Р. Ғариповтың шиғырҙарында сағылған ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хисен уҡыусыларға еткереү һәм уларҙа ла шундай кисерештәр уятыу өсөн башта был хистәрҙе тыуҙырған тәбиғәт картиналарының һәм тормоштоң матурлығын күрһәтергә кәрәк. Шунан һуң ғына был хис һәм тойғоларҙы уҡыусыларға ла күсерергә, уларҙың да ошо хистәр менән тулҡынланыуына ирешергә мөмкин. Бының өсөн күп ваҡыт¬та уҡыусыларҙың электән кисергән хистәрен ҡуҙғатыу, ши¬ғырҙа һүрәтләнгән хистәргә оҡшаш кисерештәрҙе уятыу бик мөһим. Мәҫәлән. Ғ. Туҡайҙың «Йәйге таң хәтирәһе» шиғы¬рын үтер алдынан, уҡыусыларға йәйге иртәне күҙәтеүҙән тыуған хистәрен, тормошонда булып үткән йәйге иртә менән бәйле берәй ваҡиғаны, эпизодты иҫкә төшөрөү кәрәк. Н. Нәжмиҙең «Тыуған ҡатама йыр» шиғырын үтер алдынан, «Матур Өфө ҡалаһы» йырын йырлатыу. Өфөнөң берәй күре¬нешен тасуирлау, уҡыусыларҙың ҡала менән танышҡандан алған йәки уның ниндәйҙер күренешен, баҡсаһын, иҫтәлекле урынын картинанан ҡарағанда тыуған кисерештәрен иҫкә алыу уҡыусыларҙа был ҡаланың матурлығы менән һоҡла¬ныу, үҫеше менән ғорурланыу тойғоһон уята. Ошо хистәргә таяныу яңы дәресте әүҙем үҙләштереүгә ярҙам итә. «Тыуған ҡалама йыр» шиғыры башта яттан уҡыла йәки магнитофон¬дан тыңлана. Уҡыусыларҙа инеш әңгәмә ваҡытында тыуған тойғолар шиғырҙы уҡығанда көсәйтелә. Шул нигеҙҙә шиғыр¬ҙағы хистәр уҡыусылар тарафынан ҙур күтәренкелек, шат¬лыҡ, ғорурлыҡ менән ҡабул ителә.
Тәбиғәт лирикаһын үтер алдынан, экскурсияға барыу, был турала картиналар ҡарау, йырҙар йырлау, шиғырҙар уҡыу. уҡыусыларҙың тәбиғәт менән бәйле күңелле иҫтәлектә¬рен. уға ҡарата мөнәсәбәтен иҫкә төшөрөү ҙур әһәмиәткә эйә.
V-VI синыфтарҙа Ғ. Туҡайҙың «Йәй көнөндә», «Йәйге таң хәтирәһе» шиғырҙарын үҙ-ара сағыштырып өйрәнеү уңайлы. Был шиғырҙарҙы өйрәнеү картина буйынса әңгәмәнән һәм уҡыусыларҙың йәйге тәбиғәт тураһында һөйләүҙэренән башлана. Шиғырҙар тасуири уҡылғандан һуң, уҡыусылар йәй билдәләрен, йәйге ял һәм эштәрҙе, йәйге тәбиғәттән ал¬ған тәьҫирҙәрен һөйләп бирәләр. Был төшөнсәләрҙе байытыу өсөн әңгәмә үткәрелә һәм яҙғы тәбиғәттең шағирҙар, компо¬зиторҙар, рәссамдарға илһам биреүе, уларҙың ижадында ни¬сек сағылыуы тураһында һығымта яһала.
Тәбиғәт тураһындағы шиғырҙарҙы рәссамдар яҙған карти¬налар һәм музыка әҫәрҙәре менән бәйләп уҡытыу айырыуса эффектлы. Мәҫәлән, ҡышҡы тәбиғәт тураһында үткәндә, Ю. Клеверҙың «Ҡыш», И. Левитандың «Ҡыш көнө урманда», К. Юондың «Ҡыш», И. Шишкиндың «Ҡыш», К. Жаковтың «Ҡыш пейзажы» картиналарын файҙаланырға мөмкин.
Йәйге тәбиғәт тураһындағы шиғырҙарҙы үткәндә, И. Крам- скойҙың «Урман һуҡмағы», И. Шишкиндың «Иҫке парктағы быуа», Н. Ромадиндың «Урман шишмәһе». А. Куинджиҙың «Ҡайынлыҡ», Т. Яблонскаяның «Икмәк» тигән картиналары¬ның береһе йәки бер нисэһе буйынса әңгәмә үткәрергә мөмкин. Ошо картиналарҙы ҡарау һәм тәбиғәт тураһындағы музыка әҫәрҙәрен тыңлау һөҙөмтәһендә уҡыусылар рәссамдар¬ҙың тәбиғәтте һүрәтләгәндә ниндәй буяуҙар ҡулланыуын, композиторҙарҙың ниндәй тауыштар һайлауын беләләр.
Мостай Кәримдең «Ләйсән» шиғырында кеше менән тәби¬ғәт араһындағы гармония, кешенең туған тәбиғәт, тыуған ер менән айырылғыһыҙ булыуы идеяһы тағы ла көслөрәк сағы¬ла. Бында кешенең туған тәбиғәт, тыуған ер менән айырыл¬ғыһыҙ берҙәмлеге, уның ил, халыҡ яҙмышы менән йәшәүе, киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән ҡарауы оҫта бирелә. Ша¬ғир йәйге тәбиғәтте тасуирлау аша тормош матурлығын, тор¬мош күркәмлеген һүрәтләй. Шиғырҙағы быуҙар бөркөп ягҡан ҡыр, алтын офоҡтарға тоташҡан алтын ер. һутлы тупраҡ, игенсегә мөрәжәғәт иткән йылы балсыҡ, хуш еҫле бәрәләр тыуған ер образын күҙ алдына килтереп баҫтыра. Ә ерҙе йәшәрткән, бөрөлөргә хуш еҫ бөрккән йылы ләйсән ямғыры образы тыныслыҡ темаһын дөйөмләштергән символик образға әйләнә. Бында ерҙә кешегә йәшәү өсөн иң кәрәкле, иң изге булған тыуған ер һәм тыныслыҡ темалары бергә үрелеп үҫә.
Әкиәттәр темаһын өйрәнеү
Әкиәт халыҡ ижадының йөкмәткеһе яғынан иң бай, иң үҙенсәлекле бер төрө. Әкиәт ул халыҡтың уй-хыял емеше. Ни хәтле генә фантазияға ҡоролмаһын, уның нигеҙендә һәр ваҡыт тормош дөрөҫлөгө ята, халыҡтың бәхетле киләсәк һәм азат тормош тураһындағы хыял һәм өмөттәре, ынтылыш һәм теләктәре, донъяға ҡарашы сағыла. Былар бөтәһе лә әкиәттәрҙә фантастик образдар аша әйтеп бирелә. «Бик боронғо замандарҙа уҡ инде, - ти М. Горький, - кешеләр һауала осоу тураһында хыялланғандар, быны беҙ Фаэтон, Дедал һәм уның улы Икар тураһындағы легендаларҙан, шу¬лай уҡ оса торған балаҫ тураһындағы әкиәттәрҙән беләбеҙ. Ерҙә йөрөүҙе тиҙләтеү тураһында хыялланыу арҡаһында «тиҙ йөрөй торған итек» тураһында әкиәт тыуған, шунан аттан файҙалана башлағандар; йылғала һыу ағымынан тиҙерәк йөҙөү теләге ишкәк менән елкән уйлап сығарыуға сәбәп бул¬ған. Дошманды һәм йыртҡыс хайуанды алыҫтан тороп үлте¬реү теләге төҙ атыр өсөн эләкмәле ҡайыш, йәйә һәм уҡ уй¬лап табыуға килтергән. Бер көн эсендә әллә ни хәтле еп иләү һәм туҡыу мөмкинлеге хаҡында уйлау, боронғо хеҙмәт ҡоралдарының береһе булған орсоҡ һәм ҡабаны, примитив туҡыу станогын тыуҙырған һәм Василиса Премудрая тура¬һындағы әкиәт уйлап сығарылған» .
Әкиәттәрҙә халыҡтың яҡты аҡылы, саф күңеле, донъяға ҡарашы, эстетик идеалдары тағы ла асығыраҡ күренә. Улар¬ға эмоционаллек һәм оптимизм хас. Халыҡ ижады әҫәрҙә¬ренә төшөнкөлөк ят. Улар һәр ваҡыт геройҙың еңеүе менән тамамлана. Әкиәттәр уҡыусылар тарафынан яратып уҡыла һәм уларҙы идея-әхлаҡ яҡтан тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Әкиәт тип беҙ халыҡтың үткән тормошон һәм киләсәк хыялдарын сағылдырған телдән һөйләнә торған фантастик хикәйәгә әйтәбеҙ.
Халыҡ ижады әҫәрҙәрен өйрәнеү методтары һәм алымда¬ры уларҙың жанр үҙенсәлектәренән сығып билдәләнә.
Әкиәттәр йөкмәткеләренә ҡарап, өскә бүленә:
1) тылсымлы әкиәттәр;
2) тормош-көнкүреш әкиәттәре:
3) хайуандар тураһындағы әкиәттәр.
Тылсымлы әкиәттәрҙә фантастик элемент һәр ваҡытта төп урында тора. Унда кеше образы менән бергә дейеү, ен- пәрей, мәскәй кеүек фантастик образдар ҙа һүрәтләнә. Улар¬ҙың төп геройы - ҙур ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға һәләтле, аҡыллы, һәнәрле, көслө һәм ғәйрәтле ярлы егет. Ул халыҡ бәхете өсөн яуыз көстәргә ҡаршы көрәшә һәм һәр саҡ еңеп сыға.
Тылсымлы әкиәттәр килеп сығыу яғынан бик боронғо¬лар, художество эшләнеше яғынан да улар юғары торалар. Был төр әкиәттәр халыҡтың тәбиғәт серҙәренә төшөнөргә теләп то, уларҙы аңлай алмаған һәм ундағы күренештәр, үҙгәрештәр алла тарафынан яратыла, тип уйлаған боронғо бер заманда барлыҡҡа килгәндәр. Был әкиәттәрҙең нигеҙендә яуызлыҡ менән яҡшылыҡ араһындағы көрәш ята. V-VI си¬ныфтарҙа шундайҙарҙан «Ҡамыр батыр», «Урал батыр», «Аҡъял батыр», «Ҡариҙел» әкиәттәре үтелә.
Тормош-көнкүреш әкиәттәре һуңыраҡ, синфи йәмғиәт барлыҡҡа килгәс, ижад ителгәндәр. Унда фантастик әкиәткә хас серлелек, гылсымлылыҡ юҡ, йөкмәткеләре лә ябай. Бын¬дай әкиәттәр реалистик әкиәттәр тип йөрөтөләләр. Уларҙың төп геройҙары ярлы менән бай, мулла менән сауҙагәрҙәр. Был төр әкиәттәрҙә социаль мөнәсәбәттәр һәм ҡаршылыҡтар, башҡорт халҡының көнкүреше, һунарға йөрөүе, мал аҫрауы, йылҡы үрсетеүе, төрлө йыйындар, бәйгеләр, милли кейемдәре һ. б. үҙенсәлектәре сағыла. Социаль-көнкүреш әкиәттәренән «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте үтелә.
Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙең персонаждары - төрлө йәнлектәр. Бында улар барыһы ла кеше сифаттары менән тасуирланалар һәм кешеләр араһындағы социаль мөнәсәбәттәрҙе, ҡаршылыҡтарҙы сағылдыралар.
Әкиәт темаһын йомғаҡлағанда, уҡытыусы халыҡгың ҡасандыр ысынбарлыҡтан бик алыҫ торған фантастик хыял¬дарының хәҙер башлыса тормошҡа ашыуын аңлата. Халыҡ борон замандарҙа оса торғас балаҫ, үҙе йөрөй торған итек, терелткес һыу, урман булып ҡалҡын сыға торған тараҡ, күл йәки диңгеҙгә әйләнгән көҙгөләр тураһында хыялланған.
«Ҡамыр батыр» әкиәте тылсымлы әкиәттәр рәтенә инә. Унда халыҡтың иң яҡшы сифаттарын кәүҙәләндергән фантас¬тик образдар - Ҡамыр батыр, Күлуртлар батыр. Уғатар батыр, Ертындар батырҙар һүрәтләнә, уларҙың иң яуыз дейеү батша менән көрәше сағылдырыла. Әкиәттә халыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәше һәм был көрәштә еңеп сығыуын тасуирлау төп урынды алып тора. Бында фантастик форма¬ла халыҡҡа мөхәббәт, уның яуыз батшалар хокөмөн еңеп, азатлыҡҡа сығасағы күрһәтелә. Халыҡ дейеү батшаны, уның ялсыларын күрә алмай, о халыҡ бәхете өсөн көрәшкән Ҡамыр батыр, Күлуртлар батыр кеүектәрҙе ғәҙәттән тыш көслө, ҡыйыу, аҡыллы итеп һүрәтләй.
Әкиәткә бирелгән беренсе дәрестә уҡытыусы уны үҙе һөйләп сыға һәм йөкмәтке буйынса әңгәмә алып бара. Икен¬се дәрестә әкиәт ролдәргә бүлеп һөйләтелә һәм анализлана.
Әкиәтте бер нисә ҡат һөйләтеп сыҡҡандан һуң, уҡыусы¬ларҙың иғтибарын ундағы иң мөһим ваҡиғаларға йүнәлтеп, уларҙы хәтерҙә ҡалдырыу маҡсатында һорауҙар бирелә. Әңгәмә йәки уҡыусыларҙан һөйләтеү юлы менән йөкмәтке нығытыла. Өйҙә уҡыусыларға үҙҙәренә иң ныҡ оҡшаған ци¬таталарҙы яҙып алырға, әкиәттең йөкмәткеһен тексҡа яҡын итеп һөйләргә өйрәнеп килергә ҡушыла.
Тексты үҙләштереү эшен яҡшыртыу өсөн, бөтә синыф уҡыусыларына ролдәр бүлеп биреү ҙә эффектлы. Былай һөйләтеү дәресте йәнләндереп ебәрә, уҡыусыларҙың әүҙемле¬ген арттыра.
Әкиәтте тексҡа яҡын итеп һөйләргә өйрәнгәс, уның идея йөкмәткеһе, образдары һәм теле өҫтөндә күҙәтеү алып бары¬ла. Дәрес, ғәҙәттә, әңгәмә юлы менән үткәрелә.
һорауҙарға яуап алғандан һуң, бер-ике уҡыусы, бөтә һөйләгәндәрҙе дөйөмләштереп, образдарға тулы ҡылыҡһырла¬ма бирә. Өйҙә йәки синыфта Ҡамыр батыр образына яҙма ҡылыҡһырлама төҙөү эшен тапшырырға мөмкин. Синыф ал¬дына ҡуйылған һорауҙар әҫәрҙең идея йөкмәткеһен, тел үҙенсәлектәрен, образдарҙы асыу маҡсатына йүнәлтергә тейеш.
«Урал батыр» әкиәтен үткәндә әңгәмә юлы менән әкиәт¬тең нигеҙендә төп конфликт булып яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәше ятыуы аңлатыла. Ошо конфликт образдарҙы төркөмләү принциптарын да билдәләй. Бер яҡта Урал ба¬тыр. Ҡарағаш, уларҙың улдары Иҙел, Яйыҡ, һаҡмар. Аҡбу¬ҙат һәм халыҡ образдары торһа, икенсе яҡта яуызлыҡты кәүҙәләндергән образдар тороуы төшөндөрөлә. Уҡыусылар текстан сығып, был әкиәттәге традицион башланыу һәм та¬мамланыуҙарҙы, ҡабатлауҙарҙы (туғыҙ тоҡ, туғыҙ башлы дейеү¬ҙең туғыҙ балаһы) күрһәтәләр. Шул рәүешле әкиәттең үҙен¬сәлектәре асыҡлана һәм Ураз батыр образында халыҡтың иң яҡшы идеалдары сағылыуы билдәләнә.
Образға ҡылыҡһырлама биргәндә, уҡыусыларҙың иғтибары Урат батырҙың ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүе, атаһының һүҙенә нисек ҡарауы, атаһынан алмас ҡылыс алғанда, уға нисек яуап биреүе, дейеү менән көрәштә үҙен нисск тотоуы һ. б. деталдәргә йүнәлтелә. «Урал батырҙың еңеүе халыҡҡа нимә атып килә? Ул үлер алдынан ни өсөн Терсһыуҙан баш тарта?» кеүек һорауҙар уҡыусыларҙы әкиәттә халыҡтың азат¬лыҡ өсөн көрәше, тәбиғәттең, тормоштоң, ерҙәге тереклектең үлемһеҙлеге идеяһы дөйөмләштерелеүен аңлауға алып килә.
Урат батыр образын ҡылыҡһырлай торған төп сифаттар¬ҙың береһе булып халыҡ бәхете өсөн, ерҙә тереклектең мәңгелеге өсөн үҙ бәхете, ғүмерен генә түгел, үҙ балалары¬ның ғүмерен дә ҡорбан итеү тора.
Урал батыр кеүек үҙ ғүмерен халыҡ бәхете өсөн ҡорбан иткән геройҙар образын беҙ башҡа халыҡгар фольклорында, әҙәбиәттә һәм грек мифологияһында күп осратабыҙ. Был урында уҡытыусыға грек мифологияһындағы Прометей обра¬зын иҫкә төшөрөү урынлы. Урал батыр образы Прометей һәм башҡа халыҡтар фольклорындағы ошондай образдар менән сағыштырыла, улар өсөн уртаҡ сифаттар билдәләнә, төрлө халыҡтар өсөн уртаҡ идеалдар күрһәтелә.
Урал батыр бигерәк тә Прометей образына яҡын тора. Ул ауырып ятҡанда һауыҡтыра, үлемде еңә торған Те- реһыуҙы ҡотҡарыу өсөн үҙен-үҙе аямай көрәшкә сыға. Ха¬лыҡҡа һыу етмәй башлағас, ул үҙ улдары Иҙел, Яйыҡ һәм Һаҡмарҙы һыу табырға сығарып ебәрә. Уларҙың артынан Ағиҙел, Яйыҡ, Һаҡмар йылғалары барлыҡҡа килә. Урал ба¬тыр ҡартайғас, уға халыҡ бер мөгөҙ Тереһыу йыйып алып килеп: «Тамсыһын да ҡалдырмай эс, Урал батыр!» - тип үтенә. Урал батыр мөгөҙҙәге һыуҙы уртлап алып, бер там¬сыһын да йотмай, бер алдына, бер артына әйләнеп, бер уңға. бер һулға ҡарап, бөтә тирә-яҡҡа бөркөп ебәрә. Шунан үҙе: «Мин бер кеше, һеҙ - күп кеше; мин түгел, ә ер-һыу үлемһеҙ булһын, ерҙә кешеләр шат, рәхәт йәшәһен!» - тип, ерҙә тереклектең мәңгелеге өсөн үҙ ғүмерен бирә.
Әкиәттәрҙең үҙенсәлектәре асыҡланып, уларҙа боронғо халыҡтың уйы. теләге, хыялы, азатлыҡ өсөн көрәше сағы¬лыуы, ысынбарлыҡ һәм фантастика элементтарының булыуы тураһында йомғаҡ яһат.
Әкиәттәрҙә реаль тормош-көнкүреш ваҡиғаларын фантас¬тик образдар һәм тылсымлы күренештәр, хайуандар образда¬ры ярҙамында һүрәтләү шул заман кешеләренең аң кимәле менән бәйләнгән һәм тик шул замандың емеше булып тора.
Мәҫәлдәрҙе өйрәнеү
Был жанрға хас үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү уҡыусыларға башланғыс синыфтарҙан таныш булған мәҫәлдәрҙе, унда ҡат¬нашҡан геройҙарҙы, уларҙа сағылған төп фекерҙәрҙе иҫкә төшөрөү менән башлана. Бының өсөн мәҫәлдәр ятҡа һөй- ләтелә, уҡытыла һәм магнитофондан тындатыла, иллюстрация¬лар буйынса әңгәмә, ролләп уҡытыу үткәрелә.
Элек үтелгән материалға нигеҙләнеп, уҡытыусы яңы ма¬териалды өйрәнеүгә күсә.
Мәҫәлдәрҙе үткәндә уларҙың шиғыр менән яҙылған хикәйә булыуын, төп персонаждар итеп хайуандар һәм ке¬шеләр, конкрет нәмәләр алынып, уларҙа кеше тормошо алле¬горик характерҙа яҡтыртылыуын, был образдар аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сатирик фашлау, төп фекерҙе аңлатыусы әхлаҡ менән башланыу йәки тамамланыу кеүек үҙенсәлектәрен балаларға еткерергә кәрәк.
Мәҫәлде өйрәнеү, ғәҙәттә, уҡытыусының тасуири уҡыуы йәки алдан магнитофонға яҙылған тексты тыңлау менән башланып китә. Беренсе ҡат уҡығанда аңлатмалар бирергә, лексик-фамматик эштәр үткәрергә ярамай. Был саҡта мәҫәлдең йөкмәткеһен, образдарын туранан-тура ҡабул итеүгә ире¬шергә кәрәк.
Уҡығанда һәм йөкмәтке буйынса әңгәмә яһағанда уҡыусы¬ларҙың иғтибары геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәтенә, үҙҙәрен то- тоуына, ҡылығына йүнәлтелеп, геройҙарҙың һәм улар менән бәйле тормош күренештәренең күҙ алдына тере итеп баҫты- рылыуына ирешеү талап ителә. Бының өсөн, әҫәр тотош уҡылғас, бүлекләп уҡыу ойошторола, һәр геройҙың тышҡы ҡиәфәте, телмәре тикшерелә.
Уҡыусылар текстағы һүҙҙәрҙе үҙләштереп, унда һүрәтлән¬гән образдарҙы күҙ алдына килтерәләр һәм улар тураһында һөйләп бирәләр. Геройҙарға, улар тормошона бәйле ваҡиға¬ларға ҡарата һорауҙар ҡуйыла.
«һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлен өйрәнгәндә әҫәр тәү ҡат тотош, икенсе ҡат бүлекләп уҡыла һәм әңгәмә үткәреү юлы менән йөкмәткеһе үҙләштерелә. Уҡытыусы мәҫәлдәге образдарҙы уҡыусыларҙың күҙ алдына баҫтырыу өҫтөндә эшләй һәм һәр береһенә ҡылыҡһырлама төҙөтә.
Мәҫәлдәрдең жанр үҙенсәлектәрен йомғаҡлап, уҡытыусы уларҙың драматик композициялы булыуын, уның ике йәки бер нисә персонаж араһындағы киҫкен бәрелешкә ҡороло- уын, төп фекерҙе әйтеп биреүсе әхлаҡ менән тамамланыуын күрһәтә.
Мәҫәлдәр буйынса синыфтан тыш эштәр ҙә күбеһенсә инсценировкалар ҡуйыу, ятҡа һөйләү, тасуири уҡыу конкурс¬тары рәүешендә үткәрелә. Кисә үткәреләсәк бүлмәне йыһаз¬ландырғанда әҫәрҙән өҙөктәр, уларға ҡарата һорауҙар, иллю¬страциялар элеп ҡуйырға кәрәк.
Драма әҫәрҙәрен өйрәнеү үҙенсәлектәре
Драма әҫәре сәхнәлә уйнау өсөн яҙыла. Бында ысынбар¬лыҡтың тәьҫире артистарҙың уйнауы менән көсәйтелә. Уҡыусылар ҡараған спектаклдәр буйынса драма әҫәрҙәренең үҙенсәлектәре менән бер ни тиклем таныш булалар. Шуның өсөн дәрестә таныштырыу уҡыусыларҙың элек алған тәьҫир¬ҙәре һәм тәжрибәләре тураһында әңгәмә яһауҙан башлана. Бының өсөн драма әҫәре уҡылып, образдары идея-тематик йөкмәткеһе яғынан анализлана, унан һуң уҡыусыларға та¬ныш булған хикәйә, повестар менән сағыштырып ҡарала. Мәҫәлән, М. Ғафуриҙың «Шағирҙың алтын приискыһында» әҫәрендә яҙыусы башта мәҙрәсәлә йәшәгән шәкерттәрҙең хәлен һөйләп таныштыра, ә драма әҫәрендә был рәүешле хикәйә итеү, геройҙар тураһында авторҙың ҡылыҡһырлама биреүе, уларҙың портретын тасуирлау һ. б. булмай.
Уҡыусылар эпик әҫәрҙәрҙә яҙыусының ваҡиғалар, ке¬шеләр тураһында хикәйә итеүе төп урынды алһа. драма әҫәрҙәрендә төп урынды геройҙарҙың ҡара-ҡаршы һөйләшеүе (диалогтар) алып тора тигән һығымтаға киләләр. Эпик әҫәрҙәге геройҙарға бирелә торған автор ҡылыҡһырламаһы урынына бында ҡатнашыусыларҙың исемлеге һәм геройҙың ниндәй кеше, нисә йәштә булыуы, ҡайҙа эшләүе тураһында мәғлүмәттәр бирелә. Драма әҫәрҙәрендә, бынан тыш, герой¬ҙарҙың хәрәкәтен, сәхнәгә инеүен, сығыуын күрһәткән автор һүҙҙәре (ремаркалар) бирелә, ваҡиғалар барған урынды тасу¬ирлау сәхнәләге декорация менән, геройҙарҙың эске донъя¬һын, характерын асыу артистарҙың уйнауы менән тултырыла.
Драма әҫәрҙәрен өйрәнгәндә, коллектив рәүештә театрға барыу, унда режиссерҙың, артистарҙың пьесала идея һәм ха¬рактерҙарҙы нисек асыуын өйрәнеү, спектаклгә барғандан һуң. үҙ ҡараштарын, фекерҙәрен яҙҙырыу, фекер алышыуҙар, дискуссиялар ойоштороу, бигерәк тә хикәйә, повестар бу¬йынса инсценировкалар төҙөү кеүек эштәр ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, VII синыфта М. Кәримдең «Айгөл иле», VIII синыфта Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаларын үткәндә, уҡыусылар драма әҫәрҙәренә хас жанр үҙенсәлектәре менән таныштырыла. «Айгөл иле» драмаһын үтер алдынан, уҡытыу¬сы уҡыусыларҙы театрға алып барып, унда балалар йәшенә яраҡлы ниндәй ҙә булһа спектакль ҡарауҙы ойоштороу һәм уны синыфта тикшереү, шулай уҡ театр сәнғәтенең балет, опера кеүек төрҙәре менән таныштырыу, шул юл менән был жанрҙың үҙенсәлектәрен аңлатыу маҡсатын ҡуя.
Инеш дәрестә уҡыусылар спектаклде ҡарау һөҙөмтәһендә тыуған тәьҫораттары менән бүлешәләр. Сәхнә өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙең шаршауҙарға, күренештәргә бүленеше, унда ролдәр- ҙең актерҙар тарафынан башҡарылыуы, костюмдар, грим, бу¬тафория, декорация тураһында төшөнсәләр алалар. Шул уҡ дәрестә уҡытыусы Башҡортостандың драма, опера һәм балет театрҙары, сәнғәт оҫталарының эшмәкәрлеге менән таныштыра.
Уҡытыусының алдан ҡушыуы буйынса, уҡыусылар драма¬ны өйҙә уҡып, уның йөкмәткеһе менән танышалар. Бер нисә уҡыусы өйҙә ролләп уҡыу күнекмәләрен үтәп килә һәм дәрестә драма таҡта янына сығып ролдәргә бүлеп уҡыла. Йөкмәткене үҙләштергәндән һуң анализ яһала, уның образдар системаһы, сюжет элементтары (төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү), ваҡиғалар үҫешендәге сәбәп-ваҡыт бәйләнеше, теге йәки был ваҡиғаларҙың, эпизод, күренештәр¬ҙең конфликт үҫешендәге әһәмиәте кеүек мәсьәләләр асыҡ¬лана. Был компоненттарҙың эпик әҫәрҙәрҙәге һымаҡ булыуы аңлатылып, драма әҫәрҙәренә генә хас үҙенсәлектәрҙе сағыл¬дырған компоненттар билдәләнә. Бында әңгәмә юлы менән драманың шаршау, акт, күренештәргә бүленеүе, шулай уҡ диалог, монолог, реплика, ҡатнашыусылар исемлеге, ремар¬калар тураһында аңлатыла. Ваҡиғаларҙың ҙур көсөргәнешлек менән үҫеүе, конфликттың киҫкен булыуы, геройҙар теленең ныҡ индивидуалләштерелеп бирелеүе күрһәтелә. Уҡыусылар драма әҫәрҙәре менән эпик әҫәрҙәр араһындағы айырманы хикәйәләү характерындағы әҫәрҙәргә хас сюжеттан тыш эле¬менттарҙың (авторҙың хикәйәләү, образдарға, әйберҙәргә ав¬тор ҡылыҡһырламаһы) булмауын билдәләп үтәләр.
Уҡылған өлөштәрҙең йөкмәткеһен һөйләтеп сыҡҡандан һуң, ҡайһы бер өҙөктәр ролләп уҡыла, унан һуң һорауҙар ҡуйыла һәм эш бирелә.
Был картинала ваҡиға ниндәй урында бара?
Драмалағы образдарҙы ниндәй төркөмдәргә бүлергә мөмкин?
Ыңғай һәм кире образдарға кемдәр инә, һанап бирегеҙ.
Драмала төп ҡаршылыҡ кемдәр араһында бара? Был ҡар¬шылыҡ нисек башлана, үҫә һәм кульминацион нөктәһенә етә?
Драма нисә шаршауҙан, нисә күренештән тора? Ҡатна¬шыусыларҙың исемлегендә геройҙарға ниндәй ҡылыҡһырлама бирелгән?
Диалогтарҙа, монологтарҙа геройҙарҙың характеры нисек асыла? Миҫалдар килтерегеҙ.
Ремаркалар табып күрһәтегеҙ.
Декорация нисек булырға тейеш? Ул нисек алмашына?
Ошондай һорауҙар ярҙамында әҫәрҙе тикшереп сыҡҡан¬дың һуңында образдарға яҙма ҡылыҡһырлама төҙөргә, драма тураһында төшөнсәне уҡып, яратҡан сәхнә әҫәрен тикшереп килергә өйгә эш бирелә.
Үткәнде йомғаҡлау (синтезлау) дәрестәре
Методик әҙәбиәттә әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеүҙә мөһим өс этап билдәле: беренсе этап - инеш дәрестәр, икенсеһе - әҙәби әҫәрҙең тексы өҫтөндә эш, өсөнсөһө - йомғаҡлау дәрестәре. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ошондай этаптарға бүлеп өйрәнеү психология фәне өлкәһендәге аҡыл эшмәкәрлеге закондары хаҡындағы теоретик положениелар нигеҙендә тормошҡа ашы¬рыла һәм уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләү һәләтлектәрен үҫтереү маҡсатына хеҙмәт итә.
Уҡыусыларҙың фекерләү әүҙемлеген үҫтереүҙә анализды синтез менән, конкретлаштырыуҙы - абстрактлаштырыу, ин¬дукцияны - дедукция, фекер йөрөтөүҙе иҫбатлау менән диа¬лектик берҙәмлектә алып барыу талап ителә. Ләкин был ва¬ҡытта уҡытыусы уҡыусыларҙың фекерләүен үҫтереүҙә сәнғәт әҫәре менән эш итеүен һәр саҡ иҫендә тоторға, әҙәбиәттә фекерләүҙең образлы эмоциональ булыуын, әҫәрҙәге образ, картиналарҙы бөтөн күренеш итеп күҙ алдына килтерә белеү, эстетик-эмоциональ ҡабул итеү һәләтлеге менән бәйле булыуын иҫтә тоторға тейеш.
Әҙәби әҫәрҙе эмоциональ-эстетик ҡабул итеү уның идея мәғәнәһен аңлауға, ә һуңғыһы эстетик тойғоно тәрәнәйтеүгә ярҙам итә.
Әҙәбиәтте өйрәнеүҙә йомғаҡлау һәр ваҡыт уҡыусылар менән эмоциональ-эстетик ҡабул ителгән фекер һәм тойғолар¬ҙы дөйөмләштереү, һөҙөмтә сығарыу юлы менән үҙләштереү, уны нығытыу һәм тамамлап ҡуйыуҙы күҙ уңында тота.
Йомғаҡлау дәрестәре төрлө маҡсаттан сығып үткәрелергә мөмкин. Йомғаҡ һүҙ, ғәҙәттә, уҡытыусы тарафынан әйтелә. Ләкин уҡыусыларҙың йомғаҡлай белеүен талап итеү фе¬керләү эшмәкәрлеген үҫтереүҙә айырыуса мөһим урын тота.
Йомғаҡлау дәрестәрен үткәреүҙең метод һәм алымдары һәр ваҡыт уның маҡсаты менән билдәләнә.
Йомғаҡлау инеш әңгәмәнән һуң да. өйгә бирелгән эште тикшереү, ҡабатлауҙан һуң да. яңы дәрес аңлатыу, уны ны¬ғытыуҙан һуң да булырға мөмкин.
Бер әҫәрҙе, бер теманы, ҙур бүлектәрҙе йәки бөтә уҡыу материалын үтеп бөткәс, айырым проблемалар буйынса ла йомғаҡлау дәрестәре үткәрелергә мөмкин. Уға һәр осраҡта махсус дәрес бүлеү мотлаҡ түгел. Бик ҡыҫҡа ғына йомғаҡ¬лауҙар, ғәҙәттә, дәрестә бер нисә мәртәбә, э махсус дәрес йәки дәрестең күп өлөшөн алып торған йомғаҡлауҙар ҙур проблемалар, ҙур темалар буйынса ғына үткәрелә.
Йомғаҡлау дәрестәрендә материал, юғарыла билдәләп үткәнсә, системалаштырыла, төрлө әҙәби күренештәрҙе са¬ғыштырыу юлы менән уларҙың иң әһәмиәтле, мөһим бул¬ғандары ғына һайлап алына һәм дөйөмләштерелә. Материал¬ды йомғаҡлау, дөйөмләштереү бигерәк тә шуның менән әһәмиәтле: унда элек өйрәнелгән факттар, күренештәрҙең яңы яҡгары, яңы сифаттары асыла, улар, концентрацияла¬нып, һығымта итеп бирелә, йәғни йомғаҡлауға һәр саҡ үҫеш, яңылыҡ элементы хас.
М. Ғафури, Р. Ниғмәти. Б. Бикбай. М. Кәрим кеүек яҙыусыларҙың ижадын өйрәнер алдынан, уларҙың түбәнге синыфтарҙа үтелгән әҫәрҙәрен ҡабатлау, айырыуса әһәмиәтле урындарын тағы ла бер ҡат күҙҙән үткәреү белемдәрҙе сис- темалаштырыуҙа, әҫәрҙе бер бөтөн итеп ҡабул итеүҙә мөһим урын тота. Мәктәп практикаһында яңы материалды элек үтелгән материалдар менән бәйләп ҡабатлау, йомғаҡлау принцибы киң ҡулланыла. Беренсенән, бында темалары оҡшаш әҫәрҙәр үҙ-ара сағыштырыу юлы менән ҡабатлана. Мәҫәлән, көҙгө, ҡышҡы, яҙғы һәм йәйге тәбиғәт тураһын¬дағы шиғырҙарҙы үткәндә, түбәнге синыфтарҙа шул уҡ темаға яҙылған әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү, уларҙы бер-береһе менән сағыштырыу; Ватан һуғышы осорон сағылдырған тыуған ил темаһына яҙылған әҫәрҙәрҙе үҙ-ара сағыштырып үтеү уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә әһәмиәтле.
Йомғаҡлау дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем һәм күнек¬мәләрен иҫәпкә алыуға ла ҙур иғтибар бирергә кәрәк.
Айырым осраҡтарҙа уҡыусыларҙың белемен һынау өсөн һорауҙарҙы билет формаһында яҙып таратып, уларға телдән йәки яҙма яуап алыу. контроль изложениелар, иншалар яҙыу кеүек алымлар ҙа файҙаланыла.
V-VII1 СИНЫФТАРҘА ӘҘӘБИӘТ ТЕОРИЯҺЫН ӨЙРӘНЕҮ
V—VIII синыфтар программаһында художестволы әҫәр¬ҙәрҙе үтеүгә бәйләп әҙәбиәт теорияһы буйынса ла белем биреү ҡаралған. Алынған белем системаһы әҫәрҙе дөрөҫ аңларға һәм баһаларға, әҙәби текст өҫтөндә күҙәтеүҙәрҙе дөйөмләштерә белергә өйрәтә, тәнҡитле ҡараш һәм эстетик зауыҡ тәрбиәләй.
Был синыфтарҙа дәрестә өйрәнеү өсөн тәҡдим ителгән материал икегә: фольклор һәм әҙәбиәт әҫәрҙәренә бүленә.
VI синыфта фольклор жанрҙары тураһында V синыфта алған белемдәр тэрәнәйтелә, өҫтәп бәйеттәр, таҡмаҡтар тура¬һында төшөнсә бирелә. Артабан әҙәби текстар менән бәйләп гипербола, метафора, портрет, диалектизм һәм архаизмдар, импровизация һәм импровизатор, әҫәрҙә хикәйәләүҙең герой һәм автор һүҙе менән бирелеше, хикәйә тураһындағы төшөнсәне ҡабатлау һәм эпизод тураһында төшөнсә биреү, әҫәр теленең әҙәби эшләнеше, шиғырҙарҙың поэтик теле өҫтөндә күҙәтеүҙәр, һөйләгәндә һәм яҙғанда поэтик тел үрнәктәрен файҙалана белеү, хикәйәләү һәм тасуирлау тура¬һындағы төшөнсәне тәрәнәйтеү, диалог тураһында төшөнсә биреү, ритм, строфа тураһында белемдәрен нығытыу, әҫәрҙең композицияһын өйрәнеүгә әҙерлек рәүешендә хикәйә¬нең өлөштәре менән таныштырыу, хәрәкәт үҫеше тураһында мәғлүмәттәр биреү күҙ алдында тотола.
Достарыңызбен бөлісу: |