Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет13/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   40
Өсөнсө картина

«Ете ҡыҙ» театры. Бөтәһе лә сәхнәлә. Бикә йәш балаһын тотоп

ултыра.

Таңһылыу. Бикә, улыңды ҡарайыҡ әле, бәхет ни төҫлө була икән?

200


Ҡыҙҙар баланы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп һөйәләр.

Мәрйәм. Хәсән! Хәсән, тим!..

Зөбәйҙә. Ике айлыҡ бала шулай ауыр буламы икән

ни?

Әминә. Атаһы ла бит уның ниндәй кеше! Бәһлеүән! Баһадир! Ир арыҫланы!

Бикә. Атаһынан хәбәр юҡ бит әле, ҡыҙҙар! Ирекәйемдән хаттар килмәй!

Мәрйәм. Килер әле. Йә пленға эләккәндер, йә солғанышта ҡалғандыр. Яраһын дауалап госпиталдә ятыуы ла ихтимал... Театрыбыҙ ғына иҫән булһын! Алланан шуны теләйек!..

Ғәзизә. Ҡыҙҙар, мин хәҙер йығылам... (Хәлһеҙләнеп урынга ауа.)

Фәриҙә. Хоҙайым, өс көн бит инде ауыҙға йүнле ризыҡ кергәне юҡ... Ҡана, һыу бирегеҙ әле, исмаһам... (Ултыра.)

Уға һыу килтерәләр.

Зөбәйҙә. Уф, күҙ алдарым ҡараңғыланып китте... астан үлеү шулай булалыр инде... (Ултыра.)

Таңһылыу. Әминә! һин директормы, юҡмы?..

Бикә. Ҡыҙҙар, баланан һуң таҙарып киттем, мин хәҙер был крепдешин күлдәгемә барыбер һыймайым бит инде, әллә шуны «һатып әсәбеҙме»?

Әминә. Ҡуй, ҡуй, Бикә! Ярай, война все спишет, Даян, бынау «Зәңгәр шәл» спектаклендәге Мәйсәрәнең шәленә берәй биҙрә картуф бирмәҫтәрме икән?

Даян. Уй, матурлыҡтары! Быға ике биҙрә картуф бирерҙәр ул!.. Ә көйә төшмәгәнме?

Әминә. Нишләп уға көйә төшһөн, ти... Таңһылыу апайың ябыныр ине, көйә төшһә!..

Даян. Бер көн күрше әбейҙеңйөн ойоҡтарын баҙарға алып сыҡҡайным, көйә төшкән тип алманылар. Кисә әбейҙе ерләнеләр инде. Быны хохолдарға илтһәм? Әллә сыуаштарға ғына барайыммы икән? Хохолдар хәйләкәр, аҙ бирерҙәр... Сыуаштар ҙа һаран инде ул... Юҡ, татарҙарға осорам мин уны... һаранлыҡҡа татарҙар ҙа һаран инде... Ә хәҙер кем йомарт? Хатта үҙебеҙҙең башҡорттар ҙа һаран булып ҡылана әле... Хәҙер барыһы ла һаран инде

201


ул... (Ҡапыл хәлһеҙләнеп китә, йыгыла яҙып туҡтап нала.)

Әминә. Даян! Туғанҡайым, ни булды?

Даян. Әминә апай! Был шәлгә картуфты өс биҙрә һорайыммы?

Зөбәйҙә. Әйҙә, Даян, икәү барайыҡ!..

Т аңһылыу. Даян!.. (Уныцнулынан шәлде тартып ала ла, ицбашына һалып, «Зәцгәр шәл» көйөнә йырлай.)

Керпеккәйҙәрнагып,

Ай, һаргайҙым,

һине көтөп, һине көтөп,

Абау, йәнем, сит илдән Ал яулъск, зәцгәр шәл,

Үткән гүмерем бигерәк йәл...

(Ҡапыл.) Юҡ, бирмәйем!.. Астан үлһәм үләм, ә шәлде һаттырмайым! «Ҡарлуғас» менән «Таңсулпан» спектаклдәренә лә теймәгеҙ! Ана, Низам Ҡәрип ағайҙың «Алма» спектакленән ал, беҙ уны уйнап бөттөк шикелле...

М әрйәм. «Алма»? Юҡ!.. Ни... Ул бит минең героиням! Бер йүнле роль эләккәйне. «Алма» ҡалһын! Ҡалһын!..

Фәриҙә, һинең аслыҡтан аяғын һуҙған Алмаңдың кемгә кәрәге бар хәҙер?

М әрйәм. Ни эшләп мин аяғымды һуҙайым, ти? Минең театрым бар! О, ул театр!... Театр — ул ғүмерлек! Беҙҙән һуң да бында балаларыбыҙ...

Фәриҙә. Бала? һиңә тигән бала... Кем яһай һиңә хәҙер ул баланы?

М әрйәм. Минең Нурыйым бар! Минең Нурыйым бар! Бүтән миңә ундай йүнһеҙ һүҙ һөйләмәгеҙ!

Әминә. Ҡыҙҙар! һүҙ көрәштермәйбеҙ! Көстө киске спектаклгә һаҡларға кәрәк!.. (Өҫтөндәге йөн кофтаһын һалып.) Даян, мә, туғаным! Ошоно маҡтай-маҡтай йә хохолдарға, йә сыуаштарға, йә татарҙарға осор! Үҙебеҙҙең башҡорттарға Һатһаң да доға боҙолмаҫ!.. Картуфтарын ғына күберәк бирһендәр! Шунда бер-ике буханка икмәк тә алып ҡайтһаң, беҙ һиғю ҡулдарыбыҙҙа ғына күтәреп йөрөтөрбөҙ!..

Таңһылыу. Даян! Бына ошо береткаларҙың берәй- һен ал әле!..

202


Даян. Уй матурҙар! Ҡыҙылына теймәйбеҙ, уныһы — Ҡыҙыл Армия төҫөндә... сыуаштар ҡыҙыл төҫ тип үлә лә инде... Юҡ, ҡыҙылына теймәйбеҙ... Йәшеле... Юҡ, быныһы мосолмандар төҫө... Бына, Һарыһын осорам! Беҙгә һары төҫ кәрәкмәй!

М әрйәм. Миңә бынау туфлиҙарҙың һис тә кәрәге юҡ! Ҡыҫа, аяҡтарымды эштән сығарып бөтөрҙө... Нурыйым иҫән-һау ҡайтһа, яңыларын алып бирер әле...

Ғәзизә. Даян, бынау яулыҡты ла тыҡ шунда!..

Зөбәйҙә менән Даян китә.

Теге мөртәт Ибрашка... берсидәтелде әйтәм, өҫтөнән ялыу яҙырға кәрәк. Мин уны, ҡулымдан килһә... Уф! Оятһыҙ! Ер бит! Әҙәм аҡтығы...

