*
Тилбер-тилбер тилегән —
Ҡунаҡсала тилергән:
Аҡ күлдәккә кейенгән,
Тәкмәс атып кәйелгән,
Утлы юлы уйылған.
(Йондоҙ атылыу.)
*
Дөм-көмбәҙҙә Аҡ ағай,
Түп-түңәрәк, шат ағай
Ҡаҙан ҡырынан уҙған,
Битенә һөрөм һыҙған:
Ярты йөҙө кителгән,
Көлмәҫтәй ҙә ителгән.
(Ай тотолоу.)
*
Офоҡ киреп елә ат,
Йылы биреп көлә ат.
Үркеп Күккә менә ат,
Утлы ялын һибә ат.
Уты үлән үҫтерә,
Уландарға көс бирә.
Сәскәләргә төҫ бирә,
Әсәләргә һөт бирә.
(Ҡояш ҡалҡыу.)
*
Йылан арбай өс фәҡир —
Өсөһө лә тос фәҡир.
Һыҙғыралыр һыҙмаһы —
Ҡыҙыл йылан ыҙаһы.
Ҡыҙҙыралыр ҡаҙнаһы —
“Ҡыҙыл әтәс” ҡоҙаһы.
(Ут яғылған өстаған.)
Малайҙарҙың әйткәндәрен яҙҙыҡ беҙ,
Әйткән берен епкә теҙеп барҙыҡ беҙ.
“Йомаҡ сисеү — ҡыйын”, тигән һүҙ яман.
Йәмғеһен дә сискән — булыр уҙаман.
1.03.1983.
Отҡор малай
Беҙҙең Йәләй — отҡор малай,
Яңылыҡты тиҙ ота.
“Күстем подряд ысулына!” —
Оләсәһен йонсота.
Имеш, һис кем түгел тейеш
Көндәлеген ҡарарға.
Нисә “икеле” алғанын
Бармаҡ бөкләп һанарға.
Йүнләп битен дә йыумай ул,
Тырнаҡтары — ҡаралы.
“Үҙем беләм! — тип екерә. —
Подряд менән барамын!”
“Подряд” менән “бәҙрәф”тең ни
Икәнен дә айырмай,
Ҡата башы оләсәнең...
Йәләй генә шат йырлай.
Аңламайса подрядтың гел
Сифат эше икәнен,
Ҡолағына тиклем ҡатҡас,
Мунса инә киткән ул.
Әммә йыуына алмаған —
Ташы һыуыҡ, һыуы юҡ.
“Мин дә бәҙрәф!” — тип оләсә
Бәйләп ултыра ойоҡ...
12.03.1990.
Тартай табыр теленән
“Оҙон тороҡ торна” тиеп
Көлә икәү Зиләнән.
Ҡалай ҡылып ҡотолорға
Тартай телле бәләнән?..
Әллә “Ҡарға” тип ҡарғарға
Ҡарлау морон Ҡолойҙо?
Услап сәсенән тартырға
Бүкән буйлы Юлайҙың?
Юҡ, ярамай: тел-тештәрҙән
Тороу кәрәк юғары!
Күҙ йәштәрен йотоп, Зилә
Күҙ алдынан юғалды.
...Автомобиль көткән мәлдә
Юл сатында ҡаланың,
Ҡолой менән Юлай ҡапыл
Сыйнап саңға ҡоланы:
Оҙон берәү йыҡты һуғып
Икеһен тиң бер юлы,
Бүректәрен алып ҡасты —
Оҙон икән һәм ҡулы...
Иртәгәһен кепка кейеп
Килһә теге меҫкендәр,
Бүректәре тора көтөп
Парталары өҫтөндә.
“Оҙон тороҡ торнанан”, — тип,
Тәбрик хаты өҫтәлгән...
Ошонан һуң теге икәү
Тартай телен тешләгән.
12.03.1990.
Аҡсарлаҡ
Аҡсарлаҡҡай, аҡсарлаҡ,
Алған суҡышын сарлап.
Суҡылмаҫмы сабаҡ, тип,
Йөрөй һыу өҫтөн барлап.
Ҡанат аҫты — аҡ ҡына,
Ҡанат өҫтө — күк кенә.
Һыуҙа күктәй күгәрә,
Күктә — ап-аҡ һөт кенә.
Килә-килә ҡыйғырлап,
Һыуға уҡтай атылды.
Аҡ сабаҡты “һабаҡлап”,
Зәңгәр күккә ҡалҡынды!
Күптер инде балаһы,
Бик бәләкәс сабағы.
Көнө буйы ҡыйғырлап,
Туя микән тамағы?..
Минән генә өйрәнһә,
Булыр ине ҙур ағай:
Сабаҡ ҡатып ҡармаҡҡа,
Алыр ине сурағай!
1966.
Сиңерткә
Һалдым ҡармаҡ ятыуға,
Аҡ балыҡты тотам, тип.
Боҫто балыҡ сөңгөлгә,
Ҡармаҡсыны отам, тип.
Селбер-селбер селәүсән —
Ҡармағымдың “аҙығы”.
Ҡап-ҡап инде, йәһәт ҡап,
Тәрән һыуҙың балығы!
Әйтә балыҡ: “Ҡапмайым,
Ямаҡ була селәүсән.
Сәләүсәнде ҡапма, тип,
Әйтә килде гел әсәм.
Селәүсәндең эсендә
Кәкре башлы сым була.
Селәүсәнде семсенгән
Сабаҡтар бик отола!”
Алдым тартып ҡармаҡты —
Ни хәл инде итергә?
Күрәм шунда: усыма
Әллә нимә һикерә!
Ҡанаттары: “пыр-пыр-пыр”,
Мыйыҡтары: “дыр-дыр-дыр”.
Әллә инде вертолет,
Әллә инде трактор...
Белдем, белдем, был икән
Сиңер-сиңер-сиңерткәм.
Аҡ балыҡты тот-тот, тип,
Ярҙамға килеп еткән!
Ҡармаҡ ҡабып, һыуға ул
Тракторҙай елдерҙе.
Вертолеттай талпынып,
Аҡ балыҡты килтерҙе!
1966.
Ҡыңғырау
Һағындыҡ, һағындыҡ
Ҡыңғырау сыңғырын,
Ҡап-ҡара таҡтала —
Аҡбурҙың аҡ нурын.
Уҡытҡан апайҙы,
Ағайҙы һағындыҡ.
Дуҫтар ҙа һәр бере
Класта яғымлы!
Көткәндер, зарығып,
Беҙҙе лә парталар,
Саҡыра сәфәргә
Глобус, карталар...
Ҡыңғырау, ҡыңғырау,
Йый беҙҙе, шат йырлап!
Уҡыусы исемен
Аҡларбыҙ аҡ нурлап!
Уҡырбыҙ тырышып,
Алырбыҙ белемде.
Мәғрифәт нурына
Сорнарбыҙ күңелде.
Балҡытыр донъяны
Беҙ яҡҡан факел-ут.
Булырбыҙ Ватанға
Ялҡынлы патриот!
15.05.1977.
Йөкмәткеһе
Ауыл егете.......................................................................................... 3
Ҡурай һәм тулҡындар.........................................................................37
Крематорий.........................................................................................55
Йөрәк илауы........................................................................................63
Минең шәжәрәм..................................................................................72
Метеорҙар юлы...................................................................................90
Һандуғас............................................................................................101
Уралда таң.........................................................................................111
Ҡыҙыл еңгәсәйҙәр............................................................................122
Яңыртылған иҫке йыр...................................................................... 139
Башҡорт Бруноһы йәки дарылы поэма...........................................151
Ашҡаҙар.............................................................................................249
Дауыл планетаһы..............................................................................293
Бәғер тауышы....................................................................................300
Хаҡлыҡ...............................................................................................326
Үткән йылдар моңо...........................................................................343
ТӘНӘЙҘӘРГӘ «МӘМӘЙ»ҘӘР
Ошо ерҙә йәшәгән.............................
Балалар баҡсаһында.........................
Башҡортостан -- илкәйем.................
Томдың ҡыҙыл флагы.........................
Ван Линь..............................................
Ил йоҙағы -- үҙебеҙ.............................
Ғәрәп туғандар...................................
Атагуальпа..........................................
Бәхет ҡалай тыуа...............................
Пионер маршы...................................
Аҡ елкән.............................................
Көсөк..................................................
Бәрәңге..............................................
Гөбөргәйел ҡыҙҙары.........................
Тиле-тиле Төйлөгән..........................
Ике йондоҙ тоташҡан.......................
“Ем-ем” итә йондоҙҙар.....................
Ҡолонҡай..........................................
Ишкән ҡалас.....................................
Тимеркәй..........................................
“Әтәс” Әсәт.......................................
Һипкелле...........................................
Күсәтсе Ғиззәт.................................
“Күҙ-ҡолаҡ” Барый...........................
Уҙаманлы ун йомаҡ.........................
Отҡор малай....................................
Тартай табыр теленән....................
Аҡсарлаҡ..............................................
Сиңерткә..............................................
Ҡыңғырау.............................................
Достарыңызбен бөлісу: |