Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим



бет11/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   48

113. Хауариҙар иһә:

— Ашъяулыҡ менән ризыҡ төшһә, беҙ рәхәтләнеп ашар инек, нәфсебеҙҙе баҫыр инек, һин дөрөҫ һөйләйһеңме икән, ҡарап ҡарайыҡ, мөғжизәгә шаһит булайыҡ, — тинеләр.



114. Мәрйәм улы Ғайса:

— Әй, Аллаһым Раббыбыҙ, Күктән беҙҙең өсөн, беҙҙән элек килгәндәргә лә, беҙҙән һуң килгәндәргә лә һин мөғжи­зә сифатында бер табын индер, беҙҙе һыйла, байрам булһын. Һин ризыҡ биреүҙә иң йомарты бит.



115. Аллаһ былай тине:

— Мин уны һеҙгә индерермен, ләкин бынан һуң да ара­ғыҙҙа көфөр һүҙе һөйләүсе табылһа, (йәғни Аллаһҡа ышанмаһа) Мин уны шундай бер яза менән ғазаплармын, донъяһында­ғы башҡа берәүгә лә ундай ҡаты яза бирелмәҫ.



116. Аллаһ әйтте:

— Ий, Мәрйәм улы Ғайса! Мине лә, әсәйемде лә Аллаһ­тан башҡа ике Аллаһ иттегеҙ, — тип кешеләргә һин әйт­теңме?

Ғайса әйтте:

— Һин мотлаҡ пакһың. Шулай һөйләргә хаҡым булма­ған килеш, мин нисек ауыҙ асайым, ти. Әгәр шулай һөйләгән булһам, һин уны мотлаҡ ишеткән булыр инең. Мин Һинең нимә уйлағаныңды белмәйем. Шик юҡтыр, Һин бөтөн йәше­рен серҙәрҙе белеп тораһың. (117) Һин бойорғандарҙан баш­ҡа мин уларға бер нәмә лә һөйләмәнем. Мин уларға: минең Раббым һәм һеҙҙең дә Раббығыҙ булған бер Аллаһҡа ғийбәҙәт ҡылығыҙ, тинем. Араларында йәшәгән дәүерҙә уларға шаһит булдым. Миңә үлем биргән ваҡытта ла уларҙы Һин күҙәтеп торҙоң. Һин һәр нәмәне күреп-белеп тороусы шаһит. (118) Әгәр ҙә уларға яза бирһәң, улар, шөбһәһеҙ, Һинең ҡолдарыңдыр. Уларҙы ғәфү итергә уйлаһаң, Һинең ихтыярыңда, Һин — еңеүсе. Һин — хөкөмдар.



119. иәмәттә) Аллаһ әйтер:

— Бына бөгөн ғәҙелдәргә ғәҙеллектәре файҙа бирә тор­ған көн. Улар өсөн ағастар араһынан шишмәләр ағып ятҡан мәңгелек йәннәттәр бар. Аллаһ уларҙан, улар ҙа Аллаһтан разый буласаҡ. Бына шунда булыр бөйөк ҡотолош.



120. Күктәрҙең, Ер эсендәгеләрҙең хакиме — Аллаһтыр. Ул барыһына ла хаҡлы рәүештә ҡөҙрәтлеҙер.
6 — Әнғәм (Мал-тыуар) сүрәһе
(Әнғәм сүрәһе 165 аяттан тора. Шунда дөйә, һыйыр, һарыҡ, кәзә кеүек дүрт аяҡлы хайуандар тураһында һөйләнгәнгә күрә, «Әнғәм» — Мал-тыуар исеме бирелгән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, ҡараңғылыҡты һәм яҡтылыҡты бар иткән Аллаһҡа маҡтау һәм дан. (Шуға ла ҡарамаҫтан) кәферҙәр Уға тиң зат тип, ялған тәңреләргә та­бына.

2. Һеҙҙе балсыҡтан яралтып, һуңынан мөддәт биргән (әжәлле иткән) дә Улдыр. Уның хозурында тағын бер мөддәт иәмәт көнө) бар һәм һеҙ әле һаман (Аллаһ ҡылғандарға) шикләнәһегеҙ.

3. Күктәрҙә һәм Ерҙә ул Аллаһ. Һезҙҙең йәшерен ҡылғанығыҙҙы ла, асыҡтан-асыҡ эшләгәндәрегеҙҙе лә белеп тороусы, нимә ҡаҙанһағыҙ, шуны белеүсе.

4. Улар (кәферҙәр) Раббынан ниндәй генә аяттар килһә лә, йөҙ сөйөрҙөләр.

5. Шуға күрә, үҙҙәренә Хәҡиҡәт өръән) иңгәс, уны тиҙ генә ялғанға сығарырға тырыша башланылар. Ләкин уларҙың өръәнде) көлкөгә ҡалдырырға тырышыуҙары тураһында хәбәр (яза) тиҙҙән киләсәк.

6. Үҙҙәренән элек килеп киткән күпме нәҫелдәр­ҙе һәләк иткәнебеҙ тураһында улар белмәйҙәрме ни? Юҡһа, беҙ уларға һеҙгә биргән шарттар кеүек шарттар бирҙек, үҙҙәренә Күктән мул итеп ямғырҙар яуҙырҙыҡ, аяҡ аҫтарынан йылғалар аға торған иттек. Гөнаһтары арҡаһында, беҙ уларҙы һәләк ҡылдыҡ. Һәм уларҙан һуң да яңы тоҡомдар барлыҡҡа килтер­ҙек.

7. Әгәр ҙә Беҙ һиңә ҡағыҙға яҙылған бер Китап индереп, улар шул Китапты тотоп ҡарағас:

— Был сихырҙан башҡа нәмә түгел, — тип инҡар итерҙәр ине.



(«Ҡөръән Жәбраил фәрештә аша Пәйғәмбәребеҙгә индерелде. Ләкин индерелгән аяттар китап хәлендә түгел ине, Пәйғәмбәребеҙ ул аяттарҙы яттан өйрәтеп, кешеләргә тарата ине. Ләкин кәферҙәр иһә ул аяттарҙы инҡар итеп, аяттарҙың ҡағыҙға яҙыл­ғанын күрергә теләнеләр. Аллаһ Тәғәлә аяттарын Ҡөръән хәлендә индергәс тә, кәферҙәр инанманылар. Сөнки унан әүүәл Муса пәйғәмбәргә яҙылған Тәуратты индергәс тә улар уға инанманы».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

8. — Әгәр ҙә уға (Пәйғәмбәр янына күҙебеҙгә күренерҙәй) берәй фәрештә индерелһә ине, - тинеләр. - (Беҙ уға инаныр инек.)

Әгәр ҙә Беҙ шундай (кеше күҙенә күренә торған, тауышы ишетелә торған) фәрештә төшөргән булһаҡ, әлбиттә, эш тамам булыр ине, (улар инде күҙ асыр дәрәжәлә булмаҫ ине).



9. Әгәр ҙә Пәйғәмбәрҙе беҙ фәрештә итеп, яңынан уны әҙәм һүрәтенә керетеп индерһәк, йәнә лә тағын да ҡараңғы­раҡ шөбһәлә ҡалған булыр инегеҙ.

(Пәйғәмбәр — ул кеше. Шуға күрә кәферҙәр: һин дә беҙҙең кеүек ғәҙәти кеше, ниңә әле беҙ һинең Аллаһ илсеһе икәнеңә ышанырға тейеш?—тип әйтәләр. Әгәр Аллаһ фәрештәне кеше ҡийәфәтендә кешеләр араһына индерһә, кешеләр уны ла ғәҙәти кеше, тип уйлаған булыр ине. Кәферҙәр барыбер иман килтермәҫ ине. Ни өсөн һуң Аллаһ Тәғәлә фәрештәләрҙе үҙ ҡийәфәттәрендә индермәй? — тигән һорау­ға яуап бик ғәҙел: фәрештәләр нурҙан яралтылған, әгәр ҙә улар кеше күҙенә күренә ҡалһалар, кешеләр аңламаҫтар, уларҙы ҡабул итә алмаҫтар ине. Кешенең аңы ул төшөнсәләрҙе ҡабул итер дәрәжәлә түгел, күрәһең. Аллаһ ғәләмдең бөтөн серҙәрен асып һалһа, кешелек аҡылдан яҙыр ине. Электрон, нейтрино, квазарҙар­ҙы ла бик тар ғына аңлайҙар, ғәҙәти кешенең быға башы етмәй. Килер заман, улар ғәҙәти халыҡ өсөн дә аңлайышлы булыр. Йәки: бөтөн халыҡ шуны аңлар дәрәжәгә үҫеп етәр.)

10. Һиңә ҡәҙәр килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар мыҫҡыл итте, мыҫҡыллағандары ҡәҙәр улар язаһын да алдылар. (11) Әйт һин уларға:

— Донъя буйлап сәйәхәт итегеҙ һәм пәйғәмбәрҙәрҙе «ялған­сы» тип мыҫҡыллаған кешеләр менән нимә булғанын күрер­һегеҙ, — тип.



12. Тағын әйт һин уларға:

— Күктәрҙәге һәм Ерҙәге нәмәләр кемдеке? — тип. — Улар барыһы ла Аллаһтыҡы, — тип. — Ул рәхмәтле булыу­ҙы Үҙ өҫтөнә алды.

Һис шикһеҙ киләсәк Ҡиәмәт көнөндә Ул һеҙҙе Үҙ хозу­рына йыйыр. Иман килтермәгән кешеләр үҙҙәренә үҙҙәре зарар килтереүселәрҙер. (13) Төнөн дә, көндөҙөн дә хәрәкәттә йәшәгән барсаһы Аллаһтыҡыҙыр. Ул ишетеп, күреп тороусыҙыр. (14) Әйт һин:

- Күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар иткән; ашатыусы, ләкин Үҙе ашауға мохтаж булмаған Аллаһтан башҡа бер заттымы Уға тиң күрәйем? - тип һәм тағын әйт: - Иң беренсе мосолмандарҙың алдынғыһы булыу миңә йөкләнде. Мөшрик була күрмә, тип әйтелде, — тип.



15. Әйт Һин:

- (Хәтәр көндөң, Әхирәттең) ғазабынан ҡурҡҡанға күрә, мин Аллаһҡа ҡаршы булмайым, - тип.



16. Кем ул Көндө ғазаптарҙан ҡотола, тимәк, шул кеше Аллаһтың рәхмәтенә лайыҡ булған. Был мотлаҡан (абсолют) ҡотолош булыр.

17. Әгәр ҙә Аллаһ һиңә бер бәлә килтерһә, Аллаһтан баш­ҡа берәү ҙә ул бәләнән һине ҡотҡара алмаҫ. Әгәр ул һиңә бер ниғмәт килтерһә (уны ла берәү ҙә һинән тартып ала алмаҫ). Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле.

18. Ул ҡолдары менән идара итә, һәр нәмәгә хужа һәм еңеүсеҙер. Ул хөкөм хужаһы һәм һәр нәмәнән Ул хәбәрҙар.

19. — Иң яҡшы шаһитлыҡ ниндәй шаһитлыҡ? — тип һора һәм былай яуап бир: Минең менән һеҙҙең арағыҙҙа Аллаһ шаһит, - тип. — Был Ҡөръән һеҙҙе һәм бәлиғлеккә ирешкәндәрҙе киҫәтер һәм нәсихәтләү өсөн миңә индерелде. Аллаһ менән бергә башҡа Илаһтарҙың да булғанлығынамы һеҙ шаһитлыҡ итәһегеҙ? - тип. - Мин (ул эшкә) шаһитлыҡ ит­мәйем, - тип, тағын әйт: - Ул - берҙән-бер Аллаһ. Мин Аллаһҡа тиңләштерелгән нәмәләрҙән йыраҡ торам, — тип.

20. Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр уны (Пәйғәмбәр­ҙе, Аллаһтың хөкөмдәрен) үҙ улдары кеүек беләләр. Нәфсе­ләренә юл ҡуйған (үҙҙәренә зыян ҡылған)дар иһә ысын кәферҙәр булыр.

21. Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар һөйләүсе, аяттарын ял­ғанға сығарыусыларҙан да залимыраҡ кем бар икән (был донъя­ла?) Шуныһы хаҡтыр, ул залимдар (йәһәннәмдән) ҡото­ла алмаҫтар.

22. Ул Көндө уларҙың барыһын да бергә йыйырбыҙ. Һуңынан Аллаһҡа тиң башҡа тәңре эҙләгәндәргә әйтәсәкбеҙ.

- Һеҙ уйлап сығарған ул заттарығыҙ ҡайҙа һуң? тип әйтербеҙ.



23. Уларҙың:

- Раббыбыҙ Аллаһ исеме менән ант итәбеҙ: беҙ Һинән башҡа бөйөк зат эҙләмәнек, - тип әйтеүҙән башҡа саралары ҡалмаҫ.



24. Бына ҡара: улар нисек итеп үҙ өҫтәренә ялған өйә һәм уйлап тапҡан (табынған) заттары уларҙы ташлап ҡасты.

25. Улар араһында һине иғтибар менән тыңлаған булып ҡыланыусылар ҙа бар, шуға ла ҡарамаҫтан, беҙ уларҙың күңел­дәренә, һине аңламаһындар тип, ҡорма ҡорҙоҡ, ҡолаҡтарын да ишетмәҫ иттек. Хатта һәр аятты күреп торған килеш тә улар инанмайҙар. Улар һинең яныңа һүҙ көрәштереү өсөн генә килә һәм:

— Һәй, был (Ҡөръән аяттары) боронғоларҙан ҡалған әкиәттәр генә бит, — тип һөйләнәләр.



26. Улар кешеләрҙе пәйғәмбәргә (ул өйрәткәндәргә, Ҡөръәнгә) яҡынлаштырмаҫҡа тырышалар, үҙҙәре лә унан (имандан, Хәҡиҡәттән) һәләкәткә иткәндәрен үҙҙәре лә белмәй.

27. Тамуҡ уты янына килгәс, уларҙың нимә ҡыланғанда­рын күрһәң!

Улар:


— Их, фани донъяға кире ҡайтһаҡ ине лә, Раббыбыҙҙың аяттарын ялғанға сығармаҫ инек, мосолман булыр инек, — тип үкенерҙәр.

28. Элек йәшертен генә ҡылғандары (гөнаһтары) бөгөн асыл­ды. Әгәр ҙә уларҙы фани донъяға кире ҡайтарһаң, улар бары­бер ярамағанды ҡылырҙар ине, сөнки улар асылда ялғансы.

29. Мөшриктәр:

— Донъя тормошонан башҡа тормош юҡ, үлгәндән һуң яңынан терелеү ҙә юҡ, — тип әйтәләр.



30. Аллаһ хозурына килтерелгәндән һуң (Ҡиәмәт көндө) уларҙың нимә ҡыланғандарын күрһәң икән! Аллаһ уларға:

— Хәҡиҡәткә инандығыҙмы инде? (Йәғни, яңынан те­релеүгә) — тип әйткәс, улар:

— Әйе! Ант итәбеҙ, Раббыбыҙ, — тип әйтерҙәр. Аллаһ уларға:

— Улай булғас, (донъяла саҡта Аллаһты, Ҡөръәнде, Пәйғәмбәр­ҙе, Әхирәтте) инҡар иткәнегеҙ өсөн хәҙер язағыҙҙы таты­ғыҙ, — тип әйтер.



31. Кинәт кенә Ҡиәмәт көнө килеп еткәнгә ҡәҙәр Аллаһ хозурында тереләсәкте ялғанға сығарғандар бик тә мөшкөл хәлдә ҡаласаҡ, ҡылған гөнаһтары уларҙың һырты­на өйөләсәк, улар (шул ауыр йөктө күтәргән килеш):

— Аһ, фани донъяла ҡылған гөнаһтарыбыҙ-хаталарыбыҙҙы ҡәһәр һуҡһын! — тип үкенәсәктәр.

Белеп тороғоҙ, уларҙың йөгө ниндәй яман бер йөктөр.

32. Фани донъя тереклеге ул ваҡытлыса алдау бер уйын ғына. Әхирәт тереклеге иһә (гөнаһ эшләүҙән ҡурҡһындар өсөн) бик тә хәйерле. Һеҙ шул ҡәҙәреһен дә аңламайһығыҙмы ни һуң?

33. Эй, Мөхәммәд, улар һөйләгән нахак һүҙҙәргә көйөнгә­неңде лә белеп торам; нимә генә ҡыланһалар ҙа, асылда улар һине ялғансы тип әйтәләр. Ул залимдар Аллаһтың аяттарын инҡар итә.

(«Мөхәммәд Пәйғәмбәргә Әбү Жәһил: беҙ һиңә ялғансы, тип әйтмәйбеҙ. Сөнки һинең ни ҡәҙәр ғәҙел, тура кеше икәнлегеңде барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Беҙ бары тик Аллаһтың аяттарына ғына ышанмай­быҙ, уларҙы инҡар итәбеҙ, — тине». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

34. Һинән алда килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар ялған­сыға сығарырға маташтылар, Аллаһтан ярҙам килгәнгә ҡәҙәр, улар (кәферҙәрҙең) ялғансы, тип әйтеүҙәренә һәм йәберләүҙәренә сабыр иттеләр. Аллаһ һүҙҙәрен үҙгәртергә бер­ кемдең дә хаҡы юҡ. Хаҡтыр, (башҡа пәйғәмбәрҙәргә) күндерелгән хәбәрҙәр, әлбиттә, һиңә лә килеп иреште.

35. Әгәр уларҙың һинән йөҙ сөйөрөүө һине хафаға һалһа, (Аллаһ илсеһе икәнеңде иҫбатлар өсөн) һин Ерҙе ярып сы­ғыр инең йәки Күктән аяттар алып төшөр өсөн, бейек бер баҫҡыс яһар инең, шундай мөғжизә эшләһәң дә, улар һиңә һис тә ышанмаған булыр ине. Әгәр Аллаһ ихтыяр итһә, әлбиттә, уларҙы бергә туплап, тура юлға баҫтырған булыр ине лә... Һин һаҡ бул, наҙандарҙан булма.

(«Был аяттан күренә, мөғжизәләр яһау пәйғәмбәрҙәр ҡулынан килмәй икән. Пәйғәмбәрҙәр мөғжизә эшләргә бик теләгән саҡтар­ҙа, Аллаһ уларға мөғжизә күрһәтеү форсаты бирә. Ләкин һәр ваҡытта ла түгел».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

36. Саф күңелдән (иманға) бирелгәндәр генә (Аллаһтың) саҡырыуын ҡабул итә ала. Үлгәндәр ҙә, Аллаһ уларҙы яңынан терелткәс, Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡтар.

37. — Пәйғәмбәргә Аллаһтан бер мөғжизә индерелһә ине, — тинеләр. Әйт һин:

— Мөғжизә индерергә Аллаһтың ҡөҙрәте киң, — тип. Ләкин уларҙың күбеһе (мөғжизә артынан үҙҙәренә әфәт киләсәген) белмәй.



38. Ер йөҙөндә һеҙҙең кеүек өммәт булып йәшәмәгән һис бер хайуан һәм Күк йөҙөндә ҡанаттары менән осҡан һис бер ҡош тоҡомо юҡтыр. Китапты кәмселекле итмәнек.(Шунда барыһы ла яҙылған, бер нәмә лә төшөрөп ҡалдырылмаған.) Һуңынан барыһы ла Аллаһ хозурына ҡайтарыла­саҡтар.

39. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусылар дөм ҡараңғылыҡта ҡалған телһеҙ-һуҡырҙар кеүек. Аллаһ ихты­яр итһә, теләһә кемде һаташтыра, теләгәнен тура юлға сығара.

40. Ий, Мөхәммәд, әйт һин:

— Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, һеҙгә Аллаһтың язаһы килһә йәки Ҡиәмәт килеп, яҡағыҙҙан тотһа, шул ваҡыт Аллаһтан башҡа кемде ярҙамға саҡырырһығыҙ? — тип.



41. Эйе, һеҙ Уға ялбарығыҙ, Ул да теләһә, һеҙҙе бәләләр­ҙән ҡотҡарыр һәм һеҙ үҙегеҙҙең уйҙырма тәңреләрегеҙҙе оноторһығыҙ.

42. Хаҡтыр, һинән алда килгән өммәттәргә лә Беҙ пәйғәмбәрҙәр ебәрҙек һәм (ул өммәттәрҙе лә) беҙ яфалар­ға, ҡайғыларға һалдыҡ, (исмаһам, шул язаларҙан һуң улар Аллаһҡа) буйһонорҙар, тип. (43) Уларға ғазаптар ебәргән­дән һуң Аллаһҡа ялбарһындар ине, исмаһам. Ләкин уларҙың күңелдәре ҡатҡан ине инде, шайтан уларҙың ҡылғандарын гүзәл итеп, биҙәп күрһәтте (яман эштәрен яҡшы, тип ышандырҙы).

44. Киҫәтеп әйтелгәндәрҙе (йәғни, Аллаһ вәғәздәрен, гөнаһ эшләүҙән ҡурҡыуҙы) онотһалар ҙа, донъя эштәрендә (Беҙ уларға) киң мөмкинлектәр бирҙек. Хатта улар Аллаһ биргән байлыҡҡа шатланып, маҡтанып йәшәй башланылар. Ләкин Аллаһҡа шөкөр итергә, ғибәҙәт ҡылырға оноттолар. Шуға күрә, Беҙ уларҙы кинәттән тотоп, яза бирҙек. Улар өмөтһөҙлөккә төшөп, ҡайғыға баттылар.

45. Шулай итеп, золом итеүсе нәҫелдең тамыры киҫелде. Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ ҡына маҡтауға лайыҡтыр.

46. Әйт һин:

— Аллаһ һеҙҙе һаңғырау итһә, һуҡырайтһа, күңелдәрегезҙҙе томалап ҡуйһа, был бәләне Аллаһтан башҡа ниндәй тәңре кире алыр икән? — тип.

Уйлап ҡара: Беҙ ниндәй төрлөнән-төрлө дәлилдәр килтерә­беҙ, әммә барыбер улар (аяттарыбыҙҙан) йөҙ сөйөрәләр.

47. Йәнә лә әйт һин:

— Аллаһтың язаһы кинәттән йәки күҙ алдығыҙҙа һезҙҙең өҫкә килеп төшһә, кәферҙәрҙән башҡалар ҙа һәләк бу­ласаҡмы, тигән уй башығыҙға килдеме? —тип.



48. Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙе (йәннәт тураһындағы) биреүселе хәбәрҙе әйтер өсөн йәки (йәһәннәм барлығы тураһында) киҫә­тер өсөн генә күндерәбеҙ. Иман килтергәндәргә һәм тура юлға баҫып төҙәлгәндәргә (алда) ҡурҡыныс юҡ, уларға ҡайғы иңмәҫ.

49. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандарға, әшәке ғәмәлдәре арҡаһында, яза бирәсәкбеҙ.

50. Әйт һин:

— Мин һеҙгә: Аллаһтың хазинаһы минең ҡулда, тип әйтмәйем. Йәшерен серҙәрҙе лә беләм, тип әйтмәйем. Мин — фәрештә, тигән һүҙҙе лә һеҙгә әйтмәнем. Мин бары тик үҙемә индерелгәнгә генә инанам, — тип.

Тағын әйт:

— Һуҡыр менән күҙле бер булырмы? Шул турала һис тә уйлап ҡараманығыҙмы? — тип.



(«Аллаһтың хазинаһы Мөхәммәд Пәйғәмбәр ҡулында булһа, ул үҙ ихтыяры менән кешеләргә байлыҡ өләшә алған булыр ине, йәшерен серҙәрҙе белһә, һәр һорауға яуап бирер ине, фәрештә булһа, әҙә­ми зат ҡыла алмаған мөғжизәләр күрһәткән булыр ине. Юҡ, пәйғәмбәрҙәр — әҙәми зат, улар Аллаһ рөхсәт иткәндәрҙән айырым, башҡа эш эшләй алмай.

Мөшриктәр Мөхәммәд Рәсүлүллаға, һин Аллаһ тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр булһаң, Аллаһыңдан ялбарып һора ла, ул беҙгә мул итеп байлыҡ бирһен. Шунан һуң беҙ һинең Аллаһ илсеһе икәнле­геңә ышанырбыҙ, тинеләр.

Шунан һуң ошо аят индерелде, һәм Аллаһ тегеләргә мул итеп ниғмәт бирҙе. Уларҙы байытыр өсөн түгел, Мөхәммәдтең Пәйғәмбәр икәнен иҫбатлар өсөн шулай ҡылды».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

51. Раббы алдында (яуап бирергә) тупланасаҡтарын белгәндәрҙе ошоның менән (Ҡөръән менән) өгөтлә, киҫәт. Уларға ул ваҡытта Аллаһтан башҡа яҡлаусы, дуҫ булмаҫ. Бәлки улар (аҡылға килеп) иман килтерерҙәр, тәҡүә булыр­ҙар.

52. Раббының ризалығын яулар өсөн, кис-иртән Аллаһҡа ялбарғандарҙы (намаҙ уҡығандарҙы, фәҡир булһалар ҙа яныңдан) ҡыума. Улар ҡылғанға — һин, һин ҡылғандарға улар яуаплы түгел. Уларҙы ҡыуһаң, һин дә залим булырһың.

53. Беҙ уларҙы һынар өсөн шулай сағыштырҙыҡ. Улар:

- Беҙ түгел, ошо фәҡирҙәрме Аллаһтың рәхмәтенә ирешәсәк? - тип әйтһендәр өсөн.

Шөкөр иткәндәрҙе Аллаһ бик яҡшы белеп тормаймы ни?

54. Аяттарыбыҙға иман килтергәндәр һинең янға кил­гәндә һин:

— Әссәләмүғәләйкүм, — тип әйт. — Һеҙгә рәхмәтле булыуҙы Аллаһ Тәғәлә үҙ өҫтөнә алды. Әгәр ҙә арағыҙҙан берәү абайламай яманлыҡ ҡылһа, һуңынан тәүбә итһә, тура юлға баҫһа, Аллаһ уны ғәфү итер, Ул бик тә миһырбанлы, ярлыҡаусы — тип әйт.



55. Гөнаһ ҡылғандарҙың юлы асыҡ күренеп торһон өсөн, аяттарыбыҙҙы шулай тәфсилләп аңлатабыҙ.

56. Әйт:

— Аллаһтан башҡа, һеҙ табына торғандарға (һындарға, ташҡа, бүтән ялған хоҙайҙарға) баш эйеү миңә тыйылған, — тип. — Һеҙ хыялланған нәмәләргә мин эйәрмәйем. Эйәргән тәҡдирҙә мин хәҡиҡәттән тайпылып, тура юлдан яҙған булырмын.



57. Тағын әйт һин:

— Мин Раббыбыҙҙан ап-асыҡ дәлил килтерҙем һәм һеҙ уны ялғанға сығарҙығыҙ. Һеҙ бик тиҙ килеүен теләгән яза минең ҡулда түгел, хөкөм бары тик Аллаһ хозурында. Ул хәҡиҡәтте аңлатыр. Ул дөрөҫ хөкөм биреүселәрҙең иң ғәҙе­леҙер, — тип.



58. Шулай тип әйт:

— Бик тиҙ килеүен һеҙ теләгән яза, минең ихтыярымда булһа ине, эште шунда уҡ һеҙҙең янда бөтөрөр инем, залимдарҙы иң яҡшы белеүсе бер Аллаһтыр.



59. Йәшерен серҙәрҙең асҡыстары Аллаһ хозурындаҙыр, уларҙы Аллаһтан башҡа һис кем белмәҫ. Ул ҡоро ерҙә, диңгеҙҙә нимәләр бар, һәммәһен дә белер. Уның ихтыярынан башҡа хатта бер генә япраҡ та өҙөлөп төшмәҫ. Ул туп­раҡтағы туҙан бөртөгө хәтле нәмәләрҙе лә белеп тора. Ки­тапта булмаған йәш йәки ҡороған бер генә нәмә лә донъяла юҡ. (Барыһы тураһында да Ләүхүл-Мәхфүздә яҙылып ҡуйылған.)

60. Төндәрен һеҙҙе (ваҡытлыса) үлтергән дә (йоҡлатҡан), көндөҙҙәрен нимә ҡылғанығыҙҙы белгән дә, иртәләрен йәнегеҙҙе тәнегеҙгә ҡайтарып терелткән дә (уятҡан да) Аллаһтыр. Һеҙгә тигән ғүмерҙе тамам итер өсөн. Һуңынан Уның хо­зурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Һуңынан донъяла ҡылғандарығыҙ тураһында Ул хәбәр бирәсәк.

61. Ҡолдары өҫтөнән Ул ғына мотлаҡ хакимдыр. Һеҙгә Ул һаҡсы фәрештәләр күндерер. Ниһайәт, берегеҙгә әжәл килһә, илселәребеҙ (махсус вазифа башҡарыусылар) уның йәнен алыр. Был эштә улар (йән алыусылар) кәмселек килтермәҫтәр. (Йәғни, Ғазраил үлемгә дусар ителгәндең йәнен алмайынса ҡалмаҫ.)

62. Һуңынан кешеләр ысын хужа — Аллаһ хозурына кил­терелер. Белеп тороғоҙ, хөкөм бары тик Аллаһтың эше, Ул хисап алыусыларҙың иң етеҙеҙер.

63. Әйт:

— Ҡоро ерҙәге һәм диңгеҙҙәрҙәге ҡараңғылыҡтан (ҡур­ҡыныс дәһшәттән) һеҙҙе кем ҡотҡарыр? - тип һора.

Аллаһҡа эстән генә ялбарып:

— Әгәр беҙҙе ҡотҡарһаң, хаҡтыр, беҙ шөкөр иткәндәр­ҙән булырбыҙ, — тип доғалар уҡығыҙ, - тип әйт.



64. Әйт:

— Уларҙан һәм бөтөн бәләләрҙән һеҙҙе бары тик Аллаһ ҡына ҡотҡарасаҡ, — тип. — Һуңынан һеҙ Уға тиң зат эҙләй башлайһығыҙ, — тип .



65. Әйт:

— Аллаһ һеҙҙең өҫтөгөҙгә (күктән дауыл, буран, ер тетрәүе), аяҡ аҫтығыҙҙан (ерҙән ҡоролоҡ, мур (аслыҡ) ҡырылышы) яза ебәрергә лә, бер-берегеҙ менән һуғыштырып, берегеҙгә икенсе­геҙҙең мәкерен, әшәкелеген татытырға ла ҡөҙрәтле, — тип. Ҡара әле, улар төшөнһөн тип, аяттарыбыҙҙы нисек тәфсилле аңлатабыҙ.



66. Ҡөръән — ул Хәҡиҡәттең үҙе, ләкин һинең халҡың уны инҡар итте. Әйт:

— Мин һеҙҙең вәкилегеҙ түгел! — тип. (Һеҙҙең теләктә­регеҙ, өгөттәрегеҙҙе үтәүсе түгелмен мәғәнәһендә.)



67. Һәр хәбәрҙең тормошҡа ашасаҡ бер ваҡыты була. Оҙаҡламай һеҙ Хәҡиҡәтте күрерһегеҙ.

68. Аяттарыбыҙ тураһында урынһыҙ бәхәсләшә торған ке­шеләрҙе осратһаң, һүҙҙәре башҡа нәмәгә күскәнсегә саҡ­лы, уларҙан йыраҡ тор. Әгәр шайтан һиңә быны онотторһа, һис юғында иҫеңә төшкәс, залимдар менән рәттән ултырма.

69. Тәҡүә кешеләр кәферҙәр өсөн яуаплы түгел, ләкин:

— Бәлки тура юлға баҫырҙар, — тип иҫкәртеү кәрәктер.



70. Дин менән уйнаусы, динде бер көлкө сығанағы итеүселәрҙән, донъя тормошона алданған (аҙған) кешеләрҙән йыраҡ тор. Ләкин һин бары тик уның менән (Ҡөръән менән) вәғәз ит, уларға Әхирәттә Аллаһтан башҡа ярҙам итерлек дуҫ та, ярлыҡаусы ла булмаҫын әйт, тамуҡҡа эләкмәҫ өсөн алдан уҡ әҙерләнһендәр өсөн. Бар булған мөлкәтен бирһәләр ҙә, (һуңлаған тәүбәләре) ҡабул ҡылынмаҫ. Улар донъяла ҡылған гөнаһтары арҡаһында язаға тартыласаҡ. Кәферлек итеп, (Аллаһты) инҡар иткәндәре өсөн, уларға ҡайнар һыу һәм хәтәр ғазап буласаҡ.

71. Әйт:

- Аллаһты инҡар итеп, беҙгә файҙа ла, зарар ҙа бирмәй торған һындарығыҙға табынайыҡмы? Аллаһ беҙҙе тура юлға баҫтырғандан һуң да үксәләребеҙҙе кире артҡа борайыҡмы? (Яңынан кәфер булайыҡмы?) Шайтандар юлдан яҙҙырып, сүлгә керетеп аҙаштырған көсһөҙҙәр хәлендә ҡалайыҡмы ни? Аҙашмағандарҙың: беҙҙең янға килегеҙ, (тура юлға баҫығыҙ) тип саҡырғандарын көтәйекме? Аллаһ күрһәткән тура юл, шөбһәһеҙ, иң дөрөҫ юлдыр. Беҙ ғәләмдәрҙең Раббыһына буйһонорға әмер ителгән, — тип.



72. Беҙгә:

— Намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ һәм Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, — тип әмер бирелгән.

Ул — Үҙ янына беҙҙе яуапҡа туплаған Аллаһтыр, — тип әйт.

73. Ул Үз хикмәте менән күктәрҙе, Ерҙе яралтҡан. Ул:

— Бар бул! — тип әйтеүгә бөтөн нәмә буласаҡ. Уның һүҙе Хәҡиҡәттер. Сур (борғоһона) өргән көн дә (йәғни, Ҡиәмәт көнө лә) Уныҡы. Күренмәгәнде лә, күренгәнде лә Ул белеп тороусы. Ул, шөбһәһеҙ, хикмәт эйәһе, һәр нәмәнән Уның хәбәре бар.



74. Бер ваҡыт Ибраһим атаһы Азарға әйтте:

— Һин һындарҙы тәңре итәһеңме? Ысынлыкта, мин һине лә, халҡыңды ла юлдан яҙған булараҡ күрәм, — тине. (75) Беҙ Ибраһимға, (Аллаһҡа) инанысы ныҡ булһын тип, күктәрҙең һәм Ерҙең бөйөк мөғжизәләрен шулай итеп күрһәттек. (76) Эңер төшкәс, бер йондоҙ күреп алды ла (Ибраһим) әйтте:

— Бына был — минең Раббым, — тине. Йондоҙ һүнгәс, тағын әйтте:

— Мин былай һүнә торғандарҙы (тәңре тип) танымайым, - тине. (77) Ай тыуғанын күреүгә ул (Ибраһим): - Был минең Раббым, — тине. Ай батҡас та, ул: — Раббым миңә тура юл күрһәтмәһә, мин юлдан яҙған кеше буласаҡмын, - тине. (78) Ҡояш сыҡҡанда ул: — Ошомы әллә минең Хоҙайым? -тине. — Быныһы тегеләренән дә ҙур. — Ҡояш батҡас, әйтте: - Әй, халҡым, ысындан да, һеҙҙең уйҙырма хоҙайҙарығыҙға ышаныуҙан йыраҡ торам икән. (79) Шөбһәһеҙ, мин бер Аллаһты таныйым, күктәрҙе, Ерҙе яралтҡан Аллаһҡа йөҙөм менән боролдом. Мин мөшрик (күп хоҙайҙарға инаныусы) түгел, — тине.



80. Халҡы уға асыулана башланы. Ул ҡәрҙәштәренә әйт­те:

— Хаҡ Аллаһ тура юлға баҫтырған кеше менән һеҙ бәхәсләшергә итәһегеҙме? Аллаһтың язаһынан баш­ҡа, мин һеҙҙең Аллаһ тип табына торғандарығыҙҙан һис ҡурҡмайым. Раббымдың ғилеме бар нәмәгә лә етәр­лектер. Шул турала уйлап, ни өсөн һеҙ ғибрәт алмайһығыҙ? (81) Һәм мин ни өсөн әле һеҙ Аллаһҡа тиң күргән һындарҙан ҡурҡырға тейеш? Аллаһ тарафынан:

— Һеҙ Аллаһҡа тиңләштергән һындарға, боттарға (ҡояш­ҡа, йондоҙҙарға, аҡсаға) табынығыҙ, — тип Аллаһтан бойороҡ би­релмәгән килеш, һеҙ шул һындарға (теләһә нәмәгә) табыныуҙан ҡурҡмайһығыҙ бит әле. Аңлаһағыҙ, әйтегеҙ инде: ошо ике төркөмдөң ҡайһыһы именлеккә лайыҡтыр? — тине.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет