ӨСӨНСӨ СӘХИФӘ
Яҙыусы Мотал Шаһибәрәков Оло йорттоң алдындағы ҡыҙыл гранит тирәсле киң майҙанға машинаһын ҡалдырып, ап-аҡ мәрмәр баҫҡыстарҙан бинаға табан ирәүән күтәрелгәндә, ирекһеҙҙән, Ағиҙел аръяғындағы һоҡландыртҡыс икһеҙ-сикһеҙ киңлектәргә — ҡуйы урман һәм тауҙарға ике күҙе төбәлеп, сафлыҡ аңҡытҡан һауаны үпкәләрен тултырғансы һуланы. Йылға аша иҫкән тығыҙ тибемле ел бина көмбәҙендәге ялҡындай ҡыҙыл флагты елберләтте, һауа әләм ҡанаттары ҡағылыуҙан зыңлап тирбәлгәндәй ине. Лифттағы дәү көҙгөнән Мотал үҙенең аптырабыраҡ баҡҡан йөҙөн, киң яурынлы, урта буйлы һынын күрҙе, иларға йыйынған сабыйҙарса һәлберәгән ирендәрен йыя һалып көлөмһөрәне: олоғайта, ахыры, хискә бирелеү ҙә инде ярамай. Көҙгөнән уның күҙҙәренә оло суҡмар танаулы, кәкерәйеп алға сыҡҡан мыҡты эйәкле, ҡарпыш ҡолаҡлы, ҡабарыңҡы ҡабаҡлы һәм һоро күҙле, өҫтәүенә, ҡашҡа кәзә тәкәһенеке һымаҡ, һирәкләнгән төклө маңлай өҫтөндә генә суҡайтып үргә ятҡырылған бер шәлкем сал сәсле уҙаман текләй ине. Шуныһы ғәжәп, түбә сәсе ҡойолоп бөтә яҙһа ла, уның ике сикәһе лә маңлайы ғына салланды — ҡалған яғы сөм-ҡара килеш ҡалды. Шул ҡиәфәтенә ҡарапмы, әллә тормошонда көллөһө лә йүн килеп торғанғамы, «Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе» тип атаусылар ҙа байтаҡ (шул иҫәптән үҙенең хәләл ефете!). Улар хаҡлылыр ҙа, бәлки. Әгәр шулай булмаһа, теге ҡәһәрле утыҙынсы йылдар аҙағында көтмәгәндә атаһынан етем ҡалған һәм «халыҡ дошманының улы» булып әүерелгән бәләкәс Металл (атай ҡушҡан исеме – паспорты буйынса шулай) бөгөнгө хөрмәтле әҙип, ил ағаһы — танылған яҙыусы Мотал Шаһибәрәков хәленә олғашыр инеме икән? Йылдар ни тиклем генә ауыр булмаһын, ғүмеренең иң яуаплы мәлдәрендә лә уға ярҙам ҡулы һуҙыусылар табылды — иң кәрәкле ишектәр асыла торҙо. Олаҡмыш зат Булаттимер Шаһибәрәковтың ике балаһы ла «халыҡ дошманының суралары» булыуҙарына ла ҡарамай, баш ҡаланың һиммәтле уҡыу йорттарында белем алды, ныҡлап аяҡҡа баҫты. Өҫтәүенә, атайҙың яҡты исеме лә илгә аҡланып ҡайтты. «Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй», — тигәндәре хаҡ икән.
Тап ошо мәлдә әҙиптең уйҙары өҙөлдө: өсөнсе ҡатта Обком секретарының ҡабул итеү бүлмәһе ишеге асылды, ҡаяны ҡырҡып яһалғандай ауыр дүрткел кәүҙәле бүлмә хужаһы, тышҡығаса кейенеп алған Димустан-Ҡыҙыл башҡорт, кәкере башлы юл таяғын урта биленән услап тотҡан хәлдә коридорға атлығып сыҡты. Ниңәлер, үргә ҡарай тәртипһеҙ тырпайған уттай ерән маңлай сәсенә йыуантыҡ ҡыҫҡа биш бармағын батырып, ишек төбөндә бер аҙ туҡталып торҙо. Һыныҡ ҡаштары түшәмдән түгелгән неон нурында баҡыр сыбыҡ остарылай ҡыҙарып йылтыраны, тығыҙ теҙелгән шундай уҡ оҙон керпектәре серт-серт йомолдо — уйланғанда була торған ғәҙәте. Ҡорҙашын күреү менән үк, ике ҡуллап еңдәре өҫтөнән ҡыҫып тотто:
-- Килдеңме? Әйттергәнем ҡасан -- ниңә мызмырлайһың?!
-- Ысҡынып булмай бит, эш...
-- Әллә мине, эшһеҙ генә, эт һуғарып йөрөй тип һанайһыңмы?
-- Үҙең беләһең – романым...
-- Романың ҡасмаҫ, кейен тиҙерәк – дөндөк аэропортҡа!
-- Үҙ машинамда барайыммы?
-- Ул кәнсир банкаң ҡалып торһон, йәплән минекенә.
Ағиҙел күперен сыҡҡас ҡына һорай ҡуйҙы яҙыусы:
-- Ут ҡаптымы әллә, ниңә мине һөйрәйһең?
-- Уттан да былайыраҡ: яңы хужа килә мәркәзебеҙҙән!
Мотал «терт!» итеп ҡалды: «Ниһайәт, томандар асыла – киткән «мал» урынына ниндәйерәк «мал» килере асыҡлана, тик башыбыҙға бәлә булып төшмәһә ярар ине!» -- Әҙип шулай уйланы, сөнки заманабыҙ ҡануны берҙәй: «эшмәкәр»леге йөҙәтеп бөткән иҫке хужа алмашынһа, яңыһы һәр саҡ унан да «хуже» -- хөртөрәк булып сыға... «Кем икән, кем икән?..»
«Беренсе»нән ҡала иң ҙур етәксе --- Обкомдың идеология буйынса секретары булараҡ Димустанды был һорау, әлбиттә, борсоманы, сөнки иҫке түрә киткәс тә секретарҙарҙың бөтәһе Мәскәүгә саҡыртылып, партияның Үҙәк Комитетында айырым һөйләшеүгә лайыҡ булғайны һәм тиҙҙән тәғәйенләнәсәк яңы беренсе тураһында сер итеп иҫкәртелгәйне. Баҡтиһәң, йәшлегендә Тын океан хәрби-диңгеҙ флотының һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеп сыныҡҡан элекке мыҡты моряк, ә һуңынан үҙебеҙҙең «Арланнефть» тресында партия комитеты менән уңышлы етәкселек итеп, Мәскәүгә партия эшенә үрләтеп үҫтерелгән алтын кадр Вилор («Владимир Ильич Ленин Октярьская Революция» тигән һүҙҙәрҙең баш хәрефтәренән йыйылған исем) Иҫәргәп улы Хәбибрахманов икән. Атаһы Иҫәрғәп булһа ла, иҫе дөрөҫ, төтөнө туры йөрөгән – уланына партияның буласаҡ шанлы эшмәкәренә лайыҡлы исем биргән. Мәғлүмәтте тулыраҡ һоҫорға түҙемһеҙләнгән юлдашын ҡәнәғәтләндерергә булды:
-- Беренсене ҡаршы ала барабыҙ!
-- Бына һиңә кәрәкһә -- иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! – Мотал, күнегелгән ғәҙәтенсә, йәһәт ҡәләмен, ҡуйын дәфтәрен сығарҙы. – Зинһар, тулы исем-фамилияһы?
Ҡыҙыл башҡорт юлдашының ҡалтыраған ҡулдарына иғтибар итте, ирәүән йылмайҙы:
-- Хәҙер инде сер түгел, яҙ. Заманында Мәскәүгә саҡыртып алып үҫтерелгән үҙебеҙҙең үк кеше, нефтяник. Исем-фамилияһы Вилор Иҫәрғәпович Хәбибрахманов. Ҡайтҡан малда хәйер бар, тиҙәр түгелме, амин.
Моталдың әллә хәүефтән, әллә ҡыуаныстан көллө тәне сымырланы:
-- Ниңә мин генә, башҡалар ҡайҙа?
-- Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе бит һин – эргәмдәһең шуға күрә. Башҡалар ҙа ошо аэропорт юлында.
Яҙыусы, тамаҡ ҡырып ҡуйҙы ла, төптән ҡәнәғәтләнде: Оло йортта, тимәк, абруйы көслө!
Самолеттың килеп етеүенә бер-нисә минут ҡалыуы хәбәр ителгәс, оло түрәне ҡаршылаусы «абруйлы халыҡ» тейешле урынға өйөрөлдө, ысынлап та Моталдан башҡалар ҙа байтаҡ «тарттырылған», бөтәһе лә шат һәм ғорур күренә. Таҡыр тимер-бетон юлдан лайнер һалмаҡ боролоп, юл ситенән вокзалғаса түшәлгән ҡыҙыл келәм тәңгәленә етеп туҡтау менән үк ерҙе-күкте тынлы оркестр һелкетеп, күтәрмәнән төшөп килгән ҡәҙерле пассажирҙың һәр аҙымын дәртле марш гөрләтеп оҙатты, затлы аяҡтар ҡыҙыл келәмгә баҫыу менән үк өҙөлдө гөрөлтөһө. Көрәшселәрсә мыҡты-оҙон кәүҙәле ине «беренсе», Сталиндыҡылай текә ебәрелмеш ҡара сәсле, өҫтөнә фыртый моряктарҙыҡынса яҫыбалаҡ салбарлы ҡара костюм кейгән (балаҡтары ялпылдап ерҙе һеперә), көйҙөрөп ҡараған ҡара күҙҙәре әҙәмдәрҙең, йөҙөнән дә бигерәк, ни өсөндөр арт һындарын быраулаусы ир икән. Ул үҙенең “Мәскәү кадры” булыуы менән ғорур, ҡиәфәте һалҡын-тәкәббер ине, сөнки бында, быуаттар буйына Рәсәй империяһына (һәм аҙаҡ совет хөкүмәтенә!) баш бирмәйенсә ҡарыулашҡан, Рәсәйҙең «баш ауырыуы»на әүерелгән «тынғыһыҙ» халыҡ өҫтөнән нәүбәттәге күҙ-ҡолаҡ итеп тәғәйенләп ебәрелгәйне. 1920 йылғы Сөләймән Мырҙабулатов етәкселегендәге ҡораллы халыҡ күтәрелеше Башҡортостанға Мәскәү үҙе килтереп ҡуйған Шәмиғолов режимын ҡолатҡандан һуң, партия Үҙәк Комитеты республиканы айырым «гайка» иҫәбендә тота һәм ундағы милләтселек зәхмәтенә ҡаршы «идеология фронты»нда «гайканы бороп нығытыу» йәки «гайканы саҡ ҡына бушатыу» мәсьәләһен Кремлдең иң юғарылыҡлы түрәләренең иң ғәййәре («серый кардинал» тип ләҡәпләйҙәр үҙен) – Политбюро ағзаһы Сусликов Михаил Андронович иптәш үҙе хәл ҡыла, «идеология фронты» буйынса шул юҫыҡтан еткерелгән мәғлүмәттәрҙе ентекле барлай, шул йәһәттән Сталин үҙе тамғалаған «кеше йәндәренең инженерҙары»н йәғни милли әҙиптәрҙе «ныҡлы иҫәптә тоторға» бойора ине. Үҙәк Комитет Аҡ йортоноң коридорҙарын гиҙгән риүәйәт буйынса, «һоро кардинал» арҡаһында Рәсәйҙең шиғриәт күгендә сағыу йондоҙ балҡыны бер заман. Ниндәй ҙә булһа бер милли мәҙәниәтте юғарыраҡ билдәләү ихтыяжы тыуып, белгестәре түрә ҡаршыһына автономиялы республикалағы Мәрүән Карами исемле һәм Рәсәй-әсәйгә ҡарата үтә лә һөйөүсән-мөкиббән мөнәсәбәтле бер шағирҙың «досье»һын килтергәстәре, ул ике төп нәмәгә иғтибар итте: заманында «Культура» журналында сыҡҡан «За здравие товарища Берия» тигән мәҙехнамәһе һәм ағындағы осорҙағы «Ҡайын япрағы» исемле шиғырының урыҫсаға һүҙмә-һүҙ тәржемәһе. Сусликов иптәш, тәүгеһенә әллә ни иғтибар бүлмәһә лә, һуңғыһының төп ғилләһен йәһәт эләктереп алды:
-- Республика -- Рәсәй-ҡайындың бармаҡ битендәй генә бер япрағы... Тимәк, Рәсәй олононан башҡа йәшәй алмай. Тейешле ел япраҡты өҙөп ташлай йәки ул һалҡын һулыштан ҡыуарып ауа...
Ярандары быны шағир йоратына сығарылған маҡтаунамәме, әллә үлемесле приговорҙың башланышы ғынамы тип һағайып көткәндә, көтөлмәгәнсә осланды:
-- Шәп! Айырым иҫәптә тоторға был авторҙы!
-- Тотабыҙ, тотабыҙ, Михаил Андронович.
-- Тотоғоҙ, тотоғоҙ. Талантлымы?
-- Иң талантлыһы, тиҙәр.
-- Башҡа күрһәткестәре лә ыңғаймы?
-- Ыңғай, Михаил Андронович.
-- Әйткәндәй, ул республикала быға яраҡлы ниндәй юғары дәрәжәләр бар әле?
-- «Халыҡ шағиры», Михаил Андронович.
-- Бирегеҙ шуны! – Мәсьәләнең сиселеүен аңлатып ҡул һелтәне.
Әммә-ләкин республиканың Оло йорто даирәләрендә юғарынан төшкән юғарылыҡлы был ишара оло хәүеф, хатта паника тыуҙырҙы. Эш шунда: советтар Рәсәйенең был беренсе совет автономияһы «аҡтар» һәм «ҡыҙылдар» араһындағы оло тартыш арҡаһында көсөргәнешле тыуған кеүек, аҙаҡ бөтә милли республикаларҙың мәҙәни тормошонда күренекле урын аласаҡ «Халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы дәрәжә лә беренсе башлап тап ошо «ғауғалы» автономияла яралып, әлеге заман урындағы юғарылыҡлы етәкселәр өсөн сәйәси яҡтан сетерекле «баш ауырыуы»на әүерелгәйне. Сөнки АБССР дәүләт башлыҡтары Муса Мортазин менән Али Тереғолов 1922 йылдың 16 февралендә ҡул ҡуйған рәсми ҡарарҙа6 уҡ Хәбибулла Ғәбитов менән Мөхәммәтша Буранғолов (партиябыҙ аҙаҡ нәфрәтле тамғалауынса, элекке вәлидовсылар) икеһе лә ҙур хәрефле «Халыҡ шағиры» рәүешендә теркәлеп ҡалдырылыуы ғына етмәгән, башҡорт халҡының күңелендә улар әле булһа иң беренсе башҡорт халыҡ шағирҙары дәрәжәһендә йәшәүен дауам итә ине. Шуға күрә был ике йәшерен дошмандың халыҡ шағирлығын уларҙан оноттортоу өсөн, партиябыҙ бөтәһен дә эшләне һәм шөйлә уңышҡа иреште, ләкин ябай-ялпы күңелендәгеһен юйып ташлай алманы – Халыҡ шағиры, имеш, тап Хәбибулла менән Мөхәммәтша кеүек, милләте буйынса башҡорт булырға тейеш...
Ошо серек тенденция совет шарттарында ныҡ ҡамасаулап, унан сығыу юлы уйлап табылды: баяғыларҙың беренсе «халыҡ шағиры» дәрәжәһен сәйәси йәһәттән аша атлап уҙырлыҡ беренсе «совет алыҡ шағиры»н булдырырға! Сәйәси юҫыҡтан ифрат дөрөҫ булһа ла, юғары етәкселек өсөн был һис кенә лә кәрәкмәгән ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы, сөнки, башҡорт халыҡ мәҡәленсә, бүре лә (Мәскәү) туҡ, һарыҡ та (башҡорт ябай-ялпыһы) бөтөн булыуы мотлаҡ. Тимәк, беренсенән (партиябыҙ сәйәсәтенә тап килһен өсөн), ул теге һөрһөгән икәүҙәй ысын башҡорт булмаһын. Икенсенән (башҡорт ябай-ялпыһын тынысландыртыу өсөн), шул уҡ ваҡытта шәжәрәһе буйынса башҡорт икәнлеге дөрөҫләнһен. Ошо шартҡа тулыһынса тура килгән, ә иң мөһиме, ғүмере буйына һыра яны сафсаталарында башҡорттарҙы күрә алмай түбәнһеткән, хатта Башҡорт автономияһының йыллыҡ юбилейын байрам итеүсе бер төркөм ҡәләмдәштәре араһында: «Мона башҡыртҡа автономия – тотсын шушынымны!» -- тип сығарып күрһәткән сағында шул-баяғы вәлидовсылар ҡалдығы Буранғоловтың суҡмарҙай тос йоҙроғона тарыған бер урта ҡул шағир бар – Туҡай әйтмеш Нәжип Фигури. Ошо кандидат буйынса өҫтә ҡуйылған тәүшарттың беренсе яртыһы йөҙ процентҡа тура килгәнлектән, икенсе яртыһы ғилми яҡтан дәлилләп башҡарыла – үҙен «чип-чиста татармын!» тип күкрәк һуҡҡан Фигуриҙың башҡортлоғон дәлилләүсе шәжәрә киҫәге табыла һәм... 1923 йылдың 9 майындағы шундай уҡ рәсми ҡарар7 менән Башҡорт АССР-ының «беренсе совет алыҡ шағиры»ның исеме иғлан ҡылынып, тантанаһы баш ҡаланың «Эрмитаж» һарайының сәхнәһендә ошо совет халыҡ шағирына арнап яҙылған «Аждаһа» маршы гөрөлтөһөндә үткәрелә8.
Тарихты белмәгәнлектәнме, «үткәндәргә салауат!» тип ҡул һелтәргә яратыусан шанлы Мәрүән Карамиҙың да ни рәүешле нәүбәттәге (инде бәләкәй хәрефле) совет халыҡ шағиры булып китеүенең тарихына килгәндә, был юлы эш өйрәнелгән шыма һуҡмаҡтан барҙы: ижад кимәлдәре берҙәй башҡорт һәм татар милләтле ике кандидаттың тәүшарттарға тулыһынса яуап биргәнен һәм Сусликов иптәш шәхсән үҙе төртөп күрһәткәнен (Мәрүән Карамиҙы) раҫларға тәғәйенләп, әлеге шул ябай-ялпы «ниңә һаман татарҙы...» тип баш ватмаһын өсөн, мәсьәләне тәүбаштан уҡ ғилми нигеҙгә ҡорҙолар. Аспирантурала уҡығанында Мәскәүҙән үк «сәйәси дағаланып» ҡайтмыш һәм илһамлы эшмәкәрлеге тулыһынса ағымдағы сәйәсәткә тап килмеш өлгөр тәнҡитсе (башҡорт белинскийы) Ғаяс Хөснигә ашығыс рәүештә ошо сетерекле һәм яуаплы партия бурысын йөкмәтелеп, партиябыҙҙың ышанысы йөҙ процентҡа аҡлана: Ғаяс Хөсни тәрәндән алып тикшереүҙәренең һөҙөмтәһен матбуғатта иғлан ҡылып, күрһәтелгән кандидаттың йөҙ процентлы башҡорт икәнлеген ғилми яҡтан дәлилләп бирә. Дөрөҫ, баяғы һөрһөгән Буранғолов, архивтарҙа соҡсоноп, яҙыусыларҙың асыҡ партия йыйылышында мәсьәләгә аяҡ салып маташты: 1837 йылда башҡорттарҙан ер һатып алып Бүресуан йылғаһы буйында төпләнмеш фәләнсә баш килмешәктең бөтәһе лә рәсми документта аҡҡа ҡара менән татар тип яҙылғас, быуындан-быуынға «чип-чиста татар» йөрөгәс, шундай чип-чиста бабаның туранан-тура тоҡомо Мәрүән Карами иптәш бөгөн килеп нисек итеп чип-чиста башҡорт булһын – ғалим Ғаяс Хөсниҙең был асышынан хатта наҙан тауыҡтар ҙа бот сабып көләсәк бит! Шул көләмәс бөтә СССР-ға таралып, илебеҙҙе мәсхәрәләмәһен өсөн, анкетала уның милләтен нисек бар – шулай ҡалдырыу йәғни чип-чиста татар тип яҙыу хәйерле булмаҫмы, йәнәһе. Өҫтәүенә, тәнәфестә коридор башында тәмәке тартыусылар эргәһенә килеп, төтөн борҡотҡан арандай ауыҙы менән туранан-тура Мәрүән Карамиға өндәште: һин, уҙаман, шиғырҙарыңда гел «атайыбыҙ Ысталин» тип яҙаһың, бая ғына ялҡынлы телмәреңдә лә шуны ҡабатланың. Уны ҡайҙан беләһең, әллә әсәйең Ысталин менән ятҡанмы?.. Алайһа, чип-чиста грузин йәки грузин йәһүте түгелме һин?..
Сығырынан сығып нәфрәтләнгән шағир йыйылыштың дауамында шул оторолоҡто, түкмәй-сәсмәй, бөтә залды яңғыратып ҡәләмдәштәренә еткерҙе, хатта, һөйөклө совет хакимиәтен төптән ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән мәкерле диверсия -- халыҡ дошмандарының яуыз ҡотҡоһо тип һанайым быны, тип тамғаланы, ләкин, ауыҙ йырып быш-быш ғәйбәтләшеүселәрҙән башҡа, дәррәү күтәреп алыусы табылманы, ә Оло йорттан килгән вәкил был теманы тиҙерәк йомоп ҡалдырыу сараһын күрҙе, сөнки Сусликов иптәшкәсә барып етһә, халыҡ дошмандары ҡотҡоһона юл ҡуйғаны өсөн күҫәк башы иң элек үҙ башына төшәсәген йөрәге һыҡтап шәйләне. Мәрүән Карамиҙың совет халыҡ шағиры булып китеүенә был, әлбиттә, тотҡарлыҡ яһай алманы, сөнки Буранғоловтың үҙенең: «Я, конечно, погоду не делаю, но ее испортить могу» тигән ҡанатлы әйтеме хаҡ ине. Партия өлкә комитетының шифалы ләйсән елдәре был «испорченная погода»ны «Макар быҙау көтмәгән яҡтарға» ҡыуалап, Мәрүән даны бермә-бер күтәрелде: нәүбәттәге һайлауҙарҙа уны республика Юғары Советына халыҡ депутаты итеп һайлап, шуның рәйесе итеп тә күтәрҙеләр. Һәм уның хаҡта «күренекле дәүләт эшмәкәре» тигән мәҙехтәр ырағас, ни рәүешлелер баяғы Макар тарафынан иҫән-имен ҡайтып төшкән «погода диверсанты» тағы ятып тынманы: ғүмерлек буйҙаҡ хәлендә йөрөмөш Мәрүәндең тел-теш араһына кергән шикле енси мөнәсәбәттәренә тумбытып, буғай, «күренекле дәүләт» урынына «күренекле ғәүрәт9 эшмәкәре» тигән ырашҡы ебәреп йонсотто. Шул милләтселеге арҡаһында 1937 йылда йәнә бер тапҡыр ултыртылып ҡайтҡан отороноң хәттин ашҡан ҡылыҡтарын ҡапыл ғына ауыҙлыҡлауы бик ҡыйын, әммә улар совет халыҡ шағиры Мәрүәндең дә, уны күтәргән Оло йорт әһелдәренең дә йөрәгендә нәүбәттәге ҡанлы төйөн булып ҡалды, шуға күрә йүгәнһеҙҙе ахыр сиктә ниндәй яҙмыш көткәнлеге сер түгел ине.
Сталиндың үҙе тарафынан совет яҙыусыларының етәксеһе итеп ҡуйылған һәм уның күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыу юлында мөкиббән китеп эшләгән «пролетар әҙип» Максим Горький идеология фронтындағы асылмай ятҡан сирәмгә -- СССР халыҡтары фольклорына иғтибарҙы арттырып, халыҡ ижады нигеҙендә совет фольклорын тыуҙырыуҙы көн үҙәгенә ҡуйғас, ҡаҙаҡ Жамбул Жабаев кеүек аҡындар, лезгин Сөләймән Стальский һымаҡ ашуғтар – «совет ғүмәрҙәре» (гомерҙары) эҙләп табыу кампанияһы көсәйҙе; шуға бәйле башҡорт илендә лә рәсми рәүештә халыҡ сәсәне тигән хөрмәтле дәрәжә булдырылып, лайыҡлы беренсе кандидат та табылды – Бирсуан буйындағы бесән баҙарында сәйлек хаҡына:
Сәйфи салам саламы,
Ғәйфи печән аламы?
Печән, салам ашамаса,
Сыйырдан сөт буламы? –
рәүешендәгерәк ижад емештәрен таҡмаҡлап йөрөүсе Бирсуан Сәйфийе. Шуны «кондицияға еткереү» өсөн Бирсуан буйына совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами сәйәси яҡтан үтә мөһим ижади командировкаға юлландырылып, ай буйына ҡайтмай ятып эшләгәс, буласаҡ халыҡ сәсәненең заман талаптарына яуап бирерҙәй итеп эшкәртелмеш:
Ысталин бабай йәшәсен!
Калинин бабай эшләсен!
Бәхетле совет илендә
Һәр кем эшләп ашасын! –
кеүегерәк ынйылары тулы дәфтәре менән ҡуша баш ҡалабыҙға саҡырып килтерелеп, «халыҡ ҡуйҡымы эсенән сыҡҡан ҡобайырсы»ны Мәскәүҙең Тел һәм әҙәбиәт институтында юғары исем-дәрәжәгә кандидат итеп раҫлатыу эшен шул институтта уҡ белем тиреп ятмыш аспирант (буласаҡ башҡорт белинскийы) Ғаяс Хөснигә йөкмәтһәләр ҙә, көтөлмәгән ҡатмарлыҡ килеп сыға: башҡорт телен һәм фольклорын яҡшы белгән атаҡлы профессор Дмитриев Николай Константинович: «Тәүҙә -- Мөхәммәтша Буранғолов, шунан һуң башҡалары!» -- тигән тәүшарт ҡуйып йөҙәтә, ә институттан аша ырғыу мөмкин түгел. Республика Оло йортондағы йоморо башлылар Буранғолов кандидатураһына риза булып етмәһәләр ҙә, беренсе башҡорт халыҡ шағирлығын унан оноттортоуҙың (ауыҙын тығыуҙың) йәтеш сараһы һанап, Мәрүәндең беренсе сортлы «халыҡ»лығы ҡатарында икенсе сортлы «халыҡ» булып йөрөһөн, тип килешәләр. Һөҙөмтәлә башҡорттоң сәсәнлек институты рәсми рәүештә шул хәйерһеҙ Буранғоловтан башлап тергеҙелә. Бер үк ваҡытта төбәктә күҙгә дегәнәк булып ҡаҙалмыш ошо заттан арыныу теләге көсәйгәндән-көсәйеп, бәхеткә күрә Мәскәүҙән дә ыңғай елдәр көйәҫләп, совет халыҡ шағиры Мәрүән Карамиға һәм уның ҡорҙаштарына, ниһәйәт, сүпте йолҡоп ташлау форсаты тыуа, сөнки Сусликов иптәштең үҙенән йәшерен күрһәтмә килеп төшә -- һуңғы ваҡытта идеология фронтында килеп тыуған хатаға -- ҡайһы бер фольклорсыларҙың феодализм осорондағы үткәндәрҙе идеаллаштырыуҙарына ҡаршы ҡаты көрәшергә. Буранғолов революцияға тиклем үк халыҡтан күсереп алған «Урал батыр», “Иҙеүкәй менән Морпаҙым» кеүек бөйөк эпостар, «Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем телһеҙ-күҙһеҙ-ҡолаҡһыҙ башҡорт»тоң ғәмәлдә кем икәнлеген күрһәтеүсе факт булараҡ ташҡа баҫтыртмайынса Ғилми институт архивында йәшереп ҡалдырылһа ла, күп драматик әҫәрҙәрен фольклорға нигеҙләнеп яҙған был ныҡышмал зат тап шул осорҙа матбуғатта үҙе һыйырлыҡ бер ек табып, «Иҙеүкәй менән Мораҙым» тигән сәхнә әҫәрен донъяға сығарып өлгөргәнлектән, Мәрүән Карами өйөрөнә был Сусликов иптәш күрһәтмәһенә тап килерҙәй иң татлы табыш була һәм һөрһөп бөткән башҡорт милләтсеһе, башҡорттоң феодал осор тормошон данлаусы автор өҫтөнән төҙөлгән коллектив шикәйәт Мәскәүгә атҡарыла, һөҙөмтәлә Буранғолов тағы сәйәси матдә буйынса иркенән мәхрүм ҡылынып, ун йыллыҡ Себер ҡатырына (ГУЛАГ-ҡа) оҙатыла, ә данлыҡлы совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами республиканың идеология фронтынан башҡорт милләтселеген эҙләп табып фашлаусы бөйөк трибунға, республиканың һәр быуын беренселәренең беренсе кәңәшсеһенә, үҙенең яҡын бер ҡәләмдәше әйтмешләй, «һарай шағиры»на әйләнә...
Вилор Иҫәрғәповичтың үҙ ваҡытында Мәскәүҙән тороп аңлап белеүенсә, ошонан һуң балҡыны ла инде илдең шиғриәт күгендә Мәрүән Карами йондоҙо: совет халыҡ шағирының ҡәләме аҫтынан табалағы ҡоймаҡ кеүек ҡупҡан берен, ҡараһы кибер-кипмәҫтән үк, ҡабаланып ташҡа баҫып сығарҙылар, әҙәбиәт яны әһелдәре, бер-береһенән ярышып, урыҫсаға, башҡа телдәргә ауҙарҙылар; матбуғатта һәм эфирҙа «гәпереүсе» (тел сарлаусы) эреле-ваҡлы авторҙарҙың һәр береһе, ибен тура килтереп, «Мәрүән ағай әйтмешләй», «Мәрүән ағай әйткәнсә» тип, урынлы-урынһыҙ ҡыҫтырыусан булып китте лә «бөйөк Мәрүән» тигәнгә барып етте. Аңғармаҫтан ил ағаһына әүерелгән Мәрүәнебеҙ, моғайын, үҙе лә шәйләмәҫтән, республика әҙиптәренең Ғайса пәйғәмбәренә -- «пастыр»ына (көтөүсеһенә) һәм Оло йорттоң бөтә секретарҙарының һәм бүлек мөдирҙәренең яҡын кәңәшсеһенә, ә оҙон телле бер ҡәләмдәшенең сағыуынса, «хандың һарай шағиры»на әүерелде. Әле килеп самолеттан сыҡмыш яңы беренсе ошоно яҡшы белә һәм алдан уҡ Мәрүәнде үҙенең «идеология фронты»ндағы беренсе кәңәшсеһе итеп билдәләгәйне, шуға күрә самолеттан төшкәнендә ҡаршылаусылар төркөмөндә уны танып, һәм шағир фигураһындағы үҙе генә күрә белгән серле сифатын тәжрибәле күҙенә эләктереп, иғтибар үҙәгендә тотто.
Бына ул, көтөп алынған беренсе, тантаналы шарттарҙа һиммәтле бейек күтәрмәнән төшөп килә. Ҡаршылаусыларҙың алғы сафта теҙелмеш һиммәтле ҡоро – Обком секретарҙары менән ҡул биреп күреште, арттағы «вағыраҡ»тар иһә һиммәтле баштар аралыҡтарынан һонолоп, иң мөҡәддәс ошо минутта нурлы йөҙҙәрен түрәгә күрһәтеп ҡалырға ныҡ тырышты. Һиммәтлеләр теҙмәһенең аҙағында күренекле прозаик Мотал, совет халыҡ шағиры Мәрүән һәм билдәле тәнҡитсе Ғаяс Хөсни һымаҡ әҙәбиәт уҙамандары, күренекле бернисә композитор, артист бар ине. Шулар тәңгәленән уҙып барышлайы Ҡыҙыл башҡорт яңы килгән түрәһенең ҡолағына шыбырлағас, уныһы, туҡталып, һуңғыларына ла ҡул биргән арала һәр береһенең исемен әйтеп таныштырыу барышында Мәрүән Карами тәңгәлендә оҙағыраҡ туҡталды, ә Ғаясты, көтмәгәндә, «башҡорт белинскийы менән беҙ теге ваҡыттан -- Мәскәүҙән үк яҡшы таныш инде!» тип алсаҡ тәбрикләп әһелдәрҙе шаңҡытты, шул уҡ ваҡытта беҙҙәй осло күҙҙәре бер-нисәһенең, шул иҫәптән совет халыҡ шағирының һәм тәнҡитсенең билдәле урындарын бырауланы, оло түрәнең ошо сәйер ғәҙәтенә күптәр иғтибар итте. Күрешеү йолаһы үтәлеп, оркестр ҡабат яндырай марш уйнағас һәм беренсе -- ҡыҙыл келәмдән, ә башҡалар уны янлап ҡырыйынан аҙымлағас, алдан күрелгән сара буйынсалыр инде, ике яҡтан һеперткеле йылғыр ике егет – Обкомдың идеология бүлеге инструкторҙары Арғынбаев менән Мусин иптәштәр йәһәт пәйҙә булып, түрә алдындағы келәмде һеперә-һеперә туңҡаңлап йүгергәйне, яҫы балаҡлы уҙаман шуларҙың йәш һәм тулыш фигураларын күҙҙәре менән быраулап, янындағы Ҡыҙыл башҡорттан һорай ҡуйҙы:
-- Һе, кем ул былар – алдан һепереүселәр?
-- Үҙебеҙҙең малайҙар, Вилор Иҫәрғәпович.
-- Яҡшы малайҙар, ундайҙарҙы иҫәптә тоторға кәрәк.
-- Тотабыҙ, тотабыҙ, Вилор Иҫәрғәпович!
-- Тотоғоҙ, тотоғоҙ!
Йәмәғәт йәнә ауыҙ асҡан килеш шаңҡыны: яңы беренсе, барсаһын шаҡ-ҡатырып, Мәрүәнде тап наҙлыбикә (дама) урынына «подручком» ҡултыҡлап алды ла, ер һепергес яҫы балаҡтарын мыҡты моряктарса уңлы-һуллы ялпылдатып, “дама”һының ҡолағына ниҙер шыбырлай-шыбырлай, көтөп торған ҡара-йылтыр втомобиль салонына ҡушарлап инеп китте. Һәм бөтәһен үтә сәйерһендергәне – Мәрүәндең тап наҙлы бисә-сәсәләрҙәй буйын-һынын мылҡылдатып ыҫпай ҡыланыуы ине...
Яңы түрә ярандары менән бергә (секретарҙар ҡатарында Мәрүән дә бар) Оло йорт бинаһының иң өҫкө ҡатындағы (өҫкө, сөнки, алай-былай була ҡалһа, бина түбәһендәге вертолет майҙансығына яҡын) үҙ кабинетын барлағас, өс көн эсендә күңеленә ярашлы тәртип урынлаштырырға һәм шуға тиклем борсомаҫҡа бойороп, әһелдәрҙең бөтәһен үҙ эштәренә таратты ла үҙ янына хужалыҡ бүлеге мөдире менән Мәрүәнде генә алып, яңғыҙ башына билдәләнгән биш бүлмәле фатирына урынлашырға китте. Әммә уның буйҙаҡлығын белмәнеләр, ҡәҙимгесә баш-күҙ алғас ҡайтаралыр ғаиләһен, тип уйланылар. Яуаплы ығы-зығынан һуң күпмегәлер иркен һулыш алған Димустан кабинетының төпкө бүлмәһенә ҡорҙашы Мотал менән инеп бикләнде.
-- Уффф!, әсәйем бахыр әйтмешләй. Яңы һеперткенең ҡайһылай һепереүен яңынан өс көн буйы көтөргә икән... – Сейфынан яртылаш бүҫкәргән шешә сығарып, алтын буталлы кескәй генә соҡортайҙарға коньяк ҡойҙо. Өнһөҙ төп-күтәреп, лимон телеме ҡаптылар.
-- Һо! Яҡшыһы икән! – тине Мотал.
-- Күрмәйһеңме ни – наполеон. Яҡшыһы әллә һинең Мөхлисәңдең «Ярлауығ»ында ғына үрсей тип уйлайһыңмы?
Быныһын яуапһыҙ ҡалдырып, Мотал табын эйәһенең шешә тығынына ынтылышын киҫәтте:
-- Һал тағы. Юҡһа соҡортайҙарың сәпсек кенә эсмәле.
Һалып, тығынын тығып, шешәне сейфҡа йәшерҙе:
-- Артығына тамшанма, яңы һеперткенең алымы билдәһеҙ. Мөхлисәңә ҡайтҡас...
-- Ниңә былай Мөхлисә лә Мөхлисә тиһең әле?
-- Бәй, әйтергә лә ярамаймы?
-- Һинекенә ҡағылмайым бит!
-- Етер, бер ҡағылдың инде... иҫте китәреп.
-- Ниңә иҫкә төшөрәһең?
-- Шунан айный алғаным юҡ.
-- Мин әллә ҡасан айныҡ. – Соҡортайҙы тамағына ҡапланы ла ҡубынып сығып китте.
Димустан алғы эш бүлмәһенә ҡайтып, иҫке дуҫының һәм бажаһының тәкәбберлеген һисбер самаға һыйҙыра алмай кәйефһеҙлек кисергәндә, секретарь ханымдың башы ишек ҡыҫығынан һонолдо:
-- Димустан Шиһапович, һеҙҙе...
-- Кем?
-- Исламғолов Мотиҡ иптәш һорай.
-- Ялғағыҙ эт тешләгерене!
Өлкә газета редакторы көндәлек эшендә теңкәгә тейеп еләткән бәндә ине, ғәмдәренең береһен түгеп бимазалай. Йәнәһе, Ыңғырсаҡ Уральский тигән йәш эшсе шағир гүзәл совет тормошоноң әхләҡи һәм сәйәси ҡалыптарына һыйғыһыҙ поэма тигән бер нәҫтә яҙған, уны «Һандуғас һәм револьвер» тип, шундай уҡ сығырынан сыҡмыш исем менән атаған. Ай-вайға ҡуймай, хеҙмәткәрҙәрҙе яуаплы эштәренән бүлдертеп, һөрән һала-һала уҡып ишеттерҙе, кәрәк була ҡалһа тип, диктофонға яҙғанмын. Йомшаҡ ҡына һыйпалап оҙатһаҡ та, кире килеп, отороһон ҡабартып, шул нәмәҫтәһен ташҡа баҫығыҙ тип, дөбөр-шатор дау ҡуптарып йөрөй, һеҙҙең тарафтарға ла морон төртөүе бар, зинһар, абруйлы партия һүҙен әйтеп, ғауғасыны тыйығыҙ йәки башҡа берәй сараһын күрегеҙ.
Димустандың ҡыҙыл йөҙө күкшелләнеп ситырайҙы: ҡарт төлкө, сетерекле әхүәлдәрҙә өлкәнерәк абруй артында ышыҡланып ҡала торған иҫке ғәҙәт.
-- Үҙегеҙҙә юҡмы ни һуң ул? — тине, йәне көйөп.
-- Нимә?
-- Абруйлы партия һүҙе.
-- Әйткәнде һис тыңламай, беләһегеҙ килделе-киттеле шағир халҡын.
-- Улайһа, поэмаһын услатып ҡайтарығыҙ.
-- Алмай, юғары инстанцияларға олғашыу менән янай. Беләһегеҙ эшсе халҡын...
-- Эшсе халҡын беләмен, шөкөр. — Секретарь ирәүән йылмайҙы — эшсе синыф тигәндән күңеле ирер йәшлек ғәҙәте бар ине. — Ҙурмы һуң поэмаһы?
— Ҙур түгел-түгелен... Магнитофон яҙмаһын тыңлаһағыҙ...
Быныһы сәмләндерҙе:
-- Ҡана, ишеттерегеҙ, булмаһа. — Телефондың ҡысҡырып һөйләгесенә төрткәйне, Уральскийҙың күк дөһөрҙәүендәй ҡырыҫ-көр тауышы донъя яңғыратты, хатта алғы бүлмәләге Һылыубикә ҡомарып килеп инде:
-- Абау, әллә түшәм емерелеп төштөмө икән тип торам...
-- Ишекте асыҡ ҡуйып тыңлағыҙ, шунан миңә әйтерһегеҙ.
Әҫәр сюжетының төйнәлешенә яҡынлашҡан һайын, секретарҙың ерән ҡаштары баҡыр һыныҡтары һымаҡ ослайып емерелде, бер-нисә ҡат тамаҡ ҡырып, әленәнән-әле баҡырсым сәстәренә биш бармағын батырҙы — тулҡынланыуын белдерә торған билдә. Поэма уҡылып бөткәс, шаҡтай уйға ҡалып, һораулы күҙҙәрен ишек ҡыҫаһына төбәне:
-- Йә, әйтегеҙ баһағыҙҙы.
-- Ужасно, револьверы ҡурҡыныс! – Ишек тауышһыҙ ябылды.
-- Ни эшләйбеҙ, Димустан Шиһапович? – Редактор ҡызырыҡланы.
-- Миңә шылтыратыуығыҙҙың сәбәбен аңламайым, Мотиҡ Камалович.
-- Әйткәнемсә, һуңғы һығымта сығарырға, хәл күрергә.
-- Ә шуны һеҙ үҙегеҙ генә эшләһәгеҙ ни була?
-- Нимә тип әйтергә?.. — Редактор икеләнде. — Поэма, күрәһегеҙ, ғәҙәти түгел...
-- Эйе, был поэма заурядныйҙарҙан түгел, — тип дөрөҫләгәйне секретарь, сым аша һулышынан һиҙелеп тора -- редакторға йән өрҙө.
-- Хатта уның артында бер-берәй нәмә ятмаймы икән, тип тә уйлап ҡуйҙым әле мин...
Ҡыҙыл башҡорт маңлайын ышҡып алды:
-- Минеңсә, дөп-дөрөҫ уйлайһығыҙ. Бер ҙур нәмә ята уның артында.
-- Бына шуны... — тип кинәнеп башлағайны ла редактор, кәрәк саҡта бик түҙемле була торған Димустан өҙөп алды:
-- Ул ҙур нәмә, Мотиҡ Камалович, беҙҙең икебеҙҙе киҫкен ғәйепләү.
-- Бәй, һеҙҙең менән минең бында ни ҡыҫылыш? — Үҙе күренмәһә лә, тауышынан беленә — Мотиҡ яурын һикертте.
-- Бар шул, ҡәҙерле иптәш, бар! Эшебеҙҙә брак ебәреп, иҫ киткес шәп поэманы һәләк иттерткәнбеҙ.
Мотиҡ, моғайын, яурынын икенсе ҡат һикертте:
-- Шәплеген күрмәйем – торғаны ҡара ҡырлыҡ.
-- Был талантлы әҫәр автор күңелендә тап ошолай,— секретарь тауышын күтәрҙе, — ҡара ҡырлыҡ орлоҡтары менән ҡуша түгел, ә үҙе бер тос, төйөрөм илһам орлоҡтары булып моронларға тейеш ине.
-- Беҙ... һеҙ...
-- Етте, күп һүҙ – буҡ һүҙ! Трубканы урынына ҡаптырҙы.
Ярты минут үтеүгә, Яҙыусылар берлегенең рәйесе менән һөйләшә ине:
— Алло, ағай кеше, ни эшләп ултыраһығыҙ әле?
-- Эш муйындан, Димустан Шиһапович, яңы ҡулъяҙмалар уҡыйым, — тип ишетелде трубканан.
— Мин дә бер ҡулъяҙма менән танышҡайным әле.
Рәйес, берауыҡ тынып торгас, өндәште:
-- Әллә Мотал Булаттимеровичтың романымы? Тыуасаҡ тәүге бүлегенең йөкмәткеһен сер итеп кенә асҡайны.
-- Романға ҡул тейгән юҡ. Дөрөҫөрәге, яҙылып бөтөүен көтәм -- мин әҫәрҙе тулайым уҡып фекер йөрөтөү яғында. Ә бөгөнгө ҡулъяҙмаға килгәндә, — секретарҙың тауышында шаянлыҡ осҡонланды, — мине бөгөн һандуғаслы поэмалар ифрат ҡыҙыҡһындыра.
Етәксенең ғәҙәтен белгән рәйес тынлыҡ һаҡланы.
-- Ыңғырсаҡ Уральский тигән эшсе шағирыбыҙ бармы? — Һүҙҙе үҙе ялғап ебәрҙе Димустан.
-- Ә-ә, аңланым. — Ауыр көрһөнөү ишетелде. — Ул егет менән нимә ҡылырға инде....
-- Икебеҙҙең дә башты ауырттыра икән. Әллә, тим, ҡулъяҙмаларҙы өҫтәлдә ҡалдырып, саф һауаға сығып әйләнәбеҙме?
-- Бынауы аяҡ хәйерһеҙең тынғы бирмәй бит әле, әй...
-- Алыҫ йөрөү кәрәкмәй – һеҙгә урам аша ғына баҡсала осрашайыҡ, дәррәү барып етермен.
Баҡса һауаһы ысынлап та саф ине, үпкәләрҙе кирелдергәнсе һулап, эскәмйәгә йәпләнделәр.
-- Кирегә бөткән малай, — тине рәйес, ҡырыҫланып. — Беҙ уға күпме тапҡырҙар туҡыныҡ инде, кермәһә кермәй икән. Һандуғасҡа револьвер ҡушарланғас, үҙегеҙ аңлайһығыҙ...
-- Ҡайҙа тора һуң әле ул мөхәббәт балаһы?
-- Оло йорттоң ҡатарында тип әйтерлек. Яр ҡашағаһындағы «Күгәрсен ояһы»нда.
— Күгәрсен ояһы?
Рәйес көлдө:
-- Бар шундай бер фатир беҙҙең союз ҡарамағында. «Күгәрсен ояһы» тип йөрөтәбеҙ үҙ-ара.
-- Кеме бар?
-- Әсәһе ҡарсыҡ ҡына.
-- Бынан алыҫ түгел тиһең инде ул «күгәрсен ояһы»н?
-- Бынан байтаҡ ара ла ул, әммә Һеҙгә яп-яҡын. — Рәйес урамын, өйөн, фатир номерын атаны. Үҙенең хәленә күсеп, эштәренең йырып сыҡҡыһыҙ тығыҙлығын, идараға өҙлөкһөҙ ағылған урта ҡул ҡулъяҙмаларға баштан-аяҡ күмелеп ултырыуын, етмәһә, аяғының иҫке фронт яраһы ҡуҙғалып, һис ҡайҙа ла йөрөй алмауынан зарланды.
-- Аңлашылды. Һеҙҙең профсоюз комитетын кем етәкләй әле?
-- Шул инде, үҙегеҙгә билдәле Мотал Шаһибәрәков.
-- Ярай, ағай кеше, гуд бай!
-- Ҡот-бай, ҡустым.
-- Әллә инглизса ла һуҡалайһығыҙ инде, ағай кеше?
-- Юҡ, ҡустым, инглиздар үҙҙәре беҙҙеңсә һупалай, сөнки беҙҙең “ҡот-бай”ҙы алған улар, гуд-бай тип.
-- Бына кәрәкһә, атайым әйтмешләй, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Хуш иттек, ағай кеше.
– Хуш иттек, Ҡыҙыл башҡорт! -- Ағай кешенең мыйыҡ аҫтынан хәйләле йылмайыуын күреп, шәп-шәп атлап айырылды. Һәй, телен ҡорт саҡҡыры ҡартлас, ниңә иҫкә төшөрҙө был «Ҡыҙыл башҡорт»то – гөрләп үткән йәш саҡты?!
Эйе, ҡыҙыллыҡтан ҡыҙарып та буҙарып йөрөгән саҡ... Университеттағы теге, еҙ күҙлекле әбекәй, «ниңә һин был тиклем ҡыҙыл?» тип һорағанлыҡтан баяғы көлкө хәлгә ҡалып, уға «Ҡыҙыл башҡорт» ләҡәбе сәпәлгән көндөң кисе үк ине тағы... Иптәштәре ирмәкләүенән ҡыҙара-бүртеп сәмләнгән Димустан торлаҡханаға, ах-уах килеп, бер ҡосаҡ әҙәбиәт күтәреп килеп инде, шуның менән, үҙе лә абайламай, ҡушаматтың һумалалай йәбешеүенә сәбәпселек кенә ҡылды...
— Бына күрегеҙ! — тине ул, китап һәм журналдарын өҫтәлгә теҙеп һалып. — Минең «ҡыҙыл» булыуыма аптырап шаҡ ҡатмағыҙ!
Шахматта көс һынашыусылар ялт итеп баш ҡалҡытты:
-- Нимә, әллә унда ҡыҙыл тәнле индейҙар һүрәтләнгәнме?
-- Һүрәт аҡтарыр сабыйҙарға киоскыла «Мурзилка» бар, — тине егет. — Ә бында, танау аҫты кипкәндәрегеҙ булһа, бына был аҡыллы тексҡа күҙ һалығыҙ.
Ҡыҙыл башҡорт та үҙ сиратында егеттәр зитына тейҙе: шахматтарын ҡуйып тороп, өйрөлөшөп, асып һалынған китапҡа эйелделәр. «XII—XIII быуаттарҙа Урал тауы Башҡорт тауы тип тә атала, — тип ҡысҡырып уҡыны береһе. — Был турала 1223 йылдарҙа энциклопедик әҫәрҙәрен яҙып ҡалдырған ғәрәп Яҡут әл-Хәмәүиҙә осратабыҙ. «Етенсе әҡлим... Башҡорт тауы буйлап бәжәнәктәр, Сувар, Булғар ҡалалары аша утеп, океан ситендә тамамлана», — тип хәбәр итә ул. Башҡорттар тураһында унда оло иғтибарға лайыҡлы йәнә бер мәғлүмәт бар: «Башҡорт — Константиния һәм Булғар аралығындағы ҙур төрки халыҡ... Ләкин мин Хәләб ҡалаһында ла бер таифәне осраттым. Улар: «Беҙ — әл-Башғордиә»,— тинеләр. Йөҙҙәре лә, сәстәре лә бик ҡыҙыл төҫтә ине...»
-- Стоп, ишеттегеҙме? — Тантана итте Ҡыҙыл башҡорт. — Сәстәре лә, йөҙҙәре лә бик ҡыҙыл төҫтә ине, ти.
-- Тимәк, һин шуларҙың сыбыҡ осо булаһың? Был хаҡта тиҙерәк китапханасы инәй менән Бәпембәгә хәбәр итергә кәрәк, аптырап йөрөмәһендәр — тигән булды береһе.
-- Туҡта, был нисек килеп сыға һуң әле? Үҙҙәре «әл-Башғордиә», үҙҙәре бөгөнгө Сириялағы Хәләб ҡалаһында?.. Ә, Ҡыҙыл башҡорт?
-- Бешмәгән баш, артабан уҡы. — Ҡыҙыл башҡорт дилбегәне ҡыҫҡа тотто.
-- «Улар әйтте: «Беҙҙең өлкәбеҙ — Константия артында. «Һунғар» исемләнгән...»
-- Сеү! Беҙҙең Уңғар, Бишуңғар ырыуы түгелме был? — тип көлде береһе.
-- Артабан уҡы.
-- ...«Әл-Фрәнж» халыҡтары мәмләкәтендә...»
-- Быныһы ни була тағы?
-- Башһыҙ! Француз була был!
-- Нисек инде: үҙҙәре «әл-Башғордиә», үҙҙәре “һунғар”, үҙҙәре «әл-Фрәнж халыҡтары мәмләкәтендә»?.. «Әл-Фрәнж” тигәне лә, бәлки, үҙебеҙҙең «әл-брйәнж» — йәғни бөрйәндер әле!
-- Башың йәш әле, ҡустым, ҡулыңдағы ҡалағың да бәләкәй — өйрәне ҡуйыртма улай, — тине Ҡыҙыл башҡорт. — Ҙу-у-ур булып үҫкәс, университетты тамамлағас, ике бөртөк ярманан бутҡа бешерерһең, йәме? Ә хәҙергә мин уҡыйым, һин тыңла. Алыҫ ата-балаларың ғәрәп сәйәхәтсеһенә бына нимә тигәндәр тағы: «Беҙ утыҙ ҙур ҡәриәләрҙә йәшәйбеҙ, уларҙың һәр ҡайһыһы бәләкәйерәк ҡала хәтлем. Беҙ Носрания (Христиан) өлкәләре уртаһында йәшәйбеҙ. Төньяғыбыҙҙа — Саҡалибә (славяндар), көньяғыбыҙҙа — әл-Баба йәғни Румия (Рим) өлкәһе һәм көнбайышыбыҙҙа — Әндәлүс (Испаниялағы Андалусия). Беҙ уларса кейенәбеҙ...»
-- Йәғни кемдәрсә? — тип бүлдерҙе, түҙмәне баяғы тиктормаҫ тел биҫтәһе.
-- Йәғни «әл-Фрәнж» — баяғы бөрйәнж халыҡтарынса инде, ноҡот!
-- Ә бәлки, әл-французсалыр?
-- Артабан тыңла: «...улар менән бергә ғәскәри хеҙмәттә булабыҙ, улар менән бергә башҡа таифәләргә ҡаршы яуга барабыҙ», — ти бит. Шунда уҡ Башҡордиәләрҙең иң күбеһе — христиан, ә бер өлөшө генә ислам динендә булыуҙары, Хәләб ҡалаһында (Сирия) уларҙың мәҙрәсәлә уҡығанлыҡтары әйтелә. Яҡут әл-Хәмәүизең был башҡорттар ислам динен ҡасан ҡабул итеүҙәрен белешеүенә Хәләбтәге башҡорт шәкерттәре: «Беҙгә бынан бик күп борон замандарҙа дөйәләргә менгән болғарҙар килеп, беҙҙең бабаларыбыҙға ислам динен өйрәткән», — тип яуап бирәләр. «Бында... ҙур-ҙур 30 ауыл булып йәшәгән башҡорттар кем ул тип фараз иткәндә, X быуатта Белла һәм Баҡсу етәкселегендә килгән һәм башҡорт-болғарҙың Хәсән хан юлбашсылығында Паннонияға (Венгрия) барып сыҡҡан икенсе төркөм башҡорт-болғар ҡәбиләләре тураһында һүҙ барһа кәрәк. Хәсән хан менән барып сыҡҡан башҡорт-болғарҙар бөгөнгө Венгрияның баш ҡалаһы Будапешттың Пешт өлөшөнә нигез һалыуҙары мәғлүм. Көнбайыш Европала был башҡорт-болғарҙар «бюляр», «бюлярус» йәки исмаилитян (мосолман) исемендә йөрөтөлә... Ғәрәп яҙыусылары Әбүл-Фиҙа (XVI быуат), Ҡазуини (XIII быуат), Хәмәүи (XIII быуат) әйтеүҙәренсә, Константинополь (хәҙерге Истамбул ҡалаһы) артында, Римға яҡын ерҙә, алмандар (герман ҡәбиләләре) күршеһендә Башғорд исемле ҙур ҡала бар, ундағы халыҡ ислам һәм христиан динен тота... Тимәк, 30 ҙур ауылдың береһе «Башҡорт» исеме менән XIII—XIV быуаттарҙа ҙур ҡалаға әйләнә...»
-- Их был ата-бабаларҙы! Әллә ҡайҙа Рим янында үҙҙәренә ҡала ҡорғандар, ә Ҡыҙыл башҡорт һымаҡ зирәк тоҡомдары йәшәйәсәк Уралда, ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла, бер ҡала ла һалып ҡалдырмағандар! — Тиктормаҫ тел йәнә сарланып алды.
-- Кем әйтә уны?
-- Кем генә түгел, ә баш ҡалабыҙ Мәскәүҙәге бейек трибунанан тороп совет халыҡ шағирыбыҙ Мәрүән Ҡарами үҙе һөйләне, тиҫтәләгән гәзиттәр ташҡа баҫып сығарҙы, әллә шул тиклем дә артта ҡалдыңмы? Белмәһәң – бел: «Минең халҡымдың Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем көтөүселек таяғынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған, ул Парфенон һымаҡ зиннәтле һарайҙар, таш ҡалалар һалып ҡалдырмаған, дәүләтселлек, дәүләт сиктәре тигән нәмәне белмәгән – башы өҫтөндә түбәһеҙ, ел-ямғырҙар ихтыярында, дала буйынса ел ыңғайына ҡамғаҡтай тәгәрләп йөрөгән. Бөйөк Пушкин яҙған телһеҙ, тулыраҡ итеп әйткәндә, күҙһеҙ, ҡолаҡһыҙ башҡортҡа быларҙың бөтәһен фәҡәт бөйөк Ленин-Сталин партияһы, Бөйөк Октябрь революцияһы ғына бирҙе!» -- тип дөрөҫөн яҙҙы бит.
-- Ә һин шуны, үҙ башың менән уйламай, тутыйғоштай ҡабатлайһыңмы?
-- Ниңә ҡабатламаҫҡа – совет халыҡ шағиры бит ул! Һин белгәнде күптән киптереп элгән. – Шәриҡтәшенең тел төбө аңлашылды: шиғырҙарын йүгерек-елдерек яҙып та, тарихтан аҡһаған ҡәләм эйәһе «тарих сүплегендә соҡсоноп милләтселек сиренә һабышҡан» бәғзе берәүҙәргә ҡаршы «идеология фронты»нда «партиябыҙҙың тоғро һалдаты» һанала һәм шул сифатына ярашлы ярлыҡана – ни тиһә лә хаҡлы ине. Шуға күрә Димустан был теманы сурытманы:
-- Күкәй тауыҡты өйрәтмәй, тиһәләр ҙә, күберәк уҡырға кәрәктер һиңә, ҡустым, — тине, тегенең башынан ағайҙарса һыпырып, китаптың йәнә лә бер сәхифә-битен асып, — бына был ерен, исмаһам:
«1375 йылда төҙөлгән «Каталон атласы» исеме менән мәғлүм географик картала ла Кама тамағындағы Болғар ҡалаһынан үрҙәрәк, шул уҡ Кама буйында Башҡорт ҡалаһы күрһәтелә... XVI—XVII быуаттарҙа бөгөнгө Ҡариҙел йылғаһының тамағында хәҙерге баш ҡалабыҙ ултырған урында ла Башҡорт исемле ҡала була. Төрлө карталарҙан шул уҡ тирәләрҙә Алатор һәм Балатор, Минжан һәм Ожан, Ҡасира һәм Масира, Йүкәтән һәм Ҡараҡая ҡалалары10 барлығы беленә... Шулай итеп, XIII быуатта татар-монгол биләмәләренә (Алтын Урҙа) сәйәхәт ҡылыусы Рубруктың: «Паскатирҙар — күсмә халыҡ, уларҙа бер ниндәй ҙә ҡала юҡ», — тип әйтеуе хәҡиҡәткә тура килмәй, сөнки ул башҡорт ерҙәренә үтеп инә алмаған. Башҡорттар Иҙел — Урал буйҙарында, Юғары Камала ла, Көнбайыш Европала ла (Рим янындағы баяғы Башҡорт ҡалаһы) ҙур-ҙур ҡалалар һалғандар, бәләкәйерәк ҡала дәүмәлле салаларҙа йәшәгәндәр...»
-- Бына һеҙгә, кәрәк булһа, әсәйем бешергән бәрәмәс! Борондан уҡ ҡалалы халыҡтар булып сығабыҙ түгелме? – тип сәмләнгәйне бер ихласйән, «йоморо» башлыларҙан берәү кәрәкле һығымта яһаны:
-- Уныһын асыҡ ҡына әйтә алмайбыҙ, әммә борондан уҡ «Ҡыҙыл башҡорт»ло булыуыбыҙ хаҡ — был тарихи хәҡиҡәтте инде бер кем дә йыға алмаҫ, дәлиле алдыбыҙҙа!
-- Эйе, «Ҡыҙыл башҡорт» беҙгә үҙенең ҡыҙыллығын төбө-тамырынан йолҡоп күрһәтте, — тип көлдө икенсеһе.
-- Ә һин, иҫәүән, мәсьәләгә еңел-елпе генә ҡарап, донъяға тыуғас та, әгәр беҙҙе кендек инәләребеҙ Ҡыҙыл һыуында ҡойондорһа — ҡыҙыл, Ағиҙелгә сумырһа — аҡ, Ҡариҙелгә супылдатһа — ҡара, Күгиҙелдә йеҙҙөрһә — күк, Һарыһыуҙа сайҡаһа — һары тәнле булабыҙ икән тип уйлай инең. Рәхмәт әйт: Ҡыҙыл башҡорт арҡаһында ҡолағыңа аҡыл кирте өҫтәлде! Лекцияны беҙгә йышыраҡ уҡы һин, Ҡыҙыл башҡорт!
Димустандың үрһәләнеүе, күрәһегеҙ, исеменә ҡуш ҡабыҡтай йәбешеп өлгергән ҡушаматты һыҙырып ташлай алманы, әммә шуның арҡаһында табындарҙа тел сарлар өсөн бер ҡыҙыҡ һүҙ артты ла «бер таифә» студенттарҙың — буласаҡ төрлө-төрлө һөнәр эйәләренең күңелендә тарих ҡартласҡа ҡарата һағайыулы ҡыҙыҡһыныу, ихтирамлы сәм тыуҙы.
Ерән егеттең аҙаҡ, ысынлап та, Ҡыҙыл һыуы буйынан килеүе, бәләкәстән унда балалар йортонда тәрбиәләнеп, Димустан тип исемде уға Дим буйында тыуып үҫкән, әммә Ҡыҙыл яҡтарының һыуын эсеп, тыуған ерен бик һағынған тәрбиәсе апайҙың ҡушыуы мәғлүм. Ҡыҙыл башҡорт ләҡәбе ләкин үҙенең хәйерле сәғәтен-минутын көтөп кенә торған икән...
Димустан, әллә ни белдереп бармаһа ла, ғүмер үткән һайын, ихлас студент саҡтарын өҙөлөбөрәк һағына, ҡырҡтың өҫтөндә һиҙҙертмәйенсә баҫып килгән олпатлыҡ йөгөн, бигерәк тә ҡырҡты аша атлағандан һуң, бөтә йәне-тәне менән ҡабул итә алмай ҡарыша, егеттәрсә килбәт-килешен юғалтмаҫҡа тырыша — эш кабинетының төпкө бүлмәһендә ятҡан йоморо суйын гантелдәр һәм мөйөштә һөйәүле торған, сыҡҡаны һайын ҡулына күскән гер-таяҡ — шуның ғәләмәте ине. Таяҡ тигәндә лә, үҙенә күрә бер мөғжизә: күҙҙең яуын алған семәрҙәре һәм колоритлы торна муйыны ҡатарында ярты ботлоҡ ауырлығы менән уны тотоп ҡарағандарҙың һушын ала, сөнки таяҡтың тышҡы йоҡа көбө генә имән ағас, ә үҙәге -- баҡыр көпшәгә тослап ҡойолған ауыр ҡарағурғаш — беләк мускулдары өсөн сыныҡтырғыс йөкләмә. Таяҡты ул йәйәү йөрөгәнендә һис ҡулынан төшөрмәй, хатта сит илдәргә сыҡҡанда ла ҡалдырмаҫҡа тырыша. Шуға бәйле бер әкәмәт тә булып алды заманында: яңыраҡ ҡына үҙаллылыҡ алған Африка илдәренең береһенә делегация етәксеһе итеп ебәргәйнеләр («азат башҡорт милләте»нең бәхетле вәкиле рәүешендә Мәскүҙән, әлбиттә!), азатлыҡтың бер йыллыҡ байрамына. Ҡунаҡтар күп йыйылған, хатта әлекке метрополияның — африкаларҙың азатлыҡ көрәше һөҙөмтәһендә был яҡтарҙан табан тайҙырған капиталистик дәүләттең дә вәкилдәре бар ине. Шулар араһынан береһе, билдәле буржуаз ғазетаның хәбәрсеһе, совет делегацияһына айырыуса ҡаныҡты, уңайы тура килгән һайын, әтнәкәле һорауҙарын соҡоп сығарып, «Бикләмешев әфәнде» тирәһендә уралды — хужалары, моғайын, совет иле тураһында берәй «һаҫы емтек» соҡоп сығарырға ҡушҡандыр. Ул үҙенең, моғайын, алҡымдан алырға тейешле һорауын бирҙе:
-- Әйтегеҙ әле, зинһар, Бикләмешев әфәнде, Советтар Союзында һеҙҙең һымаҡ ваҡ милләттәр үҙҙәрен ысын ирекле хис итә аламы?
-- Аяныс, ләкин һеҙ әйткән «ысын ирекле» төшөнсәһен һеҙ һәм мин икебеҙ ике төрлө аңлауыбыҙ ихтимал, — тине Димустан.
-- 0, төшөнәм, Бикләмешев әфәнде! — Хәбәрсе алсаҡ йылмайырға тырышты. — Һеҙҙеңсә әйткәндә, мин бит иҙеүсе синыф, аҡ буржуй, ә һеҙ — ҡыҙыл большевиктар тәғлимәтенән башҡа йәшәй алмай торған ҡыҙыл башҡорт...
-- Эйе, мин — ҙур хәреф менән яҙыла торған Ҡыҙыл башҡорт, — тине, ихласланып, Димустан. — Эсем тулы ҡыҙыллыҡ. Бына күрәһегеҙ, ҡыҙыллығым хатта тышҡа сыҡҡан, — тип өҫтәне, бармағын йөҙөнә төртөп. Тыңлаусылар юморҙы баһалап ҡул сапты, көлөштө, ә һорау биреүсе шымтайған килеш ҡалды.
— Шуға күрә, тимәксеһегеҙҙер, беҙҙең төшөнсәләр ҙә бер-береһенә тап килмәй һәм башҡалар, һәм башҡалар... Ләкин мин һеҙҙән был мәсьәләлә барыбер тура яуап алырға теләйем. Бикләмешев әфәнде, әйтегеҙсе, бына һеҙ, ҙур хәрефле Ҡыҙыл башҡорт (әйткәндәй, мин был Ҡыҙыл башҡорт һүҙен блокнотыма ла ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡуйҙым, хе-хе-хе!), үҙегеҙҙең башҡорт халҡын нисәнсе бишйыллыҡта тулыһынса руслаштырып бөтөрөргә йыйынаһығыҙ?
Димустандың тирә-яғында фотоаппараттар шыртылданы, кинокамералар шытырланы: сетерекле һорауҙан һуң Ҡыҙыл башҡорттоң йөҙө нисек үҙгәреүен «донъя демократияһы» өсөн мәңгеләштереп ҡалырға көс һалынды. Тик Димустан йөҙө тыныс, ә яуап һис көтөлмәгәнсә булды:
-- Һеҙ әйткән ул мәсьәлә беҙҙә мәсьәлә булып тормай. Шуға күрә ул беҙҙең биш йыллыҡ планға ла, көндәлек планға ла ҡуйылмаған. Һорауығыҙға тулыраҡ яуап ҡайтарыу өсөн, миңә лә бер һорау бирергә рөхсәт итегеҙсе. Бына һеҙ, үҙегеҙ әйткән «ысын ирекле» кешеләр, беҙ ҡунаҡ булып килгән ошо кескәй генә илдең халҡын, колонизациялап, үҙегеҙҙең дәүләт машинаһының дүрт быуаттан ашыу хакимлығы аҫтында үҙгәртә алдығыҙмы һуң?
-- Үкенескә ҡаршы, юҡ, — тине хәбәрсе. — Улар беҙҙең цивилизаторлыҡ миссияны аңламаны.
-- Бәй, шулайғас, ниңә мине, бер Ҡыҙыл башҡортто, был мәсьәләлә үҙегеҙҙең дәүләт машинаһынан да көслөрәк күрәһегеҙ, ә хәбәрсе әфәнде?! Етмәһә, ундай көнүҙәк мәсьәлә беҙҙең биш йыллыҡ пландарға ла керетелмәгәндә?!.
Тыңлаусылар гөж килде, этлекле хәбәрсе блокнотының икенсе битен асты — хис-тойғоларҙан алыҫ, эш менән мәшғүл, йәнәһе. Гөрзә йыландыҡылай теремек күҙе Димустандың торна муйынлы таяғына төбәлде:
-- Әйтегеҙ әле, зинһар, был сихырлы таяҡ тотҡаһындағы һын — боронғо ата-бабаларығыҙҙың торнаға табыныу билдәһеме?
-- Бөтәһенән дә бигерәк, быны минең шәхесемдең спортҡа табыныу ғәләмәте тип аңлау урынлы булыр.
-- 0, Ҡыҙыл башҡорт — спортсмен! Тотоп ҡына ҡарарға рөхсәт итегеҙсе сихырлы таяғығыҙҙы?
-- Рәхим итегеҙ! — Димустан таяғын урта биленән ҡармап, пропеллерҙай уйнатып юғары сөйҙө, нәүбәттәге мәкерен уйлап өлгөрмәгән хәбәрсе шул таяҡты һауала килеш тотоп алырға ҡулын һуҙҙы. Мәрәкәнең артабаны ысыны менән көләмәскә әйләнде: мәкерйән таяҡты шулай уҡ уйнатып ҡына услап алғайны, ҡапыл аһылдап, биле йыландай бегөлөп, таяҡ менән ҡуша ултыра тештө, янбашын тотоп ыңғырашты:
-- Уй хоҙайым!.. Билем-билкәйем!..
Димустанға этлексене күтәреп торғоҙошорға, машинаһынаса оҙатып ҡуйырға тура килде. Кисенә үк газеталар әкәмәт хәбәр баҫып сығарҙы: үҙе лә һиҙмәй Ҡыҙыл башҡорт өгөтөнә төшкән бахырҙың, большевистик таяҡ еле ҡағылып, радикулиты ҡуҙғалған, бер аҙнаға больницаға һалғандар. Был әкәмәт, моғайын, шулай уйын-көлкө менән онотолор ҙа ине, әгәр ҙә ки кордон аша гәпереүсе «Азатлыҡ» радиостанцияһы шуны башҡорт телендә хәбәр ҡылмаһа. Тапшырыуҙың магнитофонға күсермәһен Димустан баяғы сәйәхәтенән ҡайтҡас, эш вазифаһы рәүешендә ултырып тыңланы ла эсе ҡатып бер көлдө, ә ваҡиға үҙенә күрә бер легендаға әүерелде. Тик... хәҙерен һис тә көләһе килмәй, әллә ниндәй хис-тойғолар сырмалай. Йәшлектәге тилелектәре иҫкә килеп төшә лә асы үкенес баҫа, башы зыңҡып ауырта...
Уҡый башлаған ҡағыҙҙарын өҫтәлдә ятҡырып ҡалдырып, ярты ботлоҡ таяғын эләктерҙе – урам аша ҡусҡылланған Ленин баҡсаһында һауа һулап ҡайтырға самаланы...
Шул уҡ сәғәттәрҙәге Мотал иһә, бажаһының эш бүлмәһендә баяғы ике соҡортайҙы ҡаплағандан һуң, оторо кәйефһеҙләнеп, асыуын кемгә төшөрөргә белмәй ҡайтып инһә лә, ғәҙәттәгесә, тал баҙарылай иркен өйҙә үле тынлыҡ -- Мөхлисәһенең «Ярлауыҡ»тағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре...
Баҙлап янған зәңгәр утта кофе бешереп эсте лә атаһынан ҡалған иҫке күн тышлы диванға янтайҙы – таралған зиһенде йыйып алырға кәрәк. Әммә бер уй һис тә тынғылыҡ бирмәй, фекерҙәрҙе симәлтә -- Ҡыҙыл башҡорттоң Мөхлисәне теленән төшөрмәүе...
Мотал, хәтирәләрендә ойоп, күҙе эленеп китһә лә онотолмай -- өнө төшөнә күсеп, йәшлегендә тилерә.
Бына ул: Ҡыҙыл башҡорт тигән Димустан, ыҫпай хәрәкәт ҡылып, бәпембәләй һары сәсле Бәпембә-Мөхлисәне киноларға ҡултыҡлап йөрөтә башланы, тын кистәрҙә баҡсаларҙа күҙгә күҙ текләшеп ултырыуҙары йышайҙы. Бәләкәстән үк тәүфиҡлы ла итәғәтле тәрбиәләнгән Мотал, балалар йортонда сыныҡҡан сая әшнәһенән айырмалы булараҡ, уларға арҡыры төшөүҙән ихлас шыртлап, Мөхлисәгә булған тәүге хистәренән ваз кисергә -- күңеле төбөндә күмелдерергә тырышты, был ҡатмарлы тойғоларын һис кемгә белдермәне. Бара-тора уның күңел көҙгөһөндә икенсе тылсымлы йән — Йыһаниә нығыраҡ шәүләләнде, егеттең бар булмышын һис ашыҡмай, ярһытмай ғына биләне — әйтерһең дә, үҙ сәғәтен көттө сихри Ниагара шарлауығы.
Өсөнсө курсты тамамланғас, баяғыса, ауылға бер төҙөлөшкә китер алдынан, тантана йыйылышы булып, аҙағынан университеттың һәүәҫкәр артистары әҙерләгән ҙур концерт күрһәтелде. Ниндәй генә таланттар юҡ ине араларында! Әммә Моталды ысынлап тетрәткәне, күҙенән йәш килгәнсе һыҙланырға ла һоҡланырға мәжбүр иткәне — сәхнәләге ил инәһе Бәндәбикә менән Ерәнсә-сосәндең ялҡынлы бейеүе ине. Үҫәргәндең Һаҡмар — Эйек буйҙарында быуындан-быуынға өҙөлмәй һаҡланған гүзәл хикәйәтте ҡасандыр әсәһенән ишеткәне бар ине Мотал, шулай уҡ Ерәнсә-сәсән менән Бәндәбикәнең икеһенең дә тарихи шәхестәр булып, бөгөнгәсә Үҫәргәндә кәшәнә һәм ҡәбер таштары һаҡланыуын, эре ҡыҙыл кирбес стеналары башҡорт милли биҙәктәре менән семәрләнеп, өҫтөнә тупраҡ ҡорған өйөлгән «Бәндәбикә йорто»ноң — кәшәнәнең — ошо йылдарҙа ғына археологтар тарафынан ҡаҙып тикшерелеүен, унда, ысынлап та, заманында бик ололап ҡатын-ҡыҙ заты күмелеүе асыҡланыуын да газеталарҙан уҡығайны. Тик быларҙың береһе лә күңелендә ул тиклем үк тәрән эҙ ҡалдырмай, ғәҙәттәге иҫәпһеҙ күп мәғлүмәттәр йылғаһына ҡушылып ағып киткәйне. Ә сәхнәлә сәнғәт телендә һөйөклөһө тасуирлаған хәл-ваҡиға уға халыҡ тормошоноң ығылып киткән бер йылғаһын ҡайтарып, тулҡындарын ҡайнатты.
...Урал тауҙарында таң алды тынлығы. Һыйпап таң еле иҫте, таҡыябаш ҡурайҙарҙың көмөш суҡтарын һелкетте. Сыңратып, донъяның сихри ауазын уятты ҡурай моңо. Ҡарҙай ап-аҡ тирмәләрҙең береһенән шәкәрҙәй аҡ күлдәк кейгән, томандай аҡ бөркәнсек элгән талсыбыҡтай нәҙекәй билле ҡыҙ сыҡты, имән һынлы таҙа егет, ҡулдарын һоноп, ҡыҙ артынан уҡталды; һағыныуҙарын баҫа алмай, наҙлы моңға тулышып, таҡыябаш ҡурайҙар уратҡан аҡланды буйланыпар. Икеһе тиң бәхетле — туй күлдәге кейгән ҡыҙ менән егет.
Ҡапыл зил-зилә ҡупты, ерҙе-күкте саң баҫты, көслө дауыл тирмәләрҙе ҡуптарҙы, Көндөң йөҙө күмерҙәй ҡарайҙы, таҡыябаш ҡурайҙарҙың көмөш суҡтары һынып, ергә суп-суп ҡан тамды, аҡ һаҡаллы ҡарттарҙың уфтаныуы, ҡатын-ҡыҙҙар иңрәп ыңғырашыуы, бала-саға илашыуы, аһ-зар күмде донъяны; ҡара янып көйгән алыҫ офоҡ ситен ярһыу ат тояҡтары — яу һөрәне тетрәтте. Өҫтөндәге туй күлдәге дөрләп янған Бәндәбикә, яуға ҡаршы яу булырға саҡырып, ир-егеттәрҙе айбарлап, еҙ-ҡыңғырау зыңдың илде туплар телен ҡулына алды, дөм-ҡараңғы ерҙе нурлап, илде ҡурсалап, илбаҫарҙар йөрәгенә шом һалып, еҙ тауышлы оран телен ярһытып ҡаҡты ла ҡаҡты. Ил инәһе оранынан донъя кинәт тетрәне, Ерәнсә-сәсән айбарлаған сая яугирҙар сафы, һөңгөләрен тырпайтып, ҡара яуҙы ҡайтарырға утлы офоҡҡа олғашты; алда барған ил инәһе Бәндәбикә, нур сағылтҡан булат ҡылысын айҡап, һуғышсылар ҡорон яуға әйҙәне...
Йәшлек-йүләрлек тигәндәре шулдыр инде: был юлы ла Мотал сәхнәлә Ерәнсә-сәсән урынында үҙе булмағаны өсөн үкенде һәм, күҙҙәренән ил инәһенә һоҡланыуҙың татлы йәше ағып торған килеш, тамаша залынан сығып, июнь төнөнөң сихри тынлығына тапшырҙы татлы һағышын. Баҡса ҡуйыны һил-тымыҡ, хатта һандуғастар ҙа арып талған, университеттың ярым ҡараңғы актовый залының шаран асыҡ тәҙрәләренән иһә сәхнәләге йыр-моң дауамы өҙөлмәй, һауаны тибрәтеп ағыла ла ағыла. Мотал баҡса төпкөлөнәрәк үтте, төн тынлығын итәғәтле биләп тотҡан нәҙек кенә аҡ ҡайынды ҡосаҡланы. Уның күҙ йәштәре шундай эскерһеҙ һәм кенәһеҙ, һыҙланыуы шәкәрҙәй татлы ине. Бер ҡосаҡ аҡ сәскә өҙөп, төндө таңға ауыштырып, тынып ҡалған ятаҡханаға ҡайтты, вахтер ҡарсыҡ янынан ялмандай уҙып, үҙе йәшәгән үткелектән ике ҡатҡа юғарыраҡ, бығаса гел йөрәкһеп күҙәтеп йөрөлгән, әммә инергә йөрьәте етмәгән ишекте һаҡ ҡына тартты. Ғәжәп: егеттең йөрәк ҡағышын ишеткәндәй, шунда уҡ кемдер торҙо, ебәк күлдәк итәктәре иҫертеп ҡыштырланы.
-- Кем ул, Анечка, һинме? — тине сихырлы тауыш.
-- Йыһаниә, йәнем, ас әле, был — мин... — тине егет, йөрәге һурылып сығырҙай. Ҡыҙ өндәшмәне, кире китте. Ҡыштырлатып өҫтөнә кейгәне ишетелде.
-- Ғүмерҙә ҡыланмағаныңды... ни булды һиңә, Металл? — Паспортҡа яҙылған исеме менән ишек ҡыҫығынан ғына өндәште. Үреү белмәгән ҡуйы сәсе — Ниагара шарлауығы — төнгөлөккә артҡа ҡыҫып бәйләнгән, халаттың аҫҡы төймәләрө эленеп өлгөрмәгән...
-- Йыһаниә, беләһеңме, мин... Бына сәскәләр килтерҙем...
-- Тссс! Әйҙә, ипләп кенә үт.
Егет шыбырлауға күсте:
-- Йыһаниә... — Һулышы һулышын өттө.
-- Ин, тим бит инде! — Ҡулынан һөйрәп алып, ишек йоҙағын шытырлатып бикләне.
-- Их! Йыһаниәм минең, Йыһаниәм! — Мотал ҡыҙҙы аҡсәскәләр менән ҡуша үлтерә яҙып ҡосаҡланы.
-- Тссс! Ярамай! — Йоҡлап ятҡан әхирәттәре яғына ымлап күрһәтеп, ебәк таҫмалай һыпырылды Ниагара шарлауығы. — Кил, ултыр. Ни булды һиңә? Тссс, шаулама!
-- Мин һине беренсе курстан уҡ... — тип ҡайнар өнөн бөркөлдөргәйне Мотал, ҡыҙҙың яғымлы һалҡын усы ауыҙын томаланы. Маңлай сәсенән йомарлап, йәнә әхирәттәре яғына ымланы.
-- Әйҙә, тышҡа сығып һөйләшәйек. — Йыһаниә ҡапыл торҙо, ҡулынан услап-елтерәтеп, тәҙрә төбөнә килтерҙе, рамды һаҡ этеп асты. — Ипләп кенә шыл, мин — һинең арттан...
-- Алдамайһыңмы? Ысынлап та төшәһеңме? — Ҡыҙҙың ҡулын ебәрергә теләмәй, ялыныслы бышылданы.
-- Бар инде, төшәм, тинем бит инде. — Яурынынан йомшаҡ ҡына этәрҙе. Мотал, ергә нисек баҫыуын да белештермәй, йөрәге дөңк-дөңк ҡағып, бошоноп үргә баҡты. Әммә ҡыҙҙың яланғас оҙон аяҡтары ысынлап та табан терәр киртләс һәрмәп, уға яҡынлай ине. Бая ғына сәхнәнән шундай алыҫ, ҡул етмәҫ Бәндәбикә булып аҡылдан яҙҙыртҡан һомғол һынды үрелеп ҡосаҡланы...
Түңәрәк йәшел утрау булып Ағиҙел яры башында үҫкән ҡарт баҡсаға ашҡындылар, йәш сауҡалыҡ ҡосағында онотолмош аласыҡҡа йәпләнделәр. Алыҫтараҡ күк ситендә дуғаланған Ырымбур күперенән һирәк-һаяҡ машиналар елеп уҙа, Ағиҙелдең аҫта сағыл итәгенә аҡ ялдарын һуғыуы ишетелә.
-- Йыһаниә, ышанаһыңмы, мин һине беренсе күреүҙән үк яратып йөрөнөм бит. Ә бая сәхнәлә... Ниагара шарлауығым!..
-- Ышанам, ышанам, — тине Йыһаниә.
-- Һинән башҡа минең бер кемем дә юҡ.
-- Минең дә.
Икеһе тиң ғүмерҙәрендә тәү тапҡыр, егет менән ҡыҙ икәнлектәрен тойоп, тертләй-тертләй, эскәмйәлә ара ҡалдырып ҡына ултырған килеш, яурынға яурын терәшеп ҡосаҡлаштылар, янып барған сикәләрен бергә тоташтырҙылар. Ниагара шарлауығы шарлап һүтелеп китте, төпһөҙ даръя тәрәнлеге, егеттең һушын алып, сихырына донъяны күмелдерҙе, ике йөрәк дарҫлап ҡаҡҡан күктирмәнең суҡайында серле былбыл сут-сут йырын түгелдерҙе...
...Бәндәбикә булып бейеп һушын ала яҙған Йыһаниәне һандуғаслы баҡсанан оҙатып ҡуйғандан һуң йөрәк башын ауырттырып сирткән иң беренсе уй шул ине: уларға бына бөгөн үк, бер нисә сәғәттән һуң уҡ, аяныслы айырылышыу мәле янай түгелме? Сөнки ул — колхозға эшкә, ә Йыһаниә ҡатнашҡан һәүәҫкәр артистар төркөмө ауылдарға концерт менән сығып китергә тейеш. Мотал, паспортындағы исеме буйынса ҡоростай ҡаты Металл, ҡамырҙай йомшаҡланып, бүлмәләш иптәштәрен таң ҡалдырып, көпә-көндөҙ, һәр кем ҡабалан юлға әҙерләнгәндә, хатта өҫ-баштарын да һалмайынса, койкаһында йөҙ түбән ҡапланып ята. Эйе, ул үҙенә торорға, яҫтыҡ-йоҫтоҡтарҙы комендантҡа тапшырырға, йыйылыу урынына йүгерергә кәрәклеген яҡшы белә, әммә хәленән килмәй. Егет ғүмерендә тәү ҡат шундай һыҙлауыс менән тулышҡан йөрәген һығып тотоп, мендәргә батҡан ирендәре менән бер генә исемде шыбырлай: Йыһаниә, Йыһаниә... Донъялағы бар ауаздар шуның шаңдауында ғына ишетелә: Йыһаниә, Йыһаниә... Их һин наҙлы Ниагара шарлауығы, тылсымлы-ләззәтле тынлыҡ, тынлыҡлы шарлауыҡ, ниңә былай арбаның, — һөйөп-һөйөлөп йәшәүҙең серле ҡапҡаһын астың кинәт?.. Их, ниңә был мәл йөрәк өҙгөс, ҡотолғоһоҙ айырылышыу мәле менән тап килә? Ниңә?
Ул елтерәп барып ингәндә, актовый залдың сәхнәһендә, күсмә тормош рәүешен хәтерләткән ығы-зығы ҡубынып, ҡартәсәйҙәрҙекенә оҡшаш оҙон юл һандығына — декорацияларҙы, сумаҙандарға уйын кейемдәрен төйгөсләп тултыралар ине. Төн сыҡҡансы, нисектер, һурығып-ябығып киткән һымаҡ күренде Йыһаниә; өндәшеүгә тертләне, күҙҙәрен шар-асып баҡты.
— Уй!
-- Йыһаниә... мин һине эҙләнем.
-- Абау, — тине бер сәрелдәк ҡыҙ, — ҡайһындай ҙа ҙур хөрмәт: эҙләп йөрөгән имеш!
-- Вот так рост – настоящий Манара! – тип текләне бер мәрйәйәне, тел шартлатып, уның оҙон буйын һөмһөҙ күҙәмәләп.
-- Йыһаниә, ҡолағыңа ғына әйтер һүҙем бар...
-- Аһ, шулаймы ни әле? — Йыһаниә, уйынға һабыштырып, ҡолағын һоноп яҡынлағайны, егет уны ҡулынан ҡамтарып алды, сәхнә артына тартты.
— Ҡыҙҙар, йыбырламағыҙ, сумаҙандарҙы сығара башлайбыҙ.
— Ә һин унда иҙрәп йоҡлап китмә: Металл-Манараңдың муйынына аҫылын!
Мотал, ят күҙҙәрҙән ышыҡланмаҫ элгәре үк, һөйөклөһен биленән һығып алды.
-- Йыһаниәм минең, Йыһаниәм...
-- Аһ, ебәр, ҡабырғаларымды һындыраһың бит! — Ҡыҙ терһәге менән ауырттырып төрттө. — Ысынлап та Металл-Манара икәнһең, әй!
-- Йыһаниәм, беләһеңме, — егет йөрәк төбөнән шыбырлауға күсте, һулышы тамағын өттө, — һин бит минең берҙән-берем... иң-иң тәүгем... иң тәүге мөхәббәтем... һине генә теләйем...
-- Китсе! — Ҡыҙ уғата терһәк осон уҡландырҙы. — «Теләйем»гә ирек бирһәк, беләһеңме, загсһыҙ уҡ нимә менән бөтөрөн?
-- Һин минең бөтөн донъям, ғәләмем! Һин бит минең...— тамағына ялҡыны тамам ҡабып, һулышы ҡапланды.
-- Тилем... шашҡан Металл-Манарам... — Ҡолағына шыбырланы. — Ебәр, йәнем, аҡыллым. Ана киләләр, ебәр... Әйләнер ҙә ҡайтырбыҙ, көҙгә тиклем түҙ инде...
Иҙелбаш районындағы иң төпкөл ауылдарҙың береһендә эшкә егелде Моталдар. Ҡыҙыл башҡорт менән Бәпембә лә бар. Йор ауазлы тау йылғаһының яры башында уйынсыҡтай ғына ауыл, көллө тирә-яҡ — ҡарағай-шыршы ла сағыл, ә төндәрен студенттар ятаҡлаған таҡта түбәле мәктәптең баҡса артында ғына айыуҙар темеҫкенә. Көнө буйы ең һыҙғанып эшләйҙәр, кисен, бәрҙе-балыҡлы, һыуығы елеккә үткеле саф йылғала ҡойоноп сығып, тамаҡҡа ҡапҡылау менән үк, мәктәп ишеге алдында гөрләтеп уйын ҡороп ебәрәләр:
Эй ике гөл, ике гөл —
Ҡыҙыл сәскә, Бәпембә.
Верегеҙҙе берәү өҙһә,
Берегеҙ ҡалыр кемгә?..
Бәпембәнең оялыштан керпектәре һәленә, Ҡыҙыл башкорт иһә гөлтләп ҡабынырҙай ҡыҙара, әммә аяҡтары таҡмаҡ тәҡәтенә баҫыуын ғына белә. Һәммәһе — шат, һәммәһе лә бәхетле, тик Мотал ғына моңло. Төндәрен ул койкаһында шығыр-шығыр әйләнеп тә тулғанып, бер генә уй башҡара: бәлки, университет етәкселәре был районды, был ауылды концерт бригадаһының маршрутына индермәгәндер. Бәлки, иң аҙаҡҡы сиратҡа ҡалдырғандыр. Бәлки... был «бәлки»ҙе егет хатта күҙ алдына килтерергә лә ҡурҡа.
-- Йә, ни булды? — Ҡолаҡтарында кисәге шаян таҡмаҡ сыңлап торған Димустан, һаман уйын кәйефенән һүрелә алмайынса, шомтайып ҡалған дуҫын, тәүге күргәндәй, баштан-аяҡ күҙҙән кисерҙе. — Һуңғы көндәрҙә, тимме, аҡырайҙарың төпкә батып, муйының сүмес һабылай оҙонайып, балтаң һыуға төшкәндәй бәлйерәнең. Абау, әллә бер-берәй сир зәхмәте ҡагылдымы үҙеңә?
-- Сирҙең дә бына тигәне, — тине Мотал.
-- Кит, әй! Мәрйәләр тирәһендә сыуала инең.. әллә теге... ҡойроҡто бот араһына ҡыҫтырта торғанды эләктерҙеңме? — Бригадирҙың тел төбөндә хәүефле сиргә ишара.
-- Ни лыҡырҙайһың, ҡасан ҡайҙа барғаным бар?
-- Йә-йә, бөттө, дуҫтарса шаярып ҡына.
Һиңә рәхәт ул... — Мотал уның яурынға һалғап ҡулын алып ташланы.
Нимә рәхәт?
— Эргәңдәге Бәпембәне һыйпаштырып йөрөүе.
Ҡыҙыл башҡорт эскерһеҙ аптыраны:
-- Бына һиңә әкәмәт! Һин дә һыйпаштыр: аҙмы ни бында бәпембәләр ҙә розалар?
-- Бындағылары һинең үҙеңә ҡалһын. Ебәр мине, бригадир.
Ҡайҙа?
— Ете ер, ете диңгеҙ аръяғына. Ниагара шарлауығына...
Димустан шыйылдатып һыҙғырҙы, дуҫының маңлайын услап ҡараны.
—Туҡта, энем, һин әллә тилереп бараһыңмы? Бәлки, Ниагара урынына, бындағы берәй шарлауыҡ та ярап торор?
Мотал ҡулды этәрҙе.
-- Һиңә рәхәт...
-- Эйе, рәхәт! — тине Ҡыҙыл башҡорт, ҡапыл асыуланып. — Миңә бик рәхәт һеҙҙең менән, күрмәйһеңме ни? Бригадир булып бер көн генә әшләп ҡарасы үҙең! Һе, Ниагара шарлауығы кәрәк икән уға. Тапҡанһың ваҡыт!
-- Шунһыҙ мин кеше түгел.
Хәҙергә миңә кешелегең кәрәкмәй. Механизм бул, робот бул, теләһәң, әллә нимә бул — миңә тиҙерәк сусҡа һарайын төҙөп бөтөрөргә кәрәк.
-- Тимәк, беренсе урында, һинеңсә, сусҡа тора!
-- Бына ҡайҙа һуҡтыраһың — иң ауыртҡан урынға! — Ҡыҙыл башҡорт уттай ерән ҡаштарын емерелдерҙе. — Йә, әйтеп ебәр, ҡанһыҙ, башымды аша!
-- Әгәр ҙә һары сәслең яныңда булмаһа, һин дә башҡасараҡ һайрар, күҙеңде асыбыраҡ ҡарар, кеше ҡайғыһын сусҡа ҡайғыһынан айырыр инең.
-- Бына һиңә кәрәкһә, — тине Димустан. — Әйҙә, сыҡтыҡ, тышта көс һынашайыҡ!
Кәкре ҡайын төбөндә улар, аҡҡан һыуға текләшеп, оҙаҡ ҡына һерәйҙе.
-- Их һеҙ, уңмағандар, һөйләшә белмәйһегеҙ! — тип көйәләнде Димустан. — Йыһаниә менән һине әйтәм. Мөхәббәт мәсьәләһендә иң мөһиме, беләһеңме, нимә? Эште, тәүге үбешеүҙән үк, теүәл иҫәп, айыҡ аҡыл менән көйләп ебәреү, сәғәт механизмы һымаҡ яйға һалыу! Бер-береңдең һәр аҙымы, һәр һулышы алдан уҡ билдәле булһын, көтөлмәгәнлек факторына, стихиялылыҡҡа юл ҡалмаһын. Бына шул саҡ һинең һымаҡ юҡҡа һыҙып йөрөүселәр ҙә бөтөр.
-- Мөхлисә менән һеҙҙең аралар шундай шәп тип әйтмәксеһеңме?
-- Шәплеген билдәләү хәҙергә минең бурыс түгел. Әммә шуны әйтә алам: беҙҙең мөхәббәт хронометрының уҡтары тайпылышһыҙ. Уларҙы икебеҙ тарафынан алдан уҡ билдәләп, көйләп ҡуйған иң теүәллекле сәғәт механизмы йөрөтә!
-- Ҡара уны, сәғәтеңдең йөрөткөсө йә тутығып, йә өҙөлөп ҡуймағайы! — Мотал ҡырыҫланып ситкә ҡайырылды.
-- Рәхмәт, кәңәшеңде тотормон. — Ҡыҙыл башҡорт та ҡуҙғалды. — Тик шулай ҙа изге Ниагара шарлауығыңа табынырға барыу өсөн сусҡа һарайының түбәһен япҡасыраҡ бер мәл һайлаһаң ине. Ҡалғанын беҙ һинһеҙ ҙә...
Мотал уныһын көтмәне – иртүк тороп, оло юлға йүгерҙе. Бүрәнә ташыусы машина ғыжылдап килә ине.
Йыһаниәне ул, әлбиттә, тәүҙә күрше леспромхозғаса әлеге машинала барып, район үҙәгенәсә утыҙ саҡрым тау юлын осраҡлы ылауҙарҙа үтеп, ҡалағаса самолетта осоп, унан поезға ултырып, поездан автобусҡа күсеп, әллә ҡайҙан, алыҫ Танып буйҙарынан юллап табырға әҙер ине. Әммә яҙмыш тигәнең аяуһыҙ ғына түгел, миһырбанлы ла икән. Бер кис ҡунып китеү өсөн район үҙәгендәге ҡунаҡхана ишеген асып инеү менән үк ике күҙе шар булды: коридорҙағы сатнаҡ көҙгө ҡаршыһында, бөгәренә уралырлыҡ тығыҙ сәс йылғаһын тағатып ебәреп, Ниагара шарлауығы үҙе тора! Көҙгөлә күҙҙәре осрашып, әйләнеп ҡарағайны, икеһенең дә йөрәк төбөнән башҡаларға аңлайышһыҙ бәғер ауазы сыҡты:
-- Һинме ни?!
-- Мин!
Һулыштары ҡыҫылды, ҡолаҡтары шауланы, Ниагара шарлауығы донъяны томаланы... Үҙҙәре генә түгеллеген, нисәмә-нисә күҙҙәр төбәлеп торғанлығын ҡапыл иҫкә төшөрөп, ҡулдарын яҙлыҡтырҙылар, ғәйепле йылмайышып, ҡунаҡхана мөдиренә боролдолар.
-- Ғәфү итегеҙ, апай, был — кейәүем минең... — тине көтмәгәндә, азаматының мейеһендә шашҡын сатҡы баҙлатып, алсаҡлығы тышына сыҡҡан Йыһаниә.
-- Рәхим итегеҙ, рәхим итегеҙ! — Хужабикә өтәләнде, йәһәт быларҙы ҡалдырҙы...
Йыһаниәнең уйламай әйткән шаян һүҙе төбәк ҡунаҡханаһында загс танытмаһылай тәьҫир итте: «хәләл ефеттәр» өсөн шунда уҡ ниндәйҙер «оло ҡунаҡ» өсөн тәғәйенләнгән люксты бирҙеләр. Йыһаниә менән Мотал, абайламай шул тиклем ҙур ҡиәмәт ҡуптарыуҙарынан уңайһыҙланып, ҡырҡа баш тартһалар ҙа, «оло ҡунаҡ» үҙе килеп етеп, мин дуҫтарҙың береһендә урынлаштым инде тип, ғашиҡтарҙы күндерҙе...
-- Ниңә улай алабарманланып сығып киттең? — тине Йыһаниә, уның сикәһенә сикәһен ҡуйып, танһыҡтары бер ҡанғас.
-- Һағындым. Һинһеҙ артабан бер секунд та йәшәй алмаҫ хәлгә еттем.
-- Иҫәрем минең, иҫәрем! — Сәстәрен һыйпаны. — Ваҡытты шулай секунддап һанайҙармы ни?
-- Һинһеҙ секунды ла миңә йыл кеүек.
-- Туйырһың.
-- Йәшәүҙәнме?! Һин минең бөтә донъям, ғәләмем!
-- Уй иҫәрем, — тип көлдө Йыһаниә. — Ә һин үҙең минең өсөн кем икәнеңде беләһеңме? Мин дә бит ҡуйыр концерттарымды ҡалдырып сығып киттем — һине Һары аждаһа йотоп ҡуймағайы тип ҡурҡтым.
-- Ниндәй һары аждаһа?
-- Үҙеңдең кемгә күҙең аҡайып йөрөгәнде белмәйҙәр тип уйлайһың...
Егет ҡапыл һиҫкәнде, тороп ултырҙы.
-- Юҡты һөйләмә, Ниагара шарлауығым!
-- Бөттө-бөттө, уйнап ҡына әйтеүем. — Яурынынан тартып үҙенә ылыҡтырҙы. — Ят инде... Хәҙер мәңге минеке булдың, инде.
Мотал саҡ иҫенә килеп һөйләнде:
-- Беҙҙең дә бәпесебеҙ булыр, эйеме?
-- Булыр, булыр...
-- Йыһаниәм, ысынмы, ысынмы?
-- Әгәр белгең килһә, ошо минуттарҙа мин — һөрөп-тырматып ҡуйылған, орлоҡ ҡына көтөп ятҡан яҙғы баҫыу кеүекмен...
Мотал, әйтерһең, ылғый нурға тулышты, ҡолаҡтары шауланы.
-- Ҡыҙыбыҙ булһа, беләһеңме, кем тип ҡушасаҡбыҙ?
-- Үҙең һымаҡ, берәй сыңлы тимер-томор исемелер. Металл балаһы нисек ағас-таш булһын.
-- Долой тимер-томорҙары! Беҙ уға Ниагара тип ҡушасаҡбыҙ!
-- Ә улыбыҙ булһа, Ҡорос тимпе? — Йыһаниә кеткелдәне.
-- Юҡ, беҙ уны ла һиңә оҡшатып атарбыҙ. Йыһан булыр исеме.
-- Әйтерһең инде тағы. Икеһе лә миңә генә оҡшарға тигәнме ни?
-- Бөтә донъя һиңә оҡшарға тейеш. Һин -- донъяларҙың донъяһы, үҙәге!
Тәҙрәләргә таң һарыһы сайпылғас, татлы йәшәү ләззәтенән талсығып, күҙҙәре йомолғайны.
Мотал оло хәүефләнеп уянды.
-- Йыһаниә, беләһеңме, миңә нисек ҡурҡыныс?!
-- Ә? Ниндәй ҡурҡыныс? — Йоҡоһо кинәт осоп, башын мендәрҙән айырҙы. Егет уға текләп ултыра ине.
-- Һине мәңгегә юғалтырмын тип ҡурҡам...
-- Тилекәйем минең, мин һинән бер иле лә айырылмам!
-- Шулай ҙа, иртәгә үк район загсына барып, эште нығытып ҡуяйыҡ. — Мотал кипкән ирендәрен яланы.
-- Бәй, әллә һин дә ҡағыҙ ҡоло булып бараһың инде?!
-- Беҙ хәҙер икебеҙ — бер йән, мин закон ҡаршыһында рәсми яуаплылыҡ йөкмәргә тейеш. Буласаҡ йән хаҡына...
-- Һе! Ҡайғырма, буласаҡ йән хур булмаҫ. — Серле ябайлығы менән тилертеп ҡосаҡланы, һушты алды Ниагара шарлауығы...
Ә шунан һуң... шунан һуң...
Ах, эйе: теге, дүртәүләшеп, баш ҡаланың Ағиҙел яры буйында кәмәлә йөрөү, кәмәләре түңкәрелеү... Һаҙ биҫтәһе бәндәһенең ишкәктәрен йөкмәп алып ҡасыуы... Батып барған Йыһаниәне — Димустан, ә Металды... шәлкем сәсенән услап тотоп Мөхлисә ҡоткарып ҡалыуы... Әммә төптәнерәк уйлап ҡарағанда, барыһы ла бына ошо Ҡыҙыл башҡорттоң йүнһеҙлегенән килеп сыҡты түгелме? Ағиҙелдә елеп барған, бәхет менән тулы йәшлек кәмәләрен әгәр ҙә ул алйоттарса һыуға түңкәрелдертмәһә?!.
Аяғы ҡаймыҡҡан Йыһаниәне күмәкләшеп травмопупктҡа илткәйнеләр, унан тура больницаға һалдылар Ятаҡханаға ҡайтып йығылған Моталдың да тәне уттай ҡыҙышып, таңғаса һаташып сыҡты. Уны ла «тиҙ ярҙам» машинаһы алып китте — һыуыҡ үтеп үпкәһе шешкән, тинеләр. Шулай итеп, икеһе тиң хәстәханаға эләкте...
Хәл белергә йә Димустан, йә Мөхлисә сиратлап йөрөнө, Йыһаниәнән — Моталға, Моталдан — Йыһаниәгә сәләм ташыны. Икенсе аҙна тигәндә, егеттең һулышы тигеҙләнеп, күҙҙәре асылып, палатаның ялҡытҡыс тоташ аҡлығында иғтибарына Бәпембәнең сағыу-һары башы, ҙур асылған болан күҙҙәре салына, сыңратып көлөүе йәнгә үтеп инә башланы. Ҡыҙый үҙе лә, әллә шуны һиҙепме, килгәне һайын уғата матурлана, алсаҡлана бара ине. Бер көн ул ҡояштай балҡып бешкәп әфлисундар алып килде, сағыу-һары бәпембә башлы зифа һынын борғоландырып Моталдың койка ҡырыйына ултырҙы, яғымлы шыма ҡулдары менән ауырыуҙың башын ҡалҡыта биреп, мендәрен ҡабартып һалды, шул саҡ уның тығыҙ тирткән түш йомролары төртөлөүҙән егетте иҫәңгерәтте... Эскерһеҙ студент яңылыҡтарын тирә-тирә, Бәпембә ҡояштай әфлисунды сәскә һымаҡ асылдырып әрсене, итләс-һутлы бүлкәләрен, берәмтекләп айыра-айыра, егеткә һоғондорҙо.
-- Үҙең ҡап, үҙең! — тине Мотал, әсәһенә иркәләнгән малайҙай алсаҡланып.
-- Бына һиңә кәрәкһә, мин — ауырыу түгел бит!
-- Мин дә ауырыу түгел!
Ҡыҙ, күрше койкаларға күҙ ҡырын һирпеп, ауыҙ эсенән генә һығылып көлдө, моғайын, был минуттар уға ла ғәзиз ине.
-- Үҙ күстәнәсен ашаған кешене эт тешләй, ти торғайны минең әсәйем.
-- Уның ҡарауы оҙон ғүмерле була, һөйгәне менән ҡауыша, тиҙәр ине беҙҙең яҡта.
-- Бына нисек? Эт тешләһә тешләһен былай булғас, хәл иттек! — Ҡыҙҙың маникюрлы нәфис бармаҡтары әфлисун бүлкәһен алһыу имнек яҡҡан нәфис ирендәре аша нәзәкәтле оҙатты. — Булды, инде быныһы — һиңә! — Ҡуш бүлкәнең икенсеһе егет теленә ятты. Ана шулай уйнай-уйнай, «ялт!» иттереп ҡуйҙылар. Ҡыҙ китергә йыйынды:
-- Йә ярай, иҫән-аман булып тор, Металчик-Манара.
-- Саҡ ҡына ултыра бир инде, миңә бында күңелһеҙ. — тине Мотал.
-- Әл дә оҙаҡлап ҡалдым. — Бәпембә, ауыҙын үпкәле бүлтәйтеп, сәғәтенә ҡараны. — Ниагара шарлауығың килеп инеп, йөрәге ярылыр, тағы.
Мотал һиҫкәнеп ҡыҙарҙы: әфлисунга мауығып, Йыһаниәнең хәлен дә һорашмаған.
-- Больницанан сыҡтымы ни ул?
-- Бөгөн сығаралар. Сығыуы менән һиңә киләм тигәйне, тап ошо сәғәттәрҙә...
--Бына нисек.
-- Эйе. — Мөхлисәнең тауышы һалҡынайҙы. — Ҡултыҡ таяғы менән ҡыбырлаһа ла. Беләһеңме, һинең менән минең хаҡта әхирәт ҡыҙҙары уға нимә еткергән? Имеш, Манара һыуға батып бара, тигән булып, — ҡыҙ ауырыуҙың түбә сәсен туҙғылдырҙы, — мин һинең ошо флюгерыңа йәбешеп, һыу тебөнән үҙемдең буласаҡ кейәүемде тартып сығарғанмын...
-- Һе! Кем тирә ул ғәйбәтте?
-- Һүҙ — эйәһе менән йөрөмәй, үҙең беләһең, алтыным. — Мөхлисә тәүге тапҡыр тап бына ошонда уға «алтыным» тип өндәште. — Юҡҡа иҫең китмәһен — төкөр танауҙарына! — Егетте мендәренә ипләп кенә ятҡырҙы. Ҡапыл башы зыңлап шаулаған йән эйәһен уғата албырғатып, бүртек ирендәре менән маңлайынан супылдатып сығып китте.
-- Ана, Ниагара шарлауығыңдың ҡултыҡ таяҡтары туҡылдап килә. Тиҙерәк терелеп сыҡ, Йыһаниә әхирәтемде рәнйетмә! — Һуңғы һүҙҙәренең айышын, күппе генә уйлаһа ла, төшөнөп бөтә алманы. Сөнки форсат та ҡалманы — һыңар аяғы бала ҡәҙәре итеп биләүләп гипсланған Йыһаниә тайпаңдап килеп инде.
-- Һаумы, йәнем!
-- Һаумы, Йыһаным-донъям! — Мотал, ҡалҡына биреп, тағы ла нимәлер, — бик ҡәҙерле һүҙ! — өҫтәргә иткәйне лә, күҙҙәре шар асылып уға текләп ҡатҡан Ниагара шарлауығының ҡулындағы тоҡсайы төшөп китте, тоҡсай төбенән ике һап-һары ҡояш — әфлисун — икеһе ике яҡҡа күрше койкалар аҫтына тәгәрләне. Ул йылдарҙа цитрус емештәре беҙҙә бик һирәк ҡунаҡ ине, шуға күрә Мотал ике әфлисундың үтә лә ҡиммәтле бүләк — больницала ятҡанында һөйгәненең үҙенә килтерелгән күстәнәстәр икәнлеген, Йыһаниә шуларҙы, ашамайынса һаҡлап тотоп, бында алып килгәнлеген аңланы. Йөрәген төптән семтеп һыҙлатҡан ошо хистән айнырға ла өлгөрмәне, Йыһаниә, ике усы менән күҙҙәрен ҡаплап, ҡултыҡ таяҡтарын шалтыр-шолтыр ҡолатып, үкереп илап ебәрҙе.
-- Йыһаниәм, ни булды?!
-- Юҡ-юҡ, булманы! — Ул, койка арҡаһына тотоноп, ырғый-һикерә килеп етте, ҡалҡына башлаған Моталды ике яурын башынан баҫып ятҡырҙы. — Бер нәмә лә булманы, йәнем, ғәфү ит. Әллә ниңә күңелем тулышып торасы... — Йыһаниәнең күҙе тумбочкала ятҡан, сәскә һымаҡ итеп асылған әфлисун ҡабығын һәрмәне лә, әйтерһең, һүрелеп тоноҡланды. — Үҙеңде килеп күреү форсатын әле яңы ғына алдым — гипслап ҡайтарҙылар, — тине.
-- Һөйәге именме һуң?
-- Саҡ ҡына сатнаған, ләкин ҡурҡыныс түгел. Үҙеңдең хәл нисек һуң, арыумы?
-- Арыуланып барам инде, кризисты кисерҙем.
-- Ҡасан сығаралар?
-- Киләһе аҙнала, тип торам.
-- Ярай, ғәфү ит мине, мин ҡайтайым инде. Тышта такси көтәлер. Тиҙерәк төҙәлеп сыҡ.
—Дуҫ-иштәргә сәләм әйт!
-- Әйтермен. -- Таяҡтарын туҡылдатып сығып китте, Мотал иһә һаман һушын йыя алмай аҙапланды: Ниагара шарлауығы ниңә былай бик бойоҡ һәм... һыуыҡ?..
Палаталаш күршеләре янына килеп баҫты, иҙәнгә тәгәрләгән ике әфлисунды, үрелеп алып, тумбочка өҫтөнә ҡуйҙы.
-- Их һин, бешмәгән йән, ошондай ҙа хоҙайбикәне илатырға яраймы ни!
-- Минең ни ғәйебем бар?
-- Ғәйебең ана маңлайыңа яҙылған! — Көҙгө киҫәге килтереп баҡтырҙылар. — Күр, ни ҡылығың был?! Ошондай ҙа һылыубикәне һары башлы ҡурсаҡҡа алмаштырҙың!
Эс-бауыры «жыу!» итеп, Мотал күҙҙәрен йомдо: маңлайына Бәпембәнең алһыу ирендәре мөһөрләнгәйне...
Ниагара шарлауығы шунан һуң ҡабат килмәне: аяғы төҙәлгәнсе, ауылына ҡайтып киткән, тинеләр. Мөхлисә менән инде тегеләй ҡыланманы, быны ҡыҙ үҙе лә һиҙҙе, мәгәр уға иғтибарын һүрелтмәне. Хәйер, больницанан сығырға ла аҙна араһы ғына ҡалғайны бит. Тап ошо аймылыш көндәрҙән Мотал ҡулында, йәшлегенең дыуамал сатҡыһы булып, дәфтәр битенә ашыҡ-бошоҡ сыймаҡланған яҙыу ғына тороп ҡалды: «Һинең өсөн мин юҡ — теге көндә үк даръяға батып үлдем. Баш осомда ултырып ясин сыҡма, онот». Ҡултамға. Һәм аҫта, йәнә ҡабат уйланғандай, эре хәрефтәр менән өҫтәп ҡуйылған: «Минең өсөн һин бөтә үткәнем булдың. Ә мин үҙем менән бергә һинең килер көндәреңде алып китәм, эйе».
«Килер көндәреңде...»
Хәтерҙә: был юлдарҙы уҡығас, теге саҡта район ҡунаҡханаһында эштәр тәрәнгә киткәнлекте хәтерләп, ирҙәр үҙһөйәрлеге ҡуҙғалып, ошонан һуң минән башҡаны таба алырһыңмы икән, ҡыҙыҡай, тип, Мотал көлөп ҡуйғайны: «Туҡта, балам, терһәктәреңде тешләрҙәй үкенеп, шул саҡтағынан да былайыраҡ йөрәкһеп, илай-илай үҙең эҙләп килерһең, аягыма йығылып ғәфү үтенерһең. Тау — Мөхәммәткә түгел, ә Мөхәммәт тауға барған!» Ләкин ғорурлыҡ тигән нәмә икеһендә лә самаһыҙ булып сыҡты — теге саҡтағы бер-береһен йән атышып барып табышыу инде ҡабатланманы, һыуҙар кирегә аҡманы. Йөрәктәрҙе аҡрынлап әллә мүкме, әллә алтын сөрөкме баҫты. Вуздан академик ял һорап алып, билдәһеҙ яҡҡа китеп олаҡҡан Йыһаниә шунан аҙаҡ бер йыл үткәс тә, унан һуңғы йылдарҙа ла Моталдың ғүмер офоғона кире әйләнеп ҡайтманы...
Ошо минуттарҙа, Мотал йәшлек үткәндәрен уйлап өҙгөләнгәндә, уның йәшлек дуҫы Ҡыҙыл башҡорт нимә кисерә икән һуң?..
Ул да, ул да...
Димустан баҡсала гиҙә, торна муйынлы таяғын әле бер, әле икенсе ҡулында пропеллерҙай зыр-әйләндереп, ағас араларындағы әҙәм аяғы баҫмаҫтай һил-тыныс һуҡмаҡтарҙан яңғыҙы гиҙепме-гиҙә. Юҡ, һис тә яңғыҙы түгел, ә йәшлеге-тилелеге бара йәнәшәһендә... Тиле генә түгел – аяныслы, шуға күрә Димустан уны иҫкә төшөргөһө килмәй, хәтеренән ҡыуалай. Сөнки мейеһенә зыңҡып керҙеме – йөрәген бөткөһөҙ һары һағыш, һыҙланыу һулҡылдата. Шуға күрә уның асы иҫтәлеген үҙебеҙ бәйәнләйек.
Мотал дуҫының Йыһаниә менән аралары өҙөлөүҙең тап икенсе йылы ине. Димустандар ятағындағы бер егет Мөхлисәләр ятағындағы ҡыҙ менән өйләнеште. Туйҙары гүзәл Ағиҙел ярының башында – ошо Ленин баҡсаһындағы йәйге кафела гөрләп үтте. Димустан, әлбиттә, Мөхлисәһе менән бергә атап саҡырылғайны. Ләкин яҙмыш тигәнең шуҡ этләшә бит: табын ҡырындағы Мотал урыны, әллә осраҡлымы, әллә юрыймы, тигәндәй, Бәпембә янына тап килде. Ҡыҙҙың икенсе яғынан Димустанға ла урын ҡалдырҙылар: комсомол активисы, ниндәйҙер ашығыс эш сығып, һуңлабыраҡ килә, тип аңлаттылар. Мөхлисә, ҡәҙимгесә шаталаҡланып: «Буласаҡ кейәүем килгәнсе, һин минең буласаҡ кейәүем булып торорһоң, ухаживаты итерһең, йәме?» — тип табын яңғыратып көлмәһенме, сағыу-һары бәпембә башын әүештереп Моталға. «Ҡурҡма, условно ғына бит!» -- тигәсе ни, быныһы «йә» тине, шаян уйынды ирмәкләп табын көлдө, шуның менән уйын да бөттө һымаҡ. Тик Димустан туй уртаһында ла, аҙағында ла мәжлескә морон төртмәгәс, Моталға, баяғы «условный ғына» уйынға буйһоноп, Бәпембәнең «буласаҡ кейәүе» ролен аҙағынаса үтәргә тура килде... Туй ҡыҙа, ә Мөхлисә, тәүҙә һиҙҙертмәһә лә, ваҡыт үтә барған һайын, энә өҫтөндәге һымаҡ ултыра, әленән-әле ҡул сәғәтенә куҙ һала. Димустандың урыны буш ҡалыуҙан үртәлеп, буғай, бернисә бокалды егеттәрсә төп күтәреп ҡапланы, ике сикәһе утланып, ултырғысын Моталғараҡ шыуҙырып, һырлығыбыраҡ ултырҙы. Сөм-һары сәс бәпембәләре егеттең битен ҡытыҡлап, әллә ниндәй хистәргә юлыҡтырҙы, ә ҡыҙ иһә Димустан менән үҙе тураһында, Йыһаниә тураһында ҡолаҡҡа яҡмаған серҙәр һөйләп үртәне. Тора-бара үҙе менән Мотал тураһъгада ғына ләпелдәүгә күсте. Мотал да ярайһы уҡ ҡыҙып алғайны; Мөхлисәнең һармаҡлығына тәүҙә әллә ни иғтибар итмәһә лә, һуңға табан ҡолаҡ һала, хатта ҡыҙығып тыңлар хәлгә лә етте. Аҙаҡтан үҙ ҡылыҡтарын аҡлап фекерләүенсә, был төндә ул нисек тә ҡыҙҙың күңелен төшөртмәҫкә, дуҫының юҡлығын тойҙортмаҫҡа тырышты, буғай, тырышыуын... Тик Бәпембә, көтмәгәндә, Димустанды хурларлыҡ һүҙҙәр әйткәс, дуҫын аҡлап кәлимә өн ысҡындырманы... Һылыуҡай, уның һайын осоноп, уны тышҡа саҡырҙы, сыҡҡас, Манарам да Манарам, тип, муйынынан һығып ҡосаҡлап алды: «Яратам мин киршәүҙәрҙе, һинең шикеллеләрҙе!» — тине. Мотал һулыш алырға ла өлгөрмәне: «Больницала ятҡаныңда уҡ муйыныңа һарылырға ине иҫәп, Металчик-Манараҡайым!..» — тип тә өҫтәмәһенме. Ҡыҙҙың күкрәк йомроларының шундай танһыҡ тиртеүлеге төртөлөүҙән һулышы томаланды, тәне буйлап утлы энәләр үтте — Йыһаниәнән һуң бәхет юҡтаған һәм һыуһаған йәш тәбиғәт үҙенекен итте. Ә Бәпембә, ошоно ғына теләгәндәй, уғата шаталаҡланды, осондо:
—Һин минең буласаҡ кейәү бурысыңды аҙаҡҡаса үтә инде, йәме! — тип, ҡолагына ҡотҡоло бышылданы. Тын да алдыртмай, шаулы түңәрәккә бейергә һөйрәкләне.
Талғын ғына көйгә ойоп, оҙаҡ тирбәлде улар. Ебәк күлдәк үтә ҡыҙҙың нескә билен тойомлаған егет аҡылын юйҙы...
Мәжлес таралышҡанда, һәммәһе лә тип әйтерлек ҡыҙмасараҡ йәмәғәт, үҙҙәренән-үҙҙәре бер-береһенә һырлығып, парланып та өлгөрҙөләр. Парһыҙҙар иһә бер ситкәрәк һирпелеп, һәр ҡайһыһы үҙ юҫығына ыңғайланы. Ә төп төркөм баҡса буйлап ағылды, был теҙмәлә Мотал менән Мехлисә лә бар ине. Аллея осона сыға килә төркөмдәр шыйыҡланды — төн ҡосағында берәм-һәрәм ирене. Хәйләкәр яҙмыш ҡараңғыла Мотал менән Мөхлисәнең икеһен генә ҡалдырҙы.
-- Буласаҡ кейәү, әйттем бит, бурысыңды аҙағынаса үтәп бөтөр!—тип, нисектер бәлйерәп йомшап киткән кәүҙәһен уның беләгенә аҫылындырып, самаһыҙ ҡысҡырып көлдө ҡыҙый.
-- Ни эшләйем икән һуң?
-- Аһ, бешмәгән! Мине илтеп ҡуй.
-- Киттек һуң.
-- Ҡайҙа?
-- Дөйөм ятаҡҡасы.
Ҡыҙ ҡысҡырып көлдө. Кинәт асыуланып, ҡулын өҙә тартып алды.
-- Юҡ, мин унда ҡайтмайым! — тине, ҡапыл текә-турайып, һынын ҡатырып, осло үксәләре менән урам уртаһынан шаҡ та шоҡ баҫып, яр буйындағы ағас өйҙәрҙең береһенең ҡапҡаһына ыңғайланы. Егет йүгереп ҡыуып етте, ҡабат ҡултыҡлап алды.
-- Әһә, үҙ бурысыңды онотмайһың икән әле, — тине ҡыҙ, туҙғаҡ башын егет яурынына һалды.
-- Ҡайҙа барабыҙ?
-- Әйҙә, бешмәгән, барғас күрерһең!
— Шулай ҙа кем ҡапҡаһы был?
Ҡыҙ ҡапҡа ҡағыуҙан туҡтап, күҙҙәренә ҡараны:
-- Әһәәә, шөрләйһеңме?
-- Таптың шөрләр кешене! — Егет, ярһып, ҡапҡаны ҡуш йоҙроҡлап төйгөсләне.
-- Үәт был — минеңсә! — тине Бәпембә. Ихатала ишек шығырланы.
-- Атай, һинме был? – тине ҡыҙ бала тауышы.
-- Атайың ат һуғарып йөрей, ә был — беҙ! Ас ишегеңде!
-- Аһ, Мөхлисә апайым, һинме ни? — Келә шылтылдап ысҡынды. — Атайым менән әсәйем баҡсаға киткәйне, әллә шулар ҡайтып төштөмө тип торам. — Ун өс йәштәрҙәге ҡыҙыҡай тәтелдәп ҡаршыланы.
-- Беләм уларҙың өйҙә юҡлығын, — тине Мөхлисә. — Һиңә яңғыҙыңа ҡурҡыныс булмаһын тип, бына икәүләшеп килдек, һеңлекәйем.
-- Ах, әллә .буласаҡ еҙнәйемме? — Ҡыҙый ҡыуаныслы сыйнаны.
-- Тап үҙе. Эш үтмәҫ борон, билбауына тотоноп ҡал: үҙеңә кейәү һабыны менән көҙгө бирергә онотмаһын.
-- Әһәлүк, туйығыҙ ҡасан була?
-- Һин туйҙы ҡайғыртма, ә хәҙер үк беҙгә урын йәтешлә. Еҙнәйеңде күрмәйһеңме ни, аяғында баҫып тора алмай.— Иркен таҡта верандала туҡталдылар.
-- Урынды ҡайҙа һалайым: бындамы, өйгәме?
-- Ошонда һал.
Ҡыҙ киҫәге, ниҙер белергә тамшанып, бер урында тапанды.
-- Апай...
-- Әлбиттә, айырым һал. Буласаҡ ҡына еҙнәй бит әле ул, үҙеңә кейәү кеҙгөһөн дә бирмәгән.
-- Бында карауат берәү.
-- Булһа һуң? Беребеҙгә — карауатҡа, икенсебеҙгә иҙәнгә йәй. Ҡана, үҙем ярҙамлашайым. Еҙнәй кешенең һөйәге ылғый металдан: иҙәндә аунаһа ла, арҡаһы һынмаҫ әле. Исеме лә уның Металл.
...Күҙҙәре эленеп барғанда, һары башлы Бәпембәнең туптай тығыҙ күкрәк баҫымын тойоп, һиҫкәнеп уянды егет, ҡырт әйләнеп, үҙен эҙәрлекләүсеһен ҡосағына йомарланы... Мейеһен кескәй генә йәшен ләүкетте: Димустан. Әммә икенсе секундта уҡ үткер сатҡы һүрелде, тупаҡланды — дуҫлыҡ хаҡын онотторҙо: сая һылыу бер унан ғына ҡалмағандыр, тимәк, бөгон миңә сират, тип, ҡомһоҙлоғон йүгәндән ысҡындырҙы...
Таң беленер-беленмәҫ айнынылар, тороп ултырҙылар.
Мейе сатнай, тамаҡ буйлап Ҡараҡомдоң сәмум еле һыҙырған... Мөхлисә башын тотто, аҫтындағы шикле алһыуланған аҡ бүреаҫтынаны11 (простыняны) йомарлап тотоп, үкереп илап ебәрҙе:
-- Манара! Ҡайҙа бәреп кергәнеңде белдеңме һин, Манара?!
Мотал да, үтә һуңлап, мөшкөл хәлде төшөндө: дуҫы ғәфү итмәйәсәк!.. Бөгөлөп һулҡыған Бәпембәне йөнтәҫ күкрәгенә ҡыҫып, һөйөп-һыйпап йыуатырға кереште. Тегеһе, һулҡылдауын тыя алмай, саҡ кейенеп, алһыу таплы простыняны йомарлап тотҡан килеш, сығыу яғына шылды.
-- Туҡта, быныһы иимәгә? Ҡалдыр! — тине Мотал, йомарлаҡты ташлатырға итеп.
-- Әллә күҙең һуҡырайҙымы, кейәү, көҙгөһөҙ кейәү? Башҡалар ҙа күрһен, тиһеңме?!
Ҡапҡанан шым ғына тайғас, Мотал үпкәләп алды:
—Ниңә төндә мине «Ҡыҙыл башҡорт» тип дөмбәҫләнең? Әллә төшөңдә күрҙеңме?
Иламһырап барған ҡыҙҙың һыны ғорур турайҙы:
—Шул кәрәк уға, бешмәгән Ҡыҙыл башҡортҡа! Кисәге туйҙан һуң беҙ ҙә уның менән загсҡа барырға тейеш инек. Вәғәҙәләр бирешкәйнек. Бына кәрәген алды. Дөрөҫөрәге – һин алдың... ҡыҙлығымды!
Мотал такси аулап интеккән арала, Мөхлисә ҡайҙалыр ғәйеп булып өлгөрҙө, һаман иҫенә килә алмаған егет, башы зыңҡып, урам буйлап уны шаңҡып эҙләй-эҙләй, йәйәү ҡайтты.
Койкаһында үлектәй һуҙылып ятҡанда, яурынынан ҡаты һелкетеп торғоҙҙолар:
—Буласаҡ хәләл ефет, кәләшең күперҙән осҡан! -- Моталдың күҙҙәре аларҙы.
— Ҡурҡма, һыуһылыуға әйләнергә өлтөрмәгән – һөйрәп сығарғандар. Һине вузкомском секретары саҡырта.
Был сәғәттә вуз комсомол комитеты секретары үҙенә буйһонған факультет секретарын, йәғни үлектәй төҫө ҡасҡан Димустанды, аҡылға күндереп маташа имеш. Моталға бер ҡалҡынып ҡарап алғас, тауышын баҫылдыра төшөп, нотоғон дауам ҡылды:
-- Үәт ике дуҫ, ә! Берегеҙ уттай эш ваҡытында төҙөлөш майҙанынан табан тайҙырып, комскомитетҡа ЧП алып ҡайтыуығыҙ етмәгән, инде хәҙер икәүләшеп ЧП тыуҙыраһығыҙ! — Ҡарыулашырға маташҡан Моталдың ауыҙын ул киҫкен ҡул киҙәнеше менән яптырҙы, шымтайып ҡалған Ҡыҙыл башкортҡа уғының осон ҡаҙалдырҙы. — Оят түгелме һиңә, комсомол вожагына, биргән вәғәҙәңде боҙоу? Ҡыҙҙы ниңә, загсҡа барабыҙ, тип алданың? Шуның арҡаһында ана ниндәй ЧП!
-- Ғәйеплемен, — тине Димустан. — Кисә Химия заводына сит илдән ҡунаҡтар килгәйне. Йәш эшсе-активистар. Шуларҙы күрергә барып, көтөлмәгән бәхетһеҙлеккә тарыным: бер ҡунаҡ иптәштең, баҫҡыстан йығылып, аяғы ҡаймылды. Шуны больницаға һалышып, янынан китмәй ултырҙым...
-- Их һин! Сит ил ҡунаҡтары, әлбиттә, зерә яуаплы нәмә. Әммә һиңә үҙ өйөңдәге ҡайбер ҡунаҡтың янынан китмәҫкә ине.
-- Мин хәҙер үк хатамды төҙәтергә әҙер, — тине Димустан, йөҙө боҙҙай ағарып.
-- Улайһа, ана Металл да бында: бутҡаны икәүләп болғатҡанһығыҙ — ҡушарлап һапырығыҙ. Хәйер, хәҙер үк, өсәүләшеп, Мөхлисәнең бүлмәһенә йүнәлдек! Шагооом арш! Ергә тубыҡланаһыңмы, сәсең менән иҙән һеперәһеңме — уныһы һинең эш, әммә комсомолка ҡыҙҙың йөрәгендә шырау ҡалмаҫҡа тейеш.
—Мин әҙер! — Шул бер һүҙен тәҡрарланы Димустан. Аһылдашҡан әхирәттәре араһында башын эйгән килеш койкаһында яланғас аяҡтарын һәлендереп ултыра ине Бәпембә. Күгәргән күҙ төптәренә йәш тулған. Егеттәрҙең инеүенә ул иғтибар итмәне.
Вузкомском секретары һүҙ алды:
-- Ҡыҙҙар, аҡҡоштар, ике бөркөт бына һеҙҙең ҡаршыла. Мин аныҡ ҡына белмәйем, әммә бөгөнгө бәхетһеҙлек була яҙыуға улар икеһе лә берҙәй ғәйепле, тигән айыҡ һөҙөмтәгә ҡушылам. Кем гонаһлы — шул егеттәрсә үҙенең ғәйебен таныһын да немедленно төҙәтһен.
-- Мөхлисә, зинһар... Бына бөтә иптәштәр алдында ант итәм: миндә түгел ғәйеп! — тине Димустан, тамағы ҡарлығып. — Аяныслы ваҡиға килеп сыҡты. Объектив сәбәптәр арҡаһында, мин кисә һиңә биргән изге вәғәҙәмде үтәй алмағайным, ләкин бөгөн үк, хәҙер үк уны, хатамды, төҙәтергә әҙермен.
Бәпембә баш ҡалҡытты:
-- Шулаймы ни?
-- Шулай.
-- Һин хаталарҙың барыһын да төҙәтеп була тип уйлайһыңмы ни?..
Димустан Мотал йөҙөнә ҡараш ташланы ла йөрәге һурылып төштө — ниндәйҙер оятһыҙ ҡәнәғәтлек менән аҫтыртын йылмая кеүек ине әшнәһе. Шулай ҙа ул егетлеген һындырманы:
-- Иптәштәрҙең күҙе алдында тубыҡланам, Мөхлисәм: хәҙер үк загсҡа барып яҙылышайыҡ. Ҡапҡа төбөндә такси көтә.
-- Ха-ха, шулай уҡмы ни әле? — тине Мөхлисә, әле генә сыланған күҙ керпектәренең һәр бертөгө, әйтерһең, сытырлап ут сәсрәтте. — Егет булһаң, кисә биргән вәғәҙәңде кисә үк үтәр инең. Быны һиңә, ебек танауға, мин васыят итеп әйтәм. Үҙең кеүек үк, таксийың да бер тәүлеккә һуңлап килә.
-- Мөхлисә...
-- Юҡ, мин һине яратмайым! — Егет йоратының һонолған ҡулдарын ҡағып осорҙо, йәш аралаш ярһып көлөп ебәрҙе. — Ҡыҙыл башҡорт ҡыҙыл ҡар яуғанды көтһөн, ә мин хәҙер үк үҙемдең Металл-Манарама аҫылынам! — Бәпембә ҡырт боролдо, теле аңҡауына ҡатҡан һәм аҡрынлап артҡа шылған Моталды йәһәт ҡармап алып, муйынына һарылды. — Йәнем, берҙән-берем, йәйәү апарһаң да барам, әйҙә, киттек загсҡа!
Өнһөҙ быҙау хәленә төшкән Моталы менән ишектән сығып барышлайы, тағы ла шаҡ ҡатырып, аҙаҡҡы һүҙ өҫтәне:
—Мин был мөһәбәт Манараның флюгерынан ҡулымды ысҡындырмам, йығылмам: тыныс бул, секретарь иптәш!
Ошо ваҡиға арҡаһында, яҙмышына буйһоноп, Мотал үҙе лә көтмәгән туғанлыҡ ептәренә сырмалды — әсәһе әйтмешләй «атаһы урынына ҡалған» ғаилә дуҫы – Иҫке химия заводы директоры Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаровтың бер туған бажаһына әүерелде, сөнки шуның бер туған балдыҙы булып сыҡты Бәпембә. Ә Димустан үҙ сиратында, үҙе лә һиҙмәй, Мөхлисәнең яҡын ғына һеңлекәше Сәлимәкәйгә өйләнгәс, баяғы еп, бажа итеп, уны ла былар ҡорона тоташтырҙы...
Баҡсалағы кафела йәнә, Мотал менән Мөхлисәне ҡауыштырып, туй табыны ҡоролдо. Был туйҙа ла, әлбиттә, Моталдың йән дуҫы Димустан күренмәне: мөхәббәтенең үҙе әйткән теүәл сәғәт механизмының ҡыйралыуы ошолор...
Достарыңызбен бөлісу: |