Әминә. Ғәзизә! һылыуҡайым! Матурҡайым! Сибәркәйем! Хәҙер бер туҡтауһыҙ Ибрашканы һүгеп ултырһаң, донъяның бер ҡыҙығы ла ҡалмаҫ! Хатта үҙеңде үҙең яратмай башларһың! Мәрйәм, һин, һылыуҡайым, «Ашҡа- ҙар»ҙы бик матур йырлай торғайның!..

Мәрйәм. Шулай тиһеңме?

Әминә. Шулай тим шул! Өҙҙөрә генә инең техникумдың ятағында торғанда!

Мәрйәм. Эй, мин уны хәҙер! Ҡыҙҙар, йырлайыммы?

Т а ң һ ы л ы у. Ауыҙыңдан һағыҙыңды ал, унан йырларһың!..

Әминә. Эй, Таңһылыуҙы тыңлаһаң, шаярта бит ул!..

Мәрйәм. Таңһылыу! Мин бит инде һине уҙҙырыр өсөн йырламайым, һиңә еткән йырсы донъяла юҡ ул...

Йәнкәй - йәнәш китте, ай, һунарга, Аискаҙаргкай буйына шәшкегә.

Шәшкеләргә китеп, вафат булды, Баискынайымпалды ла йәш кенә...

Фәриҙә. Туҡта! Йырлама!..

Әминә. Юҡ, йырлаһын!..

Фәриҙә. Йырламаһын!.. Әтү мин...

Әминә. Мин әйтәм, йырлаһын! Фәриҙә! һылыуҡайым! Матурҡайым! Ниңә һин үҙең тураһында ғына уйлайһың? Беҙҙең ирҙәребеҙ тыуған ил өсөн башын һалһа, ата-бабалар ҙа хәсрәт эсендә йәшәгән. Башҡорт йырлап ҡайғыһын баҫҡан, йырлап яңынан аяғына баҫҡан, йыр-

203


лап... (Күцеле тула, күҙ йәштәрен һөртә.) Юҡ, мин иламайым...

Таңһылыу. Әйҙә, Мәрйәм, дауам ит, йырла!..

Фәриҙә Әминәне килеп ҡосаҡлай.

Мәрйәм. Атгҡайҙарга менеп, теҙген тоткас, Мылтыҡҡайын бирҙем дәҡулына,

Күрә алмаҫтай булып ҡарап китте, Киткән икән үлем дә юлына.

Ҡайтты ла гына тиеп, ишек асһам,

Аҡ бурҙайы тора ла, үҙе юҡ,

Күҙкәйҙәрен текләп мицәҡарай, һөйләр ҙә ине, теле-һүҙе кгк.

Ишеккәйем алды крелсәгә Сыгайым да тиһәм, таянам.

Төштәремдә күреп, ай, ҡыуанам,

Һүҙ әйтәйем тиһәм, уянам.

Әминә. Рәхмәт, һылыуҡайым, рәхмәттәр генә яуһын һиңә, сибәркәйем! (Уны һөйә, ҡосаҡлай, үбә.)

Ҡыҙҙар. Илаттың, Мәрйәм!

Әминә. Ҡыҙҙар, бөгөн бит Рәшит Ниғмәтиҙең «Урман шаулай» тигән спектакле. Тиҙ генә репетиция үткәреп алайыҡ әле!..

Сәстәре туҙған Мария Федоровна (Т а ң һ ы л ы у) һәм Мейер (Мәрйәм) инә.

Ш п ан (Фәриҙә). Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле уҡытыусы. Ултырығыҙ.

Мария. Мин баҫҡан килеш тә, ултырып та һинең һорауҙарыңа яуап бирмәйәсәкмен. Язалауығыҙҙы башлағыҙ!

Ш п ан. Юҡ, мин һеҙҙе язаларға түгел, ә һөйләшергә саҡырҙым.

Мария, һөйләшергә? Баҫып кергән ҡараҡ менән йорт хужаһы араһында ниндәй һөйләшеүҙең булыуы мөмкин?

Ш пан. Бына һеҙ рус ҡатыны. Рус уҡытыусыһы. Мәҙәниәтле кеше. Ә мин алыҫ Германиянан. Рейн артынан. Мин рустарҙы белмәйем. Ә белге килә, һеҙ миңә шуны әйтегеҙ: ни өсөн рустар үлемдән ҡурҡмайҙар?

204


Мария. Быны һин бер ҡасан да аңламаҫһың, сөнки улар йәшәргә теләйҙәр, уларҙа йәшәүгә теләк көслө, һәм шул йәшәү өсөн улар үлемгә баралар. Рустарҙа мөхәббәт көслө. Улар үҙ Ватанын бөтә йөрәктәре менән һөйәләр. Улар Ватанһыҙ йәшәүҙе уйҙарына ла һыйҙыра алмайҙар. Рустар азатлыҡ һөйәләр. Азатлыҡтың нимә икәнен белеү өсөн азат йәшәп ҡарарға кәрәк. Рустар ҡоллоҡта йәшәүҙе уйҙарына ла һыйҙыра алмайҙар. Улар бөйөк намыҫ кешеләре, һәм улар бер ҡасан да, бер кемдән дә намыҫтарын тапатҡандары юҡ. Тапатмаҫтар ҙа. Эй, һиңәме ни һуң рустың рух бөйөклөгөн аңларға! һин бына мине үлтерерһең. Ләкин һин белеп тор: мин үлмәм. Мин бер ҡасан да үлмәм. Мин һеҙҙе яндыра торған көслө нәфрәт булып, бөтә совет кешеләреғюң йөрәгендә йәшәрмен. Тыуыр бер көн, һәм ул көн алыҫ түгел, һинән бөтә йыртҡыслыҡтарың өсөғ1 яуап һорарҙар. Ябай рус ҡатыны Мария Федоровнаның һындырылған ошо бармаҡтары өсөн, йолҡонған ошо сәстәре өсөн һинән яуап һорарҙар. Нисек яуап бирерһең һин, йыртҡыс? һин мине, әлбиттә, үлтерә алаһьщ, ләкин мин намыҫымды һинән тапатмам. Юҡ, тапатмам! Mhfi рус ҡатыны, мин рус әсәһе...

Ш п ан. һөйлә. һөйләп бөтөр, рус әсәһе... Күрәһең: мин ниндәй мәрхәмәтле.

Мария. Мин әйтергә теләгәнемде әйттем. Ләкин минең һуңғы һүҙемде партизандар әйтер.

Ш п а н. Мейер, ал был аҡылдан яҙған бисәне.

Мейер. Атла... уҡытыусы!

Мария Мейерға уҫал ҡараш ташлай, аҡрын атлап сыға.

Ш пан. Ниндәй ҡараш! Гүйә, ул үлемгә түгел, ә шул үлемдең үҙен үлтерергә бара...

Тышта ике ҡат атыу тауышы ишетелә. Мейер кобураһына ҡоралын тыға-тыға килеп инә.

Мейер. Баштараҡ мин совет кешеләрен ниндәйҙер бер эске тәм менән, рәхәтләнеп үлтерә торғайным. Ә хәҙер улай түгел. Хәҙер нисектер ҡурҡыныс. Мин күрәм: кешеләр үлмәйҙәр, ә подвиг яһайҙар, һәм шуғ1- лыҡтан ҡурҡыныс булып китә...

Әминә. Спектакль һәйбәт буласаҡ! Фәриҙә, һин аҙ ғына тауышыңды ҡалынайта төш. Фашистың йыртҡыс

205




лығын эскэ йәшер, ә тыштан йылмайып ҡына һөйләш. Таңһылыу, һин олораҡ ҡатынды уйна, йәме? «Родина — мать зовет!» тигән плакатты күргәнең бармы? Бына шундағы кеүек...

Ярай, ҡыҙҙар! Рәхмәт! Бөтәгеҙ ҙә яныма ултырығыҙ әле. Бер ҡыйырсыҡ ҡына икмәгем бар ине... Шуны матур ғына итеп, һигеҙ өлөшкә бүләйек тә...

  • Эй, Әминәкәй, һин үҙең «Родина — мать»!..

  • Эй, әпәкәйҙең хуш еҫтәре!..

Ашарға ултыралар. Илай-илай Зөбәйҙә ҡайтып инә.

Әминә. Зөбәйҙә, ни булды?

Зөбәйҙә. Даянды баҙарҙа милиңия эләктереп алды.

Әминә. Эй, Хоҙайым! Харап ҡына булғанһығыҙ икән.

Зөбәйҙә. Спекулянт тип...

Әминә. Әле ҡайҙа ул? Даянды әйтәм?

Зөбәйҙә. Уны шунда уҡ отделениеға алып киттеләр...

Таңһылыу. Ниңә яҡламаның? Үҙеңдең артистка икәнеңде әйтерҙәр...

Зөбәйҙә. Бар, яҡлап ҡара. Баҙарҙа барыһы ла артист!..

Т аңһылыу. Әминә! Бар, ҡотҡар Даянды!..

Фәриҙә. Әйҙәгеҙ, йыйылышып барайыҡ!..

Зөбәйҙә (Әминәнец 7солагына). Хат ташыусы бабай, ҡыҙҙар һуштан яҙыр, үҙең генә тапшыр инде, тип... тағы ике ҡара ҡағыҙ...

Әминә. Туҡта!..

Зөбәйҙә. Мәрйәм менән Ғәзизәгә...

Әминә. Бирмәй тор!..

Зөбәйҙә. Т аңһылыу, һөйөнсө!..

Таңһылыу. И, Хоҙайым! Әллә Булаттанмы?

Сәхнә ҡараңғылана. Ут Таңһылыу менән Булатты яҡтырта.

Б ул а т. Т аңһылыу!

Т аңһылыу. һөйлә, һөйлә, Булат! Мин һине тыңлайым! Мин һине бит тыңлап туя алмайым, йәнем!

Булат. Фронтҡа килгәс, үҙемә бер асыш яһаным әле. Мөхәббәтте яңыртыу, яңынан йәшлеккә ҡайтыу өсөн, бер-береһенә ғашиҡ бәндәләргә бер аҙға ғына айырым

206




йәшәп алыу ҙа кәрәктер ул. Бына әле тағы ла бер яңы уй яҡтыртты зиһенемде, һиңә булған һөйөү хистәремә мөхәббәттең яңы йылы ағымдары килеп ҡушылыуын тойҙом. Быға тиклем мин һине йөрәгем менән генә яратҡанмын икән, һине күңелем менән генә һөйгәнмен икән! Ярабби, хәҙер бит мин һине, Таңһылыуҡайым, аҡылым менән дә һөйәм! Эйе, эйе, йөрәгемдә һаҡланған ҡайнар тойғоларыма яңыһы ла үҙ уты, үҙ ялҡыны менән килеп ҡушылды, һине хәҙер мин элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ яратам, Таңһылыу! Тимәк, киләсәгебеҙҙе лә бәхетле итеү өсөн яңы мөмкинлектәр асыла, беҙгә аҡыл тигән потенңиаль энергия — өҫтәмә көс ярҙамға килә...

Таңһылыу. Аҡыл һиндә инде ул, Булатҡайым!..

Булат. Булаты аҡыллы булғас, уның Таңһылыуы ла аҡыллы инде! Шулаймы? һин бит аҡыллы, эйеме? һин аҡыллы бит, Таңһылыу?

Т аңһылыу. һине яратҡас, аҡыллымындыр инде...

Булат. Таңһылыу! Мин бында сәғәт һайын, минут һайын совет һалдаттарының батырлығын күреп таң ҡалам. Мине лә маҡтайҙар, яҡшы һуғышаһың, тиҙәр. Мин, ысынлап та, бик ныҡ үҙгәрҙем, Таңһылыу. Яҡшы яҡҡа үҙгәрҙем. Мин хәҙер үлемдән ҡурҡмай башланым. Минең өсөн үлем юҡтыр кеүек. Бәлки, һине үҙемдең янымда итеп тойғанға күрә шулайҙыр ул. һин миңә ярҙам итәһең, ҡурҡып ҡалһам, һин мине бөтөнләй яратмаҫ та инең! Бына бит мөхәббәттең көсө!., һин дә мине үҙеңдең яныңда итеп той! Минән айырылма! Мин һинең тоғролоғоң алдында баш эйәм! Үҙеңде минең өсөн һаҡла. Театрыбыҙ өсөн һаҡла!.. Таңһылыу, һин театрҙың героиняһы. Театрҙа иң аҡыллы һүҙҙе һин әйтергә тейешһең! Барыһы ла һинең күҙҙәреңә генә ҡарап торһон. Ул ғүмер буйына шулай булған. Әхирәттәрең барыһы ла йәштәр, һылыуҙар... Мөхәббәт утында ғына яна торған саҡтары ла бит, ни хәл итәһең! Әйҙә, көтһөндәр беҙҙе. Беҙ ҡайтҡас, һеҙҙең тоғролоҡҡа үлгәнсе рәхмәтле булырбыҙ!.. Театр — ул мәҙәниәт усағы, матурлыҡ донъяһы. «Матурлыҡ, изгелек, намыҫ, кешелеклек» тигән илаһи һүҙҙәр яҙылған уның порталына!

Таңһылыу. Булат! Булатым! Мин һине бик яҡшы аңланым! һин дә миңә ышана алаһың! Күҙ алдарымда, йөрәгемдә, күңелемдә — бары һин генә! һин генә, Булат бәғерем!..

207




Ут «Ете ҡыҙ» театрын яҡтырта. Ҡул арбаһына егелгән ҡыҙҙар китеп бара. Сәхнәне бер нисә тапҡыр урап сығалар ҙа

туҡтайҙар.

Әмин ә. Беҙҙеғ; Даян ҡайҙарҙа йөрөй икән инде, балаҡай?

Зөбәйҙә. Милициянан сығып ҡасҡас, фронтҡа һыпыртманымы икән ул?

Әминә. Юҡтыр, йәш бит әле ул... Әсәһе лә бер ни ҙә белмәй... Фәриҙә, картуфыңды ҡара әле, бешмәнеме икән?

Фәриҙә. Хәҙер! (Алып килә.)

Т аңһылыу. Абау, еҫе!.. Быны ашап булырмы икән?

Фәриҙә. Сереген йыйманым инде, бөтөндәрен генә алдым мин...

Ашайҙар.

М әрйәм. Ҡар аҫтында ятҡан, өшөгән картуфты ашап, ҡорһаҡ үҫтереп буламы?

Зөбәйҙә. Ҡорһаҡ үҫтерергә...

Ҡыҙҙар көлөшә.

Мәрйәм, ҡорһаҡ үҫтергең килһә, ана, Ибрашкаға бараһың инде...

Әминә. Ибрашка ул нәҫел үгеҙе урынына, бөтә районға берәү генә... Беҙгә әйләнеп тә ҡарамаҫ әле...

Ғәзизә. Кит, һөйләмәгеҙ шуны, ҡоҫҡо килә!..

Әмин ә. Ҡыҙҙарым, һеҙ үпкәләй күрмәгеҙ тағы, мин бына Бикәгә тип... (Уга ниҙер бирә.)

Бикә. Эй, Әминәкәйем! Йәнкиҫәгем!.. (Күҙ йәштәрен һөртә.)

Әминә. һиңә хәҙер сабыйың өсөн дә... мәле, ошоно ҡабып ҡуй әле, балаҡай!..

Мәрйәм. Бикә, тәмлеме?

Бикә. Уф, йөрәгемә һары май кергәндәй булды!.. Ҡыҙҙар, ниңә атаһынан хат юҡ? Бына нисә ай инде... Бер хәбәре булырға тейештер бит инде иҫән-һау булһа? Яраланып, госпиталдә ятһа ла яҙыр ине. Вафат булһа, ҡара ҡағыҙы килер ине... Тфү! Тфү! Иҫән-Һау ул минең Әхнәфем! Иҫән-Һау!..

208


Фәриҙә. Минең Зөфәрем дә юҡ!.. Әминәнең Рифҡәте лә юҡ!..

Мәрйәм. Минең Нурыйым да юҡ!..

Таңһылыу. Ышанмайым мин ул ҡара ҡағыҙҙарға. Үлеме тураһында хәбәре килеп тә, аҙаҡ иҫән-һау ҡайтыусылар ҙа күп. Ә бына ниңә минең Булатым тынып ҡалды? Минең менән хат аша булһа ла һөйләшмәйенсә тора алмаған кеше ҡапыл яҙыуҙан туҡтаны!

Мәрйәм. һуғыш бит ул! Бөтәһенә лә әҙер булырға кәрәк...

Таңһылыу. Әй, һин, яп ауыҙыңды! Әгәр Булатым менән ул-был була ҡалһа, был донъяла йәшәмәйем дә мин!..

Әминә. Мин, балаҡайҙар, бынау йорттарҙың берәй- һенә инеп сығайым әле. Ә^бей-һәбейҙән һөт-ҡатыҡ һораһам, бирмәҫтәрме икән? Йә, кемдә нимә бар, ҡаҙнаға һалығыҙ әле!..

Ғәзизә. Хәҙер бирер әйбер ҙә ҡалманы инде... Әминә, ана бит арбаң тулы күлдәк-ыштан, шуларҙың...

Таңһылыу. Юҡ, спектаклдәрҙең костюмдарына теймәйбеҙ. Булатым бер хатында яҙҙы, театрҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡлағыҙ, тигән. Бына минең ошо күлдәгемде осор. Даян әйтмешләй...

Әминә. Таңһылыу! Бигерәк матур бит! Юҡ, быныһы ҡалып торһон әле.

Фәриҙә. Бына, минең дә бер иҫкерәк блузкам бар, ал шуны! (Ыргыта.)

Әминә. Ярай, балаҡайҙар, мин киттем!.. (Сыга.)

Фәриҙә. Асыҡтым! Асыҡтым! Үләм!..

Зөбәйҙә. Ниңәлер минең танауым ҡанай әле...

Бикә. Хоҙайым, танау ҡанау...

Зөбәйҙә. Бөтә тәнем янып бара... температурам да бар, ахыры...

Бикә. Зөбәйҙә, һиңә больниңаға барырға кәрәк.

Зөбәйҙә. Ҡуй, үтер әле...

Фәриҙә. Уцга ҡараһам да юҡ, һулгаҡараһам да кгк.

Уцгаҡарап, һулгаҡарап,

Аҡырып илаһам да тоҡ...

Мәрйәм. Зөбәйҙә, ҡана, башыңды тотоп ҡарайым әле. Эйе, жарың бар. Ҡана, пульсыңды һанайыҡ әле. О, пульсың йөҙ генә булыр! Хәҙер, хәҙер мин һине дауа

209


лайым! (Сумкаһынан дарыуҙар ала.) Зөбәйҙә, бына һиңә анальгин, бөтә ауыртҡан ергә лә килешә. Бына кофеин, башың һары май кеүек булыр. Бына аспирин, быныһы... быныһы, эйе, ҡанды шыйығайта... Юҡ, һиңә быныһы не пойдет! Ә бына... ни... валерианка... эс бошҡанды ла бөтөрә, күңелең дә күтәрелеп китер... Хатта ҡыҙ сағың Иҫкә төшөп, үҙеңде егеттәр ҡосағында итеп тойорһоң... Бына пустырник... боярышник... былары асыҡҡанды бөтөрә... йоҡоно рәтләй... Бына, о, бына иң шәбе! Витамин!.. Врачтар үлем хәлендәге ауырыуға гел витамин яҙалар...

Зөбәйҙә. Кәрәкмәй! Дарыуҙарыңды үҙең аша!

Мәрйәм. Эсмәһәң, үләһең бит!

Зөбәйҙә. Үҙең үл! Мин...

Әминә инә. Кәйефе юҡ, күрәһең, юлы уңмаған.

Әминә (әйберҙәрҙе кире хужаларына таратып). Йорттары бикле, бөтәһен дә больницаға алып киткәндәр. Ҡан сире таралған, ауылды карантинға япҡандар...

Т аңһылыу. Ҡан сире? Ә нимәнән килеп сыҡҡан ул?

Әминә. Балаҡайҙар, беҙ теге серек бәрәңгене ҡабат ашамайыҡ әле... Ҡыҙҙар, кемдә ерҙән йыйып алған үткән йылғы башаҡтар бар?

Зөбәйҙә. Миндә бар...

Әминә. Берүк ашай күрмә!..

Зөбәйҙә. Мин ул башаҡтарҙы ыуып, арышын ҡыуы- рып ашаным инде...

Әминә. Юҡ, юҡ, ярамай! Кешеләр шуны ашап үләләр. Танауҙарынан ҡан китә икән дә...

Зөбәйҙә. Минең дә танауым ҡананы... (Илай.)

Әминә. Әйҙә, йыйын, больницаға киттек!..

Ут һүнә.

Ярым ҡараңғы сәхнәлә ҡул арбаһына егелгән «Ете ҡыҙ» театры китеп бара. Сәхнәне бер нисә ҡат урайҙар ҙа ял итергә ултыралар. Яҡында ғына егеүле ат килеп туҡтай.

Ғәзизә. Уф, теге... Ибрашка килде!..

Ибрай инә. Ҙур ғына тоҡ тотҡан.

210


Ибрай, һаумыһығыҙ әле, ҡыҙҙар! Матур артисткаларға ялҡынлы сәләм! һеҙ нимә... әллә ауыҙығыҙға һыу ҡаптығыҙмы, һылыуҡайҙар? Беҙҙә колхоз председателен улай ҡаршы алмай торғайнылар.

Таңһылыу. Кем председатель?

Ибрай. Танымайһьщмы ни? Күптән осрашҡан юҡ шул... Мин председатель Ибраһим Эмирович булам!.. Эйе, әрәм булды егеттәр! Әрәм булды! Ниндәй шәп артистар ине бит!..

Ә м и н ә. Ул артистар беҙҙеғ} ирҙәребеҙ ине, Ибраһим Эмирович...

Ибрай. Эйе, эйе...

Ибрай бер арала Ғәзизәгә кәнфит ырғыта. Ғәзизә кәнфитте тиҙ генә алып, уны асыу менән кире Ибрайҙьщ үҙенә атып бәрә. Председатель ҡыҙға тағы ла кәнфит ырғыта, быныһын да Ғәзизә тиҙ генә алып, хужаһына оҙатмаҡсы була ла, кире уйлап, кәнфитте икегә бүлә, уның яртыһын Бикәгә бирә, ҡалғанын

ауыҙына ҡаба.

Ибрай. Ни... Иптәш Ихсанова!

Әминә. Эйе...

Ибрай. Бөгөн театрығыҙҙы уйғшмай тороғоҙ әле!..

Әминә. Ни өсөн?

И б р а й. Мин « Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!» тигән лозунг элеп ҡуйҙым. Иосиф Виссарионович Сталин ҡушты. Райком да әйтте, обком да шулай тине. Колхозда эштәр бик ауыр бара, эшсе ҡулдар етешмәй. Бөгөн ураҡҡа төшәбеҙ. Мин, биш гектар майҙанда театр арыш ура, тип, эш планыма птичка ҡуйҙым. Был турала райкомға ла әйттем, быны обком да белә. Хәҙер, йәнкиҫәккәйҙәрем, тәртәгеҙҙе кире бороғоҙ ҙа, «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!» тигән лозунг аҫтында, юғары баҫыуға арыш урырға китәбеҙ! һеҙ нисәү әле? Етәүме? Ошо ете һылыуҡай, ошо ете сибәркәй ҡулдарына ураҡ тотоп, баҫыуға сығып баҫһалар, бөтә донъя яҡтырып, матурланып китәсәк! Колхозсылар ҙа дәртләнеп эшкә тотонасаҡ! (Тогонан урактар ала.) Йә, Ихсанова?

Әминә. һин, Ибраһим Эмирович, алдан беҙҙең тамаҡты туйҙыр әле! Бына нисә көн инде икмәк күргәнебеҙ юҡ...

211


Ибрай. Унда һеҙҙе ашатырҙар. Ҙур ҡаҙан аҫтыҡ, унда борсаҡ бутҡаһы бешә...

Әминә. Беҙҙең унда барып етерлек хәлебеҙ юҡ.

Ибрай. Нисауа!.. Барырһығыҙ! Колхозсыларҙың да ашарҙарына юҡ, йөрөйҙәр бит.

Әминә. Ул «ҡаҙан аҫтыҡ» тигән һүҙеңә лә ышанмайым әле мин!

Ибрай, һин, актриса, минең менән улай һөйләшмә!.. Бына минең ошо тоғомда биш буханка икмәк...

Әминә. Күрһәт!..

Ибрай. Бына, рәхим ит!..

Әминә. Бир береһен!..

Ибрай. Юҡ!.. Ураҡ урғас, кисен...

Әминә. Яртыһын булһа ла бир, председатель!

Ибрай. Юҡ, тием бит мин һиңә, актриса!..

Әминә. Бер телем бир, ана, Бикә бала имеҙә, түше ҡорой, һөтө төшмәй...

Ибрай. Юҡ, икмәк иҫәпле. Ураҡта алыр...

Әминә. Ҡанһыҙ икәнһең, председатель!.. Был хәлдә мин бойороҡ бирә алмайым, ҡыҙҙар үҙҙәре хәл итһендәр... (Бер уракты барып ала.)

Ҡыҙҙар аптырашып бер-береһенә ҡарап торалар. Бикәнең ҡулында йәш бала, Фәриҙәнең бөтөнләй хәле юҡ, ята-тора ғына йөрөй. Зөбәйҙә ауырый. Ғәзизә лә урынынан ҡуҙғала алмай. Мәрйәм иһә: «О театрым, һин шулай бөтөрһөңмө ни, йәшәүҙән туҡтарһыңмы ни инде?» — тип илай.

Таңһылыу (ниндәйҙер бер ныйыулъск менән И6- райҙыцкулынан бер уракты барып ала ла йырлай).

Ураҡсы ҡыҙ

Ай, урагыц һалып ицбашына Ҡояш нурҙарынан нур алдыц.

Ҡояш нурҙарынан нур алдыц да, һалҡын шишмәләрҙән һыу алдыц.

Баҫма өҫтөнә баҫып һыу алганда,

Ҡулъяулыгыц кемгә болганыц?

Талир тәцкәләрец сыцлаганда,

Кем исеменә йырҙар йырланыц?

Әллә һыу буйлатып, ат уйнатып, һөйгән йәрец яу га киттеме?

212


Әллә мылтъск алып, ҡылыс тагып, Дошмандаргаҡаршы киттеме?

Әйтсе, ниҙән шулай йәш егеттәр Гөл һибәләр һинец алдыца?

Йөҙҙәрен, шул һинец тацҡояшы,

Урагыц да тулган ай гына...

Ибрай. Ну, йырланың, һылыуҡай! Бына минең дә күҙҙәремдән ҡайнар йәштәр атылып сыҡты. Эх, Булатың тыңлаһа икән дә бит һинең был йырыңды!.. Юҡ, шул! Күктә осоп йөрөгән йәне генә тыңламаһа?

Таңһылыу. Нимә? Нимә тинең?..

Ибрай. Әруахтар күктә йәшәй, ти бит...

Таңһылыу. Хоҙайым, ни һөйләйһең һин, председатель?

Ибрай. Бәй, әле һин белмәйһеңме ни? Булатың бит...

Таңһылыу. Алдайһың! Алдайһың!..

Ибрай, һиңә әйтмәнеләрме ни? Ул бит тыуған ил өсөн батырҙарса...

Таңһылыу. Юҡ! Юҡ!..

Ибрай. Миңә ышанмаһаң, ана, хәрби комиссариаттан һора...

Таңһылыу (үҙен ҡулга алып, ҡәтги рәүештә). һөйлә!..

Ибрай, һинең ирең... сержант Булат Имаев...

Таңһылыу. Эйе, минең ирем сержант Булат Имаев... Дауам ит!..

Ибрай. Ҡулына гранаталар тотоп, өҫтөнә ябырылған танкыларға ҡаршы сыҡҡан, уларҙы яндырып, шунда үҙе лә һәләк булған..

Таңһылыу. Ҡайҙа ул яҙыу?

Ибрай. Хәрби комиссариатта...

Таңһылыу. Ҡасан килде?

Ибрай. Ҡасан икән... кисә шикелле...

Таңһылыу. Ә ниңә уны миңә бирмәнегеҙ?

Ибрай. Беҙ ундай хаттарҙы хәрби комиссариатҡа ебәрәбеҙ...

Таңһылыу. Ә бөгөн һин беҙҙе, ас, яланғас, хәлһеҙ, ауырыу ҡыҙҙарҙы... ҡәбәхәт...

Ибрай. Эй һин, актриса! Тый телеңде, юғиһә мин...

Таңһылыу. Кит, йөрөмә бында, әҙәм аҡтығы!..

Ибрай. Нимә? Ҡабатла әле.

213


Таңһылыу (7сул арбаһынан декоратив мылтъгк алып, Ибрайга ташлана). Юғал күҙемдән, иблис! (Уны ныйнай, мылтъгк түтәһе менән дөмбәҫләй.)

Ибрай. Судҡа! Милицияға!..

Ут һүнә.

Яңынан «Ете ҡыҙ» театры яҡтыра.

Таңһылыуҙан башҡалары бөтәһе лә сәхнәлә.

Әминә. Йә, нимә эшләйбеҙ, балаҡайҙар? Таңһылыуыбыҙҙы нисек тә ҡотҡарырға кәрәк бит! Ул мәлғүн, Ибрашканы әйтәм, «властарға ҡаршы ҡорал ҡулланған енәйәтсене аҡлау юҡ, ти. Актрисағыҙҙы һуғыш ваҡытындағы ҡаты закон буйынса хөкөм итәсәктәр, ти. Кәм тигәндә, уға 10 йыл төрмә, ти...»

Мәрйәм. Харап булдыҡ! Театрыбыҙ героиняһыҙ тороп ҡалды.

Фәриҙә. Берәүҙә театр ҡайғыһы. Унда кеше һәләк була!..

Зөбәйҙә. Бик ныҡ дөмбәҫләне шул мөртәтте.

Ғәзизә. Юҡ, юҡ, дөмбәҫләмәне! Ундай һүҙҙе берәй ерҙә яңылыш ысҡындыра күрмә тағы!..

Зөбәйҙә. Эйе, шул... бөтөнләй һуҡманы ул, мылтыҡ түтәһе менән генә...

Ғәзизә. Ниндәй мылтыҡ түтәһе, ти ул, алйот! Был һүҙҙәреңде берәйһе ишетеп ҡалһа, үҙеңде лә ултыртып ҡуйырҙар. Тағ;һылыу Ибрашкаға яҡын да барманы, ул үҙе яңылыш ат арбаһына абынып йығылды, тиергә кәрәк!..

Әминә. Эй бала-саға! Уның бит врачтарҙан справкаһы бар! Милицияһы ла, судьяһы ла уның ҡулында хәҙер. Ул уларҙы ашата, эсерә... Улар уның ҡоло...

Ғәзизә. Беҙҙе лә үҙенең ҡоло итергә йөрөй ул...

Мәрйәм. Нисек тә театрҙы ҡотҡарырға кәрәк!..

Ғәзизә. Эй бынауы! Театрҙы түгел, Таңһылыуҙы яҡларға кәрәк! Хоҙайым, шундай бәхетһеҙлеккә осраһын әле. Бөтөнләй һәләк булыуы бар бисараның...

Әминә. Йә, кемдә ниндәй фекер бар? Аҙыраҡ башығыҙҙың ярты шарын булһа ла эшләтегеҙ әле, йәмәғәт!..

Мәрйәм. Әйҙәгеҙ, бөтә театрыбыҙ менән... Кемгә барайыҡ икән? Милицияғамы, судьяғамы? Юҡ, прокурорға барайыҡ!.. Барайыҡ та, аяҡтарына йығылып, аҡырып илайыҡ!..

214


Әминә. Ун йыл! Ун йыл, әйтеүе генә анһат! Унан ҡайта алмай ул!.. Берҙән-бер юл, Ибрашкаға барып, баш эйергә кәрәк!..

Мәрйәм. Эйе, бөтә театрыбыҙ менән йыйылышып барһаҡ...

Әминә. Юҡ, Мәрйәм, һинең был фекерең менән килешә алмайым мин... Ул ике һүҙенең береһендә «Ғәзизә лә Ғәзизә...»

Ғәзизә (тертләп китә). Нимә?

Әминә. Ғәзизә, һинең оҫталығың бар, ҡотҡар Таңһылыуҙы! Үтенеп һорайым: ҡотҡарайыҡ һылыуҡайҙы!.. Башы төрмәлә серемәһен. Ибрашканың яйын тап та ҡотҡар Таңһылыуҙы!..

Ғәзизә. Юҡ!.. Мин быны эшләй алмайым...

Әминә. Ирҙәребеҙ юҡ бит инде, үпкәләрлек кешебеҙ ҙә юҡ... Хоҙай беҙҙе ғәфү итер! Яйын табырһың әле...

Фәриҙә. Ғәзизә, әллә Хоҙай Тәғәләнән ярлыҡау һорап...

Мәрйәм. Ғәзизә, һинең матурлығың миндә булһамы, театрыбыҙ өсөн.. Юҡ, Таңһылыуыбыҙ өсөн мин...

Зөбәйҙә. Ғәзизә, ҡотҡарайыҡ инде әхирәтебеҙҙе. Ғүмер бөтмәгән бит әле, аҙаҡ үкенергә тура килмәһен... Тәүәккәллә, әхирәткәйем...

Ғәзизә илай.

Әминә. Бына рәхмәт! Бына рәхмәт! (Ғәзизәне ҡо- саклай, үбә, һөйә.)

Ут һүнә. Колхоз идараһы яҡтары.

Ибрай (көҙгөгә тарап, телмәр тоторга әҙерләнә). «Иптәш прокурор! Иптәш судья! Мин район үҙәгендәге колхозды етәкләйем. Был яуаплы вазифаға мине райком үҙе тәғәйенләне. Үҙегеҙ ҙә бик яҡшы беләһегеҙ, минең колхозым райондың йөҙөк ҡашы ул! Хужалыҡтың бөтә тармаҡтарында ла алдынғылыҡ минең ҡулда. Бына суд эскәмйәһендә ултырған ҡатын Таңһылыу Имаева миңә ҡул күтәрҙе, биш тапҡыр театр мылтығы менән миңә һуҡты, тәнемдең ҡарар ерен ҡалдырманы. Мине, тыл фронтының алдынғы участкаһында немең-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән боецты, тән яралары яһап, сафтан сығарҙы. Миңә врачтар биргән справка һеҙҙең

215




алдығыҙҙағы делола ята. Район етәкселегенең бер күренекле вәкиле булараҡ, мин һеҙгә шуны әйтәм: Т аңһылыу Имаеваны ҡылған енәйәттәре өсөн 10 йылға иркенән мәхрүм итеп, ҡаты режимлы төрмәгә оҙатырға кәрәк!..» Ярай, булды был! Эштәрем майлаған кеүек бара! Ә Ғәзизә? Их, үләм бит шуның өсөн, билләһи! Түштәре! Түш- кәйҙәре ниндәй бит, гөл сүлмәге ҡәҙәре генә барҙыр, сабаканың... Әллә ҡатынды айырып ебәрәйемме икән? Нимәгә кәрәк ул миңә ҡороған ағас?!. Ә Ғәзизә...

Ишек шаҡыйҙар.

Кем бар унда? Әйҙә, керегеҙ!..

Ғәзизә инә.

Ғәзизә, һаумыһығыҙ!

Ибрай, һаумы, аҫыл ҡош!..

Ғәзизә. Минең исемем бар...

Ибр ай. Минең дә исемем бар... Ибраһим тип кенә әйтһәң дә ярай, Ғәзизәкәй!..

Ғәзизә. Ней... бөтә театр исеменән ялбарып һорайым, актриса Таңһылыу Имаеваны... (Илай.)

Ибрай. Ғәзизә! Мин быны эшләй алам... Театр исеменән һорауыңдың һис тә хәжәте юҡ... (Уны асыҡтан- асъпс иркәләүгә күсеп.) һылыуым! һин ни ҡушһаң, шуны эшләрмен...

Ғәзизә ҡапыл иҙеүенең төймәләрен ыскындыра.

Ибрай (ул былай уҡ булыр тип көтмәгәйне, шаҡ татып, бер аҙ югалыптсалган хәлдә). Ай-һай-һай-һай!.. Ғәзизә! һылыуым! Бәғеркәйем!.. (Тиҙ генә ишекте бикләп ҡуя.)

Ғәзизә. Тик бына хәҙер үк актриса Имаеваның ғәйебе юҡ, тип милицияға шылтыратығыҙ! Таңһылыуҙы иреккә сығарһындар!

Ибрай. Яҡшы!.. Мин инде, һин әйткәс, Ғәзизәкәй... (Шылтырата.) Мине тиҙ генә милиция начальнигы менән тоташтыр әле! Фридун Исхакович, сәләм! Эйе, эйе... Теге әйтелгән ваҡытта мин һине көтәм! Эйе, эйе, шунда инде, шунда! Ҡара әле, ағаҡайым, беҙ теге ҡыҙыҡай менән булашмайыҡ инде, эйе, актрисаны әйтәм. Сығарып

216




ебәр һин уны, әйҙә театрында уйнап тик йөрөһөн! Булды, һөйләштек!.. (Трубканы элә, тиҙ генә сисенә башлай.)

Ғәзизә. Ярабби!..

Ут һүнә.

«Ете ҡыҙ» театры яҡтыра.

Ҡыҙҙар кемделер көтәләр. Таңһылыуҙа бында. Ғәзизә инә. Өҫ-башын алмаштырған, ҡулына тас менән миндек тотҡан, ул мунсанан ҡайтып килә.

Таңһылыу (уны косаклап илай). Рәхмәт! Рәхмәт, Ғәзизәкәй! Мин хәҙер һиңә ғүмерем буйына бурыслы!..

Әминә. Беҙ һине юғалттыҡ, балаҡай! Әллә нәмәләр уйлап бөттөк!..

Ғәзизә. ӘлДә мунса бар әле!.. Эй йыуындым, эй ҡойондом, бөтә бысрағымды йыуып төшөрҙөм... (Илай.)

Әминә. Юҡ, юҡ, беребеҙ ҙә иламайбыҙ! Ғәзизә, балаҡайым, һи нең батырлығың был! Һиғ1 тап-таҙа! Йөҙөң дә аҡ, күңелең дә ап-аҡ, намыҫың саф, донъя һөрөмө һиңә йоҡмай ул, һин мәк сәскәһе һымаҡ матурһығ},! һин батыр ҡыҙ! Ҡаһармағ1 ҡыҙ! Рәхмәт һиңә, бөтә театр исеменән әйтәм, мең рәхмәт һиңә!..

Таңһылыу. Яуызлыҡты изгелек менән еңергә кәрәк, тиҙәр, һин яуызлыҡты еңеп ҡайттың! Беҙҙеғ} хаҡҡа!..

Ғәзизә {ҡапыл балгкып, ниндәйҙер бер илаһи хис менән). Ҡыҙҙар, йырлайыҡ әле! Хәйҙәр! Минең Хәйҙәрем, һин дә тыңла!

Еҫле гөл еҫле була,

Яран гөл төҫлө була. һагынганда айга багам,

Гел һинец төҫлө була.

Тәҙрә төбөм еҫле гөл,

Иҫерәмен еҫенән.

Ҡайҙарҙа гына булһам да, һин бит минец иҫемдә.

Еҫле гөлөм матур була,

Сәскәләр атҡан ссскта.

Шул сәскәләргә тсарайым һине һагынган ссскта.

217


Бикә. Эй, улым! Булдырғанһың бит! Вәт, маладис! (Уны алып сыгып китә.)

Фәриҙә. Ҡыҙҙар, гонаһлы булмайыҡ, Бикәгә дөрөҫөн әйтергә кәрәк!

Зөбәйҙә. Эйе шул. Кешене күпме алдатып йөрөтөргә мөмкин?

Мәрйәм. Бөтә торған ҡайғымы ул!.. Илар бит бахыр...

Фәриҙә. Хәҙер иламаған ҡатын-ҡыҙ юҡ! Бына беҙ яҙмышыбыҙ менән килештек бит. Дөрөҫөн белһә, улын да ҡаты, көслө ҡул менән үҫтерер...

Әминә. Балаҡайҙарым, бөтәгеҙ ҙә үҫеп еттегеҙ бит! Шул тиклем дә матур уйларһығыҙ икән! Туҡта, ә беҙгә нисә йәш һуң әле? Миңә егерме өс... Эй, бөтәбеҙ ҙә бер йәштә лә инде.

Таңһылыу. Ярай, ҡыҙҙар, мин Бикәгә үҙем әйтәм...

Балаһын күтәреп Бикә инә.

Бикә!

Бикә. Миңә өндәштегеҙме?

Таңһылыу. Бикә... Бына беҙ алты бисә... алты тол ҡатын... (Әйтә алмай тора.)

Бикә. Әйҙә, дауам ит, Таңһылыу!..

Т аңһылыу. һинең, исмаһам, улың бар! Хәсәнең!.. Бикә. Мин улыма күптән һөйләнем инде. Ул бөтәһен дә белә...

Таңһылыу. Кем әйтте?

Бикә. һин мине ғәфү ит инде, Таңһылыу!.. Мин бер ҡараңғы төндә һинең сумкаңды алып, Булаттың хатын... (Тыныппсала.)

Т а ң һ ы л ы у. Ә ниңә бер ҙә илағаныңды күрмәнек? Бикә. Балам зәғиф булып тыуыр тип ҡурҡтым. Көсөмдө уның өсөн һаҡланым...

Т аңһылыу. Бына беҙ тағы ла ете ҡыҙ, тағы ла... (Ул ниндәйҙер тиҙлек менән сумкаһынан iсара яулъск алып башына бәйләй.)

Ҡалғандары ла шундай уҡ ҡара яулыҡ бәйләйҙәр баштарына, һәм улар, үҙҙәре һиҙмәҫтән, бер сафҡа баҫып, ҡатып ҡалалар. Бына ҡара яулыҡ бәйләгән ете ҡыҙ — ете тол ҡатын баҫып тора.

Ауыр тынлыҡ.

218


Әминә (үҙ алдына). Рифҡәтемдең әйткәнен бына яңы аңланым. Яһаулы мылтыҡ атты... һуғыш беҙҙең бөтә йәшлегебеҙҙе һәләк итте. Күпме ҡатын-ҡыҙ әсә булыу бәхетенән мәхрүм булды...

Даян инә. Ул арҡаһына ҙур ғына тоҡ артмаҡлаған.

Даян. һаумыһығыҙ, артист апайҙар!..

Әминә. Даян? Әстәғәфирулла тәүбә!..

  • Даян, был һинме?

  • Ҡалай үҫкәнһең! Бәһлеүән егет булғанһың бит, Даян!

  • Ҡайҙарҙа йөрөнөң һин, балаҡай?

Даян. Апайҙар, мин бит театрҙы ташлап китмәнем. «Ташкент — город хлебный» тигән китапты уҡығас, тоттом да бер ҡәрҙәш апайға эйәреп, Үзбәкстанға һыпырттым! Зайчиком!.. Туҡта әле, мин әйтәм, артист апайҙарымдың тамағын туйҙырайым әле, тим. Бына һеҙгә үзбәк ләүәштәре тейәп ҡайттым... (Ҡыҙҙарга күстәнәстәрен тарата.) Бына өрөгөнән дә етешегеҙ! Үзбәктәрҙең сәтләүеге лә бик туҡлыҡлы ул!..

  • Эй, Хоҙайым! Үҙ ҡулдарым менән тотоп, икмәк ашар көнөм дә бар икән!

  • Мең йәшә, Даян!..

Даян. Минең һеҙгә тигән бер шешә һары майым да бар әле, артист апайҙар! Уны былай ашайҙар. Ойоҡ бәйләй торған оҙон энәне шешәгә тығып алалар ҙа... майын әкрен генә икмәккә һарҡыталар. Шул май бер грамм була икән. Шулай ашаһаң, май оҙаҡҡа етә, ти. Әйҙә, үҙебеҙсә, башҡортса ғына ашайыҡ та ҡуяйыҡ инде. Уның нимәһен һарҡытып тораһың! (Шешәне ауҙарып, к,ыҙҙарҙыц ләүәшенә майпсойоп сыга.)

Әминә. Эй, йәнем! Эй, йәнем! Ниндәй гүзәл кеше һин, Даян!..

Даян. Ә беҙҙең һуғышҡа киткән артист ағайҙар... (Ҡыҙҙарҙыц башындагы пара яулыктарын күреп, туҡ- талыптала.)

Даян. Бикә апай, Хәсән әкә ни хәлдә? Үҫәме?

Бикә. Үҫә Хәсән әкә, үҫә, Даян!

Ҡыҙҙар Хәсәнде ҡулдан-ҡулға йөрөтөп һөйәләр ҙә, уны Даян менән бергә баҫтырып ҡуялар.

219


Әминә. Бына театрыбыҙҙа ике егетебеҙ бар! Береһе Хәсән әкә! Икенсеһе — Даян!..

М әрйәм. О театр!.. Театрыбыҙ, Аллаға шөкөр, иҫән- һау, Даян! Театрыбыҙ йәшәй! һәм артабан да йәшәйәсәк!..

Сәхнә ҡараңғылана.

Ярым ҡараңғы сәхнәлә «Ете ҡыҙ» театры китеп бара. Сәхнәне бер нисә ҡат урап сығалар ҙа туҡтайҙар. Донъя яҡтыра. Яҡында ғына Еғ;еү салюты яңғырай. Даян һәр бер артистканьщ янына килеп, һаҡлыҡ менән генә баштарынан ҡара яулыҡты һалдырып ала. Бөтәһе лә ҡыуанышып, ҡайһы берәүҙәре илай-илай, байрам фейерверкын күҙәтә. Быныһы инде 1945 йылдың яҙы — Еңеү байрамы... Сәхнәнең түре яҡтыра. Унда, ҙур экранда, театр артистарының ир-егеттәрҙе һуғышҡа оҙатыр алдынан төшкән фотолары пәйҙә була: ете егет, ете ҡыҙ. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ҡыҙҙар фотонан юҡ була, унда ир-егеттәр генә тороп ҡала. Ә ҡыҙҙар «фотонан төшөп», бөгөнгө актрисаларға әйләнәләр ҙә яу ҡырында башын һалған ирҙәренең фотолағы һүрәттәре алдында «һағыныу» йырып йырлайҙар.

Ғәзиз гүмерегеҙ хаҡына Ецеү яуланыгыҙ һеҙ беҙгә, һөйгән йәрҙәрегеҙ толҡалды, һагынырга һеҙҙе гүмергә.

Йәндәрегеҙ күккә агиж,андыр,

Яҡыныраҡ, булып Хоҙайга.

Тац йондоҙо булып балҡыгыҙ Юлдаш булып Ҡояш һәм Айга.

Күктә балҡыр мәцгегә Ете йондоҙ - ете йән. һеҙҙе һагынып йәшәрбеҙ,

Беҙ ете ҡыҙ - ете йән!..

2008 йыл




СЕЙӘАЕТАУ

Драма, ике бүлектән



ҠАТНАШАЛАР:

Зөһрә

Аяз

Гөлнара Бөрйән Шәмсиә А н с а ф Ф атма X а р и з а Фридрих

Ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә Башҡортостандың Сейәлетау ауылында һәм Швейцарияның Цюрих ҡалаһында бара.

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет