабан байҙарға.

Мал-тыуарын ҡараным

Ҡышҡы һалҡын айҙарҙа.


Өҫ яланғас, тамаҡ ас,

Мин бәләкәс, донъя ҙур —

Ун биш йәштән шахтала

Булып киттем “зимагур”.


Егермегә еткәндә,

Алды батша һалдатҡа.

“Эт” тип кенә этләне

Әфисәрҙәр фронтта.


Себен кеүек ҡырылдыҡ —

Ҡырҙы пүлә, миналар.

“Батша өсөн ҡан ҡойоп

Үлеү — бәхет!” — тинеләр...


Билдән батып, окопта

Көнө-төнө күшектек.

Ысын ирек һүҙҙәрен

Шул ваҡыт беҙ ишеттек:


“Эшсе, һалдат, ерекмән —

Улар хеҙмәт кешеһе.

Бөтһөн һуғыш! — Хаҡ оран

Берләштерһен өсөһөн!”


Килде хәбәр бер заман:

“Күтәргән баш эшселәр”.

Шаңҡытырға баштарын,

Беҙҙе алып киттеләр.


Ун етенсе йыл ине,

Нәҡ үктәбер — көҙ айы.

Килеп индек ҡалаға...

Эшсән халыҡ, төҙәйеп,


Ҡыҙыл байраҡ дөрләтеп

Даулай бәхет, азатлыҡ:

“Түңкәрелһен батшалыҡ!

Бөтһөн аслыҡ, ғазаплыҡ!”


“Баҫығыҙ, — тип, — баштарын!”,

Патрон беҙгә бирҙеләр.

“Ҡыҙғанмағыҙ, атығыҙ —

Дошман улар!” — тинеләр.


Аттым... ләкин пүләмде

Жандармға тоҫҡаным.

Оранланым: “Аҡ батша —

Илдең ҡара дошманы!”


Штык ергә ҡаҙағас,

Башҡалар ҙа ҡаҙаны.

Эшселәр һәм һалдаттар

Ҡосаҡлаша башланы!


Еңде ялпы! Эшселәр

Ҡосоп мине үптеләр:

“Тыуҙы һинең бәхетең,

Йәшә, һалдат!” — тинеләр.


Ауҙы батша тәхете,

Тигеҙләнде донъялар.

Бына нисек тыуҙырҙым

Бәхетемде, балалар!


Донъялағы серҙәрҙең

Бөтәһен тиң белмәйем.

Әммә бәхет көрәштә

Тыуалыр, тип шәйләйем”.


4.05.1969.

Пионер маршы
Дөмбөрҙә, барабан! Беҙ әҙер

Сафтарҙа ныҡ баҫып барырға.

Кәрәкһә, беләбеҙ атырға —

Уйынсыҡ мылтыҡтар яурында!


Дөмбөрҙә, барабан! Беҙ — илдең

Еңелмәҫ ҡыҙҙары, улдары.

Тимерҙәй теҙемгә теҙелдек —

Барырбыҙ гел алға, юл ярып!


Дөмбөрҙә, барабан! Хәбәр бир —

Ҙурҙарға киләбеҙ алмашҡа.

Булырбыҙ көрәштә баһадир,

Беҙ сөйгән байраҡтар аумаҫтар!


Был ҡулдар ярырҙар бураҙна

Ғаләмдең йондоҙло ҡырына.

Алҡынып, Ер шары ҡушылыр

Беҙ һуҙған мәңгелек йырына!


1960.
Аҡ елкән
Әсәй беҙҙең кер йыуған,

Киптерергә кер элгән.

Ептәге аҡ йәймәләр

Тығыҙ елгә кирелгән.


Әнә ҡыҙыл күлдәгем —

Флаг кеүек елберҙәй,

Косынкаһы һеңлемдең —

Ел күрһәткес флюгерҙай.


Епле ике бағана —

Улар карап мачтаһы.

Диңгеҙҙәге тулҡындар —

Күршебеҙҙең баҡсаһы.


Өйҙәр артта ҡалалар —

Булмай артҡа ҡарап та.

Һеңлем менән барабыҙ

Елкәнле аҡ карапта!


Икебеҙ ҙә шәп моряк:

Таҙалыҡты һаҡлайбыҙ.

Аҡ елкәндәр йөҙөнә

Саң борҡотоп сапмайбыҙ.


Эй ел өрә, ел өрә,

Елкәндәрҙе ел кирә.

Карап беҙҙең, туҡтамай,

Юл ярып бара бирә!


Кипкәс керҙәр, күрербеҙ,

Әсәйемә әйтербеҙ.

“Елкән”дәрҙе йыйнаулап,

Өйгә инеп китербеҙ.


1960.

Көсөк
1

Оя итеп үҙенә

Таҡта солан аҫтарын,

Тере бүләк килтергән

Минең матур Ҡашҡарым.
Көсөктәре шундай күп,

Бере сыбар, бере күк.

Минең менән ҡыуанып,

Әтәс әйтә: “Кикрикүк!”


Оянан тик сыҡмайҙар,

Көнө-төнө йоҡлайҙар.

Йомоҡ булғас күҙҙәре,

Ҡараңғынан ҡурҡмайҙар.


Бына бер көн Ҡашҡарым

Сыҡты ишек алдына.

Көсөктәре йүгереп

Килде уның янына.


Асҡандар ҙа күҙҙәрен,

Әллә нимә эҙләйҙәр,

Табаға тик ҡойолған

Һөттө генә күрмәйҙәр.


Баҫҡан инем баштарын,

Эсте улар сөскөрөп.

Ҡойроҡтары тырпайҙы,

Кейем элгес сөй кеүек.


2

Сыҡты тышҡа ағайым,

Сыҡты тышҡа атайым.

Шулар менән бергәләп,

Көсөктәрҙе байҡайым.
Улар инде ҙурайған —

Белә нисек йөрөргә.

Һәр береһе, алмашлап,

Өйрәнәләр өрөргә.


Ҡашҡар әйтә: “Һау-һау-һау!”

Көсөктәре: “Вау-вау-вау!”

Тик бер генә Аҡтүшем

Тауыш бирә: “Бау-бау-бау!”


Берәмләп тә өрҙөләр,

Күмәкләп тә өрҙөләр.

Аҡтүш һаман: “Бау-бау-бау!” —

Бына шуны күрҙеләр...


Аптыраны, алйыны

Өйрәтә алмай Ҡашҡарым.

Атай менән ағай ҙа

Сайҡап ҡуйҙы баштарын.


Елкә тырнап күп торғас,

Килеп керҙе бер малай:

“Миңә “Бау-бау!” тигәнен

Баулап бирегеҙ, ағай!”


Китте һалып Аҡтүштең

Муйынына бау-тамға.

Күҙ алдында ҙурайып,

Әйләнде ул Полканға!


Көсөктәрҙең ҡалғаны

Ҡасан “Бау-бау!” тир икән?

Үҙем баулап алырға

Бер ебәк бау йөрөтәм.


1960.

Бәрәңге
Ҡуңғыҙ, Ҡуңғыҙ-ҡуңғалаҡ,

Һыңар мөгөҙлө ҡалаҡ!

Сыҡҡан һабан һөрөргә,

Бәрәңге үҫтерергә.


Бураҙнаға егелгән,

Башы түбән эйелгән, —

Вәт, ниндәй ул эшлекле,

Вәт, ниндәй ул белдекле!


Тарта, тарта — ныҡ тарта,

Табандан кәҫ аҡтарта.

Һабан әммә кәҫ ярмай,

Һабан әммә шәп бармай —

Шыбыр-тиргә ныҡ бата,

Бураҙнаға “лып” ята

Ҡуңғыҙ, Ҡуңғыҙ-ҡуңғалаҡ,

Һыңар мөгөҙлө ҡалаҡ!


Ята торғас көнәүшән,

Етә килеп Селәүсән:

“Сел-сел, был сүл минеке,

Һабан ғына һинеке.

Көрәк менән ер һөрәм,

Бүлбе үҙем үҫтерәм!”


Торҙо Ҡуңғыҙ-ҡуңғалаҡ,

Һыңар мөгөҙлө ҡалаҡ:

“Ҡыҙма, ҡустым, Селәүсән,

Ер ул күп көс теләүсән.

Бергә икәү һөрәйек —

Һабанды көр һөйрәйек.

Тирҙе бергә түгәйек,

Үҫер бүлбе күбәйеп!” —

Булды риза Селәүсән,

Сөнки ул эш теләүсән.


Эй, тарталар, тарталар,

Лыс-һыу булды арҡалар.

— Һабан ниңә шәп бармай?

— Һабан ниңә кәҫ ярмай? —

Бөттө ҡеүәт, тигәндә,

Етте килеп бер бәндә —

Ҡушҡар, Ҡушҡар -- ҡуш мөгөҙ,

Донъяла көслө үгеҙ! –

Мөслө үгеҙ икән дә!
Егелгәс ул һабанға,

Артты көс өс тағанға.

Бураҙналар һуҙылды,

Тиҙҙән тик эш боҙолдо:

Ҡайҙа һабан тотоусы,

“Үгеҙ”ҙәрҙе ҡыуыусы? —

Шып-туҡтаны өс “үгеҙ”:

“Әрәм китә көсөбөҙ!”


Төштө осоп шул заман

Мыйыҡлы бер уҙаман.

Сиң-сиң итеп йырланы,

Төрәндәрҙе сарланы.

Сыбыртҡыһын шартлатты,

“Үгеҙ”ҙәрҙе атлатты, —

Вәт, ниндәй шәп Сиңерткә,

Вәт, ниндәй шәп Сиңерткә!


Кискә тиклем һөрҙөләр

Һәм бына ни күрҙеләр:

Баш осонда баҙлай ут —

Был бит ҡуңғыҙ Баҙлауыҡ,

Яҡын күреп дуҫтарын,

Яҡҡан фонарь уттарын! —

Вәт, ниндәй дуҫ — Баҙлауыҡ,

Вәт, ниндәй дуҫ — Баҙлауыҡ!


Төнө буйы йоҡламай,

Эшләнеләр туҡтамай.

Бәрәңгене, күнәкләп,

Ултырттылар күмәкләп.

Иртән Ҡуңғыҙ-ҡуңғалаҡ

Әйтте дуҫтарға ҡарап:

— Вәт, үҫәсәк бәрәңге!

— Бергә булайыҡ мәңге!


1961.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет