Бында инеү тыйыла, тәртип боҙғандарға – суд!
Һыуға нефть продукттары түккән өсөн суд!
Ә бына быныһы бөтә булған күсәрлеләргә киҫәтеү:
Иптәштәр! Социалистик милекте һаҡлау хаҡына нефть ҡалдыҡтарын түкмәгеҙ, тәгәрмәс майын тамыҙмағыҙ. Бының менән һеҙ Ватаныбыҙҙың миллионлаған һумдарын янда ҡалдыраһығыҙ. Нәфрәт һәм хурлыҡ көпсәгенән май тамыҙған әрпешкә!
Һуңғы ғәләмәтте уҡығас Әхмәт, үҙенең хәҙерге хәле ни тиклем генә ҡурҡыныслы һәм ҡайғылы булмаһын, ҡысҡырып көлөп ебәрмәй түҙә алманы. Ҡултыҡ һыуы өҫтөндә йыл әйләнәһенә ике иле ҡалынлыҡ май ятҡанда парадокс ине был. Судноларҙа һаҡлыҡ бактар булмау сәбәпле, һәр йөҙ сәғәт эш һайын двигателдәрҙә иҫкергән майҙы йөҙәр килограмлап ауҙаралар ине бахыр Ағиҙелгә. Түрәләр ҙә, пожарниктар ҙа быға күҙ ҡырыйы менән ҡаранылар, уларҙың был өлкәләге көрәше таҡтаға иғлан яҙып элеүҙән ары уҙманы. Әүәлге замандарҙа себен кеүек ҡайнашып йөрөгән балыҡтар шул бысраҡтан ағыуланып ҡырылып бөттө. Эшсе йәштәр иҙелдә һыу ҡойоноуҙан бөтөнләйгә мәхрүм булды, ә ошоно белмәгән ҡаҙ-өйрәктәр ихаталарына ҡаҙан таҙартҡан кочегарҙарҙай ҡуйы мазутҡа буялып ҡайталар ине. Әммә Әхмәттең ҡысҡырып көлөүе үҙе өсөн фажиғәгә әүерелде: Дөмпөш Имай, ике ярҙамсыһы менән берлектә, уны ҡамап уҡ алды. Әхмәт, эҙен яҙлыҡтырмаҡҡа, иҫке баржа һөлдәләре өйөлгән ҡараңғылыҡҡа йомолдо. Аяҡ дөпөлдәүҙәрен ишеткән хәлдә, серек траптан баржаға күтәрелде. Ары ҡасыр урын юҡ: йә һыуға һикерергә, йә, үрмәксе ауына ҡапҡан ахмаҡ себендәй, Дөмпөш ҡулына ҡалырға тура киләсәк... Инде генә яғаһынан алдыҡ тигәндәрендә, таштай елләнеп, борт тышына ырғыны, нефть тамсыларын сәсрәтә-сәсрәтә шаптырҙап йөҙөп китте. Пираттарҙың береһе һыу ситенә килеп баҫты ла, төшөргә баҙамай, кире китте. Әхмәт, күпмелер йөҙөп барғандан һуң ярға сығып, металл сүплегенең арғы осона йүгергәйне, тегеләр күҙҙән яҙҙырҙылар, сөнки егеттең майский аҡ костюмы инде мазут һеңдереп ҡара төн төҫөн алғайны. Пираттар, шырпы һыҙып, тимер-томор араһынан эҙләнәләр ине һаман. Береһенең шырпыһынан күләүеккә ут ҡабып, пожарниктар сабышып килеп етте, бер юлы бер-нисә һемәктән һыу һиптерелде...
Әхмәт урау-урау юлдарҙан бата-сума өйөнә ҡайтып ингәндә, сәғәт төнгө икенсе яртыны һуҡҡайны. Өҫ-башын алмаштырып, йыуынып, тәҙрәнән төшкән шыйыҡ Ай яҡтыһында һәрмәнеп ҡапҡыланы – ниңәлер электр һүнгәйне. Оҙаҡ көтөп алған һөйөклө әсәһе эргәһендә булмағас, аш үтмәне тамағына. Шопорлатып бер стакан һалҡын сәй генә эсте лә, ишек һәм тәҙрәләрҙең бикләнешен тикшереп, Дөмпөш янаған һөжүмде кире ҡағырға әҙерләнде. Был барактың тәҙрәләренең күпселеге тимер рәшәткәле булып, Әхмәт өлөшөнә төшкән бүлмәнеке генә ни өсөндөр ҡурсаулыҡһыҙ ҡалдырылғайны һәм пираттарҙы, әгәр ябырылһалар, ылғый шунан көтөргә кәрәк ине. Сикә тамырҙары бүртеп, башы шаулап, тәҙрә яңағы йәнәшәһенә ултырғысҡа сүгәләне, утын ярғыс балтаны иҙәнгә һалды. Шыйыҡ ҡына һарҡылған Ай яҡтыһы ла, стенала тыҡылдап торған сәғәт тә, шулай уҡ яҙғы йомшаҡ төн һәм бөтә бәхетле донъя уға шомло, ҡайғылы зират бушлығылай тойолдо. Моңайып, вузды бөткәндән һуң юллама буйынса Ҡултыҡҡа эшкә килгәнендәге күңел елкеткес нурлы хистәрен хәтерләне. Һис тә былай булыр тип уйламағайны, эшләп йөрөп белемемде арттырырмын, күңел асырмын, яҡшы дуҫтар табырмын, тип хыялланғайны, бөтәһе тәкмәсләне. Юғары белемле булһа ла, “тәүҙә нужа һурпаһын эс әле” тип, ябай слесарь итеп ҡуйҙылар. Зыялы дуҫтар урынына боҙоҡ араҡы мискәләре, мәҙәниәтле күңел асыу урынына хулиганлыҡ һәм йәшерелмәгән йәбер-золомһағаланы. Изге ниәтле алдынғы йәштәр ҙә, дөрөҫ етәкселек булмау сәбәпле, аҡрынлап шул уҡ һаҙға баталар ине. Өҫтәүенә... Дөмпөш тигәне арҡыры төштө бына юлға. “Башҡалар кеүек, башты алып ҡасһам да булаһы икән был пираттар ҡултығынан”... тип әрнене Әхмәт, үкенеп.
Ҡалғып ултыра торғас, керпектәре тынысһыҙ серемгә тала башлағас, ҡапыл тертләп уянды – тыш яҡлап тәҙрә төбөндә шиклеҡыштырҙау ишетелде -- шулар! Инде ни хәл итергә? Был тәҙрәһенең ике яғынан башҡа тәҙрәләр теҙелеп торһа ла, һөрән һалып күршеләрҙән ярҙам көтөү өмөтһөҙ – ишетмәйҙәр ҙә күрмәйҙәр. Милицияға шылтыратырға телефон юҡ, булғанда ла ул килеп етмәйәсәк. Икенең берен хәл ҡылыу үҙенә генә ҡала... Көллө тәне менән ҡалтыранған Әхмәт, һалҡын стенаға арҡаһын терәп, ситкәрәк шыуҙы, сатнаҡ быяла ярығынан һарҡылыусы тынҡыш мөңгөрҙәүҙәргә ҡолаҡ һалды. Атаман Дөмпөш пираттарына вазифалар йөкмәтә:
Дөмпөш. Мә кастет, мә финка. Өнөн сығартмай тонсоҡтор. Ә һин, Очкастый, ҡапҡа төбөнән күҙәт... һыҙғырырһың. Хәҙер юл асып бирәм (тәҙрә һыламын ҡуптарып, быяла өлгөһөн алды). Бар, Архар, шыуыш (береһенең мышнап нигеҙгә менеүе ишетелде).
Архар. Булмай, бөгөнгә ҡалдырайыҡ... ҡурҡыныс... Ул һағалап торалыр.
Дөмпөш. Коз-зел, ин тиҙерәк!
Архар. Булмай! Мин... (аңлашылманы).
Дөмпөш. Коз-зел! Бир фуражкаңды. (Янап) Табан тайҙыраһы булма, түбә ҡабың миндә. Бына былай итеп инәләр уны!
Дөмпөш үҙе менеп баҫты нигеҙгә. Тәҙрә үтә Ай яҡтыһында ҡаҙандай ҙур башының ҡара шәүләһе ятты иҙәнгә. Йылан телеләй һуҙылған һул ҡулы менән тәҙрә тупһаһының эске ҡырыйына тотоноп, уң ҡулын алға һонғайны, яҫы йөҙлө оҙон бысаҡ Ай нурында янаулы ялтыраны, “зар-режу!” тигән таныш һөрән бөтә барак күләмен яңғыратып, кешеләрҙе өйҙәрендә уттарын һүндерергә, һулыштарын ҡыҫып, йөрәктәре дарҫ-дорҫ ҡағып, тыңлап ятырға мәжбүр итте. Һулышын саҡ алып баҫып торған Әхмәт, электрланғандай ҡапыл үрелеп, иҙәндән балтаны алды, ҡушҡуллап башы өҫтөнә күтәрҙе лә шым ҡалды. Ҡото осоп, бысаҡ йөҙөндә уйнаған нурҙарға текләне: ике минуттан был ҡырҡҡыс уның боғаҙын саласаҡ... Һәм уны балта күтәрергә мәжбүр иткән йәшерен көс балтаны ҡабат төшөрөргә этәрә. Балта йәшендәй ауа һәм ауыуының аҙағы булған... иҙәнгә түгел, ә бысаҡлы ҡул һуҙылған тәҙрә төбөнә сабыла. Яман аҡырыу тертләтә барак халҡын һәм Дөмпөш Имай, арҡыры сабылған түшкә кеүек бәлкелдәп, нигеҙ буйына кире тәгәрәй. Ҡомһоҙ бысаҡ тыпылдап иҙәнгә ҡаҙала, уның артынан, резинка киҫәге һымаҡ һалмаҡ төпөлдәп, икенсе нәмә төшә...
Шашыныуҙан күҙҙәре аҡайған балтасы, тышта ҡубынған ығы-зығыға ла иғтибар итмәй, хәле бөтөп сүгәләне, балтаһын һаҡ ҡына стенаға һөйәп, иҙәндәге күренешкә текләне. Ишеккәсә һуҙылған Ай яҡтыһында, еүеш-ҡыҙыл киҫкәһенән нәҙек кенә ҡан юлағы бөлкөлдәтеп, Дөмпөштөң якорь һүрәтләнгән батҡаҡлы ҡулы ята, шайтандыҡылай оҙон тырнаҡлы имән бармағы, бер йомолоп, бер яҙлығып, үҙенә ымлай ине. Шул ымлауҙан гипнозланып, күҙен ала алмай күҙәтте Әхмәт һәм әле генә ҡалтыратҡан хәтәр хәле инде уға иҫ китмәҫлек ябай ҙа, ҡыҙыҡлы ла тойолдо. Ауыҙын арандай асып, түшәмгә ҡарап шарҡылдап көлдө, ҡан тамыры өлпөлдәп ятҡан якорле ҡулды оҙон ҡара тырнаҡлы имән бармаҡ осонан күтәреп, үҙенең уйынса алыҫ-алыҫҡа – һауаға быраҡтырҙы һәм уның нисек күк көмбәҙенә тупылдап барып бәрелеүен, аҡ йондоҙҙар араһында ҡара тап ҡалдырып кире төшөүен күргәс, үкһеп-һулығып иланы. Үргә аңшайып ҡабат айғырҙай кешнәп көлөп, өҫтәлдә уны өнһөҙ күҙәтеп аптырап баш сайҡап ултырған еҙ самауырҙы һуғып осорҙо, һыу тулы ҙур бакты тибеп ауҙарҙы. Үҙе һаман иланы, һаман көлдө...
Иртәгәһен эш урынынан килеп еткән иптәштәре бүлмәһенә керә алмай аҙапланды – ишек-тәҙрә карауат, өҫтәл-ултырғыс менән баррикадланған ине. Шаҡылдатыу, өндәшеүҙәр яуапһыҙ ҡалды, фәҡәт күңел өшөткөс шыңшып илау ҙа шарҡылдап көлөү генә ишетелде. Милиция саҡыртып, ишекте ҡайыра башлағас ҡына бүлмә эсе тын ҡалды. Һынамаҡҡа, асылған ҡыҫыҡтан көрәк тығып ҡарағайнылар, “зар-режу!” тигән имәнес ауаз ишетелеп, шунда уҡ балта көрәк һабын өҙә сапты. Пожар машинаһы килеп, тәҙрә аша ҙур баҫымлы һыуҙан туҡматҡас ҡына, эскә үтеп керҙеләр, бүлмә хужаһы, күшеккән тауыҡ һымаҡ, стена буйында бөршәйеп ултыра ине. Аяҡ-ҡулдарын бәйләп, санитар машинаһында психбольницаға оҙаттылар.
Ҡултыҡ пираттарының да бәйгеһе тамамланды. Тәүҙә атамандың эҙенә төштөләр. Именлек һаҡсылары барып ингәндә, Дөмпөш Имай, “коммунистик хеҙмәт ударнигы” статусынан файҙаланып, баш ҡаланың атаҡлы хирургия клиникаһында дауаланып ята һәм, йәтеш-йомшаҡ койкаһынан шәфҡәт туташына әйтеп, “цехта бик мөһим хөкүмәт заказын башҡарғанда ҡулһыҙ ҡалыуы” хаҡына дәүләттән персональ пенсия даулап ғариза яҙҙырта ине. Ҡулға алыныуын белдергән ордерҙы күрһәткәс, нәфрәтләнеп ырғып торҙо:
-- Ватаныбыҙҙың коммунизм төҙөлөшөндә һаулығын юғалтҡан намыҫлы эшсене ҡыйырһытҡанығыҙ өсөн Уголовный Кодекстың нисәнсе статъяһы аҫтына эләгәсәгегеҙҙе шәйләйһегеҙме?! – тип ажғырҙы яман янап. Криминалистар һөйләшеп торманылар, бәләкәй генә сумаҙанды шым асып, яҫы йөҙлө оҙон бысаҡты һәм якорь һүрәте төшөрөлгән ҡул өҙөгөн күрһәттеләр. Дөмпөш Имай, бер ни ҙә әйтә алмай, мендәренә ҡапланды.
* * *
Саф елдәр эшсән цехтарҙы, тынсыу кәнсәләрҙе лә таҙартып иҫтеләр, йылдар буйына өйөлөп ятҡан туҙандарҙы, саңлы ҡағыҙҙарҙы осороп Ҡултыҡ һыуына ташланылар. Шымарғанов, Ҡатыморонов, элекке профорг һәм комсорг кеүек эшем эйәләренән күңелһеҙ иҫтәлек кенә ҡалды. Ҡултыҡ пираттарының да эҙҙәренә үлән үҫте. Көндөҙөн – Ҡояш, кистәрен электр йымылдай башланы шыма асфальт түшәлгән урамдарҙа һәм һауаһы йәнгә танһыҡ хушбуй-сәскә еҫтәренә тулышып, кешеләрҙең күңелен сафландырҙы. Оҙаҡҡа ғына булһын инде хәйере.
Сәнкем-Биктимер, 31.01.1957.
Өфө, 15.12.2005.
Тулҡын өҫтөндәге күбектәр
Баш һүҙ итеп тыңлайыҡ заманындағы “Ағиҙел” журналы
баш редакторы урынбаҫарының кәңәшен
Й. Солтанов. Тулҡын өҫтөндәге күбектәр. (Сатирик повесть).
Минеңсә, әҫәрҙе “С улыбкой” (башҡортса “Уйынлы-ысынлы”) йәки башҡа рубрика аҫтында биреп булыр.
Кәңәштәрем: 1) Автор, тағы бер ҡарап сығып, ҡайһы бер үтә ныҡ мажараға киткән ерҙәрен ҡыҫҡартырға тейеш.
2) Катерҙа барыусы юлсыларҙың бөтәһен дә насар итеп күрһәтеү дөрөҫ булмаҫ (был бит символ). Уларҙың буфет алдында сират тороуын һүрәтләгән эпизод кешеләрҙе бигерәк имәнес, вәхши итеп ебәрә.
3) Ошоға бәйле рәүештә, образдарҙы тоташы менән кире яһауҙан да ҡотола төшөлһөн ине. Был килеш үтә ныҡ “тәнҡит”кә һуғылына. Юмористик план өҫтөнлөк итһә, уңайлыраҡ булыр.
4) Көлкө өсөн шаштырған урындарҙа стиль насар. Төҙәтеп булыр.
Әхиәр Хәкимов.
17.07.1966.
Кәңәшкә автор ҡарашы
Ғәфү итегеҙ, хатта тынсыу батшалыҡ заманында ла Салтыков-Щедрин сатираһы юл алған. Бының менән мин һис тә үҙемде шул бөйөк сатирикка тиңларгә йыйынмайым, бөгөнгө тормошобоҙҙо ла ундай рәхимһеҙ көйҙөрөүгә торошло һанамайым. Ләкин сатира менән юмор бер үк яугир хәнйәрҙең үткерләнгән ике йөҙө тип беләм. Уның бер йөҙөн (сатираны) тупаҡлаһаҡ йәки ҡырҡып ташлаһаҡ, яугир хәнйәр аш өйөндәге ябай туҡмас бысағына әүереләсәк түгелме?..
Й. Солтанов.
10.08.1966.
Шаулай-гөжләй яҙғы ағын Сим һыуы.
Ҡотороп ташҡан Симде ҡап-уртаға ярып, мыҡты пароход бара. Уның ҡорос ҡорһаҡ-яндарының икеһендә лә, болғансыҡ һыуҙы шап-шоп һуғып һелтәнеүсе ишкәк-ҡуласалары өҫтөндәге яҫылыҡта, эре ҡыҙыл хәрефтәр менән шаҡырайтып, шанлы замана судноһының исем-шәрифе шаҡырайтып яҙылған: “КОММУНИЗМҒА – АЛҒА!”.
Пассажирҙар палуба ситендәге тимер тирәскә таянып, ҡурҡыу ҡатыш һоҡланыу менән күҙәтәләр ауыҙлыҡһыҙ йылғаның уҫал тулҡындарын. Төҫтәре ҡасҡан уларҙың, теҙ-быуындары ҡалтырай, әммә ошондай ҙа дыуамал стихияны иҫән-имен кисеүҙәрен тойоу бәхетенән ғорурҙар. Ирмен, тиһәң, сәфәр сығып йөрөп ҡара һин бындай ташҡын заманаларҙа хәтәр Сим һыуҙарында! Күңелдәренән ана шуны өнһөҙ-тынһыҙ кисереп, судно мороно сирғытҡан тос тамсыларҙы гөжләп иҫкән дымлы ел менән ҡуша йотлоғоп-йотлоғоп һулайҙар, әйтерһең, ғүмерҙәренә етерлек саф һауа байлығын алып ҡалырға теләйҙәр.
Төрлө ғәүем араһынан, айырымланып, өс һын салына күҙгә. Береһе, тупаҫ брезент плащ кейгән яҫы арҡалыһы, бесәй ҡойроғолай һәр ике яҡҡа һалынып төшкән оҙон мыйығы менән, икенсеһе ауыл әбейҙәренең йөн иләй торған ҡолғаһына оҡшаш нәҙек-оҙон буй-һыны менән һүрә ил иғтибарын. Өсөнсөһө иһә, өҫ-башы энәнән-ептән генә булыуына ла ҡарамай, ошо сәйәхәт барышында уҡ арт яғын мазутҡа буялтып өлгөрткән зәһәр һары макинтошы, әтәс кикерегеләй алһыу йөҙө менән арбай ҡараштарҙы. Өҫтәүенә, уҙамандың утлы-ҡыҙыл прическаһы ала күҙҙәрҙең яуын. Оҙаҡ таралмауҙан, буғай, балға ҡатҡандай уҡмашып, һары һалам эшләпәһе аҫтынан ҡыҙыл ялҡын телдәреләй сосолошҡан сәс ҡолҡамаларын күрһәң, һис шикһеҙ:
-- Эй, эшләпәң янып бара! – тип ҡысҡырып ебәрерһең. Пассажирҙар ғәжәпләнеүҙәрен йәшермәйенсә:
-- Художниктыр. Йә шағирҙыр. Һис шикһеҙ, интеллигент! Зыялы! – тип әҙәпле шыбырҙашалар үҙ-ара. Үтә әсе теллеләр генә баһаны һанламайҙар, мыйыҡ, йәки танау аҫтынан ғына мыҫҡыллы йылмайып:
-- Фи! Иҫегеҙ киткән икән иҫке сәкмәнгә! – тип һуялар. Хатта:
-- Ышан һин бындай “зыялы”ға! Бер ҡат хөлләһен һалдыртһаң, к...дә ҡатҡан кальсондыр әле! – тип һалдырыусылар ҙа бар.
Был өсәү башлап пароходҡа ултырғанда, әлбиттә, бер-береһен еҫкәшеп белмәйҙәр ине әле. Тулҡындарҙы күҙәтеп бара торғас, Яҙмыш тигәнең һәр ҡайһыһын тиҫтәләгән инсандар араһынан йолҡоп алды ла өсөһөн бергә ослайып бөткән кәмә моронона килтереп баҫтырҙы. Тәүге мөҙҙәттә улар, бер-береһенә ҡарашып, ҡулсыр малайҙар бер мөйөшкә килтереп ырғытҡан ата бесәйҙәр кеүек, бер-береһенән ҡыймай һәм ни итергә лә белмәй, өнһөҙ текләшеп торҙолар. Әммә мәғрифәтле егерменсе быуат уртаһының алға киткән цивилизацияһы үҙенекен итте: тартынып ҡына булһа ла, иҫәнлек һораштылар.
-- Джугашвили, мәңге йәшел кипаристар иленән. Тәғәйенерәк әйткәндә, лимондарға бай йәмле Гутаутанан, -- тип ихлас ҡул бирҙе Ҡаф тау артының улы.
-- Бәй-бәй, мәрхүм Иосиф Виссарионовичтың улымы әллә? – Грузиндың ҡулын ҡыҫып аптыраны оҙон бесәйҡойроҡ мыйыҡлы.
-- Алай уҡ булмаһа ла, инде әйтергә ярай – яп-яҡын туғанымын! – тигәйне грузин, был хәбәр теге икәүҙе быға һиҙелерлек яҡынайтты, сөнки баҡыйға киткән бөйөк юлбашсыны һағыныу, һағынмағанда ла, шуны белдереүҙән ҡурҡыу тойғоһо һүрелмәгәйне әле.
-- Тәк-тәк, бик яҡшы. Беҙҙең ҡарағайҙар һәм... ҡырағайҙар төбәгенә, -- тип, үҙенән-үҙе теле осона килмеш рифмалап әйтте һары һалам эшләпәле, -- ниндәй елдәр ташланы?
-- Ташламаны, ә үҙ теләгемдә биш йыл буйы инде мин Гутаута -- Өфө араһын скорый поезда гиҙәм – сыуаҡ Башҡортостан халҡын ҡыуандырырға вагон-вагон алтын лимондар килтерәм. Ләкин был юлы, башҡорт туғандарыбыҙҙы өҙөлөп яратҡанлыҡтан, сәйәхәтемде ары – ошо шанлы Сим буйҙарынаса дауамларға ҡарар ҡылдым. – Йөнтәҫ беләкле ҡулын һуҙып күреште ҡолға буйлы алсаҡйән. – Ғәфү итә күрегеҙ – үҙегеҙ кем булаһығыҙ?
Зәһәр ҡыҙыл сәсле быға, ҡиәфәтенә тәрән аҡыл һыҙаттарының төркөмөн көр һибелдертеп, берәгәйле яуапланы:
-- Башҡортомдоң иң атаҡлы ауыл шағиры Минһажитдин Поэзовский булам мин. Шиғыр эҙләп, илһам күҙләп ауыл халҡы араһына ижад командировкаһына сыҡмышым. Әҙәм ҡулы ҡағылмаған саф ынйыларҙы йыям.
-- Һе... шағир! – тине шаңҡыбыраҡ ҡалған грузин, һоҡланыуҙан телен шарлатып. – Йәшәһен Шота Руставели, йәшәһен Поэзовский!
-- Ә мин – Садиҡов. Тире иләү фабрикаһы белгесемен. Сеймал эҙләп йөрөйөм. -- Сосолҡо бесәйҡойроҡ мыйыҡлы ла үҙе хаҡында белдерҙе.
Уҙамандар, хистәр даръяһы ошоноң менән ҡороғанлығын тойоп, тәрән аҡыллы ҡараштарын ҡабат Сим һыуына ырғытып, ниндәй ҙә булһа ырғаҡ осо табырға тырыштылар. Эш юҡтан эш яһап, ҡолға буйлы грузиныбыҙ борт тышына лысҡылдатып төкөрөк оҙатҡайны, эйелешеп текләнеләр.
-- Дә-ә-ә... – Өн сығарҙы шиғри ынйылар тиреүсе, Джугелиҙың аҡ тәңкәһе йылға өҫтөнән корма артынаса китеп олаҡҡас. Артынса уҡ һамаҡланы. – Илебеҙҙең ҡөҙрәтле Сим һыуы был, йөрәктәрҙең шашынып ярһыуы был!
Садиҡов, өндәшмәй (шиғриәткә иҫе китмәй, булһа кәрәк), үҙ сиратында Сим битенә төкөрҙө -- әле генә һамаҡланған илһамиятҡа баһа биреү тип аңларға була ине. Сикәләренә ҡан тиртеп шағирәнә йөрәкһегән Поэзовский быны абайламаны, “дә-ә-ә...” тип кенә ҡуйҙы.
Грузин, танауы аҫтындағы тырпай-дүрткел мыйыҡ йоратын һыпырыу өсөн күтәргән ҡулын ярты юлда туҡтатып, ҡултыҡ аҫтына даими ҡыҫтырып йөрөткән бүртек күн сөмкәһенең биген һәрмәп барланы ла шағир һүҙен хупланы:
-- Батони, шәп әйттең! Һеҙҙең яҙғы Сим һыуы беҙҙең көҙгө Теректе хәтерләтә.
Өсөнсөһө һаман да шул һытыҡ хәлендә ҡалып, мәғрур Симгә бәйле нескә кисерешен асырға теләмәне, ситтәрәк торғаны килеш, һыу өҫтәрен, яр буйҙарын өнһөҙ күҙәтә бирҙе. Ауыҙынан һүҙ һурып булмаҫ йомоҡйән, ахыры, был тире иләү оҫтаһы.
Йөҙ илле ат ҡеүәтле пар машинаһы ҡорос кәмәне үкертеп этәрә алға. Табандар аҫтындағы йәһәндәм төбөндә уның ҡорос рычагтарының, поршендарының ҡырыҫ шаулап-геүләүенән бөтә корпус ҡалтырана, палубаға төшкән сүп-сар пружиналы уйынсыҡтарҙай ырғандай. Тимер йырына күнекмәгән әһле-әҙәм, ҡолаҡтарына мамыҡ тығып, дәһшәтле тәңгәлдән йыраҡҡараҡ ҡасалар. Күберәге палубаның алғы өлөшөндә тән-йәндәрен танауға бәргән саф һауа, йылы Ҡояш нурҙары, һоҡланғыс тәбиғәт күренештәренән иркәләтеп, һыйҙырышлы ағас креслоларҙа иҙерәй. Үҙәктәре өҙөлөп барғанда сөмкәләрен, кәрзиндәрен аса һалып, ҡапҡылап та алалар. Домино ене ҡағылмыш ир-ат, сумаҙандарын өҫтәл итеп, йәки берәй таҡта киҫәге һалып, аҡ күбеккә батҡансы “кәзә яра”. Папиростар төтәй, төпсөктәр быраҡтырыла, әсе көлөү, үсегеп мығырҙаныу, услап һуҡҡан һөйәк шаҡмаҡтарҙың пистолеттан атҡандай ҡаты шартлауы оҙата сәмлейәндәр даирәһен. Ҡыҙыл сәсле шағирҙыҡылай рух ҡылдары романтикаға көйләнгәндәре генә, “ҡара халыҡ уйыны”на иҫтәре китмәйенсә, ағын һыуҙай ике яндан йүгереүсе йәмле тәбиғәтте күҙҙән кисереп, ләззәтле хыялдар даръяһында йөҙәләр. Ошондайҙарҙың дауыл теләгән ҡаһарман тойғоларын аңлап, буғай, суднонан юл ярҙыртыусы йәш рулевой уны йә ажғырмыш көслө ағын ҡосағынан үткәрә, йә ҡоторонҡо ташҡын аҫтында ҡалған, керпе һырттарылай тал остары ғына тырпайышҡан йәшерен утрау өҫтөнән алып бара, йәки кәмәнең тимер ҡабырғаһы менән яр киртләсе араһында әҙәм һыйырҙай ғына ара ҡалдырып, сая сағыл аҫтынан уҡ елдертеп алып сыға...
Судно морононда фанилыҡтарға битараф суфый йөҙлө, ярһаң ике кеше сығырлыҡ умарта кәүҙәле 45-50 йәштәрҙәге татар әбекәй, сәхнә шаршауылай яҫы итәгенә бешкән йомортҡалар өйөп, шап та шоп ашанып ултыра. Муйынында финик-хөрмә емеше һөйәктәренән тишеп епкә теҙелгән оҙон тиҫбе. Күҙҙәрен инсафлы йомоп, алдан әрсеп әҙерләп ҡуйған нәүбәттәге йомортҡаһын бер ҡабыуҙа юҡ итә лә, ирендәрен ҡыбырҙатып, йыуантыҡ ҡыҫҡа бармаҡтары менән тиҫбеһен тарта, әйтерһең, үҙен йомарт һыйлаған егәрле тауыҡтарына Аллаһы Тәғәләнән мул йомортҡалы оҙон ғүмер теләй. Ә бәлки, тауыҡтары хатта иҫенә лә төшмәйҙер, кисәге Өфө баҙарындағы уңышлы сауҙаһын уйлайҙыр, ауылға барып өҫтәлмә табыш алырға хыялланалыр – ни тиһәң дә, сауҙагәрлек ене ҡағылмыш йәнгә оҡшай был әбекәй... Туйыныу йолаһын үтәгәс, итәге аҫтына бүртек ҡулын йүгертеп, бөрмәһенән керләнеп бөткән төйөнсөк һурып сығара, бәйен сисеп, ян-яғына ялт-йолт ҡаранып, йомарланған ҡағыҙ аҡсаларын берәм-берәм тәңкләй ҙә, бармаҡтарына “лас!” төкөрөп, йәһәт һанарға керешә. Ҡәнәғәтлек кисереп, сепрәген ҡабат төйнәй, итәге аҫтына тыға. Эргәһенә сүгәләгән миһырбанлы бисә-сәсәгә итәғәтле вәғәзләй:
-- Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны: кеше хаҡына кермәгеҙ, туғанҡайҙарым. Бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, мәрхәмәтле булығыҙ. Изгелек ҡылыуҙан туҡтамағыҙ, тигән Мөхәммәт ғалиәссәләм.
Пароход ярға ышҡылыпмы, шытыр-шатыр итә башлағас, ҡортҡа, аҙыҡ-түлеген йәһәт төйнәп, ҡурҡышынан күҙҙәре аларып, баяғы һиммәтле өс ир ҡанаты аҫтына йүгерҙе:
-- Туғанҡайҙарым, төкәлмәһәк кенә ярар ине, туғанҡайҙарым! Ауылға алып китеп барған сынаяҡтарымды селпәрәмә килтермәһен инде бер үк!
Илһамлы йән Поэзовский уны тынысландырыу сараһын күрҙе:
-- Хөрмәтле гражданка, барын-юғын йөрәктән үткәрмәгеҙ, паника күтәрмәгеҙ. Һеҙ, күреп торам, бөгөн бик күп күләмдә аҡһым ҡабул ҡылдығыҙ, ә ашҡаҙан дөрөҫ эшләһен өсөн ныҡ һиллек, тәрән тыныслыҡ зарур.
-- Ҡайҙан килһен ул тыныслыҡ, алтын буталлы һауыт-һабаң ҡыл осонда ҡалғанда? Ауыл халҡы зарығып көтөп тора, нисек кенә илтеп еткерәм инде?
Теге икәүҙең әллә ни иҫе китмәһә лә, Джугашвили сәмләнде:
-- Батони мадмуазель, Өфөнән был тарафтарға йыш сәйәхәт ҡылаһығыҙмы?
-- Йә, шунан?
-- Һалған капиталығыҙ бер әйләнештә ни тиклемгә ырай, тим?
-- Аныһын үҙем беләм. Анауы иҫерек капитаны берәй бәләгә тарытһа, ырамай ҙа ҡуйыр әле.
-- Хаҡ һүҙ һөйләйһең, ҡортҡа. -- Тире-яры иләү белгесе лә әйләнеп баҡты. – Былтыр шулай Өфөгә етеп килгәндә генә йөҙ илле тунлыҡ һарыҡ тирем баржалары менән ҡуша йәһәндәм төбөнә зөмбөрләне...
-- Абау-абау! – Ҡортҡа, ирендәрен ҡыбырҙатып тиҫбе тартырға кереште.
Грузиндың ҡолағы “ҡарп!” итеп ҡалды:
-- Батони мадмуазель, үҙем һатып алайым да ҡуяйым уларығыҙҙы... сирек хаҡына булһа ла. Һеҙгә -- файҙа, миңә һауабы тейер. Кәмә батһа йә ҡаяға төкәлһә, юҡмышҡа сығасаҡ бит!
-- Аллам һаҡлаһын, Аллам һаҡлаһын!
-- Ә шулай ҙа...
-- Бүлдертмәгеҙ, Аллаһына ялбарһын! – Түҙемһеҙҙең еңенән тартты итәғәтле Поэзовский.
-- Эйе, тегендә ишетһәләр, беҙгә лә файҙаһы тейер, бәлки, -- тине бесәйҡойроҡ мыйыҡлы. Ләкин әбей тиҫбеһен онотто ла грузинға күҙен аҡырайтты:
-- Аҡылың алтын икән, кем... дүрткел мыйыҡ. Әйҙә, ризамын: минән биш хаҡына ал да ауылға барып алты хаҡына һатырһың.
-- Вай-вай батони, һинең аҡыл саф бриллиант икән дә!
Мыйығын һыпырғылап торған Садиҡов кәңәш бирҙе:
-- Һин, ҡортҡа, иң яҡшыһы, ошондағы ҡатын-ҡыҙға бушлай тарат ул тауарҙарыңды. Сәй яһап эскән һайын, тиҫбе тартып үҙеңә рәхмәт уҡырҙар. Ожмахҡа ла керерһең, бәлки... гонаһтарың ебәрһә.
Әбей ҡуҡыш күрһәтте:
-- Һин, аҡмыйыҡ, иҫәргә һанама мине! Буштың атаһы үлгән, ә Рәхмәттеке тыумаған! – Мөлкәтле тоғон һәм сөмкәһен һөйрәкләп, һөмһөҙҙәрҙең күҙ алдынан юйылды...
Ҡояш байый, донъя аҡрынлап ҡараңғылыҡҡа сума. Йылға битен болоттарҙың ҡуйы йәтмәһе ҡаплай. Тал төбө батҡаҡлыҡтарында илһамланып көн күреүсе сарбай тәлмәрйендәрҙең йыйылма оркестры көр аһәңле яҙ гимнын уйнап ебәрә. Туғай яғынан иркәләгән йомшаҡ ел танауҙарҙы муйыл сәскәһенең тәмле аңҡышы менән ҡытыҡлай. Талсыҡҡан пассажирҙар, тинтерәңләп, кластарға йоҡларға китә. Төн еләҫен яратыусылар ғына, палубалағы креслоларҙа йәйерәп, ярымйоҡо аралаш, ялҡау ғына әңгәмә менән мауыға.
-- Дә-ә-ә... Ҡайһындай ҙа заманаға тура килдек бит, дуҫтар, ә?! – Нескә лирик тонда башланы хыялсан ауыл шағиры. – Бынан ҡырҡ йыл ғына элек башҡортобоҙҙоң ерекмәне...
-- Крәҫтиәне, тип әйт! – тип бүлдерҙе тире-яры иләүендә әсә теленең күп һүҙҙәрен юғалтып, урыҫ терминдарында ғына эш итергә күнеккән тоҡостел Садиҡов.
-- Һин нимә, ағайым, суҡынсыҡһыңмы әллә? – тине Поэзовский.
-- Шөкөр, ата-баба динендәмен.
-- Алайһа ниңә һүҙемә арҡыры төштөң? Крәҫтиән тимәк – христиан тимәк бит ул, йәғни муйынына кресть тағып суҡынып йөрөүселәр.
-- Барыбер түгелме ни? – тине грузин. – Иптәш Сталин әйтә...
-- Ярай-ярай, ризамын, ерекмән булһын әйҙә! – тип бүлдерҙе Садиҡов уны. – Иптәш Сталинды илашып күмдек бит инде...
Поэзовский фекерен дауамланы:
-- Эйе... башҡортобоҙҙоң ерекмәне “Ҡара юрға” менән “Ҡуңалтаҡ ҡаталы аяҡ”тан ғәйре транспорт барлығын белмәй ине. Ҡара, ҡайһылай яңырҙы донъя! Аҙым һайын машина ла машина... күптәр ана шуны күрмәй шашына!
-- Белмәйем, кем башына? – Тире иләүселәрҙең дә эсендә йән барлығын, шағирлыҡтан әллә ни йыраҡ түгеллеген тумбытты бесәйҡойроҡ мыйыҡлы.
-- Эйе-е-е... Өфө урамдарында тиҙҙән аяҡ баҫыр урын ҡалмаясаҡ, барыһын машина яулаясаҡ.Әҙәм балалары, машинаға тейәлеп йөрөү “ғазабынан” ҡотолоу өсөн, тротуарҙар мөдиренә аҡса түләргә мәжбүр буласаҡ. Аңлатмаларҙа тап шулай яҙылыр ҙа: “Ватан” кинотеатрынан драмтеатрғаса йәйәүләп үтеү хаҡы – фәләнсә тин”. Шанлы баш ҡалабыҙҙа...
-- Шыттырырға мастак икәнһең, әй, кем... ағайым. – Татлы телмәргә көтмәгәндә әсе әрем ҡатнаштырҙы Садиҡов. – Шанлы баш ҡала тигәнкәйең әле булһа ауылса иҙерәй түгелме?
Фекер сынйыры ҡырт-өҙөлгән Поэзовский ҡыҙышты:
-- Һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ? Ышанмаһағыҙ, Өфөнөң Октябрь проспектына сығығыҙ! Юл бирмәй уҙышҡан йөҙәрләгән автомобилдәрҙе, ике яҡлап яңы төҙөлөштәрҙе, бөйөк Ленин бабай кеүек ҡулдарын һуҙып һерәйеп торған күтәреү крандарын күреп шаҡ-ҡатырһығыҙ.
-- Эйе шул, күтәрергә кирбес етмәгәс һерәйешеп ҡатҡандар...
Илһам даръяһында йөҙгән мәшһүр ерекмән шағиры Садиҡовтың әсе боросон ҡапһа ла абайламаны:
-- Беләһегеҙме, иптәштәр, һоҡланып бөтә алмайым мин ул егерменсе быуатыбыҙҙың ҡорос кран-великандарына! Күпме генә торһалар ҙа, арыу-талыуҙы белмәйҙәр! Нисәмә генә ҡарама, оҙон тимер ҡулдарын асманға һуҙып, Галактика йондоҙҙарын һәрмәп алырға йыйыналар...
-- Бер арала бер генә булһа ла кирбес алһындар ине лә бураға һалһындар ине!
Ләкин ауыл шағиры быны ла ҡолағына индермәне, баяғыса фекерен дауамланы:
-- “Тиреҫ ҡорттары соҡсонған Ер беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай, беҙҙең эш анауы йондоҙҙарҙа!” – тиҙәр кеүек улар...
-- Әйтәм, төҙөлөш тресы йыл һайын планын үтәй алмай ҡойроҡта һөйрәлә -- шул сәбәпле икән! – Садиҡов, кеҫәһенән килбәтһеҙ оҙон баулы кесәтен сығарып, оҙонсалап киҫеп һалынған гәзит ҡағыҙҙарының береһенә тәмәке төрҙө. – Һин әйткән ул Ленин бабай ҡулдары, саҡ ҡына аҫҡа ла бөгөлөп, кирбес алып эшләп торһалар яҡшыраҡ булмаҫ инеме?
-- Юҡ! Кирбес – ваҡ нәмә! Бөгөлмәҫ Ильич ихтиярын хәтерләткән һындары ҡәҙерле миңә! Һис бер ниндәй антикоммунистик ел-дауылдар бөгә лә, һындыра ла алмаҫ уларҙы һәм уларҙың ҡулы аҫтында күкрәк киреп коммунизм төҙөүселәрҙе! – Тапмаһы тапҡан шағир, башын күккә салҡайтып, йән ярһыуы менән янып һамаҡлай ҙа башланы, янына кешеләр йыйылды. – Танылған ауыл шағиры булыуым менән бергә, Ватаныбыҙҙың ҡорос нигеҙен тәшкил иткән социалистик индустрияның да шөңгөр йырсыһы мин, тыңлағыҙ (“Ур-ра!” тип атала шиғыр):
Крандар, крандар,
Мәғрур ҡорос ҡорамдар,
Янаһа ла томандар,
Ҡоторһа ла бурандар,
Ильич һынлы тораңдар –
Бөгөлмөҫлек ҡоралдар!
“Ур-ра!” – Беҙҙең орандар!
-- Ура! Ура! – Дәррәү ҡул сабып алҡышланы бушлай кәмитте тамаша ҡылыусы бер килке шантрапа-асығауыҙҙар.
-- Рәхмәт, халҡым, рәхмәт! – Һары һалам эшләпәһен уттай ҡыҙыл башынан бер һалып, бер кейеп баш эйҙе сикһеҙ тулҡынланған илһам эйәһе. – Ошо ғорур алҡышлауҙай көр зауыҡлы туған халҡым менән зерә лә бәхетлемен!
Төбәгебеҙҙең баҙар юлдарын тапай-тапай башҡорт теленә лә шымарып алған грузин юлдашы ла бөйөк ауыл шағирының ҡойоп ҡуйған рифмаларын юғары баһаламайынса булдыра алманы. Ә йөкмәтке йәһәтенән саҡ ҡына хәүефләнде:
-- Батони, һеҙ, моғайын, иптәш Сталиндың даһилығы яҡтыртҡан бөйөк коммунизм төҙөлөштәрендә ял итеп торған крандарҙы фәҡәт байрам, йә ял көндәрендә генә күрәһегеҙҙер. Әйтәйек, урам буйлап демонстрацияла барғанда... Ҡалағыҙҙағы замананың ун биш ҡатлы небоскребтары ла крандар ҡатып тик торғанда ҡалҡына тип шәйләйһегеҙҙер...
Поэзовский юлдашының ҡолға кәүҙәһен ҡыҙғаныусан ҡарашы менән үлсәне:
-- Ғәфү итегеҙ, шағирәнә илһам наҡыҫлығы һиҙелә һеҙҙә...
-- Бәғзеләрҙең илһамы – анауы күн сөмкәһендә, ә бәғзеләренеке һалам эшләпә тишегендә, -- тип һөҙөмтәләне Садиҡов.
-- Бөттө-бөттө, еңелдем, биреләм! – Джугашвили сөмкәһен йылы тәненә нығыраҡ ҡыҫты.
-- Ә һеҙ, оҙон мыйыҡлы ағай, шыр-пессимист икәнһегеҙ, был һүҙем өсөн шулай уҡ ғәфү итегеҙ, -- тине шағир, тире иләү белгесенә боролоп, түбәһендәге эшләпәһен ғорур ҡалҡыта биреп. – Кеше ғали янаптары урынына эшләпәһен йә сөмкәһен күрәһегеҙ, ә үҙен күрмәйһегеҙ. Ярамай былай! “Человек звучит гордо!” – тигән бөйөк Горький.
Пессимист иһә артыҡ ҡарыулашманы.
-- Хәйерле төн, әләйһә. Әүен баҙарына китәм. Ҡырт боролоп, киҫте лә ҡуйҙы һәүетемсә ағылмыш әңгәмәне. Тупаҫ брезен плащын аҫтына түшәп, ике аҙым ситтәрәк палубаға һуҙылды. Кепкаһын битенә ҡаплап хырылдар алдынан, башын ҡалҡыта биреп, нәҡ Поэзовскийға төбәлеп яҡынлашыусы бәндәгә төртөп күрһәтте: -- Ана килә бөйөк Горькийыңдың ғорур человегы!
Шулай итеп, Садиҡовтың йылытып киткән креслоһы һыуынырға ла өлгөрмәне, Горькийҙың ғорур человегы оҙон боттарын алға тәртәләй һуҙып ебәреп ларҡайҙы. Өҫтөндә шаҡтай таушалған “септә” костюм, башына бейек йылтыр цилиндр кейгән, муйынына аҡборсаҡ төрткөллө ҡыҙыл галстук бәйләгән, көмөш биҙәкле сағыу таяҡҡа таянған, Сталиндыҡылай тар маңлайлы, Лениндыҡылай өскөл профессор һаҡаллы, Громыконыҡылай ҡара мөгөҙ тирәс күҙлекле 40 йәштәрҙәге аҫыл уҙаман ине был. Үҙенә хас сәйер еҫе лә бар ине.
-- Иҫәнме, ҡәҙерле тәүәриш кеше, ҡайһы тарафҡа тоҫҡалдың? – Тәүге сиратта Поэзовскиға ҡул бирҙе, һирәк һары керпекле бысыҡ күҙҙәрен керләнеп бөткән цилиндры аҫтынан сөкөрәйтеп.
-- Ауылға китеп барам. Һе!
-- Ғәфү итегеҙ, ни йомош?
-- Ни йомош булһа ла – беҙҙең эш! – Кире сирғылтты дуҫы өсөн көйәрмән Джугашвили.
-- Мин һеҙҙән һорамайым, йөҙөнән илһамы ташып торған зыялынан һорайым.
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, тигәндәй, илһамлыбыҙ шөйлә йомшара төштө:
-- Минең йомош, ағай кеше, илдәр гиҙеп йөрөү, күңел ынйылары тиреү.
Цилиндрлы ирекәйҙең күҙҙәрендә осҡон уйнаны, шағирҙың эсенә инеп китерҙәй уҡтала биреп ҡуйҙы:
-- Һеҙ -- шағир, шулай бит? Исем шәрифегеҙҙе әйтегеҙ, зинһар, ап-аҡ күңел дәфтәремә һары алтын хәрефтәр менән теркәйем!
-- Донъялағы иң таныҡлы ауыл шағиры Поэзовский була ул, кем янында торғаныңды ла шәйләмәйһең! – тип киҫәтте грузин.
-- О! Поэзовский! -- Әҙәмкәй устарын ыуаланы. – Ысынмы был? Ысынмы был?!
-- Ып-ысын Поэзовский – атаҡайы менән әсәкәйе яһап биргән натураль көйө! –Шик ҡалдырманы грузин.
-- Таныш булайыҡ, таныш булайыҡ, ҡәҙерле тәүәриш кеше! – Шағирҙың ҡулын ут сығарырҙай ҡыҫып, ҡаршыһында тубыҡланды. – Шиғырҙарығыҙҙы йотлоғоп уҡыйым, күпме уҡыһам да туймайым! Зинһар, зинһар, автографығыҙҙы бирегеҙ!
-- Их әттәгенәһе, китабым ҡул аҫтында юҡ саҡ! – Ысын күңелдән үкенде шағир. Үтенеүсене ҡулынан һөйрәп алып, үҙ эргәһенә ултыртты.
-- Фамилияғыҙҙы усыма булһа ла яҙығыҙ, ғүмерем буйына юймай йөрөтәсәкмен!
-- Бына ул ысын шиғыр көсө! – тине Поэзовский, бая көфөр һөйләп хәтерен ҡалдырған Садиҡов тарафына хөкөм итеүсән ҡарап. Ҡуйын дәфтәрен сығарып, бер-ике юл һыҙғаланы ла, йыртып алып, үлеп шиғыр яратыусыға тотторҙо. – Кем булаһығыҙ үҙегеҙ?
Яуап бирерҙән дә элек шағир ҡулын ҡушус араһына ҡыҫты:
-- Таныш булайыҡ, таныш булайыҡ шағирым, хөрмәтле тәүәриш кешем! Кем, тиһәгеҙ, башҡортомдоң аҫаба ғилем эйәһе, яңынан-яңы асыштар яһаусы уйлап табарман Йолҡоғужин буламын. Мин... мин...
-- Ғәфү итегеҙ, һеҙҙе фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында осратҡаным булманысы... -- Ике ус араһындағы ҡулын көскә тартып алып, икеһен дә йәһәт кеҫәләренә ҡасырҙы. -- Мәскәүҙең үҙендә эшләйһегеҙме әллә, тим?
-- Саҡырғайнылар ҙа ул... форсат ҡына сыҡманы. Хәҙергә Нуриман районында аҫыл мейе майҙарымды яндырам.
-- Кем булып?
-- Кем тип ни... иҫәп-хисап эштәренә етәкселек итәмен. Шул юҫыҡта йәғни математика менән механикала башым зерә лә шәп эшләй минең, хөрмәтле тәүәриш кешем.
-- Бына нисек! Тимәк, һеҙ – ауыл ғалимы?
-- Хәҙергә эйе... ауыл тотҡарлай мине...
-- Ҡайғырмағыҙ, Поэзовский ҙа иң шәп ауыл шағиры бит! – тине Джугашвили. – Шота Руставели ҙа ауылда тыуған.
-- Эйе шул, йүнле нәмә гелән ауылдан сыға! – Шәп фекерҙе ҡеүәтләне шағир. Яңы юлдашына әйләнеп ҡарап һораны: – Ни өҫтөндә эшләйһегеҙ һуң?
-- Колхоз малдарының продуктлылылығын киҫкен күтәреү өҫтөндә.
-- Бына бит ул! Һәм ниндәйен уңыштар?
-- Уңыштар күп, тик йылы ҡанат аҫтына алыусыларым ғына юҡ. Учреждение һайын тупаҫ бюрократ, йәки һөрһөп бөткән формалист сереткеле йомортҡа баҫып ултыра, үҙенә кәрәкле себештәрҙе генә сипелдәтеп сығарта. Бөркөттәргә ҡанат кирергә хут бирмәйҙәр ҡоротҡостар...
-- Бына бит Иосиф Виссарионович Сталиндың юҡлығы! – Ысын күңелдән көйөндө Джугашвили.
-- ...Шуларҙың илтифатһыҙлығы арҡаһында, баш мейемде яндырып эшләгән нисәмә-нисә уйлап табыштарым танылмаҫтан, бөйөк коммунизм мәнфәғәттәренә хеҙмәт итә алмаҫтан һәләк булдылар. Улар донъя күргәндә, хөкүмәтебеҙ миллионлаған һум табышҡа ирешер ине. Һәм, иманым камил, мәрхүм иптәш Сталин үҙе юҫыҡлатҡан коммунизм таңы ла иртәрәк атыр ине.
Илһамланып тыңлаған Поэзовский, ҡабаланып, ҡуйын дәфтәренә йәбеште:
-- Ниндәй табыштар улар? Һөйләгеҙсе, зинһар!
-- Минең уйлап табыштарым зерә күп.
-- Һис юғында бер-икеһе менән таныштырығыҙ?
-- Ғәзитегеҙгә яҙырһығыҙмы һуң?
-- Әлбиттә, әгәр лайыҡлы булһа.
-- Мин лайыҡһыҙ эштәр эшләгәнем юҡ! Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы мин, значогым менән танытмам да бар! Бына, мәҫәлән, коммунизм төҙөүсе Ватаныбыҙ өсөн иң-иң зарури уйлап табыштарымдың береһе. – Йолҡоғужин ҡуйынынан тимгел-тимгел майлы таптар сыбарлаған, тоҙло балыҡ-селедканың йылтыр тәңкәләре йәбешеп ҡатҡан оҙон ҡағыҙ ярпыһы һөйрәп сығарҙы. Күҙҙәрен төймәләндереп, тауышын аҡрынайтып, донъяуи ҙур серҙе асҡандай әтте. – Быны мин һеҙгә, ҡәҙерле тәүәриш кешем, иң шәп ауыл шағиры булғаның өсөн сугубо рәсми рәүештә еткерәм – ғилми интервью тип яҙып сығарырһығыҙ. Һәм ышанам: коммунистик осло ҡәләмегеҙ илебеҙҙең киң йәмәғәтселеген тиңһеҙ ғилми асышҡа ылыҡтырыр. Шулай бит?
-- Әлбиттә, әлбиттә! Әйтеп бирегеҙ, зинһар!
-- Сығып өлгөрмәгән тауыҡ себештәрен үҙенең йомортҡа ҡабығы эсендә консервалау аппараты был – егерменсе быуаттың тиңһеҙ ҡаҙанышы!
-- Вай-вай-вай, мандарин ҡабығы эсендәге татлы-һутлы долькалары кеүек ҡылыпмы? – Гутаута улын да сәмләндерҙе.
-- Тап үҙе! – Ғалимдың етек тырнағы аҫтына ҡара кер тулған һуҡ бармағы ҡағыҙҙағы иң эре тәңкәгә төртөлдө. – Бына ул – аппараттың иң мөһим узел-төйөнө! Ошоғаса ҡурылған һыйлы себештәрҙе ҡайҙан ғына алып ашап була ине?
-- Цыпленок-табаканымы?
-- Эйе.
-- Дөйөм туҡланыу дөкәндәрендә, әлбиттә.
-- Тап шулай! Ә был иһә коммунизм төҙөүсе бөйөк совет халҡының үҙенә лайыҡлы тәмле туҡланыу ихтыяждарын сикләй. Һеҙ атаған дөкәндән сығып киттегеҙме – тәмле себештәрҙән ҡолаҡ ҡағаһығыҙ. Юлға төрнәп алғанығыҙ тәүлек эсендә боҙола. Ә беҙҙең сәйәхәтселәр бит социалистик цивилизацияның сәскә атҡан дәүерендә йәшәйҙәр, бына-бына коммунизмға ла барып керерҙәр. Тимәк, иң тәмле ҡурылған себештәр ҙә, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, уларға лайыҡлы булһын! Иң эҫе Сахара сүленең уртаһында ла, мәңгелек боҙло ҡотопта ла һин уларға кулинария сәнғәтенең иң күркәм әҫәрҙәрен бир! Һәм ул мең йыл буйынса ла боҙолмаҫлыҡ, үҙенең күркәм тәүтәмен һаҡларлыҡ консерваланған булһын! Бына мин шуны, һис бер металл-ҡалай ҡулланмайынса, социализм экономикаһына ярашлы иң арзанлы ысул менән кәнсирләүҙе хәл иттем.
-- Батони, кәнсир ҡалайһыҙ ҙамы?
-- Кәнсир ҡалайһыҙ ҙа!
-- Һмм... әтнәкә вопрос... – Аптырап елкәһен ҡашығайны шағир, эшләпәһе төшөп китә яҙҙы.
-- Бер ниндәй ҙә әтнәкәһеҙ! – Ҡырт-киҫте ауыл ғалимы, коллегаһы ауыл шағирының эшләпәһен уның башына баҫыбыраҡ кейҙертеп. – Донъялағы бөтә бөйөк асыштар ҙа ябай ғына хәл ҡылына.
-- Һммм... Ҡалай ҙа кәрәкмәгәс, нимә эсендә консерваламаҡ булаһығыҙ һарыҡай себештәрҙе?
-- Әйттем бит: йомортҡаның үҙенең эсендә!
-- Вай-вай-вай...
-- Бер ниндәй ҙә вай-вай юҡ. Минең ысул ябай ғына өс алымдан ғибәрәт: беренсе – инкубаторҙа йомортҡа эсендә себеш яралдыртыу; икенсе – себеште, ҡабығын тишеп сыҡмаҫы борон, юғары температурала ҡабығы эсендә ҡурыу; өсөнсө – шул ҡабығы эсендә ҡурылған себешле йомортҡаның тышын, һауа үтмәҫлек итеп, полиэтилен яры менән ҡаплау. Арзан, уңайлы, файҙалы. Бындай деликатесты сит илдәргә -- донъя баҙарына сығарып була.
-- Ай-һай, ашарҙармы икән? – Ерәнесенән йөҙөн һытып шикләнде һары лимондар иленең гурманы.
-- Ашарҙар, өйрәтербеҙ. Француздар – баҡаны, бедуиндар сиңерткәне яратып һоғона бит. – Уйлап табыусының күҙҙәре ашҡынып ялтыраны. -- Әгәр минең аппаратты донъя күләменә сығартһаҡ, лицензия һатып ҡына ла Тыуған илгә миллиардлаған һум табыш килер ине. Тотҡарлайҙар шул, тотҡарлайҙар, әпсәләрен фәлән иткерҙәре...
Социалистик ауыл хужалығына туранан-тура ҡағылышлы өр-яңы асыштың даһиҙарса ябайлығынан һәм бөйөклөгөнән һыны ҡатып хискә бирелгән ауыл шағиры, ниһайәт, уянып, ҡала ситендәге өс аҙымлыҡ баҡсаһында көрәк тотҡолап һөйәлләнгән көрәк ҡулын туғандарса ғалим яурынына һалды:
-- Бирешмәгеҙ, ҡәҙерле Йолҡоғужин иптәш! Мин был эште былай ғына ҡалдырмам, төбөнә тоҙ ҡойормон. Матбуғатта шаулатып яҙып сығырмын. Бәлки, поэма ла тыуыр әле. Талантлы ауыл инженерын ҡыҫыусылар тейешле язаһын алыр. Тыныс булығыҙ.
Исем-фамилияһы, иҫ киткес яңы йыһаз хаҡындағы белешмә ауыл шағирының ҡуйын дәфтәренә ҡалын хәрефтәр менән мөһөрләнде.
-- Ни... кем ағай, әжерен ҡасаныраҡ күрербеҙ икән?
-- Аңламайым.
-- Тити-мити-финти тигәнем инде... хе-хе-хе! -- Уйлап табыусы еткән тырнаҡлы бармаҡтарын бер-береһенә ыуаланы. – Шағирәнә телегеҙҙә гонорария тиҙәрме шуны...
-- Гоноррея тимәксеһеңме? Йәки сифилис? – Дүрткел мыйыҡ эйәһе ауыҙын ҡыйшайтты.
-- Әллә тағы, тити-мити-фитийе булһа, нимә генә тип атаһалар ҙа, минең өсөн барыбер.
Ауыл шағиры, абруйлы ҡиәфәт алып, аталарса аңлатты:
-- Гонорары уның, туған, тиҙ-тиләмә татымаҫҡа ла мөмкин. Бына мин, мәҫәлән, баллада тиклем балладамды ташҡа баҫтыртып та, бал тәмен татығаным юҡ әле. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был асышың, ни ҡәҙәре генә бөйөк булмаһын, ауыл хужалығынан да бигерәк, ҡалаға -- промышленноскә бәйле. Ә һин, уҙаман, хеҙмәтеңдең емештәрен тиҙерәк ейергә теләһәң, ылғый ауыл хужалығы мәсьәләләрен иңлә. Әйтәйек, минең өсөн, ауылыма йән атып йәшәгән ауыл шағиры булараҡ, ауыл хеҙмәтсәндәренең көндәлек эшенә еңеллек кереткән асыш бик танһыҡ булыр ине...
Уйлап табыусының күҙҙәре йәшкәҙене:
-- Их! Мин бит тыуа-тыуғандан уҡ шул проблеманы сисеү өҫтөндә эшләйем! Бына, ҡарағыҙ! – Ҡуйынынан икенсе бер ҡағыҙ төргәген сығарып, шағирҙың алдына һалды. Поэзовский ала мөгөҙ тирәсле күҙлеге үтәләй күпме генә тексәйһә лә, һис ни аңлай алманы.
-- Ниңәлер күҙ күрмәй башланы бит әле, әллә ҡартайыла инде... – тигән булды, күҙлек быялаларын эре шаҡмаҡлы ҡулъяулығы менән һөрткөләп.
-- Их ағай! Был чертежда һеҙ әйткәндең тап үҙе – һуңғы тамсығаса һөт һауып алыу аппараты тасуирланған. Был ғәжәйеб машина өҫтөндә мин теүәл ун йыл эшләнем. Һәм ул минең Тыуған илде яңынан-яңы еңеүҙәр менән данлаясаҡ капитал хеҙмәтем, белегеҙ шуны! – тип ярһыны Йолҡоғужин.
-- Эһеммм... ни бит, кинотаҫмаларҙан күреп белеүебеҙсә, колхоз фермаларында һыйырҙы заманса автоһауғыстар менән гөрләтеп һауалар. Һеҙҙең машина ни яғы менән айырыла?
-- Иғтибарлыраҡ ҡарағыҙ, ҡәҙерле тәүәриш кешем. Бығаса уйлап сығарылған так называемый автоһауғыстар ҡыҫылған һауа ярҙамында эшләйме?
-- Уныһы шулай.
-- Тимәк, двигатель, компрессор, баллондар, торбалар һәм тағы нисәмә әллә нәмәләр кәрәк. Ә минең асышта уларҙың береһе лә хәжәт түгел.
Һуңғы мәғлүмәт тыңлаусыларҙың икеһен тиң аптырашта ҡалдырҙы:
-- Вай-вай, нисек эшләй уларһыҙ? Ен-бәрейҙәрҙе егәһегеҙме әллә?
Йолҡоғужин кеткелдәп көлдө:
-- Тап шунда ла инде эштең хикмәте, ҡәҙерле тәүәриш кеше! Машинамда сихри көстәрҙе түгел, ә һәүкәштең үҙенең мускул ҡеүәтен ҡулланам.
-- Абба! Башҡорт дуҫтар әйтмешләй, йүкәлә икән лимон! – Ҡолға буйлы әҙәми зат креслонан оҙон аяҡтарын һуҙып, кәүҙәһен салҡайтып кирелде.
-- Ысынлап та, башҡа һыймаҫлыҡ бит был! – тине шағир.
-- Һыйҙырһаң, һыя ул, иптәш кешем! Минең аппарат ыҡсым – һауын һыйырының елен тәңгәленә беркетелә лә ул һыуалғансы ҡала. Күрәһегеҙме бынауы ике рычагты? Һәүкәшкәйебеҙ атлағанда бото менән этәреп, үҙенең мускул энергияһын бирә -- аппаратты эшләтә. Тимәк, һыйыр көтөүҙә йөрөгәндә лә имсәктәрҙе өҙлөкһөҙ һауыу процесы бара, һуңғы тамсы һөт һыйыр арҡаһындағы һауытҡа һауып алынып тора. Тулыу менән көтөүсе уны арбаһындағы рифлережатор-цистернаға тултыра, һөт ташыусы уның тулған берен алып китеп тора...
-- Һеммм... Һыйыр ятҡанда нишләй?
-- Ҡәҙерле тәүәриш кеше, әгәр һеҙ техник яҡтан саҡ ҡына мәғлүмәтле булһағыҙ, бындай һорауҙы бирмәҫ инегеҙ. Бынауы ыҡсым аккумулятор ни өсөн ҡуйыла һеҙҙеңсә? Тап шул миҙгелдә изге эшкә егелеү өсөн түгелме ни?!
Сәсрәп китмәгере Джугашвили шағир ейгән тәмле ашҡа тараҡан ташлай яҙҙы:
-- Батони, Мәскәүҙәге артист Аркадий Райкиндан ишеткәнем бар ине кешеләрҙең бот араһына беркетеп ебәрмәле тап шундай аппаратты...
-- Ул идеяны Аркадийға мин үҙем бүләк иттем! – Дүрткел мыйыҡлының ауыҙын салт яптыртты Йолҡоғужин.
-- Дәәә... Ғәжәп үҙгәйле асыш. Бына ниндәй таланттарға бай башҡортомдоң ауылы! Бер-бер артлы тыуып ҡына торалар!
Тупаҫ брезент плащы өҫтөндә битенә кепкаһын ҡаплап, бер ни белмәй тамағын шарылдатҡан тире иләү белгесе башын ҡапыл ҡалҡытып:
-- Сүп-сарҙы һөрмәйҙәр-сәсмәйҙәр – үҙҙәре үҫә улар! – тине лә, икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты. Һарыуы ҡайнаған Йолҡоғужин ауыҙына тулышҡан һүлен брезент плащ яғына атырға иткәйне лә, грузиндың да гөрзә йыландай текләүен абайлағас, кире уйлап йотоп ебәрҙе, йәһәт кенә ҡалҡынып, Поэзовскийға өндәште:
-- Туғаным, һөйөклө иптәш кешем, һәүетемсә иртәгә осрашырбыҙ, йәме?. Тыныс йоҡо һеҙгә! – Һәм палуба аҫтындағы әҙәм балалары менән тулы серле төпкөлгә сумып юғалды.
-- Тыныс йоҡо! – тип ҡалды күңеле тулышҡан ауыл шағиры, хисләнеп, үҙ алдына һөйләнде. – Талантлы ғалим һәм ҡыйыу новатор был инсан! Һис шикһеҙ, һис шикһеҙ!
-- Шыр-яланғас шарлатан! – тип төҙәтте дуҫы Джугашвили. Ләкин зирәк юлдашының хаҡ-баһаһы илһам эйәһенә барып етмәне. “Бит Ломоносовтар, Кулибиндар ҙа ябай ерекмән ғаиләһенән үркегән. Урындағы етәкселектең тарихи факттарға иғтибар итмәүе бик аяныс. Ләкин мин дә бар әле: күкрәп ҡалҡҡан талант эйәһен быуып ташларға юл ҡуймам!”
Ун биш минут үткәндерме-юҡмы, палуба аҫтына сумырыусы йотҡолоҡтан, алаң-йолаң ҡаранып, талант эйәһе тап үҙе килеп сыҡты ла шағирға тоҫҡалып уҡталды. Өскөл профессор һаҡалының осонда тоҙло балыҡ тәңкәләре йылтырай, ауыҙынан арзанлы “Тройной” одеколон зәхмәте аңҡый ине. Көтмәгәндә “лөһөр!” итеп тубыҡланды ла һалам эшләпә эйәһенең тубыҡтарына башын һалып һулҡылданы:
-- Һеҙҙән башҡа кемгә генә барып морон төртәйем, иптәш кешем?! Оло идеялар менән лыҡама тулы башҡайымды кемдең күкрәгенә терәп үкһейем? Ошоғаса осраған һәр бере – йә һыуыҡ ҡанлы подлец, йә тупаҫ бюрократ ине...
-- Был ни хәл, тороғоҙ, тороғоҙ! – тине шағир, ырғып тороп, һулҡылдаусыны аяҡтарына баҫтырҙы. Йолҡоғужин “һә!” тигәнсе үк тынып, фажиғәле киҙәнеш менән таба сепрәгеләй ҡара ҡулъяулығын яңаҡтары буйлап йөрөттө, мөлдөр-мөлдөр тәгәрләгән бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәрен һыпырҙы. Ҡыҙғаныс һәм имәнес тауыш сығарып, борт тышына ҡат-ҡат танау һеңгерҙе. Күрәләтә уйналған был трагедияны нескә шағир күңеле күтәрә алманы:
-- Тынысланығыҙ, зинһар, улай өҙгөләнмәгеҙ! – Үҙе лә иламһырап, меҫкенйәнде иңбашҡайынан яҡын дуҫтарса ҡосто.
-- Һөйөклө тәүәриш кешем, һеҙҙең ат башындай оло йөрәгегеҙҙә башҡортомдоң быуаттар буйынса типкеләнгән улдары өсөн әрнеү, ҡайнар мөхәббәт ялҡыны дөрләүен беләм! Тауҙай ғилми эштәремдән арынып ял иткән һирәк минуттарымда, хатта ҡабыр һынығымды ла онотоп, бына ошо ҡулдарыма һеҙҙең тылсымлы шиғри мәжмүғәләрегеҙҙе алам да ынйы бөртөктәреләй теҙелгән тылсымдарығыҙҙы керпек ҡаҡмайынса йомолоп уҡыйым, яңынан-яңы ғилми подвигтарға рухландыра улар мине. Хәҙерге ҡайһы бер әҙиптәребеҙ тарафынан оятһыҙ ситкә тибәрелгән һәм онотолған бөйөк гуманизм тойғолары ҡанат ҡаға һеҙҙең ул ынйыларҙа. Беләм, һеҙ ул донъялағы иң ҙур гуманист –яҡыны өсөн һуңғы ыштанығыҙҙы һалыу ғына түгел, йәнегеҙҙе йолоп бирергә лә әҙер! – Йолҡоғужин, әҙәпле әҙиптең үҙен маҡтауға ҡаршы әйтергә йыйыныуын салт шәйләп, буғай, шәп-шәп атлап китеп барҙы.
Поэзовскийҙың күңеле уғата ирене. Һәм ул, креслоһына ҡабат әүшәрелеп, хыялдарға бирелде. Бына ул бюрократтар тарафынан ҡыйырһытылған талант эйәһен аталарса етәкләп, баш ҡаланың Академия ҡапҡаһынан индереп ебәрҙе. Унан үрнәк алып, Пегас ҡыуыусы башҡалар ҙа бөтә республика төпкөлдәренән бығаса билдәһеҙ күмелеп ятҡан ауыл ғалимдарын баш ҡалаға етәкләп килтерә башланылар, шул яңырыш арҡаһында республиканың ауыл хужалығы машиналары төҙөү сәнәғәте ҡырҡа күтәрелеп, ауыл менән ҡала тигеҙләнде; яңы ысул һауын аппараттары ауыр эштән арындыртҡан һауынсылар яңы ысул менән себештәрҙе йомортҡаһы эсендә ҡурып консервалау һөнәрен үҙләштереп, таҡыр асфальт юлдарҙан таҙа цехтарға эшкә йырлап ҡына йөрөй башланылар; бөтә донъяға татлы себеш консервалары һатып байыған социалистик ауыл яҡты коммунизм ҡапҡаһынан дөбөрҙәп барып керҙе...
Әллә судно, ташҡын Симдең шаян тулҡындары өҫтөндә аунаҡлап, бишектәге сабыйҙай рәхәт тирбәлдерткәнгә инде, әллә төнө әкиәттәгеләй ҡараңғы, серле булғанғамы, хыял менән ғәмәл араһындағы нескә офоҡ юйылып, шағирға был фантазияһы ысынбарлыҡ булып күренә башланы. Иләҫ-миләҫ килеп тамам күңеле һөйкөмлөләнеүҙән тулышып китте лә ул, күкрәген күмеп барған лирик тойғоларҙы тышҡа ағылдыртыу өсөн, ян-яғына боролоп серҙәш эҙләне, ләкин башын кресло арҡаһына һалып йоҡлап ултырған юлдашы Джугашвилиҙан башҡа уны тыңларлыҡ йән эйәһе юҡ ине. Әммә, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, яҡында ғына тамаҡ ҡырыу ишетелде лә, көллө ҡиәфәте бесәй тырнағынан ысҡынған турғайҙыҡылай йолоҡҡоланып, ҡыҙғаныс хәлгә төшкән Йолҡоғужин пәйҙә булды; артында, бикле буфет стенаһына һөйәлеп, һәлендертеп арыҡ селедка ҡойроғо тотҡан шешәләше тора көтөп.
-- Сәләм бөйөк гуманисҡа, намыҫлы тәүәриш кешемә! – Алыҫтан уҡ алҡышланы ғалим шағирҙы, фалиж-паралич һуҡҡандай, башын сәйер һерелдәтеп; ауыҙынан зәхмәт еҫтәрен борхотоп, Поэзовскийҙың эргәһенә һалып торған һары һалам эшләпәһе өҫтөнә ларҡайып ултырҙы, бәхетһеҙ баш кейеменең хужаһы иғтибар итмәне быға. Ни өсөн, тигәндә, ауыл ғалимы ауыл шағирын үҙенең өр-яңы асышы менән шаңҡытты:
-- Ҡәҙерле тәүәриш кешем, һөйөклө шағирым минең! Күңелемә һеҙ ҡуйып ебәргән изге-тылсымлы ҡанаттарҙа илһамият донъяһында елпенеп, данлы ауыл хужалығыбыҙға егерменсе быуат ҡаҙанышы булырҙай икенсе бер ҡулланма уйлап таптым!
-- Йә-йә-йә! Ни нәмә ул?! –Хатта ырғып тора яҙҙы сикһеҙ сәмләнгән Поэзовский. Үҙэшмәкәр инженерҙың биш ботлоҡ оса баҫымы аҫтынан көлсәләй ләпәшкән эшләпәһен тартып сығарырға итһә лә, уңышҡа өлгәшә алмай, яланбаш ҡына килеш тыңлап бөтөрҙө.
-- Колхоз-совхоз малдарына “Аппетит ҡуҙғалтҡыс окуляр” – бына нәмә ул ҡәҙерле тәүәриш кешем! – Тоҙло балыҡ тәңкәләре ҡатыш йәбешкәкләнеп тирләгән ике усы араһына ихласйәндең көрәктәй ҡулын ҡыҫтырып алып, бәйнә-бәйнә бәйәнләүенә ҡарағанда, яҡшы бесән төҫөндәге йәм-йәшел быялалы күҙлектәрҙән һәм “тәмле еҫ тоҡсайы”нан ғибәрәт икән ул мөғжизә. Йәшел күҙлекте һәүкәшкәйгә кеҙертеп, “тәмле еҫ тоҡсайы”н мороно өҫтөнә беркетәһең дә, тоҡсай эсенә тоҙло һыуҙа ебетелгән бойҙай күмәсе ҡатыларын тултырһаң, һөңгөмөгөҙ мәхлүҡйән, йәшел быялалар үтә ымһынып, серек һаламды ла нәҡ тоҙло бойҙай күмәселәй төрөп-төрөп тығасаҡ икән тамағына...
-- Горлопан, сколько можно?! Приступи! – тип түҙемһеҙләнде, ҡулындағы селедка ҡойроғон супылдатып һурып тороусы әшнәһе. Йолҡоғужин асыулы ҡул һелтәне:
-- Заткнись, свистун!
Мауыҡтырғыс әңгәмәнән уйы-зиһене бығауланған Поэзовский был икәүҙең әйтешенән саҡ ҡына албырғанды:
-- Ә?! Кем ул?
-- Ассистентым, әлеге яңы асышымды тиҙерәк чертежға һалырға саҡыра.
-- Аңлайым, -- тине Поэзовский, кинәнеп. -- Изге эште һуңлатырға ярамай. Хәҙерге колхоз-совхоз малдарының март башынан уҡ ашарҙарына бөтөп күтәртеүҙәрен иҫәпкә алғанда, данлы ауыл хужалығыбыҙға икһеҙ-сикһеҙ экономия килтерәсәк был яңылыҡ!
-- Ә мин ни тылҡыйым һуң?!
-- Сүбек тылҡыйһың, буғай, әрһеҙ тәүәриш кеше! – Йоҡоһо осҡан Джугашвили яуапланы.
Тулы көсәнә эшләгән дизель тракторылай тауыш сығарып ятҡан Садиҡов та кинәт тынып ҡалҡына бирҙе лә яңылыҡ уйлап табыусыны күҙҙәре менән айҡаны:
-- Тимәк, һинеңсә, сихриәтле приборың ярҙамында ферманың ас һыйырҙарына ҡыш буйынса серек һалам, күгәргән бесән, йәки ағас юнышҡыһы ашатып аҫырап була?
-- Тап шулай, тап шулай, иптәш кешем!
-- Алайғас, дәүләткә тапшырыр алдынан мал-тыуарҙы ҡар ғына ялатып һимертергә лә булалыр?
-- Башыңды эшләтә белһәң, әлбиттә, тәүәриш кешем!
Садиҡов, донъяның ҡотон осороп, тамаҡ төбө менән оҙаҡ итеп ғыжылдап йүтәлләне:
-- Һинең үҙеңде, күҙлектәреңде кейҙертеп, шул ҡарға ҡушып ҡуйырға кәрәк ине -- әрәм тамаҡтар кәмер ине, исмаһам! – Джугашвили хахылдап көлгән арала кәйефһеҙҙең башы ҡабат яҫтауына терәлдә лә танау тишектәрен һыҙғыртып буран уйната башланы.
-- Ниндәй тупаҫлыҡ, ниндәй тупаҫлыҡ! – Ҡыҙғаныслы һулҡылданы инженер. Ике юлдашының тупаҫлығы өсөн унан ғәфү үтенергә йыйынып, үкенесле баш сайҡаны шағир. Ләкин ошо миһырбанлы ынтылышын буфет ҡырындағы “ассистент”тың әсе һыҙғырыуы бүлде, шул ыңғайҙа Йолҡоғужин, электр тогына ҡағылғандай тартышып, салбарынан билбауын һурмаҡланы:
-- Юҡ! Бындай тупаҫлыҡты күтәрә алмайым – барам да анауы мачтаға аҫылынам! Күрһендәр кемдең кем икәнен! – Меҫкен ауыл шағирының ҡурҡып ағарынған йөҙөнә ҡарап, күрмәлекле өҫтәне: -- Ҡайыш билбауым менән – Сергей Есенин кеүек!
Һуңғы йөмлә Поэзовскийҙы бигерәк тә тетрәтте, ырғып тороп, шыңшыусыны ҡосаҡланы:
-- Ҡуйығыҙ, зинһар, улай итә күрмәгеҙ! Алтын идеялар менән тулы аҫыл башығыҙҙы харап итмәгеҙ, үҙебеҙҙең социалистик ауыл хеҙмәтсәндәре хаҡына!
Йолҡоғужин шыңшыуынан ҡырт-тымды:
-- Ярай, аҫылынмайым, әләйһә, тик һеҙҙең хаҡҡа ғына! Һәм әлеге асышымды һеҙҙең исемгә арнайым!
-- Ну мудак, сколько можно тебя ждать?! – тип ашыҡтырҙы “ассистент”. Шул ыңғайҙа Йолҡоғужин ауыл шағирының еңенән эләктерҙе:
-- Туғаным, ҡәҙерле иптәш кешем, үҙегеҙҙең исемгә арналған ҡулланманың чертеждарын һыҙып бөтөрөү өсөн стандарт ватман ҡағыҙы кәрәк бит әле...30 һум ғына биреп тормаҫһығыҙмы?
Илһамиәт эйәһе, бал тип әсеүташ ҡапҡандай, әскелтем-сөскөлтөм йылмайҙы:
-- Ни... былай бит әле... юллығыма етеңкерәмәҫ тип торам бит әле...
Йолҡоғужин, сысҡанын ысҡындырып ебәреүҙән хәтәр ҡурҡҡан бесәйҙәй, ҡорбанының еңе үтә беләген ҡыпҫыуырлап, ныҡыны:
-- Һис юғында 10 һум ғына...
-- Ни... баяғы...
-- Чорт с два, хотя бы пять рубликов! – тип ҡыҫылды “ассистент”ы.
-- Эйе, биш һум булһа ла бирегеҙ, гонорарияға тиклем генә!
Беләгенең ауыртыуы үҙәгенә үткән шағир күҙҙәрен сытырҙата йомоп ыңғырашты:
-- Уй-уй! Мәгеҙ, черт с вами! Ысҡындырығыҙ, зинһар!
-- Пож-жалыста! – Бишлек ҡағыҙҙы йомарлаған Йолҡоғужин ашығып китеп барҙы, көтөп торғаны менән палуба аҫтына сумғандарында алсаҡланып көлөшөүҙәре ишетелде.
-- Бына һеҙгә “чорт с два”! – тине Джугашвили. Поэзовский өндәшмәне, сөнки чертеж һыҙырлыҡ та матди сараһы ҡалмаған талантлы ауыл зыялыһының үргә ҡалҡыныу юлдарының ни ҡәҙәре сутырмаҡлы икәнлеген уйланы, үҙенең шиғриәт юлындағы тормош тәжрибәһе менән тиңләне. Яҫы маңлайын еңе менән һөртөп, креслоға ултырҙы. Матди ауырлыҡ кисергән талантлы ауыл ғалимына тейешле ярҙам күрһәтә алмағаны өсөн кәйефе ныҡ ҡырылды.
Өфөгә терәлеп торған Черниковск биҫтәһендә социалистик удар төҙөлөш – моторҙар эшләү заводын ҡороу иғлан ителгән бит бер заман. Буласаҡ шағирҙың ҡыйыу комсомолец атаһы төпкөл Бөрйәненән арҡаһына бер бөтөн икмәк, ике баш ҡорот һалынған киндер биштәрен артмаҡлап килеп, шунда урынлашҡан да, сарҡылдаҡ татар мәрйәһенә өйләнеп, асфальткә тамырланған, буласаҡ Минһажитдингә лә шул саҡ нигеҙ һалынған...
Баш ҡала заводтарының береһендә токарь станогы эргәһендә ҡоростай сыныҡҡан йәшлеген, муза ерлегенә баҫҡан тәүге шөңгөр аҙымдарын хәтерләне ауыл шағиры. Әҙәби гәзиттең ул саҡтағы редакторы яғымлы, оптимистик кеше ине. Йөрәге дарҫлап ҡағыуынан аяҡтары ҡайҙа баҫҡанын тоймай тулҡынланып, беренсе шиғыры менән килгән “эшсе шағир” Поэзовскийҙы (ул ваҡытта әле ябай ғына Минһажитдин Баһауитдиновты) ҡосаҡ йәйеп ҡаршыланы ул, сөнки “эшсе синыфтан сыҡҡан йәш таланттарға юл асырға!” тигән шиғар ифрат модала ине. Хәтерҙә, ҡала үҙәгендә яңы йорт һалған удар ташсыларҙы данлай ине шиғыры. Уҡып сыҡҡандан һуң уйланып ултырҙы-ултырҙы ла:
-- Илһам еле бар-барын, ләкин ысын ҡала еҫе аңҡымай. Станоктар шауы юҡ, сабаталы крәҫтиәндәрсә фекер йөрөтәһең, -- тине редактор. – Тиреҫ еҫе еҫкәп үҫтеңме әллә?
-- Юҡ, атайым ғына Бөрйәндән сыҡҡан.
-- Бына бит ул – гендан килә ауылсанлыҡ!
-- Ни эшләйем икән һуң, ағай?
-- Бына былай итәйек. – Редактор ҡәләме шиғырҙы, строфа һайын “ҡала еҫе” аңҡытып, шар-шорт төҙәтеп сыҡты. – Уҡып ҡара ла әйт: ризамы?
-- Риза! – тине Минһажитдин Баһауитдинов.
-- Ипле икәнһең, ҡустым. Тыңлап ҡына йөрөһәң, эшсе шағир яһармын һинән. Ә эшсе шағир ҡайҙа йәшәй – ҡалала. Һинең исем-фамилия иһә, таш ҡалала тыуып үҫһәң дә, ылғый бөрйәнсә яңғырай. Өҫтәүенә, шағирәнә лә түгел. Эшсе синыфына лайыҡлы шағирәнә фамилия йәғни псевдоним уйлап табайыҡ.
-- Һеммм... нимә тип икән, ағай?
-- Шағирәнәнең иң еллеһе – “Поэзовский” була ул, ҡустым. Килешәһеңме?
-- Әлбиттә!
-- Тимәк, бынан һуң һин ауылдағы олатай-оләсәйеңә генә Минһажитдин Баһауитдинов. Ә әҙәбиәт баҡсаһында – эшсе шағир Минһаж Поэзовский рәүешле сәскә атырһың!
Гәзиттең нәүбәттәге бер һанында Поэзовский, сикһеҙ хозурланып, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ташҡа баҫылған яңғырауыҡлы исемен һәм әҫәрен йотлоғоп уҡыны. Әлбиттә, шиғыр шаҡтай ҡыҫҡартылған һәм, авторҙың егәрле ташсылары урынына, тәүге нефть ятҡылыҡтарын быраулаусыларҙы данлай ине. Әммә был әллә ни борсоманы авторҙы. Иң мөһиме – ижад емеше ташҡа баҫылып сыҡты.
Бара-тора ул редакторының бүтәндәргә сәйер тойолған әҙәби зауҡына күнегеп һәм ярашып, хатта түрәһенең бөгөн иртән йоҡоһонан ҡайһы аяғы менән тороуына ҡәҙәр һиҙгер тойомлай башланы. Башҡортостан тупрағы тыуҙырған иң һәләтле йәш шағир итеп һананы Минһаж үҙен һәм, халыҡ рухын әҫәрҙәре менән даими байытыр өсөн, эшләгән станогын, заводын ташлап китте. Шиғырҙары өсөн гонорар алғаны һайын, редакторы менән бергә ултырып уңышын “йыуҙы”. Бисәһенән йәшенеп кенә ресторанда типтереп йөрөгәнендә, үҙе кеүек үк шиғри күңелле Лола менән бәйләнеп, ябай эшсе егет сағында һөйөшөп ҡауышҡан Ғәзимәһенән дә арынды – нескәлекле шағир күңеле ҡырыҫйәндең: “Әрәм тамаҡланып өйҙә ятаһың, ҡағыҙ бысратаһың”, -- тип битәрләүҙәрен кисерә алманы. Лоланың иһә ҡосағы ла ҡиң, шиғриәткә мөхәббәте лә аҡса янсығына тиң ине. Йәш кәләштең ошо яғымлы сифаттары Поэзовскийҙа ялҡынлы илһамды көнләп түгел, ә сәғәтләп ләүкетте. Тәүлегенә хатта ун биш шиғыр яҙған саҡтары ла булды. Әле һаман “йәш шағир” тип йөрөтһәләр ҙә, яңы заман башҡорт әҙәби ғәскәренең үткер ҡәләмле яугире итеп һананы үҙен.
-- Маладис! Әгәр шулай мин әйткәнде генә тыңлап йөрөһәң, ҙур поэзия сфераһына сығасаҡһың! – ти торғайны редактор, ҡушҡан һәр бер темаға шунда уҡ шиғыр әтмәләп килтереүсе уҙамандың яҫы иңбашынан аталарса ҡағып.
Бер мәртәбә ул, махсус кеше ебәреп, Поэзовскийҙы саҡыртып алды ла, арҡаһынан һөйөп, былай тине:
-- Ҡустым, изге сәғәтең һуҡты – гендарыңа тулы ирек! Бөгөндән башлап ауыл шағирына әүереләһең.
Поэзовский албырғанып-ҡаушаны, һүҙҙәрен, әйтә алмай, ауыҙында әүмәләне. Әммә шөһрәтле редакторы ҡолаҡ һалырға уйламаны ла:
-- Юғарынан яңы күрһәтмә төштө -- ауыл шағирҙарын гөрләтеп үҫтерергә; ә беҙҙә ауыл шиғриәте ныҡ аҡһай, крәҫтиән шағирҙары грамоталы итеп яҙы белмәйҙәр, -- тине ул. “Крәҫтиән” түгел, ә ерекмән!” – тип, атаһының Бөрйән һөйләшенсә төҙәтергә теле ҡысытһа ла, тыйылып, Поэзовский:
-- Мин, гендарымды ғына иҫәпкә алмағанда, үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ауылда булғаным юҡ бит... – тип “кәзәләнергә” итеп ҡараһа ла:
-- Профессор Тиховтың да зәңгәр Марс планетаһында булғаны бармы? Ә яҙа бит ундағы ағын йылғалар, зәңгәр үләндәр хаҡында! – тип ауыҙын тиҙ яптыртты...
Поэзовский, шымарып уҡ алған “эшсе шағир”лығын ташлап, тыңлаусан үгеҙ кеүек, тулыһынса ерекмәнлеккә сумды, ылғый ауыл шиғриәте тәртәһенә егелде. Гендарында етешмәгәндәрен китаптарҙан, кинофильмдәрҙән “һурҙы” һәм яҡшы уҡ уңыштарға ла иреште. Ысынлап та, был темаға рифмалар ҡойоу шаҡтай еңел икән дә ул. Яңынан-яңы “көн ҡаҙағына һуҡҡан” патриотик шиғырҙар, бөрйән балылай хиссиәттәр татытырға тейешле балладалар, хатта поэма тиклем поэмалар бер-бер артлы атлығып ҡына торҙо йор ҡәләме осонан. Донъя поэзияһы тарихында А.С. Пушкиндыҡынан һуң икенсе мәшһүр “Болдин көҙө” башланды...
Ауылдан шытҡан яҙармандар ваҡиғаларҙы тәбиғи ябайлығында һәм ысынында тасуирларға ярата, шуға күрә әҫәрҙәре күнегелгән социалистик реализм ҡанундарына һыйышмай – редактор уларҙы “натурализм” тип тамғалап кире ҡаға ине. Поэзовский иһә тәкәббер шефының һәр һулышын алдан уҡ самалап белә, юлдың, боролмалы булһа ла, шымарағын һайлап елдерә ине.
Бер-ике йыл донъялар имен торғанда, ул, бәлки, редакция аппаратына ла кереп ҡыҫылыр ине. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ауыртмаҫ башҡа тимер тараҡ, тигәндәй, яҡты йөҙлө редакторын урынынан йолҡоп ырғыттылар ҙа яңы башлыҡ яңыса һеперә башланы. Аҙна үтер-үтмәҫтән, редакция аппаратын элекке редактор яҡлыларҙан таҙартты, ырашҡылы ҡырыҫ еле ситтәгеләргә лә һуғылды. Яңы әҙәби бүлектең бер киңәйтелгән ултырышында Поэзовскийҙы ауыл тормошон белмәү, формализм, конфликтһыҙлыҡ тигән етешһеҙлектәрҙе үрсетеүҙә ғәйепләп, ҡолаҡтарын әсе борослап ыуаланылар.
Шулай ҙа сыныҡҡан шағир рухы һынманы. Фани донъя малдарына ваҡытлыса ҡул һелтәп, Лолаһының аулаҡ бүлмәһенә бикләнде лә, ҡәләм башын сәйнәй-сәйнәй, ижадының шишмә баштарын таҙартты. Аҙна-ун көн уҙыуға, ҡулы аҫтында яңы редактор зауығына иҫәпләнгән яугир шиғырҙар шәлкеме әҙер ине. Ләкин яҙмыш тигән биҙасыл бисә был юлы ла ҡосаҡлап үпмәне уны – шиғырҙарҙың береһен дә ҡабул ҡылманылар. Кеҫәлек төбө таҡырайғас, Лоланың да йылы ҡосағы тарайҙы, һыуынды. Бик йыш ҡына төшкө ашһыҙ ҙа ҡала башлаған шағирыбыҙ түҙмәне, элеккеһенә ҡайтып йығылды. Ҡатын-ҡыҙ заты шундай ғәжәйеб бит ул: күшеккән тауыҡтай ҡанаттары һәлпәйеп төшкән Поэзовскийҙы ситкә тибәрмәне Ғәзимә, ә, бөтә булған үпкәләрен онотоп, уның ҡойола башлаған түбә сәстәренән ыңғай һыпырып иркәләне, ғариза тотоп Яҙыусылар берлегенең йәш таланттар бүлегенә барырға ризалатты. Һөҙөмтәлә уны, юллыҡ аҡса, танытма биреп, ошо Сим йылғаһы буйындағы тәрән төпкөл районыбыҙға оҙайлы ижади командировкаға оҙаттылар. Ысын ауылды үҙ күҙҙәрең менән күр, тере ерекмәндәр менән аралаш, бесән менән тиреҫ нисек аңҡығанын еҫкәп бел, тинеләр...
Достарыңызбен бөлісу: |