Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим



бет10/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   48

31. Аллаһ Ҡабил янына бер ҡарға ебәрҙе. Туғанының мәйетен нисек ерләргә өйрәтер өсөн ҡарға ерҙе тырнай башланы. Ҡылғанына үкенеп ул:

— Яҙыҡтар (ҡайғы) булһын миңә! Ошо ҡарғанан да зәғифме ни инде мин, энемдең гәүҙәһен дә ер ҡуйынына тапшы­ра алмайым, — тине.



32. Бына шуға күрә, Исраил улдарына шулай тип яҙҙыҡ:

— Кем дә кем кеше йәнен ҡыймағанды үлтерһә йәки донъя­ла боҙоҡлоҡ-фетнә ҡылмағанды үлтерһә, бөтөн кешеләрҙе лә үлтергән кеүек булыр. Бер йәнде ҡотҡарып ҡалған кеше бөтөн кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарған кеүек булыр. Пәйғәмбәрҙәре­беҙ быңа ап-асыҡ дәлилдәр килтерҙе, әммә бынан һуң да уларҙың күбеһе (гөнаһ ҡылыуҙа) аштылар.



33. Аллаһҡа һәм Рәсүлгә ҡаршы һуғышҡандарға һәм Ер йөҙөндәге тәртипте боҙорға маташыусыларға яза — уларҙы үлтереү йәки аҫып ҡуйыу йәки аяҡ-ҡулдарын (уң ҡул, һул аяҡ йәки киреһенсә) киҫеү йәки ватандарынан ҡыуыу. Был — уларҙың донъяла ҡаҙанған рисвайлығы (хурлығы). Уларҙы Әхирәттә лә хәтәр ғазап көтә.

34. Һеҙ уларҙы еңеп, әсирлеккә алғанығыҙға ҡәҙәр тәүбә итһәләр, уларға теге язалар бирелмәй. Белеп тороғоҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм кисереүсе.

35. Әй, мөьминдәр, гөнаһ эшләп, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. Уға яҡынлашырға юлдар эҙлә­геҙ, Уның юлында жиһад ҡылығыҙ: бәхеткә ирешерһегеҙ.

36. Кәферҙәрҙең ҡулында Ер йөҙөндәге байлыҡтар­ҙың бөтөнөһө булһа, хатта икеләтә артыҡ булһа ла, Ҡиәмәт көнөндә язанан ҡотолоу өсөн шул байлыҡты бирһәләр ҙә, ҡабул ителмәҫ. Улар өсөн әсе ғазап бар. (37) Уттан сығырға теләрҙәр, ләкин сыға алмаҫтар. Уларға бөтмәҫ ғазап бар.

38. Уғрылыҡ итеүсе иргә, ҡараҡ ҡатынға Аллаһтан бер яза: ғибрәт өсөн уларҙың ҡулдары киҫелер. Аллаһ — ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһеҙер.

39. Ләкин кем дә кем ҡылғандарынан һуң тәүбә итһә һәм төҙәтһә, шөбһәһеҙ, Аллаһ уның тәүбәһен ҡабул итәсәк. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисереүсеҙер.

40. Әллә белмәйһеңме, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шул мөлкәт Аллаһтыҡыҙыр, Ул теләгәненә ғазап бирер, теләгән кешеһен ярлыҡар. Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтлеҙер.

41. Әй, Рәсүл, ысын күңелдән иман килтермәйенсә, ауыҙҙары менән:

— Инандыҡ! — тигәндәрҙең һәм йәһүдтәрҙең кәферлеккә ынтылыуҙарына иҫең китмәһен. Аллаһ уларҙың күңелен сафландырырға теләмәй. Улар өҙлөкһөҙ ялған тыңлайҙар һәм һинең янға килеп ҡарамағандарҙы тыңлайҙар, (Тәураттәге) һүҙҙәрҙе урындарынан алып, алмаштыралар.

— Әгәр һеҙгә шул бирелһә — алығыҙ; бирелмәһә — алмаҫһығыҙ! — тип әйтәләр.

Аллаһ берәйһен аҙаштырырға теләһә, аҙашҡандың фай­ҙаһына һин Аллаһҡа ҡаршы бер нимә лә эшләй алмаҫһың. Аллаһ уларҙың күңелен сафландырырға теләмәй, улар өсөн донъяла түбәнлек һәм Әхирәттә (махсус әҙерләнгән хәтәр) ға­зап бар.



42. Гел ялған тыңлайҙар, өҙлөкһөҙ харам йыялар. Һиңә килһәләр, теләһәң, хөкөм ит, теләһәң, уларҙан йөҙ сөйөр. Йөҙ сөйөрһәң, улар һиңә һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Хөкөм итһәң, ғәҙел хөкөм йөрөт. Хаҡтыр, Аллаһ ғәҙел булғандарҙы ярата. (43) Ҡулдарында Аллаһ хөкөмдәре яҙылған Тәүрәт була тороп, нисек инде улар һине хаким итеп ҡуялар һәм һуңы­нан һинән йөҙ сөйөрәләр? Улар иманлы бәндәләр түгел. (44) Хаҡтыр, тура юлға етәкселек һәм (тура юлды) яҡтыртыусы нур булған Тәүрәтты индерҙек. Үҙҙәрен (Аллаһҡа) ба­ғышлаған пәйғәмбәрҙәр, Аллаһтың Китабын һаҡлау эше ҡу­шылған һәм Раббыға тәслим булған зәһидтәр (раббаниҙар) менән дин ға­лимдары шуға таянып, йәһүдтәрҙе хөкөм иттеләр. Уларҙың барыһы ла быңа шаһит. Шуға күрә, һеҙ (иманлы) кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ, (иманһыҙ ҡалабыҙ тип) минән ҡурҡығыҙ. Аяттарымды донъя малына һатмағыҙ. Аллаһ индергәндәр менән хөкөм итмәгән кеше кәферҙәрҙең дә кәфереҙер. (45) Тәүрәт­та уларға былай яҙҙыҡ:

— Үлемгә — үлем, күҙ сыҡһа — күҙ, танау өҙөлһә — танау, ҡолаҡ өсөн — ҡолаҡ, теш урынына — теш, йәрәхәт урынына йәрәхәт яһап, үс ҡайтарылырға тейеш. Кем быларҙы (ҡан үсен алмаһа) ғәфү итһә, (йәки зыяны өсөн түләһә) ул кешенең гөнаһтары кисерелер. Кем Аллаһ индергәндәр менән хөкөм йөрөтмәй, бына шулар була инде залимдар.



46. Үҙҙәренән элек килгән Тәүрәтты дөрөҫләүсе һәм раҫлаусы итеп, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға тура юл күрһәтер өсөн һәм өгөт-нәсихәт бирергә тип, тура юлға йүнәлтеүсе, шул юлды яҡтыртыусы Инжилде биреп, Мәрйәм улы Ғайсаны пәйғәмбәрҙәр артынан пәйғәмбәр итеп күндерҙек. (47) Инжилгә инанғандар, Аллаһ Инжилгә нисек яҙған, шулай хөкөм итһендәр. Кем Аллаһ индергәндәр менән хөкөм йөрөтмәһә, бына шулар боҙоҡлоҡ ҡылыусылар була ла инде.

48. Һиңә лә (Мөхәммәд!) әүәлге китапты дөрөҫләр өсөн һәм һаҡлар өсөн хаҡлыҡ менән Китапты (Ҡөръәнде) күндерҙек. Инде улар араһында һин Аллаһ индергән менән эш ит, һиңә бирелгән тура юлды ташлап, уларҙың ҡотортҡанына би­релмә.

(Әй, мөьминдәр) барығыҙға ла бер шәриғәт, бер юл бирҙек. Әгәр теләһә, Аллаһ һеҙҙең барығыҙҙан да бер өммәт яһаған булыр ине. Ләкин ошо юл менән ул һеҙҙе һынамаҡ була. Шулай булғас, изгелектәр ҡылыуҙа ярышығыҙ, бер-берегеҙҙе уҙҙырығыҙ. Барығыҙ ҙа Аллаһҡа ҡайтасаҡһығыҙ. Ни өсөн айырым юлдан киткәнегеҙҙе Ул һеҙгә ап-асыҡ итеп күрһәтер.

49. Кешеләр араһында Аллаһ индергән менән хөкөм йөрөт һәм уларҙың ҡотортҡанына бирелмә. Аллаһ һиңә индергән хөкөмдәрҙең бер өлөшөнән һине тайпылдырыуҙарынан һаҡлан. Әгәр йөҙ сөйөрһәләр, белеп тор, Аллаһ шул гөнаһтар­ҙың бер өлөшөн уларҙың башына (был донъяла уҡ) ҡапларға теләй. Хаҡтыр, кешеләрҙең байтағы юлдан яҙҙы. (50) Әллә һуң улар дҗәһилиәт (мәжүсилек, наҙанлыҡ) замандарын һағынамы? Төплө белеме, иманлы халыҡ өсөн Аллаһтан да ғәҙеллерәк хөкөм йөрөтөүсе башҡа берәү ҙә булмаҫ. (51) Әй, иман­лы кешеләр, йәһүдтәрҙе, христиандарҙы дуҫ итмәгеҙ. Сөнки улар үҙ-ара дуҫ. Уларҙы дуҫ иткәндәр шулар ҡәүеменән кеүек булыр. Шик юҡ, Аллаһ залимдар ҡәүеменә юл күрһәтмәҫ.

(«Мосолмандарҙың йәһүдтәргә, христиандарға ҡарата булған нәфрәттәре кәферҙәрҙең Исламды ҡабул итмәүҙәренән түгел, Ҡөръәндә ап-асыҡ күрһәтелгәне кеүек, кәферҙәрҙең мосолмандарға булған нәфрәтенән, Исламды ҡәтғи инҡар итеүҙәренән, йыш ҡына йәшерелмәгән, рәхимһеҙ баҫҡынсылыҡҡа ҡәҙәр барып еткән дошманлығынан килә»)

52. Һин күрерһең, (ике йөҙлө монафиҡтар) эстәрендә сир булғандар:

— Башығыҙға бәлә килеүҙән ҡурҡабыҙ, — тип кәферҙәр араһына кереп ҡасырҙар.

Ихтимал, Аллаһ һиңә еңеү индергәс йәки үҙ тарафынан бер әмер индергәс, улар күңелдәрендәгеләр өсөн үкенер.

53. Һәм шул ваҡыт мөьминдәр:

— Һеҙҙең менән бергә булырға баштарын ташҡа бәрә-бәрә Аллаһ исеме менән ант иткән кешеләр ошолармы инде? –тип әйтерҙәр.

Улар ҡылған бөтөн эштәр заяға китер һәм улар бик ҙур юғалтыуҙарға дусар буласаҡ.

54. Әй, иманлы кешеләр, арағыҙҙа динендән яҙған кеше булһа, белеп торһон: Аллаһ үҙе яратҡан, Аллаһты яратҡан мөьминдәргә кесе күңелле; кәферҙәргә ҡарата ҡырыҫ бер ҡәүем килтерәсәктер. Улар Аллаһ юлында Жиһад итерҙәр һәм һис ­бер ҡурҡытыусыларҙан ҡурҡмаҫтар. Был Аллаһтың Үҙе телә­гәненә биргән йомартлығы. Аллаһтың ярлыҡауы һәм ғилеме киңдер.

55. Һеҙҙең дуҫығыҙ бары тик Аллаһтыр, Рәсүлдер, иманлыларҙыр; Улар Аллаһтың әмерҙәренә буйһоноусылар, на­маҙ уҡырҙар, зәкәт бирерҙәр. (56) Аллаһты, Уның пәйғәмбәренә һәм иман килтергәндәрҙе дуҫ иткән кеше, һис шикһеҙ, еңеү ҡаҙанасаҡ. Аллаһ тарафындағылар һәр ваҡыт өҫтөн булыр. (57) Әй, иманлы кешеләр, һеҙҙән алда үҙҙәренә Ки­тап индерелгәндәрҙән динегеҙҙе мыҫҡыл иттермәгеҙ, дине­геҙҙән көлгәндәрҙе һәм кәферҙәрҙе дуҫ итмәгеҙ. Гөнаһ ҡы­лып, Аллаһ ҡаршыһында яза алыуҙан ҡурҡығыҙ, әгәр ҙә һеҙ мосолман икәнһегеҙ.

58. (Аҙан әйтеп), намаҙға саҡыра башлаһағыҙ, (кәферҙәр һеҙҙе) мыҫҡыллай башлайҙар, (ғибәҙәтегеҙҙе) көлкөгә әүерелдерергә маташалар. Былай итеүҙәре уларҙың уйлай белмәгән ҡәүемдән икәнлектәрен раҫлай. (59) Уларға һин былай тип әйт:

— Әй, Китап әһелдәре, беҙгә индерелгән һәм беҙгә ҡәҙәр индерелгәндәргә ышанғаныбыҙға күрәме, Аллаһты ла, мине лә хуп күрмәйһегеҙ? һеҙҙең күбегеҙ юлдан яҙған бәндәләр икән.



60. Әйт Һин:

- Аллаһ хозурында буласаҡ яза мәсьәләһендә бынан да яманыраҡ нәмә буласағын һеҙгә һөйләйемме? Кем Аллаһтың ләғнәтен алды, Кем Аллаһтың асыуына дусар булды, кемдеҙер Ул маймылға, кемде сусҡаға әйләндерҙе, кем­дер Тағутҡа табына башланы. Бына ошолар инде иң яман урын алыр, ошолар инде барыһынан да күберәк тура юлдан яҙғандар.



61. Янығыҙға кергәндә улар Аллаһҡа ышанмайынса керә.

— Аллаһка ышандыҡ, — тип әйтәләр ҙә, ышанмаған килеш сы­ғып та китәләр.

Уларҙың күңеленә нимә йәшерелгәнен Аллаһ бик яҡшы белә. (62) Һин уларҙың ярыша-ярыша гөнаһ ҡылғандарын, дошманлыҡ иткәндәрен, күбеһенең харам ашағандарын күрерһең. Хаҡтыр, уларҙың ҡылғандары ни ҡәҙәр әшәке­ҙер. (63) Уларҙың дин әҙәмдәре һәм ғалимдары әйтергә яра­маған һүҙҙәр һөйләүҙән һәм харам ризыҡ ашауҙан уларҙы тыйған булһалар ине! Хаҡтыр, уларҙың ҡылғаны бик тә яман. (64) Йәһүдтәр әйтте:

— Аллаһтың ҡулы бығаулы, — тинеләр.

Шулай әйткәндәренә күрә, уларҙың үҙҙәренең ҡулдары бығаулы булыр, уларға ҡәһәр инәсәк. Киреһенсә, Аллаһтың ҡосағы йәйелгән, теләгәненсә ярлыҡау бирер. Хаҡтыр, һиңә Раббыңдан ингән Китап уларҙың күбеһенең аҙғынлы­ғын, кәферлеген арттырыр. Улар араһына Ҡиәмәткә ҡәҙәр дауам итәсәк дошманлыҡ керттек. Ҡасан ғына улар һуғыш утын ҡабыҙмаһын, Аллаһ уны һүндерә килде. Улар Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратырға атлығып тора. Аллаһ боҙоҡлоҡто-фетнәселәрҙе яратмай.

65. Әгәр ҙә китап әһелдәре иман килтереп, яманлыҡ ҡылыуҙан баш тартһа ине, һәр хәлдә элек ҡылған яманлыҡтарын таҙартыр инек һәм уларҙы ниғмәте мул йәннәттәргә кертер инек.

66. Әгәр улар Аллаһтан ингән Тәүрәт, Инжил һәм Ҡөръән менән ғәмәл ҡылһалар ине, шөбһәһеҙ, һәм (Ер) өҫтәрендә­ге, һәм (Ер) аяҡ аҫтындағы ниғмәттәр менән туйынырҙар ине, байлыҡҡа сумып йәшәрҙәр ине. Уларҙың араһында ғәҙеллек менән тороусы (боҙоҡ булмаған, тура юлдан сыҡмаған) бер ҡәүем бар, ләкин күбеһенең ғәмәлдәре бик тә ямандыр.

67. Ий, Рәсүлем, Раббың индергәнде кешеләргә ирештер. Әгәр быны эшләмәһәң, илселек вазифаңды үтәмәгән булыр­һың. Аллаһ һине кешеләрҙән (мәкерҙән) яҡлар. Хаҡтыр, Аллаһ кәферҙәр өйөрөнә тура юл күрһәтмәҫ.

68. — Ий, китап әһеле, Раббыбыҙҙан һеҙгә индерелгән Тәүрәт, Инжилде (һәм Ҡөръәнде) дөрөҫ тотмаһағыҙ, һеҙгә бер ниндәй ҙә таяныс булмаҫ, — тип әйт.

Раббыңдан һиңә индерелгән (Ҡөръән), (әлбиттә), уларҙың күбеһенең кәферлеген, аҙғынлығын арттырыр. Кәферҙәрҙең кирелегенә исең китмәһен.



69. Иман килтергән кешеләр, йәһүдтәр, йондоҙҙарға табы­ныусылар, христиандар Аллаһҡа һәм Әхирәткә инанып, изгелек ҡылһалар, уларға ҡурҡыныс юҡ, уларға хәсрәт тә инмәҫ.

70. Хаҡтыр, Исраил улдарынан (Тәүрәт буйынса ғына ғәмәл ҡыласаҡбыҙ, тигән) ант һүҙе алдыҡ һәм уларға пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Бер ваҡыт пәйғәмбәр уларға күңелдәре теләмәгән нәмәләрҙе (илаһи хөкөмдәрҙе) килтергәс, улар пәйғәмбәрҙәрҙең бер төрлөһөн ялғансыға сығарҙылар, икенселәрен үлтерҙеләр.

71. Былар өсөн беҙгә яза булмай, тип, улар (Аллаһтың хөкөмдәренә) һуҡыр, һаңғырау ҡалдылар. Һуңынан Аллаһ уларҙың тәүбәләрен ҡабул итте. Ләкин уларҙың күбеһе һаман һуҡыр, һаңғырау килеш ҡала бирҙе. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғанын күреп тора.

72. Хаҡтыр:

— Аллаһ — ул Мәрйәм улы Мәсих (Ғайса)! — тигәндәр кәфер булды. Гәрсә Мәсих үҙе:

— Әй, Исраил улдары, Раббым һәм Раббыбыҙ булған Аллаһҡа ғийбәҙәт ҡылығыҙ, һәм белеп тороғоҙ, кем дә кем Аллаһҡа тиңде эҙләй, мотлаҡ, Аллаһ уға йәннәтте харам ҡылыр, ундай кешенең керәсәк урыны утлы тамуҡ һәм залимдарға (шунда) ярҙам итеүсе булмаҫ, — тине.

73. Хаҡтыр:

— Аллаһ — өстөң өсөнсөһөҙер, — тигәндәр ҙә кәфер булды.

Бер Аллаһтан башҡа тәңре юҡтыр. Әгәр ҙә улар шулай ҡабатлауҙарынан уаз кисмәһә, кәфер булғандар әсе ғазапҡа дусар ителәсәк.

74. Аллаһҡа тәүбә итеп, улар ярлыҡау теләмәҫтәрме икән ни? Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисереүсеҙер.

75. Мәрйәм улы Ғайса (Мәсих) бары тик бер илсеҙер-рәсүлдер. Унан элек тә күп кенә рәсүлдәр килеп киттеләр. Уның әсәһе лә бик тә әхләҡле ҡатын, һәр икеһе лә икмәк ашайҙар ине. Күр, улар тураһында нисек асыҡ итеп әйтәбеҙ, ләкин һуңынан нисек итеп (Ысынлыҡтан) йөҙ сөйөрәләр.

76. Әйт Һин:

— Аллаһтан боролоп, һеҙҙең өсөн файҙа ла, зыян да эшләй алмай торған зәғифкә табынырға теләйһегеҙме? Барыһын да белеүсе, ишетеүсе бары тик Аллаһтыр,— тип.



77. Әйт Һин:

Әй, Китап әһеле, динегеҙҙә ғәҙелһеҙ рәүештә сиктәрҙән уҙмағыҙ. Элек юлдан яҙған, байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырған һәм тура юлдан йыраҡлашҡан аҙғын бер ҡәүемгә эйәрмәгеҙ, — тип.



78. Кәферлектәге Исраил улдары (Аллаһ һүҙен) тыңла­мауҙары һәм (аҙғынлыҡта) сиктәрҙән уҙғандары арҡаһында Дауыт тарафынан һәм Мәрйәм улы Ғайса теле менән ҡәһәрлән­деләр.

79. Яман ғәмәлдәр ҡылыуҙан улар бер-берһен тыйманы­лар, хаҡтыр, улар ҡылған эш — ҙур гөнаһ.

80. Күбеһенең инҡарсылар менән дуҫлашҡанын күрер­һең. Күңелдәрен уларға бағышлап, үҙҙәрен алдан уҡ хәтәр нәмәгә дусар иттеләр, Хаҡтыр, Аллаһтың асыуына тап булып, улар мәңгелек ғазап эсендә ҡаласаҡ.

81. Әгәр улар Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә һәм уға индерелгәнгә иман килтергән булһалар, тегеләрҙе дуҫ итмәҫтәр ине, ләкин быларҙың күбеһе тура юлдан яҙҙы.

82. Әлбиттә, дошманлыҡ ҡылыу нисбәтенән ҡарағанда, кешеләр араһында мосолмандарға иң ҡурҡынысы йәһүдтәр менән мөшриктәр (күп Аллаһлылар) икә­нен күрерһең. Улар араһында мосолмандарға иң яҡын тор­ғандар:

— Беҙ — христианбыҙ, — тип әйтеүселәрҙе лә табырһың. Сөнки улар араһында монахтар, ғалимдар ҙа бар, улар бөйөк­лөккә дәғүә итмәйҙәр.



(«Был аяттарҙа телгә алынған христиандарҙың Хәбәшстанға (Эфи­опияға) күсеп, һижрәт итеп килгән мосолмандарҙы яҡшы ҡаршы­лап, уларға ярҙам иткән христиандар, хәҙрәти Мөхәммәд менән килешеү төҙөгән Нәфрән христиандары икәнлеге күп тәфсирҙәрҙә фаразлана Христиандарҙың, йәһүдтәргә һәм мөшриктәргә ҡарағанда, мосолмандарға яҡыныраҡ торғандары хаҡтыр. Гәрсә фанатик христиандарҙың тәре яуҙары ойоштороп, мосолмандарға күп бәләләр килтергәнлеге тарихтың иң әсе-ҡанлы сәхифәләрен тәшкил итә. Шулай ҙа, донъя мәшәҡәттәренә ҡул һелтәгән монахтар менән хри­стиан ғалимдары һәм улар тәьҫирендәге христиандарҙың Исламға яҡынлыҡтары бар. Хәҙрәти Пәйғәмбәр килгәс, байтаҡ ҡына монахтар ҡыуаныс менән ҡаршы алдылар һәм уны көтөлгән Пәйғәмбәр булараҡ ҡабул иттеләр»Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән )

83. Рәсүлгә индерелгәнде (Ҡөръәнде) тыңлағанда, Хәҡиҡәтте танығандарына һөйөнөстән, уларҙың күҙҙәренән йәш аҡҡанын күрерһең. Улар әйтер:

— Раббыбыҙ, иман килтерҙек, беҙҙе Хаҡҡа (Аллаһҡа)иткәндәр сафына яҙ, — тип әйтерҙәр. (84) — Раббыбыҙ беҙҙе из­геләр араһына кертергә теләй икән, ни өсөн һуң әле беҙ алды­быҙҙағы Хәҡиҡәткә иман килтермәйбеҙ?



85. Шундай һүҙҙәр һөйләгәндәренә күрә, Аллаһ уларға мәңге йәшәр өсөн, арыҡтарынан шишмәләр ағып ятҡан йәннәттәрҙе бүләк итер. Изгелек ҡылғандарҙың әжере бына шулдыр.

86. Инҡарсылар һәм аяттарымды ялғанға сығарыусылар иһә йәһәннәм киҫәүе булыр.

87. Әй, иман килтергән кешеләр, Аллаһ хәләл ҡылған яҡшы, саф нәмәләрҙе харамға сығармағыҙ һәм сиктәрҙән уҙмағыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ сиктәрҙән уҙғандарҙы яратмаҫ.

88. Хаҡтыр, Аллаһ һеҙгә хәләл ҡылған саф ризыҡтар­ҙы ашағыҙ һәм үҙегеҙ иман килтергән Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡығыҙ.

89. Мәкерһеҙ, ашығып биргән антығыҙҙы боҙһағыҙ ҙа, Аллаһ яуапҡа язаламаҫ; фәҡәт шәриғәтсә ант итеп тә, ул антты үҙ файҙағыҙға боҙғанығыҙ хәлдә һеҙҙе язалар. Бо­ҙолған ант өсөн кәффәрәт түләнә. Ғаиләгеҙгә ашата торған ризыҡтың уртасаһы хәтле миҡдарҙа ун фәҡирҙең тама­ғын туйҙырыу йәки уларҙы кейендереү йәки бер ҡолдо азат итеү фарыз. Быларҙы үтәй алмаған кеше өс көн тоташтан ураҙа тота. Ант иткәндән һуң, боҙолған антығыҙҙың кәффәрәте ошо булыр. Һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Аллаһ һеҙгә асыҡ итеп аңла­та, ихтимал, һеҙ шөкөр итерһегеҙ.

(Аллаһ исеме менән ант иткән кеше антын, һис шикһеҙ, үтәргә тейеш. Әгәр ҙә ант итеп тә, эшләнәсәк эше харам йәки яман икә­нен беленһә, ул кеше антын боҙор, ул эштән баш тартыр һәм кәффәрәтен бирер. Кәффәрәт — гөнаһтан арыныу өсөн ҡылынған ғәҙел эш )

90. Әй, мосолмандар! Хәмер эсеү, аҙғын уйындар уйнау, һындарға баш эйеү, фал астырыу, ырымланған уҡтар менән шөбәғә һалыу шайтан ғәмәлдәреҙер, шаҡшылыҡтыр, уларҙан йыраҡ тороғоҙ: бәхеткә ирешерһегеҙ.

91. Иҫерткес һәм аҙғын уйындар менән шайтан арағыҙҙа үс орлоҡтарын, дошманлыҡ сәсә; Аллаһты иҫкә төшөрөүҙән һәм намаҙҙан биҙҙерергә теләй. Һеҙ был эштәрҙән ваз кисә алырһығыҙмы икән?

92. Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә итәғәт итегеҙ һәм (гөнаһ ҡылыуҙан) тыйылығыҙ. Итәғәттән баш тартһағыҙ, белеп тороғоҙ, Рәсүлебеҙҙең вазифаһы (бары тик Аллаһ хөкөмдәрен) һеҙгә дөрөҫ итеп еткереү һәм аңлатыуҙыр.

93. Улар ысын күңелдән (гөнаһ эшләүҙән) һаҡланһалар, имандарын һаҡлаһалар, тағын да изгелек ҡылһалар, иман килтергән һәм изгелек ҡылғандарға элек ашаған-эскәндәре өсөн гөнаһ юҡ. Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата.

94. Әй, иман килтергән кешеләр, Аллаһ ҡулдарығыҙ һәм һөңгөләрегеҙ менән ауланған йәнлектәр менән Аллаһты күрмәйенсә лә, эстән генә Үҙенән ҡурҡалармы икән, тип һы­най. Кем сиктәрҙе уҙһа (тыйылғандан артығын ҡылһа), шул әсе ғазапҡа дусар.

95. Әй, иманлы бәндәләр, ихрамлы сағында кейек-йәнлек үлтермәгеҙ. Арағыҙҙан берәүһе (ярамағанлығын) белгән килеш йәнлек аулаһа, уның әжере язаҙыр. Арағыҙҙан ике кеше­не хөкөмдар итеп һайлағыҙ ҙа, тотолған (үлтерелгән) кейек­тең хаҡын билгеләтегеҙ. Ғәйепле кеше үҙ хайуанын салып, шул кейек миҡдарындағы ит менән Кәғбәләге фәҡирҙәр­ҙең тамағын туйҙырыр. Йәки ғәйепле әҙәм ураҙа тотһон. Шу­лай итеп, ҡылғандары өсөн кеше яуап бирергә тейеш. Аллаһ элеккеһен ғәфү итә. Кем был эште ҡабат эшләһә, Аллаһ уны ҡаты язаға тартыр. Аллаһ һәр ваҡыт еңеүсе һәм ғәҙел үс ҡайтарыусы (яза биреүсе).

96. Һәм һеҙгә, һәм юлсыларға, файҙа булараҡ, диңгеҙҙә ау ойоштороу, тотолған ризыҡты ашау хәләл ҡылынды. Их­рамлы сағығыҙҙа ҡоро ерҙәге ау һеҙгә харам ҡылынды. Аллаһ хозурында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ.

97. Аллаһ Кәғбәне — изге бинаны, харам айын, хаж ҡор­банын һәм уларҙағы биҙәктәрҙе кешеләр файҙаһы өсөн булдырҙы. Был —Аллаһтың күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, барыһын да белеп торғанын һеҙ белһен өсөн.

98. Белеп тороғоҙ, Аллаһтың язаһы әсеҙер. Аллаһтың ярлыҡауы, ғәфү итеүе лә сикһеҙҙер.

99. Рәсүл өҫтөнә төшкән вазифа фәҡәт (Ҡөръәнде) иреш­тереү генә. Аллаһ йәшермәгәнегеҙҙе лә, йәшергәнегеҙҙе лә белеп тора.

100. Әйт Һин:

— Әшәкелек-яманлыҡ менән сафлыҡ-изгелек бер түгел; хатта әшәкелек-яманлыҡтың күпселеге һеҙгә оҡшаһа ла. Аҡыл эйәләре! Шулай булғас, һеҙ гөнаһ ҡылыуҙан, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ һәм (тамуҡтан), ихтимал, ҡотолорһығыҙ, — тип.



101. Әй, иманлы кешеләр, яуабы һеҙгә ҡайғы килтерә торған нәмәләр тураһында һорашмағыҙ. Ҡөръән индерелгәс һораһағыҙ, асыҡ яуап табырһығыҙ. Аллаһ һеҙҙе ғәфү итер. Аллаһ йомартлыҡ менән ярлыҡаусы һәм сабырҙыр.

102. Хаҡтыр, һеҙҙән алда килгәндәр ҙә шулай һора­ған ине, яуап алғандан һуң да улар инанманы.

103. Аллаһ (хайуандарҙы) бахирә, саифә, үасилә, хам, тип атап, улар тураһында күрһәтмәләр бирмәне. Ләкин кәферҙәр Аллаһҡа яла яға, сөнки уларҙың күбеһенең башы эшләмәй.

(«Исламдан әүәл ғәрәптәрҙә шундай йола бар ине. Улар биш тап­ҡыр быҙаулаған дөйәнең һуңғы быҙауы һаулыҡ булһа, шул дөйәгә Ба­хирә исеме ҡушып, ҡолағына тамға һалып, иреккә ебәрәләр, шунан һуң ул дөйәне һаумайҙар, һөтө таш һындарға, боттарға ҡала, имеш. Таш һындар, боттар хөрмәтенә иреккә ебәрелгән һәм һөтөн бары тик сәйәхәтселәр генә эсергә тейеш булған дөйәләргә Саифә тип әйтәләр. Берһе һаулыҡ, берһе игеҙ тәкә бәрәс килтергән һарыҡҡа йәки уға дөйәгә Үасилә тип исем ҡуша торған булғандар. Тәкә бәрәс, үгеҙ быҙау боттарға ҡорбан булараҡ салына. Ун тапҡыр быҙау атаһы булған ата дөйәгә Хам исеме ҡушылған һәм ул да иреккә ебәрелгән. Имештер, кәферҙәр, ошо йоланы Аллаһ бойорған, тип ялған һөйләйҙәр». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

104. Уларға:

— Аллаһ индергәнгә (Ҡөръәнгә) ҡайтарылығыҙ, Рәсүл янына килегеҙ, — тип әйткәс, улар:

— Аталарыбыҙ тотҡан юл беҙгә ҡәҙерле, — тип әйтәләр. Аталары наҙан булып, яман юлдан киткән булһалар ҙа.

105. Әй, иман килтергән кешеләр, йәнегеҙҙе ҡотҡарыу һеҙҙең үҙегеҙҙән тора. Һеҙ тура юлда булһағыҙ, аҙғындар һеҙгә һис бер зыян ҡыла алмаҫ. Барығыҙ ҙа Аллаһ хозурына киләсәкһегеҙ. Ул һеҙгә нимә ҡылғандарығыҙҙы иғлан итәсәк.

106. Әй, иманлы кешеләр, берегеҙгә әжәл янаһа, үҙ арағыҙҙан ике ғәҙел кеше һайлағыҙ, улар васыятығыҙҙың шаһиттары булһын. Һеҙ сәйәхәттә булып, (сит ҡәүем араһында ҡалһағыҙ) һәм яҡағыҙҙан әжәл тотһа, (башҡа диндә булған) ике кеше васыятығыҙҙың шаһиты булһын. Инде уларҙан шикләнер булһағыҙ, уларҙы намаҙҙан һуң тотоп:

— Туғандарыбыҙға файҙа килтерәсәк булған осраҡта ла, беҙ был васыятты боҙасаҡ түгелбеҙ. Аллаһ исеме менән ант иткән шаһиттарыбыҙҙы йәшереп ҡалдырмаясаҡбыҙ. Әгәр шу­лай ҡылмаһаҡ, беҙ гөнаһлы буласаҡбыҙ, — тип, Аллаһ исеме менән ант иттерегеҙ.



107. Шаһиттарҙың гөнаһлы икәнлектәре беленһә, (мәрхүмдең васыятын боҙоп күрһәтһәләр), мәрхүмгә тағын да яҡыныраҡ торған (ысын вәриҫлектәге) ике кеше тегеләрҙең урынын алыр һәм:

— Валлаһи, беҙҙең шаһит булыуыбыҙ теге икәүҙекенә ҡарағанда дөрөҫ. Беҙ бер кемдең хаҡына ла ҡул һуҙманыҡ. Әгәр ҙә шулай була ҡалһа, беҙ залимдарҙан булырбыҙ, — тип Аллаһ исеме менән ант итһендәр.



108. Шәһиттар дөрөҫлөк менән шаһитлыҡ итһендәр өсөн шулай эшләнә. Шаһитлыҡҡа алынған шаһиттар: беҙҙең шаһитлығыбыҙҙан риза булмаһалар, башҡа шаһиттар һайлаясаҡ­тар, тип ҡурҡып, ғәҙел шаһитлыҡ ҡылһындар өсөн. (Ялған шаһитлыҡ ҡылып, гөнаһлы булыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм (әмерҙәрен) тыңлағыҙ. Аҙғын халыҡҡа Аллаһ юл күрһәтмәҫ.

109. Килер бер көн, бөтөн пәйғәмбәрҙәрен Үҙ янына туп­лап, Аллаһ әйтер:

— Һеҙ ниндәй яуаптар алдығыҙ? — тип. Улар яуап бирер:

— Беҙ белмәйбеҙ. Бөтөн серҙәрҙе лә Һин генә беләһең, — тип әйтерҙәр.

110. Аллаһ әйтер:

- Әй, Мәрйәм улы Ғайса, һиңә һәм һинең әсәңә күрһәткән йомартлығымды хәтерлә. Нисек итеп һине изге рух (Жәбраил) ярҙамы менән аяҡҡа баҫтырҙым. Бишектә сағында уҡ, үҫмер булғанда ла һин инде кешеләр менән һөйләшә инең. Һиңә язаны, хикмәттәрҙе, Тәүрәт менән Инжилде өйрәттем. Балсыҡтан ҡош һыны яһап, уға өрҙөң һәм ҡошҡа йән иңде, был да Минең рөхсәтем менән башҡарылды. Йәнә Минең рөхсәтем менән тыумыштан һуҡырҙы һин күрер иттең, тилсә тәнлене шифаланың, мәйеттәрҙе Минең рөхсәтем менән терелттең. Исраил улдарының мәкерле ҡулын һиңә ҡағылдыртманым. Һин ап-асыҡ дәлилдәр килтерһәң дә, кәферҙәр ышанманылар һәм:



  • Был сихырҙан башҡа эш түгел, тинеләр.

111. Хауариҙарға ла Мин әйттем:

— Миңә һәм Минең пәйғәмбәрҙәремә иман килтерегеҙ, — тинем.

Улар:

— Иман килтерҙек. Беҙҙең ысынлыҡта мосолман булыуыбыҙға шаһит бул, — тинеләр.



(Хауариҙар — пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре кеүек, хәҙрәти Ғайсаға эйәргән һәм уға тура булған мөридтәр.)

112. Хауариҙар әйтте:

— Әй, Мәрйәм улы Ғайса, Раббыңдың Күктән беҙгә ашамлыҡ менән ашъяулыҡ индерергә көсөнән киләме? — тинеләр. Ғайса әйтте:

— Мосолман икәнһегеҙ, (көфөр һөйләргә) Аллаһтан ҡурҡы­ғыҙ, — тине.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет