Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет5/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19

УРАЛДА ТАҢ
1

Уралымдың ата-бабалар

Ҡаны тамған ергә туҡтаным.

Йәйғор саҡҡан сағыл ташына

Маңлайымды ҡуйып йоҡланым.
Уралымдың ата-бабалар

Даны ҡалған ергә туҡтаным.

Ҡанлы мүген йомоп усыма,

Һулҡылдауын тойоп йоҡланым.


Уралымдың ата-бабалар

Моңо һеңгән ергә туҡтаным.

Урал моңо менән сурлаған

Турғайҙарын һөйөп йоҡланым.


Уралымдың ата-бабалар

Заңын алған ергә туҡтаным.

Алтын зыңлы ҡуңғыҙ мөгөҙөн

Керпегемә йомоп йоҡланым.


Уралымдың ата-бабалар

Йәне гиҙгән ергә туҡтаным.

Таштарына тиклем тупырлап

Йәнләнеүен тойоп йоҡланым...


Белдем шунда ҡапыл үҙемдең

Остоҡ ҡына бер саң икәнде.

Килешалмай быға күңелем,

Бөйөклөктәр көҫәп һиҫкәндем.


Йәшем аҡты күҙҙән супырлап:

“Аһ, мин -- меҫкен ниңә был саҡлы?!

Тейһен ине түбәм күктәргә,

Төйһөн ине табан “борсаҡ”ты


(Ер шарын, тим!..). Илаһ-Тәбиғәт,

Бөйөк Теләк миндә бар бөгөн.

Үтәп шуны, форсат бирһәңсе

Баҫырға был йөрәк ярһыуын!”



2

Рәхим итеп, Илаһ-Тәбиғәт

Теләгемде минең һораны.

Һәм мин әйттем:

— Ерҙә Уралға

Тиңһеҙ бөйөк булып буламы?


— Уралыңдан бейек бөйөклөк

Кәрәк ниңә? — тине Тәбиғәт.

— Бөйөклөгөм күреп, йондоҙҙар

Итһен ине миңә итәғәт!


— Арбармы һуң һине, балаҡай,

Уралыңдан өҫтөн итәғәт?

— Өҫтөнлөккә, Илаһ, ни етә!

Бөйөклөк бир тик бер, бер сәғәт!


— Ярар, — тине Илаһ-Тәбиғәт, —

Теләгеңде, балам, үтәйем.

Йондоҙҙарға терәп түбәңде,

Йондоҙ көнлө хикмәт итәйем.



3

Шул хикмәтте юллап йүнәлдем

Сихри төштә сихри сәфәргә.

Ирәмәлдең ҡарлы түбәһен

Оҡшаттым аҡ башлы шәкәргә.
Шәкәр һөҙә зәңгәр болотто,

Уға йәнәш күкте мин һөҙәм.

Табан — ерҙә, түбәм — асманда,

Бөйөклөккә үҫеп, эй, гиҙәм!


Үҫәм, үҫәм — сорғоп мин үҫәм!

Тишеп үтте түбәм болотто.

Табан тойһа ла таш Уралды,

Төпһөҙлөккә соңҡам олаҡты!


Ҡала аҫта, ҡала тыуған яҡ —

Ашҡан һайын — ерҙән мин өҫтөн.

Көлөп бағам әрһеҙ түбәнгә:

Шул соҡорҙан микән мин үҫтем?..


Булмаҫ, булмаҫ! Бынау бейектән

Көлгән инсан унда яралмаҫ!

Аслан затым — зәңгәр күк заты,

Ергә ҡарап зиһен таралмаҫ!..



4

Сумды Ҡояш офоҡ артына,

Зәңгәрлеккә ҡара төн һеңде.

Ҡунаҡсала һары нәжәғәй

Һуңғы тапҡыр ҡанат елпенде.
Шундай аҫта уйһыу үҙәндәр!

Күк шыршылар шәңгей бик түбән...

Аҡ шаҡмаҡтай Урал маңлайын

Көҙгө итте “ем-ем” Етегән.


Ете йондоҙ яна янымда —

О! — был ниндәй тылсым, сихри мәл!

Табан ләкин Урал һыртында...

Күктә түгел — фәҡәт ошо йәл!


Ете йондоҙ бейей айбарлап,

Мин тулғанам ете уртала.

Йондоҙ нуры билгә урала,

Йондоҙ һулап һулыш ҡурыла...



5

Тауыш бирҙе Илаһ-Тәбиғәт:

— Мораҙыңа, балам, ирештең?

Уралыңдан бөйөк булырлыҡ

Күк затына хәҙер керештең.
Тик бер генә тапҡыр тын алма,

Тик бер генә тапҡыр моң алма.

Уралыңдың моңон, һауаһын

Онот, онот! Хәҙер һин — Алла!


Уралыңдың һомғол һындары

Һүрәтләнер — уға алданма.

Һоҡланыуҙы — бәндә булмышын

Онот, онот! Хәҙер һин — Алла!


Килер, бәлки, кире ҡайтаһың,

Уралыңда аунап ятаһың.

Тик түбәндер һинән был, аңла.

Уралдан һин бөйөк, һин — Алла!..



6

Күк көмбәҙе кинәт аушайҙы,

Ярты яҡҡа донъя ҡыйшайҙы.

Мең төҫтәре алыҫ Уралдың

Күҙ алдымда артып-ишәйҙе —
Минең өсөн һуңғы йыр булып

Ҡабатланды ерем бер мәле.

Елберҙәне ап-аҡ ҡайындар —

Күлдәктәре бөрмә-бөрмәле.


Шылтыр-шылтыр көлдө шишмәләр,

Йүкәләрҙән әскелт бал яуҙы.

Төн иңкеше ерҙең егенә

Ҡаҙап китте татлы ҡаяуҙы...


Өнһөҙ өнәп кенә ойоно

Мамыҡ томан япҡан ҡаялар.

Күк көмбәҙен көпләп күҙенә,

Ойонолар ҡырҙар, уялар.


Сыңрап көлдө көмөш Етегән —

Ҡымыҙ һоҫто көмөш ижауы.

Янда ғына — ҡолаҡ төбөндә —

Йондоҙ-ҡымыҙ ташып мыжнауы...


Леп-леп көлөп, һомғол тирәктәр

Быуындарын наҙға мәлйетте.

Ер менән Күк — күкрәк терәшә,

Иренләшә торған мәл етте...


Сихри хәлен тойоп донъяның,

Шылтырауҙан тынды болаҡтар.

Йондоҙҙарҙың күҙен йомдорҙо

Ҡош Юлынан купҡан болоттар.


Ғаләм шымды. Таңдың шаңдағы

Кирҙе шаңын йыһан иңенә.

Илаһымдың сихри сулаһы

Ялмап алды ҡапыл мине лә...



7

Үҫәм, үҫәм — тағы мин үҫәм,

Асмандарын ашып Уралдың!

Урмандарҙа — табан, ә түбәм

Ғаләм саңдарына уралды.
Ҡолас кирҙем — ике ҡанатым

Йыһан иңен сыйып ҡанатты...

Аһ! — кем һуң мин?.

Күҙем — ут-ялҡын,

Суҡышлы мин, ҡыйғыр ҡанатлы!..
Ҡанатым бар — ләкин осош юҡ...

Суҡышым бар — ләкин суҡыш юҡ...

Ауыҙ асһам — телем һәленә:

Тел осомда өн юҡ, тауыш юҡ...


Күкрәгемдә күкрәү көсө бар,

Тик тауыш юҡ — ауаз ҡалыплы.

Аһ! — кем һуң мин? Өнөм тығылған... —

Сағылмы мин, телһеҙ алыпмы?..


Иларға, тим, — аҡмай йәштәрем.

Уйларға, тим, — ҡатмай баштарым.

Мең төҫтәре йәнле Уралдың —

Минең өсөн үле таш бары...


Һәм мин үҙем — йәнһеҙ бер алып,

Теләк тә юҡ, әйтер тел дә юҡ.

Түбәм — күктә, табан — бик төптә,

Бәндәлеккә ҡайтыр юл да юҡ...



8

Тауыш бирҙе Илаһ-Тәбиғәт —

Эсе бошоп, ахыры, өндәште:

— Ризаһыңмы бөйөк ҡалырға?

Өҙмәнеңме әле ниәтте?
Ә мин өнһөҙ — бөйөк бит телһеҙ...

Ваҡлыҡтарҙан өҫтөн бөйөклөк!

— Булды! — тине Илаһ-Тәбиғәт. —

Асылыңа булмаҫ тиңлелек!

Асманға күс ерҙән иң элек!
Аушайған күк еге асылды

Алыу өсөн минең Асылды.

Ерҙе ташлап ғорур ҡарашым,

Көллө кәүҙәм күккә артылды.


Аяҡ бөкләп шауҙыр йондоҙға,

Ултырамын күктең ҡатында.

Аҫта, аҫта, түбән — бик аҫта

Уралымдың һырты ҡалҡынған...


Өнһөҙ һорау яна күҙемдә —

Тәбиғәттән телһеҙ ялбарам.

Илаһ тыныс. Күктең ҡабағын,

Ерҙән ҡаплап мине, ауҙара...



9

— Уралдан да бейек бөйөклөк

Алдың инде, — тине Тәбиғәт. —

Урал теле ине — ер теле,

Ҡалды һинән ул ваҡ мәшәҡәт.
Күҙ һал, балам, тирә-яғыңа:

Балҡый ҡалай гәүһәр йондоҙҙар!

Улар теле — һалҡын нур теле.

Улар гел шат. Улар моңһоҙҙар.


Күк телендә өнһөҙ һөйләшеп,

Ишет тәбрик, үҙең тәбриклә.

Бынан һуң юҡ һинең нәфрәтең,

Бынан һуң юҡ һинең йәберең дә!.. —


Ҡул ҡаушарҙы Илаһ-Тәбиғәт...

Бөйөк хәлдә тороп мин ҡалдым.

Айырылып Урал саңынан,

Йондоҙ саңдарына уралдым.


Ниндәй хөрлөк! Күҙҙәр ҡамаша:

Йондоҙ менән йондоҙ ҡайнаша! —

Ерҙә ҡалған ығы-зығылар —

Тамаша был миңә, тамаша!


Йондоҙ менән йондоҙ парлаша!

Йондоҙ менән йондоҙ һайраша!

Ерҙә барған ығы-зығылар —

Тамаша тик бынан, тамаша!


Үҙ тиреһен һөйгән кейектәр,

“Үҙ тауышым!” — тигән сибектәр,

Ҡорһаҡ өсөн ейгән һөлөктәр —

Көлкө генә, көлкө бейектән!


Ҡара менән аҡтың ағышы,

Нахаҡ менән хаҡтың алышы,

Ялҡын менән һалҡын сабышы —

Бейектән тик ваҡлыҡ табышы!


“Уралым!” — тип яуға барыуҙар,

“Урамым!” — тип боҫоп ҡалыуҙар,

“Ораным!” — тип ҡоҫоп, айныуҙар —

Бейектән тик утһыҙ яныуҙар!


Ағастарҙың ауып уфтауы,

Үләндәрҙең һынып һыҡтауы,

Туҙандарҙың осоп выжлауы —

Бейектән тик ҡолаҡ сыңлауы!..


Тирә-яғым — өнһөҙ мәртәбә.

Мәртәбәгә мәреп, нур талған.

Минең өсөн ваҡыт ағышы,

Йөрәк ҡағыштары туҡталған...


Күк көмбәҙен иңгә бөркәнеп,

Ғорур-тыныс, өнһөҙ ултырам.

Йондоҙҙарҙың өнһөҙ сабышын

Күҙәтәм дә өнһөҙ ҡаш йырам.


Бөтөн йыһан — ғорур өнһөҙлөк.

Шул йыһанда өнһөҙ мин — кендек...

Себен кеүек сыулап үтһәсе

Тик бер генә йондоҙ-әргендек!..


Тамағымдан һыҡтау һурылтып

Тырнаһасы тырпай бер үлән!..

Дауам итһә бындай бөйөклөк,

Аллалыҡта алйып мин үләм!..



10

Ҡысҡыраһы ине йыһанға,

Елләндереп телем төйҙәһен!..

Ҡарайым да үрҙән Уралға,

Ҡурайланып һыҙа үҙәгем.
Һағынамын ҡорттай сағымды:

Һәр ҡортонда ерҙең тауыш бар.

Аһ Илаһым, сепей саҡтарым,

Сеп-сеп итеп сыҡҡан тауыштар!..


Бишегемдән һоноп башымды,

“Әсәй!” — тип тел ҡаҡҡан тәүге саҡ!

Әсәм теле — башҡорт телендә

Тауышымды тапҡан мәңгел-хаҡ!


Ҡайҙаһығыҙ, сырлап көлгән саҡ,

Ҡайҙаһығыҙ сеңләп илау, зар?..

Бөйөклөктән айыр, Илаһым,

Есемемә кире, һин, ҡайтар!


Туған миңә ерем туҙаны —

Ҡуйыныма керһен йомраны! —

Ҡылайымсы ергә итәғәт!..

Ҡотҡар, ҡотҡар, Илаһ-Тәбиғәт!


Уралымдың саңын һулайым,

Үләненән тәпәш булайым,

Туҙанында ятып аунайым, —

Ҡотҡар, ҡотҡар, Илаһ-Тәбиғәт!


“Урал” тиер телем бар ине,

Моңон тирер өнөм бар ине,

Илап-көлөр көнөм бар ине, —

Ҡайтар, ҡайтар, Илаһ-Тәбиғәт!



11

Ишетелде Күктең өҫтөнән:

— Үкенәһең һуңлап, балаҡай!

“Башҡортлоғон тапһын ғазапта

Был улан!” — тип Урал һамаҡлай...
Мең тауышын белмәй Уралдың,

Табырһыңмы башҡорт тауышын?!.

Шул юлыңда бирһәк бирербеҙ

Берәй йәнлек, ҡош-ҡорт һағышын”...


— Эй Илаһым, инде ризамын

Кем булып та ҡайтһам Уралға!

Уралымды өнәр өн генә

Алһам ине көлөп-иларға!


Мең-мең йәнлек баға Уралым —

Мең-мең һөрән һалып тилерткән!

Бер тауышын ғына алайым —

Тик береһе еткән, бик еткән!..


Өнәмәйем өнһөҙ Күк ҡатын,

Ҡороно бит тамам тәҡәтем!

Эй Илаһым, оҙаҡ тотаһың,

Ҡайҙа булды сикһеҙ шәфҡәтең?!.



12

Көлдө, көлдө Илаһ-Тәбиғәт:

— Теләп үҙең алған яҙмыш-хәл!..

Уралыңа тиңһеҙ һин бөйөк,

Ҡалды аҫта һинең ваҡлыҡ мәл!
— Тауыш ҡына миңә, тик тауыш...

— Бөйөклөккә сатың асылған.

Һин аҡыллы, тыныс. Һин өнһөҙ.

Һин бит хәҙер йондоҙ затынан!


— Кәрәк түгел йондоҙ затлығы,

Тупраҡ заты ғына булайым!

Уралымда ғына мин бөйөк,

Урал телен генә алайым!..



13

Баш сайҡаны Илаһ-Тәбиғәт:

— Ялбарыуың изге, тик ҡыйыҡ.

Бер ваз кискәс ерҙән, әйттем бит,

Аллалыҡтан тура ҡайтыу юҡ.
— Ҡыйыҡ ҡайтар, тура булмаһа!..

— Уралыңды, күрәм, һөйәһең.

Тәбиғәтең тартҡан тупраҡҡа

Ни йән булып ҡайтыу теләйһең?


Айҡамаҫмы асы аяныс,

Эйә булһаң бер ваҡ тауышҡа?

Алып тауыш заты рәүешен,

Әүерелһәң кейек йә ҡошҡа?..


— Эй Илаһым, нимә итһәң — ит,

Тик Уралым менән ҡауыштыр!

Уралымды ғына өнәрлек

Бер йәнлегең булыр тауыш бир!


Алпан-толпан атлап илергән,

Солоҡ балың ялап тилергән

Бер айыуың ғына булайым, —

Илаһ, миңә, зинһар, тауыш бир!


Һонолоп-һонолоп һыуға йүгергән,

Уҡ еткәнсе һурылып өлгөргән

Бер боланың ғына булайым, —

Илаһ, миңә, зинһар, тауыш бир!


Көнө-төнө келәт кимергән,

Бура төбөн бурып һимергән

Бер ҡомағың ғына булайым, —

Илаһ, миңә, зинһар, тауыш бир!


Сәскәң һанап шәрбәт һемергән,

Бер ай уйнап ғүмер бөтөргән

Бер иңкешең генә булайым, —

Илаһ, миңә, зинһар, тауыш бир!


Сеп-сеп итеп ҡулға тилмергән,

Төйлөгәнгә типке килтергән

Бер себешең генә булайым, —

Илаһ, миңә, зинһар, тауыш бир!


Шул йәнлегең булып ырғырмын —

Кем тауышын алып уянһам...

Аһ! — мин һаман сағыл сабыулы,

Күк ябыулы — ғаләм тын һаман...



14

Уралыма һулығып ҡарайым,

Һыуҙарыма һонолоп ҡарайым.

Тауыш алып йәнем һынланыр

Кейек-ҡоштоң барын барлайым...
Маңлайымда — йондоҙ саңдары,

Табанымда — ерҙең моңдары...

Юҡ, булмайҙыр, булмай донъяла

Уралымдан булыу юғары!


Тиңһеҙ хөрлөк, тиңһеҙ тантана —

Үҙе икән ҡайғы, бойоҡлоҡ.

Күккә генә икән килешә

Ер моңонан төңгән бөйөклөк.


Ҡалһын Күккә йондоҙ заттары!

Тупраҡ заты ғына булайым!

Урал көнө менән мин бөйөк,

Урал өнө менән — тулайым!..



15

Сер донъяһын йырып йыһандың,

Тымыҙыҡ төн таңға ауышты.

Ерҙе ҡотлап, мең-мең йәнлектәр

Шаңғырлатты шөңгөр тауышты.
Араһынан миңә береһен

Бирер микән Илаһ-Тәбиғәт?..

Себен генә булып, серелдәп

Ҡайтһам ине ергә мин ҡабат!


Ҡосһам ине тыуған Уралды,

Күкрәгемә ҡыҫып бер ташын!

Мең-мең йәнлектәре хорына

Китһен ине йырым тоташып!


Ишет инде, Илаһ-Тәбиғәт!

Һуңғы теләк һиңә юллайым!

Уралымдың сеңләп йөрөгән

Серәкәйе генә булайым!..



16

Минең яҡҡа ҡапыл ауышты

Илаһымдың бизмән табағы:

Уралымды йөҙгә терәтеп

Асылды Күк — асман ҡабағы.
Шарлап китте ярһыу болаҡтар,

Болоттарҙы борғоп ел бәрҙе.

Күк күкрәне. Йәшен сатҡыһы

Маңлайыма ялҡын тибәрҙе.


Ялҡын, ялмап туңған йәнемде,

Ер өндәрен ҡабат тойҙорҙо.

“Йәнең теләгән бер тауышҡа

Эйә бул!” — тип Илаһ бойорҙо.


Күкрәгемдә күкрәү ҡуҙғалып,

Ерҙе-күкте оран тулатты:

Керҙе йәнгә бөркөт тауышы —

Урал үҙе саңҡып уятты...


Ошо саңҡыу, ергә ҡайтарып,

Билдәләне минең Асылды:

“Әсәй!.. Урал!.. — тинем тилереп. —

Башҡортмон!” — тип телем асылды...


16.10.1971.


ҠЫҘЫЛ ЕҢГӘСӘЙҘӘР
Тәнәйҙәргә.
1
Беҙҙең Урал биштә — биш йәштә,

Серле уның йөрөр юлдары.

Башын эймәй Урал тиктәҫкә —

Тота Урал башын юғары!


Гөрләп тора ҡала... Урамдар...

Ағиҙелдең текә яр башы...

Йылға аша сыҡһаң — урмандар...

Тыуған ерҙең көләс Ҡояшы


Көтә, көтә сихри сер һалып,

Алпан-толпан баҫҡан Уралын.

Йырлай бөгөн малай ҡыуанып:

“Эй Уралым минең, Уралым!”



2
Атайҙарҙың бөгөн ял көнө,

Әсәйҙәрҙең бөгөн ял көнө —

Байрам, байрам бөгөн Уралға! —

Атлай Урал, атлай алҡынып.


Килеп етә улар бер өйгә,

Сыға унан ағай һәм еңгәй.

Бишәүләшеп киткәс йөрөргә,

Күңел дә шат, көн салт, юл ыңғай.


И матур ҙа инде еңгәһе —

Күҙләй, күҙләй Урал, күҙ йоммай:

Сөм-ҡыҙылдан — кейгән күлдәге,

Ике бите алма, йөҙө Ай.


“Ҡәйнешем!” — ти үҙе, етмәһә,

Суп-суп үбә битен Уралдың.

Ал итәген уйнап ел йәйһә,

Алһыу нурға мансый урамды.


...Урамдарҙың иңен айбарлап,

Килә атлап алсаҡ биш кеше.

Әйтерһең дә, улар — биш бармаҡ,

Ал йондоҙҙоң нәҡ биш мөйөшө!



3
Барып инә бишәү музейға.

Ҡыҙыҡ бында, ингәс урамдан:

Мамонт әйтә: “Әйҙүк, беҙ өйҙә!” —

Аҙау тешен һона Уралға.


Ҡурҡмайбыҙ тик унан: ул — һүрәт.

Үлеп бөткән бахыр мамонттар...

Айыу тора тотоп ҙур көрәк —

Бал көрәргә әҙер алйотҡай!..


Барҙыр бында таштан имәндәр,

Ҡомташ булып ҡатҡан йыландар.

Былтайышып, түргә менгәндәр

Аҡмамыҡтай йомшаҡ ҡуяндар...


Музей буйлап еңгәй етәкләй —

Ал Ҡояштай алһыу итәге.

— Анау нимә, әйтсе, еңгәкәй?

— Башҡорт тирмәкәйе бит, йәнем!



4
Ҡарап тора Урал ҡыҙығып:

Тирмә тигән — кейеҙ йорт икән.

Усағында көйрәй ҡыҙыл ут,

Һиртмәһенә бишек эленгән.


Бешә унда бер ҡыҙ көбөсәк,

Өҫтөндә — нәҡ еңгәй күлдәге!

Көбөсәктә бешә ҡымыҙ шәп —

Уралдың бар эсеп күргәне


(Барҙы Урал быйыл ауылға.)

Матур икән эсе тирмәнең!

Күреп ҡалды Урал тағы ла

Бер “кәкере, оҙон нәмә”не.


Уртаһынан ялпаҡ юнылған,

Ике башы киртләп уйылған.

Нимә икән кәкере был ағас?

Ниңә икән һөйәп ҡуйылған?


Башы ҡата, ҡата Уралдың —

Ауылда ла быны күрмәне...

Белмәйенсә серен ҡоралдың,

Китә алмай ташлап тирмәне...



5
Етәкләп тә улды ҡарайҙар,

Һөйрәкләп тә уны ҡарайҙар.

Ҡупмай, ҡупмай Урал урындан.

Аптырайҙар атай, ағайҙар.


Тоя фәҡәт матур еңгәкәй

Уралды ни бында тотҡанын:

— Ҡәйнешкәйем, алып көйәнтә,

Һыу ташырға әллә туҡтаның?


Аңлай алмай Урал был эште:

— Һыу ташырға?... Кран ни өсөн?

— Ауылда бит йылға-инештән

Килтерәләр һыуҙы, ҡәйнешем!


— Ауылда мин булдым ҡәрсәмдә,

Ала ул да һыуҙы крандан.

— Элек, кран юҡта әсәң дә

Ташыған һыу күрше урамдан...



6
Күп эшләгән ул саҡ көйәнтә —

Килтерешкән беҙгә мул һыуҙы.

Урыны бөгөн — музей-төйәктә,

Ял итергә бына көн тыуҙы.


“Ваҡыт, — тине уға донъяһы, —

Әсәйҙәрҙең билен яҙырға!

Крандарға Иҙел йылғаһы

Торбаларҙан тейеш ағырға!


Бер крандан килһен эҫе һыу,

Бер крандан килһен һалҡын һыу.

Кәрәк икән — ҡойон ваннала,

Кәрәк икән — ҡыяр, шалҡан йыу!”


Әйткән йәнә йәмле донъяһы:

“Көйәнтәгә урын — музейҙа!”

...Ауылда ла бөгөн бормаслы

Кран ҡуйып йортто төҙөйҙәр!



7
Барыһын да Урал аңланы,

Китергә тик һаман теләмәй:

— Ҡалай итеп һыуға барғанын

Был көйәнтә ниңә һөйләмәй?


Матур итеп көлдө еңгәһе:

— Ҡара-ҡара, ҡәйнеш ни теләй!

Көйәнтә, кил, телгә кил әле!

Ҡәнешемә һөйлә һин, һөйлә!..


Ятты менеп һары көйәнтә

Ал күлдәкле еңгәй иңенә.

Кирт-урттары тейгәс күнәккә,

Асылып та китте теле лә:


Мине иңләп, инәй-анайҙар

Йүгерә-йүгерә һыуҙар ташыған.

Таш атмаһын юлға малайҙар,

Ашығам мин, һыуға ашығам!
Минең менән инәй-анайҙар

Ағиҙелде өйгә килтергән.

Минән эсеп үҫкән малайҙар,

Минән эсеп ҡыҙҙар өлгөргән!
Минең менән инәй-анайҙар

Хушлашһа ла, иҫтән юймайҙар.

Ил ҡәҙерен белһен малайҙар,

Ил ҡәҙерен күрһен ҡыҙыйҙар!”
Эй, йыр йырлай, йырлай көйәнтә,

Сыңғыр-сыңғыр, еңгәй иңендә;

Ал һағышлы моңдар көйләтә

Уралға ал әкиәт илендә...



8
Музей ҡалды. Бишәү юл алды

Ағиҙелдең текә ярына.

Тарта һаман, тарта Уралды

Ҡыҙыл күлдәк әкиәт яғына!..


Ҡыҙыл ғына ҡыҙыл күлдәгең

Ниңә кейҙең, ниңә, еңгәкәй?

Көйәнтәне, терәп иңдәрең,

Ниңә һөйҙөң, ниңә, еңгәкәй?..


Ҡыҙыл ғына ҡыҙыл күлдәктәр

Төҫмөрләнә Урал күҙенә:

Көйәнтәләп менеп киләләр

Ағиҙелдең текә үренә.


Сыңғыр-сыңғыр килә йырҙары,

Сыңғыр-сыңғыр көлә ҡыҙҙары.

Ҡайтып инә имен өйҙәргә

Ағиҙелдең көмөш һыуҙары...



9
Шулай Урал өндә төш күрә.

Ҡыҙыл төҫтө никтер хуш күрә.

Ағай, еңгәй киткән тәңгәлдән

Пырлап осоп барған ҡош күрә.


Ҡайҙа табан икәү юл алды –

Ағай, еңгәй китеп юғалды.

Атай, әсәй һәм дә Уралҡай –

Тик өсөһө генә бит ҡалды!..


Серле уға ағас араһы —

Әйтерһең, ҙур тирмә ҡоролған...

Ерҙе япҡан төндөң ҡараһы —

Ҡара күләгәлә дәү урман.


Шомло булып китте Уралға —

Күренмәй ал еңгәй күлдәге.

Ҡурҡһа ла ул ҡыймай һорарға...

Ағай ҙа юҡ... Ҡайҙа ул тағы?..


Юлды әллә килеп баҫтымы

Музейҙағы айыу һәм мамонт?

Көйәнтәһе һынып ҡайттымы

Әллә һыуға барған бар халыҡ?..


Алда, артта, янда ағастар —

Ҡарурмандан өсәү тик бара.

Битте сәпәй һалҡын ботаҡтар —

Ҡулын һуҙып атай юл яра...


Ҡысҡырмай тик Урал, ҡысҡырмай —

Егет тейеш түҙем булырға...

Килеп сыға улар, күп бармай,

Ҡояш ал нур бөрккән тапҡырға.



10
Ҡояш кеүек атай һәм әсәй

Урал-улды алған етәккә...

Туҡта! Был ни?.. Юлда — еңгәсәй!..

Сат-йәбеште Урал итәккә:


— Әсәй, әсәй, алда — “бапаҡ” бит! —

Уй, үрмәләй!.. Ал ҡан — арҡаһы!..

Атай, атай, уны тапап кит! —

Аяғымдан килеп ҡапмаһын!


Көлдө һөйөп улын әсәһе,

Көлдө һөйөп улын атаһы:

— Еңгәсәйҙең килгән эсәһе,

Көтә уны өйҙә балаһы.


Ағиҙелгә елә туйтаңдап

Ҡыҙыл күлдәк кейгән еңгәсәй.

Шуның өсөн торған ул таңдан.

Тормаҫ ине, — ул бит ҙур әсәй!


Һәм Уралға шул саҡ тойола –

Еңгәкәйе бит был еңгәсәй!

Ҡыҙыл күлдәгенән таныла –

Тылсымланып икән ул йәшәй!


Ярҙа тороп ҡалған ағаһы,

Көйәнтәле йәрен оҙатып.

Их, күтәреп һыуын алаһы!

Йөк баҫмаһын иңен, һыҙлатып!..


— Күрсе, улым, ҡалай интеккән

Был матурҡай, — тине атаһы. —

Һыуҙар көйәнтәләп бейектән

Менгән бит ул, һәм бар ҡайтаһы...


Таштар ташлап барыр юлына,

Түктертмәһен һис кем саф һыуын!..



11
Еңгәсәйҙе алып усына,

Һөйә атай уйсан, һаҡ улын:


— Күрсе, ниндәй матур күлдәге —

Ҡандай ҡыҙыл; бөрмә — билендә.

Ике төртөк — ике күнәге,

Көйәнтәһе, әнә, иңендә!..


Эй, йүгерә уста еңгәсәй,

Ҡарай Урал уға һөйөнөп:

— Был еңгәсәй — минең еңгәкәй,

Һыуға барған ҡыҙыл кейенеп!


Өҫтөндәлер ҡыҙыл күлдәге,

Көйәнтәне алған музейҙан.

Һүндергән дә газлы плитәне,

Сабып килеп еткән ул өйҙән!


Ятып ҡалған ағай диванда

Гәзиттәрен уҡып бөтөргә...

(Бөтөп ҡалһа һыуҙар кранда,

Еңгәй-еңгәсәйҙәр килтерә...)


Әкиәт тыуа малай күңелендә...

Әкиәте лә, бәлки, ысындыр.

Хыялланған Урал күңеле –

Алыҫтарға илтер тылсымдыр...



12
Атаһынан алып “һыусы”ны,

Үҙ юлына Урал ебәрә.

Көйәнтәһе ниндәй тылсымлы!

Күнәктәре ҡалай тирбәлә!


Әкиәтме, әллә тылсыммы –

Өнөндә лә төшө Уралдың.

Алыҫтарҙан килгән йыр сыңы

Күңеленә улдың уралды.


— Һау бул, һау бул егәр еңгәсәй,

Күнәктәрең ҡайтһын туп-тулы! —

Һөйә улын атай һәм әсәй,

Еңгәсәйҙәй сөйөп был юлы.



13
Ағиҙелдән ҡайта һыу инеп

Урал-малай, атай һәм әсәй.

Ултыралар пижам кейенеп,

Плитәлә тымығып бешә сәй.


Ҡояш кеүек, өҫтәл түңәрәк,

Ҡояш кеүек, икмәк түңәрәк.

Сынаяҡ та, туҫтаҡ, батмус та —

Бөтөн табын, тимәк, түңәрәк.


Түп-түңәрәк табын янында

Ултыралар өсәү — түңәрәк.

Бесәйбикә килде тағы ла —

Тимәк, теүәл дүртәү түңәрәк.


Ҡояш кеүек көләс балҡыйҙар

Дүртәүһе лә — өйҙә нур тулы.

Өйҙә булғас әсәй, атайҙар —

Үҫә улдар алсаҡ, көр булып.


Ҡуян ҡаны кеүек ҡыҙыл сәй

Сынаяҡҡа аға боҫ бөркөп.

Уралға ла әсәй яһай сәй,

Сәйҙә — ҡара шама бер бөртөк.


Ҡара шама... Сәйҙә бер бөртөк

Йөҙөп йөрөй күҙҙең алдында.

Күнәккә лә оҡшай был төртөк,

Көйәнтә лә һымаҡ ҡалғына...


“Ҡайҙа икән беҙҙең еңгәсәй,

Юғалғанмы әллә күнәге?

Ниңә ҡандай ҡыҙыл сәй, әсәй,

Аҡҡан мәллә ҡыҙыл күлдәге?..”



14
Күҙ алдына килә Уралдың

Ҡара урман, бейек һыу яры.

Еңгәсәйҙәр менә һыу алып —

Уй, текә шул, текә юлдары...


Ҡуя Урал кинәт һулҡылдап,

Табын түрен кинәт моң баҫа.

Бесәй төшә ергә тупылдап,

Атай менән әсәй шым баҫа.


Ҡарайҙар ҙа бер аҙ аптырап,

Йыуаталар уйсан улдарын:

— Еңгәсәйең ҡайтҡан ялтырап,

Ағиҙелдең алып һыуҙарын!


Ул да хәҙер йылы өйөндә

Балаларын һыйлай сәй менән.

Балалары уның һөйөнә:

“Әсәй барҙа — тәмле сәй гелән!”


Донъялар был тыныс торғанда,

Көйәнтәләр аҡмаҫ, күнәктәр.

Еңгәсәйҙәр һыуға барғанда,

Балҡыр иңдә ҡыҙыл күлдәктәр!..


Тынысланып Урал, бал ҡабып,

Бөтөргәнсе эсә үҙ сәйен.

Карауатҡа ята ул талып,

Ҡосаҡлай ҙа “мыр-мыр” бесәйен.


Телевизор ҡарай өлкәндәр –

Зәңгәр уты күҙгә сағыла.

Вьетнамда йөрөй икәндәр

Көйәнтәле ҡыҙҙар тағы ла.


Ҡыҙыл икән ҡыҙҙар күлдәге,

Һәм көйәнтә икән – иңдәге.

Көйәнтәләп һыумы килтерә

Матурҡайҙар алыҫ илдәге?


Юҡ! Күнәктәр түгел – миналар

Көйәнтәләренә аҫылған.

Ағайҙарға алып киләләр

Ауыр йөктө ауыр, хаҡ юлдан.


Көбәктәргә һалып атырҙар

Миналарҙы яуыз дошманға.

Дошмандарын ҡырыр батырҙар,

Әйләндереп үрткә, көл-саңға!..


Ҡыҙыл еңгәсәйҙәр яңынан

Мина түгел -- өйгә һыу ташыр.

Вьетнамдың тыныс таңынан

Бәхет нуры ергә тоташыр!


…Йоҡо алмай улды бик оҙаҡ —

Төптө булмай торған хәл була.

Әсәкәйен генә ул тыңлап,

Йомолмаған күҙе йомола...



15
Һары таңдан Урал бит йыуа —

Ҡасҡан икән ниңә йоҡоһо?

Атай менән әсәй сығыуға

Йыйыштырып ҡуйған койкаһын.


Бына ниҙә икән мөғжизә:

Ҡарурманда һаман ул гиҙә.

Йәне менән — түгел ул өйҙә,

Ә пальмалар үҫкән джунглиҙа!


Тирмә үргән үргә бамбуктар —

Ер өҫтөндә ҡара төн ята.

Йоҡоһоҙ тик ҡоштар, маймылдар —

Туптар шартлап йәнде һыҙлата.


Самолеттар күктән ужарлай —

Бомба яуа йәшел ҡырҙарға.

Ауылдарҙы дошман ботарлай —

Һөрөм саңы ятҡан юлдарға...


Джунглиҙа дөнә бер үҙе —

Ут эсендә гиҙә Уралҡай.

Йәшел тышлы китап индерҙе

Джунглиға уны Уралдан...


Башын эйгән Урал китапҡа —

“Вьетнам” тип унда яҙылған.

Көйөп ауған бамбук ботаҡтар,

Лианалар ергә һығылған...


Шат һыу аҡмай йәшел арыҡтан —

Һыу башлаусы хужа өйҙә юҡ.

Һөрөм генә төтәй ҡаҙыҡтан —

Янып бөткән, бамбук өй ҙә юҡ.


Кемдең икән ғәзиз йорттары

Һөрөм һөрөп, ҡаплай күк йөҙөн?

Дөгөлөктөң киткән һыуҙары

Әсеттереп дымлай кем күҙен?!.


— Көл иткән кем тыныс төйәкте,

Ҡом ҡылған кем арыҡ буйҙарын?

Көйәнтәләп тулы күнәкте,

Еңгәсәйҙәй һылыу ҡыҙҙары


Ҡайтмай ниңә Меконг-йылғанан?!

Был ил өсөн, әсәй, мин янам.

Көйгән бамбук, кипкән йылғалай,

Һыҙланам мин, атай, һыҙланам!.. —


Тип мөлдөрәй Урал күҙҙәре

Һәм китапҡа ике йәш тама...

...Китаптағы һүрәт үҙгәреп,

Килә унда бер бик йәш бала —


Көйәнтә, ҡуш күнәк иңендә,

Ҡыҙыл күлдәк кейгән бөрмәле.

Ул ҡыҙ һыуһыҙ ҡайтып килгәнгә,

Уралдың күҙ йәше бермә-бер


Тултырҙы ла ике күнәген,

Көйәнтәһе китте һығылып...

Ҡыҙый, ҡыҙый, Урал күҙ йәшен

Түгә күрмә юлда йығылып!..


Мөлдөрәмә алып ҡайтып ет —

Береһен һип анау янғынға,

Икенсеһен үҙән байытып һип —

Әйләнһен ул сөмгөл ағынға.


Ҡалҡып сыҡһын бында яңы өй,

Йәш бамбуктар ботаҡ ебәрһен.

Көйәнтәләр йыры — моңло көй

Яңғыратһын Меконг тирәһен!



16
Әсәй менән атай тын тора

Китап асҡан улы янында.

Күҙ йәштәре тамды, тик Урал

Тыныслана алмай һаман да.


Ниңә икән бындай шомло хис, —

Йылға әллә тағы ҡорормо?

Ҡабынырмы ауыл тағы кис,

Бамбуктары төтәп торормо?


Ниңә, ниңә бындай шомло уй?..

Асма, Урал, асма был битте!

Аһ!.. — күрәмһең: етмәҫ һинең буй,

Йығыу өсөн яуыз бандитты!..


Дөрләй һүрәт: күктә ут юлы —

Ярып бара ҡара самолет.

Аҫта — ауыл, йылға саф һыулы —

Самолеттан ерҙе ялмай ут.


Көлөп бара, ҡарап шуларға,

Самолетта Джон-долларсы.

Ялланған ул ярты долларға —

Шуның өсөн булған бомбасы.


Бомба ташлай бамбук өйҙәргә,

Бомба ташлай зәңгәр йылғаға.

Бөрмә билдәр яна ерҙәрҙә,

Көйәнтәләр аға йылғала...


Шашып көлә Джон-долларсы —

Ярты доллар ҡайтҡас аласаҡ.

Ҡанлы күнәк тотоп, бомбасы

Баҡсаһына һыуҙар ҡоясаҡ.


Ҡуш күнәкле ҡыҙыл еңгәсәй

Килеп сыҡһа, тапап иҙәсәк.

Ҡарап торһа Джек-ул, әсәй —

Үҙен-үҙе маҡтап көләсәк...



17
Аса Урал китап биттәрен —

Асҡан һайын йәнен ут ялмай.

— Ниңә, — ти ул, — Джон-эттәрен

Күктә килеш ғәҙел ут алмай?!


Атай менән әсәй, эйелеп,

Күрһәтәләр яңы һүрәткә:

— Төшкән Джон, әнә, кәйелеп,

Түҙә алмай ғәҙел ҡөҙрәткә.


Самолеты киткән һибелеп,

Парашютта Джон яҙлыҡҡан.

Ултырған ул, күктән төңөлөп,

Төтәп торған бамбук ҡаҙыҡҡа...


Уяу икән ватан батыры —

Һаҡлай уны йәшел Ер-әсәй.

Һалдат булған Вьетнам матуры —

Ҡыҙыл күлдәк кейгән еңгәсәй!


Көйәнтәһен ләкин һалмаған,

Көйәнтәһе һаман иңендә.

Көйәнтәләр йыры тынмаған

Ут-ялҡынлы Вьетнам илендә:


Мине иңләп, инәй-анайҙар

Йүгерә-йүгерә һыуҙар ташыған.

Ут атмаһын илгә янкиҙар,

Ашығам мин, юлға ашығам!
Минең менән инәй-анайҙар

Меконгыны өйгә килтергән.

Минән эсеп үҫкән малайҙар,

Минән эсеп ҡыҙҙар өлгөргән!
Минең менән инәй-анайҙар

Хушлашмаған: бергә атлайҙар.

Көйәнтәләп ҡыҙҙар, малайҙар

Патрон ташый – илде һаҡлайҙар!”
Эй, йыр йырлай, йырлай көйәнтә

Ҡыҙыл еңгәсәйҙәр иңендә.

Һөйгәненә аҫыл бүләктәр

Көйәнтәләп илтә ҡыҙ төндә.


Сайпылмай тик ауыр “күнәге”:

Тос ракета — һөйөү бүләге;

Тейер барып дошман башына,

Төшөр ауып Джон таш һымаҡ!..



18
Ҡуя Урал еңел тын алып:

Ракетала ҡыҙыл йондоҙ бар.

Йондоҙҙарҙы әллә нурлаймы

Ҡыҙыл күлдәк кейгән был ҡыҙҙар?


— Ил имендә һыуға барғанда —

Көйәнтәле һылыу ул, әсәй.

Ере-күге илдең янғанда —

Ҡыҙыл һалдат икән еңгәсәй.


Бая бит шул сөйҙө ракета —

Осо ап-ал, ҡыҙыл йондоҙло.

“Ҡаурый”ҙарын һуҡты борҡота —

Бәреп йыҡты Джон-ҡоҙғондо.


Йыйып ала алмаҫ долларын —

Ярты доллар ҡайтмаҫ өйөнә.

Тишеп кергәс Джон салбарын,

Утлы ҡаҙыҡ һүнгән, тинеләр...



19
Ҡояш бата. Элә аҡ шәмдәр

Шат электр ҡалам күгенә.

Балҡып китә иҙән, түшәмдәр —

Шәмдәлдәрҙән аҡлыҡ түгелә.


Баҡсаларҙан, Иҙел буйынан

Йырлай-йырлай ҡайта шат халыҡ.

Малайҙар ҙа туйған уйындан —

Телевизор ҡарай тын ҡалып.


Уралдар ҙа оло бүлмәлә:

Тартып тора зәңгәр экран.

Экранда... Вьетнаммы әллә?

Ниндәй һуғыш тағы мин күрәм?!


Емертәләр ниндәй ҡаланы?

Үлтерәләр ниндәй баланы?

Дөрләй-дөрләй алтын баҫыуҙар —

Дөгө, әллә бойҙай янамы?


Самолеттар бара ҡап-ҡара,

Яуа ергә ҡара бомбалар.

Ауылдарҙы дошман аҡтара —

Ҡаҙыҡтары төтәп ҡалалар...


Вьетнаммы әллә экранда?

Ер-күк тора ниңә тетрәп?!

Ҡара самолеттар осҡанда,

Йөрәккәйем һыҙлай иңрәп...



20
Кино бөткәс кенә Уралға

Һөйләп бирҙе быны атаһы:

— Тотондоҡ беҙ, улым, ҡоралға —

Алып ҡалдыҡ һаҡлап Ватанды!


Күрҙең әле шуны кинонан...

Булды беҙҙең Ватан һуғышы...

Бомбаларҙан, пүлдән, минанан

Иңрәй ине илдең һәр тошо...


Бөтөн халыҡ ҡарғып тормаһа,

Йыға алмаҫ инек яуызды.

Гитлер яуын алғас тырмаға,

Әжәл ҡасып беҙҙән, таң тыуҙы.


Һуғыштыҡ беҙ йөрәк ҡушҡанса —

Еңеү яулап аҡты ал ҡандар!

...Бомба ташлай бөгөн Вьетнамға

Кисә беҙгә атҡан дошмандар...



21
— Атай, атай, ҡыйын инеме?

Ул дошман да Джон инеме?

— Фриц ине уның исеме.

Икеһенең тик бер есеме...


— Атай, атай, ниңә был — Джон?

Атай, атай, ниңә ул — Фриц?

— Икеһе лә, улым, хаҡ дошман.

Икеһе лә, улым, бер — фашист...


Ҡарамы ул, әллә аҡ тәнле,

Джонмы, йә Фриц исемле —

Икеһе тиң һатлыҡ-ҡол йәнле,

Икеһе тиң вәхши есемле.


Һатлыҡ йәндең була һәр төрө —

Ҡара тире, һары, аҡ тире.

Ә бомбалар бер үк — ҡап-ҡара,

Яра һалып ерҙе аҡтара...


— Атай, Джон кемгә һатыла?

— Донъяла бар, улым, Капитал.

Табына ул һары алтынға.

Уның өсөн кеше — һатлыҡ мал...


Ҡандалалай күпкән ҡорһағы,

Ҡан эсергә әҙер ул тағы.

Йыйып алып фриц-джондарҙы,

Ҡойоу юлын эҙләй ҡандарҙы.


Күрһәтә ул шаҡшы аҡсаһын

(“Доллар” тиеп тәңкә атала),

Малдай ҡыуып әйҙәй барсаһын

Вьетнамға, йәки башҡаға.


Ҡыуанышып китә Джондар:

Ярты доллар хужа бирәсәк!..

Үртәлһә күп ҡала, ауылдар,

Бөтөн доллар бүләк итәсәк...


Джон өсөн ер һәм күк йөҙө —

Доллар төҫлө һары түңәрәк.

Ярты доллар өсөн ул үҙе

Әҙәм һуйып йөрөй мүкәйләп.


Уның өсөн ерҙә юҡ әсәй,

Көйәнтәле ҡыҙыл еңгәсәй.

Ләззәт тата һөрөм тәменән,

Ҡан еҫенән алйып ул сәсәй.


Йылғалар ҙа ағып тормаһын,

Һуҙып өйгә көмөш торбаһын.

Еңгәсәйҙәр, йөкмәп көйәнтә,

Йүгерә-йүгерә һыуға бармаһын —


Джон аңы шулай сейәлә.

Джон теле шулай көрмәлә:

“Көйәнтә лә һынһын, торба ла!

Еңгәсәйҙәр булһын төрмәлә!”


Ауыр быны аңлау Уралға —

Ерҙә ниңә Джон, Доллар бар?..

(Күп тотонмаҫ Джон ҡоралға —

Үҫә, үҫә ҡыйыу Уралдар!)



22
Офоҡтарҙы аллап таң ата —

Тыуған илдең матур ал таңы.

Һандуғастар һайрап уята

Йәйрәп ятҡан башҡорт ватанын.


Яңы көндө ҡотлай ауылдар,

Яңы көндө ҡотлай ҡалалар.

Радиолар һөйләй лауылдап,

Боҫло аҡ-һөт эсә балалар.


Өйбөрөнсә, шаҡып тормайса,

Тәҙрә һайын ҡояш-көн керә.

Ҡояш менән бергә сәй эсеү —

Күңелле лә инде бигерәк!


Атайҙар бар өйҙә, әсәйҙәр,

Балалар ҙа теүәл һәр өйҙә.

Тыныс тормош ҡороп йәшәүгә

Был донъяла, дуҫтар, ни етә!


Ялы ла бит әле ике көн —

Тыуған илем биргән ҙур бүләк!

Ҡайҙа барам тиһәң — юл иркен,

Булһын ғына хыял һәм теләк!



23
Сыҡты улар тағы урамға —

Кисәгеләй, йәнә биш кеше.

Кәнфит бирҙе еңгәй Уралға —

Бик ярата шул ул ҡәйнешен.


Урам тулып бара биш кеше —

Атай, ағай, Урал һәм әсәй.

Бишенсеһе — көнгә иш кеше —

Ҡыҙыл күлдәк кейгән еңгәсәй.


Урамдарҙың иңен айбарлап

Атлап бара алсаҡ биш кеше.

Әйтерһең дә, улар — биш бармаҡ,

Бер йондоҙҙоң нәҡ биш мөйөшө.


“ТИР4” яҙыулы яҡҡа ыңғайлай

Ҡыҙыл күлдәк — еңгәй-еңгәсәй.

Эйәрәләр атай һәм ағай,

Һәм, әлбиттә, Урал-ул, әсәй...


Мылтыҡ биреп, “ТИР”-ҙа аттырта

Кавалерист булған дәү ағай:

— Был мылтыҡтар атҡан тапҡырға

Үтә алмаҫ дошман-ҡомағай!


“ТИР” күгенә, ана, ҡалҡынған

Ҡайҙан килеп ҡара самолет?

Ялмау кәрәк уны ялҡынға —

Ҡара ҡоҙғон күктә булһын ут!


...Ҡолап төшә күктән дүрт ҡоҙғон.

Бишенсеһе — һаман һауала.

Мылтыҡ бирә атай: “Тот, улым,

Яҡты күген илдең ҡараула!”


Дер-ҡалтырап, Урал ҡул һала

Атай тоҫҡап тотҡан мылтыҡҡа.

Күҙ алдында уның ҡуҙлана

Кисә күргән кино, китаптар.


Күҙен ыуып, тағы ҡараһа,

Ҡысҡырмай саҡ Урал: “Кил, әсәй!” —

Көбәк буйлап йүгереп бара ла

Көйәнтәле ҡыҙыл еңгәсәй!


Көйәнтәһе икән бамбуктан,

Күнәк түгел — элгән миналар!

Баҫҡынсыны ғәҙел шул уттан

Ҡаплай алмаҫ һис бер ҡоймалар!


Еңгәсәйен һөйөп күңелдән,

Саҡма телен баҫты бала ныҡ.

“ТИР” иленең бейек күгенән

Төштө ҡолап ҡара самолет!


Күҙ-ҡаралай һаҡлап сиктәрҙе,

Тейеш беҙ төҙ ата белергә.

Бөтә булған джон-фрицтарҙы

Ерҙән-күктән гүргә һөрөргә!..



24
Ҡалам урамдарын айбарлап

Атлап килә алсаҡ биш кеше.

Әйтерһең дә, бергә биш бармаҡ,

Бер ал йондоҙ нәҡ биш мөйөшлө.


Бара улар баҫып хаҡ көйгә:

Яҡтырыр көн Вьетнам илендә.

Көйәнтәләр күсер музейға

Ҡыҙыл еңгәсәйҙәр иңенән!..


Хаҡ уҡыусым! Ҡайҙа барһаҡ та,

Имен булһын илдәр, тип телә.

Һуғыш булһа — һына бармаҡтар,

Йондоҙ мөйөштәре кителә.


Тик, теләүҙән генә яралмай

Тыныслыҡтың татлы емеше.

Хеҙмәт, көрәш, атыш аша атлай

Тыныслыҡҡа табан хөр кеше!


Тоғро улы, ҡыҙы Ватандың

Ғәйрәтләнеп үҫһен һәр йортта!

Именлеген улар һаҡлаһын

Ер йөҙөнөң, ҡурсап ут-йоттан!


...Урамдарҙы бара айбарлап

Атай, ағай, еңгәй, ул, әсәй.

“Имен булһын илдәр!” — тип йырлап,

Йүгерә юлда ҡыҙыл еңгәсәй.


7.01.1972.


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет