Сәлби — кире, насар.
2 Ихтирағсы — уйлап табыусы, асыш яһаусы.
77
окопҡа аш килһә, шул ҡашыҡ менән аш ашай ҙа, тағы ла шунда ҡыҫтырып ҡуя. Күп кешеләр тәмәке төргән саҡта, тәмәке янсыҡтарын шунда ҡуйып торалар. Ашаған ваҡытта икмәктәрен шунда ҡуйып торған кешеләр ҙә бар. Үлек башына баш ҡуйып йоҡлау бик ябай күренеш. Сөнки, ҡыш көнө атака һуғыштары булмаһа ла, немец пуляһы, немец бомбаһы, немец снаряды менән һәр көн һалдаттар үлеп торалар. Уларҙы күмеүсе лә, ташыусы ла юҡ. Кәрәкмәгән тиреҫ кеүек, улар һәр кис окоп өҫтөнә ташланалар. Алғы окоп тирәһендә иң күп нәмә: патрон гильзалары, обоймалар, ташланған мылтыҡтар һәм үлгән һалдаттар. Улар йәйге үлән, ҡышҡы ҡар кеүек ябай, иң ябай күренештәр. Һуғышта һалдат үлеме туғайҙа сабылған бесән бөртөктәре тиклем дә тәьҫир бирмәй. Ләкин үҙең менән бергә йөрөгән, бергә ашаған, фронт ауырлығын бергә кисергән иптәштәрең үлһә, ул онотолмай, уға ҡалай ҙа булһа хөрмәт итке килә. Больница алдында дозор булып торғанда беҙҙең иң яҡын иптәшебеҙ Тимеров башы яраланып үлде. Беҙ уны окоп өҫтөнә ташлап ҡуйҙыҡ. Ул шунда ун көн ятты. Бер ты- нысыраҡ саҡта, командирҙан рөхсәт алып, төндә беҙ уны күтәреп алып киттек. Окоптан өс саҡрым артҡа алып барып, ҡәбер ҡаҙып, шунда күмдек. Арабыҙҙа шағирҙар ҙа табылды. Бер таҡтаға химик ҡәләм менән шундай шиғыр яҙып ҡуйҙыҡ:
Һин ҡотолдоң ҡанлы, һалҡын Һәм әшәке донъянан;
Ал мине лә үҙ яныңа,
Бында юҡ шатлыҡ вә йәм...
Был шиғыр барыбыҙға ла оҡшаны. Ләкин тәрән тәьҫир ҡалдырманы. Таҡта янынан киткәс, ул юлдарҙың бөтәһе лә оно- толдолар.
Беҙҙең арала үҙ иптәштәребеҙҙе былай күмеү беренсе һәм аҙаҡҡы тапҡыр булды. Был — окопта беренсе көндәр ине, һөжүмһеҙ, атакаһыҙ көндәр ине.
Был дәүер — атака һуғышынан окоп һуғышына киткән беренсе дәүер ине. Шуға күрә лә һәр яҡ һәр хәрәкәт өсөн күҙ асҡыһыҙ ут аса ине. Төн булһа, мылтыҡтан һәм пулеметтан өҙлөкһөҙ атыш дауам итә. Дежур сағында һәр һалдат төндә өс йөҙ, дүрт йөҙ патрон атырға мәжбүр була ине. Рус винтовкаһы — Польшалағы ҡомло окоп өсөн иң уңайһыҙ винтовка. Уның затворы асыҡ; һәр ваҡыт уға ҡом тула. Ҡом тулһа, уның затворын асыу, ябыу әше атҡан һайын ауырая. Бара-тора ул эшләмәй башлай. Мылтыҡтарҙы таҙартырға шомпол юҡ, май юҡ. Шул арҡала күп мылтыҡтар окоп башына ташланалар йәки блиндаж түбәһенә арҡыры-торҡоро һалынып, өрлөк ролен уйнайҙар. Йыйнап әйткәндә: окоп тулы мылтыҡ, атырға мылтыҡ юҡ.
78
Ләкин үлек күп. Немецтың һуғыш техникаһы беҙҙең һанһыҙ һалдатты молотилка барабаны кеүек ашай, йота. Килгән бер өҫтәмә ғәскәрҙе окоп шартында тәртипле рәүештә ҡырып, һепереп тора...
Беҙ хәҙер инде алғы позицияла, ике ай шул шарт эсендә йәшәйбеҙ: окоп эсе тубыҡтан һыу, көн-төн атыш, йылы аш юҡ, күберәк ваҡыт ас.
Ләкин беҙҙең блиндаж халҡы күберәк ваҡыт бәхетле саҡтар үткәрә: Байғужа менән Новиков артҡа китәләр. Төндә позицияға килгән кухняны беренсе улар осраталар. Шуның өҫтәүенә улар, ҡайҙалыр ауылдарға барып, һуғыш арҡаһында крәҫ- тиәндәрҙең көҙ йыйылмай ҡалған картуфтарын табып, ҡаҙып күтәреп ҡайталар, бер ваҡыт улар икеһе ҡайҙандыр ҙур-ҙур түшәктәр күтәреп килгәндәр. Беҙ уларҙы блиндаждың еүеш иҙәненә матрац итеп түшәнек. Ул төн беҙҙең йоҡо айырыуса тәмле булды:
-
Офицерҙарга бындай йомшаҡта ятыу ҡайҙа ул! — тип, маҡтанып ҡуйҙы иртәгеһенә Новиков.
Беҙҙә обед һәр ваҡыт мул була. Уның өҫтәүенә картуф бешкән саҡ булһа, беҙҙең рота командиры подпоручик Васильев килә. Ул килһә, беҙҙең Новиков картуфтың ҡабығын тантаналы рәүештә әрсеп, тоҙға манып, ҙур итеп ҡаба ла уны айырым бер ләззәт менән сәйнәй башлай. Картуф ҡабығын Ва- сильевҡа табан ырғыта.
Васильев күберәк ваҡыт ас. Уның ике денщигы аҙыҡ килтергәндә юлда яраланғандар. Өсөнсө денщигы, ҡарт запас һалдат, төрлө һылтау табып, окопҡа, үҙенең барины эргәһенә, һирәк килә. Һалдаттар үҙҙәренең пулялар аҫтынан алып килгән ашын бер ваҡытта ла командирға бирәсәк түгелдәр. Шуға күрә ул ас. Һәр бер һалдаттың ашағанын ул йотоп ултыра. Үҙе ашамаһа ла, ит консерваһынан бешергән ашты маҡтай:
-
Консерванан бешергән аштың һурпаһы тәмле була ул, — тип һөйләнеп ултыра. Новиков подпоручик Васильевтың шул моментынан файҙаланып, унан көлә, уны мыҫҡыл итә. Әгәр ҙә беҙҙең эргәнән китһә:
-
Ана, маъмай китте! — тип, башҡаларҙы көлдөрөп ала. Бик асыуы килгән ваҡытта ярым көлкө менән:
-
Ваше благородие, һеҙгә асҡа үлеүе ҡыйын булыр, бик оҙаҡ аҙап күреп үлерһең, әллә окоптан сығып маңлайыңды тотоп тораһыңмы? Әллә үҙем генә бер пуля ебәрәйемме? — тип уға бәйләнә башлай. Подпоручик Васильев уға асыуланмай, нисек тә булһа Новиковтың һүҙен уйынға борорға тырыша.
Ә подпоручик Васильевтың сәстәрен ҡараһаң, һарғылтланып ағарып тора. Яҡыныраҡ барып ҡараһаң, һәр бер сәс бөртөгөндә ваҡ ҡына төймәләр кеүек теҙелгән бет, һеркәләр йәбешкән булалар. Башта уның сәстәре ҡуңыр булған, хәҙер теге иҫәпһеҙ һеркәләр арҡаһында һарғылт аҡ төҫкә әйләнгән. Йәшкелт төҫ-
79
тэге офицер погоны ғәскәри докторҙар таға торған аҡ уҡа погон төҫөнә ингәндәр. Һыуығыраҡ көндә уның елкәһенә ҡараһаң, унда теге мәхлүктәрҙең мыжғырлап торған донъяһын күрәһең. Һалдаттар, теге мәхлүктәр бик тынысһыҙлай башлаһалар, күлдәк-ыштандарын утҡа тоталар. Ә ул был турала сара ла күрмәй. Окопҡа ингәндән бирле күлдәк, ыштандар иңдән һалынғандары юҡ. Шуға күрә лә теге мәхлүктәр подпоручик Васильев кейемдәрендә ҡурҡынысһыҙ, көрәшһеҙ, тыныс, рәхәт йәшәйҙәр. Тоҡомдарын үрсетәләр.
Беҙҙең отделениеға бер көн ун йәшлек бер доброволец малай килде. Уның артынса подпоручик Васильев бик асыҡ йөҙ менән генә килеп:
-
һеҙ инде доброволец Тимашевты үҙ звеноғыҙға алығыҙ. Ул бик йәш, һеҙ боевой һалдаттар. Һеҙҙең арала уға күңелле лә булыр, — тип беҙҙең блиндаж алдына ултырҙы. Тимашев бик йәш, ҡыҙҙар төҫлө бер малай. Тауышы нәҙек, биттәре саф, күҙҙәре сабыйлыҡтан да сығып бөтмәгән. Хәйләһеҙ ҡарайҙар. Э бармаҡтары, ҡыҙҙар бармағы кеүек, нәҙек һәм нәфистәр. Уның төҫөнә һәм ҡулдарына ҡарағанда, үҙ ғүмерендә ул ауыр эш тотмаған. Ләкин ул бармаҡтар менән мылтыҡ тоторға, уның менән атырға ҡалай өйрәнгәндер, беҙ уға барыбыҙ ҙа ғәжәпләндек. Ул, беҙҙең блиндажға ингәс тә, бөтә нәмәләргә ҡарап сыҡты. Һәр береһе тураһында һорау бирҙе. Бирелгән яуаптарҙы артыҡ бер ғәжәпләнеү менән тыңланы. Шунан һуң ул сумкаһынан бик күп ашамлыҡтар сығарҙы: колбаса, сусҡа майы, ветчина, аҡ май, печенье, кәнфит һәм башҡалар. Берәр киҫәк май, колбасалар менән барыбыҙҙы ла һыйланы. Подпоручик Васильевҡа бик күп кенә итеп ҡырҡып сусҡа майы һәм колбаса бирҙе.
Ул кис Тимашев беҙгә бик күп әңгәмәләр һөйләне. Үҙенең бер сауҙагәр балаһы булыуын, гимназияла уҡыуын, атаһы яратһа ла, үгәй әсәһе менән тыныша алмауын, шул арҡала доброволец булып һуғышҡа килеүен оҙон һәм күңелле итеп хикәйә итте. Ул беренсе тапҡыр окопҡа килеүгә ҡарамаҫтан, яҡын ярылған снарядтарға, выжлап осҡан пуляларға, йөрәк ярғыс итеп окоп алдында ярыла торған бомбаларға бик артыҡ иҫе китмәне. Тормош ауырлығы күрмәй үҫкән бер сауҙагәр малайының ҡапыл шундай ауыр окоп тормошон һалҡын ҡан менән ҡаршы алыуына, уға бик тиҙ арала үҙләшеүенә иҫебеҙ китте. Уға һорауҙар биргеләнек:
-
Нисек йәш башың менән бында ҡурҡмай килдең? Үлемдән ҡурҡмайһыңмы?
-
Юҡ, ҡурҡмайым, миңә барыбер, — ти. Ул турала башҡаны һөйләмәй. Новиков күп ваҡыт уны мәрәкәләй:
-
һин бит яҡшы бүлмәлә, йомшаҡ карауатта йоҡлай торған, шоколадлап, вареньелап сәй эсә торған, кеҫәңә һәр ваҡыт кәнфиттәр тығып йөрөй торған малай бит! — ти. Ул Новиков
80
тың мәрәкәләүенә бер ваҡытта ла яуап ҡайтармай, һүҙгә лә килмәй, көлә лә ҡуя. Новиков артығын ебәрә башлаһа:
-
Ҡуй инде, Новиков! — ти. Уға дүрт-биш көндә бер посылка килә. һәр посылкала сусҡа майы, колбаса, кәнфит һәм башҡалар булалар. Подпоручик Васильевҡа дүрт-биш көндә бер йүнле обед алып килмәйҙәр. Ә Тимашевҡа посылканы килтереп тапшыралар. Беҙ уға:
-
Атайың риза булмағас, ул нисек итеп һиңә посылка ебәрә? — тибеҙ. Ул йөҙҙәрен көлдөрөп:
-
Минең бер апайым бар. Ул бик бай кейәүҙә тора. Ул мине ярата, ҡыҙғана. Посылкаларҙы ла шул ебәреп тора, — ти.
Ләкин килгән посылкаларҙы бер ваҡытта ла үҙе генә ашамай, барыбыҙга ла өләшә. Алмаһаҡ, көсләп, үпкәләп алдыра. Беҙҙең бәхеттән бөтә батальон һалдаттары көнләшәләр:
-
Бәхет, малай, һеҙҙең... Ҡайҙан һеҙгә уңай килеп тора. Һеҙҙең кеүек, окопта офицерҙар ҙа тора алмайҙар бит.
Былай ҙа беҙҙең звенола күңелле халыҡтар. Тимашевтың күстәнәстәре беҙгә тағы ла көрлөк бирә. Күп ваҡыт яҡшы папиростар тарта башланыҡ. Башҡалар махоркаға аптырайҙар. Беҙ яҡшы папиростан таныш һалдаттарға «ҡырҡты» ҡалдырабыҙ. Аҙ таныштарға «егермене» ҡалдырабыҙ.
Тимашев килгәндән һуң беҙҙең йәшәү шулай китте. Ләкин беҙҙең Байғужа уны баштан уҡ яратманы. Тимашев кешегә артыҡ бәйләнә: артыҡ күп һорауҙар бирә. Байғужа уға бер ваҡытта ла яуап бирмәй: «Выж үҙ юлыңа!» — ти ҙә ҡулын ғына һелтәй. Бер көндө Байғужа минән хат яҙҙыра. Ул һөйләй, мин яҙам. Беҙ уның менән хат яҙғанда бөтә ағай-энеләргә хат яҙабыҙ, бөтә ағай-энеләрҙең хәлдәрен һорашабыҙ, һуғышта йөрөгәндәрҙе, һалдатҡа алынғандарҙы ҡабат-ҡабат хатҡа яҙырға һорайбыҙ. Бөтә баштан кискәндәрҙе, окоп тормоштарын яҙабыҙ. Беҙҙең хат һөр ваҡыт биш-алты бит була. Беҙҙең полкта Минзәлә, Бөгөлмә, Боғорослан, Бәләбәй яғынан килгән һалдаттар байтаҡ ҡына. Позицияла тынысыраҡ ваҡыт булһа, һауа матур булһа, улар ҙа беҙгә киләләр, хат, адрес яҙҙыралар. Ул ваҡытта беҙҙең арала һүҙ күп була. Тимашев башҡортса белмәһә лә, һәр ваҡыт беҙҙең яҙғандарҙы ҡарап, һөйләшкәндәрҙе тыңлап ултыра. Күп ваҡыт һүҙгә ҡыҫыла:
-
Ни турала яҙаһығыҙ, ни турала һөйләйһегеҙ. Мосолман телен миңә лә өйрәтегеҙ әле? — тип теңкәгә тейә башланы. Уның һүҙенә аҙ ҡолаҡ һалалар. Ҡайһы ваҡытта Байғужа уға башҡортсалап:
-
Һин ҡойошҡанға ҡыҫылған ат тиҙәге! Мишайтлама әле! — тип уның күкрәгенән этеп урынына ултырта. Тимашев уның һайын Байғужаға бәйләнә:
-
Ни әйттең? Ни һөйләйһең, руссаға тәржемә ит әле? — ти. Унан һуң башҡаларҙан Байғужа һүҙҙәренең тәржемә ителеүен һорай. Уға бер кем дә яуап бирмәй. Байгужа ауыҙ эсенән генә мығырлана:
81
-
Һугыш булһа, был малайҙы бер пуля менән генә сәңгелдәтәм инде, — тип ҡуя, асыуланып ҡырға ҡарап ултыра башлай.
Бер ваҡыт шулай марттың йылы ҡояшында Байғужа менән икәү генә ултырабыҙ. Австрия фронтындағы бер ауылдашҡа хат яҙабыҙ. Хатта фронт хәлдәрен хикәйә итәбеҙ. Күрәһең, боҙ окоп, снаряд, мир тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлағанбыҙ. Беҙҙән алыҫ ҡояшҡа ҡыҙынып ултырған Тимашев беҙҙең эргәгә килде:
-
Ьеҙ һуғыш, окоп, мир тураһында һөйләйһегеҙме әллә?.. — тип, нимәлер һорашырға уйланы. Тын ғына ултырған Байғужа ҡапыл күтәрелде. Бер секунд үтмәне, Тимашев, осоп барып, окоп эргәһенә тәгәрәп ятты. Ул арала нескә, балалар тауышы менән Тимашев шыңшый башланы:
-
Йыртҡыс! Варвар!.. Вәхши!..
Мин Тимашевты күтәреп алдым. Уның ауыҙынан ҡан килә ине. Байғужа бүре кеүек әкрен генә блиндажға инде. Новиков йүгереп Тимашев эргәһенә килде:
-
Тимашев? Ни булды һиңә?
-
Тоҡтомалға Байғужа һуҡты.
-
Бына нәмә, моғайын, телеңдән тапҡанһыңдыр. Ярар, былай булғас, һиңә Георгий тәреһе яҙырбыҙ, — тип көлдө. Тимашев ауыҙындағы ҡандарын, күҙендәге йәштәрен һөртөп, блиндаж эргәһенә килеп ултырҙы. Байғужа блиндаж эсендә һаман мығырланып һүгенә ине.
Кискә табан немецтар әллә нисә батареянан беҙҙең артҡы линияға ҡарай ут астылар. Беҙҙең полк штабы тирәһенә еңел снарядтар төшәләр, ауыр снарядтар алыҫ-алыҫҡа барып ярылалар. Бер аҙҙан һуң беҙҙең алғы линияны ла еңел снарядтар иләп алдылар. Байтаҡ һалдат ранен булды. Үлгәндәре лә бар ине. Ләкин алғы окопҡа атыу тиҙ туҡталды. Артҡа атылған артиллерия командаһы өҙлөкһөҙ дауам итте. Кискә табан ул тагы көсәйҙе. Ьалдаттар немецтарҙың кискә һөжүм башлауҙары ихтималын һөйләй башланылар. Бөгөн Байғужаның уйламағандан теле асылды. Ғүмерендә һүҙ башлап һөйләмәгән кеше бөгөн һүҙ башланы:
-
Март айында мир була тип һөйләйҙәр ине. Былай булғас, булмаҫ инде, — тине. Байғужаның был һүҙе Новиковҡа тәьҫир итте буғай, ул ҡапыл тоҡанды. Иң башта ун ҡатлы итеп һүгенеп алды. Уның күптән бирле улай һүгенгәне юҡ ине. Шунан һуң һүҙгә башланы. Өҙлөкһөҙ баш осонан үткән ауыр снарядтар тауышына күрһәтеп:
-
Ана мирҙар осалар. Беҙгә тигән мирҙар шулар ул. Ьин мир тигән булаһың, Байғужа! Беҙгә мирынан да, һуғышынан да файҙа юҡ. Беҙгә мир, ана күргәнең бар бит, туғандар ҡәберен — шунда. Унда күмелһәк ярай әле. Беҙ бына ошонда окоптар аҫтында хәбәрһеҙ-ниһеҙ күмелеп ҡалырбыҙ әле. Эҙме ни беҙҙең браттар күмеләләр? Хәйер, барыбер инде. Шулай ул,
82
һуғыш та, мир ҙа беҙҙең өсөн түгел. Уларҙың барыһы ла генералдар, байҙар өсөн... Беҙгә ни. Беҙҙең бер табан еребеҙ юҡ. Бөгөн бында, иртәгә унда... Беҙ бит ябай үлем кешеләре, пушка ҡорбандары!..
Тимашев айырым бер иғтибар менән Новиковтың ауыҙының аҫтына барып, уның һүҙен тыңланы. Байғужа бик ауыр һулап:
-
Дөрөҫө шулай инде уның... — тип ҡуйҙы. Новиков тағы нимәлер һөйләмәксе ине. Беҙҙең окоп алдына бер снаряд төштө. Беҙҙең окопты тупраҡтар менән тултырҙы. Юғарыға саң бурандары күтәрелде. Блиндаж һелкенде. Ьауала выжлап осҡан снаряд ватыҡтары гөпөлдәп ергә төшә башланылар. Беҙ йәшен тиҙлеге менән блиндаждарға йәшерендек.
Ҡараңғы төшөр алда подпоручик Васильев килде, Тима- шевҡа өсмөйөшлө пакет бирҙе:
-
Ошоно бик ашығыс рәүештә полк командирына илт! — тине. Шатлығынан Тимашевтың күҙҙәре уйнаны. Беҙгә аҙыҡтарын өләшә башланы.
-
Килгәс, үҙеңә кәрәк булыр бит, — тибеҙ. Ул:
-
Мин тағы ла алып киләм. Посылка килгән булырға тейеш, — тип нәмәләрен йыя. Новиков көлә:
-
Күрәһең, тағы ла килмәҫкә уйлай. Ьуғыш елкәгә тейә ул, — ти. Ул китте.
Ҡараңғы төшөр-төшмәҫ немец окоптарынан бер-бер артлы ракеталар күтәрелә башланы. Бер нисә урында пулеметтан биш ут асылды. Беҙҙән уҙып төшә торған еңел снарядтар беҙҙең окоптарҙа ярыла башланылар. Уларға ауыр бомбалар өҫтәлде. Ер сайҡала, окоптар ишеләләр. Ьис түҙер әмәл юҡ. Арттан беҙгә ярҙам килде. Беҙҙең пулеметтар эшкә башланылар. Туптар немец окобына ут астылар. Үҙебеҙҙең бер нисә снаряд беҙҙең уң яҡта торған икенсе батальон окобына төшөп ярылды. Беҙҙең һалдаттар:
-
Бына мәргәндәр! Үҙ кешеләрен ҡыралар!.. — тип һүгенәләр. Бомбаларҙы әҙерләнек. Кис өҙлөкһөҙ бойницаларҙан немец окоптарына ҡарата ата башланыҡ. Ут тағы ла көсәйҙе. Окоп өҫтәре төтөн, саң менән тулды. Атырға мөмкинлек ҡалмай башланы. Үлгәндәр, яраланғандар менән окоп буйы тулды. Яраланғандар ыңғырашалар. Уларға бер кем дә ярҙам бирмәй һәм бирерлек тә түгел. Сөнки өҙлөкһөҙ яуған снаряд, пулялар баш ҡалҡытырға мөмкинлек бирмәйҙәр. Ьәр кемдә үҙ ҡайғыһы. Беҙгә алғы окопты ташлап, икенсе окопҡа күсергә приказ булды. Ход сообщения буйлап, йөҙ сажиндар булыр, икенсе окопҡа күсә башланыҡ. Канау буйы тулы үлек һәм ра- нендар... Беҙ уларға эләгеп йығылабыҙ, ҡайһы ваҡыт бер урында өймәкләшеп китәбеҙ. Бер урынға тығылғас, канауҙан сығып асыҡ ерҙән артҡа йүгерәбеҙ. Пулялар ямғыр кеүек яуалар. Теймәгәс теймәйҙәр. Снаряд ярылғанда барыбыҙ ҙа ергә йығылабыҙ. Уның ярсыҡтары, тупраҡтары ергә ятҡас, тағы тороп йүгерәбеҙ.
83
Ниңәлер, немецтар атакаға килмәнеләр. Төн урталары уҙғас, атыш туҡталды. Тик өҙлөкһөҙ ракеталар, прожекторҙар яҡтырталар ине. Шул ваҡыт арттан Төркөстан дивизияһының бер полкы беҙҙе алыштырырға килде. Беҙ өс ай һуңында артҡа ял итергә сығабыҙ. Ләкин беҙҙең полк тамам буталған. Ҡайһы рота, ҡайһы батальон икәнен аңлар хәл юҡ. Иптәштәрҙе табыр хәл юҡ. Пошехонский полк исеме менән артҡа ҡайтабыҙ. Окоптан бер километр самаһы киткәс, беҙгә бер емерек заводтың стеналары буйында тупланырға ҡуштылар. Беҙ унда тупланып өлгөрмәнек, немец прожекторҙары беҙҙе күрҙе. Завод ҡоймаларына ауыр снарядтар ебәрә башланы. Беҙ стена буйына һырылдыҡ. Немецтарҙың уңышлы төшкән бер снаряды беҙҙең алға сығып барған йөҙләп һалдатты ер менән тигеҙләне. Беҙ ятҡан стенаның бер яғы емерелеп төштө. Шул ваҡыт бер нисә снаряд валсығы минең яндағы һалдаттың аяҡ йөҙөнә тейҙе, ул ыуаланып, аяғын тотоп стена буйында тәгәрәп йөрөй башланы. Мин уның итеген һалдырып өлгөрмәнем, беҙҙән шаҡтай уҡ алыҫта шартлаған снарядтың киҫәге минең һул беләккә килеп ултырҙы. Ул ҡуңыҙ кеүек ыулап килгән киҫәк ҡулға тейеү менән, минең ҡолаҡ шаулап китте. Беләк иҫһеҙләнде. Йөрәк ойоп китте. Мин теге һалдаттың итеген ташланым да:
-
Миңә лә әләкте! — тип, беләгемде тотоп стена буйына ултырҙым. Таң һыҙылып ата башланы. Атыш туҡталды. Билдәле, бинт пакетын асып һыңар ҡул менән йәрәхәтте арлы- бирле генә бәйләнем. Беҙгә стена буйынан тиҙ генә китергә бойороҡ булды. Бер-ике километр самаһы киткәс, таң яҡтырҙы. Бер һалдат минең бәйләгән ҡулды күргәс:
-
Ҡулдан ранен булдыңмы? Бына бәхетле кеше. Бер-ике айға ебәрерҙәр инде. Уға тиклем бәлки мир ҙа булыр әле. Ти- мәк, ҡайтанан һуғышты күрмәйһең? — Ул турала минең башта бөтөнләй уй юҡ ине әле. Ҡаты йоҡонан уянған кеүек ҡапыл уяндым, аңға килдем.
Ысынлап та, шулай бит, мин әйтәм, эстән генә — мине аҙ тигәндә бер айға ебәрерҙәр. Мин лазаретҡа китермен. Бер айға тиклем әллә нәмәләр булыр. Ләкин мин һау ҡотолдом. Ә Байғужалар, Буранбайҙар тураһында ауылға ни яҙырмын? Улар һаумы икән?..
Ҡыҙарып, матур булып март ҡояшы күтәрелә. Иртәнге һауа тымыҙыҡ. Ә мин яңы тыуған кеше кеүек барамын. Ниңәлер, йөрәк ышанмай, алда лазареттар юҡ кеүек тойола, алда ла окоптар бар кеүек тойола. Окопта саҡта өйгә ҡайтыу тураһындағы уйҙар онотолғайны. Хәҙер ауыл иҫкә төшә. Ысынлап та, ауылға ҡайтыу насип булырмы икән?.. Бер урман буйында перевязка пункты күренде. Теге һалдат миңә әйтә:
-
Йүләр, ранен булғас, мылтыҡ күтәреп бараһың. Уны әллә ҡасан ташлап ҡалдыралар. Бар, перевязка пунктына йүгер. Унда бәйләйҙәр, — тине. Мин тиҙ генә сафтан айырылам
84
да шунда табан атлайым. Хәҙер мылтыҡ ташлап китеүе уңайһыҙ, һаман күтәреп барам. Унда йөҙҙәрсә ауыр яралы һалдаттар ята. Санитарҙар яралары бәйләнгәндәрҙе двуколкага тейәйҙәр. Үлгәндәрен, үлергә яҡын булғандарын бер яҡҡа ташыйҙар. Шәфҡәт туташтары яңы килгән яралыларҙы бәйләйҙәр.
Бер көрәк һаҡаллы һалдат йөҙ түбән ята. Былай битендә, ҡулында ҡандар күренмәй, эсенән яраланған булған буғай. Ул ҡыҫып эсен тотҡан, ыңғыраша. Уның йөҙө ап-аҡ, ирендәре күм-күк, күҙҙәре майланғандар. Ул бер ҡулын юғары күтәреп кемделер саҡыра, мин уның эргәһенә барам.
-
Улым, улым!.. — ти. Мин фляганан һыу алып бирәм. Ул һыуҙы күрмәй, һаман һөйләнә; флягаға ҡарамай, һаман юғары ҡарай:
-
Улым, улым, яҡыныраҡ кил, яҡыныраҡ. Кил... кил... мине тартып ал! Күрәһең бит, мин ҡайҙа ятам, тартып ал!
Бер ҡулы менән һаман эсен тота, бер ҡулын юғары күтәрә. Бик оҙаҡ юғары ҡарап тора ла көлөргә маташа, тағы башын баҫып бик оҙаҡ ыңғыраша. Бының яраһы ауыр, күрәһең. Ул һаташа, ул белмәй һөйләшә, ул үлем алдынан ҡайҙалыр ҡалған улын күҙ алдына килтерә. Шул ваҡыт бер санитар килә. Уны әйләндереп һала, шул ваҡыт уның ҡапыл күҙе йомола.
-
Быны үлектәр эргәһенә алып китегеҙ! — тип санитар бойороҡ бирә. Мин әйтәм:
-
Исмаһам, иркенләп үлергә ирек бирегеҙ, үлгәс алып китерҙәр, — тинем. Ул миңә күҙенең ағын әйләндереп ҡараны ла ары китте. Теге көрәк һаҡаллы һалдат санитар әйләндергән килеш ҡалды, башҡа хәрәкәт яһаманы, ҡулын да һуҙманы. Йомолған күҙҙәрен ҙур итеп асып, күккә ҡарап йыш-йыш һулыш ала башланы. Ул ҡайҙалыр осорға, күтәрелергә ашҡынған йөҙ менән күкрәктәрен ҡалҡытты, аҙағында ул хырылдай башланы. Тештәрен шыҡырлатты, ирендәрен ослайтты, күрәһең, ул һүҙен һөйләргә теләй. Ләкин уға мөмкин түгел.
Баш өҫтөндә немец аэропландары осалар. Беҙҙән алыҫ түгел немецтың ауыр снарядтары төшөп ярылалар. Яралы һалдаттар юғары ҡарап һөйләшәләр:
-
Бында бомба ташламаһындар тағы.
Яралы һалдаттарҙың бында килгәс үлгеләре килмәй. Тиҙ- тиҙ генә алыҫҡа, тыныс ергә киткеләре килә. Төрлө урындан сестраларға ҡысҡыралар:
-
Тиҙерәк бәйләһәгеҙ ине, тиҙерәк оҙатһагыҙ ине...
Минең алға бер ҡарт сестра килде. Йәше илленән өҫтөн булыр. Уның саллы сәс бөртөктәре уны тағы ла дөрөҫләйҙәр.
-
Яраң ҡайҙа? — тип минең ҡулды сисә башланы. Ҡандарын мамыҡ менән һөртөп, дарыу һөрттө, бәйләргә тотондо. Минең йө|!гә ҡарап, әсә ҡиәфәте менән һөйләй башланы:
-
Иәш кенә балалар харап булалар. Бөгөн атыш, артиллерия командаһы бик көслө булды шул. Мин үҙем дә төн буйы
85
алғы позицияла ут аҫтында йөрөнөм. Унда күпме кешеләр үләләр. Бер ярҙамһыҙ үләләр. Терелерлек яралылар ут аҫтында ҡалып һәләк булалар...
Күптән ҡатын-ҡыҙ ауыҙынан бындай һүҙ ишетмәгәс, миңә был һүҙ бик яҡын тойолдо. Мин уйламай-нитмәй генә һорау бирҙем:
-
Һеҙ бында үҙ иркегеҙ менән килдегеҙме?
Ул миңә ҙур күҙҙәрен тултырып ҡараны. Унан һуң әкрен генә ҙур ҡара күҙҙәрен түбән баҫты. Уларҙы оҙон керпектәр ҡапланылар:
-
Юҡ... — тине, бик тәрән һулыш алып. — Мин һуғышты яратмайым. Мин һуғышҡа дошман кеше.
-
Ни эшләп һуң, улай булгас, бында ут аҫтына килдегеҙ?
-
Мин фронтҡа бына ошо ҡурҡыныслы һуғыштарҙа яраланған, яфа сиккән туғандарыма ярҙам итеү өсөн килдем. Бына, күрәһеңме, быларҙың барыһына ла беренсе ярҙам кәрәк.
Мин уның был һүҙҙәренә төшөнмәнем. Үҙе һуғыш яратмай, үҙе төндәр буйы пулялар, снарядтар аҫтында алғы позицияла йөрөй. Һуңғы һорауымды шаяртып ҡына бирҙем:
-
Үлемдән ҡурҡмайһығыҙмы?
-
Юҡ! — тине, бик ҡапыл ғына киҫте. Шунан һуң ул баҫынҡы-әрнеүле тауыш менән һөйләп китте. — Минең ике улым фронтта үлделәр. Хәҙер минең бер кемем дә юҡ. Хәҙер минең өсөн барыбер. Миңә унда өйҙә ултырыуы ҡыйын. Мин бында балаларымдың ҡандарын, үлем алдында кисергән ҡурҡыныстарын күрергә килдем. Хәҙер мин уларҙың ҡалай үлгәндәрен беләм. Үлем алдындағы бөтә кисерештәрен, яфаларын күрәм. Мин көнөнә йөҙҙәрсә үлектәр күрәм, йөҙҙәрсә яраланған ауыр яралыларҙы күрәм. Мин уларҙың барыһына ла үҙ балаларым кеүек итеп ҡарайым. Мин уларҙың барыһында ла үҙ балаларымдың үлем алдындағы кисерештәрен күрәм...
Ул тағы һөйләр ине, яралы һалдаттарҙың ҡысҡырышыуҙа- ры, ыңғырашыуҙары уның һүҙҙәрен киҫтеләр. Ул башҡаларға ярҙам бирергә ашыҡты. Мин ул сестранан бик оҙаҡ күҙҙәремде алманым. Унда миңә әсә яҡынлығы, әсә мөхәббәте тыуҙы, окопта уттар аҫтында бер йылмайыу күрмәгән, снаряд, пулялар шауы менән томаланған, тупаҫланған күңел ҡапыл ҡыҙыу тимергә һалған боҙ кеүек ирене. Күңел йомшарҙы. Күҙгә ауыр йәштәр тығылды. Ул сестраны барып, ҡосаҡлап, алдына башты ҡуйып,^ оҙаҡ итеп илағы килде. Ләкин уны эшләү мөмкин булманы. Йөрәгемде әйтеү өсөн былай ҙа һүҙҙәр етмәй, уны рус телендә аңлатып биреүе шулай уҡ мөмкин булмаған эш.
Март ҡояшы ике һөңгө буйы күтәрелгән. Һауа тымыҡ. Япраҡ ҡағырлыҡ ел юҡ. Окоп яғында һаман да пушка тауыштары гөрһөлдәй. Э беҙҙең китә торған яҡта алыҫтарға һуҙылған урман, март ҡояшы аҫтында күм-күк һағымдарға күмелеп, тыныс ята. Шул урмандар өҫтөндә осҡо, шаярғы килә. Шул
86
сағымдар өҫтөндә тороп, бөтә пушкаларҙың, мылтыҡ, пулеметтарҙың уттарын һүндерге килә. Бөтә һуғыш фронтын юҡ итке килә. Ә минең сестрам яралылар араһында, үлектәр араһында йөрөй. Мин уның ҡояшҡа ялтыраған күн тужуркаһына ҡарайым да, шул ялтырауыҡлы тужурка эсендәге әсә шәфҡәтенә тағы мөхәббәтем арта. Ҡалын болоттар араһынан сығып бер нисә минутҡа яҡтыртҡан ҡояш ҡалай матур һәм яғымлы булһа, ул да бер генә йылмайыу, яҡшы йөрәк күрмәгән, секунд һайын үлем ташыған пулялар, снарядтар араһынан сыҡҡандан һуң күренгән шул күн тужуркалы сестра шул тиклем яғымлы, шул тиклем яҡын ине, мин ул минут уның теләге юлында бөтәһен дә, бөтәһен дә эшләргә, уның һуғышта үлгән ике улының балалыҡ йөрәген бөтә ҡорбандар биреп алыштырырға әҙер инем. Ләкин уны эшләү мөмкин түгел бит.
Мин дивизия штабының околодогына киттем. Экрен барам. Тәрән уйҙарға сумып барам. Минең уй хәҙер бер нәмәне лә хәл итә алмай. Минең баш осонда яҡтыртҡан март ҡояшы минең өсөн ят. Гүйә, мин әллә кем еренән барам, әллә кем ҡояшына ҡыҙынам.
Әллә ҡайҙа, мин йәшәргә тейеш түгел донъяға барам. Мин һөр ерҙә яңғыҙ, һәр урында ташландыҡ... Хәҙер мин аҙашҡанмын. Бара торған юл минең юлым түгел. Минең тағы ла ҡайтҡым килә. Кире фронтҡа ҡайтҡым килә. Байғужа, Буранбай, Новиковтар эргәһенә барғым килә. Улар миңә яҡын, улар мине аңлайҙар. Улар менән һөйләшкем, улар менән ултырып тәмәке тартҡым килә. Уларға теге сестра тураһында оҙаҡ итеп һөйләгем килә...
Хәҙер мин барам... Ҡайҙа барам, кемгә барам, ниңә барам... Минең өсөн бөтәһе ҡараңғы, бөтәһе мәғәнәһеҙ... Гүйә, мин бара торған юлда миңә тормош юҡ, миңә һауа юҡ. Миңә юл юҡ...
Март ҡояшы юғары күтәрелде. Уйпат урында дивизия штабы күренде, миңә бик күп обоздар ҡаршы килделәр. Мин уларға юл бирҙем. Мин юл эргәһенән ҡомдан бара башланым. Юлда йөҙгә яҡын һалдат ята, улар ҙа окоптан киләләр буғай. Улар ял итәләр, тәмәке тарталар. Улар эргәһенә барғы килмәй. Туҡталдым, ултырҙым, тәмәке тарттым. Улар һаман яталар.
Урман араһына индем, юғары ҡараным. Һирәк ботаҡлы ҡарағайҙар төҙ һәм юғары күтәрелеп үҫкәндәр. Уларҙың ҡойолмай торған йәшкелт ылыҫтары, ҡараһыу төҫкә инеп, елһеҙ һауала тын һәм тәрән уйҙарға батып ултыралар. Минең йөрәктә тулҡын. Ел сығарғы килә, шул япраҡтарҙы шаулатҡы килә. Ләкин улар һелкенмәйҙәр, шауламайҙар. Уларҙың тын тороу- ҙары минең өсөн ауыр, бөркөү... Урмандан сығам. Һалдаттар киткәндәр. Юл аулаҡ. Мин иркен юлдан ҡыҙыу атлайым. Ниңә атлайым, ҡайҙа барамын — мин уға хисап бирмәйем, һаман барам...
87
Дивизия штабы. Околодокка килдем. Унда еңел яралылар. Мин докторға беләгемде һуҙҙым:
Беренсе һорау шулай булды. Асыу килде. Мин снаряд киҫәге менән яраланыуымды һөйләнем. Улар ныҡ ҡаранылар. Беләгемде ҡайырҙылар, яраны соҡонолар. Ауырта, йөрәктәргә үтә. Ләкин ҡысҡырмайым. Һөҙөмтә шул булды: өс көнгә околодокта ҡалдырҙылар.
БИШЕНСЕ БҮЛЕК
Ҡулға операция яһанылар. Снаряд ярсығын алдылар. Яра ла төҙәлеп бөтмәне. Беләктәге шеш тә бөтмәне, мине полкка ҡайтарҙылар. Байгужа ла, Буранбай ҙа, Новиков та һауҙар. Мине күктән төшкән кеүек ҡаршыланылар.
-
Нине үлгәнгә хисап иткәйнек, — тиц бер ауыҙҙан ҡысҡырып ебәрҙеләр. Етмәһә, Байғужа минең үлеү тураһында ауылға хат яҙған. Ул хәбәр мине борсоно, тиҙ генә хат яҙырға ултырҙым. Мин барак алдында ергә йөҙ түбән төшөп хат яҙып ятҡанда, Новиков минең әргәгә килеп ятты, әкрен генә һөйләй башланы:
-
Беләһеңме, — ти Новиков, — беҙгә бында бик яҡшы ял бирәләр. Һәр көн иртә менән дүрт сәғәткә строевой занятиеға алып сығалар. Шуның өҫтәүенә мине ике тапҡыр штабҡа саҡырҙылар. «Неҙ һуғышҡа нисек ҡарайһығыҙ, һалдаттарҙың кәйефе нисек?» — тип һорашалар. Теге Тимашев беҙгә кире ҡайтманы. Ул юғалды. Моғайын, ул шпион булғандыр. Беҙҙең окопта һөйләнгән һүҙҙәрҙең барыһы ла түкмәй-сәсмәй штабҡа еткерелгән. Башҡа бер кем дә түгел, шул ғына. Да, һине лә штабҡа саҡырғайнылар. Беҙ: «Ул үлгән», — тип хәбәр иттек...
Ул һүҙ дөрөҫкә сыҡты. Мин ҡайтып, рота бойороғо буйынса үткәрелеү менән иртәгеһенә мине штабҡа саҡырттылар. Мин бер капитан алдына барып баҫтым. Ул көләс йөҙ менән мине ҡаршы алды. Мин уның алдында под козырек алып тора инем, үҙ ихтыярыма торорға ҡушты:
-
Был хат һинекеме? — тине, өҫтәлдәге бер хатҡа күрһәтте. Мин уны таныным. Ул хат минеке ине. Һуғышҡа китмәҫ борон Ҡыҙыл тәре обществоһы тарафынан бүләк итеп бирелгән һүрәтле конверт һәм ҡағыҙға яҙылған хат ине. Хаттың бөтә йөкмәткеһе иҫкә төштө. Мин унда һуғыш, ҡырылыш, уның дәһшәте тураһында, аслыҡ тураһында яҙам. Беҙҙең снарядтарҙың үҙ окоптарыбыҙға төшөп, үҙ һалдаттарыбыҙҙы үлте- реүҙәрен тасуир итәм. Уларҙың барыһы ла ҡыҙыл ҡара менән цензура тарафынан һыҙылғандар. Капитан хатҡа төртөп:
-
Был һеҙҙең ҡулмы? — тип миңә ҡараны. Мин ҡурҡтым, ҡаушаным. Тәндәрем аяҡ табандарыма тиклем сымырлап кит
88
те. Сөнки мин бындай хәлде беренсе күрәм. Ни тип яуап бирергә? Минеке түгел тиһәм, хаттың аҙағында минең полк адресы ята. Унда үҙ ҡулым менән исем, фамилиям яҙылған. Хатта роталары, взводтары ла күрһәтелгән. Минеке тиһәм, ҡаты яуапҡа тарттырырҙар, тип уйланым. Йәшереп ҡалып булмай, ни булһа ла булыр, арестовать итерҙәр, судҡа бирерҙәр, төрмәгә ултыртырҙар. Исмаһам, унда тыныс булыр.
-
Эйе, минеке, ваш высокоблагородие! — тинем. Ул миңә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Унан һуң минең губернамды һорашты. Тыуған ауылымды, кәсебемде, уҡыуымды һорашты. Бөтәһенә лә дөрөҫ яуап ҡайтарҙым. Ьорау бөткәс, ул мыйыҡтарын бороп, бер аҙ уйланып ултырҙы.
-
Бин башҡорт икән, башҡорттар малсылыҡ менән кәсеп итәләр. Һин мал таныйһыңмы? — тине. Кис бер ваҡиғаға бәйләнеше булмаған был һорауға мин аптырай ҡалдым. Бер аҙ уйланғас:
-
Эйе, таныйым, ваше высокоблагородие! — тинем. Ул ҡәнәғәтләнде буғай. Миңә табан яҡыныраҡ килеп:
-
Хатты улай яҙырға ярамай. Полктың торған ерен, һуғыш хәлдәрен хатта яҙырға бөтөнләй ярамай. Ул хәрби сер.
-
Мин белмәнем, ваше высокоблагородие.
Ул мине ебәрҙе. Тышҡа сыҡҡас, был турала үҙемә иҫәп бирә алманым. Барактар яғына ҡыҙыу-ҡыҙыу атланым. Кисә, оҙон итеп яҙып, почтаға һалған хатым иҫкә төштө. Һуңғы хат минең артыҡ оҙон, шуның менән бергә бөтә әхүәл унда ваҡлыҡтарына тиклем тасуир ителгән, етмәһә, теге Тимашев тураһында ла яҙылған. Шулар иҫкә төшкәс, быуындарым ҡалтыраны:
—- Былары өсөн ғәфү иттеләр инде, ләкин быныһы өсөн тағы ла саҡыртырҙар, тағы бәйләнерҙәр. Яуапҡа тарттырырҙар, — тип уйланым. Шул уйҙар өҫтөндә борсолоп иптәштәр эргәһенә ҡайттым. Новиков ҡаршыланы:
-
Йә, ни булды? Ни һоранылар?
Иптәштәр мине һырып алдылар. Бөтә хәлде һөйләп бирҙем. Новиков ҡысҡырып көлдө. Бөтә кешеләргә ишетелерлек итеп:
-
Чепуха! Әйҙә, ҡурҡһалар, окоптан алһындар, арестантский ротаға ебәрһендәр. Беҙҙең өсөн тағы ла яҡшыраҡ булыр.
Новиковтың был һүҙен барыһы ла тыныс йөҙ менән дөрөҫләнеләр. Новиков менән икәү һалдаттарҙың иғтибарҙарын ҡараттыҡ. Шунан һуң улар айырым иғтибар менән ҡарай башланылар. Һәр ваҡыт үҙен һалдаттарҙан айырым тота торған, аҙ һөйләшә, асыулана торған эстон һалдаты Индрил минең эргәгә килде. Миңә айырым яҡынлыҡ күрһәтеп:
-
Нечево, беҙҙең браттарға ҡайҙа ла шулай инде ул! — тип, ауыҙындағы оҙон тештәрен сығарып көлдө. Ул көн Индрил кискә тиклем беҙҙең эргәнән китмәне. Ул һәр төрлө анекдотҡа оҫта икән. Ҡыҙыҡлы анекдоттар һөйләп төнгә тиклем беҙҙе
89
көлдөрҙө. Ул Ригала механика заводында эшләгән, Лебавала сәғәт мастеры булып торған, һуғыш алдынан Петербургта электр станцияһында эшләгән. Хәҙер ул беҙҙең ротала телефонист, ул нескә буйлы, артыҡ оҙон кәүҙәле, уның муйыны оҙон, башы бәләкәй, оҙон тештәре һәр ваҡыт ауыҙынан күренеп торалар, көлгән мәлдә оҙон тештәр бөтә аҙауҙары менән күренәләр. Ул яңғыҙ, тыныс ултырған мәлдәрҙә бик уҫал кеше кеүек күренә, иптәштәр араһына инһә, шул тиклем асыҡ, ҡатлауһыҙ күңелле, уның эсендәгеһе тышында.
Ул беҙгә бик тиҙ эйәләште. Беҙҙең кеше булды. Ул ут яғырға, картуф бешерергә оҫта. Усаҡ тирәһенә бер кешене лә килтермәй. Утты яҡҡас, уның яныуына айырым бер ләззәт менән оҙаҡ итеп ҡарап ултыра. Эгәр ҙә котелокта һыу ҡайнап сыҡһа, уның урғылыуын, һикереүен, төҫөнә айырым бер кисереш сығарып, шуны күҙәтә. Күҙҙәрен шул ҡайнаған һыуҙан алмайынса беҙгә ҡысҡыра:
-
Ҡайнай!.. Ҡайнап сыҡты! Урғыла!.. Урғыла!..
Гүйә, ул шуның эсендә үҙе ҡайнаған, урғылған кеүек ҡысҡыра. Котелоктарҙы усаҡтан алып, ҡырға ҡуйғас, уның төҫөндәге тантана ҡапыл бөтә. Ул ябай Индрил, тын Индрил булып ҡала. Ашаған ваҡытта һөйләшмәй, алдына ҡарап шым ғына ашай. Ашап бөткәс, һауыттарҙы сайҡап йыйыштырғас, тәмәкеһен тоҡандырып ала ла һүҙҙе башлай, бер-бер артлы беҙгә анекдоттар теҙергә тотона.
Беҙ инде ялда ун көн ятабыҙ. Беҙгә меңдән артыҡ өҫтәлмә ғәскәр килде. Бер аҙы Ҡазан яҡтары. Ҡалғандары Украина- нан. Быларҙың составы сыбар: өсөнсө наборҙа алған новобра- нецтар бар. Улар артыҡ йәштәр. Һаҡаллы ополчиндар бар. Улар килгәс, беҙгә йәйге кейем бирҙеләр, смотр булды. Дивизия начальнигы, бер генерал килде. Духовой оркестр аҫтында беҙ уның алдынан уҙҙыҡ. Шунан һуң генерал беҙҙе стройға ҡуйҙырып һөйләй башланы:
-
Данлы рус ғәскәре һәр көн ҙур еңеүҙәр менән алға бара. Австрияның Львов ҡалаһы алынды, хәҙер Австрияның бик ҙур территорияһы беҙҙең ҡулда. Беҙҙең ғәскәр Перемышлгә яҡынлай. Перемышль алыныу менән беҙ был яҡтан һөжүм итергә тейешбеҙ. Тиҙерәк мир яһау өсөн, нығыраҡ һуғышырға кәрәк! — тине. Беҙҙең эргәлә торған Индрил, башын юғары күтәреп:
-
Эле мир яһау өсөн тағы ла һуғышырға кәрәк икән! — тине. Үҙе генералға ҡараған хәлдә ҡатып ҡалды. Новиков, Инд- рилдың һүҙенә ҡушылып:
-
Был генералдың үҙен алғы линияға ҡуйырға ине. Күрәһеңме, ул ҡалай таҙа. Ҡып-ҡыҙыл, һуғымға ашатҡан сусҡа кеүек. Улар бит, беҙҙең кеүек, ике-өс көнгә бер тапҡыр ярты котелок һалҡын өйрә эсмәй...
90
Взвод командиры, Новиковтың тауышын ишетеп, уны тәртипкә өндәне. Беҙ тын булдыҡ.
Смотр һуңында, беҙ ҡайтып аш ашап ултырғанда рота писары Барсук килде:
-
Новиков менән һине рота командиры саҡыра, — тине. Беҙ бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Минең күҙ алдыма һуңғы хат килде. Новиков ҡулындағы ҡалағын ҡуйып:
-
Булат, беләм, беҙҙе бөгөн аталар; егеттәр, һау булығыҙ! — тине. Үҙе шарҡылдап көлдө. Ашаған ваҡытта һүҙһеҙ ултыра торған Индрил һүҙгә килде:
-
Әгәр ҙә ундай эш булһа, быға тиклем полевой судҡа бирерҙәр ине. Башҡа берәр урынға күсерергә уйлай торғандарҙыр, — тине. Байғужа менән Буранбай был хәлгә тәьҫирләнделәр.
-
Бергә-бергә күңелле ине әле. Ьеҙ китһәгеҙ, беҙгә күңелһеҙ булыр инде, — тинеләр.
Индрилдың пәйғәмбәрлеге дөрөҫ булды. Прапорщик Панин беҙгә шулай тине:
-
Ьеҙҙе интендантствоға ебәрергә приказ булды. Берегеҙ көтөүселәр командаһында старший булыр, берегеҙ скотовод булыр. Хәҙер үк арматура списоктарын алығыҙ, ҡоралдарығыҙҙы тапшырығыҙ...
Башта күңелдәр ышанманы. Новиков менән беҙ, прапорщик Панин эргәһенән сыҡҡас, бик оҙаҡ һүҙһеҙ барҙыҡ. Юл ыңғайында рота писары Барсук торған баракка индек. Ул уға билдәле икән. Беҙгә арматура списоктары бирҙе. Ҡулдарыбыҙға приказ копияларын тотторҙо. Приказды алғас, Новиков йәйләнеп китте:
-
Йәшәйбеҙ, брат, йәшәйбеҙ... Ҡурҡма, барыһын да булдырырбыҙ. Тик бына иптәштәр генә йәл... Йәл, ҡалалар...
Беҙҙең был эш иптәштәр өсөн ҙур удар булды. Байғужа йөҙ түбән бик оҙаҡ уйланып ятты ла ҡапыл ғына күтәрелеп:
-
Миңә теге Тимашевты үлтерергә кәрәк булған икән. Ул ваҡытта мин дә һеҙҙең менән киткән булыр инем. Белмәнем! — тине.
АЛТЫНСЫ БҮЛЕК
Беҙ, фронттан ҡырҡ саҡрым самаһы артта, Варшава аҫтында ҡыҙҙар приютында ятабыҙ. Әле беҙ эшкә башлағаныбыҙ юҡ. Казначей менән закупочный комиссияның начальнигы поручик Аликсакин өс көн инде әсәләр, приюттың хеҙмәткәр ҡатындары менән гулять итәләр. Маклерҙар ҙа икенсе бер йортта әллә ниндәй вольный халыҡтар менән әсәләр, Новиков менән беҙ көн буйы приют баҡсаһында йөрөйбөҙ. Кухняларына инеп ашап сығабыҙ. Беҙ кухаркалар менән танышып алдыҡ. Улар беҙҙе туйғансы һыйлайҙар.
91
Был приютта ике йөҙҙән артыҡ ҡыҙҙар тәрбиәләнә. Был приют ниндәйҙер бер тол бай ҡатын тарафынан һалынған. Хәҙер ул ҡырҡ йылдан артыҡ дауам итә. Уның төрлө емештәр менән тулған баҡсаһы ғына егерме десятиналап бар.
Беҙ приютҡа килгәндә йәшел үләндәр баш күтәрә башлаған, емеш ағастары япраҡ бөрсөктәре ебәрә башлаған ваҡыт ине. Беҙҙең көндәр бындағы ирек менән иҫереп үтәләр. Ьис бер тынысһыҙлаған, борсоған кеше юҡ. Эш тураһында уйлаған юҡ. Киләсәкте иҫкә алған да юҡ. Полкта ҡалған иптәштәргә бер- ике тапҡыр хат яҙырға уйлаһаҡ та, уны ла эшләгәнебеҙ юҡ. Көндәр йөрөү менән үтәләр. Беҙ приюттан өс-дүрт саҡрым ситтә йөрөп ҡайтабыҙ, ныҡ асығабыҙ. Тағы ла кухняға инеп, һис тормошта күрмәгән тәмле, ләззәтле аштар ашайбыҙ. Унан һуң бик оҙаҡ итеп йоҡлайбыҙ.
Приют ҡыҙҙары беҙгә яҡыная башланылар. Улар кис менән беҙҙең эргәгә киләләр. Новиков уларға ҡурҡыныслы позиция тормошон һөйләй. Улар айырым бер ғәжәпләнеү һәм ҡурҡыу менән тыңлайҙар. Ҡайһы ваҡытта, ҡурҡыныс картиналарҙы тыңлап:
-
Ах, ах! — тип баштарын баҫалар. Күҙҙәрен йомалар. Новиков уның һайын береһенән-береһе ҡурҡыныслы картиналарҙы тасуир итә башлай. Улар, ҡулдарын һелтәп:
-
Ҡуй, ҡуй, һөйләмәгеҙ! — тип, Новиковтың һөйләмәүен һорайҙар. Шунан һуң һүҙ икенсегә күсә. Ҡыҙҙар беҙҙең офицерҙарҙы яманлай башлайҙар. Уларҙың ғәйептәрен асалар.
Поручик Аликсакин бик насар кеше икән. Ул ҡыҙҙарға бәйләнә. Үҙенең эсә торған бүлмәһенә приют ҡыҙҙарын һөйрәп алып инә. Ул бер нисә ҡыҙҙы харап итте инде. Беҙҙә бер нисә аҙғын ҡыҙ бар. Улар һәр ваҡыт шулар эргәһендә, шулар менән гулять итәләр. Анау көндә шуларҙың береһен ата яҙғандар, туҡмап сығарғандар. Күлдәктәре йыртылған, биттәре ҡып-ҡыҙыл ҡан ғына ине. Беҙҙең начальниктар ҙа бына шулай әсәләр...
Шул ергә еткәс, улар туҡталалар. Күрәһең, улар начальниктарҙан ҡурҡалар. Йәки уларға берәй хәбәр ишетелеүенән шикләнәләр. Бер-береһенә ҡарашып алалар ҙа һүҙҙе икенсегә боралар.
Бер көндө көндөҙ беҙ Новиков менән үҙ бүлмәбеҙҙә йоҡлай инек. Берәү бик ҡаты итеп беҙҙең ишекте япты. Мин уяндым. Коридор буйынан йүгереп киткән бер аяҡ тауышы алыҫланды, тынды.
-
Был ниндәй хәл булды? — тип, мин урындан һикереп төштөм дә ишеккә барҙым. Коридорҙа бер кем юҡ ине. Тәҙрәгә барҙым. Ишек алдында приют ҡыҙҙары крокет уйнайҙар ине. Мин, тәмәке тоҡандырып, кире урыныма ятырға килһәм, беҙҙең аяҡ осонда кескенә конвертлы бер хат ята. Тышында ике- беҙҙең дә фамилия яҙылған. Тиҙ генә Новиковты уяттым. Хәлде һөйләп бирҙем. Хатты күрһәттем, асып уҡыйбыҙ:
«Беҙ һеҙгә хат яҙырға батырсылыҡ иттек. Беҙ һеҙҙе ярата
92
быҙ. Кис менән, ҡараңғы төшкәс, баҡсаның төньяғындағы беседкаға төшөгөҙ. Шунда күрешербеҙ».
Исемдәрен ҡуймағандар. Беҙ ул хатты бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтыҡ. Беҙҙең баштар эшләмәне. Тиҙ генә бер һөҙөмтәгә лә, бер ҡарарға ла килә алманыҡ. Бер нисә тапҡыр тәҙрәгә барҙыҡ. Крокет уйнаған ҡыҙҙарға ҡараныҡ:
-
Уларҙың ҡайһылары яҙырға мөмкин?
Беҙ береһен дә белмәнек. Беҙгә ашарға ваҡыт еткәйне. Хәҙер инде элеккесә ябай ғына сығырға ярамай. Хәҙер беҙҙе ярата торған ҡыҙҙар бар. Беҙ хәҙер кавалерҙар. Беҙҙең эҫтәрҙә әллә ниндәй тойғолар ҡайнайҙар, улар эскә һыймайҙар, тышҡа сығалар. Новиков әйләнгән һайын:
-
Бына һин әле, шайтан алғырҙары! — ти. Кейенгәндә ҡайышты тығыҙыраҡ ҡыҫа. Гимнастеркаһының арҡаларын төҙәтә. Фуражкаларын ҡағып, төҙәтеп кейә. Мин дә, маймыл кеүек, Новиков ни ҡыланһа, шуны ҡыланам.
Стройҙағы кеүек; текә генә атлап урамға сыҡтыҡ. Хәҙер беҙ ҡыҙҙар эргәһенән бармайбыҙ. Алға ҡарап ҡына башҡа аллея буйлап кухняға барабыҙ. Башта дөрөҫ атлап сыҡҡайныҡ. Ҡыҙҙар тапҡырынан үткәндә беҙҙең аяҡтар яңылыштылар. Аяҡтарҙы тигеҙ алыу өсөн ваҡ-ваҡ баҫып, аяҡтарҙы тыпырлатып, шыуыштырып алабыҙ. Ләкин ундай ваҡытта, үсеккән кеүек, аяҡтар тиҙ генә тыңламайҙар. Новиковтың елкәләре ҡыҙара. Тимәк, ул ҡаушай, ояла. Кухня алдына килгәс, туп-тура кухняға инмәнек. Һуғыштан һау ҡотолған кешеләр кеүек, эскәмйәгә ултырып, һүҙһеҙ-ниһеҙ генә тәмәке тоҡандырҙыҡ. Ләкин ҡыҙҙар тураһында ла, килеү тураһында ла, ул юлдағы уңайһыҙлыҡтар тураһында ла һөйләшмәйбеҙ. Сөнки һәр кем үҙенең серен үҙенә йәшерә. Новиков бик йыуаш һәм әкрен тауыш менән:
-
Бөгөн оҙаҡ йоҡлағанбыҙ. Беҙ һуңға ҡалманыҡмы икән? — тигән була. Ләкин был һүҙҙәр беҙҙең йөрәк һүҙҙәре түгел. Ул теге ҡаушауҙарҙы ҡаплау өсөн генә һөйләнә. Мин уны бик яҡшы аңлайым. Ләкин мин үҙем дә шул хәлдә...
Беҙ башҡа ваҡытта кухняға шаулап инә торғайныҡ. Бөгөн, кейәү егеттәре һымаҡ, шым ғына, әкрен генә индек. Кухаркалар менән бик мөләйем генә һаулаштыҡ. Урындарға ултырҙыҡ. Ҡарт кухарка Авдотья беҙгә аш килтергәндә:
-
Ниңә һеҙ бөгөн йыуаш ҡына ултыраһығыҙ, әллә начальниктарығыҙ берәй ҡатылыҡ эшләнеме? — тип беҙгә тура ҡараны. Новиков ҡарлыҡҡан тауыш менән:
-
Юҡ, былай ғына, — тине. Әлдә Авдотья беҙгә башҡа һүҙ ҡушманы. Беҙ әкрен генә, шым ғына ашаныҡ та, рәхмәт уҡып, сығыу яғын ҡараныҡ. Кухня ишеге арҡыры ҡапҡаға сығып, шунан яланға табан атланыҡ. Беҙ ниндәйҙер эске тулҡын менән һис бер йүнәлешһеҙ алға бара инек.
93
Кисте көтөү беҙҙең өсөн бик оҙаҡ булды. Беҙ уны биҙгәкле рәүештә көттөк. Кискә табан быуындарҙы ҡалтырау алды. Новиков әкрен генә миңә һөйләй:
-
Улар беҙҙе шаяртмайҙармы икән? — Бер аҙ уйланып тора ла, көс алып: — Шаяртып ҡараһындар! Мин уларға көрәктәрен бирермен, шайтан алғырҙары, үҙҙәре күңелдәрҙе тарталар бит әле! Ни булһа булһын, барабыҙ. Бына уларҙың ҡайһылары икәнен белергә ине.
Төрлөһө тураһында төрлө фекер йөрөтәбеҙ. Ләкин ҡайһылары булыуы тураһында бер һөҙөмтәгә лә килә алмайбыҙ.
-
Әйҙә, барайыҡ әле! Ҡайһылары булыр икән? — тигән булабыҙ. Кис була башлағас, йүнләп сыҡҡан һаҡалдар булмаһа ла, бәпкә йөндәрен ҡырған булдыҡ. Ҡырып бөткәс, мин көләм:
-
Төндә улар беҙҙең бәпкә йөндәрҙе күрер тип беләһеңме? — тинем. Новиков күтәренке рух менән:
-
Шулай ҙа, ҡыҙҙар эргәһенә барғас, формаһына килтерәйек инде, — ти. Шулай ҙа өҫтә кейемдәр таҙа, икебеҙҙә лә яңы ғына алған яңы йәйге кейемдәр. Беҙ, итектәрҙе таҙартып, ҡайыштарҙы ҡыҫып быуып, немец окобында табып алған минең ватыҡ түңәрәк көҙгөгә ҡарап фуражкаларҙы кейҙек. Шинелдәрҙе яурынға һалып, иҙән буйынса маршировать итә башланыҡ.
Ҡараңғы төшөп етмәгән, иртәрәк әле. Поручик Аликсакин- дар бүлмәһендә пианино уйнайҙар. Пианиноның матур, моңло тауышы беҙҙең асыҡ тәҙрәнән бүлмәгә ағыла. Пианино тауышын, карауатҡа ултырып, икебеҙ ҙә тын ғына тыңлайбыҙ. Ләкин йөрәктәр сығып баралар. Шул пианино тауышына ҡушылып бөтә тауыш менән йырлағы килә, шул пианино тауышы менән юғарыға күтәрелге, осҡо, һауаның бушлығында йөҙөп йөрөгө килә. Был минуттарҙа беҙҙең кәүҙәләр шул тиклем еңел, улар мамыҡ кеүек еңелдәр. Шул пианино моңо аҫтында, шул күтәренке рух аҫтында мәңге ултырғы килә. Новиков пианино көйөнә әкрен генә һыҙғыра, мин аяҡтарҙы бейетәм. Пианино туҡталды. Мин тәҙрәгә ҡараным. Минең ҡарау бер теләк менән түгел, бәлки пианиноның туҡталыуы менән механик рәүештә ҡарау ине. Шул ваҡыт тыштың ҡараңғылығын күрҙем.
-
Ҡараңғы төшкән! — тинем. Новиков, стройҙағы кеүек, шарт итеп тороп баҫты:
-
Әйҙә, китәбеҙме? — тине. Ул минутта бөтә донъяға беҙ хужа инек. Беҙҙең алда фронт та юҡ. Ғәскәр хеҙмәте лә юҡ. Поручик Аликсакиндар ҙа юҡ. Иртәгеһе эштәр ҙә юҡ. Донъяла беҙ икәү генә бар. Унан һуң беҙҙе көткән тағы икәү бар. Бөгөн беҙҙең өсөн донъя шулай тора.
Баҫҡыстан төшкән саҡта, эске тойғоларға мауығып, мин бер баҫҡысты арҡыры баҫҡанмын, ахырыһы, бер нисә баҫҡысты һөрлөгөп йығылып төштөм. Ләкин ҡалай төшкәнемде белмәйем, торғанымды беләм. Мин, әллә ниндәй бер көс менән
94
тороп, бер нисә аҙым йүгереп барҙым. Минең арттан Новиков та йүгереп килә ине. Ул:
-
Берәй ерең ауыртманымы? — ти. Мин ашығып:
-
Юҡ, юҡ, бер нәмә лә булманы! — тинем. Беҙ, һис бер нәмәгә ҡарамайынса, һис бер нәмә уйламайынса, ҡыҙыу-ҡыҙыу алға атланыҡ. Баҡсаның төньяғындағы аҡ стенаға яҡынлашҡас гүйә, разведка ваҡытында ҡапыл алда дошман күргән кеүек, Новиков минең итәктән тартты:
-
Туҡта, етәбеҙ бит! — тине. Мин ҡапыл туҡталдым... Хатта бер-ике аҙым артҡа сиктем. Ул, минең шинелдең яғаһынан тотоп:
-
Улар булһалар, шунда булалар инде. Әкрен генә барайыҡ, — тине. Беҙ, төндә дошман позицияһына үрмәләгән кеүек, әкрен генә, шым ғына бара башланыҡ. Аҙ ғына ел бар. Яңы ғына япраҡ бөрсөктәре ебәрә башлаған ағастар һелкенәләр, беҙ, беседканың арт яғынан килеп, әкрен генә күтәрелеп ҡараныҡ. Беседкала берәү ҙә юҡ. Новиков бик шомло тауыш менән:
-
Юҡ! Алдағандар, ахыры! — тине. Минең ике беләктән ҡыҫып, миңә ҡарап алды. Ьауаһы бушатылған ҡыуыҡ кеүек, беҙҙең быуындар ҡапыл бушандылар. Ярһып, күтәрелеп, үҫеп килгән кешеләр беседка әргәһендә бәләкәй генә булып ҡалдыҡ. Беҙҙең эргәләге ағастар беҙҙең күҙҙәргә йыуан һәм бейек булып күренделәр. Беседка беҙҙең өҫкә ауып, ишелеп килгән кеүек булды...
Шул ваҡыт беседка артында нескә генә көлгән тауыш ишетелде. Ул тауыш беҙҙең ҡолаҡ төбөндә асыҡ һәм яғымлы булып яңғыраны. Мин:
-
Моғайын, шулар! — тинем. Беҙҙең ҡолаҡтар ҡарпайҙы, күҙҙәр ҙурайҙы. Тағы быуындар скрипка ҡылдары кеүек тартылды. Тағы ла һауа шары кеүек өрөлдөк. Беҙҙең күҙ алдынан йыуан, оҙон ағастар ҙа, ауып килә торған беседка ла юғалды. Беҙ, беседканы ҡыҙыу-ҡыҙыу уҙып, уның түбән төшкән баҫҡыстарынан ашығып түбән төшө башланыҡ. Шул ваҡыт беҙҙең артта бер юлы көлкө аҡтарылды. Беҙ тып туҡталып артҡа ҡараныҡ, беседканың һул яҡ мөйөшөндә ике баҫҡыс түбән генә ике аҡ кәүҙә ултыра ине. Беҙ, уларҙы күргәс, ҡаушап ҡалдыҡ. Бер һүҙ ҙә әйтә алманыҡ. Ауыҙҙарыбыҙҙы йырған хәлдә шул урында баҫып ҡалдыҡ. Береһе:
-
Оҙаҡ көттөрҙөгөҙ! — тине. Үҙе башын түбән баҫты. Икенсеһе көлә башланы. Уларҙың был һүҙҙәре беҙгә йән индерҙе. Баяғы пианино тауышы кеүек, беҙҙе еңеләйтеп, күтәреп ебәрҙе. Новиков минең ҡабырғаға төртөп, үҙе улар яғына атланы. Мин уның артынан, Новиков арҡаһына йөҙөмдө йәшереп, шулай уҡ атланым. Новиков, ҡулдарын болғап:
-
Беҙ, беҙ... — тип нимәлер һөйләргә теләгәйне, теге ҡыҙҙарҙың икеһе бер юлы:
95
-
Эйҙө, рәхим итегеҙ, ултырығыҙ! — тинеләр. Беҙ, һис бер һүҙһеҙ-ниһеҙ, уларҙың уң яҡтарына ултырҙыҡ. Беҙ ултырғас, бер-береһенә һыйынып, баштарын баҫып тагы ла көлдөләр. Беҙ уңайһыҙ хәлдә ҡалдыҡ. Новиков:
-
Туташтар, ниңә көләһегеҙ, әллә беҙ һеҙгә мешать иттекме? — тигән булды. Новиковтың был һүҙе миңә оҡшаны. Мин, башымды күтәреп, Новиковҡа ҡарап, бер аҙ күтәрелеп ҡуйҙым. Ҡыҙҙарҙың береһе:
-
Юҡ, юҡ, һис мешать итмәйһегеҙ, пожалуйста, ултырығыҙ! — тине. Ул һүҙҙәр тағы ла еңеллек бирҙеләр.
Новиков ҡыҙҙарға яҡыныраҡ шыуышты. Мин Новиковҡа яҡыныраҡ шыуыштым. Шул ваҡыт тәнгә ниндәйҙер бер йылылыҡ инде. Күңел иркәләнә башланы. Мин Новиковтың ботона ҡулымды һалдым. Миңә бер батырлыҡ инде. Ьис бер дәлилһеҙ, сәбәпһеҙ ҡыҙҙарға һүҙ ҡуштым:
-
Туташтар, һеҙгә һалҡын түгелме? — тигән булдым. Һүҙемдең урынһыҙ булыуына уңайһыҙландым, ҡыҙарындым. Ҡыҙҙарҙың береһе, шуны көтөп кенә торған кеүек, минең һүҙемә ялғап китте:
-
Юҡ, һалҡын түгел. Бүлмәлә бик күңелһеҙ. Эс боша. Шуға күрә Женя менән сығып ултырҙыҡ әле.
Новиков һүҙҙең ебен уңышлы алды:
-
Мин уйлайым, бында һеҙгә күңелһеҙ түгелдер. Ниндәй күңелле, яҡшы урын, ниндәй күңелле баҡса, йорттар матур итеп һалынғандар. Һеҙгә бында тормоштоң аҙабы юҡтыр, — тине. Женя күтәрелеп китте. Түбән баҫып ултырған башын юғары күтәрҙе.
-
Ҡуй, һөйләмәгеҙ. Был тормош тамам туйҙырҙы инде. Әллә ҡайҙа, алыҫҡа, Рәсәй эсенә китке килә. Әйтәм бит, һис кенә торғо килмәй.
Шул ваҡыт Новиковтың елкәһе арҡыры икеһенең дә йөҙҙәренә ҡараным. Быларҙың береһе ысынлап та Женя, икенсеһе Ирочка ине. Хәҙер уларҙың йөҙҙәре таныш. Беҙ һуғыш хәбәрҙәрен һөйләгәндә, улар айырым бер кисереш менән тыңлай торғайнылар. Берәйһе беҙҙең һүҙҙе бүлһә, уға, мешать итмәгеҙ әле, тип ҡысҡыра торғайнылар. Шуларҙың береһе — Ирочка бында ултыра. Ләкин Женяға оҡшағаныраҡ ике ҡыҙ бар ине. Ҡайһыһы Женя булғандыр, асыҡ белеп етмәнем. Новиков, ғәҙәте буйынса, ҡыҙҙар менән әңгәмәне һуҙыр өсөнмө, тағы ла һуғыш тураһында һөйләй башланы. Әлбиттә, уның урыны был түгел, был минут түгел ине. Ирочка ялынған ҡиәфәт менән:
-
Господин Новиков, ғәфү итегеҙ, һүҙегеҙҙе бүләм, зинһар, һуғыш тураһында һөйләмәгеҙ әле. Мин ҡурҡам. Былай ҙа минең төшөмә һәр көн һуғыш инә, ҡурҡып уянам, — тине. Новиков уңайһыҙланды. Һүҙен киҫеп:
-
Улай булһа, һөйләмәйем, нимә тураһында һөйләшәйек һуң? Йә, улай булғас һеҙ һөйләгеҙ, беҙ тыңлайыҡ. Женя әкрен генә:
96
-
Нимә лә булһа, башҡа берәй нәмә тураһында һөйләгеҙ!
Беҙҙең арала һүҙ бөттө. Барыбыҙ ҙа тындыҡ. Новиков эстән
тулҡынлана. Ул башлап китергә һүҙ таба алмай. Э мин Новиков ауыҙына ҡарап торам. Ләкин түҙем етмәй. Ул минутта һүҙһеҙ тороу — үлем. Ни ҙә булһа һөйләргә кәрәк. Мин түҙмәнем, һис уйламаҫтан:
-
Ул ваҡытта теге хат тураһында!.. — тип ысҡындырҙым. Новиков минең бөйөргә терһәге менән төрттө, Ирочка, белмә- мешкә һалышып:
-
Ниндәй хат! — тине. Мин һүҙемде ҡеүәтләү өсөн:
-
Үҙегеҙ белгән хат тураһында инде, — тип башымды икенсе яҡҡа әйләндерҙем. Ҡыҙҙар көлә башланылар. Мин дә көлгән булам. Аптырағас, уңайһыҙланып Новиков та көлә.
Ирочка бик ҡырҡыу ғына итеп һорау бирҙе:
-
Әллә ул записканан берәй мәғәнә аңланығыҙмы?
-
Юҡ, — тине Новиков, ул да ҡырт киҫте. Мин, һаман ауыҙымды йырып, һауаға ҡарап, был һүҙҙең һөҙөмтәһен көтөп ултырам. Шунан һуң Женя һөйләй башланы:
-
Их, беҙ ҙә иҫәр бит инде. Ул записканы мин илттем. һеҙ йоҡлап ятаһығыҙ. Тәҙрәнән ҡараным, тәҙрә ябыҡ. Шунан коридор буйлап әкрен генә индем, ишекте астым, һеҙ йоҡлайһығыҙ. Мин записканы ырғыттым да сығып киттем, һеҙ уяна тип ҡурҡтым. Шул ҡурҡышымдан ишекте шул тиклем ныҡ яптым, бөтә коридор шауланы. Мин ҡалай йүгереп сыҡҡанымды белмәйем. Һеҙ ҙә ҡурҡҡанһығыҙҙыр инде.
Улар икеһе лә баштарын баҫып көлә башланылар. Беҙ ҙә көләбеҙ. Ҡысҡыра-ҡысҡыра көләбеҙ. Шунан һуң Ирочка ҡапыл көлөүенән туҡтап:
-
Ҡысҡырып көлмәйек, юғиһә ишетерҙәр, — тине. Барыбыҙ ҙа тындыҡ. Өҙөк-өҙөк итеп, әкренләп кенә көлә башланыҡ. Ул ваҡыт беҙ тамам яҡынлашҡайныҡ, бер-беребеҙгә үҙләшкәйнек инде. Шул моменттан файҙаланып, Новиков батырланып китте. Ул, минең эргәмдән күсеп, Женя яғына сығып ултырҙы. Мин Ирочкаға яҡын һыйынып ултырҙым. Ике ҡыҙ беҙҙең уртала ҡалдылар. Новиков:
-
һеҙ өшөйһөгөҙ, буғай, — тип яурынына һалған шинелен Женяның арҡаһына яртылаш япты. Женя һис бер ҡаршылыҡ күрһәтмәне. Шуны күргәс, мин тагы ла Ирочкаға яҡыныраҡ һыйынып, уның арҡаһына үҙемдең шинелдең салғыйын яптым. Хәҙер беҙҙең дүрт баш бер-береһенә яҡын килде. Уңай, йылы, рәхәт булып китте. Беҙҙең һүҙҙәр ҙә хәҙер бер-беребеҙгә яғымлы һәм тартыу булып сыға башланылар, һүҙ уңайындамы йәки берәй хәрәкәт яһағандамы, бер генә сантиметр булһа ла ҡыҙҙарға тағы ла яҡыныраҡ, тағы ла тығыҙыраҡ ултырғы килә. Тағы ла эскәрәк, тағы ла эскәрәк инге килә. Яурындағы шинелде төҙәтеү һылтауы менән ҡулды Ирочканың биленә ҡуйып, уны үҙемә тағы ла ҡыҫырға, яҡыныраҡ килтерергә тырышам.
4 - Д. Юлтый
97
Ирочканың төндәренән рәхәт, тәмле йылы бәрелә. Ул йылыны күберәк, күберәк алғы килә. Бөтә тәнде, бөтә йәнде шул йылыға уратҡы килә. Ҡайһы ваҡыт беҙ дүртәү үҙ-ара һөйләшәбеҙ. Ҡайһы ваҡыт үҙ-ара ғына һөйләшәбеҙ. Новиков менән Женя, баштарын яҡын ғына ҡуйып, икәү-ара әкрен генә һөйләшәләр. Шуларҙы күргәс, Ирочка ла миңә башын яҡын ғына килтерә. Уның йомшаҡ бөҙрә сәстәре минең битте һыйпайҙар. Ул сәстәрҙең һыйпауҙары, музыканың нескә һәм матур ҡылдары кеүек, минең эскә үтәләр. Тамаҡ төптәренә ниндәйҙер хуш, тәмле еҫтәр индерәләр.
Беҙҙең ике шинель дүрт кәүҙәне ҡапланы. Беҙ дүртебеҙ ике шинель аҫтында ҡалдыҡ. Ике шинель беҙҙең дүртебеҙгә өй булды. Хәҙер беҙ дүртәү шул «өй» эсендә ултырабыҙ. Ул шул тиклем уңай, ул шул тиклем йылы, унда шул тиклем рәхәт: шунда ҡуҙғалмай мәңге ултырғы, шунда мәңге ҡалғы килә.
Хәҙер бер «өй»ҙә дүртәү торабыҙ. Хәҙер унда икешәр-ике- шәр ике тормош йәшәй: береһе — Новиков менән Женя, икенсеһе — Ирочка менән мин. Ирочка ярты кәүҙәһе менән минең алға ятҡан. Мин уны ике ҡулым менән тығыҙ ҡыҫып алғанмын да уның бөҙрә сәстәре аша битенә башымды һалғанмын. Мин бөтә йылылығым менән уны йотам. Ул бөтә кәүҙәһе менән миңә йотола.
Хәҙер беҙҙең беребеҙ ҙә һөйләшмәй. Тик эске тойғолар менән генә янабыҙ. Бая һүҙһеҙ ултырыу үлем ине. Хәҙерге минутта һәр бер һүҙ артыҡ һәм килешһеҙ. Сөнки хәҙер йөрәктәр һөйләшәләр. Ьәр бер алынған һулыштар бер-береһен аңлашалар. Ирочканың йыш-йыш ҡына алған ҡайнар һулыштары минең уң беләккә тейәләр. Шунан улар эскә үтәләр, табандарға төшәләр...
Беҙ беседканан торғанда, таң һыҙылғайны. Икешәр-икешәр бер шинель аҫтында йортҡа ҡайттыҡ. Айырылғы килмәй. Ирочкалар начальниктарынан ҡурҡалар. Беҙ уларҙы оҙаттыҡ. Ләкин улар ишеккә барманылар. Тәҙрә төбөнә килделәр. Улар тәҙрәләрен бикһеҙ ҡалдырған булғандар. Хушлаштыҡ. Хушлашҡас, Ирочка минең беләккә башын ҡуйҙы. Ниңәлер үкһене. Минең беләккә бер нисә тамсы ҡайнар йәш тамды. Был минең өсөн ауыр булды. Гүйә, минең йөрәккә эҫе ҡурғаш тамған кеүек ауыр булды.
Улар тәҙрәнән инделәр. Беҙ, бер аҙ ситкә китеп, тағы ла тәҙрәгә ҡараныҡ. Таң яҡтыһында уларҙың шәүләләре айырым серле, айырым мөхәббәтле күренде. Беҙ тағы ла оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап торор инек, улар беҙгә «китегеҙ» тигән ишара яһанылар. Беҙ һүҙһеҙ генә бүлмәбеҙгә ҡайттыҡ. Беҙҙең һәр беребеҙ- ҙә үҙ тойғобоҙ ине. Ҡайтып сисенгәс, Новиков һуҙып ҡына:
-
Көтөлмәгән эш булды! — тине. Мин дә:
-
Да!.. — тинем дә башҡа һүҙ әйтмәнем. Новиков ни эшләгәндер, йоҡлағандырмы, әллә шул тойғолар эсендә ятҡандыр-
98
мы — мин уга ҡараманым, уның хәрәкәтенә ҡолаҡ та һалманым. Мин, таң яҡтыһына ҡарап, бик оҙаҡ йоҡлай алманым. Ьыҙылып яҙғы таң ата. Таң яҡтылығы ситендә бер йондоҙ йылтырай. Ул күскән кеүек, миңә табан килгән кеүек була. Мин унан күҙемде алам да эске тойғоға батам. Ул йылы, ул рәхәт, ул Ирочканың йылы, ҡайнар һулыштары менән һуғарылған, мин шуға төрөнгәнмен. Мин шуның эсендә ятам.
Бәлкем ул да йоҡламай торғандыр. Ул йоҡламағас, мин дә йоҡламайым.
ЕТЕНСЕ БҮЛЕК
Беҙ йоҡлай инек әле. Беҙҙе унтер-офицер Карташов уятты.
-
Беҙ һеҙҙе юғалттыҡ. Ьеҙ йоҡлап ятаһығыҙ икән, — тине. Ләкин һүҙҙәрен приказ юлы менән әйтмәне. Йомшаҡ һәм дуҫтарса әйтте. Новиков урынынан һикереп торҙо:
-
Ни бар?
-
Китәбеҙ, аттар егелгән. Команда күптән юлда инде. Әйҙә тиҙерәк йыйынығыҙ! — Карташовтың был һүҙе беҙгә уҡ кеүек ҡаҙалды. Мин ырғып тороп кейенә башланым. Новиков, күҙҙәрен тултырып, Карташовҡа ҡарап ҡалды. Карташов көлөмһөрәп:
-
Новиков, әллә йоҡоң туйманымы? — тип, уның арҡаһына һуҡты. Новиков карауатынан һикереп төштө лә аңра кеше һымаҡ:
-
Ни эшләп улай тиҙ уйланылар? — тип һорау бирҙе. Карташов ғәжәпләнгән ҡиәфәт менән:
-
Хәрби эш бит, уның иртәһе, һуңы юҡ. Поручик шулай приказ бирҙе, — тине лә сығырға ашыҡты. Ул арала мин кейенеп бөткәйнем, сумкаларҙы йыйыштыра инем. Новиков һаман бер итеген кейеп, икенсеһен тотоп уйланып ултыра ине. Мин уны ашыҡтырҙым:
-
Әйҙә, һуңға ҡалмайыҡ! — тинем. Ул миңә яуап ҡайтарманы, һөйләнмәйенсә генә кейенде. Мин, тәмәке тоҡандырып, тәҙрәнән ҡарап торам. Кисәге ваҡиға миңә төш кеүек тойола. Минең күңел ышанмай. «Ысынлап та шулай булдымы?» тигән һорауҙы үҙемә бирәм. Хәҙер уйҙар әкрен, һалмаҡ ҡына ағалар. Шөбһә менән ағалар. Кисәге күренештәр, миңә алыҫта, сағымланып, тулҡынланып күренәләр. Новиков миңә ҡысҡыра:
-
Йә, ни эшләп тораһың? — ти. Мин уға:
-
Ирочкалар тураһында уйлап торам әле, — тинем. Новиков ҡулына тотҡан сумкаһын кире карауатҡа атып бәрҙе. Артыҡ ғасабиланып1, тулҡынланып иҙәндә йөрөй башланы:
1
Достарыңызбен бөлісу: |