Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим


Иман килтереүселәр һәм имандарына ғәҙелһеҙлек ҡа­тыштырмағандар ғына именлеккә лайыҡ, улар ғына тура юлдаҙыр. 83



бет12/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   48

82. Иман килтереүселәр һәм имандарына ғәҙелһеҙлек ҡа­тыштырмағандар ғына именлеккә лайыҡ, улар ғына тура юлдаҙыр.

83. Ибраһимдың динһеҙ халҡына ҡаршы килтергән дәлилдәребеҙ шулдыр. Теләгән кешебеҙҙе Беҙ оло дәрәжәләргә күтәрербеҙ. Шөбһә юҡтыр, Раббың бөйөк хикмәт эйәһеҙер, ысыны менән барыһын да белеүсеҙер.

84. Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты бирҙек, унан элек тә Нухты, уның тоҡомонан Дауытты, Сөләймәнде, Әйүпте, Йосопты, Мусаны һәм Һарунды тура юлға ҡуйҙыҡ. Беҙ изгелекле булғандарҙы шулай шатландырабыҙ. (85) Зәкәрий­әне, Йәхйәне, Ғайсаны, Ильясты (шулай шатландырҙыҡ), сөнки уларҙың барыһы ла изгеләрҙән ине. (86) Исмәғил­де, Әл-Йәсәғте, Лутты ла тура юлға күндерҙек, һәр береһен доньялағы барлыҡ кешеләрҙән юғары дәрәжәләргә мендер­ҙек. (87) Уларҙың аталары, балалары һәм ҡәрҙәштәренең ҡайһы берҙәренә лә (өҫтөнлөк бирҙек). Уларҙы һайлап алдыҡ һәм тура юлға баҫтырҙыҡ.

88. Бына был — Аллаһтың һиҙәйәтеҙер (тура юлыҙыр), Ул теләгән ҡолдарын шул юлға баҫтырыр. Әгәр улар ҙа Аллаһҡа тиңдәш эҙләй башлаһалар, ҡылған ғәмәлдәре, әлбиттә, юҡҡа сығасаҡ.

89. Бына шулар инде үҙҙәренә китап, хикмәт һәм пәйғәм­бәрлек бирелгән шәхестәр. Әгәр улар (кәферҙәр) ошоларҙы инҡар итһә, шөбһәһеҙ, улар урынына быларҙы инҡар итмәҫтәй башҡа бер ҡәүемде килтерербеҙ.

(Үҙҙәренә Китап индерелгәндәр - «пәйғәмбәр», Китап индерелмәгән илселәр иһә — «нәбийҙәр» була.)

90. Пәйғәмбәрҙәр улар — Аллаһ тура юлға баҫтырған кешеләрҙер. Һин дә улар юлынан кит. Әйт:

— Мин быңа (пәйғәмбәрлек вазифама) һеҙҙән түләү һорамайы­м. Был өръән) - халыҡтар өсөн бер вәғәздер.



91. Улар (кәферҙәр) Аллаһты хаҡлы ололау менән таныманылар.

— Аллаһ һис бер кемгә бер нимә лә индермәне, — тинеләр. Әйт:

— Ә, кешеләргә Муса алып килгән нурлы һәм тура юл күрһәтеүсе китапты (Тәүрәтты) кем индерҙе һуң? Һеҙ уны ҡағыҙға күсереп яҙҙығыҙ, теләгәнегеҙҙе асыҡлап, күбеһен йәшерҙегеҙ. Һеҙ ҙә, аталарығыҙ ҙа белмәгән нәмәләр тураһында яҙылған ине шунда; һеҙ шунан өйрәндегеҙ, — тип.

(Рәсүлем) һин:

(Һеҙгә) Аллаһ (ебәрҙе ул китапты), — тип әйт тә, уларҙы ташлап кит, кереп батҡан гөнаһлы һүҙ һаҙлығында уй­нап ҡалһындар.



92. Был Китап (Ҡөръән) шәһәрҙәребеҙҙең әсәһе (Мәккәлә) һәм уның тирәһендә йәшәүсе кешеләрҙе киҫәтер өсөн, һиңә индерелде һәм ул — үҙенән элек килгән китаптарҙы дөрөҫләү­се мөбәрәк Китаптыр. Әхирәткә инанғандар Ҡөръәнгә лә ышанырҙар һәм улар намаҙҙарын дөрөҫләп уҡыуҙарын дауам итерҙәр. (93) Аллаһҡа ҡаршы ялған уйҙыр­малар сығарып, үҙенә һис бер нәмә төшөрөлмәгән килеш:

— Миңә лә (Аллаһтан) уахи иңде, — тип әйтеүсе: — Мин дә Аллаһ индергән аяттар кеүек аяттар индерәсәкмен, - тигәндән дә залим кеше булырмы икән!

Ул залимдар ҡотолғоһоҙ үлем упҡынына эләгеп, фәреш­тәләр уларға табан ҡулдарын һуҙып:

— Тиҙерәк йәнегеҙҙе ҡотҡарып ҡалығыҙ, Аллаһ тураһында булмағанды һөйләгәнегеҙ арҡаһында һәм Уның аяттарына ҡаршы тәкәбберлек күрһәткәнегеҙгә күрә, бөгөн меҫкенлек ғазабы менән язаланасаҡһығыҙ, — тигән саҡта уларҙың хәлен күрһәң!



94. Хаҡтыр, иң башта яралтҡаныбыҙ кеүек, һеҙ берәм-берәм (яңғыҙығыҙ) Минең янға килерһегеҙ. Һәм (донъяла) һеҙгә бирелгән нәмәләрҙе (мал-байлыҡты донъяла уҡ) ҡалдырып килерһегеҙ. Һеҙ уйлап сығарған (Аллаһҡа тиңләштерелгән) яҡлаусыларығыҙ ҙа һеҙҙең янда күренмәҫ. Хаҡтыр, улар (ул һындар, ялған хоҙайҙар) менән арағыҙ киҫелер, һеҙ тәңре тип һанаған нәмәләр юҡҡа сығыр. (95) Шик юҡ, Аллаһ (үҫемлек үҫтерер өсөн) орлоҡтарҙы, (ағас үҫтереү өсөн) емештең тештәрен яралтыусы. Йәнһеҙҙән йәнлене яҫаусы — Ул, йәнленән үлене булдырыусы ла Ул. Бына Аллаһ шундайҙыр. Шулай булғас, нисек итеп һеҙ (Хаҡтан) йөҙ сөйөрәһегеҙ? (96) Таңдарҙы яҡтыртыусы ла Ул. Төндәрҙе Ул ял итер өсөн, Ҡояш менән Айҙы Ул (ваҡыт үлсәме өсөн) хисап өсөн яралтты. Бына был нәмәләр мотлаҡ аҡылға эйә, һәр нәмәне белеп тороусы ҡөҙрәтле Аллаһтыҡыҙыр. (97) Ул ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙә юлығыҙҙы турылар өсөн йондоҙҙарҙы яралт­ты. Хаҡтыр, мәғлүмәтле халыҡ өсөн аяттарҙы тәфсил­ләп аңлаттыҡ. (98) Ул һеҙҙе бары тик бер йәндән яралтты. Һуңынан (һеҙҙең өсөн) йәшәү урыны һәм дә именлек ере әҙерләне. Аңлай торған ҡәүемдәр өсөн аяттарыбыҙҙы бәйән аңлаттыҡ.

99. Күктән һыу ҡойҙорған да Ул — Аллаһтыр. Бына шулай итеп, Беҙ төрлө үҫемлектәрҙе үҫтерҙек. Ул йәшел үҫемлектәрҙән бер-берһенә тығыҙ урынлашҡан орлоҡ бөртөктәре сығарҙыҡ. Хөрмәнең ботаҡтарынан аҫылынып тороусы тәлгәштәр, йөҙөм бағлары (тәлгәштәре), бер төрлөһө бер-берһенә оҡшаған, икенселәре бер-берһенә оҡшамаған зәйтүн һәм аңар баҡсаларын булдырҙыҡ. Тулып өлгөргәндә емештәрен татып ҡа­рағыҙ. Шикләнмәйенсә иман килтергәндәр өсөн бында ғибрәт­тәр барҙыр.

100. Мөшриктәр ендәрҙе Аллаһка тиң күрҙеләр. Гәрсә ендәрҙе лә Аллаһ яралтты. Бынан тыш, улар нимә һөйләгәндәрен белмәйенсә, Уның (Аллаһтың) улдары, ҡыҙҙары булғанлығы тураһында уйҙырмалар һөйләнеләр. Әстәғфирулла! Улар һөйләгәндәрҙән Ул өҫтөн тора.

101. Ул тиңдәше булмаған күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итте. Нисек инде уның балаһы булһын. Уның ҡатыны юҡ. Һәр нәмәне — Ул яратҡан. Һәм Ул — һәр нәмәне белеүсеҙер. (102) Раббыбыҙ булған Аллаһыбыҙ бына шулдыр. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул бар нәмәне лә яралтыусы. Аллаға ғына инанығыҙ. Ул бар нәмәнән дә өҫтөн бер вәкил. (103) Ул күҙгә күрен­мәй. (Ғилеме менән) Ул (барса) күҙҙәрҙе (нәмәләрҙе) күреүсеҙер. (Бәндәләре хаҡында) барыһын да үтә (күреп) белеп тороусы, һәр нәмәнән хәбәрҙар.

(«Аллаһты күрер өсөн беҙҙең күҙҙәребеҙ йайланмаған, фекер-аң менән дә Аллаһтың ниндәй икәнен беҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Әммә йәннәттә мөьминдәр Аллаһты күрәсәк. Аллаһ барса күреүселәрҙе лә күрә».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

104. (Мөхәммәд әйтте):

— Һеҙгә Раббығыҙҙан ысын аяттар (күңел күҙе, фекер йөрөтөп, нәтижәләргә ирешеү) килде. Күңел күҙе асылған (Ҡөръән менән ғәмәл ҡылған) кеше файҙа күрер, кем­дең (күңел) күҙе һуҡыр ҡалһа, зыяны үҙенә булыр. Мин (Мөхәммәд) һеҙҙең өҫтән ҡарауылсы булып тора алмайым.



(«Аллаһ кешеләргә ике төрлө күҙ биргән. Маңғай күҙе һәм күңел күҙе. Маңғай күҙҙәре менән кеше мәтди әйберҙәрҙе күрә, күңел күҙе менән, мантыйҡ менән, аҡыл менән, абстракт фекерләүе менән күҙгә күренмәгән нәмәләрҙе лә күрә ала».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

105. Аяттарҙы Беҙ ана шулай тәфсилле итеп аңлатабыҙ. Тағын улар: — Һин быны башҡаһынан өйрәнгәнһең, — тип әйтмәһендәр өсөн. Белеме булған кешеләргә Беҙ аяттар­ҙы шулай төрлөсә аңлатабыҙ. (106) Аллаһтан ингән уахи (Ҡөръән)гә эйәреп, артынан бар. Аллаһтан башҡа (илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис кем юҡ. Мөшриктәрҙән айырыл. (107) Әгәр ҙә Аллаһ ихтыяр итһә ине, Улар (Аллаһҡа) тиң зат эҙләмәҫ ине. Беҙ һине уларҙың өҫтөнән күҙәтеүсе итеп ҡуйманыҡ. Һин улар өсөн бер (яуап тотоусы, хөкөмдар ҙа) вәкил дә түгелһең. (108) Мөшриктәрҙең Аллаһҡа тиң күреп табына торған һындарына асыуланмағыҙ. Юҡһа, улар (мөшриктәр) наҙанлыҡтары арҡаһында сиктәрҙән уҙып, Аллаһты һүгә башлар. Шулай итеп, Беҙ һәр өммәттең ҡылғанда­рына юл ҡуйып, яҡшы эште яҡшы итеп күрһәттек. Һуңынан улар бары тик Аллаһ хозурына киләсәк. Аллаһ улар ҡылған ғәмәлдәрҙе үҙҙәренә күрһәтәсәк.

109. Мөшриктәр:

— Әгәр ҙә беҙгә Аллаһтан берәй мөғжизә (аят) килһә, беҙ Уға иман килтерер инек, — тип Аллаһ исеме менән бик ҡаты ант иттеләр. Әйт:

— Мөғжизә индереү Аллаһ ихтыярында, теләһә, — индерер, — тип.

Ий, мөьминдәр, уларға мөғжизә индерелһә, иман килтерәсәктәрен, килтермәйәсәктәрен нисек беләһегеҙ? (110) Әүәл индерелгән (аяттарға) мөғжизәләргә лә инанмаған кеүек, (улар быныһына ла) инанмаҫ ине; шуға күрә, Беҙ уларҙың күңелдәрен (аңламаҫ) һәм күҙҙәрен (хәҡиҡәтте күрмәҫ итеп) һуҡырайттыҡ, үҙҙәрен аҙғын юлда аҙашып йөрөргә мәхкүм иттек. (111) Әгәр ҙә Беҙ уларға фәрештәләр индерһәк, мәйеттәр улар менән һөйләшә башлаһа, барса нәмәне туплап, ҡаршыларына килтереп һалһаҡ, улар, (Аллаһ теләмәһә, барыбер) яңынан иман килтерәсәк түгел. Ләкин уларҙың күбеһе был ту­рала белмәй. (Сөнки улар — наҙан.) (112) Шулай итеп, Беҙ һәр пәйғәмбәргә кеше һәм ен шайтандарын дошман ҡылдыҡ. Улар бер-берһен юлдан яҙҙыру өсөн ләззәтле һүҙҙәр әйтәләр. Раббың теләһә, улар шулай эшләмәгән булырҙар ине. Һин уларҙы үҙҙәре уйлап сығарған нәмәләре (ялғандары) янында ҡалдырып кит. (113) Әхирәткә ышанмаған кешеләрҙең күңелдәре уға (вәсүәсәле, ләззәтле өндәүҙәргә) бирелһен, унан хушланһындар һәм гөнаһ ҡылыуҙарын дауам итһендәр, (тип шулай эшләйҙәр). (114) Әйт һин:

— Аллаһтан башҡа бер хаким эҙләйемме ни? Гәрсә, һеҙгә Китапты асыҡ итеп индергән Улдыр, — тип.

Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр (кәферҙәр) Ҡөръән­дең ысынлыҡта Раббыбыҙ тарафынан индерелгәнен беләләр. Һаҡ бул, шикләнеүселәрҙән булма.



115. — Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек менән Раббымдың һүҙе тамам булды. Уның һүҙҙәрен бер кем дә алыштыра алмай. Ул ишетеп, белеп тороусы, —тип әйт. (116) Ер йөҙөндәгеләрҙең күбеһенә эйәрһәң, һине Аллаһ юлынан яҙҙырырҙар. Улар үҙ уйҙырмаларынан башҡа һис бер нәмәгә табынмаҫ, ялғандан башҡа һүҙ һөйләмәҫтәр. (117) Хаҡтыр, һинең Раббың, әлбиттә — Аллаһ; юлынан тайпылғанды яҡшы күреп-белеп тороусы. Ул тура юлдан киткәндәрҙе лә яҡшы белеп тора. (118) Аллаһтың аяттарына инанһағыҙ, өҫтөндә Аллаһтың исеме иҫкә алынған ризыҡтарҙы ғына ашағыҙ.

119. Өҫтөндә Аллаһтың исеме иҫкә алынған ризыҡты ашауҙан һеҙҙе кем тыя? Юҡһа бит, Аллаһ һеҙгә нәмәләрҙең харам икәнлеген асыҡ аңлатты. Мәжбүрилектә ҡалмағанда…

Әлбиттә, күптәр наҙанлыҡтары арҡаһында, нәфсе аҙғынлыҡтары менән абайламаған кешеләрҙе тура юлдан яҙҙырҙылар. Шик юҡ, сиктәрҙе уҙғандарҙы иң яҡшы белеүсе Аллаһтыр. (120) Асыҡ рәүештә гөнаһ ҡылыуҙан да, йәшерен гөнаһ ҡылыуҙан да баш тартығыҙ. Сөнки гөнаһ ҡылғандар, һис шикһеҙ, язаһын аласаҡ. (121) Өҫтөндә Аллаһтың иҫкә алынмаған ризыҡты ашамағыҙ. Сөнки был, һис шикһеҙ, гөнаһ эштер. Ысынлыҡта шайтандар үҙ иштәрен һеҙгә ҡаршы көрәшергә ҡоторталар. Әгәр ҙә уларға эйәрһәгеҙ, һис шикһеҙ, һеҙ ҙә Аллаһҡа тиң башҡа тәңре эҙләүселәрҙән булырһығыҙ. (122) Мәйетте терелтеп, нур таратып йөрөһөн өсөн, уны кешеләр араһына ебәрһәк, ул сығыр юл таба алмаҫлыҡ ҡа­раңғылыҡҡа кереп аҙашҡандар менән бер дәрәжәлә булыр­мы? Кәферҙәрҙең ҡылған яманлыҡтары үҙҙәренә ана шу­лай гүзәл булып күренер. (123) Шулай итеп, Беҙ һәр ҡалала боҙоҡлоҡ (мәкер) ҡылһындар өсөн, гөнаһлы кешеләрҙе (баш­ҡалар өҫтөнән) етәксе иттек. (Өҫтөнлөк биреп, һынар өсөн.) Улар (боҙоҡлоҡтары, мәкерҙәре менән) бары тик үҙҙәрен генә алдай, әммә шул турала үҙҙәре белмәй.



124. Уларға (мосолмандарға) аят килһә, улар (кәферҙәр) әйтә:

— Аллаһтың пәйғәмбәрҙәренә индерелгән кеүек, беҙгә лә шундай уҡ мөғжизә индерелмәһә, беҙ ҡәтғи иман килтермәйәсәкбеҙ, — ти. Аллаһ кемгә пәйғәмбәрлек бирергә кәрәклеген бик яҡшы белә. Гөнаһ ҡылғандарға, ҡылған мәкер-хәйләләренә түләү Аллаһ тарафынан биреләсәк мәсхәрәле ауыр яза булыр.



125. Тура юлға күндерергә теләһә, Аллаһ ул кешенең күкрәген Ислам өсөн киң ҡыла; юлдан яҙҙырырға теләһә, уның күкрәген тап-тар итер; (ул кеше), Күккә осҡандағы кеүек, (сыҙай алмайынса) интегер. Аллаһ иман килтермәгәндәр өҫтөнә бына шундай нәжеслек язаһы индерер.

(«Тауыш тиҙлеген уҙып, Ерҙән күп саҡрымдарға өҫкә күтә­релгәндә баҫымдың үҙгәреүе, махсус скафандрҙар ғына күкрәкте һытылыуҙан һаҡлағаны күҙ алдына килә түгелме? Осҡосҡа улты­рып, һауаға күтәрелгәндә лә күкрәк тарайған кеүек хис кешене биләй».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.) 126. Һәм был өръән, Ислам дине) Раббының тура юлы­лыр. Беҙ аяттарыбыҙҙы башында аҡылы булған (фекерләү һәләте булған) кешеләр өсөн ап-асыҡ аңлаттыҡ. (127) Раббы­быҙ ҡаршыһында именлек йорто бар. Ҡылған (гүзәл) ғәмәлдәре арҡаһында Аллаһ уларҙың химәйәсеһеҙер (ярҙамсыһыҙыр).

(Именлек — Сәләм йорто — мосолмандарҙың бер-берһенә сәләм бирә торған йорто - йәннәт. Химәйәсе - дуҫ, ярҙамсы, яҡлаусы.)

128. Уларҙың бөтөнөһөн бер урынға туплаған көндө Аллаһ:

— Әй, ендәр өйөрө, һеҙ кешеләр менән күп булыштығыҙ, — тип әйтер.

Ендәргә дуҫ булғандар әйтер:

— Әй, Раббыбыҙ, беҙ бер-беребеҙҙән файҙа күрҙек һәм беҙгә бирелгән дәүерҙең ахырына килеп еттек, — тип әйтерҙәр.

Аллаһ бойорор:

— Аллаһ һеҙҙе ҡотҡарырға теләмәһә, һеҙҙең урынығыҙ мәңге сыға алмаҫ уттыр. Шөбһәһеҙ, Раббығыҙ — хикмәт эйәһе, белеүсеҙер. (129) Бына шулай итеп, ҡылған гөнаһтары өсөн залимдарҙың бер өлөшөн икенсеһенә дуҫ итеп ҡуябыҙ. (Гөнаһ ҡылыуҙа бер-берһе менән ярышһындар өсөн, шунан һуң ҡылған гөнаһтары өсөн Аллаһ ҡаршыһында яуап тотһондар өсөн.)



130. Әй, ен ҡәүеме һәм кешеләр йәмәғәте, һеҙгә аяттарымды аңлатыусы һәм ошо Көн (Ҡиәмәт) менән ҡауышасағығыҙҙы киҫәтеүсе пәйғәмбәрҙәр арағыҙҙан сыҡманымы?

Улар (кәферҙәр) әйтер:

— Беҙ үҙ зарарыбыҙға шаһитлыҡ ҡылабыҙ, — тип әйтерҙәр. Улар донъя тормошона алданды һәм кәфер булғандары­на шаһитлыҡ ҡылдылар.

131. Хәҡиҡәт шулдыр: халҡы ғәфил (хәбәрһеҙ) бул­ған илдәрҙе хаҡһыҙ рәүештә һәләк итмәҫ өсөн, Раббы алдан уҡ пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе.

132. Һәр кемдең ҡылған ғәмәлдәренә күрә дәрәжәһе булыр. Раббың улар ҡылғандарҙан хәбәрһеҙ түгел. (133) Раб­бың байҙыр (Ул бер кемгә лә, бер нәмәгә лә мохтаж түгел), миһырбан эйәһеҙер. Теләһә, Ул һеҙҙе юҡ итер, һәм һеҙҙе башҡа ҡәүем балаларынан бар иткән кеүек, һеҙҙең урынға үҙе теләгән заттарҙы яралтыр ине. (134) Һеҙгә вәғәҙә ителгән нәмә, һис шикһеҙ, киләсәк һәм һеҙ уны бер нисек тә булдыр­май ҡала алмаҫһығыҙ.

135. Әйт һин:

— Әй, халҡым, ҡулығыҙҙан килгәнде ҡылығыҙ. Мин дә үҙемсә эшләйәсәкмен. Шунан һуң һеҙ йәннәттең кемгә бу­ласағын белерһегеҙ. Хаҡтыр, залимдар уға ирешмәйәсәк, — тип.



136. Аллаһ яралтҡан игендәрҙән, хайуандарҙан үҙ уйҙырмалары буйынса Аллаһҡа өлөш сығаралар ҙа:

— Быныһы Аллаһҡа, быныһы уртаҡтарыбыҙға (һындарға, боттарға), — тип әйтәләр.

Һындарға бирелгән Аллаһҡа ирешмәй; Аллаһҡа аталған һындарға ирешер. Ниндәй ҙә әшәке фекер йөрөтәләр улар.

137. Уларҙы һәләк итеү өсөн, уларҙың динен боҙҙороу өсөн ошондай уртаҡтары мөшриктәрҙең байтағына үҙ балаларын ҡорбанға салыу эшен сауаплы итеп күрһәттеләр. Аллаһ ихтыяр итһә, улар быны эшләмәҫ ине лә. Һин уларҙы үҙҙәре уйлап сығарған ялғандары янында ҡалдырып кит.

138. Улар яман уйҙырмалары менән әйттеләр:

(Һындарға, боттарға бирелгән) был малдар менән игендәр­ҙе ашау беҙҙән башҡаларға харамдыр. Рөхсәтебеҙҙән башҡа шул малдарға атланырға ла, йөк төйәргә лә ярамаҫ, — тинеләр.

Һәм улар мал һуйғанда, Аллаһ исемен телгә алмайҙар. Аллаһ тураһында ялған һөйләйҙәр. Аллаһ уларҙы ошо ғәйбәт­тәре өсөн язаға тартасаҡ.

139. Әйттеләр:

— Шул хайуандарҙың ҡарынында булған тоҡом бары тик ирҙәребеҙ өсөн генә яралтылған, ҡатындарыбыҙға ха­рамдыр. Әгәр үле тыуһа, шул ваҡытта икеһе өсөн дә хәләлдер, - тинеләр. Ошо ғәмәлдәре өсөн Аллаһ уларға яза бирә­сәктер. Шик юҡ, Ул — хикмәт эйәһе, барыһын да теүәл белеп тороусыҙыр.



140. Наҙанлыҡтары арҡаһында абайламай балаларын үлтергәндәр һәм ялған һөйләп, Аллаһ биргән ризыҡты харамға сығарыусылар, ысынлап та, аҙашты, улар тура юл таба алмаҫ.

(«Жәһиллек заманаһында ғәрәптәр араһында байтаҡ кешеләр: ҡыҙ балаларыбыҙ әсир төшөр, фәҡирлектә үҫер, башҡа кешегә ки­лен булыр тип, тереләй ергә күмә торған булғандар».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

141. Ағаста һәм ҡыуаҡһыҙ өлгөрә торған емеш баҡсаларын, еләк-емештәрҙе һәм тәмдәре төрлө-төрлө хөрмәләрҙе, иген-ашлыҡтарҙы, зәйтүндәрҙе, анар емештәрен бер-береһенә оҡшаш та, бер-береһенә оҡшамаған итеп тә Ул яралтты. Уңыш-емеш биргән ваҡытта һәр берһенән ауыҙ итегеҙ. Урып-йыйған көндө хаҡын (саҙаҡаһын, зәкәтен) бирегеҙ. Исраф итмә­геҙ. Аллаһ исрафсыларҙы яратмай.

142. Йөк ташый торған хайуандарҙы ла, (һуғымлыҡтарын да, йөндәренән түшәк яһай торғандарын да) Ул яралтты. Аллаһ тарафынан һеҙгә бирелгән ризыҡтарҙы ашағыҙ, шайтан­ға эйәрмәгеҙ; шөбһәһеҙ, ул һеҙҙең иң хәтәр дошманығыҙ.

143. (Ғәрәптәр ҡайһы бер хайуандарҙың ата енеслеләрен, ҡайһыларының теше (әсә енесле) булғандарын йәки ошо хайуан­дарҙың быҙауҙарын ашарға харам һынай ине. Бөйөк Аллаһ улар­ҙың был йолаларын емерер өсөн шулай бойорҙо):

(Әсә һәм ата енесле итеп) һигеҙ пар яралтты: һарыҡтан -ике, кәзәнән - ике... Әйт һин:

— Ул ошо хайуандарҙың аталарынмы, әсәләренме йәки уларҙың ҡарындарында булған бәрәстәрен харам итте­ме? Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, миңә ғилем аша яҡшылап аңлатып бирегеҙ, — тип әйт.



144. Дөйәнән - ике, һыйырҙан да икене (яралтты). Әйт һин:

— Ул ошо хайуандарҙың аталарынмы, әсәләренме йәки ҡарындарындағы быҙауҙарынмы һеҙгә харам ҡылды? Әллә һеҙ Аллаһ шулай ҡушҡанлыҡҡа шаһит булдығыҙмы? Наҙанлығы арҡаһында абайламаған кешеләрҙе һаташтыр­ған, Аллаһҡа ҡаршы ҡотортҡандарҙан да яман залим кем бар? Шик юҡ, Аллаһ залимдарҙы тура юлға сы­ғармаҫ.



145. Әйт һин:

— Миңә индерелгән уахи ҙа: үләкһә йәки (һуйған ваҡыт­та) аҡҡан ҡан йәки сусҡа ите бысраҡлыҡтың үҙеҙер, тип әйтелгән. Аллаһтан башҡаға (бер ялған Илаһҡа) атап салынған нәжес хайуандан башҡа, ашай торған кешегә харам ҡылынған бүтән бер нимә лә тапманым. Кем ошо харам ризыҡтар­ҙы ашарға мәжбүр хәлдә ҡалһа, иманынан тайпылмай­ынса, зарурлыҡ миҡдарында ғына ашаһа, белһен, Раббың кисерер һәм ғәфү итер, — тип.



146. Йәһүдтәргә Беҙ бөтөн бер тояҡлы (бер тырнаҡлы) хайуандарҙы ха­рам иттек. Һырт майларын, эсәк майын, кимек-һөйәк майын хәләл ҡылдыҡ. Һыйыр менән ҡуйҙарҙың (пар тояҡлыларҙың) ҡорһаҡ майын уларға харам ҡылдыҡ. Был уларҙың ғәҙелһеҙлектәре өсөн бер язаҙыр. Шик юҡ, Без дөрөҫөн һөйләйбеҙ.

(«Йәһүдтәрҙең ғәҙелһеҙлеге был: улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтерҙе, фәҡирҙәрҙе иҙҙе, харамды - хәләл, хәләлде харам тип күрһәттеләр. Бөйөк Аллаһ аятта иҫкә алынғандарҙы ашауҙан уларҙы тыйҙы. Гәрсә, асылда мөьминдәр өсөн быларҙың береһе лә харам түгел».

Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)



147. (Ий, Мөхәммәд) Әгәр ҙә һине ялғансы тип әйтһәләр, әйт: - Раббыбыҙ сикһеҙ миһырбан эйәһеҙер. Шуға ҡарамаҫтан, Ул бирәсәк яза гөнаһлылар өҫтөнән алынасаҡ түгел, — тип.

148. Мөшриктәр әйтәсәк:

— Аллаһ ихтыяр итһә, беҙ (Аллаһҡа) тиңдәш эҙләмәҫ инек, аталарыбыҙ ҙа (башҡа тәңрегә) табынмаҫ ине; һис бер нәмәне лә харамға сығармаған булыр инек, — тип әйтерҙәр. Уларҙан элек килгәндәр ҙә нәҡ шулай итеп ялғанланылар һәм һуңынан язабыҙҙы татынылар. Әйт һин:

— Һеҙҙең беҙгә аңлатасаҡ берәй ғилемегеҙ бармы? Әгәр булһа, беҙгә күрһәтегеҙ. Һеҙ уйҙырмаларҙан башҡа нәмәгә эйәрмәйһегеҙ һәм һеҙ бары тик ялған таратаһығыҙ, тип.

149. Әйт һин:

(Хаҡтыр, һеҙҙең ҡулда шул иҫбат юҡ.) Шул иҫбат бары тик Аллаһта ғына. Аллаһ ихтыяр итһә, шикһеҙ, һәммәгеҙҙе лә тура юлға баҫтырған булыр ине, — тип.



(«Ҡайһы бер кешеләр: яманлыҡ та, яҡшылыҡ та Аллаһтан килгәс, беҙҙең яманлыҡ ҡылыуыбыҙҙа ғәйебебеҙ юҡ, тип әйтәләр. Улайһа, ниңә һуң, Аллаһ барыбыҙҙы ла тура юлға баҫтырмай? Шулай итеп, улар һәр яманлыҡтарын Аллаһ өҫтөнә өйөп ҡалдырырға булалар. Ләкин Аллаһ кешене үҙ ихтыярына ҡуя. Бына һинең алда ике юл бар. Аллаһты танымау, Ҡиәмәттән ҡурҡмау. Быларҙан ҡурҡмаған кеше яманлыҡ ҡыла, хәмер эсә, фәхешлек ҡыла, алдай, урлай, көсләй Һәм тура юл бар — Аллаһ күрһәткән юл. Бер Аллаһты таныу, Ҡиәмәттән ҡурҡыу, ғәҙеллек, саф әхләҡ, хәләл мал туплау. Бар булғанына риза булып, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу.

Был ике юл ҡаршыһында ирекһеҙләү юҡ. Теләйһең икән, нәфсең күрһәткән ҡыйыш юлдан кит. Унан китергә теләмәйһең икән, тура юлдан йөрө. Аллаһ Тәғәлә гөнаһлы һәм сауаплы эштәрҙе кешенең үҙ намыҫына, үҙ ихтыярына тапшыра. Һәр ҡылған изгелегең өсөн һиңә сауап — йәннәт булыр. Һәр гөнаһың өсөн һиңә яза — йәһәннәм булыр».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

150. Әйт һин:

— Аллаһ шуны тыйҙы, тип ышандырырлыҡ шаһиттарығыҙҙы күрһәтегеҙ, — тип.

Әгәр ҙә улар шаһитлыҡ ҡылһа, һин улар менән бергә ша­һит булма. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарғандарға һәм Әхирәт көнөнә ышанмағандарға эйәрмә. Улар Раббынан башҡа ял­ған тәңрегә табына.

151. Әйт һин:

— Килегеҙ, мин һеҙгә Раббының нәмәләрҙе харам ҡыл­ғанлығы тураһында уҡып бирәм, — тип.

Аллаһҡа һис бер нәмәне тиң күрмәгеҙ. Ата-әсәгә изгелек ҡылығыҙ. Фәҡирлектән ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ. Һеҙгә лә, уларға ла ризыҡты Беҙ бирәбеҙ. Кеше ҡаршы­һында ла, йәшерен рәүештә лә яманлыҡ ҡылмағыҙ. Аллаһ рөхсәтенән башҡа, мәжбүриәт булмағанда, Аллаһ мөхтәрәм ҡылған йәнде хаҡһыҙға ҡыймағыҙ (ғәҙелһеҙлек менән кеше үлтермәгеҙ). Бына Аллаһтың һеҙгә булған бойороҡтары шулдыр. Уйлай торғас, бәлки, аңларһығыҙ, — тип әйт.

152. Бәлиғлеккә ирешкәненә саҡлы йәтимдең малына ҡағылма, яҡшы ниәт менән генә ҡағыл (ул малды йәтим кәрә­геңә тотҡанда ғына, үҙеңә алһаң, ҡайтарып биреү шарты менән йәки ул малды арттырыр булһаң ғына). Ғәҙел итеп үлсәгеҙ, ғәҙел бүлегеҙ. Беҙ һәр кемгә йөктө үҙе күтәрә алған ҡәҙәр генә төйәйбеҙ. Яҡындарығыҙ тураһында ла ғәҙеллек менән шаһит­лыҡ итегеҙ. Аллаһҡа биргән һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Бына шулай итеп, яҡшы аңларһығыҙ тип, Аллаһ шуларҙы һеҙгә әмер итте. (153) Шөбһәһеҙҙер, был минең дөп-дөрөҫ юлым булыр. Шул юлдан китегеҙ. Башҡа юлдан китмәгеҙ. Сөнки ул юлдар һеҙҙе Аллаһ юлынан айырыр. Гөнаһтарҙан һаҡланырһығыҙ тип, Аллаһ һеҙгә ошоларҙы әмер итте. (154) Һуңынан изгелек ҡыл­ғандарға ниғмәтебеҙҙе аңлатыр өсөн, һәр нәмәне асыҡлар өсөн, тура юлға күндереү өсөн һәм рәхимлек ҡылыу маҡсаты менән, Мусаға ла Китап (Тәурат) бирҙек. Өмөт ителәҙер ки, иәмәттә) Раббы хозурына барасаҡтарына иман килтерерҙәр. (155) Бына был өръән) Беҙ индергән изге Китаптыр. Уға эйәрегеҙ һәм (был донъяла гөнаһ эшләүҙән) Аллаһтан ҡурҡы­ғыҙ. Һеҙгә Ул иәмәт көнөндә) мәрхәмәтле булыр.

156. — Китап бары тик беҙҙән элек йәшәгән халыҡтарға (христиандарға, йәһүдтәргә) индерелде, беҙ иһә уларҙы уҡый алмауыбыҙ сәбәпле, хәбәрһеҙ, —тип әйтмәһендәр өсөн. (157) Йәки:

— Беҙгә лә китап индерелһә ине, беҙ уларҙан да тура юлда булыр инек, — тип әйтмәһендәр өсөн өръәнде индерҙек.) Бына һеҙгә лә Аллаһтан асыҡ бер дәлил, һидәйәт һәм рәхмәт килде.

Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, Уның аяттарын ялғанға сығарыр­ға тырышыусыларҙан да залимыраҡ кем бар? Аяттарыбыҙҙан йөҙ сөйөргәндәре өсөн уларҙы язаның да иң хәтәре менән язалаясаҡбыҙ.

158. Улар (кәферҙәр) фәрештәләр килгәнен көтәме, Раббының килгәнен көтәме, Раббының ғәләмәттәрен көтәме? Алдан уҡ иман тотмаған килеш, иман тотоп та, ҡабул ителмәгән килеш, Раббының ғәләмәте ингән көндө (Ҡиәмәттә) генә файҙа булмаҫ. Әйт һин:

— Көтөгөҙ, беҙ ҙә көтәбеҙ, — тип уларға.



159. Диндәрен ваҡ киҫәктәргә (төркөмдәргә) айырғандар ҙа бар, һинең уларға һис бер мөнәсәбәтең юҡтыр. Улар фәҡәт Аллаһ хөкөмөндәлер. Һуңынан Аллаһ уларға (ниндәй яман­лыҡ) эшләгәнлектәрен күрһәтәсәк.

160. (Аллаһ хозурына) кем изгелектәр менән килә, уның изгелектәре ун тапҡыр арттырылыр. Кем иһә яманлыҡтар менән килә, ул бары тик шул яманлыҡтары өсөн генә яза аласаҡ. Улар хаҡһыҙлыҡҡа дусар булмаясаҡ. (161) Әйт һин:

— Шик юҡ, Раббым мине тура юлға, дөрөҫ дингә, Аллаһты бер тип таныған Ибраһим тотҡан дингә йүнәлтте. Ул Аллаһҡа тиң эҙләүселәрҙән түгел ине, -тип. (162) Әйт һин:

— Шик юҡ, минең намаҙым, ҡорбаным, тормошом һәм үлемем - барыһы ла ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ өсөн­дер, - тип. (163) — Аллаһтың тиңе юҡтыр. Миңә бары тик шул ғына әмер ителде һәм мин беренсе мосолмандарҙың береһе булдым, — тип әйт. (164) Әйт һин:

- Бар нәмәнең хужаһы Аллаһ икән, ни эшләп әле мин унан башҡа тәңре эҙләйем, ти? Һәр кемдең ҡаҙа­насағы үҙенә генә бағлы. Бер кем дә башҡа кешенең гөнаһаһын үҙ елкәһендә ташымаҫ. Ахырҙа Раббы хозурына киләсәкһегеҙ. Ул һеҙҙең ни өсөн (дин эсендә) бәхәсләшкәнегеҙҙе төшөндөрөп бирер, -тип. (165) Һеҙҙе Ер йөҙөнөң хәлифәләре иткән, һеҙгә биргән (ниғмәттәр) хосусында һеҙҙе һынар өсөн бер-берегеҙ өҫтөнән дәрәжәләр биргән Улдыр. Шик юҡ, Раббының язаһы һуңламаҫ һәм, ысындан да, Ул кисереүсе миһырбан эйәһеҙер.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет